Рамаҙан айының фазиләттәре
Беренсе хөтбә
Мөхтәрәм йәмәғәт! Бына инде Аллаһ Тәғәләнең рәхмәте менән Рамаҙан айына ла килеп керҙек. Ошо ниғмәт өсөн Раббыбыҙға бөтмәҫ-төкөнмәҫ маҡтауҙарыбыҙ булһын — нисәмә кеше үткән Рамаҙандан сығып быйылғыһын күрә алмай китте!.. Ә беҙгә Мәрхәмәтле Раббыбыҙ тағы ла Уның ризалығына өлгәшеү өсөн яңы форсат бирҙе. Рамаҙан айы — динебеҙҙең төп бер рөкөнөн – фарыз ураҙаны үтәргә билдәләнгән ваҡыт һәм Аллаһтың ниғмәттәренең береһе. Был ай — ураҙа тотоу, тәрәуих һәм башҡа -нәфел намаҙҙар ҡылыу, хәйер-саҙаҡалар таратыу. Ҡөрьән-уҡыу айы. Бихисап хәҙистәрҙә бәйән ителгәнсә, был айҙа йәннәт ишектәре асыла, йәһәннәм ишектәре ябыла, шайтайдар сипкә ултыртыла, изге ғәмәлдәр өсөн сауаптар арта, доғалар ҡабул була, мосолмандарҙың дәрәжәләре күтәрелә, уларҙыр гөнаһтары ғәфү ителә. Раббыбыҙҙың ниғмәттәре ишәйә. Был мөбәрәк айҙа пәйғәмбәребеҙ үҙе лә ураҙа тотҡан, сәхәбәләренә лә быны бойорған. Кем был айҙы камил иман һәм өмөт менән ураҙа тотоп үткәрә, шуның гөнаһтары ғәфү ителер, тип хәбәр иткән. Шулай уҡ кем Рамаҙан айын камил иман һәм өмөт менән төнгө намаҙҙар ҡылып үткәрә, шуның алдағы гөнаһтары ғәфү ителер, тип шатландырған.
Был изге айҙа Ҡәҙер кисе бар, кем шул төндө ғибәҙәттәр менән, камил иман һәм өмөт менән үткәрә, шуның алдағы гөнаһтары юйылыр, тип һөйөндөргән беҙҙе Рәсүлүллаһ Мөхәммәт Мостафа пәйғәмбәребеҙ! Был мөбәрәк айҙы ҡәҙерләп, файҙалы итеп үткәрергә тырышайыҡ, Пәйғәмбәребеҙ бер хәҙисендә бойорғанса: «Өмөтһөҙлөк һәм хәсрәткә төшөр кеше, Рамаҙан айына тиклем йәшәп етеп тә, Аллаһтың ярлыҡауына өлгәшмәһә!» (Әл-Бүхари һәм Мүслим риүәйәт иттеләр). Шундай хәсрәткә дусар булғандарға түгел, ә киреһенсә, Рамаҙан айында уттан ҡотҡарылғандар төркөмөнә эләгергә яҙһын, әмин!
Мөхтәрәм йәмәғәт! Беҙ шаһит булған Рамаҙан айында Раббыбыҙ беҙгә ураҙаны фарыз ҡылды, һәм Үҙ Китабында «Эй һеҙ, иман килтергәндәр! Һеҙгә тиклем йәшәгән кешеләргә бойоролған кеүек, һеҙгә лә ураҙа тотоу фарыз ителде — Аллаһтан ҡурҡыусыларҙан булыуығыҙ өсөн» («Һыйыр» сүрәһе, 2: 183), — тине. Раббыбыҙҙың ошо һүҙҙәренә ҡолаҡ һалып, ураҙа фарызын еренә еткереп үтәп, Аллаһтан ҡурҡыуҙы — тәҡүәне — күңелдәребеҙҙә тәрбиәләйек. Ысынлап та, Аллаһтан ҡурҡа белмәгән кешелә һис тә хәйер булмаҫ. Аллаһтан ҡурҡыу — етешһеҙлек түгел, ул бер кешенең икенсе кешенән ҡурҡыуы менән- бәрәбәр түгел. Тик Аллаһтан ҡурҡыу — ул мосолман сифаты, ә Аллаһтан ҡурҡмау — ул кафырҙарға хас нәмә. Аллаһтан ҡурҡмаусы кешене ҡыйыу кеше тип уйламағыҙ — кем Раббыһынан ҡурҡмай, ундай кешене Аллаһ Тәғәлә бар нәмәнән дә ҡурҡытыр, ә кем тик Аллаһтан ҡурҡһа, ул кеше башҡа бер кемдән дә һәм бер нәмәнән дә ҡурҡмаҫ! Ошо Аллаһтан ҡурҡыу тойғоһон — тәҡүәне — үҫтереүсе изге сараларҙың береһе ураҙа тотоу. Ураҙа тотоуҙоң бынан башҡа ла файҙалары күп — мәҫәлән, мосолман үҙ күңелен төрлө насар сифаттарҙан арындыра — түҙемһеҙлек, ялҡаулыҡ, нәфсегә эйәреү урынына, ул үҙендә сабырлыҡ, эшһөйәрлек, рух көсө ҡаҙана. Йыш ҡына халыҡ араһында «беҙҙең олатай-өләсәйҙәребеҙ йәйҙең эҫе мәлендә ураҙа, ла тотҡан, бесән дә сапҡан» тип аптыраған кешеләрҙе ишетергә була. Ә бит беҙҙең ата-бабаларыбыҙ ниндәйҙер сит планетанан килгән кеше булмағандар — ошо уҡ шарттарҙа йәшәгән, шул уҡ үләнде сабып, щул эштәрҙе башҡарғандар. Уларҙың ашамлыҡтарына килгәндә, һөйләйһе лә түгел, мөхтәрәм йәмәғәт — беҙ ашаған ҡайһы бер нәмәләрҙе улар ғүмерҙәрендә лә күрмәгән. Шулай булғас, ниңә ҡайһыларыбыҙ «ураҙа тота алмайым — эшем ауыр» тип аҡлана икән? Юҡ, ҡәрҙәшем, һылтауҙар табып, Аллаһ Тәғәлә бойорған фарыз ураҙанан, исламдың иң төп эштәренең береһенән ҡасма! Йәй көндәренә тура килгән Рамаҙан айында беҙҙең олатай- өләсәйҙәребеҙ ураҙаларын тотҡан һәм көндөң яҡты сәғәттәре бигерәк, оҙон тип тормағандар! Улар булдырғанды беҙҙә булдыра алырбыҙ, ин шә Аллаһ!
Икенсе хөтбә
Ысынлап та, беҙҙең яҡта йәй миҙгелендәге ураҙа оҙон. Ләкин Аллаһ Тәғәлә Ҡөрьәндә әйткәнсә, «Ҡыйынлыҡтан һуң еңеллек булыр». Башҡортостанда көҙ айҙарында ла, яҙ айҙарында ла ураҙа ваҡыты ҡыҫҡа, ә ҡыш айына килгәндә, ундағы ураҙа төшкө ашһыҙ, үткәрелгән көн һымаҡ ҡына. Хәйер, кеше ураҙаның сауабын бөтә күңеле менән тамам аңлаһа, бер ниндәй ҡыйынлыҡтарға ла аптырап тормаҫ ине, Ошо хәҙистәргә иғтибар итәйек. «Аллаһ Тәғәлә әйткән: “Әҙәм балаһының бар эштәре лә — үҙе өсөн. Ураҙанан башҡа — ул Минең өсөн, һәм уның сауабын Мин үҙем бирәсәкмен! Ураҙа – ул ҡалҡан, һәм кемегеҙҙер уны тотһа, ирешмәһен һәм тауышланмаһын, ә уның үҙен кемдер әрләй башлаһа йә уның менән һуғышырға ынтылһа, “Мин — ураҙала! ” тип әйтһен. Мөхәммәттең йәне ҡулында булған (Аллаһ) менән ант итәм: ураҙалы кешенең ауыҙынан сыҡҡан еҫ Аллаһ хозурунда миск еҫенән дә тәмлерәк! Ураҙа тотҡан кешенең ике ҡыуанысы булыр: ауыҙын асҡанда, ифтарына ҡыуаныр, Раббыһын осратҡан көн иһә ураҙаһы өсөн ҡыуаныр» (Әл-Бухари һәм Муслим хәҙис йыйынтыҡтарынан).
Был хәҙистең, имам Муслим килтергән риүәйәтендә шундай өҫтәмә бар: «Әҙәм балаһының һәр эше өсөн сауап ун ҡаттан ете йөҙ ҡатҡа тиклем арттырылыр, әммә Аллаһ Тәғәлә шулай тигән: “Ураҙанан башҡа — ул минең өсөн, һәм уның сауабын Мин үҙем бирәсәкмен!”. Кеше бит үҙ теләктәренән һәм ашамлығынан Минең өсөн баш тарта».
Икенсе бер хәҙистә әйтелгәнсә, ураҙа кешене Ҡиәмәт көнөндә яҡлаясаҡ. Абдуллаһ ибн Ғүмәр һүҙҙәренән риүәйәт ителгәнсә, пәйғәмбәребеҙ (Ш) шулай тине:«Ураҙа һәм Ҡөрьән ҡол өсөн Мәхшәр көнөндә яҡлашасаҡ. Ураҙа: “Йә Рабби, мин уны ашауҙан һәм төрлө теләктәрҙән мәхрүм иттем, миңә уның өсөн яҡлашырға рөхсәт ит”, Ә Ҡөрьән: “Мин дә уны төнгө йоҡоһонан мәхрүм иттем, миңә лә уйың өсөн яҡлашырға рөхсәт ит” — тип әйтер. Шулай итеп икеһе лә кешегә шәфәғәт ҡылырҙар», (Имам Әхмәт, Әт-Табарани, көслө хәҙис). Тағы бер хәҙистә шулай тиелгән:
«Рамаҙан айының беренсе төнө кереү менән шайтандар һәм баш күтәргән ендәр сипкә ултыртыла, йәннәт ишектәре асыла һәм уларҙың береһе лә ябылмай, ут ишектәре ябыла һәм уларҙан бер ишек тә асылмай. Һөрән һалыусы (фәрештә): «Эй, яҡшыға ынтылыусы, эшеңде башла! Эй, яманга ынтылыусы, туҡтап тор!» — тип әйтер. Аллаһ Тәғәлә һәр төн һайын кешеләрҙе уттан ҡотҡарыр». (Имам Әхмәт, Әт-Тирмиҙи, Ибн Мәджәһ).
Эй, мосолман ҡәрҙәшем! Был мөбәрәк айға тиклем йәшәп етеүең — бәлки һинең йәннәткә керергә иң ҙур, ләкин һуңғы форсатыңдыр... Киләһе йылға тиклем йәшәп етеүебеҙ — гарантияланған нәмә түгел. Ошо көнгә тиклем намаҙҙарға, ураҙаға, зәкәткә — ғөмүмән дингә вайымһыҙлыҡ күрһәткән булһаң, йәшәйешеңде үҙгәрт. Шәүлә кеүек донъяуи теләктәр артынан сабыуыңды туҡтатып тор. Сауҙа, бурыстар, бизнес, төҙөлөштәр тураһында уйҙарыңды икенсе рәткә ҡуйып тор ҙа, йөрәгеңде әхирәткә йүнәлт. Йылдың ниндәйҙер айында беҙҙең иманыбыҙ нығыраҡ булырға тейеш бит, ә шул ай Рамаҙан булмаһа, икенсе ваҡыт була алыр микән?..
«Йома хөтбәләре» китабы, автор Әбү Әхмәт хәҙрәт