АВТОР ТУРАҺЫНДА

Назир Сабитов       

   

     Әссәләмүғәләйкүм үә рәхмәтуллаһи үә бәрәкәтүһү, мосолман ҡәрҙәш.

     Таныш булайыҡ, ошо сайттың авторы Сабитов Нәзир Балапан улы буламын.

     Мин матур Башҡортостан республикаһының Әбйәлил районы Таштимер ауылында тыуып үҫкәнмен.

     Таштимер ауылы мәктәбенең һигеҙенсе класын тамамлағас, Әбйәлил ауылында урынлашҡан Таштимер ауылы училищеһы — СПТУ-17-лә өс йыл уҡып, шунан һуң өс йыл моряк-пограничник булып хеҙмәт иттем.
     Унан һуң колхозда төҙөүсе, вахта буйынса эшсе, тракторист, ары кооператор-тирмәнсе, фермер, төҙөүсе. Хәҙерге мәлдә төҙөүсемен.

     Таштимер ауылы мәсетенең имам хатыйбы. Өфөнөң Ислам Университетендә 2012—2018 йылдарҙа уҡыным.