Ваҡыт үтмәҫ, ҡояш батмаҫ борон...
Ваҡыт үтмәҫ, ҡояш батмаҫ борон... «Инсан исемле Сер» китабынан, Нуриман Мусин.
Бушҡа үткән ваҡытыбыҙ, юҡ-барға сарыф ителгән ғүмеребеҙ – тәүбәләр өсөн төп сәбәп. Ваҡытты бит һатып алып та, һаҡлауға һалып та ҡуйып та булмай. Үлемдең хәҡиҡи асылын белгәндәр фани донъяның үтә торған ләззәттәренә алданмай. Юлы ҡайҙа алып барғанын белгән әҙәмдең ер тормошоноң бер минутлыҡ рәхәтлектәренә күҙе ҡыҙмай. Донъяның бөтә байлыҡтарын йыйып, мең йыл йәшәгән сүрәттә лә бәндәгә ниндәй файҙа? Бер көн килеп, байлығы ла юҡҡа сығасаҡ, үҙе лә ҡара ер ҡуйынына инеп ятасаҡ.
Әҙәм ғүмере ҡапма-ҡаршы ике нөктә — «йәшәү шатлығы» һәм «үлем ҡурҡынысы» араһында бәүелгән маятник ише. Башкөллө фани донъя ығы-зығыһына сумған бәндә үлемдең хәҡиҡи асылын, әҙәмдең был донъяға килеү серен һәм хикмәтен аса алмай. Ғаләмдең кескәй генә күсермәһе булған тәнебеҙҙә меңдәрсә күҙәнәк һәр даим тыуа һәм үлә. Тән был донъя менән оҡшаш: унда «бәпесләү бүлектәре» лә, «зыяраттар» ҙа бар. Нәфесебеҙ был донъяла ирешкән бөтә бейеклектәр балалар диңгеҙ янында төҙөгән ҡом ҡәлғәләргә оҡшаш — килтереп бәргән тәүге тулҡын менән улар йыуылып юҡҡа сығасаҡ. Читать далее
Архив метки: үлем
Үлем тураһында
Үлем тураһында
الَّذِي خَلَقَ الْمَوْتَ وَالْحَيَاةَ لِيَبْلُوَكُمْ أَيُّكُمْ أَحْسَنُ عَمَلًا وَهُوَ الْعَزِيزُ الْغَفُورُ
«Әлләҙии халәҡаль-мәүтә үәл-хәйәәтә лийәблүүәкүм әййүкүм әхсәнү ғәмәләү-үә һүүәл-ғәзиизүл-ғафуур».
"Кемдең яҡшыраҡ (изге) эш эшләгәнен һынар өсөн Ул үлем менән тереклекте булдырҙы. Ул олуғ, ярлыҡаусан « („Мөлк“ сүрәһе, 2 аят).
Хөрмәтле дин ҡәрҙәштәрем!
Бөгөн беҙ ахирәткә илтә торған юл тураһында һөйләшәсәкбеҙ. Был юлдың фани донъяла уҡ башланыуын әйтәһем килә. Уны ике төргә бүлеп ҡарарға була:
а) ҡыҫҡа юл,
б) оҙон юл.
Ҡыҫҡа юл тураһында Аллаһы Тәғәлә Ҡөръән-Кәримдә шулай тип әйтә:
هُوَ الَّذِي جَعَلَ لَكُمُ الْأَرْضَ ذَلُولًا فَامْشُوا فِي مَنَاكِبِهَا وَكُلُوا مِن رِّزْقِهِ وَإِلَيْهِ النُّشُورُ
«Һүүәл-ләҙии джәғәлә ләкүмүл-арда ҙәлүүләң фәмшүү фии мәнәәкибиһәә үә күлүү мир-ризҡиһи үә иләйһин-нүшуур».
»Ул — Аллаһ, һеҙгә ерҙе йөрөргә уңай ҡылды, ул ерҙең елкәһендә йөрөгөҙ, теләгән ерендә йәшәгеҙ, үә ул ерҙең ризыҡтарын ашағыҙ, хатта үлгәндән һуң терелеп Аллаһ хозурына барасаҡһығыҙ" (Мөлк" сүрәһе, 15-се аят). Читать далее
Үлгәндән һуң терелеү
Үлгәндән һуң терелеү
Аллаһ Тәғәлә насып итһә, иман тураһында, имандың бер шарты Ахирәт көнөнә ышаныу, Ҡиәмәт көнөнә инаныу тураһында бөгөнгө вәғәҙебеҙ булыр иншәАллаһ!
Беҙ барыбыҙ ҙа әлхәмдүлилләһ, иманлыбыҙ, тибеҙ, үҙебеҙҙе мосолман тип һанайбыҙ, күңелдәребеҙ дөрөҫ тибеҙ. Ҡайһы берәүҙәребеҙ: мәсеткә йөрөмәһәм дә, минең күңелем дөрөҫ, күңелем саф, тип әйтә. Әммә кешенең күңеле саф булыу ғына етмәй, Әҙәм балаһы Аллаһ Тәғәлә ҡушҡанды үтәп, тыйғанынан тыйылырға тейеш.
Һеҙгә билдәле булған юл йөрөү ҡағиҙәләре бар. Кемдер уларҙы бик яҡшы белергә мөмкин, әммә ул ҡағиҙәләрҙе үтәмәһә, милиция «эләктерһә», барыбер яза бирә бит, һин ҡағиҙәләрҙе яҡшы, беләһең, тип тормай. Читать далее