Сөннәт ғәмәлдәр

АкмуллаСөннәт ғәмәлдәр

Сөннәт ғәмәлдәр — пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд Мостафа салаллаһу ғәләйһи үәссәләм күп тапҡыр ҡылған үә ул ғәмәлде ҡылыусы сауаплы булыр тип һөйләгән ғәмәлдәр. Хәҙрәти Мөхәммәд өммәтенән булған кешегә сөннәт ғәмәлдәрҙең һәр береһен ҡылырға тырышыу тейешле. Сөннәт ғәмәлде ҡылған кеше сауаплы булыр, ғөҙөрһеҙ (сәбәпһеҙ) ҡылмаған кеше ҙур гонаһлы булмаһа ла, ҡиәмәт көнөндә шелтәгә тейешле булыр. Үә дәхи пәйғәмбәребеҙҙең шәфәғәтенә лайыҡлы булмаҫ. Мөьмин үә мосолман кешегә ҡылыуы тейешле булған сөннәт ғәмәлдәрҙең мәшһүрҙәре 70:
1. Һәр бер яҡшы үә изге эштәрҙе “Бисмилләһ” менән башлау.
2. Сөскөргәндән һуң “Әлхәмдүлилләһ” тийеү.
3. Иманлы кешеләргә осрағанда сәләм биреү.
4. Аш ашарға ултырғанда ике ҡулды йыуыу.
5. Аш ашап бөтөргәс, ауыҙҙы, ике ҡулды йыуыу.
6. Ашай һәм эсә башлағансы “Бисмилләһ” әйтеү.
7. Ашап-эсеп бөткәс “Әлхәмдүлилләһ’’ тип, Аллаһу Тәғәләгә шөкөр ҡылыу.
8. Тәғәмде ултырып ашау.
9. Ашты уң ҡул менән алып ашау.
10. Эскәндә кәсәне уң ҡул менән тотоу.
11. Көршәк, сынаяҡ һәм ағас һауыттарҙан ашап-эсеү.
12. Икмәктән төшкән валсыҡтарҙы йыйып ашау.
13. Күберәге арпа икмәге ашау.
14. Аш алдынан һәм һуңынан бер аҙ тоҙ ҡабыу.
15. Ҡатыны һәм бала-сағалары менән бер табында ашау.
16. Һөт, зәм-зәм һыуы үә хуш еҫле әйберҙәр бирелгәндә ҡабул итеп алыу.
17. Аҡ, йәшел һәм ҡара төҫлө ҡейемдәр кейеү.
18. Кейемдәрҙе нәжестән һаҡлап, таҙа тотоу.
19. Кейемдәрҙе туҙғансы кейеү
20. Туҙған кейемдәрҙе йыуып, фәҡирҙәргә биреү
21. Намаҙ уҡығанда башҡа сәллә кейеү
22. Йоҡларға ятҡанда тәһәрәтле ятыу
23. Йоҡларға ятҡанда мисвәк, щетка менән ауыҙҙы таҙартыу
24. Тәһәрәт алғанда мисвәк истиғмәл ҡылып, ауыҙҙы таҙа тотоу
25. Таң атҡансы тиклем йоҡонан тороу
26. Ҡөрьән уҡыр алдынан “Әғүҙү”не әйтеү
27. Фарыз намаҙҙарын йәмәғәт менән уҡыу
28. Фарыз намаҙҙарын уҡыр алдынан аҙан үә ҡамәт уҡыу
29. Намаҙҙарҙы мәхәллә мәсетендә уҡыу
30. Иртә, өйлә, аҡшам, йәстү үә йома намаҙҙарын сөннәттәре менән уҡыу
31. Рамаҙанда тәравих намаҙҙарын уҡыу
32. Тәравих намаҙҙарында Фатиха сүрәһе артынан ҡушып уҡый- уҡый Ҡөрьәнде хәтем ҡылыу
33. Рамаҙанда иң аҙы бер тәүлек ҡәҙәр мәсеттә үткәреү
34. Рамаҙанда ҡояш байығас, аҡшам намаҙын уҡығансы ауыҙ асыу
35. Рамаҙанда таң алдынан сәхәр ашау
36. Йома, ике ғәйет көндәрендә, Ғәрәфә көнөндә ғөсөл ҡойоноу
37. Ураҙа ғәйете көнөндә таң атҡас ҡояш сыҡҡансы бер татлы тәғәм
менән ифтар итеү
38. Ҡорбан ғәйете көнөндә таң атҡандан һуң ғәйет намаҙы уҡығансы
ураҙа, тотҡан кеше һис бер тәғәм үә һыу ҡапмайынса тороу
39. Ҡорбан ғәйете намаҙынан һуң бер татлы тәғәм йәки ҡорбан
һурпаһы менән ифтар ҡылыу
40. Ғәйет көндәрендә яҡшы кейемдәр кейеү
41. Ауыҙҙы еҫтән һәм тәғәмдән таҙа тотоу
42. Мыйыҡтың ауыҙға керерлектәрен ҡыҫҡартып киҫеү
43. Тырнаҡтарҙың артыҡтарын киҫеү
44. Ҡултыҡ үә сат йөндәрен алыу
45. Ир балаларҙы ун йәшкә тиклем сөннәткә ултыртыу
46. Ҡатын-ҡыҙҙҙарға бармаҡтарына ҡына яғыу
47. Оло кешеләрҙе ололау
48. Кеселәргә шәфҡәтле үә мәрхәмәтле булыу
49. Яҡын ҡәрҙәштәрҙе үә күршеләрҙе, дуҫтарҙы саҡырып ҡунаҡ итеү
50. Килгән ҡунаҡты ҡаршы алыу
51. Һәр кемгә дәрәжәһенә күрә илтифат үә хөрмәт ҡылыу
52. Кеше йортона кергәнсе рөхсәт һорау
53. Кеше менән күрешкәндә ҡул тотошоу
54. Тәрбиә ҡылырға көсө етәрлек булған кешегә ҡатын алып
Өйләнеү
55. Сәләмәт булған ҡыҙға үҫеп еткәс кейәүгә барыу
56. Туйҙы халыҡҡа изһар (асыҡ) ҡылып мәшһүр итеү
57. Туй мәжлесе өсөн аш әҙерләү
58. Әҙәмгә зарар килтерә торған хайуандарҙы бөтөрөү
59. Иманһыҙ кешеләргә тәүфиҡ үә һидәйәт теләп доға ҡылыу
60. Асыуланышҡан кешеләрҙе килештерергә тырышыу
61. Үҙенә булыуын теләгән эштең башҡа кешегә лә булыуына күңел
менән риза булыу
62. Үҙенә булмауын теләгән эштең башҡа кешегә лә булмауын теләү
63. Ышаныслы мохтаж кешеләргә бурысҡа аҡса биреп тороу
64. Ғәрәп телен өйрәнеп, яҡшы белеү
65. Ҡатын –ҡыҙҙарға һәр бер урында риғәйә (хәстәр) һәм ярҙам
ҡылыу
66. Йорт эштәрендә ҡатыныңа кәңәш итеү
67. Юлға һәм сәфәргә юлдаштар менән сығыу
68. Ғибрәтләнеү өсөн ҡәберҙәрҙе зыярат ҡылыу
69. Ауырығанда табибҡа күренеп дауаланыу
70. Һәр бер ғибәҙәтте сөннәттәре менән үтәү. Мәҫәлән: тәһәрәттә — 20, тәйәммүмдә — 6, ғөсөлдә — 10, намаҙҙа — 25, ураҙала — 6, хажда 10 сөннәт бар.
                     

                                Имамға ярҙамға китабынан. ДУМ РБ, Автор Саяхов Р. Л