Мөжәүир хәҙрәттең мөғжизәләре

китаб

                    Мөжәүир хәҙрәттең мөғжизәләре

                          Һуҡыр күҙҙе асыр ҡөҙрәт

   — Беҙ ҡыҙ булып үҫеп килгәндә, 1950 йылдарҙа, ҡайҙа барма бөтә кеше хайран ҡалып, шаҡ ҡатып Мөжәүир хәҙрәттең мөғжизәләрен һөйләй торғайны. Миңә айырыуса ныҡ тәьҫир иткәне Татлыбай ауылында йәшәгән Өмөтбай ағайымдың һөйләгәндәре булды, — тип башланы һүҙен Гөлбикә апай. — Уларҙың сабынлығы Урғаҙа аръяғында була торғайны. Бер шулай улар бесән сабып ҡайтып килгәндәр. Урғаҙаға етеп барғанда арба юлынан саҡ ҡына арыраҡ салғы, беләү, тырма ятҡанын күреп ҡалалар. Бөтмөр ағайым, хужалыҡта кәрәге тейер, тип баяғы нәмәләрҙе арбаһына һалып та ала. Татлыбайға ҡайтыу өсөн уларға йылға аша сығырға кәрәк була. Тик, ни хикмәттер, күк бейә һыу аша сығырға теләмәй ҙә ҡуя икән. Ныҡ ҡына сыбыртҡылап та алалар, туғарып киренән егеп тә ҡарайҙар, ат урынынан ҡуҙғалмай, ти. Меҫкен хайуан үҙе манма тиргә бата. Инде ни эшләргә? Былар аптырай-алйый, эштең ниҙә икәнен һис аңлай алмай. Шулай байтаҡ ҡаңғыра торгас аранан берәү:
— Ошо һалып алған нәмәләребеҙ Мөжәүир хәҙрәттеке түгелме икән? — тип әйтеп һала. — Әйҙә, урынына кире илтеп ҡарайыҡ.

   — Ысынлап та, — тип бот саба бесәнселәр, — нисек бая уҡ башҡа килмәгән. Олатайҙың сабынлығы ошо тирәлә бит. Кәнишнә, уныҡы!
   Һәнәк, тырма, беләүҙе урынына алып барып һалыуҙары була, бесәнселәр арбаға саҡ-саҡ ултырып өлгөрә, күк бейә саптырып сығып та китә. Меҫкен хайуан Татлыбайға ҡайтып еткәнсе саба.
   — Беҙҙең олатай бына шулай! — ти бесәнселәр көлә-көлә.
   Шунан китә уның төрлө ҡыҙыҡ-мәҙәктәрен һөйләү.
   Берәүҙәре, кемдеңдер бында килгәндә ағас ҡыуышына араҡыһын йәшереп китеүе, хәҙрәттең теге йәшергән нәмәңде онотоп ҡуйма, тип иҫкәртеүе, ҡайтышлай алайым тиһә, шешәһе ҡулынан ыуылып төшөп китеүе, араҡыһының түгелеүе хаҡында һөйләй, икенселәре тотлоҡҡан баланың телмәре рәтләнеүенә хайран ҡала, өсөнсөләренең нимә уйлап килеүҙе белеүенә иҫе-аҡылы китә.
   Бөтә балалыҡ хисе менән эй күргеһе килә бит илаһи хикмәт эйәһен Гөлсирәнең, эй, күргеһе килә! Ихлас теләһәң теләк ҡабул була, тиҙәр, ҡыҙыҡайға ла бер яйы сыға. Бер ваҡыт күршеләре Хәтирә инәй Манһырға хәҙрәткә күренергә була. Беҙҙе лә үҙең менән ал, хәҙрәтте күргебеҙ килә, тип ялбарабыҙ Хәтирә инәйгә әхирәтем Флүрә менән.
   — Сибайҙан йәйәүләп барһаҡ, Манһыр 35 саҡрымда, арымаҫһығыҙмы? — ти ул.
   — Юҡ, юҡ! — Әхирәтем менән бер тауыштан ҡыуанып ҡысҡырып ебәрәбеҙ.
   Сибайҙан Йәнйегет, Йәнйегеттән Татлыбай сығып уңға боролдоҡ.
   Манһырға юл ялтырап ята. Дәртләнеп алғас, ауылға барып еткәнебеҙҙе һиҙмәй ҙә ҡалдыҡ.
   ...Беҙ барып ингәндә, Мөжәүир хәҙрәт әбейе менән әүеҫлектә сәй эсеп ултыра ине. Мин уға ҡарағанмын да, шаҡ ҡатып тик торам икән. Башында ап-аҡ сәллә, аҡ ыштан, аҡ күлдәктән. Ике сикәһе алланып, аҡ йөҙө нурланып, матур булып ултырған кешенең мин күрергә теләгәндең нәҡ үҙе икәнен шунда уҡ аңланым. Уғаса булмай Хәтирә инәйем:
   — Әссәләмәғәләйкүм, Мөжәүир ҡайнаға, әссәләмәғәләйкүм, Гөлйемеш абыстай, — тип уларға сәләм бирҙе.
   — Ә-ә-ә, Хәтирә килен, вәғәләйкүмәссәләм, әйҙә, үтегеҙ, һыуһап киткәнһегеҙҙер, сәй эсергә ултырығыҙ, — тине.
   Беҙҙе лә табынга ултырттылар. Миндә сәй ҡайғыһы юҡ. Хайран ҡалып тирә-яҡҡа ҡарайым. Әүеҫлектән алыҫ түгел ерҙә ихатаны ҡап уртаға бүлеп, сылтырап ҡына шишмә ағып ята. Аръяғында урманлыҡ китә. Ағастар эргәһендә усаҡлыҡ күренә. Унан яйлап ҡына төтөн сыға ла, шунда үҫкән ҡайындарға һырылып, бейеккә, зәңгәр күккә күтәрелә. Усаҡҡа ҡаҙан аҫылған, унда ит бешә, ахырыһы, тәмле еҫе хатта әүеҫлеккә лә килеп еткән, ҡаҙандан алыҫ түгел самауыр ҡайнап ултыра. Мин: «Береһенән сәй эсәләр, икенсеһе ҡайнап ултыра, ҡайһылай ҡыҙыҡ», — тип уйлап та өлгөрмәнем:
   — Ҡыҙым, аптырама, — тип көлдө хәҙрәт, мин ауыҙ асып бер һүҙ әйтмәһәм дә, уйымды әллә ҡайҙан белеп. — Хәҙер алыҫтан, Бөрйән яғынан булыр, килеп етергә тейештәр, улар йыраҡ юлдан асығып-талсығып килә, — тине. — Хәтирә еңгәмде ҡарап бөтөүгә килеп тә инер ул мосафирҙар, ин шәәъ Аллаһ.
   Хәҙрәт олатайҙы беренсе күреүем ошолай булды. Бынан тыш уны тағы өс тапҡыр күреү насип булды.
   1953 йыл ине. Тик торғанда ун алты йәшлек дөм-ҡара күҙле, оҙонсараҡ аҡ йөҙлө, зифа буйлы сибәр апайым һуҡырайып ҡуйҙы. Әсәйемдәр хәҙрәтте саҡырып өшкөртөп ҡарарға булдылар. Ҡарап тора, күҙе һап-һау һымаҡ, ә үҙе күрмәй. Уны ҡайҙа ғына йөрөтмәнеләр: Магнит дауаханаһына ла, Өфөгә лә алып барып ҡаранылар, файҙаһы теймәне. Хәҙрәт апайымды оҙаҡ ҡына итеп өшкөрҙө. Ҡайтып китер сағында:
   — Мин сығыу менән минең урыныма ултырығыҙ, — тип әйтте.
   Әсәйем Көнһылыу апайымды хәҙрәт ултырған ергә алып барып ултыртты.
   Табибыбыҙ ҡапҡанан сығып әллә ни йыраҡ китеп тә өлгөрмәгәндер, апайым ҡысҡырып та ебәрҙе:
   — Әсәй, мин күрәм! Күрәм! Күрәм! Ана, ҡояш! Урындыҡта ятҡан балаҫтың юлаҡтарын күрәм! Аҡ, йәшел, көрән! Күрәм! Күрәм!
   Инде ҡыҙым тома һуҡыр булып ҡалыр тип ҡурҡҡан әсәйем йүгереп килеп апайымдың ауыҙын ҡапланы:
   — Өндәшмә, балам, күҙ тейеп ҡуйыр!
   Ә апайым уның һайын алҡышлана, илай-илай:
   — Рәхмәт, хәҙрәт олатай, һин минең күҙемде астың, рәхмәт, — ти.
   — Рәхмәтте үҙенә барып әйтербеҙ, ҡыҙым, — тине әсәйем.
   Был мөғжизәгә иҫе-аҡылы киткән күрше-тирәһе, ауылдаштар барып рәхмәт әйтеп ҡайтығыҙ, тип кәңәш бирҙе. Бер көндө йыйындыҡ-тейәндек тә киттек Манһырға. Мин дә, исмаһам, тағы бер күреп ҡалайым тип, уларға эйәрҙем. Хәҙрәт әсәйемде күңелһеҙ генә ҡаршы алған:
   — Юҡҡа килгәнһегеҙ, — тигән. — Теге саҡ әйтмәгәйнем, ҡыҙығыҙ оҙаҡ йәшәмәҫ, һәр яңы тыуган кешегә Аллаһы Тәғәлә үҙенең өлөш япрағын таратып бирә. Унда күпме йәшәре, ниҙәр күрәһе яҙылып ҡуйылған була. Был балаға тыумыштан юғарынан ғүмер бик самалап бирелгән, ғүмер япрағы һарғайған, өҙөлөп төшөргә генә тора, — тигән олатай.
   Ысынлап та, Көнһылыу апайым оҙаҡҡа барманы, гүр эйәһе булды.
   Өсөнсө күреүем былай булды: тимер юлында эшләп йөрөйөм, вагондан цемент бушатабыҙ. Күҙемә цемент төштө лә ҡуйҙы. Шунда уҡ дауаханаға алып киттеләр, өс ай яттым, күҙ рәтләнмәй. Шунда ҡайным мәрхүм әйтте:
   — Киленемде хәҙрәткә алып барам.
   Ҡара атын егеп алды. Ун ике йәшлек Рәүилә исемле бикәсем менән арбаға менеп ултырҙыҡ, киттек Манһырға. Ҡайным егеп килгән атын тышаулап Урғаҙа буйындағы күк үләнгә ебәрҙе лә беҙҙе баҫма аша сығарып, хәҙрәт йәшәгән йортҡа табан алып китте. Инергә сират ине, беҙ ҙә баҫтыҡ. Сиратыбыҙ еткәс, ҡайным миңә:
   — Бар, килен, һин алдан ин, — тине.
   Олатай мине, ниңәлер, мәрәкәләберәк ҡаршы алды.
   — Ай-һай, ҡыҙым, алыҫтан килгәнһең икән, хатта ки Сибай шәһәренең үҙенән, — тине. — Шәпле ҡара айғырығыҙ бар икән, ҡайның бик тә һәйбәт кеше икән. — Үҙе тағы мут йылмайҙы.
   Олатай мине ихласлап оҙаҡ ҡына өшкөрҙө, күҙең йүнәлер, башҡаса күҙ менән йонсомаҫһың, тине, бетеү яҙып бирҙе.
   «Их, тоҙ алып килергә онотҡанмын», — тип уйлайым, үҙемде-үҙем, иҫһеҙ, тип әрләп алам. Уғаса олатай:
   — Бошонма, ҡыҙым, — ти, үҙе шуҡ йылмая. — Ҡайның алып килгән тоҙ бөтәгеҙгә лә етер.
Ысынлап та, хәстәрлекле ҡайным бөтәбеҙгә лә етерлек итеп, күп итеп тоҙ алып килгән булған икән. Ҡайтып барғанда юл буйынса, ҡайҙан белгән беҙҙең ҡара айғыр менән килгәнде, ҡайнымда тоҙ барлығын, тип уйлап барҙым. Ҡайтып бер нисә көн торғас, күҙем һауыҡты. Хәҙрәт әйткәнсә, ошо йәшкә тиклем, башҡаса күҙ менән ыҙаламаным.
   Дүртенсе күреүем 1962 йылда булды. Ни эшләптер, ғаиләбеҙҙә татыулыҡ китеп торҙо. Был юлы ла олатай бетеү яҙып бирҙе. «Арағыҙ татыуланыр, йәшәрһегеҙ», — тине. Ирем гүр эйәһе булғансы, ҡырҡ биш йылға яҡын, бергә-бергә ғүмер иттек.
   Хәҙрәт һуҡырайған күҙҙәребеҙҙе асҡан, шулай тейеш кеүек ҡабул иткәнбеҙ. Рәхмәт хистәребеҙҙе лә үҙенә әйтеп бармағанбыҙ. Тик йылдар үткәс кенә шуны аңланым, беҙгә ниндәй бөйөк шәхес менән йәнәшә йәшәү бәхете насип булған! Һуңлап булһа ла, һис юғы ошо хәтирәләр аша, юғарыла осоп йөрөгән йәне, бәлки, ишетеп ҡыуаныр тип, күңел түрендә йөрөткән изге хистәребеҙҙе еткерәбеҙ. Ярай әле ҡәҙерле хәҙрәтебеҙ тураһында яҙыусы табылды, шуға ҡыуанабыҙ. Рәхмәт ута!
                                                                                                 Әхтәмова Гөлсирә, 1939 йылғы.
                                                                                                 Сибай ҡалаһы

                                                        Мине хәҙрәт бетеүе һаҡлай
   Ишбикә апай сығышы менән Хәйбулла районы, Суҡраҡ ауылынан. Бәләкәй генә сагынан үкһеҙ етем ҡалып (башта әсәһе, аҙағыраҡ атаһы мәрхүм була) Әбделкәрим балалар йортонда тәрбиәләнә.
   — Ярай әле өләсәйем булды, — ти ул аяныслы балалыҡ йылдарын хәтерләп. — Ул мине әҙәп-тәртипкә, динебеҙҙе яратырға өйрәтте, һөйөклө бала — көйөклө, тип һөйә торғайны мәрхүмә өләсәйем. — Ата-әсәң күреп туймаҫтай булып ярата, иркәләтә торғайны, тип хәтерләй торғайны.
   Яғымлы, итәғәтле, ысын мөслимә Ишбикә апай менән һүҙҙәребеҙ килешеп, байтаҡ серләштек. Аҙаҡ ул алдыма ҙур бер фотоальбом килтереп һалды.
   — Минең бөтә тормошом ошонда сағыла, — тине.
   Тәүге биттән миңә иҫ киткес сибәр ҡыҙ йылмайып ҡарай. Нур сәсеп торған ҙур ҡара күҙҙәр, һыҙылып киткән ҡыйғас ҡара ҡаш, ап-аҡ түңәрәк йөҙ, ынйылай теҙелеп киткән тештәр, ике ҡалын толом үреп төшөрөлгән, ҡупшы буй-һын.
   — Һинме был, Ишбикә апай? — тим, әле лә матурлығын юғалтмаған апайға һоҡланып ҡарап.
   — 19 йәшлек сағым, — ти ул һәм хәтирәләргә төшөп китә. — 1950 йыл.
   Баймаҡ баҙарына барҙым. Баҡһаң, Мөжәүир хәҙрәт тә бында килгән икән. Мине күреп ҡалды ла (бер саҡ балалар йортонда миңә бетеү яҙып биргәйне):
   — Балам, эргәмә кил әле, — тип мине саҡырып алды. — Теге саҡта яҙып биргән бетеүҙе юғалттың инде, ә? — тине. Мин һиңә уны мунсаға тағып бармаҫҡа ҡуштым, ниңә әйткәнде тыңламаның?
   Оялдым, ҡыҙарындым, бетеүен юғалтҡанды ҡайҙан белде икән тип аптыраным.
   — Һиңә, ҡыҙым, бетеүһеҙ йөрөргә ярамай, Манһырға килеп сыҡ, һаҡлап йөрөтөр булһаң, тағы яҙып бирермен, — тине.
   Тиҙ генә барып булманы, йылдар үтеп китте. Йәшлек менән хәҙрәттең ниндәй илаһи зат икәнлеген дә аңлап етмәгәнмендер, ахырыһы.
   1963 йыл. Хәҙрәт ҡартайған, туҡһанға яҡынлап килгән сағы. Шулай ҙа бер-ике генә күрһә лә ул мине таныны.
   — Килдеңме, балам, — тине. — Мине генә көтөп ултырғандай ихлас ҡабул итте. — Һиндә боҙом бар. Бәлки, кешеләрҙең һоғо (һоҡланыуы) тейгәндер, — тине. Ул миңә өскөлләп тегелгән бетеү һондо:
   — Ал, балам, бөгөн бында юлланырыңды белеп, яҙып әҙерләп ҡуйғайным, — тине. Шунан тоҙ, сәй, һабын өшкөрөп бирҙе.
   Ишбикә апай, был осрашыуға 43 йыллап ваҡыт үтһә лә, шул саҡтағы хәҙрәттең әйткән һәр бер һүҙен онотмайынса, йөрәк түрендә һаҡлай икән. Ул дауам итте:
   — Балам, һине кеше һөйләр, урынһыҙ рәнйетергә тырышыусылар булыр, — тине олатай.
   — Ниңә улай? — Бер ни аңламайым.
   — Һин — Аллаһы Тәғәләнең һөйөклө ҡоло. Раббыбыҙ һиңә Таһирҙың һөйгәне Зөһрәнекенә тиң матурлыҡ биргән. Матур гөлгә күҙ тейеүсән. Яман күҙ кешене генә түгел, хатта ағасты ҡорота. Минең әйткәнемде онотма: кеше һөйләй тип һүҙ ҡыуып йөрөмә, яманлап һөйләһәләр ҙә, маҡтап һөйләһәләр ҙә, мине иҫкә алғанығыҙ өсөн рәхмәт, тиңдә кит тә бар. Ҡабатлап әйтәм, — тине ул, — һин — Аллаһтың яратҡан бәндәһеһең.
   — Белмәйем инде, олатай, — тип ул әйткән һүҙҙәрҙең мәғәнәһенә лә төшөнөп етә алмай.
   — Балам, мин барыһын да белеп ултырам, — тине хәҙрәт. Ул минең етем үҫеүемде лә, иремдең ниндәй холоҡло икәнен дә, үгәй ул үҫтереүемде лә әйтеп бирҙе.
   — Яҙмыш һиңә һынауҙарҙы күп ебәрер. Яратҡан ҡолон ул шулай һынай. Сабыр ит, түҙ! Хоҙай һиңә маңлай бәхете бирһен! Маңлай бәхете... Был һүҙҙең мәғәнәһен дә мин яңы аңланым.
   — Бетеүен юғалтманыңмы?
   — Юҡ, икенсеһен күҙ ҡараһындай һаҡланым.
   — Апай бетеүҙе ҡулына алып күрһәтте. — Ҡырҡ өс йыл тағам. Ул мине, ысынлап та, һаҡлай. Хәҙрәт мине ауыр яҙмыш көткәнен алдан белгән, күрәһең. Бетеүен биреп тәҡдиремде еңеләйтергә иткән ул. Бер-бер артлы дүрт баламды ерләнем, ирем дә иртә китте. Япа-яңғыҙ ҡалдым. Минең аяныслы хәлемде бер әҙәм аңламаҫ.
   Ишбикә апай шулайтып үҙ хәлен һөйләп биргәс, уйланым: ысынлап та, олатай уның маңлайына яҙылған тәҡдирен белеп, нисек тә булһа яҙмышын еңеләйтергә тырышҡан.
   — Һин көслө рухлыһың! — Һаман да бирешмәҫкә тырышҡан ҡатынға ихтирам менән ҡарайым. — Ауырлыҡтар алдында ҡаушап ҡалмағанһың, дин юлына баҫҡанһың, кешеләрҙең изгелеген күңел түрендә һаҡлайһың, әйләнә- тирәләге яҡындарыңа йөрәк йылынды таратып йәшәйһең.
   — Хәҙрәт фатихаһынан барыһы ла, — тине изге күңелле апай «Мөжәүир хәҙрәт» китабын ҡулына алып:
   — Егерменән ашыу китап һатып алып, мохтаждарға тараттым. Үҙем ете ҡат уҡып сыҡтым. Тағы ла бер ҡат уҡып сығам әле, хәҙрәт тураһында уҡыу минең яралы күңелемә дауа бит ул.
                                                                                        Аблаева Ишбикә, 1931 йылғы. Сибай ҡалаһы

                                                                   Тылсым эйәһе
   1950 йылдарҙа эшләп йөрөгән сағымда ҡапыл ныҡ ҡына ауырып киттем. Өйҙә бер килкем ятҡандан һуң, Баймаҡ больницаһында 2 айҙан ашыу дауаландым. Әммә файҙаһы теймәне. Ҡатыным ҡайтанан ат менән мине ауылға алып ҡайтты. Артабан совхоз больницаһында айҙан ашыу яттым. Аҙаҡ хәлем шул тиклем насарайҙы, хатта ашай алмай башланым. «Мөжәүир хәҙрәткә алып барып күрһәтһәңсе», — тип әсәйем атайыма әйткәс, ул мине Манһырға алып барҙы.
   Хәҙрәт олатай беҙгә ҡоҙа кеше, атайымдың бер ҡарындашын килен итеп төшөргәндәр. Барып еткәндә, өйө алдында халыҡ шығырым тулы. Атайым мине урамда ҡалдырҙы ла, хәҙрәткә үҙе инде. Күп тә үтмәй, кире сығып, мине саҡырҙы. Олатай мине ултыртып, баштан өшкөрә башланы. Хәҙрәт нимә уйлағанды әйтә лә ҡуя, тигәнде ишеткәнем бар ине. Минең нимә уйлағанымды белерме икән тип, төрлө уйҙар уйлайым, ә ул өндәшмәй. Ҡулы елкә тирәһенә еткәс, һыйпауҙан туҡтаны ла атайым менән һөйләшеп тик тора. Мин тын ала алмай башланым. Атайым быны күреп: «Ҡуй, Мөжәүир, баланы ыҙалатма инде», — тигәс, ул: «Ярай, ярай, коммунист кеше беҙгә ышанып етмәй шул», — тип ҡулын аҫҡа табан һыпырыуы булды, миңә тын алыуы рәхәт булып та ҡалды. Аҙаҡ бетеү яҙып бирҙе лә: «Мә, һиңә сепрәк, энә менән еп, өскөлләп тегеп ал», — тине. Минең хәлде аңлап, атайым үҙе тегеп элеп ҡуйҙы. Бергәләшеп сәй эстек тә ҡайтырға юлға сыҡтыҡ.
Өс көн үткәс, хәҙрәт олатай төшкә керә: ауыл осонда тау башында ап-аҡ һарыҡтар көтөп йөрөй, үҙе мине саҡырып ҡул болғай.
   Уянғас, төшшөмдө әсәйемә һөйләнем. «Улай булғас, балам, ҡабат бар хәҙрәткә», — тнп әсәйем колхоз идараһына ат һорарға китте. Идара рәйесе үҙенең атын, арбаһын алырға рөхсәт биргән. Шул көндә үк беҙ Манһырға юлландыҡ.
   Күктүбә ауылына яҡынлашҡас, ат манма тиргә батты, саҡ атлай башланы. Атайым арбанан төшөп, аттың башын һыйпаштырып, етәкләп алып китте. Мин арбала ятам, торалмайым. Бер саҡрымдан ашыу шулай барғас, ат туҡтап һелкенеп алды. «Хәҙер яйлап китербеҙ», — тип атай арбаға ултырҙы.
   Байыш ауылын үткәс, бына ғәләмәт, ат бышҡырып юрта башламаһынммы?! Манһыр зыяратына етеп барғанда, ат кинәт тауға тартылып ҡасып китте, саҡ юлға төштөк. Ауылға еткәс, тағы ла һырт яҡҡа — иҫке мәсет яғына елдерҙе. Ат хәҙрәттең өйө яғына бармай ҙа ҡуя, атай етәкләп тигәндәй алып барҙы. Килһәк, олатай өйө алдында көлөп ултыра:
   — Ғәбделваристарҙың ҡоймаһына бәйләп ҡуй, был яҡҡа килмәҫ, — ти.
   Эргәһенә барып күрешкәс, хәҙрәт:
   — Тағы ла килдегеҙме? Ярай, Ғәйнулла, атыңды һәләк итмәнеләр.
   Әгәр ҙә кире боролған булһаң, атың харап була ине. Юлға сыҡҡас, шулай ҡыйынлыҡтарға ҡарамай, тәүәкәлләп етеү сараһын ҡарарға кәрәк, — тип бик серле һөйләнә-һөйләнә беҙҙе өйгә саҡткырҙы. Миңә ниңәлер теге бетеүҙе һүтеп сисергә ҡушты. Ҡайсы алып һүтергә керештем, ә үҙемдең ҡулым ҡалтырай, шыр тиргә баттым. Бетеүҙе һүтеп, асып ебәрһәм, унда ике себен үлеп ята, һиҫкәнеп киттем. Хәҙрәт: «Кеҫәңә һалып ал», , — тигәс, атайым нишләптер себенде ташлап ебәрҙе. «Ай, Ғәйнулла, көрәшкәс, һин көрәшә тиһендер инде», — тип миңә бетеү төрөлгән сепрәкте усаҡҡа ташларға ҡушты. Шунан олатай минән ниндәй төштәр күреүемде һорашты. Күргән төштәмде һөйләнем. Ә тағы нимәләр күренә һуң тигәс, минең иҫкә төштө: әҙ генә серем итһәм дә бер һары ҡатын мине өйҙән алып сығып китә, икәү шаярышып йөрөйбөҙ икән тип күрә инем бит...
   — Ана, шул инде һеҙҙе юлда ыҙалатыусы, хәҙер ул һине ҡайтыуҙа көтә. Һинән китһә, миңә һуҡранмаҫмы? — тип олатай миңә һораулы ҡараш ташланы.
   Мин ҡурҡып киттең. «Юҡ» тигәнде аңлатып, баш сайҡаным.
   — Ярай, улайһа, — тип көлдө лә, хәҙрәт мине тағы өшкөрә башланы.
   Ҡабаттан бетеү яҙып, уны тегеп муйыныма элеп ҡуйҙы ла:
   — Бар ҡарындашың янына, ҡымыҙ эсерһең, ә беҙ ҡоҙа менән сәй эсеп алайыҡ, һин эсһәң һыу етмәҫ, — тип шаяртты.
   Мин сығып киттем. Ҡапҡаға яҡынлашыуым булды, бер аяғым тышта, икенсеһе эстә, ҡуҙғалып булмай ҙа ҡуя. Кешеләр аптырашалар. Әйләнеп тәҙрәгә ҡараһам, Мөжәүир ҡоҙа ҡарап тора, бер нисә минуттан аяҡтарым ҡатҡан урынынан ҡуҙғалды. Ғәбделварис кейәүҙәргә барғансы шул хәтле һыуһаным. Ингәс, Хәйрикамал:
   — Ҡайным һуҡранманымы икенсегә килгәс, тәүҙә шикләнгәнһеңдер? — тип һораны.
   — Эйе, мин шундайыраҡ уйҙарҙа булдым, — тиһәм, ҡарындашым көлдө лә, миңә ҙур ағас сеүәтә менән ҡымыҙ алып килеп тотторҙо. «Нисек эсеп бөтөрмөн» икән тип уйлаһам да, «һә» тигәнсе эсеп тә бөтөрҙөм. Ҡайтырға сыҡҡанда Мөжәүир олатай: «Баймырҙа аша ҡайтмағыҙ, юғиһә ыҙаларһығыҙ», — тип беҙҙе икенсе юлдан ҡайтарып ебәрҙе. Ҡайтҡас, икмәк ҡушып сәй эсеп алдым. Ун биш көндән һуң колхоз эшенә лә сыҡтым.
Ошонан йүнәлеп китһәм, хәҙрәт олатайға берәр баш ваҡ мал бирер инем, тип әйтеү әйткәйнем.
   Ҡышҡы бер буранлы көндә олатайға кәзә алып барырға булдым.
   Өйгә инеп сәләм биреп, хәлемде һөйләнем. Олатай миңә:
   — Йә, ярай, ул кәзә мәлғүн беҙҙең кәзәләрҙе һөҙөрмө икән? — тип көлдө лә, — бар кәртәгә индереп ебәр, — тине. — Ана, ҡоҙағыйың малға бесән төшөрә алмай яфалана, уға ла ярҙам ит.
   Тышҡа сыҡҡас аптырауға ҡалдым: мин бит уға кәзә тураһында бер нәмә лә әйтмәгәйнем. Кәзәне кәртәгә индерҙем дә инәйгә бесән төшөрөп, олатайҙан фатиха алып, ҡайтырга сыҡтым.
   Был ваҡиғаларга байтаҡ ваҡыт уҙҙы. Бер мәл ҡатынымдың аяғы оҙаҡ һыҙлап ыҙалатҡас, Мөжәүир олатайга алып барырға булдым. Олатай ҡараны ла: «Яман ергә баҫҡанһың, күп бейемә», — тип өшкөрөп, бетеү биреп ҡайтарҙы. Шул төндә үк аяҡтарының һыҙлауы баҫылды. Бына, мөғжизә!
   Күп йылдар үткәс, ҡатыным, ҡарындашым Сәхибә менән Манһырға олатайҙың зыяратына барып аят уҡып ҡайтырга йыйындыҡ. Ғәбделварис кейәүгә рөхсәт алырга индек. Ул өйҙә юҡ ине, Хәйрикамал ҡарындашҡа әйттек. Ул: «Хәйерен шунда һалып китерһегеҙ», — тине һәм беҙҙе сәй табынына саҡырҙы. «Ҡабаланабыҙ, миңә төштән һуң эшкә», — тип сәйгә туҡтаманыҡ. Әммә, ни ғәләмәттер, өр-яңы машина юлда һүнде лә ярты сәғәттәй мәшәҡәтләнергә тура килде. Шул саҡ ҡарындашым:
   — Әҙер сәйҙе эсмәнек, ризаһыҙлыҡ билгеһе инде, — тип ҡуйҙы.
   Зыяратҡа етеп, аят уҡып ҡайтып киттек.
   Бына ошолар инде тылсымлы олатай тураһындагы хәтирәләрем.
   Мөжәүир хәҙрәт Аллаһы Тәғәлә тарафынан ебәрелгән күрәҙәсе һәм халыҡты һауыҡтырыусы тылсым эйәһе булған, минеңсә.
                                                                                           Янышеа С. Баймаҡ районы, Ҡарамалы ауылы

                                                                Хәҙрәт үләне
   «Хәҙрәт үләне» бүлеге Баймаҡ районы, Иҫке Сибай ауылы, Баймөхәмәтова Разия Хәйбулла ҡыҙы хәтирәләренә таянып яҙылды.
   Ғабдулла Сәиди мәҙрәсәһендә уҡыған сағында уҡ Мөжәүир хәҙрәт мөршиденән үләндәр менән дауалау серен ныҡлап өйрәнә.
   — Дауа беҙҙең аяҡ аҫтында, шифалы үләндәрҙе беҙ тапап йөрөйбөҙ, — тип әйтә торған булған ул. Үҙе лә күпләп артыш, йыуа, балан, боланут үләне, дегәнәк тамыры һәм башҡа бик күп шифалы үлән-тамырҙарҙы һәм емештәрҙе йыйыр булған. Ауырып килгәндәргә биреп ебәргән, үҙҙәренә лә ваҡытында йыйып алырға тәҡдим иткән.
   Йәйен уйһыулыҡта, урман ситтәрендә көлтәләй булып алһыу-ҡыҙыл сәскәле бер үлән күкрәп үҫә. Һәр ботағы сәскә атып, тирә-яҡҡа йәм биреп, балҡып ултыра ул. Варис Ғүмәровтың «Тыуған яҡтың шифалы үҫемлектәре» тигән китабында был шифалы үләнде боланут тип атайҙар. Руссаһы Иван-чай, фәнни исеме — кипрей узколистый. Ә беҙҙең яҡта, Манһыр, Байыш, Ҡарамалы, Яңгаҙы, Кәрешкә, Татлыбай, Әбдрәхмән, Иҫке Сибай ауылдарында уны хәҙрәт үләне тип йөрөтәләр. Мөжәүир хәҙрәт боланут сәскә атҡас, ҡырға сығып, үҙ ҡулы менән шул шифалы үләнде күп итеп йыйып ала ла, килгән һәр кешегә өшкөрөп биреп ултыра торған булған.
   Разия апай хәтерләй:
   — Бер Мөжәүир хәҙрәткә барғайным, — ти, — күренергә килгән һәр кем ҡулында боланут үләне. Кешеләр белеп, хәҙрәт үләнен үҙҙәре тотоп килгән, тип уйлай Разия апай. Шулай ҙа һорарға була:
   — Ниңә бөтәгеҙҙең ҡулында был үлән?
   — Юлда ултыра ине, алдыҡ, — тиҙәр күренергә килеүселәр.
   Шунда Разия апай бының хәҙрәт хикмәте икәнен аңлай.
   Кешеләрҙең, килгәндә осраған үләнде «Бисмилләһир- рахмәнир-рахим» тип өҙөп алырға кәрәк, сөнки уны олатай юлға үҙе сығарып ҡуя икән, тип әйтеүҙәре иҫенә төшә. Тимәк, был шифалы үлән бөгөн килеүселәрҙең юлында үҫеп ултырған.
   Боланут, айырыуса, эскелектән яфаланган ауырыуҙарға килешкән.
   Ул араҡыны эске килеү теләген туҡтатҡан, эсәк-ашҡаҙан эшмәкәрлеген яйға һалған. Ҡан тамыры, ҡан баҫымы кеүек сирҙәрҙе иҫкәрткән. Күҙ ауырыуы менән яфаланыусыларға бермә-бер килешкән.
   Олатай болануттан сәй яһарға ла өйрәтер булған. Бының өсөн үләнде сәскә атҡан сағында япрағы-ние менән йыйып алып, ит турағыстан үткәрәһең, йәиһә балта менән ваҡ ҡына итеп сапҡылап турап, өс көн эмаль һауытҡа һалып баҫырып быҡтыраһың, шунан еләҫ ергә, йә йылы мейескә һалып киптерәһең. Боланут сәйе һинд сәйенә биргеһеҙ тәмле була, ҡып-ҡыҙыл булып сыға, өйгә хуш еҫе таралып китә, табынға ҡот ҡуна. Бындай сәйҙе эсеү үҙе бер ләззәт, аҙаҡ хәл инеп, кәйеф күтәрелеп китә.
   Башта уҡ Мөжәүир хәҙрәт боланут үләнен киң ҡулланған тигәйнек.
  Төрлө сирҙәрҙән, сихыр, боҙом, ҡара уй, һоҡ, күҙ тейеү, тел-тештән өй эсен төтәҫләп таҙалау өсөн дә ул боланут үләнен ҡулланырға ҡуша. Төтәҫләүҙең үҙенсә бер тәртибе бар. Башта тәһәрәтләнәбеҙ, доғалар уҡыйбыҙ. Еләҫ ерҙә генә киптерелгән артыш, мәтрүшкә, хәҙрәт үләнен самалап алабыҙ. Шунан үләндәрҙе бер-бер артлы тәрилкә һымағыраҡ һауытҡа һалып ут ҡабыҙабыҙ. Иң беренсе артыш, шунан мәтрүшкә, артабан хәҙрәт үләнен яндырабыҙ, аҙаҡ төтөнө менән өйҙө төтәҫләйбеҙ. Ишектең һул яғынан башлайбыҙ, сәғәт теле йөрөүе буйынса барабыҙ. Мөйөштө аҫтан өҫкә төтәҫләйбеҙ. Үлән ҡайһы ерҙә шытырлап яна, шул ерҙә төтөнлө һауытты оҙағыраҡ тоторға кәрәк. Изге әүлиәбеҙ ошолай итеп йылына бер нисә рәт өйҙө таҙалап торорға ҡушҡан. Шунан кешенең тормошо ыңгайланыр, һаулыҡ-сәләмәтлеге арыуланып, үҙ- ара мөнәсәбәттәре көйләнеп китер.
   Баймаҡ районы Иҫке Сибай ауылында йәшәүсе Баймөхәмәтова Разия Хәйбулла ҡыҙының хәтер һандығындасы Мөжәүир хәҙрәт исеменә ҡағылышлы уникаль мәғлүмәт һаҡланған булып сыҡты. Италиянан килгән был хат тураһында элек тә бер ишетеп ҡалғайным, ләкин осона сыға алмай ҡуйғайным. Әле Разия апай ана шул хатҡа асыҡлыҡ индерҙе. Уны кем ауыҙынан ишеткәнен, хатҡа нимә тураһында яҙылғанын энәһенән-ебенә тәпсирләп һөйләп бирҙе.
                                                   Италия Рим папаһынан хат
   Мөжәүир хәҙрәттең изге йәне, баҡый донъяға күсеп, бер нисә йыл үтеп киткәс, 1970 йылдарҙа, Баймаҡ райкомының беренсе секретары исеменә Италияның Рим папаһынан хат-мөрәжәғәт килеп төшә. Ул Баймаҡ районы етәкселегенә лә тәғәйенләнгән була. Был хатта Италия руханиҙарының Мөжәүир хәҙрәтте белеүҙәре, донъя кимәлендәге бөйөк шәхес тип таныуҙары тураһында әйтелә һәм изге әүлиә Мөжәүир Уйылдан улы йәшәгән төбәкте һәм уның бөтә тирә-яғын, йөҙ километр радиус менән дәүләт заказнигы итеп һаҡлау кәрәклеге тураһында иҫкәртелә. «Беҙҙең халыҡ бик мөғжизәле урында йәшәй. Ерегеҙ бай, тәбиғәтегеҙ хозур, халҡығыҙҙың киләсәге яҡты», — тиелә был русса яҙылған хатта.
   Тере сағында Мөжәүир әүлиә туған халҡы һәм ер йөҙө халҡы өсөн бөйөк ыҙа сигеүсе булды, тип яҙа, Италия руханийы. Йәнә хатта ошондай юлдар була: «Мөжәүир әүлиәнең йәне ерҙән киткәс, изге рухы үҙе йәшәп киткән төбәккә генә түгел, бөтә планетага бәрәкәт, именлек ебәреп ятыр». Рим папаһы үҙенең был хатында изге дин әһеле йәшәгән ерҙәрҙе халыҡ күҙ ҡараһындай һаҡлаһын ине, ти.
   Был ҡыҙыҡлы хат тураһында беҙ Разия Хәйбулла ҡыҙы менән оҙаҡ фекер алыштыҡ. Күп йылдар элек ул быны үҙ ҡолағы менән Сырлыбаев Рәхмәтулланан ишетә. Бының нисек, ниндәй шарттарҙа булыуын бөтә дөрөҫлөгө менән, Разия апай үҙе һөйләгәнсә, һүҙмә-һүҙ бирәбеҙ.
   — Бер мең туғыҙ йөҙ етмешенсе йылдың яҙы ине. Миңә утыҙ йәштәр тирәһе булғандыр. Бер туған ағайым Хәйрулла Хәйбулла улы әйтте:
   — Разия туғаным, Рәхмәтулла ағайың менән кисен һеҙгә барып сығырбыҙ. Беҙҙең һөйләшеп кәңәшләшәһе эш бар.
   Ағайым кем менәндер айырым һөйләшергә теләһә, гел шулай беҙгә алып килә торғайны. Тормош иптәшем Азамат Вәли улы менән дә ышаныслы дуҫ булдылар.
   Мин аш-һыу әҙерләнем.
   Сырлыбаев Рәхмәтулла Сабир улы райондың абруйлы кешеһе, халыҡ судьяһы булып эшләй, ағайым да күпте күргән, күпте белгән милиңия хеҙмәткәре. Улар бала саҡтан дуҫтар, фекерҙәштәр, икеһе лә барыһын белеп, ишетеп, күреүсе органдарҙа эшләй. Икеһе лә башҡорт халҡының патриоттары ине.
   Уларҙың һөйләшеүе мәңгелеккә күңелемә уйылып ҡалды, бөгөнгөләй иҫемдә, һүҙ беҙ бөтәбеҙ ҙә яратып, сикһеҙ ихтирам иткән мәрхүм Мөжәүир хәҙрәт хаҡында барҙы.
   Рәхмәтулла ағай райкомға Италиялағы Рим папаһынан хат килеүе тураһында әйтте. Бөтәһен дә күреп-белеп, асыҡ һөйләп ултырҙы. Ул туҡтағас ағайым:
   — Был хат тураһында юғарыга хәбәр ителдеме һуң? — тин һораны.
   — Ҡайҙан хәбәр ителһен. Үҙең белеп тораһың бит, буржуйҙар менән хат алышып ятаһығыҙ тип, берҙе биш итеп, партиянан сығарып, тик торғанда үҙеңдән халыҡ дошманы яһап, сит ил шпионы тип хурлап төрмәгә илтеп тығырҙар.
   Заманы шулай бит, — тине халыҡ судьяһы Рәхмәтулла ағай. Бөтәбеҙ ҙә уның фекеренә ҡушылдыҡ.          Ысынлап та, ул йылдарҙа беҙҙең илдә дин әһелдәре өсөн түҙеп төргөһөҙ шарттар булдырылғайны.
   Беҙ, табындаштар, үҙебеҙҙең яҡ халҡының ғәҙәте буйынса, изге олатайыбыҙ хаҡында тағы оҙаҡ һөйләшеп ултырҙыҡ. Уның хикмәттәрен, мөғжизәләрен һөйләп хайран ҡалдыҡ...
   — Был хат тураһында киләсәк быуын белергә тейеш. Хат, бәлки, берәй архивта яталыр. Уны эҙләп ҡарарға кәрәк. Бәлки, шул саҡтарҙа райкомда секретарь — машинистка булып эшләгән кеше беләлер, — тине Разия апай.
   Эйе, партия нисек кенә тыйһа ла, закон динде инҡар итһә лә, Мөжәүир хәҙрәтте төрмәләргә ултыртып ҡуйһалар ҙа, беҙҙең яҡтың һәр кеме, кесеһенән алып олоһона тиклем, Мөжәүир хәҙрәтте белде, яратты, ихтирам итте. Был бәйәнде ишеткәс, миңә, ике китап авторы булған кешегә, тынғылыҡ бирмәгән ике сер сиселеп киткәндәй булды. Беренсенән, гел аптырай торғайным, шундай ҙа илаһи ҡөҙрәт эйәһе нисек үҙен ҡулға алырға, төрмәләрҙә ултыртыуға юл ҡуйҙы икән тип уйлай инем. Баҡһаң, был уның туған халҡы өсөн ыҙа сигеүе, тәҡдиргә буйһоноуы булған. Шуға ул күндәмлек күрһәткән булып сыга.
   Икенсенән, бына ни өсөн Манһыр тирәһен һөрөргә тип килгән тракторҙар боҙолоп ултырған. Кире ҡайтыр булһа, бөтә кешене аптыратып, һин дә мин эшләп киткән. Тимәк, бынан шуны аңларға була, олатай рухы еренең соҡолоп тәләфләнеп ятыуын теләмәй. Геологтар килеп Манһыр тирәһен ҡаҙып ҡарарға итһә, тракторҙары боҙола, йә үҙҙәре ауырып китә икән. Был да юҡҡа түгел. Мөжәүир әүлиә йәшәгән изге ерҙәргә юғарынан ҡул тейгеҙергә ҡушылмаған.
                                    “Мөжәүир хәҙрәт” китабынан өҙөк. Лира Яҡшыбаева. Китаптар, ссылка://kitaptar.bashkort.org/files/%D0%9C%D3%A9%D0%B6%D3%99%D2%AF%D0%B8%D1%80%20%D1%85%D3%99%D2%99%D1%80%D3%99%D1%82.pdf