Тәрәуих намаҙы
Рамаҙан айының һәр көнөндә йәсих намаҙынан һуң витр намаҙынан алда тәрәүих намаҙы уҡылырға тейеш.Тәрәүих намаҙы барлығы 20 рәҡәғәттән тора. Ул икешәр рәҡәғәт итеп унға бүлеп, йәки дүртәр рәҡәғәт итеп бишкә бүлеп уҡыла. Тәрәүих намаҙын яңғыҙ ҙа уҡырға була, ләкин йәмәғәт менән мәсеттә уҡыу сөннәт. Тәрәүих намаҙы йәмәғәт менән уҡылған ерҙә витр намаҙы ла йәмәғәт менән уҡыла. Имам барлыҡ ҡыйрәттәрҙе лә ҡысҡырып уҡыр. Тәрәүих намаҙының дүрт рәҡәғәтен уҡыған һайын, шул рәҡәғәттәрҙе уҡыған ваҡыт самаһы ял итеп тороу сөннәт. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың мәсеткә тәрәуихҡә бармауы хәйерле.
Йәстү намаҙынан һуң: йәстүнең фарызын һәм сөннәтен уҡығас, ниәтләйбеҙ; 20 рәҡәғәт тәрәүих намаҙының 4 рәҡәғәтен Аллаһ Тәғәлә ризалығы өсөн үтәргә йүнәлдем ҡибла тарафына (имам менән уҡығанда, ойоном ошо имамға, — тип әйтелә), Халисан лилләһи тәғәлә, «Аллаһу Әкбәр» — тип, ҡалғанын башҡа 4 рәҡәғәт намаҙҙарҙағы уҡыған кеүек дауам итәбеҙ. Бында «Фатиха» сүрәһенән һуң теләгән сүрә һәм аяттарҙы уҡый алаһығыҙ йәки аҫтағы аяттарҙы уҡығыҙ.
1-се рәҡәғәттә Сүбехәнәкә,«Фатиха» сүрәһе, унан һуң:
سَلَامٌ عَلَى نُوحٍ فِي الْعَالَمِينَ
إِنَّا كَذَلِكَ نَجْزِي الْمُحْسِنِينَ
إِنَّهُ مِنْ عِبَادِنَا الْمُؤْمِنِينَ
Сәләәмүн ғәләә Нуухин фил ғәәләмиин. Иннәә кәҙәәликә нәджәзил мүхсиниин. Иннәһү мин ғибәәдинәл мүъминиин, — тип уҡыйбыҙ. Әс-Саффат (37) сүрәһе, 79-81 аяттар.
2-се рәҡәғәттә «Фатиха» сүрәһе, унан һуң:
سَلَامٌ عَلَى إِبْرَاهِيمَ
كَذَلِكَ نَجْزِي الْمُحْسِنِينَ
إِنَّهُ مِنْ عِبَادِنَا الْمُؤْمِنِينَ
Сәләәмүн ғәләә Ибраһиим. Кәҙәәликә нәджәзил мүхсиниин. Иннәһү мин ғибәәдинәл мүъминиин, — тип уҡыйбыҙ ҙа Әттәхийәт (Тәшәһһүд) доғаһы уҡыйбыҙ: Әттәхиййәтү лилләәһи, үәс-саләүәәтү, үәттаййибәәт, әссәләәмү ғәләйкә әййүһән-нәбиййү үә рахмәтүллааһи үә бәракәәтүһ, әссәләәмү ғәләйнәә үә ғәләә ғибәәдилләәһис-саалихиин. Әшһәдү әлләә иләәһә илләллааһү үә әшһәдү әннә мүхәммәдән ғәбдүһүү үә расүлүүһ.
(Сәләмләүҙәр, намаҙҙар һәм яҡшы һүҙҙәр Аллаһҡа ғына. Әй пәйғәмбәр, һиңә Аллаһтың сәләме, рәхмәте һәм бәрәкәте. Аллаһтың сәләме беҙгә һәм изге ҡолдарына. Аллаһтан башҡа илаһ юҡ тип шәһәҙәт итәм һәм Мөхәммәд ﷺ Уның ҡоло һәм илсеһе тип шәһәҙәт итәм.) Был Әттәхийәт (ғәрәпсәһе) һәр төрлө намаҙҙың 2 рәҡәғәтен уҡылғас уҡыла!
Башҡортса өлөшөн уҡымайбыҙ, 3-сө рәҡәғәткә баҫабыҙ. Әс-Саффат (37) сүрәһе, 109-111 аяттар.
3-сө рәҡәғәттә «Фатиха» сүрәһе, унан һуң:
سَلَامٌ عَلَى مُوسَى وَهَارُونَ
إِنَّا كَذَلِكَ نَجْزِي الْمُحْسِنِينَ
إِنَّهُمَا مِنْ عِبَادِنَا الْمُؤْمِنِينَ
Сәләәмүн ғәләә Мүүсәә үә Һәәруун. Иннәә кәҙәәликә нәджәзил мүхсиниин. Иннәһүмәә мин ғибәәдинәл мүъминиин. Әс-Саффат (37) сүрәһе, 120-122 аяттар.
4-се рәҡәғәттә «Фатиха» сүрәһе, унан һуң:
سَلَامٌ عَلَى إِلْ يَاسِينَ
إِنَّا كَذَلِكَ نَجْزِي الْمُحْسِنِينَ
إِنَّهُ مِنْ عِبَادِنَا الْمُؤْمِنِينَ
Сәләәмүн ғәләә Илйәәсиин. Иннәә кәҙәәликә нәджәзил мүхсиниин. Иннәһү мин ғибәдинәл мүъминиин. Әс-Саффат (37) сүрәһе, 130-132 аяттар.
Яңынан Әттәхийәтте уҡып һәм пәйғәмбәребеҙгә ﷺ салауаттар уҡыйбыҙ: Аллааһүммә салли ғәләә мүхәммәдин үә ғәләә әәли мүхәммәд, кәмә салләйтә ғәләә ибрааһиимә үә ғәлә әәли ибрааһиим иннәкә хәмидүн мәжид, Аллааһүммә бәәрик ғәлә мүхәммәдин үә ғәлә әәли мүхәммәд, кәмә бәрактә ғәлә ибрааһиимә үә ғәлә әәли ибрааһиимә иннәкә хәмидүн мәжид.
(Аллаһым! Ибраһим ғәләйһиссәләмгә һәм уның ғаиләһенә Үҙ рәхмәтеңде биргән кеүек Мөхәммәдкә ﷺ һәм уның ғаиләһенә Үҙ рәхмәтеңде бир. Дөрөҫлөктә, һин маҡтаулы, данлы. Аллаһым! Ибраһим ғәләйһиссәләм һәм уның ғаиләһенә Үҙ бәрәкәтеңде биргән кеүек Мөхәммәдкә ﷺ һәм уның ғаиләһенә Үҙ бәрәкәтеңде бир. Дөрөҫлөктә, һин маҡтаулы, данлы.)
Шунаң һуң аҫтағы зекерҙе әйтәбеҙ.
Тәрәүих намаҙының һәр 4 рәҡәғәтен уҡыған һайын ошо зекерҙе әйтергә мөмкин: «Сүбехәәнәҙил-мүлки үәл-мәләкүүт. Сүбехәәнәҙил-ғиззәти үәл-ғаҙамәти үәл-ҡудрәти үәл-кибрийәә, и үәл-жәбәрүүт. Сүбехәәнәл-мәликил-хәййилләҙи лә йәмүүт. Сүббүүхүн ҡүддүүсүр-раббүл-мәләәәәъикәти үәр-руух. Ләә иләәһи илләллааһу нәстәғфирул-лааһ. Нәс, әлүкәл-жәннәтә үә нәғүүҙү бикә минән-нәәр».
Мәғәнәһе: “Ерҙәге һәм күктәге мәхлүкәткә хужа булыусы Аллаһы Тәғәләне тәнзиә ҡыламын. Ғиззәт, ҡөҙрәт үә бик ололоҡ эйәһе булыусы Аллаһы Тәғәләне тәнзиә ҡыламын. Барлыҡ ғәләмдең падишаһы һәм мәңге тере Аллаһы Тәғәләне тәнзиә ҡыламын. Ул Аллаһы Тәғәлә кәмселектәрҙән азаттыр, барса фәрештәләрҙең үә Ябраил фәрештәнең Раббыһылыр. Бер Аллаһы Тәғәләнән башҡа һис Тәңре юҡ. Беҙ ул, Аллаһы Тәғәләнән гонаһтарыбыҙҙы ярлыҡауын көтәбеҙ. Әй, Аллаһ, беҙ Һинән йәннәтте һорайбыҙ. Тамуғтан Һиңә һыйынабыҙ”.
Ошо зекерҙе уҡығас йәнә: Иләһи ниәт ҡылдым тәрәуих намаҙының 4 рәҡәғәтен... тип ниәтләп тағын 4 рәҡәғәт уҡыйбыҙ. Зекерҙе әйтәбеҙ: Сүбехәәнәҙил-мүлки үәл-мәләкүүт... һәм әгәр иң аҫтағы доғаны уҡып: Аллааһүммә салли ғәләә Мүхәммәдиү үә ғәләә әәли Мүхәммәдиү үә сәллим... тип намаҙҙы тамамлаһаҡ был 8 рәҡәғәтле тәрәуих намаҙы була. Әгәр доғаны уҡымай тағы ла өс тапҡыр 4 -шәр рәҡәғәт уҡыһаҡ 20 рәҡәғәт була һәм доға ҡылып тамамлайбыҙ. Беҙҙең Хәнәфи мәҙһәбе буйынса 20 рәҡәғәтле тәрауих намаҙын уҡыу хәйерле.
Тәрәуих намаҙында ошо аҫтағы зекерҙәрҙе уҡырға мөмкин, ә ҡайһы берәүҙәр зекер уҡымайынса ла дауам итәләр бөтә рәҡәғәттәрен уҡып бөткәнсә.
Рамаҙан айында тәрәуих намаҙы уҡығанда беренсе 10 көндә ошо зекерҙәрҙе уҡырға мөмкин:
سُبْحٰانَ ذِي الْمُلْكِ وَ الْمَلَكُوتِ * سُبْحٰانَ ذِي الْعِزَّةِ وَ الْعَظَمَةِ وَ الْقُدْرَةِ وَ الْكِبْرِيٰاءِ وَ الْجَبَرُوتِ * سُبْحٰانَ الْمَلِكِ الْحَيِّ الَّذِي لٰا يَمُوتُ *
سُبُّوحٌ قُدُّوسٌ [رَبُّنٰا وَ] رَبُّ الْمَلٰائِكَةِ وَ الرُّوحِ*
لٰا إِلٰهَ إلاَّ اللّٰهُ نَسْتَغْفِرُ اللّٰهَ. نَسْأَلُكَ الْجَنَّةَ وَ نَعُوذُ بِكَ مِنَ النّٰارِ.
Сүбхәәнә ҙил-мүлки үәл-мәләкүүт. Сүбхәәнә ҙил-ғиззәти үәл-ғаҙамәти, үәл-ҡүдрати, үәл-кибрийәә-и, үәл-джәбәрүүт. Субхәәнәл-мәликил-хәййил-ләҙии ләә (йәннәмү үәләә) йәмүүт. Сүббүүхүн ҡүддүүсүн (Раббүнәә үә) Раббүл-мәләәикәти үәр-руух. Ләә иләәһә илләл-лааһү нәстәғфируллааһ, нәс-әлүкәл-джәннәтә үә нәғүүҙү бикә минәннәәр.
Мәғәнәһе: Ер Һәм күктәге мәхлүкәткә Хужа булыусы Аллаһ Тәғәлә паҡ булыусылыр. Ғиззәт, ҡөҙрәт һәм бик олоғлоҡ Эйәһе булыусы Аллаһ Тәғәләне паҡ тип таныйым. Бөтөн ғәләмдәрҙең Падишаһы һәм һис үлмәйенсә Тере Аллаһ Тәғәләне бөтөн кәмселектәрҙән паҡ тип беләм. Ул Аллаһ Тәғәлә бөтөн кәмселектәрҙән бик Паҡ һәм Мөҡәтдәс булыусы һәм барса фәрештәләрҙең һәм Джәбраил ғәләйһис-сәләм Раббыһы. Бер Аллаһ Тәғәләнән башҡа һис илаһ юҡ. Беҙ Ул Аллаһ Тәғәләнән гонаһтарыбыҙҙың ярлыҡауҙы, Һиннән йәннәтте һорайбыҙ, тамуҡтан Һиңә һыйынабыҙ.
Икенсе 10 көндә ошолар уҡыла:
سُبْحٰانَ ذِي الْمُلْكِ وَ الْمَلَكُوتِ * سُبْحٰانَ ذِي الْعِزَّةِ وَ الْعَظَمَةِ وَ الْقُدْرَةِ وَ الْكِبْرِيٰاءِ وَ الْجَلٰالِ وَ الْجَمٰالِ وَ الْكَمٰالِ وَالْجَبَرُوتْ *
سُبْحٰانَ الْمَلِكِ الْمَعْبُودْ * سُبْحٰانَ الْمَلِكِ الْمَقْصُودْ * سُبْحٰانَ الْمَلِكِ الْمَسْجُودْ * سُبْحٰانَ الْمَلِكِ الْحَيِّ الَّذِي لٰا يَمُوتْ *
سُبُّوحٌ قُدُّوسٌ [رَبُّنٰا وَ] رَبُّ الْمَلٰائِكَةِ وَ الرُّوحِ*لٰا إِلٰهَ إلاَّ اللّٰهُ نَسْتَغْفِرُ اللّٰهَ. نَسْأَلُكَ الْجَنَّةَ وَ نَعُوذُ بِكَ مِنَ النّٰارِ.
Сүбхәәнә ҙил-мүлки үәл-мәләкүүт. Сүбхәәнә ҙил-ғиззәти үәл-ғаҙамәти, үәл-ҡүдрати, үәл-кибрийәә-и, үәл-джәләәли, үәл-джәмәәли, үәл-кәмәәли, үәл-джәбәрүүт. Сүбхәәнәл-мәликил мәғбүүд. Сүбхәәнәл мәликил мәҡсууд. Сүбхәәнәл мәликил мәсджүүд. Субхәәнәл мәликил хәйилләҙи ләә йәмүүт. Сүббүүхүн ҡуддүүсүн (Раббүнәә үә) Раббүл-мәләәикәти үәр-руух. Ләә иләәһә илләл-лааһү нәстәғфируллаһ, нәс-әлүкәл-джәннәтә үә нәғүүҙү бикә минәннәәр.
Өсөнсө 10 көндә ошо зекерҙәр уҡыла:
سُبْحٰانَ الْمَلِكِ الْحَنّٰانِ الْمَنّٰانِ * سُبْحٰانَ الْمَلِكِ الدَّيّٰانِ *الْمَعْرُوفِ بِالْغُفْرٰانِ * اَلْمَوْصُوفِ بِاْلاِحْسٰانِ * الْوَدٰاعُ، الْوَدٰاعُ،
يَا شَهْرَ رَمَضٰانَ * الْفِرٰاقُ، الْفِرٰاقُ، يٰا شَهْرَ التَّرٰاوِيحِ وَ خَتْمِ الْقُرْآنِ*لٰا إِلٰهَ إلاَّ اللّٰهُ نَسْتَغْفِرُ اللّٰهَ. نَسْأَلُكَ الْجَنَّةَ وَ نَعُوذُ بِكَ مِنَ النّٰارِ.
Сүбхәәнәл-мәликил-хәннәәнил-мәннәән. Сүбхәәнәл-мәликид-дәййәан. Әлмәғрууфи бил-ғуфраан. Әлмәүсууфи бил-ихсан. Әл-үәдәәғ, әл-үәдәәғ, йәә шәһрә Рамадаан. Әлфирааҡ, әлфирааҡ, йәә шәһрәт-тарааүиихи үә хатмил-Ҡуръәән. Ләә иләәһә илләл-лааһу нәстәғфируллааһ, нәс-әлүкәл-джәннәтә үә нәғүүҙү бикә минәннәәр.
20 рәҡәғәт тәрәүих намаҙың тамамланып, бишенсе тәсбих әйтелгәс, ошо доға (биссмиланан башлап) уҡылыр: «Аллааһүммә салли ғәләә Мүхәммәдиү үә ғәләә әәли Мүхәммәдиү үә сәллим Аллааһүммә зәййиннәә бизиинәтилиимәнии үә шәррифнәә бишәраафәтил-һидәәйәти үәл-ғирфәән. Үә әкримнәә бисыйаами шәһри Рамәдаан. Үәр-зүҡнәл-жәннәтә үәл-ғуфраан. Үә тәкәббәл миннәә тәрәәүиихәнәә йәә сүбэхәән. Үәс-тәжиб дуғааәнәә йәә хәннәән. Бифәдликә үә жүүдикә йәә мәннәән. Бирәхмәтикә йәә әрхәмәр-раахимиин».
Мәғәнәһе: “Йә, Раббым, Мөхәммәт ғәләйһиссәләмгә һәм уның өй йәмәғәттәренә Рәхмәт үә Сәләм ҡыл. Әй, Аллаһы, иман зиннәте менән зиннәтлә, үә йәнә ғилем үә тәүфиҡ менән шәрәфәтле ит. Үә Рамаҙан айының ураҙаһы менән хөрмәтле ит, беҙгә йәннәтте һәм ярлыҡауыңды насип ит. Әй, паҡ булыусы Аллаһы, беҙҙең тәрәүихтарыбыҙҙы ҡабул ит. Әй, Рәхмәт ҡылыусы үә һорамайынса биреүсе Аллаһы, фаҙылың һәм кәрәмең менән беҙҙең доғаларыбыҙҙы ҡабул ит. Әй, камил Рәхмәт ҡылыусы Аллаһ Тәғәлә, һәр нәмә Рәхмәтең менән генә булалыр”.
Ошонан һуң витр вәжиб намаҙы уҡыйбыҙ.
Тәрәуих намаҙын 8 (20 урынына) рәҡәғәт уҡыһанда дөрөҫ. Намаҙ араһында тәсбих (зекерҙәрҙе) үҙгәртергә мөмкин. Ошо тәсбихте уҡыһаңда була: «Сүбехәәнәҙил мүлки үәл мәләкүт. Сүбехәәнәҙил ғиззәти үәл ғәҙамәти үәл ҡүдрәти үәл кибрийәә и үәл жәбәрүт. Сүбехәәнәл мәликил мәғбүдү. Сүбехәәнәл мәликил мәҡысүдү. Сүбехәәнәл мәликил мәсжүдү. Сүбехәәнәл мәликил хәййилләҙи ләә йәнәәмү үәлә йәзәәлү үәләә йәмүтү әбәдәә. Сүббүхүн, ҡүддүсүр, раббәнәә үә раббүл мәләәәәъикәти үәр-рух. Ләәәә иләәһә илләәаллаһү нәстәғфируллааһ. Нәсъәлүкәл жәннәтә үә нәғүҙү бикә минәннәәр».
ТӘРӘҮИХ НАМАҘЫН УҠЫУҘЫҢ ХАСИЙӘТТӘРЕ: https://nazir1965.com/din/t%D3%99r%D3%99%D2%AFix-nama%D2%99yn-u%D2%A1yu%D2%99y%D2%A3-xasij%D3%99tt%D3%99re.html
Тәрәуих намаҙы зекерҙәре ошо биттә: https://nazir1965.com/din/t%D3%99r%D3%99uix-nama%D2%99y-zeker%D2%99%D3%99re.html#more-6039