Халыҡ мөнәжәттәре
Был заман кешеләренә.
Арабыҙҙа йәбер, золомдар күбәйҙе,
Ғалимдарҙың ҡәҙерҙәре һис ҡалманы.
Ғилем менән ғәмәл ҡылмай йөрөгәнгәме?
Вәғәздәре бәндәләргә файҙа бирмәй,
Яңылыш юлда йөрөгәнгәме?
Ағзаларында сәләмәтлек бөттө,
Намаҙ, ураҙа , ғөсөлдәрҙы ҡуйғанғамы?
Арабыҙҙа ғына, хәсәд бик күбәйҙе,
Мосолманлыҡ шәхсен юйғанғамы?
Ризыҡтарҙан бәрәкәт күтәрелде,
Хәйер, ихсан, саҙаҡалар бөткәнгәме?
Йәндәрендә бер тыныслыҡ ҡалманы,
Кәсептәре харам булып бөткәнгәме?
Ир — ҡатындар тыныс йәшәй алмай,
Араларында никах ғәҡеде бөткәнгәме?
Ирҙәрҙә ысын ғәйрәт бөттө,
Сәс үҫтереп, ҡатын булып киткәнгәме?
Балалары ата — әсәгә бойһонмайҙар,
Иҫерек саҡта “биссмиллә”һеҙ тыуғанғамы?
Иманһыҙлыҡ сирхауҙарға нида була,
Шайтан менән уртаҡлыҡ ҡылғанғамы?
Ашағанда “бисмиллә”не әйтә белмәй,
Бөтөнләй уҡ шайтан булып тыуғанғамы?
Был эштәргә торған һайын ғәжәпләнәм,
Аллаһым, инде ахыры заман булғанғамы?
Иғтибар юҡ һис яҡшы һүҙгә,
Эстәренә харам ризык тулғанғамы?
Тәндә сихәт, йөҙҙәрҙә нур бөткән,
Көфөрлөккә риза булып торғанғамы?
Яҡшы һүҙҙән ғәйеп таба, көлөп ҡарай.
Яман эшкә, аҡса биреп кереп китә.
Шайтан уны, шулай итеп сихырлаған,
Яман эште, яҡшы тейеп хөкөм итә.
Сәләм бирһәң, ауыҙҙарын ҡыйшаталар,
Ҡабул күрмәй уны оҙон муйынлылар.
һин уларға сәләмәтлек теләһәң дә,
Улар һинең һүҙеңде ғәйепләйҙәр.
Йыуынырға юҡ бит, һеҙҙең ҡомғанығыҙ,
Беленеп тора ғөсөлһөҙ булғанығыҙ.
Ислам динен шулай итеп хурлап йөрөгәс,
Нисек торһон мосолмандар иманығыҙ.
Ата — әсәгеҙ саф мосолмандар, дин тотҡандар,
Динһеҙлек — көфөрлөк, тип ҡурҡытҡандар.
Ниңә инде, был замандың кешеләре,
Көфөрлөккә ныҡлап күңел ултыртҡандар.
Иғтибар юҡ, ихлас юҡ аҫыл дингә,
Тышҡы яҡты биҙәү менән эш бөтмәй бит,
Күңелдәрҙе ултыртмағас тоғро ергә.
Тоғро дин, нисек була, беләгеҙме,
Намаҙ, ураҙа — фарыз тейеп ҡылаһығыҙмы.
Орлоҡ сәсмәй, ашлыҡ үҫмәй мәсхәл (булмай
торған нәмә) бит ул,
Ғәмәл ҡылмай, сауап көтөп тораһығыҙмы.
Намаҙ, ураҙа фарыздарҙыр -Хаҡтың әмере,
Фарыздарҙы ҡылмаусының — юҡтыр ҡәҙере.
Ул кешеләр, был донъянан үтеп китһә,
“Әлғәйәҙи билләһи” нурһыҙ булыр уның ҡәбере.
Намаҙ, ураҙа мосолмандың санаһы,
Ғүмерендә сәждә күрмәй ата — әсәһе,
Был һүҙҙәргә улар нисек ышанаһы.
Ике тамсы һыуҙан булған — һүҙен белмәй,
Кеше менән бәхәс ҡыла, һүҙен бирмәй.
Мин үҙемде маҡтарға самаламайым.
Кешеләр маҡтайҙар тип, һауаланмайым.
Кешеләр хурлаһа ла, үс ала алмайым,
Шулай ҙа хаҡты яҙмай түҙә алмайым.
Эй, туғандар,балам бар, тип шатланмағыҙ,
Малым бар, тип бер ваҡытта маҡтанмағыҙ.
Уларға һин бик ышанып китмә, тигән,
Бара торғас, бер көн фетнә булыр? тигән.
Бере бала, бере бәлә, бере фетнә,
Бере саға, бере яфа, бере хафа,
Бере иркә, бере йәннәт,
Бере дәүләт, бере зәлләт.
Фани йортта мал йыяһың, нәмә өсөн
Шуны һаҡлап ғүмерең үтә иртә, кисен,
һәр бер көнөнә хисап ала, Хоҙай бер көн,
Бармы һинең ҡылған эшең Хоҙай өсөн.
Үлдең иһә, ҡала был донъяла малың,
Талашып бүлешергә балаларың
Донъяла һаран, тип сығар даның,
Ҡиәмәт көнө ғазабы була тағын.
Мал өсөн ниндәй файҙа хасил иттең,
Зәкәт, гөшөр бирмәйенсә үлеп киттең.
Фәҡир, меҫкен хаҡтарын алып киттең,
Донъя — әхирәттә уларҙы дошман иттең.
Мал, табыш тейеп ғәмәлеңде ҡуйып торҙоң,
Ғәмәл ҡылмайынса, ҡара ергә барып индең...
Үлем хәле.
Үлем тигән әсе ағыу
Берәү ҙә татымай ҡалмай.
Үлем уғы атыр туры,
Берәү ҙә ҡотола алмай.
Был ҡәҙерле бала тимәй,
Ата — әсәһе ҡала тимәй.
Ғүмере буйы яна тимәй,
Йөрәккә ут ҡаба тимәй.
Сәсәк ваҡытың әле тимәй,
Йәшәр ваҡытың әле тимәй.
Ғәзиз йәндән яҡын күргән,
Йәрең ҡала һинең тимәй.
Был кәрәкле кеше тимәй,
Күп эшләйһе эше тимәй.
Шуның өсөн бик күптәрҙең,
Түгелә күҙ йәше тимәй.
Был яҡшы, был яман тимәй,
Бының эше тамам тимәй.
Берәүҙәр тилмереп көтһә лә,
Ашығып алырға килмәй.
Был мосафир икән тимәй,
Танышы бар микән тимәй.
Сит илдәрҙә яңғыҙ үлһә,
Нихәл итәр икән тимәй.
Берәүгә лә кәңәш ҡылмаҫ,
Был ҡарт, был йәш тип тормай.
Көтөп тормаҫ саҡырғанды,
Алып китер үлем хәле.
Пәйғәмбәрҙәр ҙә ҡалмаған,
Даһиҙар юл таба алмаған.
Табиб дауа ҡыла алмаған,
Ғәжәп хәл был үлем хәле.
Батырҙарҙан эйҙерә баш,
Батшаларҙан ҡойҙора йәш.
Ҡотҡармаҫ иреш — талаш,
Алып китәр үлем хәле.
Аҡылдарҙы ҡыла хайран,
Өмөттәрҙе ҡыла вайран.
Дауа табылмай һис ҡайҙан,
Алып китәр үлем хәле.
Бәғерҙәрҙе кәбәб (көйҙөрөр) итәр,
Тормоштарҙы харап итәр.
Барыңды ла алып китәр,
Ауыр хәл был үлем хәле.
Был донъяға килеп киткән,
Әҙәмдәрҙең хисабы юҡ.
Үлемгә баш эйҙермәҫкә,
Был донъяның китабы юҡ.
Эй Хоҙайым, бер Хоҙайым
Эй, Хоҙайым, һаҡлағыл һин,
Шул йәһәннәм утынан.
Төн йоҡомдо йоҡлай алмайым,
Гонаһтарымдан ҡурҡыуҙан.
Эй, Хоҙайым, шул ваҡытта
Ярҙам иткел һин Үҙең,
Гонаһым күп, тип уйлап,
Ҡан-йәш түгәлер күҙем.
Эй, Хоҙайым, бер Хоҙайым,
һығынамын мин һиңә.
Эй, Хоҙайым, рәхмәтеңде,
Насип иткел һин миңә.
Эй, Хоҙайым, һин кисергел,
Гонаһымдың барлығын.
Хоҙайым, Үҙең киң әйлә,
Ләхетемдең тарлығын.
Эй, Хоҙайым, баҡый иманымды,
Беркет инде телемә.
Эй; Хоҙайым, иманымдың,
Нуры тулһын ҡәберемә .
Гонаһымды һин кисергел,
Ҡалдырмағыл һин шулай.
Фәрештәләр килгән саҡта,
Тел асҡысы бир, Хоҙайым
Донъя эшен күрмә күҙем,
Әхирәт эшенә бак.
Бер Хоҙайым ҡаршыһында,
Йөҙҙәребеҙ булһын аҡ.
“Бисмиллә”һеҙ арлы-бирле,
Донъя эшен башлама,
Мин ғәйепле бәндәң, Хоҙайым,
Рәхмәтеңдән ташлама.
Эй, Хоҙайым, һығынам һиңә,
Гонаһымды ғәфү әйлә.
Азат ҡылһаң, ғазап ҡылма,
Ғазап ҡылма тағы ла.
Эй, Хоҙайым, һин кисергел,
Баҡый иманым менән.
Хоҙайым ҡаршыһына барһам ине,
Нурлы йөҙҙәрем менән
Ҡийәмәт көнө.
Ҡийәмәттең ҡыҙыуынан,
Бәндәләрҙең мейеһе ҡайнар.
Ул ваҡытта фәрештәләр,
Иманлы бәндәләрҙе һайлар.
Эй, Хоҙайым, рәхмәтең ҙур,
Ҡылма беҙҙе ғазап.
Гонаһтарымды ғәфү итеп,
Тамуғтан ҡылһаң азат.
Ҡийәмәт көнө — шундай көн ул,
һис кемдән ярҙам булмаҫ.
Ҡөрьән менән иманымды Раббым,
- Ҡылһаң ине Үҙең юлдаш.
Ҡийәмәт көнө — шундай көн ул,
Булмаҫтыр унда иптәш,
һис булмаҫтыр унда серҙәш,
һис булмаҫтыр унда юлдаш.
Намаҙың булыр — терәгең,
Тәсбихтәрең булыр — серҙәшең.
Саҙаҡаларың булыр — юлдаштарың,
Доғаларың булыр — иптәшең.
Йә Иләһим, һорайым һинән,
Йән биргәндә һыуһатмағыл.
Йәнем тәнемдән сыҡҡанда,
Шайтан шәрендән һаҡлағыл.
Йә Иләһим, һорайым һинән,
"Ҡабул иткел һүҙҙәремде.
Йәнем тәнемдән сыкканда,
Насип иткел камил иманымды.
Йә Иләһим, һорайым һинән,
Ҡабул иткел ғәмәлемде.
Ғәфү ҡыл гонаһымды,
Тар ҡылмағыл ҡәберемде.
Йә Иләһим, һорайым һинән,
Йомшаҡлыҡ менән ал йәнемде.
Илтеп гүргә ҡуйғас,
Еңел ҡылсы яуабымды.
Йә Иләһим, һорайым һинән,
Шәрмәндә (хур) ҡылма беҙҙе.
Ҡиәмәт көнө булғанда,
Ауыр ҡылсы мизанымды.
Йә Иләһим, һорайым һинән,
Сиратыңды киҫмәкте.
Рәхмәтең дәрәжәһенә ирешеп,
Йәннәтеңә инмәкте.
Хоҙайым, йәннәтең һигеҙ,
Беҙҙәрҙе ҡылманың тигеҙ.
Үҙеңдең рәхмәтең менән,
Йәннәт хөлләләрен кейҙер.
Ошо биттәрҙә мөнәжәттәр уҡығыҙ:
https://nazir1965.com/category/m%D3%A9n%D3%99zh%D3%99tt%D3%99r