Тәһәрәтһеҙ кеше
Һорау: мәйет йыуыусы тәһәрәтле булырға тейешме?
Яуап: мәйет йыуыусы кешенең тәһәрәтле булыуы яҡшы, ләкин был шарт түгел, тәһәрәтһеҙҙә ярай.
Тәһәрәтһеҙ кешенең намаҙ уҡыуы бер ваҡытта ла дөрөҫ түгел, әгәр бер кеше тәһәрәтһеҙ намаҙ ҡылһа, Аллаһы Тәғәләнең ғибәҙәтен мыҫҡыл иткәнгә хисапланалыр. Бындай эштәр боҙоҡ ғәмәлдәрҙән булғанға күрә уны ҡылыуҙан һаҡланырға кәрәк. Тәһәрәтһеҙ кешегә Ҡөръән тотоу ҙа ярамай, бер генә аят яҙылған булһа ла һаҡланырға тейеш. (Ҡайһы бер ғалимдар Ҡөръәнде танышыу маҡсатынан, мәҫәлән: һатып алыу тарафынан тәһәрәтһеҙ тоторға була тиҙәр һәм айырым ҡағыҙҙарҙағы ғәрәп телендәге аяттар Ҡөръән булып һаналмай тигән фекерҙә). Бар мәғәнә Аллаһ китабы булған Ҡөръән Кәримде хөрмәт итеү. Тәһәрәтһеҙ көйөнсә йыназа намаҙы уҡыу һәм сәждә-и тиләүәт яһау ҙа ярамайҙыр. Әммә Ҡөръәнде сумкаға (портфель, папка, берәй туҡымаға төрөлгән килеш) һалған көйөнсә тотоу, күңелдән ятлаған Ҡөръәнде уҡыу, мәсеткә инеү, ҡәберлеккә барыу тәһәрәтһеҙ кешегә лә дөрөҫ була. Әгәр берәр кеше быларҙы ла тәһәрәтле килеш ҡылһа, бигерәк тә яҡшы булыр. Читать далее