«Доға и Хәбиб»
«Көндәрҙән бер көндө мәсеттә ултырған ваҡытында пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд Мостафа, саллал-лаһу ғәләйһи үә сәлләм, эргәһенә Ябраил, ғәләйһис-сәләм, килеп инде, — тип хәтерләр булған мөьминдәр әмире Ғәли хәҙрәт. — Сәләм бирҙе: «Әс-сәләмү ғәләйкүм йә Мөхәммәд! Аллаһы Тәбәрәкә үә Тәғәлә һиңә үҙенең сәләмен, сәләм менән бергә һине олуғлап «Доға и Хәбиб»те ебәрҙе. Был мөбәрәк доғаны Уның һиңә тиклем бер генә пәйғәмбәргә лә индергәне булманы, һин — Аллаһы Тәғәләнең һөйәкле бәндәһе — Уның Хәбибе. Өммәтеңә әйт: «Һәр кем иртән һәм йәстү намаҙынан һуң ихлас күңел менән ошо «Доға и Хәбиб»те уҡыһа, ул бәндәнең бөтә гонаһтары кисерелер һәм Ахирәттә ул Аллаһы Тәғәләнең бер ниндәй ғазабына тарымаҫ.
Ете ҡат күктәрҙә һәм ете ҡат ерҙә булған фәрештәләр ҙә был бәндәнең һәр ваҡыт «Доға и Хәбиб»те уҡып ҡына тороуы тураһында геуаһлыҡ биреп, мөьминдәргә ярҙам итеп торорҙар.
Әгәр ҙә инде бәндә Ҡөрьән уҡығандан һуң «Доға и Хәбиб»те лә уҡып, ошо уҡығандары сәбәпле барлыҡҡа килгән әжер-сауаптарҙы күптән гүр эйәһе булған ата-әсәһенә лә бағышлаһа, ата-әсәләренең дә һәр төрлө гонаһтары кисерелер.
Донъялыҡта был доғаны уҡып ҡына торған кешенең мәхшәр көнөндә үҙенең дә йөҙө айҙың ун дүртенсе кисәһе кеүек яҡты булыр. Ғәрәсәт майҙанында уны күргән бәндәләр ҙә хайран ҡалып шул ваҡыт:
«Был ҡайһы пәйғәмбәр?» — тип һорарҙар. Улар алдында Ябраил фәрештә пәйҙә булыр: «Был — пәйғәмбәр ҙә, әүлиә лә түгел, ә һеҙҙең кеүек бер Хоҙай бәндәһе, тик донъяла ваҡытында ул намаҙ уҡыған һайын «Доға и Хәбиб»те уҡып ҡына торҙо, шул сәбәпле Ахирәттә лә бына ниндәй мәртәбәләргә өлгәште», — тиер.
بِسْمِ اللَّهِ الرَّحْمَنِ الرَّحِيمِ
اَللَّهُمَّ بَارِكْ عَلَيْنَا وَ ادْفَعْ عَنَّا بَلَآنَكَ يَا رَوْوفُ لَبَّيْكَ * اِرْحَمْ لَبَّيْكَ * واشْفَعْ لَبَّيْكَ * وَ اَنَّّ اللَّهَ يَبْعَثُ مَنْ فِى القُبُورِ * وَ صَلَّى اللَّهُ عَلىَ مُحَمَّدٍ وَ اِلَهِ وَ اصْحَابِهِ اَجْمَعِينَ الطَّيِبِينَ الطَّاهِرِينَ * وَ عَلَى مَنْ تَبِعَهُمْ بِالْاِحْسَانِ اِلَى يَوْمِ الدِّينِ * اَللَّهُ اكْبَرُ اَللَّهُ اكْبَرُ اَللَّهُ اكْبَرُ لَآ اِلَهَ اِلَّا اللَّهُ * يَا اَللَّهُ يَا اَللَّهُ يَا اَللَّهُ * يَا رَحْمَنُ يَا رَحْمَنُ يَارَحْمَنُ * يَا رَحِيمُ يَا رَحِيمُ يَا رَحِيمُ * يَا اَحَدُ يَا اَحَدُ يَا اَحَدُ * يَا حَمِيدُ يَا حَمِيدُ يَا حَمِيدُ * يَا صَمَدُ يَا صَمَدُ يَا صَمَدُ * يَا فَرْدُ يَا فَرْدُ يَا فَرْدُ * لَا حََوْلَ وَ لَا قُوَّةَ اِلَّا بِاللَّهِ الْعَلِىّ الْعَظِيمِ * يَا دَآيمُ يَا فَرْدُ يَا ذَا الْجَلَالِ وَ الْاِ كْرَامِ * وَ صَلَّى اَللَّهُ عَلَى سَيِّدِنَا مُحَمَّدٍ وَ عَلَى اَلِهِ وَ اَصْحَابِهِ اَجْمَعِينَ * بِرَحْمَتِكَ يَآ اَرْحَمَ الرَّحِمِينَ
Бисмилләһир-рахмәнир-рахим.
Аллааһүммә бәәрик ғәләйнәә үәд-фәғ ғәннәә бәлә'әкә йәә раүүф ләббәйкә. Ирхәм ләббәйкә. Үәш-фәғ ләббәйкә. Үә әннәл-лааһ йәбғәҫү мән фил-ҡубүүр. Үә саллал-лааһү ғәләә Мүхәммәдин үә әлиһи үә әсхәбиһи әжмәғинәт-таййибиинәт-таһириин. Үә ғәләә мән тәбиғәһүм би ихсәәнин иләә йәүмид-дин. Аллааһү әкбәр. Аллааһү әкбәр. Аллааһү әкбәр. Ләә иләәһә илләл-лаһ. Йәә Аллааһ. Йәә Аллааһ. Йәә Аллааһ. Йәә Рахмәән. Йәә Рахмәән. Йәә Рахмәән. Йәә Рахиим. Йәә Рахиим. Йәә Рахиим. Йәә Әхәд. Йәә Әхәд. Йәә Әхәд. Йәә Хәмиид. Йәә Хәмиид. Йәә Хәмиид. Йәә Самәд. Йәә Самәд. Йәә Самәд. Йәә Фәрд. Йәә Фәрд. Йәә Фәрд. Ләә хәүлә үә ләә куүәтә илләә бил-ләәһил-ғәлиййил-ғаҙим. Йәә дәә’имү йәә фәрд. Йәә ҙәл-Жәләәли уәл-Икраам. Үә саллал-лаһү ғәләә сәййидинәә Мүхәммәдин үә ғәләә әлиһии үә әсхәәбиһии әжмәғиин. Бирахмәтикә йәә әрхәмәр-раахимиин.
Мәғәнәләре:
Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахим!
Эй, Мәрхәмәт-Шәфҡәт эйәһе Аллаһ, беҙҙе бөтә бәләләрҙән ситтәрәк тотоп, ҡурсалап, бәрәкәттәреңде лә биреп кенә тор. Һинең мәрхәмәтеңә, шәфҡәтеңә өмөт бағлап, ҡаршыңда торам.
Дөрөҫлөктә, Һинең ҡәберҙәрҙә ятҡандарҙы ла яңынан ҡубарған Ҡиәмәт көнөндә лә беҙҙе, пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд Мостафаны, саллал-лаһу ғәләйһи үә сәлләм, уның ғаилә ағзаларын, сәхәбәи-кирамдарын, изгелектә уларға эйәреп, пакланған бәндәләреңде хәйер-доға сәләмдәреңдән ташлама.
Аллааһу Әкбәр, Аллааһу Әкбәр, Аллааһу Әкбәр. Ләә Иләәһә илләл-лааһ, йәә Аллааһү, йәә Аллааһү, йәә Аллааһү, йәә Рахмәәнү, йәә Рахмәәнү, йәә Рахмәәнү, йәә Рәхиимү, йәә Рәхиимү, йәә Рәхиимү, йәә Әхәдү, йәә Әхәдү, йәә Әхәдү, йәә Хәмиидү, йәә Хәмиидү, йәә Хәмиидү, йәә Самәәдү, йәә Самәәдү, йәә Самәәдү, йәә Фәрдү, йәә Фәрдү, йәә Фәрдү. Ләә хәүлә үә ләә ҡуүәтә иллә билләһил-ғәлийил ғаҙим. (Унан башҡа бер ниндәй ҡеүәт тә, ҡөҙрәт тә юҡ, иң оло, иң бөйөк Зат Аллаһы Тәғәлә үҙе генә.) Әл-Фәрдү — Ул бер кемгә оҡшамаған Бөйөк Зат, Уның тиңдәше юҡ. Йәә зәл жәләли үәл Икрам — иң Мөбәрәк, ололоҡ һәм хөрмәт эйәһе Аллаһы Тәғәлә Үҙе генә, тип даими рәүештә ҡабатлап ҡына тор, Пәйғәмбәрҙәр солтаны булған Мөхәммәдте, саллал-лаһу ғәләйһи үәсәлләм, уның әһле-бәйтен һәм сәхәбәләренең һәммәһен рәхмәтеңдән, мәрхәмәт-шәфҡәтеңдән ташлама.