Башҡорттарҙа Ислам дине йолалары
Башҡорттарҙа Ислам дине йолалары: исем ҡушыу, ниҡах, йыназа, йома хөтбәләре, Ураҙа хөтбәһе
Ҡорбан байрамы хөтбәләре һәм вәғәздәре хаҡында ошо мәҡәләнең авторы хәҙрәт Ямалетдинов Рәүил Вәхит улының яҙғандарын шул көйө (төҙәтеүһеҙ) һеҙҙең иғтибарға.
Кереш һүҙ.
بسم الله الرحمن الرحيم
Әғүҙү биЛлаһи минә шшайтани ррәджим. БисмиЛлаһи ррахмани иррәхим.
Әль хәмдү лиЛлаһи Раббиль ғәләмин.
“Аллаһы Тәғәләбеҙгә хәмед-сәнә һәм Уның ризалығы өсөн, бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт Мостафа салла Ллаһу ғәләйһи үә сәлләмгә, арттабан (صلعم) салауат-шәриф һәм уның шәфәғәте өсөн. Раббыбыҙ–Аллаһтың, Ғәззә үә Джәлләнең ярҙамына ышанып һәм Уға тәүәккәлләп, шуға күрә, ошо яҙмабыҙҙың хәйерле тамамланыуына инанып, әйтәһе һүҙебеҙҙе оҙонға һуҙмаҫбыҙ.
Башҡорт халҡының үткән быуындарҙан, әбей-бабайҙарыбыҙ һәм атай-инәйҙәребеҙҙән ҡала килгән, көндәлек тормошыбыҙҙағы төрлө осраҡтарға бәйле; исем ҡушыу, никах хөтбәһе, зиназа намаҙы һәм дә башҡа Ислам динебеҙҙәге йолаларҙың төрлөсә үтәлеше тураһында әйтәһе һүҙебеҙ. Ҙур Башҡортостаныбыҙҙың дүрт яғындағы ырыу-ҡәбиләләренең төбәктәрендә аҙ-мәҙ булһа ла ошо йолаларҙы үҙ урынынса үҙгәртеп уҙғарылыуы, динебеҙ Исламдағы йолаларға, етди ҡарашта булған имамдарҙы һәм бүтән дин әһелдәрен дә, был күренеш борсой.
Ошо үҙенсәлекле айырмалар бик ҙур һәм күп булмаһала, урындарынса төрлөрәк башҡарылған был йолаларыбыҙ халҡыбыҙ тормошондағы, заманса йышайған аралаш-мөнәсәбәттәребеҙҙә уңайһыҙлыҡтар тыуҙыра.
Шул сәбәпле, төрлө мөхиттәрҙҙә һирәк-мирәк булһа ла, былай — дөрөҫ, тегеләй — дөрөҫ түгел, кеүек, бәхәс-һүҙ күтәреүҙәрҙе туҡтатырға, кәрәк инде, тигән теләктәр ҙә йышайҙы.
Һәр йолаға бәйле ритуалдарҙың, төрлө хәрәкәт-тороштарына атай-бабайҙарыбыҙ тарафынан һәм уларҙанда күп быуындар элек йәшәгән, динебеҙҙең Хәнәфи мәзхәбенең оло ғәлимдәре Ҡөрьән Кәримгә һәм бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд Мостафа салла Ллаһу ғәләйһи ссәләмдең Сөнәтенә тейешлесә таянып эшкәрткәндәр. Дөрөҫө шул, йолаларҙың Хоҙай Тәғәләбеҙҙән, бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд Мостафа салла Ллаһу ғәләйһи ссәләмгә, Миғраж кисенән һуң, көндәлек биш намаҙҙарыбыҙҙағы кеүек, бүтән төрлө йолаларыбыҙҙағы, күҙгә күренеүенсә ябай ғына булған, ритуаль хәрәкәт, торош- ултырыш, барыһыла – Раббыбыҙ, Аллаһ Тәғәләнән Уның Рәсүленә күндерелгәне, һис шикһеҙ. Хадж сүрәһенең 67-се аятында әйтә беҙгә. “Ликүлли үммәтин джәғәлнәә мәңсәкән һүм нәәсикүүһү фәләә йүнәәзиғүннәкә фил әмри үәдғү иләә Рәббикә иннәкә ләғәләә һүдәәм мүстәҡиим”.
لِكُلِّ أُمَّةٍ جَعَلْنَا مَنسَكًا هُمْ نَاسِكُوهُ فَلَا يُنَازِعُنَّكَ فِي الْأَمْرِ وَادْعُ إِلَى رَبِّكَ إِنَّكَ لَعَلَى هُدًى مُسْتَقِيمٍ “Һәр өммәткә Беҙ табыныр өсөн ғибәҙәт йолаһы(бирҙек) эшләнек. Был эш тураһында улар һинең менән тартышмаһын. Раббыңа өндә, һин хаҡ юлда бит”.
Шуныңса, ошо йолаларҙың һәр береһенең; Ураҙа һәм Ҡорбан байрамдарының намаҙ-хөтбәләренең, тәрәүих намаҙының һәм Мәүлид байрамының салауаттары, сабыйҙарға исем ҡушыу, никах хөтбәһенең һәм вәғәзе һәм зиназа намаҙының торош, ултырыш, хәрәкәттәре үҙлекле киң, һәм тәрән мәғәнәле, изге ритуалға әйләнгәндәр.
Шуға күрә олатай бабайҙарыбыҙҙан ҡалған йолалар тәртибен боҙоп, үҙаллы теләгәнсә, үҙгәртеп уҙғарыу – тәкәббәрлек гонаһына бәйле, үҙһүҙлек һәм башбаштаҡлыҡ. Тимәк, был йоларҙы кем нисек теләй шулай уҙғарырға ярамай. Ошо, төрлө йолаларҙағы тәү төҙөклөк йәменә һәм эске мәғәнәләренә һис бер ҡағылмайынса – заманыбыҙса, тик, хас үҙебеҙҙең башҡорт теленең үҙенсәле байлыҡ–гүзәллегенә таянып, матурлап эшкәртергә.
Был яҙма һуңғы вариант түгел. Бәлки, онотоп, яҙмаға төшөрөлмәй ҡалған, Шәриғәт ҡанундарырына үтешле, уға, һис ҡаршы килмәгән, матур һәм үҙ урынынса мөһим булған йолаларҙа, үҙҙәренсә ошо яҙмала, тейешле урынын табыр. Шул ыңғайы, бер ҙур үтенес! Башҡорт телен бик яҡшы үҙләштереп-белгән оло һәм йәш имамдарыбыҙға бөтөн тексты етди һәм ентекле ҡарап уҡығандан һуң, телебеҙҙең байлығынан сығып текстҡа өҫтәлмә лингвистик йәм һәм һөйләмдәр төҙөлөшөнә мантыйҡҡи(логикалы) матурлыҡ индерәйек.
Беҙҙең ҡарашса, Мәүлид байрамының салауаттарын күпмелер ҡыҫҡартып, үткән йылдарҙа, йәштәрҙең заманса уҙғарылған мауыҡтырғыс формаһын да был яҙмаға тейешле рәүештә керетергә. Ошо буласаҡ яҙмабыҙ беҙгә, бер-бөгөн, иртәгә, йә, ҡайсан да булһа бер нисә мәртәбә генә әйтәһе һүҙебеҙ тугел. Шулайса, ныҡлы рухани, мәғәнәүи интеллектуаль эшкәртелгән текст булдырайыҡ. Бөгөн һәм киләсәктә, халҡыбыҙ, дин әһелдәре-руханиларҙың, имамдарыбыҙҙың һәр вәғәз-хөтбәләренән ишетеп, Илаһиәт доньяһының матур һүҙҙәренә ҡыуанып, илһамланып тыңлар һәм динебеҙгә ынтылыр ылығыр. Әййе, һуңғыһы, оло һәм йәш имамдарыбыҙ иғтибарына, – хөтбә-вәғәздәрегеҙҙең һүҙ-һөйләмдәре юғары Илаһиәт көсө һәм гүзәллегенә теркәлеп төҙөлөргә тейеш. Шунда ғына, беҙ халҡыбыҙҙың дини һәм доньяуи тормошо берлектә барыуына ирешербеҙ.
Балаға исем ҡушыу тәртибе.
Берәй балаға исем ҡушыу мәжлесенә әйтелгән мәлдә, һәрсаҡ(каждый раз) ошо доғаны уҡырға; “Аллаһумма джғәлһү бәррән үә әнбитһү фил Ислами нәбәтән хәсәнәү үә джғәлһү мәсғүдән фи ддүнйә үә әхирәһ”.
Вәғәз, йәғни атай- инәйгә(әсәйгә), ҡорға йыйылғандарға әйтәһе һүҙ.
Әғүҙү биЛлаһи минә шшайтани ррәджим. БисмиЛлаһи ррахмани иррәхим. Әль хәмдү лиЛлаһи Раббиль ғәләмин.
Аллаһы Тәғәләбеҙҙен, иң беренсе итеп, был доньяға яралтҡан кешеһе- Әҙәм ғәләйһи сәлләм, шул ваҡыттан килгән изге йола. Башҡорттарҙың, элег-электән, боронғонан килгән рухани һәм мәҙәни йолалары Ислам дине,йәиһә, Шәриғәт ҡанундары менән яраҡлы рәүештә берләшә. Шуға ҡарата, бер нисә әйтәһе һүҙ бик тә мөһим, тием. Бала тыуғас ғәиләлә шатлыҡ, өйгә ырыҫ килә һәм йәм инә. Боронғолар, белеп әйткәндәр, өй йәме балала, тиеп.
Элгәре, элегерәк роддомдар булмаған осорҙа, кендекәй(повитуха), ата-әсәһенә баланы күрһәткәс,уның ҡолағына тәүге исемен әйткән, атай-әсәйҙәр теләгенсә уң ҡулына еп бәйләгән. Былар, балаға, тәүге исем менән бәйле еп, ваҡытлыса бетеү-һаҡ-оберег-амулет(әмәлит) -һаҡла тирә-яҡтағы яман көстән- тип. ҡулына бәйләнгән. Шунан һуң балаға, 7се йә 40сы көнө, исем туйында ысын(рәсми) исем ҡушылған
Исемләйбеҙ, исем бирәбеҙ Аллаһы Тәғәлә ҡөҙрәте менән, әле генә, илап-тулап, үҙен был доньяға иғлан итеп мөләйем генә йылмайа-көлөп йә әсе ҡысҡырып ятҡан, Әҙәм һәм Нух ғәләйһи ссәләмдәр тоҡомонан булған, ошо яңы йән эйәһе, сабыйға. Атаһының һәм инәһенең шатлыҡ-ҡыуанысына, уларҙың яҡшы-бәхетле киләсәктәге ышанысына, алдағы ғүмерҙәрендәге ярҙамсыһына. Ислам-имандың нимә икәнен белеп, аманатта тоғро үәрисенә. Өммәтебеҙ – йәмғиәттә, динебеҙ Исламда, Аллаһы Тәғәлә ирадаһынан тағы ла бер кеше, үҙенә исем алып, был донья ҡосағында беренсе аҙымдарынан киләсәккә ынтыласаҡ.
Ислам диненең йолаһыман исем ҡуштыраһығыҙ, шулай булғас, һеҙ, икегеҙҙә, атай-инәй(әсәй), үҙегеҙгә яуапсылыҡ алаһығыҙ балағыҙҙың Ислам динендәге рухи йәшәйешенә, аң-белеме(сознание-знание), доньяуиҡарашы мосолманлыларҙан булыуына.
Бәйғәмбәребеҙ (صلعم) әйткән; “Атайман-инәйҙең, балалары өҫтөнән өс төр хаҡы бар; беренсеһе, балаға киләсәгендә, Аллаһы Тәғәләгә һәм үҙенә лә килешкән, дини йәки халҡыбыҙҙа таралған үҙенсә матур һәм мәғәнәле исем бирергә, йәғни, исемдең төбөндә ғәиләнең үткәненә йә киләсәгенә ҡарата тейешле мәғәнә булыуы яҡшы, икенсеһе – заманыбыҙға ҡарата килешеүле донья белеме биреп, төрлө-төрлө һөнәрҙәргә өйрәнеүгә ярҙамлашыуығыҙҙа, өсөнсеһе – баллиғ, үҙ ваҡыты (совершеннолетие) еткәс килешеп-яратышып йөрөгән хатын-ҡыҙ менән никахта ҡауыштырып хәләл ефеттәр итеп, уларҙы беркетергә.
Баланың ата-әсәһе – киләсәктә, был бала – бала ма, әллә, бәлә мә, тип, әйтмәҫ өсөн, ҡыҫҡаса, балаға биреләсәк тәрбиә тураһында.
Был, хәйәт доньяла, булған һәр бер атай ҙа, инәй ҙә балалары бәхетле, иҫән-һау, сәләмәтлектә үҫеүен, йәшәүен теләй. Быға, һеҙҙең барығыҙҙа, һис шикһеҙ килешерһегеҙ һәм, әйе – тиерһегеҙ. Быны шуңа ҡарата әйтәм, әгәр хис-теләктәрегеҙ, теләк кенә булып ҡалмайса балаларығыҙҙың ғүмеренә ашһын өсөн уларҙы матур, затлы кейем-һалымға төрөп-урап, туҡлыҡлы һәм татлы аш ашатып-эсереүҙә генә түгел. Был, мәтди (материальный) ҡараш, балалар һәм атай-инәйҙәр араһындағы мөнәсәбәттә, икенсе урында булырға тейеш.
Беренселек тә, рухани (духовный) ҡарашта төҙөлгән мөнәсәбәттәр генә баланы, Ислам дине ҡушыуынса һәм халҡыбыҙҙың әхләҡ-әҙәп ҡағиҙәләре нигеҙендә үҫеүе, ысын кеше сифатына тулыһынса күтәрә. Ундай кешегә был доньялағы үҙенең ысын урынын табыуы һис шикһеҙ еңеләйә лә һәм кеше ниңә йәшәгәнен, был ғүмерҙең төп мәғәнәһенә, ғөмүми һәм һуңғы морат-маҡсатына төшөнә, уны аңлай һәм дә шуға бар көсөн биреп ынтыласаҡ. Шул саҡта, уның һәр бер ынтылышы Собханә Хаҡ Тәғәлә Аллаһы, Раббыбыҙҙың тәҡдиренсә килә һәм Аллаһыбыҙҙың бөйөк рәхмәт – фәдҙлийәтенә ирешә. Барыбыҙға ла, мәғлүм, Хоҙай Тәғәләбеҙҙың ризалығына лайыҡ булыу, Уның Ҙур фәдҙлийәтендә йәшәү, әйтәһе лә түгел, ифрат оло һөйөнөс һәм уға тиңдәш шатлыҡ юҡтыр. Булһа, әхирәттә генәлер. Ер шарында йәшәүсе кешеләрҙең күбеһе был шатлыҡ-ниғмәттән мәхрүм. Әйҙә, бәхетле булһын киләсәге, ғүмере татыулыҡ-тыныслыҡта, сәләмәтлектә генә һәм Аллаһы Тәғәләнең, атай-инәйеңең, туғандарының ризалығында, Ислам диненең Шәриғәт ҡанундарына теркәлеп төҙөлгән тәрбийәһендә, хәләлдә, изгелектә үтһен.
Беҙ барыбыҙҙа был доньяла, тәү сиратта үҙебеҙгә, балаларыбыҙға, туғандарыбыҙға һәм яҡын дуҫ-иштәребеҙгә лә бәхетле тормош, оҙон ғүмер теләйбеҙ. Бына ошо сабыйға ата-инәһе, туғандары ла һәм кемдәр уны белә һәм киләсәктә беләсәк, һәм, бына ошонда ултырыусыларҙың барыһы ла шул изге теләктәрҙе иҫебеҙҙә тотайыҡ. Доньялар, илдәр ҙә тыныс булып ошо сабый атаһыман-инәһен(әсәһен), туғандарын ҡыуандырып, был доньялағы барса шәхси фиғыл-ғәмәлдәре, йәғни ҡылған эштәре һәм йәмғиәттә аралашыу мөнәсәбәттәре юғары кешелеклек сифатында; күркәм холоҡло, мәрхәмәтле булып, иҫәнлектә-сәләмәтлектә үҙенә лә ошолай балаларына исем туйҙары үткәрергә Хоҙай Тәғәләбеҙ насип ҡылһын ине.
Баланы йыуындырып, матур-таҙа кейендереп пак урынға, йомшаҡ-мендәргә, имамдың-исем ҡушыусының алдына һалырға. Баланың башы имамға, аяҡтары ҡыблаға юнәлтелә.
Әғүҙү биЛлаһи минә шшайтани ррәджим. БисмиЛлаһи ррахмани иррахим.
Әль хәмдү лиЛлаһи Раббиль ғәләмин.
Салауат әйтелә; إِنَّ اللَّهَ وَمَلَائِكَتَهُ يُصَلُّونَ عَلَى النَّبِيِّ يَاأَيُّهَا الَّذِينَ آمَنُوا صَلُّوا عَلَيْهِ وَسَلِّمُوا تَسْلِيمًا.
Исем ҡушыусы баланың баш тарафына баҫа һәм әйтә: “Аллаһы Тәғәләгә хәмед-сәнә һәм Уның ризалығы өсөн, бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт Мостафа салла Ллаһу ғәләйһи үә ссәләмгә салауат-шәриф һәм уның шәфәғәте өсөн ошо балаға исем ҡушыу өсөн ҡыбла тарафына юнәлттем йөҙөмдө, лиЛлаһи хәлисән Тәғәлә.
Собханәкә Ллаһумма үә бихәмдикә үә тәбәрәкә смукә үә Тәғәлә джәддүкә үә лә иләһә ғәйрүк.
Аллаһумма салли ғәлә сәййидинә Мөхәммәт үә ғәлә әлиһи Мөхәммәт. Кәмә сәлләйтә ғәлә Ибраһимә үә ғәлә әлиһи Ибраһимә. Иннәкә хәмидум мәджид. Аллаһумма бәрик ғәлә Мөхәммәт үә ғәлә әлиһи Мөхәммәт. Кәмә бәрәктә ғәлә Ибраһимә үә ғәлә әлиһи Ибраһимә. Иннәкә хәмидум мәджид ”.
Шунан һуң имам баланың башының уң яғына эйелеп аҙан әйтә лә, ҡолағына: “Был сабыйҙың исем шәрифе-фәлән улы фәлән йә фәлән ҡыҙы фәлән-булһын”, — тип өс тапҡыр әйтә һәм өшкөргән кеүек ҡолағына өрә.
Шул уҡ тәртиптә һул ҡолаҡҡа ла ҡәмәт әйтелә -фәлән улы фәлән йә фәлән ҡыҙы фәлән-булһын”, — тип әйткәс, доға менән тамамлайбыҙ.
“Аллаһумма джғәлһү бәррән үә әнбитһу фил Ислами нәбәтән хәсәнәү үә джғәлһү мәсғудән фи ддунйә үә әхирәһ”.
Был һүҙем инде, һеҙгә йәмәғәт, әгәрҙә әле генә әйткән һүҙҙәремә ирешергә теләүселәр арағыҙҙан булһа, тырышығыҙ, Үҙ рәхмәтен Аллаһы Тәғәлә һеҙгә лә бирер. Ул бит, бар нәмәне лә күрә, ишетә, белә. Һуңға ҡалмағыҙ, һуңғы һулышығыҙ килгәнсә көтөү, әхирәттәге булмышығыҙҙы хәйерле ҡылмаҫ. Исем ҡушыусы берәй аят уҡый.
Никахлаштырыу тәртибе.
Хатын-ҡыҙ үҙ теләге менән никахлашырға тейеш, һис бер сит ихтияри көскә буйһонмайса. Мәсеттәме, кемдеңдер өйөндәме, хатта тәбиғәт ҡосағындамы ошо йола уҙғарғанда никахлашыусыларҙың ата-инәһе, улар булмаһа туғандары, дуҫ-иштәре һәм шаһиттәр булыуы кәрәк. Никах үткәреүсе, мулламы, имаммы, әллә, берәй абруйлы, ышаныслы кешеме, ҡыбла тарфына ҡарап ултырырға тейеш, никахлашыусылар уға ҡаршы. Мәсеттән башҡаса был хәл һәр ябай өйҙәрҙә бик урынынса тура килмәй. Шуға күрә никах үткәреүсе хәмед-сәнә уҡығанда ғына булһа ла йөҙөн ҡыбла тарафына юнәлтеүе хәйерлерәк. Мәһәр тураһында никахлашыусы йәштәрҙең һәр ике яҡтанда ошо йолала ҡатнашыусы туғандары араһында тейешенсә килешеүҙәре мөһим. Атай – инәйе, йә яҡын туғандары булмаһа, йә йыраҡта йәшәүҙәре сәбәпле улар килмәһәләр. Шаһиттарҙә, мәһәр булама, булһа хаҡ-күләмен, булмаһа ней өсөн икәнен, йәштәр менән ыңғай татыулы килешелгән ҡарарҙа булыуҙары кәрәк. Шаһиттарға, йә бүтән ошо йолала ҡатнашыусы, йә ойоштороусы татлы һыу булыуын онотмайса, әҙерләүе мотлаҡ.
Вәгәз.
“Әл хәмдү лиЛлаһи Раббил ғәләмин. Үә ссәләтү үә ссәләмү ғәлә рәсулинә Мөхәммәдин үә ғәлә әлиһи үә әсхәбиһи әджмәғийн. Әғуҙү биЛләһи минә шшайтани иррәджим. БисмиЛләһи ррахмәни иррәхим.
Аллаһы Тәғәләгә хәмед-сәнә өсөн, бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт Мостафа салла Ллаһу ғәләйһи үә ссәләмгә салауат-шәриф өсөн ошо йәштәргә алдағы ғүмерҙәрендә бергәләшеп бәхетле йәшәр өсән никах вәғазен һәм хөтбәһен үтәр өсөн ҡибла тарафына әйләндем лиЛлаһи хәлисән Тәғәла.
Аҙан әйтелә….йолаһынса
СубханәЛлаһи үәл хәмдү лиЛлаһи үә лә иләһә иллә Ллаһу үә Аллаһу Әкбәр. Үә лә хәүлә үә лә ҡеүәтә иллә биЛлаһи ғәлийүл ғәҙийм. Маа шааь Ллаһу кәнә үә мәә ләм йәшәәь ләм йәкүн”.
بارك الله لك ؤ بارك عايك ؤ جمع بينكما فئ خيير
Бәрәка Ллаһу ләка үә бәрәка ғәләйка үә джәмәға бәйнәкүмә фи хәйрин.
Ошо ҡушылышыусы –ишҡушҡа – ҡауышыусыларға, бәрәкәтлек теләп, – Әҙәм балалары өсөн ғәилә төҙөүҙең Ислами ғилмиәттәге Шәриғәт ҡанундары буйынса төҙөлөп эшкәртелгән тәртибенсә – никах. Өйләнешкән Ир һәм Хатындың абруй-дәрәжәләрен һаҡлау маҡсатында, уларға- Һеҙгә, бер-берегеҙгә ихтирамлы ҡараш күрһәтә. Улай ғына түгел, Ир менән Хатындың сәстәрен сәскә бәйләүҙәрендә күркәм матурлыҡ табып, ике тарафтың да тулы ризалығы булырға тейешлеген белдереп Ислам диненсә бәйән ҡыла. Ислам дине никахһыҙ аҙғын ғәилә төҙөүҙе, төрлө боҙоҡ-яман енси мөнәсәбәттәрҙе танымай ғына түгел, ә ҡырҡа ҡаршы тора. Шуныңса, Шәриғәт ҡанундарынса тәртипле рәүештә өйләнеп йәшәүҙе хуплай һәм никахтың файҙаһы, теге йәки был кешегә генә түгел, бәлки, йәмғиәт – Кешелек доньяһы өсөн бигерәк тә әһәмиәтле бер изге ғәмәл икәнен аңлата. Сөнки, никахлашыу, ғәилә ҡороп нәҫелеңде арттырыуҙы, балалар үҫтереүҙә иң гүзәл юлды өйләнешеү аша күрһәтә.
Атай, Инәй хисе һәм туғанлыҡ тойғолары тулыһынса тик ныҡлы ғәиләлә генә барлыҡҡа килә. Ғәилә нимә, ул. Ул, Атай дәрәжәһен, Инәй ҡәҙерен һәм хөрмәтен һәм дә балалар бәхетен һаҡлауҙа кеше ғүмерендә башланғыс һәм кәрәкле аҙым. Бына, хәҙер, Һеҙ, икегеҙ ҙә шул юлдың беренсе аҙымдарына баҫып, алдағы тормошоғоҙға ынтылыш яһайһығыҙ.
Ижади ҡабул.
Фәлән ҡыҙы фәлән – фәлән улы фәләнгә хатынлыҡҡа риза булып бараһыңмы. Яуап.
Фәлән улы фәлән – фәлән ҡыҙы фәләнде хатынлыҡҡа риза булып алаһыңмы. Яуап.
2. Шаһиттар. Ике шаһит ике яҡтан. Амин.
Хөтбә.
Әл хәмдү лиЛлаһи (3 тапкыр) муйәссирүл умури үә муҡәддири шшуһур.Үә муғәййрил әҙминәти үә ддуһур. Әлләҙи нәжә Муса мәғәһү ғәлә ттур. Үә әнзәлә Ттәүрәтә үәл Инджилә үәл Фурҡани үә Ззәбурә. Үә әхәллә нникаха мәҡрүнән би шшуһуди үәл муһури кәмә ҡалә Ллаһу Тәбәрәка үә Тәғәлә фи сүрәти ннур. Әғуҙү биЛләһи минә шшайтани иррәджим.
Үә әнҡихүл әйама минкүмү әс-сәлихинә мин ғибадикүмү иманикүм ин йәҡуну фуҡәрәьә йуғнәһиму Ллаһу мин фадҙлиһи үә Ллаһу үәсиғун ғәлим.
Ләҡәд джәәьә фил әхбәри ғәни ннәбиййинил мухтәри. Салла Ллаһу Тәғәлә ғәләйһи үә ғәлә әлиһи үә әсхәбиһил хәйри. Ән-никаху сүннәти фәмән рәғәибә ған сүннәти фәләйсә минни фи хәбәрин әхәбә тәнәкәху, тәүәләдү, тәкәҫҫәрү. Фә инни әбәаьиһи би ҡәсрәти күмүл үмәмә йаумәл Ҡийәмәти үәл әүби ссиҡти. Ән-нәкиху рәбиғун үәл мәнҡу хатун мәрғүбә. Үәл мәһрү ғәлә мә тарәдәйә.
Әҫбәтә Ллаһу Тәғәлә фи ссудурил жәни бәйни хәббәтәл мүхәббәти.
Әҫбәтә Ллаһу Тәғәлә фи ссудурил жәни бәйни хәббәтәл мүхәббәти.
Әҫбәтә Ллаһу Тәғәлә фи ссудурил жәни бәйни хәббәтәл мүхәббәти.
Үә әҡулү ҡәүли һәҙа стәғфиру Ллаһәл ғәффә бәли үә ләкүм үә ли сәьири жәмәғәтил муслиминәл хәдҙиринә әджмәғинә. Иннәһү һеүәл ғәфуру ррәхимүл джәүәдүл кәримүл ғәлиййүл ғаҙиму ссамиғу.
Доға.
Әғуҙү биЛләһи минә шшайтани иррәджим. БисмиЛләһи ррахмәни иррәхим. Аллаһумма джғәл һәҙал ғуҡда мүбәрәкән үә мухтәрән. Аллаһумма джғәл бәйнәһүмә үлфәтән үә ҡараран, үә лә тәджғәл бәйнәһүмә фирҡәтән. Үә әллиф бәйнәһүмә кәмә әлләфтә бәйнә Ғәәьишәтә үә Мөхәммәдин сәййидил абрари үә Фәтимәта үә Ғәлиййинил кәрәр. Йә ғәлиәл джәһри үәл исрари үә салла Ллаһу ғәлә хәйри хәлҡиһи Мөхәммәдиү үә ғәлә әлиһи үә әсхәбиһи әджмәғинә. Бирәхмәтикә йә әрхәмә ррәхимин.
Еткереү һүҙе.
Балалар – Икегеҙҙә, бына шулай, берегеҙ ғәиләнең башы – Ир булып, икенсегеҙ ғәиләнең терәге һәм тотҡаһы – Хатын булып, Аллаһы Раббыбыҙ Хоҙай Тәғәлә һәм үҙегеҙ һайлаған шаһиттар алдында, үҙ ихтиярығыҙ менән никахҡа таныҡлыҡ, геуаһлыҡ бирҙегеҙ ҙә, үҙегеҙгә яуапсылыҡ алдығыҙ. Сөнки, никах шарттары Раббыбыҙ Субханәһү үә Хаҡ Тәғәләнән килгән Ҡөрьән Кәрим аяттарына һәм бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд Мостафа салла Ллаһу ғәләйһи үә ссәләмдең Сөннәһенә таянып, дини йола аша мөслим мөслимәнең тән-йәндәрен бәдәни һәм рухани тылсым менән изге берләштерә. Никах ул, Хоҙай Тәғәләбеҙҙең теләге — шаһитлығы арҡылы, Әҙәм ғәләйһи үә сәлләм менән Хәүүә радҙийуЛлаһу ғәнһүнең, Ер йөҙөндә кешеләр араһындағы тәүге ир һәм хатындың иң беренсе иштәр ҡауышыуынан ҡала килә. Раббыбыҙ биргән ошо изге тылсым аша берләшеүҙең ҡәҙерен белеп, яуыз шайтан ҡотҡоһонан килгән шәһүәт-теләктәрҙән өҫтөн йәшәһәгеҙ, үҙегеҙгә лә, туғандарығыҙға ла һәм барыбыҙға ла тик яҡшыға ғына булыр һәм Аллаһы Тәғәләнең рәхмәт-фадҙлиәтенә ирештерер.
Шул юһыҡтан мин дә һеҙгә дин Исламдағы мәхәлләбеҙ исеменән һәм үҙемдән дә Хаҡ Тәғәләбеҙҙәң ике доньяһында ла бәхетле булыуығыҙҙы теләйем. Тағы бер һүҙем шул; бер-берегеҙҙе көнләшеүҙән, үҙ һүҙегеҙҙе генә һүҙ итеүҙән һаҡланығыҙ, төрлө икеләнеү-сәмләнеүҙәрҙән йыраҡ булығыҙ. Әрләшеү, саяланыу, бер-береңде еңергә тырышыу мөхәббәтте, яратыу-һөйөүҙе һүндерә, арағыҙға дошманлыҡ килә, татыулыҡ китә-ҡаса. Шулай уҡ хәләлмән булығыҙ, хәрәмдән тайпылһағыҙ унан ҡасһағыҙ, ғүмерегеҙ саф-таҙалыҡта, йән-тәнегеҙ паклыҡта, ҡылған ғәмәлегеҙ яҡшынан булыр.
Айырым, осраҡ хәлдәрҙә никах боҙоу хәләл булһа ла, Аллаһы Тәғәләбеҙ никах боҙоусыларға үтә ныҡ асыулы, шуны онотмағыҙ.
Ошо мәжлестә ултырыусы барыбыҙҙа никахығыҙҙың ныҡлы булыуына ышанып, киләсәктә ҙур мөхәббәт, һаулыҡ, бәхет һәм күп кенә балаларға атай-инәй булыуығыҙҙы теләйҙер, тиеп уйлайым һәм ышанам. Балалар, белеүебеҙсә, атай-инәйҙең(әсәйҙең) киләсәктәге терәге. Шуның менән бергә, уларҙы борон-борондан, элгәрге замандарҙан ырыу-ҡәбиләгә, халыҡҡҡа һәм йәмғияттең дә ышаныс терәге булһын өсөн тырышып үҫтерегәндәр. Амин. Бирәхмәтикә йә әрхәмә ррәхимин.
Аят уҡырға.
Мәйетте тәрбийәләү һәм зиназа.
Тормошобоҙ барышының көндәрененең береһендә кемдеңдер үлеүе тураһында хәбәр ишеткән, мосолманға; “Иннә лиЛлаһи үә иләйһи рәджиғун”, доғаһын уҡырға кәрәк. Шулай ук, берәй Әҙәм балаһының теге доньяға киткән мәлендә, янында булған мосолман, Ҡөрьән Кәримдәге 36сы Йәсин сүрәһен уҡып оҙата, тәһәрәтле булған хәлдә.
Мәйет булған йортта Ислам тәғлимте ҡағиҙәләренсә урынлаштырырға мәйетте. Аяғыман ҡыблаға юнәлтеп, уңайы килмәһә, аяҡтар көнсығышҡа, башын көнбайышка юнәлтеп һалына. Күҙен ябырға, аяҡ-ҡулды төҙләп, эйәген тарттырырға. Ир затының күкрәгенә бысаҡ, хатын-ҡыҙға ҡайсы һалырға.
Ҡәбер етешкәнсә аҡтыҡты бесәбеҙ. Лифафа. Изар. Әхирәт күлдәге. Өс таҫтамал, өс бәй сепрәге, ике ғәүрәт ҡаплау сепрәге,ҡолаҡ-күҙ,баш йыуыу сепрәктәре һәм йыуғас күтәреп һалыуға ла сепрәк. Ҡороторға марля йәки башҡа ҙур ғына таҙа сепрәк, һабын һәм хушбый.
Ҡәбер етешһә, мәйетте тәрбийәләүселәр — өс йәки биш кеше – тәһәрәтләнеп керә. Мәйет тәһәрәтләндерелә. Тубығын күтәреп эсенә әкрен генә баҫып истинжа ҡылдырырға. Шунан һуң мәйетте тулыһынса ғөсөлләйбеҙ, иңбаштан аяҡҡаса. Башын йыуғанда, танау, ҡолаҡ, күҙҙәрен еүеш сепрәк менән таҙартабыҙ, һөртәбеҙ — өс тапҡыр. Тән, ҡул-аяҡтарын тәүҙә һул яғына һалып уң яҡтарын йыуабыҙ, һуңынан һул яғы йыуыла.
Ғәүрәт һәр саҡ ҡаплауҙы булырға тейеш. Мәйетте ҡоротабыҙ, марля өҫтөндә ҡала, хушбый һибергә. Йыуыу таҡтаһынан алып шәйләнгән урынға һалабыҙ. Таҫтамалдар, лифафа һәм ҡамис өҫтөнә һалғас әхирәт күлдәге кейҙерелә. Ҡамис һәм лифафа менән урайбыҙ һәм өс сепрәк-бау менән баш, аяҡ һәм күкрәктән еңелсә бәйләйбеҙ.
Хатындарға, кәфенләү тәртибе башҡаса: тәүҙә ҡамис кейҙерелә, уның өҫтөнә сәстәрен ике толом итеп үреп, күкрәгенә ябыла. Химар бәйләнә, башына яулыҡ бөркәндерелә. Изар урала, уның өҫтөнә лифафа. Һуңынан хирҡа менән уралып, күкрәк өҫтөнән бәйләнелә.
Йыуғанда ҡулланылған барса ней-буһал сығарыла, бүлмә ипкә килтерелә. Шунан һуң йыуыусылар сығып яңынан тәһәрәтләнәләр. Имам, мәйеттең күкрәк ҡаршыһына уң яғынан ултыра, мәйетте оҙатырға килгән халыҡ уңайы булғанса урынлашалар.
Имам тәүҙә, Ҡөрьән Кәримдән Йәсин сүрәһен уҡый, уаҡыт ҡыҫтау булһа, ҡырыҡ һигеҙенсе аятҡа тиклем, уаҡыт имкәм булһа тулыһынса уҡырға.
Йәсин.
Йәсин уҡып доға ҡылғас, тәһлил бағышлайбыҙ. Туҡһан туғыҙ – лә иләһә иллә Ллаһу, йөҙөнсөһө Мөхәммәти РәсүлүЛлаһи, салла Ллаһу ғәләйһи үә сәлләм, тиеп бөтөргәс, доға; Аллаһумма баллиғ ҫауаба тәһлиләнә илә рухи һаҙәл мәйиту, – фәлән улы фәләнгә йәки фәлән ҡыҙы фәләндең рухына, — үә ғфирһү үә баллиғһу илә рәхмәтикә. Бирәхмәтикә йә-әрхмә-әррәхиминә. Аллаһу Әкбәр!
Имам, йәмәғәткә ҡарап, һорау ала; Был кеше яҡшы кеше инемә, тиеп, өс мәртәбә. Яуап алғас икенсе һорау; Бурыстары юҡ инеме, тиеп, өс тапҡыр. Ошо һорау – яуптарға доға уҡый. Гүр хәйеренә һәм таратылған күрескә доға уҡылғас, мәйетте сығарабыҙ урамға.
Өйҙән сыҡҡанда мәйеттең аяҡтары алда, башы артта. Носилка ға һалына, хатын-ҡыҙ булһа носилканың өҫтөнән сәмбәрә ҡуйыла. Урамға сыҡҡас баш яҡты алға сығаралар, шулай зыяратҡа тиклем. Зыяратта, электән зиназа намаҙы уҡылған хосус урынға ҡуябыҙ. Ундай урын булмаһа, имам үҙе ҡыбла яҡты табып мәйетте урынлаштыра.
Имам мәйеттең күкрәк ҡаршыһына баҫа.
Имамдың артынан өс рәткә теҙелә таҡ һанлы яҡын туғандары, тәһәрәтле булһалар хәйерле. Туғандары булмаһа мәйетте оҙата килгән кешеләр.
Имамдың артынан өс кеше баҫа шул өсәүҙең артынан ике кеше уларҙың артынан берәү баҫа. Кем нисек теләй шулай баҫырға ярамай.
Имам зиназа намаҙын уҡый;
1. Аллаһы Тәғәләгә хәмед-сәнә өсөн,бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт салла Ллаһу ғәләйһи үә ссәләмгә салауат-шәриф өсөн, ошо мәйеткә сауаб-доға өсөн,
зиназа намаҙын уҡыр өсөн йөҙөмде йүнәлттем ҡыбла тарафына лиЛлаһи хәлисән Тәғәлә. Имам ҡулдарын күкрәк бейеклеге тиклем генә күтәрә. Беренсе тәкбирҙе әйтә;
“Аллаһу Әкбәр”. Ҡулдар кендек аҫтында бағлана.
2.Субханәкә Ллаһумма үә бихәмдикә үә тәбәрәкә смукә үә Тәғәлә жәллүкә. Икенсе тәкбир; “Аллаһу Әкбәр”! Ҡулдар күтәрелмәй, тик баш ҡағыла.
3.Аллаһумма салли ғәлә сәййидинә Мөхәммәт үә ғәлә әлиһи Мөхәммәт. Кәмә сәлләйтә ғәлә Ибраһима үә ғәлә әлиһи Ибраһима. Иннәкә хәмидум мәджид. Аллаһумма бәрик ғәлә Мөхәммәт үә ғәлә әлиһи Мөхәммәт. Кәмә бәрәктә ғәлә Ибраһима үә ғәлә әлиһи Ибраһима. Иннәкә хәмидум мәджид. “Аллаһу Әкбәр”!
4.Аллаһумма ғфирли хәййинә, мәййитинә, шаһидинә, ғәййибинә, зәкәринә, сәғиринә, сәғидинә үә унсана. Аллаһумма мән әхйәйтәһү миннә фи әхйиһи ғәләл Ислами. Үә мән тәүәффәйтәһү миннә фәтәүәффәһү ғәләл Имани. Ирҙәргә доға; “Аллаһумма ин кәнә һәҙәл мәййитү мухсинән фәзид фи ихсәниһи үә ин кәнә муссиййән фәтәджәүз ғәнһү”.
“Аллаһу Әкбәр”!
Хатындарға доға; “Аллаһумма ин кәнәт һәҙиһи мәййити мухсинәт фәзид фи ихсәниһи үә ин кәнәт муссиййинәт фәтәджәүз ғәнһү”.
“Аллаһу Әкбәр”!
Уң яҡҡа; “Әссәләму ғәләйкүмү үә рәхмәтүЛлаһи”! Уң ҡулды төшөрәләр.
Һул яҡҡа; “Әссәләму ғәләйкүмү үә рәхмәтүЛлаһи”! Һул ҡулды төшөрәләр.
Сәләм биргәндән һуң, ирҙәргә лә хатындарға ла ошо доға уҡыла; “Рабби ғфир ләнә үә ли һәҙәл мәйити үә фсәх ләһү фи ҡәбриһи. Аллаһумма зид әджрәһү үә лә тузилләнә”.
Мәйет, диуана кеше йәки сабый бала булһа өсөнсө тәкбирҙән һуң был доға уҡыла; “Аллаһумма джғәль һәҙәл мәйитә ләнә фәртән үә ҙухрән үә джғәльһү ләнә шәфиғән үә мушәффиғән”.
Ҡәбер алдына апарабыҙ, носилкала. Ҡәбергә өс кеше төшә. Өҫтәгеләр әперәләр, ҡәберҙәгеләр алғас ләхеткә килештереп һалалар. Мәйетте ләхеткә һалған саҡта, имам, доға уҡый; “БисмиЛләһи, үә ғәлә милләти РәсүлиЛлаһи”, тиеп.
Мәйет хатын-ҡыҙ булһа ләхеткә урынлаштырғанса ҡәбер ауыҙы сәмбәрә, йә башҡа төрлө шаршау-ҡаплауысман ҡаплаулы булырға тейеш.
Мәйетте урынлаштырғас – икәү сыға, өсөнсө кеше ләхетте таҡталар менән ябып сыға. Шунан һуң, имам услап өс тапҡыр ҡәбергә балсыҡ ташлай ҙа, Ҡөрьән Кәримдәге егерменсе Та һа сүрәһенең илле бишенсе аятын уҡый; беренсеһендә-“Минһәә хәләҡнәкүм”, икенсеһендә-“Үә фииһә нуғиидүкүм”, өсөнсөһендә-“Үә минһәә нухриджүкүм тәрәөтән ухраә”, был тәрән мәғәнәле аяти-доға, беҙгә, кешенең тупрактан барлыкка килеп, унан сығыуы һәм һуңынан шунда кире инеүен күҙебеҙ алдына килтерә. Күмелә. Күмеп бөткәс.
Имам, ҡәберҙең уң яғынан, мәйеттең күкрәк тапҡырында, йәмәғәткә ҡарап тағы һорау ала; был кеше яҡшы кеше инемә, -тиеп, 3мәртәбә. Зиназа ла
ҡатнашыусы халык, якшы, якшы ине, -тиеп яуаплауы, ошо мәйеткә теге доньяға үтеүенә еңеллектәрҙең бер сәбәбе.
Яуап алғас икенсе һорау; бурыстары юҡ инеме, -тиеп, 3мәртәбә. Ошо һорауға ла дәлил алынғас – яуптарға доға уҡый.
Ҡәберҙең дүрт мөйөшендә дүрт кеше, өс тапҡыр Ихлас сүрәһен уҡыйҙар. Былар уҡып бөткәс, имам зыяраттағы зиназала “ЛиЛлаһи ны”, йә “Лә йәстәүийә не”уҡый һәм мәйет сыҡҡан өйгә мөмкинсә тиҙерәк барып, Ҡөрьән Кәримдән берәй ҡыҫҡа сүрәнең аяттарын уҡып зиназаны тамалай.
ЛиЛлаһи.
Әғуҙү биЛләһи минә шайтани-иррәджим. БисмиЛләһи ррахмәни-иррәхим.
284. ЛиЛлаһи мәә фи ссамаүәти үә мә фил ардҙи, үә ин түбдүү мә фи әнфүсикүм әү түхфүүһү йүхәсибкүм биһи Ллаһу, фәйәғфирү лимәй йәшәәьү үә йүғәҙҙибү мәй йәшәәьү үә Ллаһу ғәлә күлли шәйьин ҡәдир. 285. Әмәнә ррәсүүлү бимәә үнзилә иләйһи мир Рәббиһи үәл мөүьминүүнә, күллүн әмәнә би Лләәһи үә мәләәьикәтиһи үә күтүбиһи үә рүсүлиһи, ләә нүфәрриҡу бәйнә әхәдим мир рүсүлиһи, үә ҡәлү сәмиғнәә үә атәғнә, ғүфрәәнәкә Рәббәнә үә иләйкәл мәсиир. 286. Ләә йүкәллифү Ллаһу нәфсән иллә үәсғәһәә, ләһә мә кәсәбәт үә ғәләйһә мә ктәсәбәт, Рәббәнә лә түьәхиҙнә ин нәсиинә әү ахтәьйнә, Рәббәнә үә лә тәхмил ғәләйнәә исран кәмә хәмәлтәһү ғәлә лләҙинә мин ҡәблинә, Рәббәнә үә лә түхәммилнә мә лә тәҡәтә ләнәә биһи, үәғфү ғанна үәғфир ләнә үә рхәмнә, әнтә мәүләнә фәнсурнә ғәләл ҡәүмил кәфириин.
لِلَّهِ مَا فِي السَّمَاوَاتِ وَمَا فِي الْأَرْضِ وَإِنْ تُبْدُوا مَا فِي أَنفُسِكُمْ أَوْ تُخْفُوهُ يُحَاسِبْكُمْ بِهِ اللَّهُ فَيَغْفِرُ لِمَنْ يَشَاءُ وَيُعَذِّبُ مَنْ يَشَاءُ وَاللَّهُ عَلَى كُلِّ شَيْءٍ قَدِيرٌ(284)آمَنَ الرَّسُولُ بِمَا أُنزِلَ إِلَيْهِ مِنْ رَبِّهِ وَالْمُؤْمِنُونَ كُلٌّ آمَنَ بِاللَّهِ وَمَلَائِكَتِهِ وَكُتُبِهِ وَرُسُلِهِ لَا نُفَرِّقُ بَيْنَ أَحَدٍ مِنْ رُسُلِهِ وَقَالُوا سَمِعْنَا وَأَطَعْنَا غُفْرَانَكَ رَبَّنَا وَإِلَيْكَ الْمَصِيرُ(285)لَا يُكَلِّفُ اللَّهُ نَفْسًا إِلَّا وُسْعَهَالَهَا مَا كَسَبَتْ وَعَلَيْهَا مَا اكْتَسَبَتْ رَبَّنَا لَا تُؤَاخِذْنَا إِنْ نَسِينَا أَوْ أَخْطَأْنَا رَبَّنَا وَلَا تَحْمِلْ عَلَيْنَا إِصْرًا كَمَا حَمَلْتَهُ عَلَى الَّذِينَ مِنْ قَبْلِنَا رَبَّنَا وَلَا تُحَمِّلْنَا مَا لَا طَاقَةَ لَنَا بِهِ وَاعْفُ عَنَّا وَاغْفِرْ لَنَا وَارْحَمْنَا أَنْتَ مَوْلَانَا فَانصُرْنَا عَلَى الْقَوْمِ الْكَافِرِينَ لَبَتْ(286
Тәбәрәк – мүлк.
Мүлк сүрәһе уҡыла (ошо биттә //nazir1965.com/do%D2%93alar/m%D2%AFlk-t%D3%99b%D3%99r%D3%99k-s%D2%AFr%D3%99%D2%BBe.html#more-2807 )
Йәсин сүрәһе уҡыла (ошо биттә //nazir1965.com/do%D2%93alar/j%D3%99sin.html)
Ҡырыҡ аҡшам йәки ҡырыҡ йәсин.
Әғуҙү биЛләһи минә шайтани-иррәджим. БисмиЛләһи ррахмәни-иррәхим.
Мәйетте ерләгән көндөң аҡшам намаҙынан башлап мәйеткә бағышлап, ҡырҡынсы көнгә тиклем, өҫтәлмә ике рәкәғәт нәфилә намаҙы, уҡыла. Был намаҙҙарҙы уҡыу мәйетте өйҙән сығарыр алдынан, мәйеттең туғандары, берәй ышаныслы намаҙ уҡыусы кешемән килешеп, ҡырыҡ ахшам йолаһын шуға тапшыралар.
Был йоланың икенсе төрө бар, уныһы ҡырыҡ йәсин уҡыу.
Ҡырыҡ йәсинде уҡыусы мәйетте ерләгән көнө уҡ, аҡшам намаҙынан һуң, беренсе ултырышта йәсин сүрәһен мәйеткә бағышлап ҡырыҡ тапҡыр уҡыһа, йоланы шуныңса тамамлай ала. Улай итмәһә, үҙенең көндәлек мөмкинселектәренә килештереп, төрлөсә, күпме уҡый ала, шуныңса, аҡшам намаҙҙарынан һуң мәйеткә бағышланған ҡырыҡ йәсинде уҡып бөтөргә тейеш. Ғәрәпсә тәжвид менән таҙа итеп уҡыусылар һирәк булғанлыҡтан,
халҡыбыҙҙа, беренсе вариантта үткәрелгән дини йолабыҙ уңайлыраҡ. Намаҙ уҡыусы булһа, шул етә. Йәсинде тулыһынса ятҡа белеүселәр ҙә әлегесә күп түгел.
Мәйеттең иҫтәлегенә арналған ҡырҡынсы көндөң мәжлесендә ахшам намаҙындағы ике рәкәғәт нәфилә намаҙы уҡыусыла ошо йоланы тапшырыу тәртибе. Йолаға йыйылған кешеләр урындарына ултырышып тынысланғас.
Имам.
Бына бөгөн, беҙ, Ислам динендәге шәриғәт ҡанундарына таянып, бынан ҡырыҡ көн элек фәлән улы фәләнгә йәки фәлән ҡыҙы фәлән рухына ҡарата беҙгә йөкләтелгән ҡырыҡ аҡшам намаҙҙарының бурысын, имам Әғзәмебеҙ Абу Хәнифә мәҙхәбендә урынлашҡан тәртиб-йолаһы буйынса яҡын, туған-тумасаһына ошо бурысын тапшырабыҙ.
Әл хәмду лиЛлаһи Раббил ғәләмин. Үә ссәләтү үә ссәләмү ғәлә рәсүлинә Мөхәммәдин үә ғәлә әлиһи үә әсхәбиһи әджмәғийн. Әғуҙү биЛләһи минә шшайтани иррәджим. БисмиЛләһи ррахмәни иррәхим.
Илайһи Аллаһы Тәғәләнең ризалығы һәм Уға хәмед-сәнә өсөн, бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт Мостафа салла Ллаһу ғәләйһи үә ссәләмгә салауат-шәриф һәм уның шәфәғәте өсөн нийәт ҡылып ҡырыҡ көн уҡыған аҡшам намаҙҙарымдағы Ҡөрьән Кәрим сүрәләренең әжер-сауабтарын бағышланым фәлән улы фәләнгә йәки фәлән ҡыҙы фәләнгә теге донья — Әхирәттә иманы юлдаш булһын өсөн, Мизанда изге ғәмәлдәрен үлсәгәндә ярҙам өсөн, Сират күперен үткәндә еңеллек өсөн, Ҡиәмәт көнөндә сауаб-доға өсөн, ауыр тупрағы еңел һәм йомшаҡ булһын өсөн, тар-ҡараңғы ҡәберенә иман нуры тулһын өсөн, бирәхмәтикә йә әрхәмә-әррәхиминә, Аллаһу Әкбәр.
Субханә Ллаһи үәл хәмдү лиЛлаһи үә лә иләһә иллә Ллаһу үә Аллаһу Әкбәр. Үә лә хәүлә үә лә ҡеүәтә иллә биЛлаһи ғәлийүл ғәҙийм. Маа шааь Ллаһу кәнә үә мәә ләм йәшәәь ләм йәкүн.
Сүрә Ихлас. Өс тапҡыр.
بسم الله الرحمن الرحيم
4قُلْ هُوَ اللَّهُ أَحَدٌ(1)اللَّهُ الصَّمَدُ(2)لَمْ يَلِدْ وَلَمْ يُولَدْ(3)وَلَمْ يَكُنْ لَهُ كُفُوًا أَحَدٌ(
БисмиЛләһи ррахмәни-иррәхим.
1.Ҡөл һеүә Ллаһу әхәде. 2.Аллаһу ссәмәд. 3.Ләм йәлид үә ләм йүләд. 4.Үә ләм йәкүл-ләһү күфүүән әхәдем.
بسم الله الرحمن الرحيم Сүрә фәләҡ.
قُلْ أَعُوذُ بِرَبِّ الْفَلَقِ(1)مِنْ شَرِّ مَا خَلَقَ(2)وَمِنْ شَرِّ غَاسِقٍ إِذَا وَقَبَ(3)وَمِنْ شَرِّ النَّفَّاثَاتِ فِي الْعُقَدِ(4)وَمِنْ شَرِّ حَاسِدٍ إِذَ حَسَدَ(5) ا
БисмиЛләһи ррахмәни-иррәхим.
1.Ҡөл әғуҙү биРаббил фәләҡ. 2.Мин шәрри мәә халәҡ. 3.Үә мин шәрри ғәәсиҡин иҙа уаҡаб. 4.Үә мин шәрри ннәффәҫәәти фил ғуҡәд. 5.Үә мин шәрри хәәсидин иҙәә хәсәд. Сүрә ннас.
بسم الله الرحمن الرحيم
قُلْ أَعُوذُ بِرَبِّ النَّاسِ(1)مَلِكِ النَّاسِ(2)إِلَهِ النَّاسِ(3)مِنْ شَرِّ الْوَسْوَاسِ الْخَنَّاسِ(4)الَّذِي يُوَسْوِسُ فِي صُدُورِ النَّاسِ(5)مِنْ الْجِنَّةِ وَالنَّاسِ
БисмиЛләһи ррахмәни-иррәхим.
1.Ҡөл әғуҙү биРабби ннәәс. 2.Мәлики ннәәс. 3.Иләәһи ннәәс. 4.Мин шәррил үәсүәәсил ханнәәс. 5.Әлләҙии йуүәсүисү фии судуүри ннәәс. 6.Минәл джиннәти үә ннәәс.
Ошо сүрәләрҙән һуң Фатиха сүрәһе уҡылғас.
Имам аят укый.
Мәҫәлән, хәшр сүрәһенең, лә йәстәүии өҙөгөн.
Әғуҙү биЛләһи минә шайтани-иррәджим. БисмиЛләһи ррахмәни-иррәхим.
20. Лә йәстәүии әсхәбү ннәри үә әсхәәбүл джәннәти әсхәбүл джәннәти, һүмүл фәәьизүн. 21. Ләү әнзәлнәә һәҙәл Ҡөрьәнә ғәлә джәбәлил ләраьәйтәһү хәәшиғәм мүтәсәддиғәм мин хәшйәти Ллаһи, үә тилкәл әмҫәлү нәдҙрибүһә ли ннәси ләғәлләһүм йәтәфәккәрүүн. 22. Һеүә Ллаһу лләҙии лә иләһә иллә һеүә ғәәлимүл ғәйби үә шшәһәәдәти һеүә ррахмәну ррәхим. 23. Һеүә Ллаһу лләҙии лә иләһә иллә һеүә әл мәликүл ҡуддусу ссәләмүл мөүьминүл мүһәйминүл ғәзиизүл джәббәәрүл мүтәкәббирү, сөбхәнә Ллаһи ғәммә йүшрикүүн. 24. Һеүә Лләһүл хәлиҡүл бәрииьүл мусаәүүирү, ләһүл әсмәәьүл хүснә, йүсәббихү ләһү мә фи ссамаүәти үәл ардҙи, үә һеүәл ғәзизүл хәким.
لَا يَسْتَوِي أَصْحَابُ النَّارِ وَأَصْحَابُ الْجَنَّةِ أَصْحَابُ الْجَنَّةِ هُمْ الْفَائِزُونَ(20)لَوْ أَنْزَلْنَا هَذَا الْقُرْآنَ عَلَى جَبَلٍ لَرَأَيْتَهُ خَاشِعًا مُتَصَدِّعًا مِنْ خَشْيَةِ اللَّهِ وَتِلْكَ الْأَمْثَالُ نَضْرِبُهَا لِلنَّاسِ لَعَلَّهُمْ يَتَفَكَّرُونَ(21)هُوَ اللَّهُ الَّذِي لَا إِلَهَ إِلَّا هُوَ عَالِمُ الْغَيْبِ وَالشَّهَادَةِ هُوَ الرَّحْمَانُ الرَّحِيمُ(22)هُوَ اللَّهُ الَّذِي لَا إِلَهَ إِلَّا هُوَ الْمَلِكُ الْقُدُّوسُ السَّلَامُ الْمُؤْمِنُ الْمُهَيْمِنُ الْعَزِيزُ الْجَبَّارُ الْمُتَكَبِّرُ سُبْحَانَ اللَّهِ عَمَّا يُشْرِكُونَ(23)هُوَ اللَّهُ الْخَالِقُ الْبَارِئُ الْمُصَوِّرُ لَهُ الْأَسْمَاءُ الْحُسْنَى يُسَبِّحُ لَهُ مَا فِي السَّمَاوَاتِ وَالْأَرْضِ وَهُوَ الْعَزِيزُ الْحَكِيمُ ْبِ(24)
Ҡөрьән уҡығас бағышлау доғаһы.
Аллаһумма баллиғ ҫауаба мәҡүүәрийә фи һәҙиһи ссәғәти шәрифәти мин китабикәл кәрими илә әрүәхил джәмиғил әмүәтил муслиминә кәффәтәү үә ғәммәтән хусусән фәлән улы фәләнгә йәки фәлән ҡыҙы фәләнгә минһум илә әрүәхи әҡрәбинә , әлләҙинә үҙкүрүһум биллисани.
Аллаһумма баллиғ ҫауабуһә Ҡүрьәнәһү илә рухи сәййидинә үә шәфиғинә Мөхәммәт Мостафа салла Ллаһу ғәләйһи үә ссәләм. Үә илә әрүәхи әлиһи әзүәджиһи үә әсхәбиһи ридҙуану Ллаһи Тәғәлә ғәләйһим. Үә илә әрүәхи джәмиғил әнбиййәәьи үәл мүрсәлинә үәл әүлиййәәьи үә ссәлихинә. Үә илә әрүәхи джәмиғи устазинә үә мушәййәхинә. Үә илә әрүәхи абәәьинә үә үммәһәтинә үә әхүәәиинә үә әхүәәтинә үә әҡрәбинә хәсәнәтәү үә лиман ссәнәбә доғаәәл хәйри үә лиман хаҡҡу ғәләйнә. Илә әрүәхи джәмиғил муслиминә үәл муслимәтү үәл мөүьмининә үәл мөүьминәтү әл әхьййәә минһум үәл әмүәтинә. Иннәкә мухиббу ддәғүәти үә рәфиғу ддәрәжәти үә мунзилүл бәрәкәти үә ҡадҙҙиййу хәжжәти.
Бирәхмәтикә йә әрхәмә-әррәхиминә. Аллаһу Әкбәр.
Хөтбә джәмиғи.
Әл хәмдү лиЛлаһи (3мәртәбә)ғәзизил ғәффари. Әл ләҙии нәүүәрә ҡулүбәл ғәрифинә би әҫәрил әнүәри.
Әғуҙү биЛләһи минә шшайтани-иррәджим. БисмиЛләһи ррахмәни-иррәхим. Әссәләму ғәләйкүмү рәхмәтуЛлаһи үә бәрәкәтүһү мөхтәрәм ҡәрҙәш –яҡташтар, ағай-эне мосолмандар.
Барса ғәләмдәрҙе, күктәр менән ерҙе, кешеләр һәм ендәрҙе, хайуандар һәм үҫемлектәрҙе юҡтан бар итеүсе һәм тәрбиәләүсе Собханәһү үә Хаҡ Тәғәлә – Раббыбыҙға, күңел түрҙәребеҙҙән ихлас һәм ҙур-ҙур маҡтау-хәмедтәребеҙ булһын. Бәйөк көс Эйәһе ғәзиз һәм ғәфүр Аллаһҡа.
Әшһәду әнлә иләһә иллә Ллаһу үәхдаһу лә шәрикә ләһүл үәхидүл Ҡаһһәрү. Үә әшһәду әннә Мөхәммәдән ғәбдүһү үә рәсүлүһүл мухтәру. Салла Ллаһу Тәғәлә ғәләйһи үә ғәлә әлиһи үә әсхәбиһил әхйәри. Аллаһумма рдҙа ғән Әби Бәкрин үә Ғүмәрә үә Ғуҫмана үә Ғәлиййии үә ғән сәьири әсхәби үә ттабиғина.
Бер Аллаһтан башҡа илаһи зат юҡлығына шаһитлыҡ ҡыламын. Ул берәү генә. Юҡ Уның иптәш-тиңдәше. Ул Үҙенең берлегендә Ҡаһһәр. Шулай уҡ шаһитлыҡ ҡыламын һәм сәләм, салауаттарыбыҙ Уның ғабидына, мөхтәрәм зат, илсеһе һәм рәсүле Мөхәммәт Мостафа салла Ллаһу ғәләйһи үә ссәләмгә. Һәм сәләм, салауаттарыбыҙ уның сәйид һәм шәриф ғәиләһенә, сәхиб-ярандарына һәм уларға эйәргән тәбиғиндәргә. Доға.
Раббәнә әмәннә фәғфирләнә үә рхәмнә үә анта хәйрү ррәхиминә.
Ошо дин Исламыбыҙҙа сәләм-салауаттарға тулы сәййидүл әййам йома хөтбәһенең хәмед-маҡтауҙан һуң әйткәнебеҙ. Хоҙай Тәғәләбеҙҙең кешелек доньяһын яҡтыртҡан нуры һәм шул нур балҡышы таралтҡан мәғрифәт яҡтылығы тураһында. Уның нурҙары – әл ләҙии нәүүәрә – күптәребеҙҙең күңел-йөрәктәрен, мәғрифәтселек яҡтылығына нурландырҙы – ҡулубәл ғәрифинә би әҫәрил әнүәри.
Хаҡ Китабыбыҙ – Ҡөрьәндәге “Нур” һәм башҡа сүрәләрендә лә әйтелгән нуры. اللَّهُ نُورُ السَّمَاوَاتِ وَالْأَرْضِ مَثَلُ نُورِهِ
Аллаһ – нуры күктәргә һәм ергә. Шул нурҙың яҡтылығы, беҙҙе джәһилиәт аң ҡараңғылығынан мәғрифәткә, руханилыҡ белеменең яҡтылығына сығара. Шул сәбәптән, кешеләрҙең- халыҡтарҙың, бер төркөмө, мөүьмин-мөүьминә, муслим-муслимәләре, Хоҙай Тәғәләбеҙ алдында, мәғрифәт яҡтылығында үҙҙәрендәге кешелек сифати булмыштарында юғары дәрәжәгә күтәрелергә тырышалар.
Динебеҙҙең асылын, яҡтылыҡ-таҙалығын күрһәткән Ҡөрьән Кәримебеҙҙең аяттары, ысынбарлыҡтағы кисерештәребеҙ аша, рухи һәм доньяуи йәшәйеш көнкүрешебеҙҙе ғәҙел баһалап, икеһенеңдә мәғәнәһен беҙгә дөрөҫ, аныҡлай (проявляет) һәм асыҡлай (проясняет). Шуныңса, беҙгә, дини һәм доньяуи тормошобоҙҙо берҙәмлектә йәшәү рәүешен аңлата. Шуға күрә лә, беҙ, һәр ҡайһыбыҙ, бер аҙ булһа ла зиһен-зирәклегебеҙҙе ҡуҙғалтһаҡ, Хоҙай Тәғәләбеҙ ебәргән нур яҡтылығы аша, Мөсхәф Шәриф аяттарының логик (мантыйк)
рәтле ышаныслығы һәм уларҙың иҫ киткес аңлайышлығы, тормошобоҙҙағы ысынбарлыҡҡа тура килеүенә төшөнәбеҙ.
Аллаһыбыҙ биргән нур, кешелек доньяһын мәғрифәт-белем яҡтылығында, дин Исламда, сиратуль мустаҡим юлын һайлап йән-тәнебеҙҙе, күңелебеҙҙе сафлыҡ-таҙалыҡта тоторға ылыҡтыра. Нәмәгә бәйләнгән, нимә лә һуң ошо ылыҡтырғыс нурҙың төбө-нигеҙе? Үрҙә телгә алынған бер нисә һөйләмебеҙҙәге – Дин, тигән һүҙҙә. Дин, дин-тиебеҙ, нимә була, ул дин? Кеше бит был төшөнсәне аңлар өсөн нисәмә төрлө уйҙарға бата, нимәләр генә кисермәй. Уйөрөшен(мышление) бар тарафтарға юнәлтә. Унда ла, бында ла юлыҡҡан табыштары; йәһәттән генә, бер, етди, йә ҡәтғи нәтижәгә килтермәй. Шулай ҙа кеше дингә килә һәм уны үҙенеке итеп, диндәри шәхескә әйләнә. Тимәк, нимәлер кешене ылыҡтыра дингә. Уны бит ҡулға тотоп булмай, күҙгә күренмәй, еҫе лә, тәме лә һиҙелмәй, һымаҡ. Әйе, барыһы ла дөрөҫ һәм сәбәптәре ниндәй генә булмаһын, кешеләр илаһиәт доньяһына инә лә, үҙенә дин һайлай. Һәрсәбеҙ, үҙебеҙ һайлаған юлдан барһаҡта, барыбыҙҙы ла ундағы төрлө һуҡмаҡтар, үҙенсә, бергә бәйле ысулдарының бер нисә сәбәбе аша, беҙҙе, бергә тоташтыра һәм һәр кемебеҙ,элгәре күренмәгән, тойолмаған тәмдәр, төҫтәр тоябыҙ һәм күрәбеҙ. Шулар беҙҙе, Оло, тапҡыр юлға сығара, йәғни, сиратүл мустәҡимгә баҫабыҙ. Ә был һүҙҙәр нимә аңлата һуң беҙгә, сығышы ҡайҙан, нигеҙе нимәлә? Төрлөсә яуап бирергә була. Шулай итәйек әле. Яуаптарҙы ябайлаһаҡ, Иманға килдем, Аллаһтың барлығына һәм берлегенә инандым(убежден), тип, һүҙҙе оҙайтмаҫҡа ла була. Ә, бына, ҡайһы берәүҙәр, Аллаһ, Иман, Ислам тигән һүҙ-төшөнсәләрҙе ентекле һәм етди ҡарашһыҙ, еңелсәуйлы(легкомысленно), дини мөнәсәбәттәргә ныҡлы бәйләмәй. Бына ошондай Иманы төптән ныҡлы булмағандар тураһында, Собхәнәһү үә Хаҡ Тәғәлә Ҡөрьән Кәримендә, Бәҡәрә сүрәһенең 8-се аятында, әйтә.
ومِنْ النَّاسِ مَنْ يَقُولُ آمَنَّا بِاللَّهِ وَبِالْيَوْمِ الْآخِرِ وَمَا هُمْ بِمُؤْمِنِينَ
Кешеләр араһында бар шундайҙар; Беҙ Аллаһҡа һәм Һуңғы, Әхирәт көнөнә Иман килтерҙек, тип. Әммә улар төптән Иманһыҙ. Ундайҙарҙа ысын инаныу(убежденность) юҡ. Хәҙерге сә әйткәндә, нимә халыҡ ара модалы, йәки, халыҡта ҙур иғтибарҙа, күҙ уңында булһа, улар һис шикһеҙ шунда. Публицистик телдә, коньюнктурщик, ә халыҡ приспособленец, тип әйтә. Ә, Хоҙай Тәғәлә, уларҙы ялған һүҙлеләр, алдаҡсылар рәтенә индергән һәм шул уҡ сүрәнең 9-сы аятында тағы ла асыҡлай.
يُخَادِعُونَ اللَّهَ وَالَّذِينَ آمَنُوا وَمَا يَخْدَعُونَ إِلَّا أَنفُسَهُمْ وَمَا يَشْعُرُونَ
Улар Аллаһты һәм иманлыларҙы алдарға маташа, әммә улар үҙ-үҙҙәрен генә алдағанын аңламайҙар, тип, әйтә беҙгә Аллаһы Тәғәлә.
Тапҡыр һүҙ һәм дөрөҫлөктөң ҡиммәтенә баһа бирә белмәй, ялған һүҙҙең, алдашыуҙың зыян, зарарлығының яманлыҡҡа илтеүен иҫәпкә алмауҙан. Ике йөҙлөлөктә бының үрсеү-үҫеше. Йә, алдаһындар беҙҙе, үҙҙәренә-үҙҙәре ялған һалһын, шунан артмай ҙа инде уларҙың ҡылған яманы. Ә, улар, беҙҙе һәм үҙҙәрен алдағанына ҡәнәғәтләнмәйсә, баштарындағы уйҙары һай булғанлыҡтан, Аллаһы Тәғәләне лә алдарға маташалар. Улар аңларға
теләмәй, Хоҙай Тәғәлә кешене генә түгел, ә барса ғәләминдәрҙе күреүсе, ишетеүсе һәм белеүсе икәнен һәм Хаҡ Тәғәлә Аллаһтың бөйөк ҡөҙрәт көс Эйәһе икәненә ышанып етмәүҙән. Хаҡ әл Йәҡин Китабыбыҙҙың Фәтх сүрәһенең 11-се аятында әйтелә;
يَقُولُونَ بِأَلْسِنَتِهِمْ مَا لَيْسَ فِي قُلُوبِهِمْ
Уларҙың телдәре, ҡәлб-йөрәктәрендә булмағанды, һөйләй, тип.
Эйе, Аллаһ, Иман, Ислам тигән төшөнсәләр уларҙың күңел төптәренә төшмәгән. Йән-тәндәрендәге, ҡоттарындағы, кешеләр өсөн бик кәрәкле илаһи әхләҡиәт һәм Раббыбыҙҙан килгән нур яҡтылығын ғәмһҙелек ҡаплаған. Нур сүрәһенең 40-сы аятында, Аллаһ нур бирмәгән кешегә нур булмаҫ, тип, әйтә лә инде.
وَمَنْ لَمْ يَجْعَلْ اللَّهُ لَهُ نُورًا فَمَا لَهُ مِنْ نُور
Донъялар шулай яратылған; бер яманға – бер яҡшы. Ҡөрьән Кәримдә кешеләр араһындағы айырмалар тураһында күп кенә сүрәләрҙә әйтелә. Бына шуларҙың береһе, беҙгә нимә ти, “Бәҡәрә” сүрәһенең 207-се аятында.
وَمِنْ النَّاسِ مَنْ يَشْرِي نَفْسَهُ ابْتِغَاءَ مَرْضَاةِ اللَّهِ وَاللَّهُ رَءُوفٌ بِالْعِبَادِ
Беҙҙе лә Хоҙай Тәғәләбеҙ ошолай рааьафум бил ғибадилары рәтенә индереп һәм Үҙенә генә сәждә ҡылыусыларҙан итеп башҡа берәүгә лә мохтажлыҡҡа төшөрмәһен инде.
Доға. Рабби ғфир үә рхәм үә анта хәйру ррәхимина.
Мөхтәрәм мөүьмин-мөүьминәләр, мөслим-мөслимәләр, ҡәрҙәш-яҡташтар, Аллаһу Раббыбыҙ Ҡөрьәненең “Ғимран” сүрәһенең 104-се аятында былай, тип, әйтә; وَلْتَكُنْ مِنْكُمْ أُمَّةٌ يَدْعُونَ إِلَى الْخَيْرِ وَيَأْمُرُونَ بِالْمَعْرُوفِ وَيَنْهَوْنَ عَنْ الْمُنْكَرِ وَأُوْلَئِكَ هُمْ الْمُفْلِحُون
Арағыҙҙа булһын бер өммәт, улар изгелеккә дәғүәт, яҡшылыҡҡа әмер ҡылһындар һәм яуызлыҡ-мөнкирҙе тыйыусыларҙан булһалар, улар һәм уларға эйәреүселәр, Аллаһтың алдында, уңышлылар(муфлихундар). Әйе, ҡәҙерле йәмәғәт, бәлки иғтибар итһәгеҙ ошондай гүзәл имләле әйтелгән дәғүәти аяттар Хоҙайыбыҙҙың изге Китабында, һис шикһеҙ, төрлө сүрәләрендә бер нисә тапҡыр, уҡығанһығыҙҙыр. Шулай бер нисә тапҡыр, ҡабатланауы менән был изге һүҙҙәр кешеләрҙең күңелдәрен арбай, йөрәктәрҙең төпкөлдәренә үтеп инә. Бына,бөгөн, ошо мәсеткә килеп йома хөтбәһен тыңлаусылар, һеҙгә, динебеҙ Ислам исеменән мөрәжәғәтебеҙ; берҙәм булайыҡ. Һәм, һеҙ, һәр ҡайһығыҙ, үҙегеҙҙең яҡын туғандарығыҙҙы, дуҫ-иштәрегеҙҙе рухият яҡтылығына, дини әхләҡиәт таҙалығына өндәгеҙ, саҡырығыҙ. Дин юлына өндәү, саҡырыу һәм уға ылыҡтырыу, Хоҙай Тәғәлә алдында, беҙҙең бөтәбеҙҙең дә ҙур бурысыбыҙ, һәм юһығынса әжер-сауабыла әҙ түгелдер.
Шул рәүешле Ислам динендәге халыҡтар күбәйгәндән-күбәйә. Йылдар үткән һайын, кешелек доньяһында мосолмандар йөҙәр-йөҙәр меңгә арта. Аҡыл – уйҙарын киңерәк һәм тәрәнерәк эшләткән кеше Исламиәт тормошоноң таҙалығын күреп, ундағы саф мөнәсәбәттәрҙең игелеклеге,
мосолмандар рәхимлек юлына өндәгәненә төшөнөп, улар ҙа ошо яҡтылыҡҡа ылығалар һәм ынтылалар. Доға.
Рабби ғфирли үәли үәлидәййә лил мөүьмининә йаума йәҡүмүл хисаб.
Йә, Хоҙайым, беҙҙе лә шул дәғүәтселәр рәтенә индереп, Һин ҡушҡаныңды үтәп, тыйғандарыңдан тыйылып йәшәргә насип ҡылһаң ине.
Ҡәлә Рәсүлү Ллаһи(صلعم) . Йә бна Әдәәмә, иғмәл бимәә әмәртүкә үәнтаһи ғаммә нәһәйтүкә әджғәлкә лә йәмүтү. Йә Әҙәм балаһы ҡушҡандарымды үтәп, тыйғанымдан тыйылһаң мәңгелектә һин, йәғни, Мәхшәрҙән һуң ожмахта ҡалырһың. Ҡодси хәдис.Казан.1998. Иман нәшрияте.
Аллаһумма баллиғ ҫауәбүһә Ҡүрьәнәһү илә рухи сәййидинә үә шәфиғинә Мөхәммәт Мостафа салла Ллаһу ғәләйһи үә ссәләм. Үә илә әрүәхи әлиһи әзүәджиһи үә әсхәбиһи ридҙуану Ллаһи Тәғәлә ғәләйһим. Илә әрүәхи джәмиғил муслиминә үәл муслимәтү үәл мөүьмининә үәл мөүьминәтү әл әхьййәә минһум үәл әмүәтинә. Иннәкә мухиббу ддәғүәти үә рәфиғу ддәрәжәти үә мун(ә)зилүл бәрәкәти үә ҡадҙҙиййу хәжжәти.
Йә аййуһә лләҙинә әмәну тубу илә Ллаһи тәүбәтән нәсүхән. Бәрәка Ллаһу ләнә үәләкүм фил Ҡүрьәнил ғаҙийм. Үә нәфәғәна иййәкүм бил әйати үә ҙҙикрил хәкими. Үә стәғфиру Ллаһа әл ғәфарали үә ләкүм үә ли сәәъири джәмәғәтил муслиминәл хәдҙиринә әджмәғийн. Иннәһү һеүә әл ғәфурур ррәхимүл, джәүәдүл, кәримүл, ғазизүл ғәлим.
Әл хәмдү лиЛлаһи нәхмәдүһү үә нәстәғинүһү үә нәстәғфирүһү үә нәтәүәккәлү ғәләйһи. Үә нәғуҙү биЛләһи мин шурури әнфүсинә үә мин сәййиәьәти әғмәлинә мәй-йәһдиһи Ллаһу фәлә мудҙилләһү үә мәй-йүдҙлил фәлә һүдәәйәә ләһү.
Үә әшһәду әнлә иләһә иллә Ллаһу уахдаһу лә шәрикә ләһү. Үә әшһәду әннә Мөхәммәдән ғәбдүһү үә рәсүлүһү.
Йә, Раббым-Аллаһым илебеҙгә тыныслыҡ биреп, барса халҡыбыҙға-милләтебеҙгә татыулыҡ, алдағы ғүмерҙәрендә йән-күңел, тән сәләмәтлеге, бәхетле тормош насип итһәң ине. Бәлә-ҡаза, төрлө әфәттәрҙән һаҡлап, бәндәселектә аңғармай ҡылған гонаһтарыбыҙҙы ғәфү итеп, доньяларыбыҙға именлек ҡылһаң ине. Бөтмәҫ-төкәнмәҫ рәхмәт-бәрәкәттәрең, һәр ике доньялағы сәләмең өммәтебеҙгә булып, дин Исламда сиратүл мустәҡимдә, хәләл кәсебтә йәшәүебеҙҙе мөбәрәк үә дауамлы ҡылһаң ине.
Йә Раббым ошо йома намаҙҙарыбыҙҙа Ҡөрьән Кәримдәге сүрә-аяттарҙың уҡылғандағы кәмселек-хаталарын ғәфү итеп, әжер-сауабтарына Үҙеңдең ҙур ризалығыңды һәм фадҙийл- рәхмәтеңде өммәтебеҙҙең барса мәхәлләләренә еткерһәң ине.
Аллаһумма нсур мәннасара ддин ( 3мәртәбә)үә хҙүл мән хәҙәлә ддинә ғибада Ллаһи. Иннә Ллаһа йәьмөрө бил ғәдли үәл ихсәни. Үә итаәьи ҙил ҡүрьбә үә йәнһә ғәнил фәхшәәьи үәл мүнкәри. Үәл бәғий йәғиҙүкүм ләғәлләкүм тәҙәккәрүнә уҙкүрү Ллаһа әл ғәлиййәл хәййә әл ҡәййүмә. Йәҙкүрүкүм үә шкүрүһү йәзидләкүм, үә стәғфирүһү йәғфирләкүм, үә стәнсирүһү йәнсурләкүм, үә стәғинүһү йуғинләкүм. Үә лә ҙикру Ллаһи Тәбәрәкә үә Тәғәлә үә әүлә үә әғәззу үә әджәллү үә әғҙәмү үә әһәммү үә
атамму үә әкбәру.
Бирәхмәтикә йә рхамә-ррәхиминә. Амиин. Аллаһу Әкбәр.
Ураҙа байрамы хөтбәһе.
Аллаһу әкбәру Аллаһу әкбәру лә иләһә иллә Ллаһу үә Аллаһу әкбәру Аллаһу әкбәру үә лиЛлаһил хәмдү. 3 тапкыр.
Әл хәмдү лиЛлаһи (өс тапҡыр) Раббил ғәләмин. Үә ссәләтү үә ссәләмү ғәлә сәййидинә Мөхәммәдин үә ғәлә әлиһи үә әсхәбиһи әджмәғийн. Үә ғәлә мән тәбәғәһум би ихсәнин илә йаумииддин.
Әғуҙү биЛләһи минә шшайтани ррәджим. БисмиЛләһи ррахмәни иррәхим.
Әссәләму ғәләйкүмү рәхмәтуЛлаһи үә бәрәкәтүһү мөхтәрәм ғәзиз ҡәрҙәш –яҡташтар ғәйдүл Фытыр байрамыбыҙға килеуселәр. Ошо Ураҙа байрамыбыҙ менән барыбыҙға ла Аллаһы Тәғәләбеҙҙең ҡөҙрәте менән иҫәнлек-һаулыҡ, мул һәм хәләл ризыҡ- тәғәмдәр насиб булһын инде.
Аллаһу әкбәру Аллаһу әкбәру лә иләһә иллә Ллаһу үә Аллаһу әкбәру Аллаһу әкбәру үә лиЛлаһил хәмдү. 3 тапкыр.
Барса ғәләмдәрҙе юҡтан бар итеүсе һәм тәрбиәләүсе Собханәһу үә Хаҡ Тәғәлә ~Раббыбыҙ– Аллаһҡа ихлас, күңел түрҙәребеҙҙән хәмед – сәнә, ҙур-ҙур маҡтауҙарыбыҙ булһын, шулай уҡ сәләм, салауаттарыбыҙ бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт Мостафа صلعم) гә , уның ғәиләһенә, сәхибәләренә һәм уларға эйәргән тәбиғиндәргә.
Үә әшһәду әнлә иләһә иллә Ллаһу уахдаһу лә шәрикә ләһүл мәликүл джәббәәрүл әғлә, ләһүл ғиззәәтүл кубрә. Үә ләһүл ғаҙамәтүл ғулйәә үә ләһүл кибрийәәьүл ғүҙмә, үә ләһүл мәләкүтү үәл джәбәрүтүл ғулийә.
Үә әшһәду әннә Мөхәммәдән ғәбдүһүл мустафа үә рәсүлүһүл муджтәбә үә хәбибуһүл муҡтәна бил мустафа.
Беҙҙең ошо Рамадҙан айындағы ураҙабыҙ, фарыз, вәджип, сөннәт, тәрәуих, һәм нәфилә намаҙҙарыбыҙҙан башҡа ғибәдәттәребеҙ Ҡөрьән-Кәримдән уҡылған сүрә-аяттарыбыҙ һәм доғаларыбыҙ ҡабулиәттән булһа ине. Бөгөн, беҙ ғәйдел фитрҙа, үткән имтиханыбыҙға ҡыуанып байрам намаҙына йыйылып, уны ҡаршылайбыҙ. Әйе, шулай итеп, Жәнәбел Хаҡ Тәғәләбеҙҙән кешелек доньяһына Уның ризалығын һәм рәхмәтен алыу өсөн индерелгән фарызды бөгөн үтәп бөттөк һәм уны йән-тән зәкәтемән дәлилләнек.
Аллаһу әкбәру Аллаһу әкбәру лә иләһә иллә Ллаһу үә Аллаһу әкбәру Аллаһу әкбәру үә лиЛлаһил хәмдү. 3 тапкыр.
Байрамыбыҙ килеп етте. Бөгөн беҙ шатланабыҙ, бер ай араһында, ҡояш доньяны яҡтыртып торған уаҡытта һеҙ үҙегеҙҙе Аллаһу Собхана үә Хаҡ Тәғәләгә тәнегеҙҙе-йәнегеҙҙе бағышлап ризыҡ-һыуҙарҙан тыйылып, йән –тәнегеҙҙең зәкәтен түләнегеҙ. Ошо йән һәм тән зәкәте арҡылы Ислам динендәге әҙәм балалары нәфселәренә тулыһынса баш булып, кешелектең юғары дәрәжәһенә күтәрелә. Шулай итеп Ислам диненендәге биш шарттың дүртенсеһе үтәлә һәм бер юһыҡтан беҙ үҙебеҙҙе үҙебеҙ үҙгәртеп камиллыҡҡа табан ынтылабыҙ.
Хоҙай Тәғәләбеҙ Ҡөрьән-Кәрименең №13 се Рағд сүрәһенең 11се аятында «...ысынлап та Аллаһ Тәғәла кешеләрҙең булмышын һис тә үҙгәртмәй, әгәрҙә кеше үҙен үҙе үҙгәртмәһә…».
Ислам диненендә, юғары дәрәжәләргә күтәреү юлында, үҙҙәрен үҙҙәре үҙгәртеү көрәшендә — ҙур джихадта яҡшы уңыштарға ирешкән мөслим-мөслимәләрҙе муьмин, муттаҡийн, муфлихун, мухсиндәр тип әйтәләр, бәлки, беҙҙә шулар янына күтәрелербеҙ ошо айҙа үткән ураҙабыҙҙан һуң.
Ураҙа ул, Аллаһ Тәғәлә алдында, беҙҙең иманыбыҙҙың бер дәлиле, мосолманлыҡта тоғро булыуға шәһәдәт нәмә. Собханаһу үә Хаҡ Тәғәләнең Ҡөрьән-Кәриме аша килгән әмерҙәрен ихлас күңелдән үтәлеү-үтәлмәүен күрһәтә. Ураҙаның әжер-сауабы бихисап ҙурҙыр һәм уны тик Раббыбыҙ ғына белә. Сөнки ураҙа кешелек доньяһына, беҙгә, Жәнәбель Хаҡ Тәғәләнең ирадаһыман индерелгән, һәм уны, ураҙаны Үҙе өсөн генә ҡылына торған фарыз ғибәдәт иткән.
Хаҡ Тәғәлә-Раббыбыҙ, Ҡөрьән-Кәримендә әйткән; әй иман килтергән бәндәләр, һеҙҙән алда килеп-киткәндәргә фарыз ителгәне кеүек, ураҙа һеҙгәлә фарыз ҡылынды. Бәлки һеҙ ҡотолоу юлына баҫырһығыҙ – тигән, әмерен үтәүмән булдыҡ.
يَاأَيُّهَا الَّذِينَ آمَنُوا كُتِبَ عَلَيْكُمْ الصِّيَامُ كَمَا كُتِبَ عَلَى الَّذِينَ مِنْ قَبْلِكُمْ لَعَلَّكُمْ تَتَّقُونَ(
Аллаһу әкбәру Аллаһу әкбәру лә иләһә иллә Ллаһу үә Аллаһу әкбәру Аллаһу әкбәру үә лиЛлаһил хәмдү. 3 тапкыр.
Әйе, бына шулай тулыһынса бер ай буйы Собхана үә Хаҡ Тәғәлә алдында тотҡан ураҙабыҙҙы тамамланыҡ, динебеҙ Исламдағы биш терәгенең береһен үтәнек. Бер ай буйы, көн һайын, һеҙ үҙегеҙҙең алдығыҙҙа булған ризыҡ-тәғәмдән һәм һыу-эсемлектәрҙән, нәжес-фәхшенән тыйылдығыҙ.
Ышаныслығы бөйөк, гүзәллеге әйтеп бөтөргөһеҙ, Рахман, Рәхим,Ғафир һәм башҡа туҡһан туғыҙ исем эйәһе Аллаһыбыҙ, ошо үткән ураҙабыҙҙы Үҙ фадҙлиятең менән ҡабул итһәң ине.
Рәббәнә, әмәннә, фәғфирләнә үә рхәмнә үә анта хәйрү ррәхиминә аяты кәлимәһе жөмләбеҙҙән, ошо дин Исламыбыҙҙа сәләм-салауаттарға тулы ғәйдүл Фитрыбыҙҙа әйткән аяти-доғаларыбыҙҙағы һәм уҡылған, уҡыласаҡ намаҙҙарыбыҙҙағы хата-кәмселектәрен ярлыҡап ғәфү ҡылһаң ине.
Аллаһу әкбәру Аллаһу әкбәру лә иләһә иллә Ллаһу үә Аллаһу әкбәру Аллаһу әкбәру үә лиЛлаһил хәмдү. 3 тапкыр.
Собханәһү үә Хаҡ Тәғәлә ~Раббыбыҙ– Аллаһ Ҡөрьән Кәримендә, беҙгә бына нимә тей, Тәүбә сүрәһенең 71етмеш беренсе аятында;
وَالْمُؤْمِنُونَ وَالْمُؤْمِنَاتُ بَعْضُهُمْ أَوْلِيَاءُ بَعْضٍ يَأْمُرُونَ بِالْمَعْرُوفِ وَيَنْهَوْنَ عَنْ الْمُنكَرِ وَيُقِيمُونَ الصَّلَاةَ وَيُؤْتُونَ الزَّكَاةَ وَيُطِيعُونَ اللَّهَ وَرَسُولَهُ أُوْلَئِكَ سَيَرْحَمُهُمْ اللَّهُ إِنَّ اللَّهَ عَزِيزٌ حَكِيمٌ
Мөүьмин, мөүьминәләр ярҙамлаша бер береһенә һәм улар дуҫ-иштәр, яҡшыға, мәғрүфкә әмер итәләр, ә тыйылғандан тотҡарлайҙар, намаҙҙа торалар, зәкәттәрендә бирәләр. Аллаһҡа һәм Уның рәсүленә буйһоналар. Аллаһ уларға Үҙ рәхмәтен ҡылыр. Аллаһ Бөйөк булдырыусы һәм хикмәтле.
Әйе, бына шулай итеп Аллаһы Тәғәләбеҙгә һәм Уның рәсүленә буйһоноп ураҙа тотоп, фарыз-сөннәт, ваджип һәм тәрәүих намаҙҙар уҡып, фитр һәм башҡа саҙаҡаларын түләп йөкләтелгән бурыс-вазифаларын үтәүсе мөүьмин, мөүминәләренә бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд Мостафа (صلعم) хәдистәренең береһендә әйткән: “Мән сәмә рамадҙан имәнән үә хтисәбән ғуфирә ләһү мә тәҡәддәмә мин ҙәнбиһи үә мән кәмә ләйләтел ҡәдри ғуфирә ләһү тәҡәддәмә мин ҙәнбиһи”.
Йәғни, кем рамазан айында булған иманы һәм тәҡүәлеге менән ураҙаһын тотһа, шул бәндәгә алдан ҡылған гонаһтарын ярлыҡар һәм Ҡәҙер кисәһен ғибәҙәттә үткәрһә шулай уҡ алдағы гонаһтарыла кисеререлер, тигән.
Раббыбыҙ, Аллаһы Тәғәләнең ҡәҙерле рәсүленең шәфәғәтенә инанып уға ҡарата сәләм-салауаттарыбыҙҙы онотмайыҡ бөгөнгө байрамыбыҙҙа.
Аллаһумма салли ғәлә Мөхәммәдиү үә ғәлә әли Мөхәммәдим биғадәди мән салла үә сәамә.
Аллаһумма салли ғәлә Мөхәммәдиү үә ғәлә али Мөхәммәдим биғадәди мән ҡәғадә үә ҡәамә.
Үә салли үә сәллим ғәлә хәбибикә Мөхәммәдиү үә әлиһи фил әүүәлинә.
Үә салли үә сәллим ғәлә хәбибикә Мөхәммәдиү үә әлиһи фил әхиринә.
Үә салли үә сәллим ғәлә хәбибикә Мөхәммәдиү үә әлиһи фи күлли уәҡтин үәхин.
Үә салли үә сәллим ғәлә хәбибикә Мөхәммәдиү үә әлиһи фил мәләәьил әғлә.
Был ғәйетебеҙҙә, әһле Исламдағы шатлыҡлы көндә, үҙебеҙ генә ҡыуаныста ҡалмайса туған тумасаларыбыҙҙы һәм йыраҡ-яҡында булған мосолман ҡәрҙәш-яҡташтарыбыҙҙың, күңелдәрен табып, шатландырайыҡ. Һәм фәҡир-меҫкендәрҙең, бисара-йәтимдәрҙең, күршеләрҙең дә өйҙәренә, күңел түрҙәренә үтһен беҙгә килгән шатлыҡ-ҡыуаныстарыбыҙ.
Аллаһ Тәғәлә исеменән, Ислам диненең бер фарыз ғәмәле менән үҙебеҙҙе әҙәп-әхләҡ ҡанундарына килештереп һәм мәтди-физик яҡтан йән-тәнебеҙҙе тәрбиәләп рухыбыҙҙы көсәйтәбеҙ. Ураҙаның иң мөһим, төп маҡсаты бына шул да инде, ә быны халыҡтың күбеһе аң-рух наҙанлығынан аңлап етмәй. Әйе, ураҙаның эске мәғәнәһе тиҙҙән генә күренмәй. Уның төбө, нигеҙе Ислам динендә бер ябай ғына фекергә бәйләнә, йәнең-тәнең, рухың ураҙа тотоп нығыһа, динебеҙҙә ныҡ була. Ошо, кеше өсөн бик әһәмиәтле, төшөнсәне аҡылына, мейәһенә яҡшы итеп һеңдергән мөслим-мөслимәләр Рамазан айының фарыз ураҙаһынан башҡа йыл буйынса, тағы бер нисә тапҡыр, нәфел һәм нәҙер ураҙа тоторға тырышалар. Ә, былар инде алда әйтеп үткән мүьмин, муфлихун, муттәҡийн, мухсин рәттәренә инеп юғары дәрәжәгә күтәрелеүсе мөслим-мөслимәләр.
Үҙ тәҡдиренсә ҡылған, ун һигеҙ мең Ғәләминдә, Жиһан-Асманында, бер ниндәй тиңдәше булмаған Әғләбеҙ, тотҡан ураҙаларыбыҙҙы ҡабул итеп әжер-сауабтарын насип итһә, ине. Был һәм теге доньяла ла Ислам динендәге иманлы бәндәләренән бәхетлерәк халыҡтар юҡ, — тиган ышаныста булһаҡта, тағы ла, ошо байрам көндәрендә доғалар ҡылып Хоҙай Тәғәләнән, Уның Оло рәхмәтен һәм ризалығын һорайыҡ.
Ураҙаның серҙәре күп, шуларҙың береһе, күңел менән телде аҡман-ҡара кеүек берҙәмләштереүсе алдашыу-алдашмау, йәки ялғанлыҡ һәм тоғролоҡ.
Абу Хүрәйрә, радҙийу Аллаһу ғәнһү әйтә, Аллаһының рәсүле (صلعم)әйткән; әгәр кеше ялған ҡыланыуын һәм алдашып һөйләүен бөтөрмәһә, Аллаһы Тәғәләгә ул кешенең ураҙа тотоуы һис кәрәкмәй, тип. Был һүҙҙәр, – ураҙа, тик ашап-эсеүҙән генә тыйлыуҙа ҡабул булмауын, әммә, кеше һәм Аллаһы Тәғәлә араһындағы мөнәсәбәттең, ялғанһыҙ, ысын күңелдән алдашһыҙ булырға тейешлеген аңлата.
Бәйғәмбәребеҙ, Мөхәммәд Мостафа (صلعمәйткән; кешене, ожмахҡа илткән юлда ураҙаға тигеҙ һәм уны алыштырыҙыҡ бер ниндәйҙә ғәмәл юҡ, -тип, шул юлда ураҙа һинең һаҡсың һәм ҡалҡаның. Утты һүндергән һыу һымаҡ, барса гонаһтарыңды һыпырыр. Шулай итеп беҙҙә тырыштыҡ бер ай буйына гонаһтарыбыҙҙы һыпырып, Аллаһы Тәғәләнең ризалығына-рәхмәтенә ирешергә.
Һәм, бына, дин Исламда ғафиллыҡ та, намаҙ, ураҙаһыҙ йәшәүселәрҙе ошолай иҫкәртә Үҙенең Мөсхәф Шәрифендәге Худ сүрәһенең 15-16 сы аяттарында, Раббыбыҙ;
)مَنْ كَانَ يُرِيدُ الْحَيَاةَ الدُّنْيَا وَزِينَتَهَا نُوَفِّ إِلَيْهِمْ أَعْمَالَهُمْ فِيهَا وَهُمْ فِيهَا لَا يُبْخَسُونَ(15)أُوْلَئِكَ الَّذِينَ لَيْسَ لَهُمْ فِي الْآخِرَةِ إِلَّا النَّارُ وَحَبِطَ مَا صَنَعُوا فِيهَا وَبَاطِلٌ مَا كَانُوا يَعْمَلُونَ
Кем был доньяны һәм уның тат-тәменән, сибәрлек-йәменән торған зиннәттәрен теләй, был доньяла улар теләгәнсә, ғәмәлдәренә ҡарата барыһында бирербеҙ, үҙ өлөштәренән мәхрүм ителмәҫтәр. Быларға — Әхирәттә, уттан башҡа нәмә лә булмаҫ, бындайҙарға, был доньялағы эштәре файҙаһыҙға, ҡылған ғәмәлдәре әрәмгә генә сыға.
Йә, Хоҙайым, Үҙ тәҡдирең менән ҡылған, мөүьмин бәндәләреңден ауырлыҡтар аша үткәргән ураҙаларының әжер-сауабтарын, ошо иҫкәртмәңдә әйткән бәндәләр һанына индермәһәң ине. Доға.
Аллаһумма ғфирли үәли үәлидәййә үә лил мөүьмининә үәл мөүьминәти үәл муслиминә үәл муслимәтил әхйәьи минһүм үәл әмүәти мәға лләҙинә лә хәүфүн ғәләйһим үә ләһүм йәхзәнүнә.
Шәүәл айының өс көнө, тәшрик көндәребеҙ икәнде, онотмайса, уҡыған намаҙҙарыбыҙҙа хәмед-сәнә, салауаттарыбыҙҙы әйтергә барыбыҙға ла насиб ҡылһаң ине. Йә Раббым, Аллаһым шуның менән иман шарттарыбыҙҙы, ҡәлб-күңелдәребеҙҙе яңартып, өммәтебеҙҙә татыулыҡты арттырып ысын мосолманлыҡ юлында, сиратүл мустәҡимдә булыусыларҙан итһәң ине.
Йә Раббымыҙ- Аллаһыбыҙ, илебеҙгә тыныслыҡ биреп, доньяларыбыҙҙы именлектә ҡалдырһаң ине. Йыраҡ-яҡындағы туған-тумасаларыбыҙға, халҡыбыҙға алдағы ғүмерҙәрендә тән сәләмәтлеге, күңел тыныслығы һәм оҙон-бәхетле тормош насип итһәң ине.
Бәлә-ҡаза, әфәт-ауырыуҙарҙан һаҡлап, бәндәселектә аңғармайса ҡылған гонаһтарыбыҙҙы ғәфү итеп, түрәләребеҙгә миһырбанлыҡ, байҙарыбыҙға йомартлыҡ биреп, ауырыу-сирхауҙарыбыҙға шифаларыңды насип ҡылһаң ине.
Йә Хоҙайым, Үҙеңдән төшөрөлгән хәйри-изге доғаларыңда йөрөтөп, был ғүмерҙәрҙең ҡәҙерен белеп, үткәндәргә үкенмәҫлек хәйерле эштәрҙә, ғилем-мәғрифәттә, игелек һәм изгелек юлында йөрөүсе мең-мең шөкрәнә ҡылыусы иманлы бәндәләре итһәң ине, өммәтебеҙҙе. Беҙҙең арттан үҫеп-етеп килгән йәш быуыдарҙың имандарына ҡеүәт биреп, тәүфиҡ-һиҙийәткә күндереп, урамдарҙа аҙып-туҙып йөрөүҙәрен бөтөрһәң ине.
ӘлхәмдүлиЛләһи, бына бөгөн был мәсеттә ултыралар, баҫып торалар, бында ғына, беҙҙең тирәлә генә түгел, Рәсәй ҙә һәм бар доньялағы мослим-мөслимәләрҙең йөҙҙәрендә шатлыҡ-бәхет нуры. Улар Аллаһы Тәғәләнең фарыз ҡылынған бер әмерен үтәнеләр һәм шуға арналған байрамдары матур һәм күңелле үтһен ине.
رَبَّنَا آتِنَا فِي الدُّنْيَا حَسَنَةً وَفِي الْآخِرَةِ حَسَنَةً وَقِنَا عَذَابَ النَّارِ
Аллаһу әкбәру Аллаһу әкбәру лә иләһә иллә Ллаһу үә Аллаһу әкбәру Аллаһу әкбәру үә лиЛлаһил хәмдү. 3 тапкыр
Байрамыбыҙ мөбәрәк булһын. Бирәхмәтикә, йә әрхәмә әррәхиминә.
Амиин.Аллаһу Әкбәр.
Ҡорбан байрамы хөтбәһе.
Аллаһу әкбәру Аллаһу әкбәру лә иләһә иллә Ллаһу үә Аллаһу әкбәру Аллаһу әкбәру үә лиЛлаһил хәмдү.
Әл хәмдү лиЛлаһи (өс тапҡыр) Раббил ғәләмин. Үә ссәләтү үә ссәләмү ғәлә сәййидинә Мөхәммәдин үә ғәлә әлиһи үә әсхәбиһи әджмәғийн. Үә ғәлә мән тәбәғәһум би ихсәнин илә йаумииддин.
Әғуҙү биЛләһи минә шшайтани ррәджим. БисмиЛләһи ррахмәни иррәхим. Әссәләму ғәләйкүмү рәхмәтуЛлаһи үә бәрәкәтүһү мөхтәрәм ғәзиз дин Исламыбыҙҙағы ҡәрҙәш –яҡташтар. Ғәйдүл Адҙха, Ҡорбан байрамына йыраҡ һәм яҡын тирәләрҙән мәсетебеҙгә килеуселәр. Ошо ҙур байрамыбыҙ менән барыбыҙға ла Аллаһы Тәғәләбеҙҙең ҡөҙрәте менән иҫәнлек-һаулыҡ, мул һәм хәләл ризыҡ- тәғәмдәр насиб булһа ине.
Аллаһу әкбәру Аллаһу әкбәру лә иләһә иллә Ллаһу үә Аллаһу әкбәру Аллаһу әкбәру үә лиЛлаһил хәмдү.
Барса ғәләмдәрҙе юҡтан бар итеүсе һәм тәрбиәләүсе Собханәһу үә Хаҡ Тәғәлә – Аллаһҡа ихлас, күңел түрҙәребеҙҙән хәмед – сәнә, ҙур-ҙур маҡтауҙарыбыҙ. Шулай уҡ сәләм-салауаттарыбыҙ бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт Мостафа салла Ллаһу ғәләйһи үә ссәләмгә, уның ғәиләһенә, сәхибтәренә һәм уларға эйәргән тәбиғиндәргә.
Үә Әшһәду әнлә иләһә иллә Ллаһу үахдәһү лә шәрикә ләһү шәһәдәтән үә дҙихәтән бил бәрәһини үәл адҙләлү. Үә әшһәду әннә сәййидинә Мөхәммәдән ғәбдүһү үә рәсүлүһү шәфиғүл ғусәти фи йаүмил джәзәәьи би әмри Ллаһил Кәримил мутғәли. Исмүһү фил ардҙи Мөхәммәдү үә фи ссамаәьи Әхмәдү үә ҙуһурүһү рәхмәтү үә шәриғәтүһү нәсихәтүн ли джәмиғил әдйәни фи джәмиғил әҡүәли.
Аллаһумма рдҙа ғән Әби Бәкрин үә Ғүмәрә үә Ғуҫманә үә Ғәлиййии үә ғән сәьири әсхәби үә ттәбиғинә.
ӘлхәмдүлиЛләһи, бына бөгөн был мәсеттә ултырған, баҫып торған, бында,беҙҙең тирәлә генә түгел, Рәсәй ҙә һәм бөтөн Ер шарында мөслим-мөслимәләрҙең йөҙҙәрендә шатлыҡ-бәхет нуры. Улар Аллаһы Тәғәләнән фарыз ҡылынған бер әмерен үтәнеләр һәм шуға арналған байрамдары матур һәм күңелле үтеүен насип ҡылһа ине.
Беҙҙең бөгөнгө көнгә тиклем тырыша-тырыша үтәп килгән динебеҙ Исламдағы ғибәдәттәребеҙ фарыз, вәджип, сөннәт, нәфилә намаҙҙарыбыҙ, Ҡөрьән-Кәримдән уҡылған сүрә-аяттарыбыҙ һәм уға ҡушып уҡыған доғаларыбыҙ ҡабулиәттән булһа ине. Рабби джғәлни муҡими ссәләти үә минә ҙурриййати, Рәббәна үә тәҡәббәл доғаьа.
Бөгөн, беҙ ғәйдел Адҙха лә, үткән имтиханыбыҙға ҡыуанып байрам намаҙына йыйылып, берҙәмләшеп, йәғни, бер өммәт, бер ғәилә балалары кеүек байрамыбыҙҙы ҡаршылайбыҙ. Әйе, шулай итеп, Жәнәбел Хаҡ Тәғәләбеҙҙән кешелек доньяһына Уның ризалығын һәм рәхмәтен алыу өсөн индерелгән фарызды бөгөн һәм тәшрик көндәрендә үтәп бөтәбеҙ һәм Хоҙайыбыҙ алдында үҙебеҙҙең тәҡүәлегебеҙҙе дәлилләйбеҙ.
Бөгөн беҙ шатланабыҙ, үәл Джәләли үәл Икрәмебеҙҙең мәрхәмәте сәбәпле, салған ҡорбандарыбыҙ, ҡан ҡойоу өсөн түгеллегенә, әммә, ҡылған гонахтарыбыҙҙың шул сәбәптән юйылыуына һәм шул юһыҡтан Аллаһу Собхана Хаҡ Тәғәләнең беҙҙең өсөн ҡылған рәхмәттәренә шөкрәнә доғаларыбыҙҙы һәм хәмед-сәнәләребеҙҙе уҡыйбыҙ.
Аллаһу әкбәру Аллаһу әкбәру лә иләһә иллә Ллаһу үә Аллаһу әкбәру Аллаһу әкбәру үә лиЛлаһил хәмдү.
Ҡорбан һүҙенең тамыры, асылы-ҡурбә. Ҡөрьән Кәримдә был һүҙ, беҙгә бер нисә тапҡыр яҡын туғандарҙы аңлатып күрһәтә һәм шулай уҡ доньялағы материалистик, ғәҙәти көнкүрештәге яҡынайыу, янда-эргәлә, йыраҡ булмаулыҡ төшөнсәһен аңлата. Ә Дини төшөнсә булып һәм Ислам фәлсәфәһендә мөүьминдәрҙең йән-тәне менән һәр саҡ Раббыбыҙға яҡынайырға тырышыуына һәм ғибәҙәт ысулдарына ҡарата ҡорбан салыу термины булып ҡулланыла. Шул сиратта, салған ҡорбанлыҡтан бисара, фәҡир, йәтим, меҫкен мосолмандарға өлөш сығарып ярҙам итегеҙ тей. Әйе, Ҡөрьән Кәримебеҙҙең 22се Хаж сүрәһенең 36 аятында.
ٌ فَكُلُوا مِنْهَا وَأَطْعِمُوا الْقَانِعَ وَالْمُعْتَرَّ كَذَلِكَ سَخَّرْنَاهَا لَكُمْ لَعَلَّكُمْ تَشْكُرُونَ
Фәкүлү минһә, үә әтғимүл ҡәниғә үәл муғтәррә, кәҙәликә сәххәрнәһә ләкүм, ләғәлләкүм тәшкүрүнә.
Ашағыҙ тей, һәм шулай уҡ онотмағыҙ мохтажлыҡта юҡһынғандарҙы бисара, фаҡир, йәтим, меҫкендәрҙе лә шул салған ҡорбанлыҡ итемән туҡландырырға, ошо байрам көндәрендә. Беҙ уларҙы, ҡорбанлыҡты, һеҙгә буйһондорҙоҡ, бәлки һеҙ шөкөр итерһегеҙ, тей беҙгә, Үәһһабү үә Ррәззәҡу сифатлы исемдәр эйәһе, Раббыбыҙ. Шуның менән Ул, ҡорбан салыусыларҙың йомартлыҡ-һаранлыҡтарын тикшерә. Һынауға баҫтыра уларҙы өммәттәш-ауылдаштары алдында һәм шул юһыҡтан ҡорбан салыусының тәҡүәлегенә баһа бирелә һәм ысын мөүьминлеге иҫбатлана.
Аллаһу әкбәру Аллаһу әкбәру лә иләһә иллә Ллаһу үә Аллаһу әкбәру Аллаһу әкбәру үә лиЛлаһил хәмдү.
Был һынауҙың иң ҙур ауырлығын тойоп күтәргән һәм беренсе булып үтәүсе, яратҡан ғабиде, Ибраһим ғәләйһи ссәләм һәм уның улы Исмәғил иҫтәлеге өсөндә бағышлана был салған ҡорбандарыбыҙ. Шуға күрәлерҙә, бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт Мостафа صلعم был ғибәдәтте, шуларҙың иҫтәлегенә арналған сөннәт итеп ҡалдырҙы быны, беҙгә. Мәликүл Мөлки исемле Хоҙайыбыҙҙың, кешелек доньяһында, атаһыман, улы алдына ҡуйған рухани һынауҙарҙың бигерәк тә ауырылыр. Ҡөрьән Шәрифебеҙҙең Бәҡәрә сүрәһенең 124се аятында аңлатып әйтә;
وَإِذْ ابْتَلَى إِبْرَاهِيمَ رَبُّهُ بِكَلِمَاتٍ فَأَتَمَّهُنَّ
Үә иҙии бтәләә Ибрәһимә Рәббүһү би кәлимәтин, фә әтәммә һүннә.
Бына шулай, Раббыбыҙ, Үҙенең әмерҙәре менән Ибраһимды һынаны, ә Ибраһим Уның ҡушҡанын үтәне, тип әйтә беҙгә ошо аятта. Ә, алдараҡ, Ул – Раббыбыҙ, Ибраһим ғәләйһиссәләмдең төштәренә бер нисә тапҡыр аяти — билгеләр ебәрә, улы Исмәғил балиғ булғас. Хоҙай Тәғәләбеҙ, Үҙенең КәләмүЛлаһының 37се Саффат сүрәһенең 102се аятында беҙгә төшөндөрөп әйтә;
فلَمَّا بَلَغَ مَعَهُ السَّعْيَ قَالَ يَابُنَيَّ إِنِّي أَرَى فِي الْمَنَامِ أَنِّي أَذْبَحُكَ فَانظُرْ مَاذَا تَرَى قَالَ يَاأَبَتِ افْعَلْ مَا تُؤْمَرُ سَتَجِدُنِي إِنْ شَاءَ اللَّهُ مِنْ الصَّابِرِينَ
Фаләммә бәләғә мәғәһү ссәғйә ҡәлә йәбүнәййә инни арәә фил мәнәми әнни әҙбәхүкә, фәнҙүр маҙә тарә, ҡәлә йәабәти фғәл мә тьмүрү, сә тәджидуни иншаьЛлаһу минә ссәбирина.
37-102. Исмәғил балиғ булып, атаһы Ибраһим менән көнкүрештәрендә бергә тырыша башлағас. Атаһы, улына әйтә; улым, мин төшөмдә һине салғанымды күрәм. Ҡара әле, һин нимә уйлайһың был турала, тип. Исмәғил; атай, һиңә нәмә ҡушылған шуны эшлә. Әгәрҙә, Аллаһы Тәғәлә теләһә, һин мине сабырлыларҙың береһенән табырһың, тип атаһына әйтә.
Иҫ киткес тоғролоҡ һәм тотороҡлоҡ үҙҙәренең инанған Хоҙай Тәғәләгә, Уға – Барийүл, Халиҡүл үә Мусәиррүгә ышаныуҙың, муслим-муьминлектең иң юғары сифаты тиһәк, яңылышмайбыҙҙыр.
Аллаһу әкбәру Аллаһу әкбәру лә иләһә иллә Ллаһу үә Аллаһу әкбәру Аллаһу әкбәру үә лиЛлаһил хәмдү.
Ибраһим ғәләйһи сәлләм улын, Исмәғилде ергә һала, ошо күңел-йөрәге төпкөлендә ярһыған рухының ауырҙан-ауыр вазифаһын үтәргә һәм шул саҡ, ул ишетә;
وَنَادَيْنَاهُ أَنْ يَاإِبْرَاهِيمُ(104)قَدْ صَدَّقْتَ الرُّؤْيَا إِنَّا كَذَلِكَ نَجْزِي الْمُحْسِنِينَ
Үә нәдәйнәһү әй Ибраһиму, ҡәд сәддәҡтә рруьуйә, иннә кәҙәликә нәджзийүл мухсининә.
Беҙ өндәштек уға; Әй, Ибраһим. Һин күргән төшөңдө раҫланың. Ысынлап та, Беҙ рәхимлек ҡылыусыларҙы бүләкләйбеҙ, ти Үҙенең, Өммүл Китабыбыҙ Ҡөрьән Кәримдә, шул уҡ 37се Саффат сүрәһенең 104,105се аяттарында.
Әнә шул иманына тоғролоҡ лы булғаны өсөн һәр бер мосолман Ураҙа айының тәрәүих намаҙҙарында, Аллаһу Собхана үә Хаҡ Тәғәләбеҙҙең, Мөсхәф Шәрифендә әйткән һүҙҙәре менән беҙ барыбыҙҙа Ибраһим ғәләйһи ссәләмде ололап сәләмләйбеҙ. Һәм шунан һуң ғына Собханаһу Хаҡ Тәғәлә Раббыбыҙ, Үҙенең әл Әйәти үәл Бәййинәтиеһенең 22се Хаж сүрәһенең 37се аятында, ҡорбан салыуҙың тағы бер мәғәнәһен аңлатып, ошолай тей беҙгә;
لَنْ يَنَالَ اللَّهَ لُحُومُهَا وَلَا دِمَاؤُهَا وَلَكِنْ يَنَالُهُ التَّقْوَى مِنْكُمْ كَذَلِكَ سَخَّرَهَا لَكُمْ لِتُكَبِّرُوا اللَّهَ عَلَى مَا هَدَاكُمْ وَبَشِّرْ الْمُحْسِنِينَ
Лән йәнәлә Ллаһа лухүмүһә үә лә димәәьүһә үә ләкин йәнәлүһү ттәҡүәә минкум, кәҙәәликә сәххәраһә ләкүм литүкәббиру Ллаһа ғәлә мә һәдәәкүм үә бәшширил мүхсининә.
22-37. Аллаһы Тәғәләгә ителә, ҡаныла етмәй салған ҡорбандарығыҙҙың, ә һеҙҙең тәҡүәлегегеҙ генә бара Уға. Беҙҙең тәҡүәлек еткәнгә ҡарата, Ул Үҙенең Ҡөрьән Кәримендә өҫтәп, әйтә, ҡыуандыр-шатландыр мухсиндәребеҙҙе мәрхәмәт менән, тип. Әйе, Ул – Абсолют аҡыл һәм көс эйәһе, һис бер кемдән һәм һис бер нәмәгә мохтаж түгел. Ул — һәр саҡ, һәр кемде, һәр нәмәне күрә, ишетә һәм белә. Беҙҙең эсебеҙҙәген дә, тышыбыҙҙағын да, юғиһә, нимә уйлағаныбыҙҙы һәм ҡылған яҡшылыҡ, яманлығыбыҙға ла хәбәрҙәр – бима тәғмәлүнә хәбирәм йә бәсира, тип иҫкәртә,Ул беҙҙе, Өммүл Китабының, бер нисә урынында.
Аллаһу әкбәру Аллаһу әкбәру лә иләһә иллә Ллаһу үә Аллаһу әкбәру Аллаһу әкбәру үә лиЛлаһил хәмдү.
Бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт Мостафа صلعم, хәҙистәренең береһендә мотлаҡ билдәләп, беҙгә шулай тигән; кем мөмкинлеге булыпта ҡорбан килтермәй, Хоҙай Тәғәләбеҙ алдында уңышһыҙҙарҙан булыр. Шулай булғас, һәр бер мосолман ҡорбан салыуҙы үҙ өҫтөндәге бурыс кеүек ҡарарға тейеш. Был һүҙҙәр бушҡа түгел. Улар (убежденность)инаныуҙың ныҡлығына ишара итә. Тимәк, ҡорбан салыусы; ҡурба һүҙенең мәғәнәһен теүәлләп үтәй һәм Хаҡ Тәғәләбеҙгә яҡынайырға тырыша, Уның, Хаҡ Тәғәләнең тәҡүәле бәндәләренең рәтенә инергә. Әйе, ундайҙарға һис шикһеҙ, Собхана Хаҡ Тәғәләбеҙҙең фадҙлиәт — рәхмәте һәм бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт Мостафа صلعمшәфәғәте, теге һәм был доньяла ла булыр.
Шул фадҙлиәт — рәхмәт һәм шәфәғәт ярҙам итәлә инде Сират күперен үткәндә теге һәм был доньяның башҡаса һынау-имтихандарында. Сират күперен үткәнегеҙҙә салған ҡорбандарығыҙ һеҙгә ярҙамлашыр, тип әйтелә хәҙистәрҙең береһендә. Һеҙ, ҡорбан салып уның өстән бер өлөшөн фәҡир, меҫкен, йәтимдәргә, иткә мохтаж булғандарға таратып, уларҙың ғүмерҙәренә еңеллек ҡылдығыҙ. Әҙмә-күпме булһала уларҙы Аллаһы Тәғәләбеҙ алдында шатландырҙығыҙ, ә хәҙер Сират күперен үткәндә үҙегеҙҙә ҡыуанығыҙ, тип ишара итәләр беҙгә Аллаһы Тәғәлә һәм уның рәсүле صلعم. Икенсе, бер хәҙисендә бәйғәмбәребеҙ тағы ла ентекләберәк, әйтә; ҡорбандың һәр йөнөнә тиклем бүләкләнә, уны салыусы, тип. Шулай булғас салынған ҡорбандарға шөкрәнә ҡылайыҡ, ә мөмкинселектәре етмәй икән, уңайына – юһығына туры килештереп йәтим, меҫкен, фәҡирҙәргә ярҙам ҡулын һуҙырға кәрәк. Был
һуҙылған ҡулдарҙың дауамы, динебеҙ Исламда йәмғиәттебеҙҙе берләштереүҙең мөһим сәбәптәренең береһе. Әйе, ошо ҡорбан салыусылар үҙҙәренең йомартлығы менән Аллаһы Тәғәләгә яҡынайып фәҡир, меҫкендәрҙе динебеҙ Исламға яҡынайтып, Исламиәт доньяһындағы йәмғиәтте берләштереүгә лә сәбәпсе булалар.
Аллаһу әкбәру Аллаһу әкбәру лә иләһә иллә Ллаһу үә Аллаһу әкбәру Аллаһу әкбәру үә лиЛлаһил хәмдү.
Ошо, ҙүл хиджә айындағы ғибәдәттәрҙең береһе, динебеҙ Исламдағы терәктәрҙең бишенсеһе Хадж ҡылыуыбыҙ, бөйөктәрҙән һаналған биш бәйғәмбәрҙең береһе, Ибраһим ғәләйһиссәләмгә килеп тоташа. Изге шәһәребеҙ, Мәккәләге Ҡәғбәтуллала, мосолмандарҙың доға ҡылған урынының береһе Ибраһим ғәләйһиссәләмдең урыны булғанын онотмайыҡ.
Әйе, бына шул көндәрҙә, һәмдә ошо сәғәттә Ер йөҙөнөң барса булған материк-континеттарының төрлә төбәк-мөхиттәренән бер нисә миллионлыҡ, йөҙҙәрсә телдәрҙә һөйләшкән дин ҡәрҙәштәребеҙ, шулар араһында беҙҙең Уралыбыҙҙан барған милләттәш башҡурт, татар һәм башҡа хажиләр Аллаһы Тәғәләбеҙгә ғибәдәт, доғаларҙа торалар.
Раббыбыҙ, Аллаһы Тәғәләнең һәм Уның ҡәҙерле рәсүле Мөхәммәт Мостафа صلعم шәфәғәтенә инанып уға ҡарата әйтәһе сәләм-салауаттарыбыҙҙы беҙҙә онотмайыҡ әле ошо байрамыбыҙҙа.
Аллаһумма салли ғәлә Мөхәммәдиү үә ғәлә әли Мөхәммәдим биғадади мән салли үә сәмәә.
Аллаһумма салли ғәлә Мөхәммәдиү үә ғәлә али Мөхәммәдим биғадади мән ҡағада үә ҡәмәә.
Үә салли үә сәллим ғәлә хәбибикә Мөхәммәдиү үә әлиһи фил әүүлиинә.
Үә салли үә сәллим ғәлә хәбибикә Мөхәммәдиү үә әлиһи фил әхириинә.
Йылдарҙы һанап көҙҙәренән һуң ҡыштар килер, асы һыуыҡ ҡыштарҙы ярһыуҙары ташҡан яҙҙар алмаштырғас, ҡояш нурҙарына һәм емеш-сәскәләргә тулы йәйҙәребеҙҙә етә. Бына шулай ерҙә тормош дауам итә, еребеҙҙәге миҙгел үҙгәрештәре кеүек халҡыбыҙҙың тормошондағы төрлө замани социаль алмашыныуҙарға һылтанмай, уларға бирешмәйсә динебеҙҙәге, халҡыбыҙҙағы яҡшылыҡҡа өндәгән изге ғөрөф-ғәҙәт, йолаларҙы һаҡлаусыларынан булайыҡ.
Шул сәбәптәргә бәйле лә инде, рухыбыҙҙың көсө, иманыбыҙҙың байлығы һәм инаныуыбыҙҙың ныҡлығы. Иман, милли рух-аң, тел, әҙәп-әхләҡ, ғөрөф-ғәҙәт тигән төшөнсәләр бер береһемән бик тығыҙ бәйләнештә һәм улар, беҙгә, һәр беребеҙҙең мәҙәни үҫеп етешкәнлектең даими кимәлен күрһәтәләр. Доға.
Аллаһумма ғфирли үәли үәлидәййә лил мөүьмининә йаума йәҡүмүл хисаб.
Ҙүл хиджә айының өс көнө, тәшрик көндәребеҙ икәнде, онотмайса, уҡыған намаҙҙарыбыҙҙа хәмед-сәнә, тәкбир- салауаттарыбыҙҙы әйтергә насиб ҡылһаң ине. Йә Раббым Аллаһым, шуның менән иман шарттарыбыҙҙы, ҡәльб-күңелдәребеҙҙе яңартыға ирештерһәң ине.
Йә, Раббым Һиңә генә һыйынабыҙ һәм тәүәккәлләйбеҙ бар эштәребеҙҙе.
Ырыу-ҡәбиләләр, халыҡтар һәм төрлө дини доньяуи ҡараштар араһында кеше ҡанын ҡойоу, ҡарымта һәм башҡаса яманлыҡтарға хәрәм ҡылынған
айыбыҙҙың барса намаҙҙарының әжер-сауабтарын беҙҙең барыбыҙҙан да өмөт иткән 7 быуын аруахтарға еткереп шуларҙы шат ҡылһаң ине.
Йә Раббымыҙ- Аллаһыбыҙ, илебеҙгә тыныслыҡ биреп, йыраҡ-яҡындағы туған-тумасаларыбыҙға, халҡыбыҙға алдағы ғүмерҙәрендә тән сәләмәтлеге, күңел яҡтылығы биреп, оҙон һәм бәхетле тормош насип итһәң ине. Бәлә-ҡаза, әфәт-ауырыуҙарҙан һаҡлап, бәндәселектә аңғармай ҡылған гонаһтарыбыҙҙы ғәфү итеп, өммәтебеҙҙе татыулыҡҡа ирештереп доньяларыбыҙҙы именлектә ҡалдырһаң ине. Түрәләребеҙгә миһырбанлыҡ, байҙарыбыҙға йомартлыҡ биреп, ауырыу-сирхауҙарыбыҙға шифаларыңды насип ҡылһаң ине.
Йә Хоҙайым, Үҙеңдән төшөрөлгән хәйри-изге доғаларыңда йөрөтөп, был ғүмерҙәрҙең ҡәҙерен белеп, үткәндәргә үкенмәҫлек хәйерле эштәрҙә, ғилем-мәғрифәттә, игелек һәм изгелек юлында йөрөүсе мең-мең шөкрәнә ҡылыусы иманлы бәндәләре итһәң ине, мәхәллә-өммәттәребеҙҙе. Беҙҙең арттан үҫеп-етеп килгән йәш быуыдарҙың имандарына ҡеүәт биреп, тәүфиҡ-һиҙийәткә күндереп, урамдарҙа аҙып-туҙып йөрөүҙәренең бөтөүен насип ҡылһаң ине.
Йә Раббым ошо ғәйет намаҙҙарыбыҙҙа Ҡөрьән Кәримдән уҡылған сүрә-аяттарҙың уҡылғандағы кәмселек-хаталарын ғәфү итеп, әжер-сауабтарына Үҙеңдең ҙур ризалығың һәм фазыл- рәхмәтеңде өммәтебеҙгә еткерһәң ине.
Аллаһу әкбәру Аллаһу әкбәру лә иләһә иллә Ллаһу үә Аллаһу әкбәру Аллаһу әкбәру үә лиЛлаһил хәмдү. 3 тапкыр.
Аллаһу субханә үә Хаҡ Тәғәлә, Раббыбыҙҙың бөтмәҫ-төкәнмәҫ рәхмәт-бәрәкәттәре, һәр ике доньялағы сәләме өммәтебеҙгә булып ошолай дин Исламда сиратүл мустәҡимдә, хәләл кәсебтә йәшәүебеҙҙе мөбәрәк үә дауамлы ҡылһа ине. Байрамыбыҙ мөбәрәк булһын.
رَبَّنَا آتِنَا فِي الدُّنْيَا حَسَنَةً وَفِي الْآخِرَةِ حَسَنَةً وَقِنَا عَذَابَ النَّارِ
Бирәхмәтикә, йә әрхәмә әррәхиминә. Амиин. Аллаһу Әкбәр.
Хөтбә.
Әл хәмдү лиЛлаһи (өс мртб) мәликил мәғбүди, әл кәримил мәҡсүди. Халиҡи ссахаәьүл джүүдү, мүджри лимаә фил ғоуүүди. Әл үәхиидил әхәдил фард(ҙ)и ссәмәәдил кәримил мәүджүүди. Тәнәззәһә ғәнил абаәьи үәл әбнаәьи үәл үммәһәти үәл джүдүүди. Әхмәдуһу Собханәһу үә Тәғәлә үә һеүә лләтифүүл удүүду.
Үә ссәләтү үә ссәләмү ғәлә сәййидинә Мөхәммәдин үә ғәлә әлиһи үә әсхәбиһи әджмәғийн. Үә ғәлә мән тәбәғәһум би ихсәнин илә йаумииддин.
Әғуҙү биЛләһи минә шшайтани ррәджим. БисмиЛләһи ррахмәни иррәхим. Әссәләму ғәләйкүмү рәхмәтуЛлаһи үә бәрәкәтүһү мөхтәрәм ғәзиз ҡәрҙәш –яҡташтар. Барса ғәләмдәрҙе юҡтан бар итеүсе һәм тәрбиәләүсе Собханәһу үә Хаҡ Тәғәлә – Аллаһҡа ихлас, күңел түрҙәребеҙҙән хәмед – сәнә, ҙур-ҙур маҡтауҙарыбыҙ булһын рРахмани-ирРәхимгә. Һәм дә сәләм, салауаттарыбыҙ бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт Мостафа صلعم) гә, уның ғәиләһенә, сәхибәләренә һәм уларға эйәргән тәбиғиндәргә.
Үә әшһәду әнлә иләһә иллә Ллаһу уахдаһу, лә шәрикә ләһү ғәлимүл ғәйби, үә шшәһәәдәтил кәбирүүл мутғәли. Үә әшһәду әннәә сәййидәнә Мөхәммәдән ғәбдүһү үә рәсүүлүһү һеүә ғәҙиймүл хулүҡи үә әшрәәфүл хисали. Аллаһумма рдҙа ғән Әби Бәкрин үә Ғүмәрә үә Ғуҫмана үә Ғәлиййии үә ғән сәьири әсхәәби үә ттабиғиинә.
Доға. Рәббәнә, әмәннә, фәғфирләнә үә рхәмнә үә анта хәйрү ррәхиминә.
Ошо дин Исламыбыҙҙа сәләм-салауаттарға тулы сәййидүл әййам – йомабыҙҙа, Хоҙайым, Һинең фадҙлиәт – рәхмәтеңде һәм ризалығыңды һорайбыҙ, уҡылған һәм уҡыласаҡ намаҙҙарыбыҙҙа.
Мөхтәрәм ғәзиз мосолман ҡәрҙәш-яҡташтар, хөтбәбеҙҙең, тәү һүҙе, үҙеббеҙҙең кем икәнен, иҫебеҙҙән һис бер мәлгә лә сығармайыҡ. Әһле ссүннә үәл джәмәғәти, йәғни, Ислам диненең терәге һәм таяныстарынан булған, бер төркөм, башҡорт халҡынан икәнде. Ябай әйткәндә, беҙ, халҡиаралаш мөнәсәбәттәрҙә (международных отношениях) йыш ҡына тел өҫтөндә булған халыҡтарҙан булмаһаҡ та, – Иҙел, Урал, Себер яҡтарында Ислам динен ошо көндәргә тиклем боҙҙортмай, яман көстәргә ҡаршы торғанын. Тоғролар тураһында, Аллаһу Собхәнә үә Хаҡ Тәғәлә Үҙенең изге Китабының 13се Раағд сүрәһенең 20,21се аяттарында.
الَّذِينَ يُوفُونَ بِعَهْدِ اللَّهِ وَلَا يَنقُضُونَ الْمِيثَاقَ(20)وَالَّذِينَ يَصِلُونَ مَا أَمَرَ اللَّهُ بِهِ أَنْ يُوصَلَ وَيَخْشَوْنَ رَبَّهُمْ وَيَخَافُونَ سُوءَ الْحِسَابِ
Лләҙинә йуүфүнә биғәһди Ллаһи үә лә йәнҡудҙүнәл миҫаәҡ. Үә лләҙинә йәсыилүнә мә әмәрә Ллаһу биһи әй йуүсәлә үә йәхшәүнә Раббәһүм үә йәхәфүнә сүүәьәл хисәби.
Йәғни, Аллаһтың миҫаҡта ҡушҡанын тоғро үтәп һәм вәғҙәләрен боҙмай, ҡушҡанын берләштереп, Аллаһ әмере менән уларҙы тоташтырып , Хоҙай Тәғәләнең хисабындағы хәүефле һорауынан ҡурҡып-тип, әйтә Ул, беҙгә.
Бәлки, бына ошо ике аят, ҙур таяныс булғандыр халҡыбыҙға әлегенә әйтеп үткән аяныслы заманаларҙа. Бәлки, был ике аят ҡына түгелдер, ә башҡорт өсөн, уның һәр өйөндә, бәлки, булмаһала сәсәндәре һәм абыздары, уларға, һис шикһеҙ, быуындар һуҙылышына һылтанмайса,Урал батыр ҡобаирын, халҡыбыҙға һүҙмә -һүҙле аңлатып, еткергәндәр һәм уларҙың милли рухи аңын байыртҡандар-көсәйткәндәр һәм Ер йөҙөндәге иң яҡшы китаптарҙың иң Олоһо һәм Беренсеһе – изге Ҡөрьән менән. Был ике изге Китаб, үткән заманалар ҙа, башҡорт халҡының күбеһенә доньяүи тормош ҡороу ҡулланмаһы булараҡ, уларға көндәлек йәшәйештәренән мәңгелек Әхирәт йортона барасаҡ дөрөҫ һәм тапҡыр юлын күрһәткән. Боронғо башҡорт, дини изге Ҡөрьәнден һәм үҙенең милли Урал-батыр ҡобаирының, эстәлектәрен (содержание) һәм төп мәғәнәһен (смысл и значение) бик яҡшы аңлағандар. Ошо ике изге Китаб башҡорттың дини һәм доньяүи тормошон тоташтырған, берҙәмлеккә илткән. Шуға ла инде, боронғо халҡыбыҙ, изге динебеҙгә һәм бер-береһенә туғанлыҡ-дуҫлыҡта һәм тоғролоҡта йәшәгән. Ысынлап та, изге дин өсөн, Аллаһҡа һәм Уның бәйғәмбәре Мөхәммәд Мостафа صلعم)гә инанып, шул юлда малын тән-йәнен биреп йәшәгән халыҡтар тураһында Ҡөрьән Кәримдең 49сы Худжүрәт сүрәһенең ун бишенсе аятында, әйтелә.
إِنَّمَا الْمُؤْمِنُونَ الَّذِينَ آمَنُوا بِاللَّهِ وَرَسُولِهِ ثُمَّ لَمْ يَرْتَابُوا وَجَاهَدُوا بِأَمْوَالِهِمْ وَأَنفُسِهِمْ فِي سَبِيلِ اللَّهِ أُوْلَئِكَ هُمْ الصَّادِقُونَ
Иннәмә әл мөүьмининә лләҙинә әмәәну биЛлаһи үә рәсүлиһи ҫуммә ләм йәртәбүү үә джәһәдүү би әмүәәлиһим үә әнфүсиһим фи сабили Ллаһи үләәьикә һумү ссадиҡун, тип.
Аллаһтан, Уның рәсүленән килгән иманлыҡҡа һәм быңа шикләнмәйсә инанып, йән-тәндәрен һәм малдарын йәлләмәй Аллаһ юлдарында көрәшкәндәргә. Улар ихласлылар, тип, иҫкәртә беҙҙе Хоҙайыбыҙ.
Был һүҙҙәр һеҙгә лә, шулай уҡ, оло ағай-бабайҙар. Йәш үҫмерҙәргә бер аҙ булһа ла күҙ-ҡолаҡ булығыҙ. Изге кәңәштәрегеҙ кәрәк уларға. Әййе, Аллаһ юлында көрәш, тип, йәшлек дыуамаллығынан аңғармай һәм яҡшылап айыра алмайса, ысынбарлыҡта( в настоящем) Аллаһ дине юлына яҡын да булмаған, ә, яманлыҡ, яуызлыҡ юлындағы террорист-экстремистәр рәттәренә юлыҡмаһындар. Шуныңса, уларҙа бында, үҙегеҙ менән бергә мәсеттәребеҙгә килһендәр. Ошо, әле генә, әйтелгән һәм Ҡөрьән Кәримдән уҡылған аяттар, беҙгә-имамдарға һәм һеҙгә, бер ҡәтғи һорау ҡуя. Ниңә мәсеттәребеҙҙә урта йәштәрҙәге ағай-эне һирәк күренә, әгәрҙә уларҙы, йәш егеттәр һәм хатын-ҡыҙҙар менән һәм дә башҡа халыҡтар менән дә самалап тиңләштерһәк, урта йәштәрҙәге ағай-эненең әҙлеге, һис шикһеҙ.
Әйҙәгеҙ, ағай-эне, нығыраҡ ынтылығыҙ дин яҡтылығына, үҙегеҙ менән, күршеләрегеҙҙе һәм дуҫ-иштәрегеҙҙе лә саҡырығыҙ, үҙегеҙ йөрөгән мәсеттәргә. Боронғо башҡурттыҡы кеүек, мәсеттәребеҙ тулы булһын һеҙгә ҡушылып бергә килеүселәр менән. Шулай ғына, тап төшөрмәҫбеҙ боронғо башҡурттың һәм дингә ныҡ бирелгән башҡа халыҡтарҙың алдында һәм үҙебеҙҙеңдә намыҫтарыбыҙға. Дини юлда йәшәйешебеҙҙе доньяуи тормошобоҙ менән бергә бәйле йәшәһәк, кенә халҡыбыҙҙың, имам Әғзәм абу Хәнифә мәзһәбенә ҡарата булған тотороҡло мөнәсәбәтен, беҙҙә, үҙебеҙҙән һуң килгән йәш быуындарға тулыһынса тапшыра алырбыҙ тигән ҙур ышаныс бар. Доға.
Рәббәнә, әтинә мил-ләдүнькә рәхмәтән үә һаййи ләнә мин әмринә рәшәдә.
Шулай уҡ, Хоҙай Тәғәләбеҙ Ҡөрьән Кәримендә беҙҙе, шул юлда булыусыларҙы Үҙенсә яратып, матур ғына итеп, ҡәтғи иҫкәртә Үҙенең 7се Әғрәф сүрәһенең 199сы аятында خُذْ الْعَفْوَ وَأْمُرْ بِالْعُرْفِ وَأَعْرِضْ عَنْ الْجَاهِلِينَ
Хуҙил ғәфүә үәьмүр бил ғурфи үә әғриид ғәнил джәһиилин.
Ғәфү ит(...), яҡшылыҡҡа өндә, наҙандарҙан йөҙөңдө бор, тей. Ниңә, наҙандарман аралашма, тип әйтә, Ул беҙгә Ҡөрьән Кәримендә. Йөҙөңдө генә бор түгел, дөрөҫөрәге, кит боролоп, тип әтелгән Раббыбыҙҙың, Мөсхәф – Шәрифендә. Ниңә шулай ҡәтғи тыйа һуң Ул беҙҙе. Наҙандан беҙгә берәй файҙа барма? Бар ҙа – юҡ та. Файҙа бар, әгәрҙә был наҙан дингә, уның яҡтылығынан килгән белемгә тартылһа. Файҙа юҡ – был бәндәләргә мәжүсилектә, джәһилийәттә, үәхшилектә (ҡырағайлыҡ-дикость) юлындағыларға. Ундайҙар Исламиәткә ҡаршы тороусылар һәм дингә зарар-яманлыҡ күп, уларҙан. Ошо әйткәндәргә ҡарата йәтешле булған, аяттарҙың
береһен уҡып уҙайыҡ. خَتَمَ اللَّهُ عَلَى قُلُوبِهِمْ وَعَلَى سَمْعِهِمْ وَعَلَى أَبْصَارِهِمْ غِشَاوَةٌ وَلَهُمْ عَذَابٌ عَظِيم
Ҡаплаған Аллаһ уларҙың ҡәлебен, ишетеү, күреүҙәрен-тиелә, Бәҡәрә сүрәһенең 7енсе аятында. Был аяттағы ҡәльб ошо текста йөрәк, йән, рух-аң төшөнсәләре мәғәнәһе аша бирелә беҙгә. Йөрәк-күңелдәренең яманлығы һәм рухи аңһыҙлыҡ уларҙы наҙанлыҡта тота, тип аңлата беҙгә Ҡөрьән-Кәрим. Тик ваҡытыбыҙ бушҡа уҙа ундай наҙандар янында, ә ваҡыт беҙгә Хоҙайыбыҙҙан килгән иң ҡиммәтле бүләк. Шуға ла Аллаһы, Собханә Хаҡ Тәғәләбеҙ – бушҡа исраф итмәгеҙ наҙандарман – Мин биргән, ҡәҙерле бер бүләгемде, был – доньялағы ваҡытығыҙҙы, тей. Шул юһыҡса, беҙ Ҡөрьән Кәримдәге 67се Әл Мөлк сүрәһенең 1се аятындағыса…” لِيَبْلُوَكُمْ أَيُّكُمْ أَحْسَنُ عَمَلًا лийәблүүәкүм әййүкүм әхсәнү ғәмәләү аятын иҫтән төшөрмәйек (испытание в добрых делах) йәғни, шулай, беҙҙең ҡайһыларыбыҙҙың изге эштәрҙә һыналыуыбыҙҙы”.
Әйе, беҙҙең аңлауыбыҙса Ҡөрьән-Кәримдең күп кенә айаттары, иманлылар юлына баҫырға тырышҡан мөслим-мөслимәне, һәр бәндәне әфәт, бәлә-ҡазаларҙан һаҡланыуға саҡырып, өндәй һәм һынай, ә ҡайһы берәүҙәребеҙҙе, Үҙе ебәргән Ҡөрьән Кәримеңдәге Фәтх сүрәһенең 29сы аятында маҡтай ҙа.
تَرَاهُمْ رُكَّعًا سُجَّدًا يَبْتَغُونَ فَضْلًا مِنْ اللَّهِ وَرِضْوَانًا سِيمَاهُمْ فِي وُجُوهِهِمْ مِنْ أَثَرِ السُّجُود
Таәрәәьһум рүккәәғән сүджжәәдәй йәбтәғүүнә фадҙләм минә Ллаһи ридҙүәәнән сиимәһүм фи уүджһиһим мин әҫәәри суүджүүди.
Әйе, беҙҙең күҙҙәргә күренмәйсә, сәждәләребеҙҙән һуң ҡалған маңдайҙарыбыҙҙағы, эҙҙәрҙе күреп. Ул, ун һигеҙ мең Ғәләминде яралтҡан һәм бар нәрһәне күреүсе Хоҙайыбыҙ, беҙгә, ошо эҙҙәр тураһында Үҙенең Өммөл китабында әйтә. Сикһеҙ рәхимлектәр Эйәһенең ошо һүҙҙәре, беҙгә, ябай мосолмандарға үҙебеҙҙең дини ғәмәлдәребеҙҙе юғары сифат – дәрәжәләргә күтәреп, доньяүи тормошобыҙҙағы барса ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе, динебеҙ Ислам юлындағы тәртипмән берләштереүҙе талаб итә беҙгә, элгәрге башҡорттыҡы һымаҡ йәшәүҙе.
Тәү хисапта, был, үҙебеҙгә, ғәиләбеҙгә, яҡын һәм йыраҡ туған-тумасаларыбыҙға ла һәм йәмғийәткәлә бик әһәмийәтле булып сыға. Ниңә, тиһегеҙ мә? Әйтәбеҙ!
Дини һәм доньяүи тормоштоң берҙәмлеге; беренсенән-беҙҙе(нас), һәрсәбеҙҙе(каждого) йән-тәнебеҙҙе, рухыбыҙҙы таҙарта һәм нығыта. Әййе! Беҙ һәр саҡ тәһәрәттә, намаҙ ҡылабыҙ(совершаем), хәрәмдән тыйылабыҙ һәм тыйабыҙ. Тимәк, йән-тәнебеҙ, рухыбыҙ таҙа һәм ныҡ. Шуныңса ғәиләбеҙҙә лә, йәғни, атайман-инәйҙән күреп балалары араһында ла шул уҡ таҙалыҡ, яҡтылыҡ үҫә, көсәйә һәм нығый. Арттабан, һеҙҙән күреп, ошондай мөнәсәбәттәр яҡындағы һәм йыраҡтағы туғандарҙың ғәиләләре араһында ла төҙөлә һәм нығый. Ә был инде, тотош йәмғиәткә лә, йәиһә, доньяуи тормошҡа үҙенсә, төрлө яҡлап йоғонтоло тәҫьир итә һәм иджтимағи (при
общественных отношениях)кешеләраралаш-мөнәсәбәттәрҙә, улар ҙа бер-береһенән күреп үҙҙәрен таҙарта, нығыта һәм рухани яҡтылыҡта , игелек-изгелеккә, татыулыҡҡа ирешә.
Доға. Рабби хкум бил хәҡҡи.
Беҙҙең алдыбыҙҙа, үҙебеҙҙе ысын кеше затынан һанаһаҡ һәм боронғо бабай-олатайҙарыбыҙ ға тиңләшергә тырышып, шулар кеүек дини һәм доньяүи тормошобыҙҙы айырмай йәшәйбеҙ тиһәк. Беҙҙе яралтып, бар иткән Хоҙай Тәғәләбеҙ, халҡыбыҙ һәм киләсәк быуындар алдында бик ҙур бер ниндәй баһа биргеһеҙ ҡиммәтле бурыстарыбыҙ бар. Йәғни, Аллаһҡа, халҡыбыҙға, балалар-ейәндәребеҙгә һәм намыҫыбыҙға. Шул рәттән тағы өсәү, — улар изге динебеҙ, Туған еребеҙ һәм телебеҙ. Шуныңса, ошо төшөнсәләргә бик ҙур иғтибар һәм етди ҡараш аша тормош-көнкүрешебеҙҙе ҡорорға һәм иҫ-хәтерҙәребеҙҙән төшөрмәй, йөрәк-күңелдәребеҙҙән юғалтмай йәшәү, заманыбыҙҙың талабы беҙгә, – ағай энеләр-ҡорҙаш, яҡташтар. Шуларҙы, үҙебеҙ нисек атай-бабайҙарыбыҙҙан алғанбыҙ, шуныңса тулылы һәм төҙөклө йәш быуындарға тапшырырға ине. Үҙебеҙҙең, башҡорттоң мосолманлылыҡ сифат-дәрәжәһенә тап төшөрмәйсә. Ниңә, тиһәк, телебеҙ булғанда, уны яҡшы итеп белгәндә, халҡыбыҙҙың үҙаңы (самосознание)һе һәм уның рухы тәүтеүәлле (изначальноцельно) һәм дә тулыбаһаланышта (полноценно) үҙ намыҫына тап төшөрмәй йәшәй тип әйтергә була. Доға.
Рәббәна үә тәҡәббәл доғаьа.
Әл хәмдү лиЛлаһи нәхмәдүһү үә нәстәғинүһү үә нәстәғфирүһү үә нәтәүәккәлү ғәләйһи. Үә нәғуҙү биЛләһи мин шурури әнфүсинә үә мин сәййиәьәти әғмәлинә мәй-йәһдиһи Ллаһу фәлә мудҙилләһү үә мәй-йүдҙлил фәлә һүдәәйәә ләһү.
Үә әшһәду әнлә иләһә иллә Ллаһу уахдаһу лә шәрикә ләһү. Үә әшһәду әннә Мөхәммәдән ғәбдүһү үә рәсүлүһү.
Йә Раббым Аллаһым ошо йома намаҙҙарыбыҙҙа Ҡөрьән Кәримдән уҡылған сүрә-аяттарҙың кәмселек-хаталарын ғәфү итеп әжер-сауабтарына Үҙ ризалығыңды һәм фазыл-рәхмәтеңде өммәтебеҙгә насип ҡылһаң ине.
Йә Раббым Аллаһым киләһе йомаларыбыҙҙа ла ошолай Үҙеңден күркәм мәрхәмәтең менән жәмиғ намаҙҙарыбыҙҙы күңеллелектә һәм күпселектә үткәрергә насип ҡылһаң ине.
Аллаһумма нсур мәннасара ислама үә әййид мән әййәда ддинә. Үә хҙүл мән хәдаға ислама үә кәббит мән ғәдә ддана ғибадә Ллаһи. Иннә Ллаһа йәъмөрө бил ғәдли үә ихсәни үә итаәи ҙил ҡүрбә үә йәнһә ғәнил фәхшәәи үәл мүнкәри. Үәл бәғи йәғиҙукүм ләғәлләкүм тәҙәккәрүнә үәл ҙикру Ллаһи Тәбәрәкә, үә Тәғәлә әғлә үә әүләә үә әғәззү үә әджәллү үә әғҙәму үә атамму үә Аллаһу әкбәру.
Бирәхмәтикә, йә әрхәмә әррәхиминә. Амиин . Аллаһу Әкбәр.
Хөтбә.
Әл хәмдүлиЛлаһи лләҙи ҡәддәәрәнә фи сәбиҡи ғилмиһи бил ихсаәни. Үә нәүүәрә ҡулүүбәл ғәрифинә би нүурил мәғрифәти үәл имәәни, үә шәрәхә судүүрә ссадиҡиинә би шәрихил һидәйәти үәл ғирфани.
Үә ссәләтү үә ссәләмү ғәлә сәййидинә Мөхәммәдиү үә ғәлә әлиһи үә әсхәбиһи әджмәғийн үә ғәлә мән тәбәғәһум би ихсәнин илә йаумииддин. Әғуҙү биЛләһи минә шшайтани ррәджим. БисмиЛләһи ррахмәни иррәхим.
Әссәләму ғәләйкүмү рәхмәтуЛлаһи үә бәрәкәтүһү мөхтәрәм ғәзиз ҡәрҙәш –яҡташтар. Барса ғәләмдәрҙе юҡтан бар итеүсе һәм тәрбиәләүсе Собханәһу үә Хаҡ Тәғәлә Раббыбыҙ, Аллаһҡа ихлас, күңел түрҙәребеҙҙән хәмед – сәнә, ҙур-ҙур маҡтауҙарыбыҙ булһын. Шулай уҡ сәләм, салауаттарыбыҙ бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт Мостафа صلعم) гә, уның ғәиләһенә, сәхибәләренә һәм уларға эйәргән тәбиғиндәргә.
Үә әшһәду әнлә иләһә иллә Ллаһу уахдәһү лә шәрикә ләһү үә шәһәдәтәм- мин шәһиидә биһә дәхәләл джәннәтә үә фаза фиһә бил джүдүүдә. Үә әшһәдү әннә сәййидинә Мөхәммәдән ғәбдүһү үә рәсүлүһү сәхиибүл үәсиләти үә мәҡәмил мәғбүүд. Салла Ллаһу Тәғәлә ғәләйһи үә ғәлә әлиһи үә әсхәбиһил әхйәри. Аллаһумма рдҙа ғән Әби Бәкрин үә Ғүмәрә үә Ғуҫмана үә Ғәлиййии үә ғән сәьири әсхәби үә ттәбиғинә.
Мөхтәрәм ғәзиз ҡәрҙәш –яҡташтар, ошо мәсетебеҙгә өҙлөкһөҙ, бер йоманы ла ҡалдырмайса, йөрөүсе мөүьмин-мөүьминә һәм мөслим-мөслимәләребеҙ һәм шулай йөрөргә мөмкинселек табып тырышыусылар.
Үҙеббеҙҙең кем икәнен, иҫебеҙҙән һис бер мәлгә лә сығармайыҡ, йәғни, Ислам диненең терәге һәм таяныстарынан булған бер төркөмө, әһле ссүннә үәл джәмәғәти мосолмандарынан булғаныбыҙҙы.
Шул юһыҡтан сыҡҡан һәр-беребеҙгә тейешле әҙме – күпмелер дини бурысыбыҙ барлығын онотмау кәрәк һәм ошо бурысты, көндәлек йәмғиәти тормошобоҙға урынынса йәтешле килтерәһе ине. Уның кәрәклеген һәм ниҙәрҙән торғанын төплөсә аңлап эшләү, алдыбыҙҙа беренсе маҡсат. Ошо беренсе маҡсатҡа йәлеп ителгән талаптарҙың иң кәрәклеһе һәм беренсеһе белем, мәғрифәт.
Шуныңса хәҙер, хөтбәбеҙҙең тәү һүҙенә иғтибар итәйек ,“ Әл хәмдү лиЛлаһи лләҙи ҡәддәәрәнә фи сәбиҡи ғилмиһи бил ихсаәни”, тип, әйткән инек. Ошо, һүҙҙәр, нимәгә өндәй, ни тип әйтә, беҙгә. Әл хәмдү лиЛлаһи – Маҡтауҙарыбыҙ Аллаһҡа, — тинек, беҙ был хөтбәбеҙҙең башланышында. Ә, Ул, беҙгә – маҡтауҙарыбыҙ буштан булмаһын өсөн – Үҙ тәҡдиренән, –ғилем-белемдең иң яҡшыһында (камилендә-совершенныйында) уҙышыуҙа алдынғыларҙан (опережающие) булығыҙ, тип, яуаплай. Ғилем-белемдең иң яҡшыһы, нимәлә? Ҡөрьән Кәримдә! Ҡайҙа? Кешене (индивид-личностье, шәхесте) улай ғына түгел, кешелек доньяһын яҡтыртыусы, таҙартыусы Ислам диненең Иман – Ихсанында, ошо дини белем нурының мәғрифәт яҡтылығында!
Хоҙай Тәғәләбеҙҙең Мөсхәф-Шәрифенә һәм бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт Мостафа صلعم) дең Сөннәһенә таянған Исламиәттәге Шәриғәт ҡанундары фәнни белемде хуплай һәм уның кәрәклегенә һис ҡаршы түгел. Был хөтбәбеҙҙә, беҙ, фәнни белемгә өҫтөнлө һәм ҡыҫҡаса ғына ҡараш һирпербеҙ, әгәрҙә, Хаҡ Тәғәләбеҙ насип ҡылһа, фәнни белемгә лә ваҡытын килештереп һөйләшербеҙ әле, Иншааь Ллаһу. Ул да бик кәрәк, фән үҫмәһә, алға бармаһа кешелек доньяһы, моғайын, (возможно) тәүтормошлоҡ торошонда
(первобытном состояние) булыр ине, тип әйтеү килешмәй, ниңә тиһәгеҙ. Хоҙай Тәғәләбеҙҙең, Ҡөрьән Кәримендә Бәҡәрә сүрәһенең 255се аятында әйтелгән. ولَا يُحِيطُونَ بِشَيْءٍ مِنْ عِلْمِهِ إِلَّا بِمَا شَاءَ
Үә ләә йүхитүүнә бишәйьим мин ғилмиһии иллә бимәә шәәь, тип. Мәғәнәһе, Хаҡ Тәғәлә, Раббыбыҙ, беҙгә, кешелек доньяһына, барлыса тотош фәнни белемде (всецело научное знание), Үҙе белгән уаҡытынса, тарихи осорҙарҙың үҫешенә килештереп бер ни тиклем күләм-кимәлдә, Үҙенең ирадаһы-теләгенсә, кисектереп кенә биреүен әйтә.
Шулай булғас, Собхана Хаҡ Тәғәләбеҙҙең Ҡөрьән Кәримендәге 5сеМәидә сүрәһенең 48се аятына иғтибарыбыҙҙы юнәлтик.
وأَنزَلْنَا إِلَيْكَ الْكِتَابَ بِالْحَقِّ مُصَدِّقًا لِمَا بَيْنَ يَدَيْهِ مِنْ الْكِتَابِ وَمُهَيْمِنًا عَلَيْهِ فَاحْكُمْ بَيْنَهُمْ بِمَا أَنزَلَ اللَّهُ وَلَا تَتَّبِعْ أَهْوَاءَهُمْ عَمَّا جَاءَكَ مِنْ الْحَقِّ لِكُلٍّ جَعَلْنَا مِنْكُمْ شِرْعَةً وَمِنْهَاجًاوَلَوْ شَاءَ اللَّهُ لَجَعَلَكُمْ أُمَّةً وَاحِدَةً وَلَكِنْ لِيَبْلُوَكُمْ فِي مَا آتَاكُمْ “… فَاسْتَبِقُوا الْخَيْرَاتِ
“Үә әнзәлнәә иләйкәл Китәәбә бил Хаҡҡи-Беҙ һиңә хаҡлыҡ Яҙмаһын (Китабын) ебәрҙек –тий ҙә, мусәддиҡәл-лимәә бәйнә йәдәйһи минәәл Китәәби үә мүһәймиинән ғәләйһи, тип өҫтәй. Элгәрге Яҙмаларҙы раҫларға, Ул – Китаб уларға һаҡлаулыҡ өсөн,тигәс. Тағы өндәшә; Фәхкүм бәйнәһүм бимәә әнзәлә Ллаһу үә лә тәттәбиғ әһүәәьһүм ғәммәә джәәьәкә минәл Хаҡҡи, Хөкөм ит уларҙы, шул, Аллаһтан ебәрелгән менән, тип аңлатҡас, Арттабан, уларҙың шәһүәт-теләктәрен яҡламай, асыҡланған хаҡлыҡтан тайпылмаҫҡа ҡуша. Шунан, ликүллин джәғәлнәә минкүм ширғәтәү үә минһәджәү үә ләүшәәьә Ллаһу лә джәғәләкүм үммәтәү үәхидәтәү үә ләкил лийәблүүәкүм фи мә әтәәкүм фәстәбиҡүл хәйрәти. Йәиһә, Һәрсәгеҙгә Беҙ юл һәм юнәлеш яһаныҡ. Әгәр, Аллаһ теләһә һеҙҙе бер өммәт ҡылыр ине, ләкин…Ул һеҙҙе Үҙе биргәненән һынай һәм Уҙырға тырышығыҙ бер берегеҙҙе хәйерлелектә,изге эштәрҙә, тип иҫкәртә.”
Бына шул, беҙгә иң яҡши һәм кәрәкле белемдең нигеҙе – Хаҡлыҡ Китабы. Кешеләрҙәге, рухи ҡеүәттең ныҡлығы һәм уның төбө, тамырҙары Хоҙай Тәғәләбеҙҙең Китабындағы Ғильм әл Ҡәләм-Әҡидә һәм Ғильм әл Әхләҡ тән башлана һәм даими дини мәҙәниәттең эстәлеге(содержаниеһе), нигеҙе (основаһы) икәнен аңлата.
Ошо дини белем дә төрлөсә була. Башланғыс, урта һәм юғары, уларҙан башҡа фәнни, хосус һәм башҡаса күп төрлө белемдәр ҙә бар.
Һуңғы бер нисә ун йыллыҡ ваҡыт араһында, барығыҙҙа беләһегеҙ, Ер өҫтөндә фәнни белем(научное знание) био- нано һәм информацион технологияларҙа, днк-тикшеренеүҙәрҙә һәм башҡа күп кенә юнәлештәрҙә бик ҙур уңышлыҡтарға иреште, ә былар барыһы ла кешелрҙең доньяуи көнкүрешендә, тик, мәтдәи (материалистик) тормош ҡатламының уңыштары. Шул уҡ ваҡытта, кешелек доньяһының бик ҙур өлөшө руханият юлында ифрат ныҡ артҡа ҡалды. Шуға сәбәпле, элгәргеләрҙән (от предшественников) ҡалып килгән баһаһыҙ-ҡәҙерле мираҫтарыбыҙ юғалтыла, атай-бабайҙарҙың васыяттарын онотабыҙ, матди табыш, шәһеүәт, ләззәттәр артынан югереп.
Нимәнән был хәл. Беҙҙекенсә, иманыбыҙ зәғифлегендә, ә иманыбыҙ ни өсөн зәғиф. Был хәлдең төп сәбәбтәре; әле һаман шул дини белем-мәғрифәткә бәйле һәм матди табыш, шәһеүәт, ләззәттәр артынан югерә- югерә барған һайын көсәйеп килгән күңел-аҡыл ялҡаулығынан, ихтияр көсө кәмеүҙә, ғәмһеҙлек, вайымһыҙлыҡта һәм ғәфләттә.
Шуныңса нәмә кәрәк беҙгә? Үҙебеҙҙең эске һәм тышҡы доньяуи тормошобыҙҙа ҡылған эштәребеҙҙең нигеҙендәге холоҡ-ҡылыҡтарыбыҙҙы етди һәм ҡәтғи тикшерһәк, һис шикһеҙ, үҙ үҙебеҙҙе нисектер, әҙме-күпме булһала үҙгәртеү кәрәк, тигән, уйға киләбеҙ. Собханаһу үә Хаҡ Тәғәлә Ҡөрьән Кәримендә Рәғд сүрәһенең 11нсе аятында был турала шулай тий; “Ысынлап та, халыҡтарҙы, кешене, улар үҙҙәрен үҙҙәре үҙгәртмәһә, Аллаһ Тәғәлә уларҙы үҙгәртмәй. Иннә Ллаһа лә йуғаййирү мә би ҡәүүмин хатта йуғаййиирү мә би әнфүүсиһим”, тип, әйтә.
إِنَّ اللَّهَ لَا يُغَيِّرُ مَا بِقَوْمٍ حَتَّى يُغَيِّرُوا مَا بِأَنفُسِهِمْ Был һүҙҙәрҙҙең төп мәғәнәһе кешеләрҙең күбеһенә төбәлеп әйтелгән. Тимәк, Аллаһы Тәғәлә Үҙе Ҡөрьән Кәримендә беҙгә шулай тип әйткәс – беҙ — Уның тәҡдирендә ней яҙылған шулай булыр, тип, тик торорға тейеш түгел. Ул, Үҙе әйтә беҙгә, үҙгәртегеҙ үҙегеҙҙе үҙегеҙ, тип.
Бының сәбәбе, нимәлә? Хоҙайыбыҙ беҙгә тәҡдирҙән башҡа Үҙ рухынан өрөп, беҙҙең йәндәрҙе терелтеүсе сатҡы(искра-рух), азат ихтияр көсө биргән. Ә ихтияр көсө, беҙгә, тәҡдирҙәге яманлыҡтарға ҡаршы тороп, изгелеккә, яҡшыға барыр өсөн бирелгән. Әйе, Хоҙай Тәғәләнең тәҡдиренә барыбыҙҙа ныҡ бәйле, ғүмеребеҙ Аллаһ Тәғәләнең тәҡдиренсә һәм беҙ, Уның тәҡдире аша сыға алабыҙ ма, алмайбыҙ ма, быны Ул ғына белә.
Бәлки, шуның өсөндөр, Хоҙайыбыҙ беҙҙең (Господь наш), һәр эшегеҙҙе, нимә ҡылһағыҙҙа –Минең ризалығымды һорап, Миңә тәүәккәлләгеҙ, тигән.
Ихтимал, ҡайһы кемдәргә ниндәйҙер төрткө кәрәктер һәм ул да шул саҡта үҙенең ихтияри көсө менән үҙен үҙе үҙгәртәлер.
Үҙ-үҙеңде үҙгәртеү, иң яҡшы белемгә ирешеүҙә (быть опережающим) алдынғыларҙан булыуға юнәлтә һәм этәрә, ә иң яҡшы белемгә ирешеүселәр алдынғыларҙан булып үҙҙәрен үҙгәртеп дини һәм доньяуи тормоштарын таҙалыҡта уҙғаралар. Бына шулай кешегә ике яҡтанда үҙенә һәм ғәиләһенә файҙа һәм йәмғийәттә лә тулыбаһаланышлы (полноценный) тормошҡа ирешә.
Хосус, фәнни һәм башҡа төрлө юғары белемле, грамоталы кешеләр менән дини юғары белемлеләрҙе тиңләштерһәк беренселәр күпкә артығыраҡ. Был күренеш ике яҡлы; яҡшы, ыңғайлыҡ яҡтары күп булһала, яманлыҡ яҡтары ла әҙҙән түгел. Ниңә, тиһегеҙме? Юғары, уртаса белемле кешеләрҙең араһында, рухи һәм әхләҡи тәрбиәгә әһәмиәт бирмәй йәшәүселәр һәм уларҙың; аң-рухы, йән-күңеле һәм тәнендә күҙ-ҡолағы мәжүси-үәхшилек томалаһында (во тьме языческой дикости атеизма) һәм улар илаһи руханият яҡтылығын күрмәйҙәр һәм теләмәйҙәр күрергә үҙҙәрендәге атеистик тәккәбәрлеккә ныҡ бирелеү сәбәпле (они не видят и не желают видеть свет божественной духовности из-за своей привязанности гордыне атеизма).
خَتَمَ اللَّهُ عَلَى قُلُوبِهِمْ وَعَلَى سَمْعِهِمْ وَعَلَى أَبْصَارِهِمْ غِشَاوَةٌ وَلَهُمْ عَذَابٌ عَظِيم
Ҡаплаған Аллаһ уларҙың ҡәлебен, ишетеү, күреүҙәрен-тиелә, Бәҡәрә сүрәһенең 7енсе аятында. Бына шулар кешеләрҙең үҙ-ара мөнәсәбәттәрендә төрлөсә яһалма ҡыйынлыҡтар сығарыусыларҙың бер ҡатламы. Ниңә шулай? Асыҡлайыҡ, юғары белемлеләр араһында булған бер нисә айырым ҡатлам үҙҙәренең яманлыҡҡа этәргән доньяуи ҡараштары менән (мировозрениеһе) кешеләр һәм халҡиаралаш мөнәсәбәттәрҙә СМИ аша унда-бындағы, телмәр, яҙмаларында фетнәсе, болаусы рольдәрен башҡаралар. Ошо төрлө ҡиәфәтле фетнә, боланың яманлыҡҡа иткәнен аңлау өсөн, белемебеҙ башланғыс һәм уртаса булыпта, дини юғары сифатлыҡҡа, рухани ныҡлыҡҡа терәлһә генә, ышаныслы була. Шуныңса, матур һүҙҙәргә ҡоролоп һөйләнгән һәм яҙылған ошо бола-фетнәгә өндәп саҡырыуҙарына, беҙ алданмаҫбыҙ. Ғильм әл Ҡәләм-Әҡидә һәм Ғильм әл Әхләҡтең төп һәм мөһим дини төшөнсәләренә йөрәк-күңел менән бирелеп, аң-рух, йән аша яҡшы аңлап, доньяуи эштәребеҙмән килештерһәк, былар барыһыла беҙҙе бола-фетнәләрҙә ҡатнаштырмаҫ.
Шул иҫәптән, үҙегеҙҙә яҡшы беләһегеҙ әйткән, уҡыған һүҙҙәребеҙҙең мәғәнә-үҙенсәлегенә иғтибар кәрәклеген. Әйе һәр нәмә, шулай уҡ, әйткән-уҡыған һүҙ-һөйләмебеҙҙә тышҡы төҫ(форма)һы һәм эстәлеге (содержание)һе була. Һәр ҡайһыбыҙ, алдыбыҙҙа булған һәр нәмәне һәм барса күренештәрҙе тәрән һәм киң уйөрөшөнең кисерештәре аша аҡман ҡараны айырған кеүек яҡшыман яманды ла асыҡлап төплө аҡыл ҡыҫмалары аша аңыбыҙға үтһен.
Был бигерәк телевизор ҡарағанда, журнал-гәзит уҡығанда һәмдә төрлө үҙең белмәгән кешеләр менән аралашҡанда ла мөһим. Һәм уй тарлығынан сығып уның киңлектәрен асыу өсөн, аң – рух ҡыйыулығын ҡуҙғатыу кәрәк.
Дин нимә икәнен яҡшы аңлау һәр хәлдә, беренсенән – йөрәк-күңелгә һәм, икенсенән генә белемгә бәйле. Шул күңел-йөрәк төбөнән сыҡҡан уй сатҡыларын ян-яҡҡа йөрөтөп, белемгә таянып аныҡ фекер аша шәриғәт ҡанундарына йәтешле бер саф-пак нәтижәгә киләбеҙ.
Йә Раббым Аллаһым киләһе йомаларыбыҙҙа ла ошолай Үҙеңдең
күркәм ризалығың һәм фәдҙлиәт-рәхмәттәрендә жәмиғ намаҙҙарыбыҙҙы күңеллелектә һәм күпселектә үткәрергә мөмкинселегеңде бирһәң ине. Өммәтебеҙҙең һәр бер мөслим-мөслимәһенә, мөүьмин-мөүьминәһенә һәм уларҙың туған-тумасаларына ла иҫәнлек-һаулыҡты Үҙеңдең ҙур йомартлығыңдан насип ҡылһаң ине.
Әл хәмдү лиЛлаһи нәхмәдүһү үә нәстәғинуһү үә нәстәғфирүһү үә нуьминү биһи үә нәтәүәккәллү ғәләйһи. Үә нәғуҙү биЛлаһи мин шурури әнфүсинә үә мин сәәййиъәти әғмәлинә мәй-йәһдиһи Ллаһу. Фәлә мудҙийиллә ләһү үә мәй-йудҙлилһү фәлә һәдийә ләһү.
Үә әшһәдү әнлә илаһә иллә Ллаһу уахдәһү лә шәрикә ләһү, ҙүл ғәфүи үәл ғуфрани. Үә әшһәдү әннә Мөхәммәдән ғәбдүһү рәсүлүһү сәййидү ррусули үә хәбибу рРахмани.
Аллаһумма ғфир лил мөүьмининә үәл мөүьминәти үәл муслиминә үәл муслимәти әл әхйәәъи минһүм үәл әмүүәтинә. Иннәкә мухиббу ддәғүәти үә мунәзилүл бәрәкәти үә рәфиғу ддәрәжәти үә ҡадҙийүл хәжжәти.
Бирәхмәтикә, йә әрхәмә ррахимин.
Аллаһумма нсур мәннасара ислама үә әййид мән әййәда ддинә. Үә хҙүл мән хәдаға ислама үә кәббит мән ғәдә ддана ғибадә Ллаһи. Иннә Ллаһа йәъмөрө бил ғәдли үә ихсәни үә итаәи ҙил ҡүрбә үә йәнһә ғәнил фәхшәәи үәл мүнкәри. Үәл бәғи йәғиҙукүм ләғәлләкүм тәҙәккәрүнә үәл ҙикру Ллаһи Тәбәрәкә, үә Тәғәлә әғлә үә әүләә үә әғәззу үә әджәллү үә әғҙәму үә атамму үә Аллаһу әкбәру. Бирәхмәтикә, йә әрхәмә әррәхиминә. Амиин. Аллаһу Әкбәр.
Хөтбә.
Әл хәмдү лиЛлаһи әл ғәзизи әл ғаффари әл кәрими әс-саттари әлләҙии хәләҡал инсана мин сәлсәлин кәл фәххәри үә хәләҡал джәәнна мим-мәриджи минә ннари. Үә уағада лил мүттәҡийнә джәннәтин тәджри мин тәхтиһәл әнһари. Үә ғәҙҙабал мүнәфиҡинә фи ддәркил әсфәли минә ннари.
Әғүҙү биЛлаһи минә шшайтани ррәджим. БисмиЛлаһи ррахмани- иррәхим. Әл хәмдү лиЛлаһи Раббил ғәләмин Үә ссәләту үә ссәләму ғәлә сәййидинә Мөхәммәдин үә ғәлә әлиһи үә әсхәбиһи әджмәғийн.
Әссәләму ғәләйкуму рәхмәтуЛлаһи үә бәрәкәтүһу мөхтәрәм мөслим-мөслимә ғәзиз ҡәрҙәш-яҡташтар.
Ысын күңелдән шөкөр итеп, һәр саҡ мөмкинлектәр табып зекерҙәр ҡылып, ҙур-ҙур маҡтауҙарыбыҙ булһын барса ғәләмдәрҙе тәрбийәләүсе Аллаһбыҙға һәм күңел түрҙәребеҙҙән сәләм рәхмәттәребеҙ рәсүлебеҙ Мөхәммәд (صلعم) гә аның ғәиләһенә, сәхәбәләренә һәм уларға эйәргән табиғийндәргә.
Үә әшһәду әнлә иләһә иллә Ллаһу уахдаһу лә шәрикә ләһү. Үә әшһәду әннә Мөхәммәдән ғәбдүһү үә рәсүлүһү. Иннә Ллаһа үә мәләиъкәтәһү йусәллүннә ғәлә ннәбиййи. Йә әййуһа лләҙинә әмәну саллу ғәләйһи үә сәллимү тәслимән.
Аллаһ Тәғәләнең ризалығын һәм фадҙийләтен һорап, бөгөнгө хөтбәбеҙҙе, динебеҙҙәге Ислам, Иман һәм Ихсан тигән, беренсе ҡарашҡа ябай ғына күренгән өс һүҙгә ентекле иғтибар итәйек. Әгәрҙә был һүҙҙәрҙе ҡәтғи һәм етди уйөрөшебеҙ(мышление) аша үткәрһәк. Улар тәрән мәғәнәле төшөнсәләр (понятия) икәнен аңлайбыҙ. Тимәк, беҙгә өс ябай ғына күренгән һүҙҙәрҙе һәм уларҙың төшөнсәләрен тулыраҡ аңлау кәрәк. Шуныңса, ошо өс һүҙгә һәм уларҙың төшөнсәләренә икенсе яҡтан уй һирпһәк, быларҙың барыһыныңда, беҙҙең, көндәлек доньяуи тормошобыҙ менән нисек килешеүенә ирешербеҙ. Ошо тикшерәһе һүҙҙәр барыбыҙҙыңда аңына-мейәһенә, йәненә-тәненә үҙемә лә нығыраҡ һеңһен өсөн. Доға.
. رَبَّنَا لَا تُزِغْ قُلُوبَنَا بَعْدَ إِذْ هَدَيْتَنَا وَهَبْ لَنَا مِنْ لَدُنْكَ رَحْمَةً إِنَّكَ أَنْتَ الْوَهَّابُ
Хәҙер, ҡыҫҡаса ғына булһала ошо һүҙҙәрҙең тамырына иғтибар итәйек.
Ислам –тамыры, с-л-м, тартынҡы хәрефтәрҙән төҙөлгән ошо өс хәрефкә төрлөсә һуҙынҡы хәрефтәр ҡушылһа, ғәрәп телендә бер-нисә һүҙ һәм шул һүҙҙәрҙән ҙур, киң һәм тәрән мәғәнәле төшөнсәләр барлыҡҡа килә. Мәҫәлән: Ислам-сәләм, сәлим, мөслим, тигән һүҙҙәр. Хәҙер, киңерәк ҡарайыҡ, Ислам-Аллаһтан ебәрелгән динебеҙ исеме һәм Уға – Аллаһҡа буйһоноп, үҙебеҙҙе-Уның рәхимлек фадҙлийәтенә тапшырғаныбыҙҙы аңлата. Сәләм-кешеләр
бер-береһенә тыныслыҡ, ҡурҡынысһыҙлыҡ(безопасность) хәүефһеҙлек, хәтәрһеҙлек теләү, ихтирамлы иҫәнлек-һаулыҡты белешеүе һәм халҡиаралаш күп халыҡтарҙа кеше исеме. Сәлим-һаулыҡ-иҫәнлектә,теүәллек-бөтөнлөктә булыу һәм кеше исеме. Мөслим-тыныслыҡ-татыулыҡҡа әйҙәүсе дин әһле һәм уға бирелеүсе-мосолман. Иман – тамыры, м-н, ошонан барланыусылар мөүьмин, аман, әмин. Иман-тик бер Аллаһҡа ышаныу. Мөүьмин-ул, диндә ышаныслы, иманы-ышаныуы көслө, ҡеүәтле, ныҡ булған диндар, йәғни, правоверный мусульманин-прав-дөрөҫ, хаҡ диндә йәшәүсе һәм уға хисап дәфтәре Мизанда уң ҡулына(в правую руку) бирелә. Аман-вәғәҙә-һүҙендә тоғро, уға тапшырылған аманатты ышаныслы үтәүсе. Әмин-Аллаһтың Ҡөрьәндә әйткән һәр һүҙенә һәм үҙе ҡылған эш-ғәмәлдәре тормошҡа ашырыуҙа-шулай булһын – Амиин, тиеүсе. Ихсан – тамыры, х-с-н, хүснә, ахсан, мухсин, Хәсән, Хөсәин. Ихсан-кешеләргә игелекле, рәхимле(милость) яҡшылыҡ, изгелек эшләү(доброделать), шул юһыҡта барса тереклеккә лә ихтирамлы булыу. Хүснә-беренсеһе, исме ль хүснә-Аллаһтың гүзәл исемдәре, яҡшы сифат, матурлыҡ. Ахсан-иң яҡшы, бик матур (превосходно-отлично,наилучший). Мухсин-мосолмандарҙың дини һәм доньяуи тормошто берлектә-сиратүль мустәҡимдә изгелек ҡылып йәшәүселәр. Хәҙер, ошо һуңғы һүҙ-төшөнсәләргә бәйле, уларҙы асыҡлаусы бер нисә аят Ҡөрьән Кәримдән. 2-201. وَمِنْهُمْ مَنْ يَقُولُ رَبَّنَا آتِنَا فِي الدُّنْيَا حَسَنَةً وَفِي الْآخِرَةِ حَسَنَةً وَقِنَا عَذَابَ النَّارِ
Улар араһындағы-ихсаниләр-әйтә – Раббым, был доньяла изгелек бир беҙгә һәм Әхирәттә лә изгелегеңде һәм тамуҡ утының ғазабынан һаҡла беҙҙе. Тимәк, Ихсан-Әхсән тамырынан барланыусы хәсәнәтән-изгелек(святое дело, лучшая добродетель).
الَّذِي خَلَقَ الْمَوْتَ وَالْحَيَاةَ لِيَبْلُوَكُمْ أَيُّكُمْ أَحْسَنُ عَمَلًا وَهُوَ الْعَزِيزُ الْغَفُورُМөлк.67-2.
Ул – Аллаһ, кешеләрҙең изгелек ҡылғандарын һынар өсөн үлем һәм тереклек яралтты. Ул бөйөк ғәфү итеүсе.
لَقَدْ خَلَقْنَا الْإِنسَانَ فِي أَحْسَنِ تَقْوِيمٍ Тин.95-4.
Беҙ кешенең кәүҙәһен был доньяға камил иң яҡшы килештереп ҡылдыҡ.
Әхзәб.33-29. وَإِنْ كُنْتُنَّ تُرِدْنَ اللَّهَ وَرَسُولَهُ وَالدَّارَ الْآخِرَةَ فَإِنَّ اللَّهَ أَعَدَّ لِلْمُحْسِنَاتِ مِنْكُنَّ أَجْرًا عَظِيمًا
Үә ин күнтүннә туриднә Ллаһа үә рәсүүләһү үә ддарәәль Әхирәтә фә иннә Ллаһа әғәддә лил мухсинәәти мин күннә әджрән ғәҙииман.
“Әгәр һеҙ Аллаһты, Уның рәсүлен (صلعم)де һәм Әхирәт йортон теләһәгеҙ, улайһа,мухсинәти- изгеләрегеҙгә Аллаһ бөйөк әжер әҙерләгән”.
Хәсән һәм Хөсәин Аллаһтың хәбиб рәсүле (صلعم)дең уландарының исемдәре.
Бына ошо уҡып үткән аяттарҙағы һүҙҙәр, динебеҙҙең нигеҙ-терәктәрен урынынса тоташтырып, мәғәнәләрен киң, тас(точно) аңлатып барыһына ла үҙенсәле, иҫ киткес гүзәллек йәме биреп торалар. Уларҙың һәр ҡайһыһының үҙенсә ле мәғәнәләрен әҙерәк булһала тикшерҙек. Ошо ҡыҫҡаса булһала тикшерелеп аңларға тырышҡан өс һүҙ һәм уларҙың төшөнсәләре, беҙҙең эске кисереш тойғоларыбыҙҙа (йән-күңелдә һәм рухта, йәиһә, в душе и в духе) во внутреннем мире һәм тышҡы дини һәм доньяуи көнкүрешебеҙҙә тағы өс
яҡтан – яҡшылыҡлы изге ниәткә, яҡшылыҡлы изге һүҙгә һәм яҡшылыҡлы изге эштәргә булышырға тартһындар беҙҙе көндәлек тормошобоҙҙа.
Доға. Салла Ллаһу үә ғәлә әлиһи үә әсхәбиһил мәүсүфинә бил ғәдәләти үәл ихсани.
Улар һәр береһе Ислам, Иман һәм Ихсан, динебеҙҙә Аллаһ Тәғәләнән, кешелек доньяһына тәғәйенләнгән илаһи этикаһының үҙенсәле асҡыстары, тамырҙары. Дини әҙәп-әхләҡ кешеләрҙең доньяүи тормошона эске тылсымлы күренеш-бәйләнештәрҙә Собханаһу үә Хаҡ Тәғәләбеҙҙән килгән илаһийәт тәрбиәһен бирә лә инде. Бына был өс һүҙ һәм уларҙың төшөнсәләре, былар барыһы ла кешене, шуныңса кешелек доньяһын бейек әхләҡи холоҡҡа, юғары дини мәҙәниәткә өндәй, саҡыра һәм ошоно тойоп, ишетеп, барса хистәре аша үткәреп аңлағандарҙы мүьмин, муфлихун, мухсиндәр рәттәренә беркетә һәм уларҙың доньяуи һәм дини йәшәйештәре берлеккә тоташып ғүмерҙәре таҙалыҡта яҡтылыҡта йәмләнеп үтә.
Әйе, Ислам, Иман, Ихсанды тулыһынса аңларға теләһәк, Раббыбыҙҙан килгән Ҡөрьән Кәримдең бик күп сүрә-аяттарында уларҙы уҡып күрәбеҙ.
Ошонда ултырыусыларҙың һәммәһелә, ошоларҙы һәм оҡшаштарын Ҡөрьән-Шәрифтән, уҡыуына һәм бәйғәмбәребеҙҙең (صلعم)дең хәҙистәрендә лә уҡығанығыҙға һис шик юҡ.
Шулайҙа, уҡыуҙар төрлөсә була. Нисекмә? Барса күңелеңде биреп, йәнең-тәнең менән Уға – Хаҡ Тәғәләгә ынтылып уҡыу. Икенсе төр уҡыу- ғәмһеҙ, ғәфләти, күңел күтәренкеһеҙ уҡыу, шаҡтай башҡаса тәсьир итә кешегә.
Беренсе төр уҡыу –ҡәльбебеҙҙә, йәнебеҙҙә Жәнәбел үә Хаҡ Тәғәләбеҙҙең Ҡөрьәненең аяттары юйылмаҫлыҡ, юғалмаҫлыҡ билгеләрен ҡалдыра –шуға күрә исламияттең имани-аманатлы ғына һәм ихсани-етешкәнле генә көс бирә.Хәҙер, Ҡөрьән Кәримдәге Фәтх сүрәһенең дүртенсе аятына ҡараш төбәйек.
هُوَ الَّذِي أَنْزَلَ السَّكِينَةَ فِي قُلُوبِ الْمُؤْمِنِينَ لِيَزْدَادُوا إِيمَانًا مَعَ إِيمَانِهِمْ
Унан килгән әнзалә сәкинәһе беҙҙең иманыбыҙҙы тынысландыра, һәм шуныңса, Раббыбыҙ әйткәнсә, иманыбыҙға көс тула.
Икенсе төр уҡыуҙа, уҡып бөтөп өҫтәл артынан сыҡһаҡ, уҡығаныбыҙҙы шунда уҡ онотабыҙ. Шулай, түгелмә һуң, беҙҙеңсә шулай.
Уҡығаныбыҙҙа, Аллаһ Тәғәләнең Өммүл –Китабындағы аяттарҙағы, бәйғәмбәребеҙ صلعم хәҙистәрендәге, һүҙҙәрҙең асылына, төп мәғәнәһенә төшөнөп, уҡығаныбыҙҙы аңлап йәшәһәк, был доньяла Исламдың күркәм мосолманлығына, тулы иманға мөүьмин-мухсинлеккә ирешербеҙ.
Кешегә шулай бәхетле булып йәшәү өсөн, күптә кәрәкмәй бит. Әйе, әллә ней күп кәрәкмәй һымаҡ, шуның өсөн ныҡ булырға кәрәк. Ошо ныҡлыҡ дини һәм доньяуи ҡарашса айырмаһыҙ ике төргә бүленә, беренсеһе-рухи көс ныҡлығы, шунан ғына-физик һаулыҡтың ныҡлығы. Физик яҡтан берәй төрлө ауырхынһаңда, әгәр рухи көсөң ныҡ булһа шул сиргә бирешеп төңөлмәйһең. Бының төбө, рухи көстә, ә ул дини таҙалыҡҡа тартҡан Ислам, Иман һәм Ихсандың ихласлығында. Рухи көс һәм дини таҙалыҡтың нигеҙе, илаһи әхләҡ, мәҙәниәт – Хоҙай Тәғәләбеҙҙән килә. Кеше шул саҡта ғына үҙ
ғүмерендә, Хоҙай Тәғәләнең ике доньяһында ла ҙур бәхеткә ирешергә мөмкинселек таба. Ысын күңел менән яҡшыға тартыла, игелекле, ихлас итәғәтлек ҡылып йәшәй, шуныңса, дини дәрәжәһен үҫтерә һәм Аллаһы Тәғәләгә яҡыная торған юлда бара. Шунда ғына, теге доньяға иманыбыҙ юлдаш булып китеүе шикһеҙ.
Доға. Рабби хкүм биль хакки.
Йә Раббым Аллаһым киләһе йомаларыбыҙҙа ла ошолай Үҙеңден күркәм мәрхәмәтең менән жәмиғ намаҙҙарыбыҙҙы күңеллелектә һәм күпселектә үткәрергә насип ҡылһаң ине һәм барсабыҙға ла Аллаһы Тәғәләбеҙҙең ҡөҙрәте менән иҫәнлек-һаулыҡ, мул һәм хәләл ризыҡ- тәғәмдәр һәм бер-беребеҙгә шәфҡәт-мәрхәмәтлек насип булһын инде киләсәк ғүмеребеҙҙә.
Раббым ошо йома намаҙҙарыбыҙҙа Ҡөрьән Кәримдән уҡылған сүрә-аяттарҙың уҡылғандағы кәмселек-хаталарын ғәфү итеп, әжер-сауабтарын Үҙеңдең ҙур ризалығың һәм фазыл- рәхмәтеңде өммәт-милләтебеҙгә еткерһәң ине.
Әл хәмдү лиЛлаһи нәхмәдүһү үә нәстәғинүһү үә нәстәғфирүһү үә нәтәүәккәлү ғәләйһи. Үә нәғуҙү биЛләһи мин шурури әнфүсинә үә мин сәййиәьәти әғмәлинә мәй-йәһдиһи Ллаһу фәлә мудҙилләһү үә мәй-йүдҙлил фәлә һүдәәйәә ләһү.
Үә әшһәду әнлә иләһә иллә Ллаһу уахдаһу лә шәрикә ләһү. Үә әшһәду әннә Мөхәммәдән ғәбдүһү үә рәсүлүһү.
Аллаһумма нсур мәннасараддин, үә хҙүл мән хәҙәләддин. Ғибадә Ллаһи иннә Ллаһа йәъөмөрө бил ғәдли үәл ихсани үә итааъи ҙил ҡүрбә. Үә йәнһә ғәни үәл фәхшәәъи үәл мүнкәри үәл бәғий йәғиҙикум ләғәлләкүм таҙәккәрүнә. Уҙкүру Ллаһа ғәлиййәл ғаҙиймәл, хәййәл ҡәййүм. Йәҙкүрүкүм үә шкуруһү йәзидләкүм үә стәғфируһү йәғфирләкүм. Үәл ҙикру Ллаһи Тәбәрәкә үә Тәғәлә әғлә үә әүләә үә әғәззү үә әджәллү үә әғҙәмү үә атамму үә әкбару. Бирәхмәтикә, йә әрхәмә ррахимин. Амиин. Аллаһу әкбәр.
Хөтбә.
Әл хәмдү лиЛлаһи әл ғәзизи әл ғаффари әл кәрими әс-саттари әлләҙии хәләҡал инсана мин сәлсәлин кәл фәххәри үә хәләҡал джәәннә мим-мәриджи минә ннари. Үә уәғадә лил мүттәҡиийнә джәннәтин тәджри мин тәхтиһәл әнһари. Үә ғәҙҙәбал мүнәфиҡинә фи ддәркил әсфәли минә ннари.
Әғүҙү биЛләһи минә шшайтәни иррәджим. БисмиЛлаһи ррахмәни иррәхим. Әл хәмдү лиЛлаһи Раббил ғәләмин. Әс-сәләтү үә ссәләмү ғәлә сәййидинә Мөхәммәдин, үә ғәлә әлиһи үә әсхәбиһи әджмәғийн.
Динебез Исламда сәләм-салауаттарға тулы сәййидүл — әййам йомабыҙҙа ысын күңелдән хәмед-сәнәләребеҙ, ҙур-ҙур маҡтауҙарыбыҙ барса ғәләмдәрҙе тәрбияләүсе Собханаһу үә Хаҡ Тәғәлә Раббыбыҙға һәм күңел түрҙәребеҙҙән сыҡҡан сәләм, шәриф- рәхмәттәребеҙ бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд Мостафа салла Ллаһу ғәләйһи үә ссәләмгә гә уның ғәиләһенә, сәхәбәләренә һәм уларға эйәргән тәбиғийндәргә.
Үә әшһәдү әнлә илаһә иллә Ллаһу уахдәһү лә шәрикә ләһү, ҙүл ғәфүи үәл ғуфрани. Үә әшһәдү әннә Мөхәммәдән ғәбдүһү рәсүлүһү сәййидү ррусули үә хәбибу рРахмани.
Салла Ллаһу үә ғәлә әлиһи үә әсхәбиһил мәүсүфинә бил ғәдәләти үәл ихсани.
Әс-сәләмү ғәләйкүмү рәхмәтү Ллаһи үә бәрәкәтүһү, мөхтәрәм мөслим- мөслимә, мөүьмин-мөүьминә ғәзиз ҡәрҙәш-яҡташтар.
Бөгөнгө хөтбәбеҙҙе Ислам динендәге әхләҡ-мәҙәниәткә бағышлап Аллаһы Тәғәләнең ризалығын һәм фадҙийләтен һорап, Фатиха сүрәһенең аяттары менән башлайыҡ һәм шул аяттарҙа Әл хәмдү лиЛлаһи Раәббиль ғәләмин-тип, маҡтау һүҙен әйткәндән һуң һәр намаҙыбыҙҙа нимә теләп һорағаныбыҙға иғтибар итәйек әле. مَالِكِ يَوْمِ الدِّينِ(4)إِيَّاكَ نَعْبُدُ وَإِيَّاكَ نَسْتَعِينُ
اهْدِنَا الصِّرَاطَ الْمُسْتَقِيمَ(6)صِرَاطَ الَّذِينَ أَنْعَمْتَ عَلَيْهِمْ غَيْرِ الْمَغْضُوبِ عَلَيْهِمْ وَلَا الضَّالِّينَ(7
Хөкөм көнөнөң батшаһына. Һиңә генә беҙ ғибәҙәт ҡылабыҙ һәм Һинән генә ярҙам һорайбыҙ-тип әйтеүмән башлана кешелә, йә ысын мосолманлыҡ, йә мүнәфиҡлыҡ. Ошо һәр намаҙыбыҙҙың ҡыямындағы һорауыбыҙ м-н беҙ дини мәҙәниәттең ҡапкаларын асырға ынтылыш яһайбыҙ. Кемдәрҙер был юлға ныҡ баҫып дини әхләҡ, мәҙәниәттә алға ҡарап атлайҙар, ә икенселәргә был тик буш ынтылыш ҡына булып ҡала. Ниңә улай, сәбәбе нейҙә?
Берәүҙәр ысын күңелдән, йөрәк-бәғерен яндырып әйтә был, һәм, үҙ ғүмерендәге, башҡа булған әйтәһе һүҙҙәрен. Икенселәр, әлеге генә әйткән мунафиҡтар, икейөҙлөләр үҙҙәрен һәм беҙҙе алдатыу етмәгән, Аллаһы Тәғәләне лә алдатырға маташалар – Уны алдатып булмай, нимә генә әйтһәңдә, ҡылһаңда. Бына был кешелә әҙәп, әхләҡ, мәҙәниәт(культура) барма, юҡма икәненең беренсе билгеһе. Ул күренмәй икенселәргә, әммә уны үҙе күрә-белә, әммә икейөҙлөлөнә. Шул сәбәптән улар, Хаҡ-тура юлға күнмәйҙәр. Хата юлына дүнелеп, күпмелер ваҡыт аҙашып йөрәйҙәр.
Бына шулай– үҙең менән төрлөсә мөнәсәбәттәрҙә аралашҡан доньяға, күргән күрешкән кешеләргә, күрмәйсә белмәгәндәргә лә икейөҙлө, хәйләһеҙ асыҡ, көләс йөҙлө ҡарап һораған, әйткән һүҙҙәребеҙ йөрәгебеҙ түренән, күңелебеҙ төпкөлдәренән сығырға тейеш. Тимәк, хаталы, аҙашыу юлыман барыусылар ысын күңелдән һорамаған.
Ул-былға ҡарамайса кешелек доньяһында Алаһы Тәғәләнең Ҡөрьән Кәриме, башҡаса Китаптары һәм Сөхөф — Яҙыуҙары аша индерелгән Илаһи этикаға теркәлгән кешемән кешене, халыҡтарҙы дуҫлыҡҡа, тыныслыҡҡа илтеүсе дөйөм мәҙәниәт бар, Хаҡ юлда, аҙашмаған кешеләр юлында йөрөүселәргә.
Әнә шул даими мәҙәни тормош бербилгеле (однозначно) формулировка аша һис тә аңлатылмай. Хәҙерге көндәрҙә күренекле ғалимдәр әйтеүенсә ошо дөйөм Илаһи мәҙәниәткә биш йөҙ төр аңлатма бар. Шулай булғас, беҙҙең әңгәмә Ислам динендәге мәҙәни мөнәсәбәттәр гә тейешле булһа ла, беҙ бөтөн кешелек доньяһын селтәрләгән мөнәсәбәттәрҙе лә ситкә этәреп китә алмайбыҙ. Ислам диненең ҡанундарына һыйғанын ғына алһаҡта ошо һүҙебеҙ- мәҙәниәттең – бер-нисә төплө төшөнсәһен яҡшылап үҙләштерер өсөн беҙгә тиҫтәләгән сәғәт ваҡыт кәрәк булыр. Шуға ҡарата, беҙ бөгөн ошо төшөнсәләр менән бер аҙ өҫтөнсәле танышып үтербеҙ.
Мәҙәниәтте, ҙур хисап менән алып ҡарағанда анау культура, бынау культура тиеп әйтеүе төптән дөрөҫ түгел. Шулай уҡ, барыбер тегеләй ҙә, былай ҙа һис шикһеҙ бүлергә тура килә. Ниңә тиһәгеҙ, халыҡтар, дини конфессиялар, религиялар, телмәри ғәиләләр(языковые семьи) һәм дә цивилизациялар араһында төрлөсә айырмалар бар ғына түгел, ә етәрҙек күп кенә.
Мәҙәниәт нимә ул, йәки нәмә була. Ябайлабыраҡ әйткәндә — көрәк, балта, ҡәләм, дәфтәр, кейем, урам-ауыл, ҡалалар, фамилия-исемебеҙ, компьютер, самолет һәм башҡа нәмә, эшләнгән һәм киләсәктә эшләнәсәк, йәки, кеше хеҙмәте м-н ҡылынған, төҙөлгән һәм барлыҡҡа килгән. Шул барлыҡта кешенең ғөрөф-ғәҙәте, привычкалары, йәшәү рәүеше-образ жизни, белеме, фәни уңышлыҡтары, искусство-сәнғәт, религия-дин һәм уның антиподы-ҡаршы мәғәнәһе атеизм, мораль-әхләҡ һәм философия барыһы ла шул культура. Һәр береһе үҙенә генә хас бер төрлө мөнәсәбәттә беҙҙең менән.
Бына шул әле генә әйткәндәргә бәйле бик күп культура-мәҙәниәттәрҙе һанайыҡ әле; дини культура, политик-сәйәси культура, экономик-иҡтисади культура, военный – хәрби мәҙәниәт, рабочая, преподавательская, врачебная һәм башҡа төрлө мәҙәни мөнәсәбәттәрҙә кешелек доньяһына йәм-матурлыҡ биреп ҡайһы кешеләрҙең рухани дәрәжәләрен юғарыға күтәрә, йә ҡайһы берәүҙәрҙе әхләҡ-мәҙәниәткә етди ҡарашта булмағандарҙы төрлө хәл-осраҡта түбәнгә олаҡтыра. Был нимәнән сыға һуң? Яуабы ябай ғына. Әхләҡ- мәҙәниәткә, дини руханиәткә ҡайһы бер мосолмандарҙың һәм Шәриғәт ҡанундарына ла иғтибарһыҙлыҡта булғанына сәбәпле.
Мәҙәниәт ул матур кейенеп йәтешле генә һөйләшеп йөрөүҙә генә түгел, ул һәр эш-уйын урынына ҡарата үҙенә генә хас бер төрлө тәртиб ҡанундары, нормаларына теркәлеп төҙөлгән. Шулай уҡ мәҙәниәтлектик таҙалыҡта, йәмле һүҙле һөйләшеп, тәһәрәтле булыуҙа түгел, быныһы тышҡы таҙалыҡ, йәм, ә бының менән бергә эске йән-күңел, рух таҙалығы булырға тейеш, ә был кеше өсөн иң мөһиме.
Аллаһу Сөбхәнәһү үә Хак Тәғәлә был турала Ҡөрьән Кәримендә әйтә.
لَقَدْ خَلَقْنَا الْإِنسَانَ فِي أَحْسَنِ تَقْوِيمٍ
Беҙ кешене, фи ахсани таҡуим, ҡиммәт баһалы, камил яралттыҡ-тип, әйтә Ул беҙгә, Тин сүрәһенең дүртенсе аятында. Тимәк, кешеле доньяһының күбеһе, Хаҡ юлда, аҙашмаған кешеләр юлында йөрөүселәр итеп яралтылған Хоҙай Тәғәләбеҙҙең тәҡдиренсә.
Гонаһ ҡылып, аҙашып киртәс-миртәс яман юлда йөрөүселәрҙең, күпмелер Ул ғына белә,ҡайһыларын ,әгәрҙә, улар ауыр һәм әсе кисерештәр аша тәүбәгә килеп, ҡылған хата-гонаһтарына ғәфү-ярлыҡау һорап, үҙҙәрен үҙҙәре ямандан айырылып яҡшыға үҙгәртһәләр, Аллаһ Тәғәләбеҙ – һис бер тиңдәше булмаған – Абсолют аҡыл һәм көс Эйәһе, Үҙ рәхимлегенән, уларҙы кисерә һәм Хаҡ юлға, аҙашмаған кешеләр юлына күсерә.
Бына ошо әле гәнә һаналған мәҙәниәттәрҙең барыһының да төп-нигеҙен Илаһи әхләҡиәт-руханийәттә төҙөлгән дини мәҙәниәткә теркәлгән башланғыс тәшкил итә. Нисек тиһәгеҙ, яаубы ябай ғына. Кешелек доньяһыны тәүтормош
(первобытной) формаһы булған осорҙа, әлеге әйткән, хәрби, табиби(врачебн), педагогик һәм башҡа төрлө мәҙәниәт булды-тип, әйтерлек дәлил юҡ. Шулай ҙа уларҙың һәр береһенең үҙенә генә хас үҙенсәлектәре бар; мәҫәлән, хәрбиләр ҙә-…, табибтарҙа- клятва Гиппократа һәм һәр пациентан ҡабул иткәндән һуңтотонған инструментарий йыуыла һәм башҡа төрлө үҙенсәлектәр һәр ҡайы культура-мәҙәниәттә. Шуларҙың барыһына ла тәү хисапта дини мәҙәниәт һанала, әгәрҙә, камлаусы шамандарҙы иҫәпкә алһаҡ, уларҙы ысын дини мәҙәниәт түгел, ә, хөрәфәтселек, мәжүсилек ғибәҙәти культура рәтенә тиңләйҙәр.
Ауырға алмағыҙ, ошо мәҙәниәткә ҡағылышлы, тағы бер әйтәһе һүҙебеҙ, мәсеткә килгәс намаҙ уаҡытын көтөп ултырыуыбыҙға тейешле һүҙ. Элегерәк мәсеттә тәсбих тартып ултыра торған ине килүсе халыҡ, хәҙер ниңәлер ундай хәл һирәгәйҙе. Был да дини культураның бер тармағы, ниңә хәҙер шулай итеп ябай ғына зекер ҡылыуыбыҙҙы онота башланыҡ. Әллә һәр аҙымыбыҙҙы, барса ғәмәлдәребеҙҙе имамдарҙан һорап өйрәнәйек мә?
Шул юһыҡтан, мәсеттә доньяуи мәшәҡәттәр тураһында ла хәбәр һатыу ярамағанын, барығыҙҙа беләһегеҙ. Әллә инде сабырлыҡ менән тәсбих тартып, намаҙыбыҙ уаҡытын көтөргә түҙемлегебеҙ етмәй, эстән килгән хәбәр һатыу ләззәтенә бирелеп сыҙамлығыбыҙҙы юғалтабыҙмы. Ошолай осраҡлы хәлдәрҙә Ҡөрьән Кәримдең сабырлыҡҡа өндәүен онотмауыбыҙ хәйерле булыр ине һәрсәбеҙгә.
Шуныңса әйткән һүҙҙәрҙең асылы, Аллаһ Тәғәләнең Өммүл -Китабындағы сүрә-аяттарында әйтелгән һүҙҙәренә, бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд Мостафа салла Ллаһу үә ғәләйһи үә ссәләм Сөннәһенә, Ислам динендәге шәриғәт канундарына килештерелеп төҙөлгән дини мәҙәниәтенә бөтә булмышыбыҙ һәм күңелебеҙ менән бирелеп йәшәһәк кенә, был доньяла Исламдың күркәм мосолманлығына, тулы Иман мөүьминлегенә ирешеп, теге доньяға иманыбыҙ юлдаш булып китеүселәр, фи ихсани тәҡуим араһында булыуыбыҙға ышаныс бар.
Әл хәмдү лиЛлаһи нәхмәдүһү үә нәстәғинуһү үә нәстәғфирүһү үә нуьминү биһи үә нәтәүәккәллү ғәләйһи. Үә нәғуҙү биЛлаһи мин шурури әнфүсинә үә мин сәәййиъәти әғмәлинә мәй-йәһдиһи Ллаһу. Фәлә мудҙийиллә ләһү үә мәй-йудҙлилһү фәлә һәдийә ләһү.
Үә әшһәдү әнлә илаһә иллә Ллаһу уахдәһү лә шәрикә ләһү, ҙүл ғәфүи үәл ғуфрани. Үә әшһәдү әннә Мөхәммәдән ғәбдүһү рәсүлүһү сәййидү ррусули үә хәбибу рРахмани.
Аллаһумма ғфир лил мөүьмининә үәл мөүьминәти үәл муслиминә үәл муслимәти әл әхйәәъи минһүм үәл әмүүәтинә. Иннәкә мухиббу ддәғүәти үә мунәзилүл бәрәкәти үә рәфиғу ддәрәжәти үә ҡадҙийүл хәжжәти.
Бирәхмәтикә, йә әрхәмә ррахимин.
Йә Раббымыҙ- Аллаһыбыҙ, илебеҙгә тыныслыҡ, йыраҡ-яҡындағы туған-тумасаларыбыҙға, халҡыбыҙға алдағы ғүмерҙәрендә тән сәләмәтлеге, күңелдәренә тыныслыҡ, оҙон һәм бәхетле тормош насип итһәң ине. Бәлә-ҡаза, әфәт-ауырыуҙарҙан һаҡлап, бәндәселектә аңғармайса һәм күрә-белеп ҡылған гонаһтарыбыҙҙы ғәфү итеп, өммәтебеҙҙе татыулыҡҡа ирештереп
доньяларыбыҙҙы именлектә ҡалдырһаң ине. Шул юһыҡтан түрәләребеҙгә миһырбанлыҡ, байҙарыбыҙға йомартлыҡ, ауырыу-сирхауҙарға шифаларыңды насип ҡылһаң ине.
Аллаһумма нсур мәннасара ислама үә әййид мән әййәда ддинә. Үә хҙүл мән хәдаға ислама үә кәббит мән ғәдә ддана ғибадә Ллаһи. Иннә Ллаһа йәъмөрө бил ғәдли үә ихсәни үә итаәи ҙил ҡүрбә үә йәнһә ғәнил фәхшәәи үәл мүнкәри. Үәл бәғи йәғиҙукүм ләғәлләкүм тәҙәккәрүнә үәл ҙикру Ллаһи Тәбәрәкә, үә Тәғәлә әғлә үә әүләә үә әғәззу үә әджәллү үә әғҙәму үә атамму үә Аллаһу әкбәру. Бирәхмәтикә, йә әрхәмә әррәхиминә. Амиин. Аллаһу Әкбәр.
Хәҙрәт Рәүил Вәхит улы Ямалетдинов Силәбе өлкәһе Арғаяш районы дәүләтбай ауылында тыуған. Тормош юлында кәртәләр аша үтергә тура килә. Әммә ҡандан килгән иманға тартылыу, бер үә бар булған Аллаға инаныу уның ғүмер юлын гел яҡтыртып тора. Хәҙрәт Рәүил Өфөлә Мәрйәм Солтанова исемендәге мәҙрәсәне тамамлап, имам булып Башҡортостандың төрлө райондарында эшләп алды. Башҡорт халҡының тел үҙенсәлектәрен, тарихын ентекле өйрәнеп, яҙмалар алып бара.
«Урал батыр», «Ялыҡ» исемле сценарийҙар яҙып, китап итеп баҫтырҙы. «Урал батыр»ҙы бөтә донъяға танытырлыҡ кино төшөрөү хыялы менән 15 йыллап инде янып йәшәй. Дин, тарих, тел-ошо төшөнсәләргә ул вайымһыҙ ҡала алмай.Силәбелә йәшәй