Рамаҙан айы
Бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд салләллаһү ғәләйһис-сәләм әйтте: Аллаһы Тәбәрәкә үә Тәғәлә фарыз ҡылды Рамаҙан айында ураҙа тоторға, дәхи сөннәт ҡылды кистәрен уяу торып, тәрәүих намаҙы уҡырға. Әгәр бер кеше Рамаҙан айында Аллаһ Тәғәлә ризалығы өсөн, һауаб өмөтөндә ураҙа тотһа үә ғибәҙәт ҡылһа, Аллаһы Тәбәрәкә үә Тәғәлә ул кешенең барса гонаһларын ярлыҡар, әсәнән яңы тыуғандай булып ҡалыр үә тамуҡ утыннан ҡотолор. Әгәр был ай башланғаны өсөн ҡайғырһа Аллаһ Тәғәлә ул кешенең тәнен тамуҡ утына хәрәм ҡылыр.
Был айҙағы бер фарыз намаҙ уҡыу башҡа айҙарҙа етмеш фарыз ҡылған кеүек булыр.
Был айҙа нәфел намаҙы уҡыу башҡа айҙарҙа фарыз намаҙы ҡылған кеүек булыр. Был ай шундай шәрәфәтле айҙыр, һигеҙ ожмах ишектәре асылыр, йәғни был айҙа вафат булған кеше ожмахлы булыр.
Ибн Мәсғүд (р.г.) әйткән: «Бер кемдең вафаты Рамаҙан шәрифе үтеүе ваҡытына тура килһә, ул мәрхүм ожмахҡа керер».
Бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһис-сәләм әйтте: «Әгәр берәй кеше ураҙа хәлендә йән бирһә, — ул кеше ожмахлы булыр», — тигән. ‘ ' ‘
Был айҙа ете тамуҡ ишектәре бағланыр (бикләнер). Шайтан ләғиндәрҙең әҙәмдәргә бик үәсүәсә ҡыла торғандары бағланыр. Әгәр бер кешенең ҡазаға ҡалған намаҙы булһа, был айҙа тәүбә-истиғфар ҡылып кистәрендә уяу тороп ҡаза ҡылһын, иншаллаһ.
Был айҙа бәндәнең ризыгы киң була торған айҙыр.
Әгәр бер кеше был айҙа ураҙа тотоусыны туҡландырһа, Аллаһ Тәғәлә ул кешенең гонаһың ярлыҡар. Ожмахта Бәйғәмбәр ғәләйһис-сәләмдең Кәүсәр шишмәһенән һыу эсәр, был кеше Ҡыйәмәт көнөндә башҡа халыҡ һыуһағанда берҙә һыуһамаҫ. Әгәр бер кешенең ураҙа тотоусыны туйҙырырға ҡеүәте булмаһа, фәкир булһа, бер һауыт һөт, йәки емеш, йәки һыу менән бер ураҙа тотоусының ауыҙын астырһа, уға һауаб булыр.
Бәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм әйтте: «Дүрт төрле эшкә бар айҙарҙа, айырыуса был айҙа даимсылыҡ ҡылһағыҙ, ул дүрт эшегеҙ менән Аллаһ Тәғәлә риза булыр.
Беренсеһе — Ләә иләәһә илләллааһү Мүхәммәдәр расүлүллаһу кәлимәһен күп әйтмәк.
Икенсеһе — Әстәғфируллаһны күп әйтмәк.
Өсөнсөһе — Аллаһ Тәғәләнән ожмахты бик һорағыҙ.
Дүртенсеһе — тамуҡтан һаҡланыу. Аллаһ Тәғәләгә һыйынығыҙ. Әгәр бер кеше "өс мәртәбә: «Аллааһүммә әжирнә минәннар», йәғни: «Әй, Раббым Мине тамуҡ утыннан һаҡла», — тип һораһа, тамуҡ әйтер: «Йә, Раббы! Был бәндәңде миннән йыраҡ ҡыл», — тип әйтер.
Был шәриф айҙа бындай рәхмәттәр, бындай һөйөнөстәр булғас, һәр ваҡыт Аллаһ Тәғәләгә ғибәҙәтле булғас, барса гонаһларыбыҙҙан тәүбә-истиғфар ҡылырға тейештер. Был шәриф айҙың кисәһендә Аллаһ Тәғәлә әйтер: «Әй, Бармы гонаһларыннан тәүбә ҡылыусы, гонаһын ярлыҡармын.
Әй! Бармы Әстәғфируллаһи тип әйтеүсе, гонаһын ғәфү итәрмен».
Файҙаһыҙ һүҙҙәрҙән, ялған һүҙҙәрҙән үә ғәйбәт һөйләшеүҙән үә һүҙ йөрөтөүҙән һаҡланыр кәрәктер.
Бәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм: «Ураҙаны биш ғәмәл: ялған, яман һүҙ, яла (нахаҡ), ялған ант һәм нәфселе ҡараш боҙа», — тигән.
Был айҙа зекер үә тәсбих һәм Ҡөрйән уҡыу менән мәшғүл булырға кәрәк, сөнки ғәлимдәр: «Ожмах дүрт төрле ғөрүһҡа (төркөм) ғашиҡтыр»: тинеләр.
Беренсеһе: Ҡөрйән уҡыусыға ғашиҡтыр, бигрәк тә был шәриф айҙа.
Икенсеһе: телде ғәйбәттән һүҙ йөрөтөүҙән һәм башҡа ярамаҫ һүҙҙәрҙән һаҡланған кешегә ғашиҡтыр, айырыуса был шәриф айҙа.
Өсөнсөһе: – астарға тағәм биргән кешегә ғашиҡтыр.
Дүртенсеһе: — Рамаҙан айында ихлас күнел менән ураҙа тотоусыға ғашиҡтыр.
Атабыҙ Әҙәм ғәләйһис-сәләм Аллаһ Тәғәләнән һораны: «Әй, Раббым! Һинең ҡаршыңда айҙарҙың ҡайһыһы артығыраҡ?» — тине. Аллаһ Тәғәлә әйтте: «Минем ҡаршымда айҙарҙың артығырағы Рамаҙан айылыр. Был Рамаҙан айында бәндәләремә рәхмәтемде артырырмын, ризыҡтарына бәрәкәт бирермен», — тине;
Ғүмәр бин Хәттәб (р.г.) әйткән: «Һәр көн Рамаҙан айында бер мөьмин йоҡыһынан уянып ҡыбырҙаһа, бер фәрештә әйтер: «Йә, мөьмин! Тор, Аллаһ Тәғәләнең рәхмәте үә бәрәкәте һиңә булһын», — тип әйтер.
Әгәр намаҙ уҡыу ниәте менән торһа түшәге доға ҡылыр үә әйтер: «Әй Раббым! Был бәндәгә ожмахта йомшаҡ үә ҡалын түшәктәр бир», — тип әйтер. Тышҡа сығар өсөн өҫтөнә кейемен кейһә, кейеме доға ҡылыр: «Әй, Раббым! Был бәндәгә ожмах хөлләләрен кейҙер», — тип әйтер.
Аяғына кейһә, башмаҡтары доға ҡылыр: «Әй Раббым! Был бәндәнең аяҡтарын Сират күперенән сәләмәт ҡотҡар», тип әйтер.
Тәһәрәт алыу өсөн ҡомғанын алһа, ҡомған доға ҡылыр: «Әй Раббым! Был бәндәңә ожмах һауыттарын бир», — тип әйтер.
Тәһәрәт алһа, һыу доға ҡылыр: «Әй Раббым! Был бәндәне гонаһынан паҡ ҡыл үә барса гонаһларын ярлыҡа», — тип әйтер.
Намаҙ уҡырға торһа, йәшәгән урыны әйтер: «Әй Раббым! Был бәндәнең ҡәберен паҡ ҡыл, нурлы ҡыл», — тип әйтер.
Аллаһ Тәғәлә был бәндәгә рәхмәтле ҡарау менән ҡарар үә әйтер шулай: «Йә, бәндәм! Һин доға ҡыл, мин ҡабул итермен, һинә хәжәт булған нәмәләрҙе һора, мин бирермен», — тип әйтер. Аллаһ Тәғәлә Мөхәммәд ғәләйһис-сәләмдең өммәтенә биш төрле нәмәне бирҙе, әүәл булған бәйғәмбәрҙәрҙең өммәтенә ул уларҙы бирмәгән ине. Ул нәмәләр ошолор:
Әгәр шәриф Рамаҙан айының әүәлге кисәһе булһа, Аллаһ Тәғәлә Мөхәммәд ғәләйһис-сәләм өммәтенә рәхмәт менән ҡарар, Мөхәммәд ғәләйһис-сәләм өммәтен ғазап ҡылмаҫ.
Икенсеһе шулдыр: Рамаҙан айы башланғас Аллаһ Тәғәлә барса фәрештәләргә әйтер: «Йә фәрештәләрем! Был шәриф айҙа үҙегеҙ өсөн ғибәҙҙәт ҡылмағыҙ, бәлки Мөхәммәд ғәләйһис-сәләм өммәте өсөн истиғфар ҡылығыҙ, йәғни «уларҙы ярлыҡа» тип доға ҡылығыҙ. Мин һеҙҙең доғаларығыҙҙы ҡабул итеп, уларҙың барса гонаһларын ярлыҡармын.
Өсөнсөһе ошолор: Рамаҙан айы башланһа Аллаһ Тәғәлә ожмах һаҡсыларына әйтер: «Йә, Ризван! Ожмахты биҙәгеҙ, ожмахтың ишектәрен ас. Әгәр Мөхәммәд өммәтеннән бер кеше был Рамаҙан айында вафат булһа, уның йәне ожмахҡа инһен», — тип әйтер.
Дүртенсеһе ошолор: Аллаһ Тәғәлә тамуҡ һаҡсыларына әйтер: «Тамуҡтың ишектәрен бикләгеҙ, был Рамаҙан шәриф айында Мөхәммәд ғәләйһис-сәләм өммәтенән бер гонаһлы бәндә вафат булһа тамуҡта ғазап ҡылып янмаһын», — тип әйтер.
Бишенсеһе ошолор: Аллаһ Сүбехәнәһү үә Тәғәлә был айҙа Мөхәммәд ғәләйһис-сәләм өммәтенә ҡәҙер кисәһе бирҙе. Әгәр бер кеше был ҡәҙер кисәһендә уяу тороп, тәүбә, истиғфар ҡылып, тәғәт үә ғибәҙҙәт ҡылһа, Аллаһ Тәғәлә ул бәндәнең гонаһын ярлыҡар.
Мөхәммәд ғәләйһис-сәләм әйтте: «Әҙәм балаларының изге ғәмәлдәренә бер изгелеккә 10 изгелек, ҡайһы беренә 100, 700, хатта 1000 изгелек булыр. Мәгәр ураҙаның һауабын бер Аллаһ Тәғәлә үҙе генә беләлер».
Рамаҙан айы — тәрбиә айы — күңел тәрбиәһе. Аллаһ Тәғәлә имандарыбыҙҙы, ихласлығыбыҙҙы, аслыҡ менән һынай. Ураҙа ул юғары дәрәжәләге тәрбиә.
Был айҙа нәфел ғибәҙәттәребеҙ ҙә фарыз ғибәҙҙәттәр менән тиң булыр.
Был ай — һуғыш айы — ураҙа тотҡан кешенең аҡылы нәфсеһе менән һуғыша. Әҙәм балаһының нәфсеһе, тәбиғәте ләззәткә ынтылыусан итеп яратылған — яҡшы ашау, эсеү һәм енси теләктәр. Ошо туймаҫ теләктәргә ҡаршы тороу өсөн аҡылыбыҙҙы эшләтеп, нәфсебеҙҙе еңә белергә кәрәк.
Был ай — сабырлыҡ айы — ашау-эсеүҙән тыйылабыҙ, ғибәҙҙәт ауырлыҡтарына һәм ирешкән ҡайғы — хәсрәттәргә сабыр итәбеҙ. Быларҙың һауабы — йәннәт.
Был ай — шөкөр ҡылыу айы — Аллаһ Тәғәлә беҙҙе иман менән мосолман итеп яратты, Ибраһим ғәләйһис-сәләм милләте, бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһис-сәләмдең өммәте итте, Ҡөрйән әһеле, намаҙ, ураҙа, зәкәт, хаж ҡылыусыларҙан итте.
Был ай — сәләмәтлек айы — тәндәребеҙ, йөрәктәребеҙ сәләмәтләнә, сөнки ашап ашҡаҙаныбыҙ ауырта баш лай.
Был ай — дәрес айы — ураҙа Әҙәм балаһын тәртипкә һәм ризыҡтың ҡәҙерен белергә, уға ҡарата һаҡсыл булырға, аслыҡта һаҡсыл булырға, аслыҡтың ниндәй яман нәмә икәнен аңларға өйрәтә һәм һине һынай, ас кешенең хәленә керергә ярҙам итә.
Был ай — имтихан айы — үҙебеҙҙе имтихан ҡылабыҙ, әхирәттә кәсеп итәр өсөн ҡан тамырҙарыбыҙ аша йөрөй торған шайтан менән һуғышыу өсөн.
Был ай — тигеҙләү айы — ураҙала байға ла, ярлыға ла бер тәртип.
Был ай — һөйөнөс айы, беренсе һөйөнөсөбеҙ ауыҙ асҡанда булһа, икенсе һөйөнөсөбеҙ әхирәттә, раййан тигән йәннәткә ингәндә була. Ул йәннәт махсус ураҙа тотоусылар өсөн, улар шунда инеп бөткәс йәннәт ишектәре ябыла.
Был ай — ярлыҡаныу айы — был айҙа ғибәҙәттәребеҙҙә раҫ буласаҡ, Аллаһ Сүбеханәһү үә Тәғәлә кешене яңы тыуған сабый бала һымаҡ гонаһыҙ итәр.
Был ай — йыуатыу айы — выҗдан йән менән кешегә ярҙам ҡулын һуҙырға, ҡайғы-хәсрәттәрҙе уртаҡлашырға өйрәтә.
Был ай — түләү айы — Аллаһ Тәғәләнең ҡушҡан эштәрен эшләп (иман, намаҙ, ураҙа, зәкәт, хаж), тыйған эштәреннән тыйылыу түләү була.
Был ай — егетлек айы — Аллаһынан ҡурҡып шайтанды еңеүебеҙ иң ҙур егетлек була.
Был ай — ҡотолыу айы — ураҙаның файҙаһы — мәңгелеккә, Изгелеккә әҙерләнеү тигән һүҙ (йәннәт). Был ай теләктәрҙең, доғаларҙың ҡабул була торған айы. Ураҙала төндә йоҡлауыбыҙ, тын алыуыбыҙ — барыһы ла ғибәҙәттән, зекерҙән китә икән.
Әбү Һөрәйра (р.г.) хәбәр итеүенсә, Рәсүлүллаһ ғәләйһис-сәләм әйткән: «Минем өммәттәремә әүәл булған өммәттәрҙең һис береһенә лә бирелмәгән биш махсус әйбер бирелде:
1. Ураҙа тотҡан кешенең ауыҙынан килгән тәмһеҙ еҫ Аллаһ Тәғәлә өсөн мисектең (мисек — ҡабарға исемле хайуандың айырым биҙҙәреннән алынған ғәйәт хуш еҫле бер мәтдә) хуш еҫенән дә затлыраҡ.
2. Икенсе мөһим өҫтөнлөк— диңгеҙҙәге балыҡтарҙың ураҙа тотоусы бәндәләр өсөн истиғфар ҡылыуҙары (тәүбә итеүҙәре).
3. Йәннәтен ураҙа тотоусылар өсөн биҙәлеүе, һәр йылдың башында йәннәт Рамаҙан айы өсөн биҙәлә башлай. Ул Раййан йәннәте.
4. Дүртенсе ниғмәт — шайтандарҙың- бығауланыуы һәм нәтижәлә яманлыҡтың кәметелеүе.
Изге Рамаҙан айында ғибәҙҙәт ҡылыу теләктәре бик көслө булыу сәбәпле был айҙа шайтандар кешене тура юлдан аҙдырыу өсөн мөмкин ҡәҙәр тырышҡандар, шул сәбәпле яманлыҡ күберәк ҡылына, тип уйлауҙар барҙыр, ләкин был улай түгел. Кеше үҙе лә изге Рамаҙан айында әшәкелектәрҙән тыйылырға тырыша.
Рәсүлүллаһи ғәләйһис-сәләм әйткән: «Кеше гонаһ ҡылғанда, аның йөрәгендә ҡара тап хасил була, ул ихластан тәүбә ҡылһа, тап юҡҡа сыға, тәүбә ҡылмаһа һаҡлана. Ул кеше йәнә бер гонаһ ҡылһа, икенсе тап барлыҡҡа килә (һәм артабан шулай), йөрәге тамам ҡарайып бөткәнсе. Аллаһ Тәғәлә Ҡөрйәндә быны: «һис тә юҡ! Тик уларҙың күңелдәрендә яманлыҡ күгәрәлер!» — ти. Шулай итеп уларҙың йөрәктәре тамам күгәреп бөтә һәм ундай йөрәктәрҙә гонаһ ҡылыуға тәбиғи бер ауышыу барлыҡҡа килә.
Мәүләнә шәйех Исхаҡ фекеренсә, яман кешеләр өсөн Рамаҙан айында бары тик иң фетнәсе шайтандар бығаулана, ә тәккүәле кешеләр өсөн барлыҡ шайтандар бығаулана.
5. Бишенсе ниғмәт — Рамаҙан айының һуңғы төнөндә истиғфар ҡылыу (ғәфү итеү) бүләк ителә, шуға күрә сәхәбәләр быны Ҡәҙер кисе менән бер, тип белгәндәр. Был Рамаҙан айы фарызын тейешле рәүештә үтәгән өсөн бүләк ителгән ниғмәт кенә.
Был ай Аллаһ Тәғәләнең рәхмәт үә изгелек айы, мәрхәмәт айы һәм был ай яманлыҡта үә ғәмһеҙлектә үткәрелә икән, тәүбә-истиғфар ҡылмайбыҙ икән, нисек инде ул бәндә үҙенең гонаһлары кисерелеүен өмөт итә алһын? Аллаһ Тәғәләнең ризалығын Рамаҙан айында ла ҡаҙана (ирешә) алмаған кеше аны тағын ҡасан ҡаҙана аласаҡ?
Аллаһ Тәғәләнең ризалығын ирешеү юлы ул бигерәк тә рамаҙан айында.
“Рамаҙан шәриф айы” /Иман нәшриәте/ Ҡазан 1997