Аҡ ҡарсыға (Яйыҡ)
Түбәнге Ғәбдрәшит ауылында бынан күп йылдар элек Ғәлиәкбәр исемле бай йәшәгән. Уның байлығы шул ҡәҙәре булған: йылҡылары һыу эсергә төшһә, бер башы Ҡыҙыл йылғаһында, икенсеһе Сыуаш тауы битендә утлап йөрөгән. Ә инде һарыҡ-кәзәһе тау араһында ҡырмыҫҡа иләүендәй мыжғып йөрөгән.
Ғәлиәкбәр кеүек ҡарундар һирәк осраған был яҡта. Ул көтөүселәрен, ялсы-йомошсоларын ас тотоп яфалаған.
Бына ошо Ғәлиәкбәр байҙың Яйыҡ буйындағы Сыртинск, Ҡыҙыл утарҙарында “знакум”дары булған. Купецтар ҡунаҡҡа килһә, бай туғайлыҡҡа өйрәк, ҡаҙ атырға алып барған уларҙы, туйғансы һыйлаған, Ҡыҙыл йылғаһында балыҡ тотоп та ятҡылағандар.
Ауылдағы хәҙрәт менән ҡарый ҙа Ғәлиәкбәр байҙың көтөп алған ҡунаҡтары икән. Уларҙы саҡырып, Ҡөрьән сығартып, хәйеренә берәр баш йылҡы биреп, фатиха ала торған булған ул.
”3накум"дар, мулла-хәҙрәттәр байға күпме генә доға ҡылып оҙон ғүмер теләмәһендәр, теге берҙән-бер көндө вафат булған. Байлығы улы менән ҡыҙына тороп ҡалған. Алма ағасынан алыҫ төшмәй тигәндәй, Ғәлиәкбәрҙең улы ла “знакум”дарында оҙаҡ-оҙаҡ ҡунаҡ булып, кәйеф-сафа ҡылып йөрөй башлаған. Аҡса етмәһә, атаһынан ҡалған малды һатҡан.
Бер көндө быларға яусы килеп төшкән. Үрге Ғәбдерәшит ауылынан бер егет Ғәлиәкбәрҙең ҡыҙын кәләшлеккә һораған, ти. Ағаһы быға ҡаршы төшкән:
- Һунарсы менән туғанлашыр хәлем юҡ, — тигән. Бер ҡарсығаһынан башҡа мал-тыуары ла юҡ бит уның, — тигән.
Яусы ҡайтып киткән. Күп тә үтмәгән, әлеге “знакум”дары йәнә килеп еткән. Тағы кәйеф-сафа ҡылып, күңел асып ята башлағандар.
Һуңғы кистә Ғәлиәкбәр байҙың улы Яйыҡ буйынан килгән йәш купецҡа һеңлеһен кәрткә отторған. Таң атыуға теге купец ҡыҙҙы алып ҡайтып китергә тейеш була. Туғандары, әсәһе бик үтенеп һорағас, ҡыҙға әҙерләнеү өсөн бер көн ваҡыт бирелә. Ҡыҙ, ошонан файҙаланып, һөйгән егете янына йүгерә. Был хәлде ағаһы һиҙеп ҡала ла ат менән артынан ҡыуа сыға. Уларҙы йылға буйындағы тирәк төбөндә таба. Һеңлеһен, ҡайыш сыбыртҡы менән яра-яра, өйөнә алып ҡайта.
Уғаса булмай, яҡындары, дуҫ-иштәре, туғандары йыйылып китә:
- Атай-олатай йолаһында булмаған эште эшләйһең, — тигәндәр улар. — Ауылға, туғандарыңа тап төшөрәһең. Ҡыҙҙы, егет яғынан яусы ебәртеп, йола буйынса туй үткәртеп оҙатырбыҙ.
Йәш бай риза булмаған. Шунда ҡыҙ әсенеп, ауылдаштары менән хушлашыу алдынан былай тип йырлаған ти:
Аҡ ҡарсығаҡайҙың, ай, башында Күләгәһе юҡтыр ҡашында.
Янмаҫ ҡына инем, көймәҫ инем, Йәнкәй-йәнеш юҡтыр ҡаршымда.
Аҡ таҫтамал алып, ҡулыма тотоп, Йүгереп төштөм Ҡыҙыл буйына. Ун ете лә йәшлек ҡыҙ бала инем, Ағайым һатты купец улына.
Ишеккәйем алды, ай, күл генә,
Томбойоҡтар менән тулы икән.
Теләккәйең камил, ай, булмағас,
Был донъяҡайҙарға тыума икән.
Йырҙы тыңлаусылар үкһеп илағандар, ҡыҙҙың ағаһына нәфрәт белдергәндәр. Был фажиғәне күреп торған бер аҡһаҡал:
— Илағыҙ, илағыҙ, балалар, күҙ йәше тигенгә булмай ул, — тип әйткән, ти.
Ҡыҙҙы арбаға ултыртып алып сығып китәләр. Тыуған йортона һуңғы мәртәбә боролоп ҡарай. Шул ваҡыт ҡапыл һөйгән егетен күреп ҡала. Тегеһе хушлашырға килгән икән.
— Аҡ ҡарсығаңды минең төҫөм итеп һаҡла, — ти ҡыҙ, ең осонан сиккән яулығын алып тегеңә ырғыта.
Әллә күпме баҫып торғас ҡына егет аңына килгәндәй була. “Өндәшә лә алманым, исмаһам бүләк булһа ла биреп ебәрәйем”, — тип, йүгереп ҡайтып китә. Егет, бауҙа ултырған аҡ ҡарсығаһын ҡулына алып, атына атланған да арбаны ҡыуа киткән.
Тегеләрҙе күреп ҡалыу менән, һөйгәне бүләк иткән яулыҡтың осона көмөш балдаҡ төйнәй ҙә, ҡарсығаһының аяғына бәйләп, осороп ебәрә. Ҡыҙ, ҡарсығаны күреп, башындағы аҡ яулығын алған да болғай башлаған, ти. Яулыҡ килеп йәш купецтың башына уралған. Ҡорос тырнаҡлы ҡарсыға купец башына килеп ҡуныуы булған — теге тәгәрмәс аҫтына ҡолап төшкән. Ошонан файҙаланып, ҡыҙ һөйгән егете менән ҡасып киткән.
Әммә был ике йәш йөрәк мәңгелеккә ҡауыша алмаған. Бер нисә көндән һуң уларҙы, йәш купецты үлтереүҙә ғәйепләп, тотоп алалар. Егетте Себергә, ҡыҙҙы йәш купец хуторына оҙатырға хөкөм итәләр. Ә ҡарсығаны, ҡанаттарын ҡайырып, аяҡ аҫтына ташлағандар.
Ошо фажиғәгә түҙә алмайынса егет Себерҙә вафат була, ә ҡыҙ Яйыҡҡа ташлана.