Һаҡал-мыйыҡ йөрөтөү

                                                          Һаҡал-мыйыҡ йөрөтөү

 

БОРОДА

борода мусульманина

      Интернеттә, контакт социаль селтәрендә ошо скриншот (һүрәт) йөрөй. Кемдер наҙан булыуы арҡаһында һаҡалһыҙ кешегә имам булыуҙы тыйған. Был мәғлүмәт сәләфит-ваһһабтарҙың «Ваҡыт» гәзитенән булырға тейеш.
     Бында яҙылған: һаҡалды ҡырыу ҙа, ҡыҫҡартыу ҙа тыйылған. Был гонаһ, ә уны эшләүсе – боҙоҡ кеше (фәсих), тип яҙғандар.
     Бындай фәтүә биргән ахмаҡ аңлатһа ине, йылдар буйы оҙон булып үҫкән һаҡалды муйынға шарф урынына уратып алып йөрөйөкме әллә ергә һөйрәтеп саң һөртәйекме? Нисегерәк ул һаҡалға баҫмай атлап, йөрөйөк әй?
     Һаҡалды ҡырыу ҙа тыйылған, тигән бит әле. Бетләп китһәк, ни эшләргә ә? Күҙ алдына килтерәһегеҙме битен сикһеҙ йөн баҫҡан, һаҡал-мыйығы араһынан ауыҙы ла күренмәгән, бысраҡ, майлы, ризыҡ ҡалдыҡтары, маңҡа-төкөрөк менән уҡмашып ҡатҡан йөнтәҫ маймыл ҡиәфәтендәге имамды. Шул бәндә Ислам өлгөһөнең мосолманымы?
     Һаҡалды ҡырыу ҙа, ҡыҫҡартыу ҙа гонаһ тигән. Уны эшләүсе боҙоҡ кеше (фәсих) тип, хөкөмдә сығарған.

     Бындай скриншоттарҙы социал селтәрҙәрҙә таратыр алдынан, исмаһам иғтибар менән уҡып, фекерләп алығыҙ. Әлбиттә һеҙҙең ниәттәрегеҙ дин ҡәрҙәштәренә дин мәғлүмәттәрен таратып, уларҙы тура юлға баҫтырыу булһа ла, шул ваҡытта теләһә ҡайҙан, диндә белеме булмаған кешеләрҙән алып таратыу һеҙҙе гонаһҡа батыра. Бер белеме булмаған әҙәмдәрҙең интернет тултырып яҙған, теләһә ниндәй дини мәғлүмәттәренә иғтибар итмәгеҙ. Бигерәктә ошондай сәләфит-ваһһабтарҙың социал биттәренән таратылғандарға. Улар дингә саҡырып дәғүәт эшләйбеҙ тип, һәр береһе тырыша, үҙҙәре бик наҙандар. Бына әле был һүрәттәге яҙылған һаҡалды ҡырыу-ҡыҫҡартыуҙы тыйыу тигән нәмә диндә юҡ. Былар Ислам диненә биҙғәт – яңылыҡ индерегә маташалар. Был бик ҙур гонаһ, Аллаһ Ислам диненән быны яҙған кешене сығара. Шулай уҡ ваһһабтар тарафынан яҙылған хәҙистәрҙе лә таратмағыҙ: Ибн Тәймиә, Альбани, Ибн Базз, Усаймин әйтте тигәндәрҙең.
     Фәрит Яхиндың «Ислам дине нигеҙҙәре» китабында: Һаҡал йөрөтөү – сөннәт һанала. Әммә һаҡалһыҙ булыу үҙе хәләл иҫәпләнә. Бының өсөн бәндәләр шелтәгә тартылмайҙар, ҡазаға ла юлыҡмайҙар.
     Шәриғәт китаптары үә ирҙәр әҙәбе ҡағиҙәләренән сығып, һаҡал оҙонлоғо бер тотам ҡәҙәр оҙонлоҡтан да ҡыҫҡараҡ булмаһын. Артыҡ оҙонға үҫтереү һәм бөтөнләй үҡ ҡырып ташлап йөрөү ҙә маҡтаулы эштәрҙән түгел. Мосолман бәндәләрҙең һаҡал-мыйыҡтарын тәртипле итеп йөрөтөү рәүештәре бар.
     Әйе, һаҡал-мыйыҡ йөрөтөү сөннәт ғәмәлдәрҙән, үҫтермәһәң гонаһ юҡ. Ә инде сөннәтте үтәйем, тигән мосолман ир бар йәмғиәт өсөн өлгө булырға тейеш. Бик матур итеп һаҡал ебәреп, уны әллә ни оҙонға үҫтермәй, бик тәртипле тоторға тейеш.
     Пәйғәмбәребеҙҙең, ﷺ хәҙистәренә ярашлы башҡа милләт вәкилдәренә оҡшамаҫ өсөн һаҡал ебәреү бөгөнгө көндә кәрәкме? Шул уҡ христиандарҙа, ивриттәрҙә (еврейҙәрҙә) һаҡаллы. Илебеҙҙә бөгөн бөтә милләт кешеләре араһында һаҡал үҫтереү мода ла. Нисек улар араһынан мосолманды айыраң?
     Шуға заман һәм урын талаптарына бәйле, иманындан сығып эш итер кәрәк. Хәҙрәт Ризаитдин ибн Фәхретдиндең «Һайланма хәҙистәр аңлатмаһында» бына нимә тип аңлата: хәҙистәрҙә сәсте алыу, йәки оҙон итеп үҫтереү хаҡында һүҙ юҡ. Рәсүлүллаһтың, ﷺ сәс еткереп йөрөгәнлеге хаҡында хәҙистәр бар.
     1. Дөрөҫ хәҙистәрҙә Рәсүлүллаһтың, ﷺ сәсе ҡолаҡ йомшаҡтарына тиклем, хатта, унан да оҙон булып, толом ителгәнлеге риүәйәт ителә. «Худәйбийә» ваҡиғаһында һәм «Һаубулашыу хажы»нда сәсен бөтөнләй ҡырҙырғанлығы һәм алынған бөртөктәрҙең шунда булған сәхәбәләргә бирелгәнлеген мәғлүм.
     Сәсте таҡыр итеп ҡырып йөрөү ҙә, оҙон итеп еткереп үҫтереүҙә мөбах эш. Таҡыр баш йөрөтөүсе мәжүсиҙәргә оҡшау ниәте менән сәсте ҡырҙырыу һәм ҡайһы бер сит ил милләттәргә оҡшау ниәте менән еткереп йөрөү гонаһ булырға мөмкин. Әгәр Рәсүллааһҡа, ﷺ оҡшау ниәте менән йөрөтөлһә, сауаблы булыуы мәғлүм. Бындай эштәр ниәткә ҡарай.
                                                                                                         إِنَّمَا الأَعْمَالُ بِالنِّيَّةِ وَإِنَّمَا لِكُلِّ امْرِئٍ مَا نَوَى

     "Ғәмәлдәр ниәттәренә күрә иғтибарға алына, һәр кешенең үҙ ғәмәле өсөн булған өлөшө ниәткә ҡарап була".
     2. Халҡыбыҙ араһында иң күп һөйләнә торған нәмә сәс, һаҡал, мыйыҡ мәсьәләһе булғанлыҡтан беҙ ҙә бер ни тиклем һөйләргә мәжбүр булдыҡ. Бөгөн сит милләттәр араһында сәс, һаҡал, мыйыҡты еткереп йөрөүселәр ҙә, бөтөнләй ҡырып, таҡыр итеп йөрөүселәр ҙә бар. Шуның өсөн башҡаларға оҡшауҙан һаҡланып бөтөү мөмкин түгел. Беренсеһенән ҡасҡан кеше, барыбер, икенсеһенә оҡшап ҡала – тигән.
     Әйе, динебеҙҙе бар эш ниәттән тора, изге ниәт ҡылып уны үтәй алмаһаңда сауабы яҙыла. Был турала хәҙистәрҙә яҙылған. Ниәтен нисек – эшен шулай, ә һаҡал оҙонлоғонан иманың үлсәнмәй.
      Һәм мәсеттәге һаҡалһыҙ имам мәсьәләһенә килгәндә: мыйыҡ һәм һаҡал намаҙҙың шарттары булып тормай.
     Ә имам (мулла) булыуҙың шарттары:
     1. Мосолман булыу.
     2. Бәлиғ булыу.
     3. Аҡыллы булыу.
     4. Ир кеше булыу.
     5. Намаҙ уҡытырлыҡ дәрәжәлә Ҡөръән аяттарын белеү.
     6. Ғөзөрлө булыу. Һаҡау һәм тотлоҡмай торған кеше булыу.
     Шуға мәсеттәрегеҙҙә имам-хатибтарығыҙ һаҡалһыҙ икән – уларға бәйләнмәгеҙ.
     Йөҙ күрке – һаҡал, һүҙ күрке – мәҡәл. Ҡамсат бүрек — түр күрке, түңәрәк һаҡал — ир күрке. Һаҡал үҫтерәһегеҙ икән, матур итеп, беҙҙең ата-бабаларыбыҙ йөрөткән һымаҡ тәрбиәләп тотоғоҙ.
     Ә инде мыйыҡтарға килгәндә, ТР ДУМ мосолмандары сайтында мыйыҡтарҙы ҡыҫҡартыу буйынса:
     Һорау: Әссәләмү ғәләйкүм! Мыйыҡтарҙы ҡыҫҡартыу йә иһә ҡырыу тураһында төрлө фекерҙәр бар, берәүҙәр сөннәт ти, берәүҙәр мәкруһ тип әйтә. Асыҡлағыҙ әле.
     Яуап: Үә ғәләйкүм әссәләм! Мыйыҡты ҡыҫҡартыу тураһында Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ хәҙисе:
                                                                                   خَالِفُوا المُشْرِكِينَ: وَفِّرُوا اللِّحَى، وَأَحْفُوا الشَّوَارِبَ
     "Мәжүстәрҙән айырылып тороғоҙ: һаҡал ебәрегеҙ һәм мыйыҡтарығыҙҙы ҡыҫҡартығыҙ" (Бохари).
     Мыйыҡты ҡыҫҡартыу ысулдарына килгәндә, хәнәфи мәҙһәбенең танылған «Радд әл-мохтар» (уны «Хашия Ибн Ғәбидин» тип тә йөрөтәләр) былай тиелә:
واختلف في المسنون في الشارب هل هو القص أو الحلق؟ والمذهب عند بعض المتأخرين من مشايخنا أنه القص. قال في البدائع: وهو الصحيح. وقال الطحاوي: القص حسن والحلق أحسن، وهو قول علمائنا الثلاثة نهر
     “Мыйыҡтарҙы ҡырыу йә иһә ҡыҫҡартыу буйынса ғалимдарыбыҙҙың фекерҙәре айырыла. Һуңғы заман ғалимдәре мыйыҡты ҡыҫҡартыу яҡлы. «Әл-Бәдағ» авторы «Был – дөрөҫ фекер», тип яҙа. Ә Әт-Тәхауи    «Ҡыҫҡартыу яҡшы, әммә ҡырыу яҡшыраҡ, һәм был – беҙҙең өс ғалимдың дә уртаҡ фекере» тигән фекерҙә тора" (Т.3, 34-се бит).
     Ҡайһылай була һуң киҫеү һәм «өс ғалим» кемдәр ул? Быларга асыҡлыҡ индерер өсөн «Әл-Фетава әл-хиндия» текстына мөрәжәғәт итәйек.
ذكر الطحاوي في شرح الآثار أن قص الشارب حسن ، وتقصيره أن يؤخذ حتى ينقص من الإطار وهو الطرف الأعلى من الشفة العليا قال والحلق سنة وهو أحسن من القص وهذا قول أبي حنيفة وصاحبيه رحمهم الله تعالى كذا في محيط السرخسي
     "Әт-Тахауи «Шәрх (мәғнәүи) әл-әсар» хеҙмәтендә мыйыҡтарҙы киҫеү яҡшы тип яҙа. Был – мыйыҡтарҙы, өҫкө ирендәрҙе асыҡ ҡалдырып, киҫеп ҡыҫҡартыу тигән һүҙ. Шулай уҡ Әт-Тахауи яҙа: «Әммә киҫеүгә ҡарағанда ҡырыу яҡшыраҡ, һәм был – Әбу Хәнифә һәм уның ике уҡыусыһы Әбу Йософ, Мөхәммәдтең ﷺ (Аллаһ уларҙан разый булһын) фекерҙәре» (Т.5, 358-се бит).
     Шулай итеп, мыйыҡ ҡыҫҡартыуҙың ике ысулы ла беҙҙең мәҙһәбтә рөхсәт ителгән, тик бер ғалимдар ҡырыу яҡлы, берәүҙәре ҡыҫҡартыу яҡлы булған. Һеҙ үҙегеҙгә уңайлы булған ысулды ҡуллана алаһығыҙ, бары урындағы мосолмандар ҡуллана торған тәртиптәрҙе генә һаҡлау һорала.