Доға ҡылыу әҙәбе
1. Аллаһҡа ҡарата ихлас булығыҙ.
2. Доғаларығыҙҙың башында һәм аҙағында Аллаһҡа маҡтауҙар һәм Пәйғәмбәребеҙ(сал- лаллаһу ғаләйһи үә сәлләм) өсөн доғалар булһын.
3. Аллаһҡа тәүәккәллек менән мөрәжәғәт итегеҙ. Унан яуап булырына ныҡлы ышаныста ҡалығыҙ.
4. Ныҡышмал, әммә сабыр булығыҙ, ваҡиғаларҙы тиҙләтмәгеҙ.
5. Доғаның бөтә йөрәктән булыуы мөһим.
6. Бәләгә тарығанда ғына түгел, шатлыҡлы мәлдәрҙә лә доғанан айырылмағыҙ.
7. Аллаһтан башҡа бер кемдән дә, бер ниҙән дә доға ҡылып һорамағыҙ. Тик Аллаһ ҡына — беҙҙең Раббыбыҙ һәм Хужабыҙ.
8. Доғаларығыҙҙа бер туғанығыҙҙы ла, бер яҡынығыҙҙы ла, балаларығыҙҙы, мөлкәтегеҙҙе лә, үҙегеҙҙе лә ләғнәтләмәгеҙ, ҡарғамағыҙ.
9. Аллаһы Тәғәләгә үтә шыбырламай ҙа, ныҡ тауышланмай ҙа, тауышығыҙҙы ипләп кенә баҫып мөрәжәғәт итегеҙ.
10. Ҡылған гонаһтарығыҙҙы танып, Аллаһтан һеҙҙе ғәфү итеүен һорағыҙ. Уның һеҙгә булған мәрхәмәтенә рәхмәтле булығыҙ.
11. Доғаның рифмалы булыуы кәрәкмәй (мөһим түгел).
12. Теләк, баҫалҡылыҡ, буйһоноусанлыҡ һәм Аллаһтан ҡурҡыу тойғолары менән доға ҡылыр кәрәк.
13. Аллаһҡа доға менән мөрәжәғәт итер алдынан, хоҡуҡһыҙ үҙләштерелгән әйберҙәрҙе үҙ хужаларына ҡайтарығыҙ, ысын күңелдән тәүбәгә килегеҙ. Аллаһ — Мәрхәмәтле, Ғәфү итеүсе.
14. Доға менән өс тапҡыр мөрәжәғәт итеү яҡшы.
15. Доға ҡылыр алдынан ҡибла яғына йөҙ менән боролоғоҙ.
16. Ҡулдарығыҙҙы күккә күтәреп һорағыҙ (күкрәк алдына, күҙ тәңгәленән юғары күтәрмәгеҙ).
17. Сиктән сығып, мөмкин булмаҫтайҙы һорамағыҙ.
18. Мөмкин булһа, Аллаһы Тәғәләгә мөрәжәғәт итер алдынан яҡшылап тәһарәт алығыҙ.
19. Икенсе берәй кеше өсөн доға ҡылыр алдынан, тәү сиратта, үҙегеҙ өсөн һорап алығыҙ.
20. Аллаһы Тәғәләгә Уның гүзәл исемдәре менән өндәшегеҙ. Аллаһтан нимәнелер һорағанда быға тиклем ҡылған изге ғәмәлегеҙ хаҡына һораһағыҙ ҙа була. Йәки һеҙҙең өсөн берәй изге күңелле, хаҡ, ғәҙел тере кешенең доға ҡылыуы ла ярай.
21. Доға ҡылыусының кейеме лә, ризығы ла һәм эскән эсемлеге лә хәләл ҡул менән табылған булырға тейеш.
22. Аллаһтан харам нәмәне һәм туғандар менән араны өҙөүгә килтергән нәмә тураһында һорарға ярамай.
23. Аллаһҡа доғалар менән мөрәжәғәт итеүсе кеше башҡаларҙы шәриғәт ҡушҡан эштәргә саҡырыусы һәм шәриғәт тыйғандарҙан тыйыусы булырға тейеш.