Ғәйет алдынан
Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләм ғәйет байрамдын нисек үткәргән? Рамаҙан айы ураҙаһы тамамланғас ҡайһы бер кешеләр ғәйет намаҙы үткәнсе ашамай-эсмәй торалар. Ошо ғәйеттән һуң ауыҙ асалар. Был дөрөҫ түгел. Улар бит сәхәр ашағас, ниәттәре ураҙаға иртән таңдан киске аҡшамға тиклем бит. Ә ғәйет байрамы төштән алда бит, кис ҡояш байығас түгел. Нимә килеп сыға? Улар ниәтләнгән ураҙаларын боҙоп, көндөҙ ашап-эсәләр. Шулай килеп сыға. Пәйғәмбәребеҙ ғәйет көндәре ураҙа тотмағыҙ тигән. Сөнки был байрам көндәре, ашау-эсеү мәжлестәре үткәрелә. Ғәйеттәр үткәс, тотоғоҙ, Рамаҙан айында тултырылмаған ураҙаларығыҙҙы ла ҡаза итеп тотоғоҙ. Ә кем инде ошо ғәйет көндәре таңдан ураҙаға ниәтләнеп, ғәйеттән һуң ауыҙ аса икән – ул яңылыша, ураҙаһы боҙола, шуның өсөн ошо көндөң ураҙаһын ҡаза ҡылып берәй көн тотор кәрәк. Нисә йыл яңылышып үткәргәнегеҙ икән шулайтып, шул ғәйет көндәре ураҙаларын ҡаза ҡылыр кәрәк.
Ошо ғәйет байрамдары мосолмандарҙын тормошонда мөһим бер ваҡыйға булып тора. Байрамдар йәмәғәт, кешеләр араһында берҙәмлекте арттыра, ҡәрҙәшлекте нығыта, ғәйет көндәрендә кешеләр мәсеттәрҙә күрешеп, бер-береһе менән аралашып, араларындағы дуҫлыҡты үә иптәшлекте сафландыра. Ислам динендә дини байрамдарҙы үткәреү һиҗрәттән һуң башланған. Пәйғәмбәребеҙ хәҙрәт Мөхәммәд ғәләйһиссәләм Мәккәнән Мәҙинәгә күскән заманда халыҡ билгеләп үтә торған ике байрам булған.
Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләм уларға былай тигән: «Аллаһ Тәғәлә һеҙгә, һеҙҙең ике байрамығыҙ урынына, уларҙан да хәйерлерәк булған тағын ике байрам бойырҙы. Былар: Рамаҙан һәм Ҡорбан байрамдарылыр». Мәҙинә халҡы был шатлыҡлы хәбәрҙе Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләмдән ишеткәс, иҫке байрамдарын ташлап, яңы байрамдарын үткәрә башлағандар. Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләм ғәйет көндәрендә динебеҙ буйынса иртәрәҡ уяныуҙы, йыуынып, ғөсөл алып, иҫлемайҙар һөртөнеүҙе, иң яратҡан үә иң яҡшы кейемдәрҙе кейеүҙе, урамда йәиһә мәсеттә осрашҡан кешеләргә шат үә көләс йөҙле булыуҙы сауаплы эштәр, тип аңлатҡан. Рамаҙан ғәйетендә намаҙҙан элек нимә лә булһа ашап, мәсеткә барыу, Ҡорбан ғәйетендә намаҙҙы уҡып бөтөрмәйенсә, бер нәмә лә ашамау мөстәхәб тип ҡабул ителгән.
Әнәс бин Малик тарафыннан һөйләнгән бер хәҙистә шулай тип әйтелгән: «Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләм Рамаҙан байрамында бер-нисә хөрмә ашамайынса намаҙға бармай ине». Хөрмә табып булмағанда, уның урынына бал, шәкәр кеүек ризыҡтарҙы ҡабыу ҙа мөстәхәб, тип әйтелгән.
Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләм заманында ҡайһы бер кешеләр ураҙаны ғәйет намаҙҙына ҡәҙәр дауам итә, тип уйлағандар, шуның өсөн намаҙға ҡәҙәр ашап-эсмәгәндәр.
Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләм Рамаҙан ғәйете көнөндә ураҙа тамам булыуын күрһәтеү өсөн, байрам намаҙынан элек хөрмә ашаған. Ҡорбан ғәйетендә намаҙҙан һуң ауыҙ асҡан. Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләм өйөнән намаҙ уҡый торған ергә бер юлдан барһа, ҡайтҡанда юлын үҙгәртә торған булған. Бының маҡсаты күберәк кеше мелән күрешеп, байрам менән ҡотлау булған.
Ғәйет көнө шатлыҡлы булһын өсөн, байрам дауам иткән ваҡытта кешеләр өсөн күңелле үә ҡыҙыҡ булған, дин яғыннан тыйылмаған эшләрҙе лә эшләргә рөхсәт ителгән.
Был көндәрҙә һәр төрле спорт ярыштары, балаларҙы шатландыра торған көлкөле, ҡыҙыҡлы уйындар уйнарға, милли, дини, тарихи йырҙарҙы йырлап күңел асырға мөмкин булған.
Рамаҙан ғәйете өс көн, Ҡорбан ғәйете дүрт көн дауам итә, тип ҡабул ителгән. Ғәйет көндәрендә осрашҡан мосолмандар бер-береһен ғәйет байрамы менән ҡотлайҙар, бер-береһе өсөн доға ҡылалар. Ҡайһы бер хәҙистәрҙә мосолмандар бер-береһенә шулай доға ҡылалар тигән: «Ғәфарәллаһу ләнә үә ләкүм», йәки: «Аллаһ беҙҙе лә, һеҙҙе лә ғәфу әйләһен».
Байрамдарыбыҙ мөбәрәк булһын.