Бөйөк Ватан һуғышы
Әссәләмүғәләйкүм мосолман ҡәрҙәш. Һеҙҙең иғтибарға инша: “Бөйөк Ватан һуғышы минең ғаиләмдә”, тигән интернет киңлектәренән алынған билдәһеҙ авторҙың яҙмаһы.
Бына тағы ҡыҙарып ҡояш сыҡты, яҡты көн тыуҙы. Сағыу ҡояш ҡырҙарҙы, ағастарҙы, кешеләрҙе – тәбиғәттең бөтә йән эйәһен һөйөндөрҙө. Өйҙәге тәмле ризыҡ еҫен еҫкәп, әсәйемдең наҙлы тауышына күҙҙәремде астым. Бөгөн мин ашыҡмай ғына юрғанымды астым. Миңә рәхәт, сөнки минең баш осомда яҡты ҡояш балҡып тора, илемдә тыныслыҡ.
Ә бит, уйлай китһәң, беҙгә бөгөнгө тыныс таңды әлегеләй ҡаршыларға ла яҙмаҫ ине...
1941 йылдың 22 июнь таңы. Бөтә ерҙә тыныслыҡ, ҡоштарҙың сут-сут килгән тауыштарын, шишмәләрҙең йырын тыңлап кешеләр эшкә ашыға. Кисә генә мәктәпте тамамлаған егеттәр һәм ҡыҙҙар төрлөһө – төрлө яҡҡа уҡырға китергә йыйына. Тик... Тыныс тормош шартлап ярыла. Кешеләрҙең ҡолаҡтары һуғыш башланған тигән һүҙҙәрҙе ишетә, әммә аҡыл был хәҡикәтте ҡабул итә алмай. Ни өсөн? Кемгә нимә етмәгән ? Ҡайһы яуызына кәрәк булған был ҡәһәр?.. Һорауҙар бихисап, яуап бер.
Фашистик Германия тыныс ил сиктәрен емереп, тыныслыҡ тураһындағы килешеүҙе боҙоп, Советтар Союзының тыныс ил сиктәрен емереп, илебеҙгә ҡара һөрөмөн таратҡан, уның балаларын , өлкәндәрен, ҡатындарын зар илатып баҫып кергән.
Оҙон дүрт йылға һуҙылған, миллиондарса ғүмерҙәрҙе ҡыйған Бөйөк Ватан һуғышы башланған.
Был афәт илдә, республикала йәшәүсе һәр ғаилә, һәр кеше яҙмышында тәрән эҙ, уңалмаҫ яра ҡалдырҙы.
Әлеге ҡанлы һуғышҡа Башкортостандан 700 меңгә яҡын кеше киткән. Уларҙың яртыһы яу ҡырында ятып ҡалған. Бына ошо 700 меңгә яҡын кеше араһында минең дә әсәйемдең олатаһы — Мирзаянов Мөбәрәкйән һуғышҡа киткән. Уның тураһында хәбәрһеҙ юғалған тигән ҡағыҙ ғына килгән. 28 йәшендә дүрт кескәй улын, 27 йәшлек ҡатынын ҡалдырып илде һаҡларға алына ул. Бына шул китеүенән ул ҡабат тыуған йортона, һөйөклө ҡатыны янына, балаларын үҫтерешергә ҡайта алмай ул. Бер генә хаты килә Мөбәрәкйәндең. Әле әсәйемдең өләсәһе иҫән сағында ул беҙгә ҡарты тураһында һөйләй торғайны. 1942 йылда уның Смоленск янында ҡаты һуғышҡа керәбеҙ тип бер генә хаты килә. 27 йәшендә дүрт ир бала менән тол ҡалған әсәйемдең өләсәһе Шәрғиәгә, әлбиттә, еңел булмағандыр. Өлкәне тип иҫәпләнгән Әхтәмйәненә лә ни бары 10 йәш кенә, ә иң кесеһе — минең бабайыма 2 генә йәш була. Бабайым атаһын белмәй, шулай булғас ул уны әсәһенең һөйләүе буйынса ғына күҙ аллай. Тыл фронтында хеҙмәт иткән әсәйемдең өләсәһенә ни тиклем генә ауыр булмаһын, ни тиклем генә нужа ҡаласын кимермәһен, дүрт улын ысын кешеләр итеп тәрбиәләп үҫтерә ул.
Иң өлкәне булған Әхтәмйәне “Сигнал” колхозында иң булдыҡлы, эшһөйәр тракторсы-машинист булып эшләй. Икенсе улы — Сәлихйәне — Украинала хәрби хеҙмәткәр булып ғүмер кисерҙе. Сабирйәне иһә — ғүмере буйына элемтә үҙәгендә үрнәкле хеҙмәт ҡуйҙы. Иң кесеһе — Рәхимйәне — минең бабайым, ғүмере буйы газ сервисында яуаплы хеҙмәткәр булды.
Нисек итеп тере кеше хәбәрһеҙ юғалһын? Мөбәрәкйәнен күҙенең һуңғы нуры һүнгәнсе, һуңғы һулышын алғансы көттө Шәрғия өләсәй. Һөйөклө иренә тоғро булып, 92 йәшенә етеп вафат булды ул.
Тик һуғыш яланында ятып ҡалған яугир ҡайтманы...
Ҡайтманы һалдат. Инде һуғыш бөткәнгә лә 70 йыл ваҡыт үтеп бара, тик өмөт усағы һүрелмәй. Тереләр хәтерендә улар — яугирҙар, мәңге йәш һәм тереләр.
Быйылғы еңеү яҙын беҙ, иҫәндәр, лайыҡлы ҡаршылайыҡ. Ул беҙҙең һәрберебеҙҙең шәхси байрамы. Беҙ бөгөн тыныс, ирекле тормошта йәшәүебеҙ менән һуғыш ветерандарына, тыл хеҙмәтсәндәренә бурыслыбыҙ, рәхмәтлебеҙ. Киләсәк көнөбөҙ артабан да тыныс, аяҙ күкле, сағыу ҡояшлы булһын өсөн ҡулыбыҙҙан килгәнде эшләргә тырышайыҡ. Илдәребеҙ тыныс, күктәребеҙ аяҙ булһын. Бөгөнгө тыныслығыбыҙҙы ҡара һөрөм ҡапламаһын. Бер кем дә, бер нимә лә онотолмаһын, бер ғаиләгә лә үҙ яҡындарын юғалтырға яҙмаһын! Мәғәнәһеҙ һуғыштар ҡабатланмаһын.