Үә лилләәһи
Үә лилләәһи (Рәббәнә), Әл-Ғимран сүрәһенең 189-194 аяттары)
Хәҙрәти Ғата Ғәйшә радыйаллаһү ғәнһәгә: «Һин беҙгә Пәйғәмбәребеҙ салләллаһү ғәләйһи үә сәлләм хәҙрәттәренән күргән берәр ғәжәйеп нәмә тураһында һөйләһәң ине!» — тип мөрәжәғәт иткән. Ғәйшә радыйаллаһү ғәнһә: «Рәсүлебеҙҙең ҡайһы яғы, ҡайһы эше ғәжәйеп булманы һуң? Бер төндә яныма килеп ятты ла, «Мин Раббыма ғибәҙәт ҡылам әле» тип, тороп тәһәрәт алды, шунан намаҙға баҫты, илай башланы, бөтә күкрәге йәшкә батҡас, рәкәғәткә китте, унда ла иланы, шунан һуң сәждәгә китте, унда ла иланы. Башын күтәргәс тә иланы. Билал килеп иртәнге намаҙға аҙан әтмәйенсә, илауынан бер ҙә туҡтаманы. Мин: «Йә Рәсүлуллаһ! Аллаһы Тәғәлә һинең бер гонаһыңды ҡалдырманы, артта ҡалғандарын да, алда торғандарын да ярлыҡаны. Ни өсөн шулай илайһың һуң?» — тип һораным унан. «Йә Ғәйшә! Әллә мин Раббыма шөкөр итмәҫ кеше булдыммы? Аллаһы Тәғәлә бөгөн төндә үҙемә ошо аяттарҙы индерҙе. Кем был аяттарҙы уҡып та, улар тураһында уйламаһа, шуға хәсрәт килер!» — тип әйтте Мөхәммәд ғәләйһис-сәләм...» — тигән.
Пәйғәмбәр салләллаһү ғәләйһи үә сәлләм был аяттарҙы һәр төндә, һәр көнө йоҡонан уянғас уҡый торған булған. Читать далее →