Әкиәт «Алтын сабаҡ»
Борон-борон заманда йәшәгән, ти, бер ҡарт менән бер ҡарсыҡ. Былар бик олоғайғандар, бала-сағалары булмаған. Ҡарт менән ҡарсыҡ балыҡ аулап тамаҡ аҫрағандар. Бер көндө ҡартҡа бер алтын балыҡ эләгә. Балыҡ телгә килә лә ҡартҡа былай тип әйтә:
— Һин мине үҙең ашама, башымды бейәңә ашат, кәүҙәмде ҡарсығыңа ашат, ҡойроғомдо этеңә бир.
Ҡарт балыҡтың әйткәнен эшләй. Алтын балыҡты алып ҡайта ла башын алты йәшәр бейәһенә, кәүҙәһен етмеш йәштәрҙәге ҡарсығына ашата, ҡойроғон этенә ташлай. Әбей шунда уҡ гоманлы була, бейә ҡолонға, эт көсөккә ҡала. Күп тә үтмәй, әбей ике ир бала, бейә ике ҡолон, эт ике көсөк килтерә. Малайҙарҙың баштары алтын, арт һандары көмөш, ти. Ҡолондарҙың ялдары алтын, ҡойроҡтары көмөш, ти. Көсөктәрҙең дә баштары алтындан, ҡойроҡтары көмөштән, ти.
Бабай ҡыуанысынан ни эшләргә белмәй, ти. Малайҙарҙы тәрбиәләп үҫтерә. Малайҙар бик бәһлеүән булып үҫәләр. Дүрт-биш йәштәрендә урамдағы оло кешеләрҙе тәгәрәтә һуғалар ҙа ҡуялар. Бала-сағаларҙы үлтерә һуҡҡан саҡтары ла булғылай. Малайҙар ололарға йәбешә башлағас, ауыл халҡы быларҙы нисек тә булһа ситкә олаҡтырырға, ауылдан тайҙырырға уйлаша. Бер көндө батшаға хәбәр итәләр:
— Бер ҡартта ике бала бар, үҙ яныңа алһаң ине. Балаларҙың баштары алтын, арт һандары көмөш,— тиҙәр.
Батша малайҙарҙы үҙ тәрбиәһенә ала. Аттары менән эттәре лә малайҙарға эйәреп баралар. Батша быларҙы уҡыта, һуғыш һәнәрҙәрен өйрәтә, алтын эйәр менән алтын ҡылыс биреп ҡуя. Малайҙар ҙурайып китәләр, тәүҙә күренгәне оло булып иҫәпләнә.
Ун ете йәшкә еткәндә егеттәрҙең олоһо төш күрә. Төшөн энеһенә һөйләй:
— Ҡайҙалыр бер батшалыҡта батша ҡыҙын аждаһа ашарға тейеш икән. Кем дә кем ҡыҙҙы аждаһанан һаҡлап ҡала, ҡыҙ шуныҡы икән. Ҡыҙҙы һаҡларға килгән егеттәр сират торалар икән.
Егеттәрҙең олоһо төшөн юллап китергә була. Киткән саҡта алма ағасының бер ботағына бәкеһен сәнсә лә, аҫтына табаҡ ултыртып, энеһенә былай тип әйтә:
— Бәкенән һәр ваҡыт бал тамыр: миңә берәй хәл булһа, ҡан тамыр. Шул ваҡытта мине эҙләп сығырһың,— ти.
Егет ҡалаға барып етә. Бер әбейҙән фатир һорай. Был ярлы ғына әбей икән.
— Юҡ, балам, мин бик ярлымын, һине фатирға төшөрә алмайым. Тамағыңды туйҙырырлыҡ рәтем юҡ,— ти.
— Мин үҙем ярлы балаһымын, юҡҡа борсолма, инәй,— тип егет әбейҙә ҡала.
Ҡалала бөтә ергә ҡара тыу эленгән була. Егет әбейҙән:
— Инәй, ни эшләп бөтә ергә ҡара тыу эленгән? — тип һорай.
— Беҙ аждаһанан һыу алабыҙ, шул һыу өсөн аждаһа көн дә бер ҡыҙҙы сиратлап алып китеп тора.
Бөгөн аждаһаға батша ҡыҙын апаралар. Шул көйөктән ҡара тыу эленгән,— ти әбей.
— Ҡыҙҙы алып киткәндә мине уятырһың,— ти ҙә егет йоҡларга ята. Бер ваҡыт музыка уйнай башлай, ҡыҙҙы аждаһаға тип алып сығалар. Әбей егетте уята-уята, уята алмай. Әбей ни эшләргә белмәй торганда, егеттең аты тибенергә тотона. Ат бер тибә — өй һеңгерләп китә; ике тибә — ер һеңгерләй; өс тибә — күк күкрәй. Егет уянып килеп тора ла әбейгә:
— Ниңә уятманың? Ҡыҙҙы ҡасан алып киттеләр? — тип һорай.
— Уятһам да, уянманың. Ҡыҙҙы күптән алып киттеләр,— ти әбей.
Егет атын менә лә ҡыҙ эргәһенә саба. Барһа,— бер ҙур диңгеҙ, яр ситендә биш мөйөшлө ҙур йорт; ҡыҙ йортҡа, ҡасмаһын тип, бәйләнеп ҡуйылған. Егет атын ҡуя ла ҡыҙ эргәһенә бара.
— Зинһар, егет, яҡын килмә, аждаһа икәүебеҙҙе лә ашар, үҙем генә ашалайым,— ти ҡыҙ.
— Юҡ,— ти егет,— һинең урыныңда мин ҡалам, һин ат ҡашына барып көтөп тор,— ти ҙә егет ҡыҙҙы бәйҙән ыскындыра. Ҡыҙ ат янына китә. Күп тә үтмәй, аждаһа килә. Егетте күрә лә аждаһа:
— Һай-Һай, сират үҙенең ҡыҙына еткәс, батша ниндәй матур егетте килтереп ҡуйған. Бының ите лә тәмлелер әле,— ти.
— Кемдеке тәмлерәктер бит, әллә минеке, әллә аждаһаныҡы, самалашырбыҙ,— ти егет.
— Бирешмәбеҙ,— ти аждаһа,— минең баш өсәү.
— Теләһә ҡырҡ булһын!
Егет менән аждаһа алыша башлайҙар. Алыша торғас, егет аждаһаның өс башын да алтын ҡылысы менән ҡырҡып төшөрә лә ҡумарылған ағас аҫтына тыға, ә кәүҙәһен тураҡлап, ҙур өс әрҙәнә итеп өйөп ҡуя. Ҡыҙ егеткә үҙенең исемле балдағын бирә лә, былар ҡайтып китәләр. Ҡалаға еткәс, айырылышалар. Ҡыҙ өйөнә ҡайтып ингәс тә, батша бөтә ҡалаға ҡыҙыл тыу элергә ҡуша.
Егет әбейҙең өйөнә ҡайта. Ҡайта ла әбейҙән:
— Мин ҡыҙҙы күрә алманым, ниңә ҡалаға ҡыҙыл тыу элгәндәр? — тип һорай.
— Батша, алтын биреп, ҡыҙын аждаһанан алып ҡалғандыр. Берәй ярлының балаһы булһа, аждаһа әллә ҡасан ашаған булыр ине инде, һөйәктәрен дә таба алмаҫтар ине,— ти әбей.— Ҡыҙының ҡотолоу шатлығынан батша байрам итергә бойорған.
Егет йоҡларға ята. Иртәгеһен торһа, ҡалала тағы ла ҡара тыу эленгән.
— Ни эшләп бөгөн ҡара тыу элгәндәр? — тип һорай егет әбейҙән.
— Батша ҡыҙын алты башлы аждаһаға алып китергә тейеш. Аждаһа батшаға: «Ҡыҙыңды ашарға килтермәһәң, бөтә батшалығыңды туҙҙырам»,— тип ҡағыҙ ебәргән,— ти әбей.
— Ҡыҙҙы алып киткән саҡта мине уятырһың әле,— ти ҙә егет йоҡларга ята. Күп тә үтмәй, музыка уйнай башлай, ҡыҙҙы алып китәләр. Әбей егетте уятып-уятып ҡарай,— уята алмай. Шунан егеттең эте ишекте тырнап килеп инә лә аяғынан тешләп уята. Егет һикереп килеп тора ла, атына атланып, ҡыҙ артынан китә. Барып етһә, ҡыҙ әлеге өйгә бәйләнеп ҡуйылған. Егет атынан төшә лә ҡыҙ эргәһенә бара.
— Егет, килә күрмә, үҙең харап булырһың. Бөгөн алты башлы аждаһа килә, уны бер кем дә еңә алмай,— ти ҡыҙ. Егет ҡыҙҙың бәйен сисә лә аты ҡашына ебәрә, үҙе аждаһаны көтә. Күп тә үтмәй, диңгеҙҙән аждаһаның алты башы күренә. Егет эргәһенә килә лә аждаһа:
— Ә-ә-ә, кисәге минең баламды үлтереүсе һин икәнһең. Улымды еңгәс тә, мине лә еңмәк булдың, ахыры. Ҡапҡан һайын ҡалъя эләкмәй ул, итеңде тәмләп йотормон,— ти.
— Йоторһоң, йотмай ни! Ҡапҡан һайын ҡалъя эләкмәһә лә, алты баштың өсөһө эләгер әле,— тип, егет алтын ҡылысын һелтәп ебәрә. Аждаһаның өс башы шунда уҡ тәгәрәп килеп төшә. Икенсе һелтәүҙә егет аждаһаның ҡалған өс башын өҙөп төшөрә. Баштарҙы ҡумарылған ағастарҙың төптәренә тыңҡыслап һалып сыға ла кәүҙәһен кәбәндән дә ҙур алты әрҙәнә итеп өйөп ҡуя. Шунан ҡыҙ менән егет ҡайтып китәләр. Ҡалаға еткәс, айырылышалар. Ҡыҙ егеттең атының ялына ҡулъяулыҡ бәйләй ҙә атаһы йортона китә.
Ҡыҙы тағы ла иҫән-һау әйләнеп ҡайтҡас, батша бөтә ҡала буйынса ҡыҙыл тыуҙар элергә ҡуша. Егет ҡайта ла әбейҙән:
— Инәй, ни эшләп ҡалаға ҡыҙыл тыу элгәндәр? — тип һорай.
— Батша ҡыҙы — батша ҡыҙы инде, ярлы ҡыҙҙарының береһе лә аждаһанан ҡайта алманы, бөтәһе лә һәләк булды, батша ҡыҙы ике үлемдән ҡотолдо,— ти әбей. Егет йоҡларға ята.
— Инәй, иртәгә ҡыҙҙы тағы ла алып китһәләр, уятырһың, уянмаһам, ошо хәнйәр менән маңлайыма сәнсерһең,— тип әбейгә хәнйәрен бирә.
Таң ата, ҡалала тағы ла ҡара тыу эленгән була. Был юлы батша ҡыҙын туғыҙ башлы аждаһа ашарға һората икән. Бер ваҡыт музыка уйнай башлай. Батша ҡыҙын өсөнсө тапҡыр аждаһаға алып китәләр. Әбей уята-уята, егет уянмай. Хәнйәр менән сәнсергә йәлләй, иларға тотона. Әбейҙең бер бөртөк күҙ йәше егеттең битенә тамып яндырып ала. Егет һикереп килеп тора ла, атына атланып, этен эйәртеп, ҡыҙ артынан диңгеҙ буйына китә. Барып етә, ҡыҙ тағы ла бәйләнеп ҡуйылған. Егет атын ҡуя ла ҡыҙ эргәһенә бара.
— Егет, зинһар, килә күрмә, был юлы һәләк булырһың,— ти ҡыҙ. Егет ҡыҙҙы бәйҙән ысҡындыра ла аты ҡашына ебәрә, үҙе аждаһаны көтөп ҡала. Күп тә үтмәй, диңгеҙҙе ҡайнатып, туғыҙ башлы аждаһа килеп сыға. Килеп сыға ла:
— Ә-ә-ә, егет, минең улым менән ҡатынымды үлтергән кеше һин икән. Итең бик тәмлегә оҡшаған, бер ҡабып йотормон, улым менән ҡатынымдың ҡонон алырмын,— ти.
— Ҡабаланмай тор, әҙәм һөйәге ҡаҡ булһа ла, үткер ул, тамағыңа ҡаҙалыр,— ти ҙә егет аждаһа менән алышырға тотона.
Бик оҙаҡ алышалар былар. Алыша торғас, егет алтын ҡылысы менән аждаһаның тәүҙә өс башын, шунан тағы ла өс башын өҙә сабып төшөрә. Аждаһа ҡойроғо менән өҙөлгән баштарын үҙ урынына ҡуя. Егет аждаһаның ҡойроғон өҙә саба ла баштарын өсәрләп-өсәрләп киҫеп төшөрә. Баштарҙы тәгәрәтеп алып барып ҡумарылған ағастарҙың төптәренә тыңҡыслап тороп тығып сыға. Аждаһаның кәүҙәһен тураҡлап, туғыҙ ергә туғыҙ әрҙәнә итеп өйә. Егет аждаһа менән эште бөтөргәс, ҡыҙҙы менгәштереп ала ла, былар ҡайтып китәләр. Ҡалаға килеп еткәс, ҡыҙ алтын сәғәтен эттең муйынына бәйләй ҙә атаһы йортона ҡайтып китә. Батша, ҡыҙы өсөнсө тапҡыр иҫән-һау әйләнеп ҡайтҡас, ҡала тултырып ҡыҙыл тыу элергә бойора.
Егет ҡайта ла әбейҙән һорай:
— Инәй, ниңә тағы ҡыҙыл тыу элгәндәр?
— Батшаның ҡыҙы был юлы ла иҫән-һау әйләнеп ҡайтҡан. Батша өс көн буйына байрам итергә бойорған. Ҡыҙҙы бер батыр егет ҡотҡарып тора икән. Батша ҡыҙын шул егеткә бирергә булған. Егетте таба алмайҙар. Өс көн буйына егет табылмай торһа, ҡыҙҙы икенсе кешегә кейәүгә бирәләр,— ти әбей.
Бер көн үткән, ике көн үткән, егетте таба алмайҙар икән.
Ошо батшалыҡтағы бер ҡарттың ҡырҡ бер улы булган. Бер көндө уландарҙың иң олоһо:
— Әйҙәгеҙ, батшаға барайыҡ, ҡыҙыңды беҙ ҡотҡарҙыҡ, тип әйтәйек. Аждаһаны үлтергән егетте ике көн буйы эҙләнеләр — таба алманылар; иҫән кеше булһа, күптән табырҙар ине, йәне бар түҙеп тә ятмаҫ, тауыш бирер ине,— ти.
— Беҙ күмәкләп бармайыҡ, арабыҙҙан берәүебеҙ генә барһын,— ти уландарҙың икенсеһе.
— Беҙ үҙ-ара көрәшәйек, кем еңер, батшаға шул барыр,— ти өсөнсөһө. Башҡалары ла был тәҡдимгә ҡушыла.
Ҡырҡ улан үҙ-ара көрәшә башлайҙар. Эй көрәшәләр былар, эй көрәшәләр, көрәшә торғас, пыр туҙышып һуғышып китәләр. Ҡырҡ беренсе ул таҙ икән. Ул көрәшмәй ҙә, һуғышмай ҙа ситтә генә ҡарап тик ултыра икән. Ағалары бер һыуһын көрәшеп, бер һыуһын һуғышып алғас, таҙ былай тигән:
— Йәрәбә һалығыҙ, кемгә сыҡһа, ҡыҙ шуга булыр.
Йәрәбә һалһалар, йәрәбә таҙға сыға. Уландар күмәкләшеп батшаға китәләр. Барып етәләр ҙә:
— Беҙ һинең ҡыҙыңды алырға килдек,— тиҙәр.
— Ҡайһығыҙ ала һуң? — тип һорай батша.
— Бына иң кесебеҙ таҙ ала, йәрәбә уға сыҡты,— тиҙәр уландар.
— Ярай,— ти батша, ҡыҙын бирергә риза була. Шунда уҡ мунса яғырға ҡуша, мунса әҙер булғас, таҙҙы мунса төшөртә, мунсанан сыҡҡас, кейәү егетте сарҙаҡҡа мендереп ултырта.
Шул ваҡытта теге аждаһаларҙы үлтергән егетте ҡараған әбей батшаға яҡыныраҡ килә лә былай ти:
— Миндә бер һалдат бар, рөхсәт итһәң, уны ла туйға алып килер инек,— ти.
— Хәҙер үк алып килегеҙ! — ти ҙә батша тройка ектереп ебәрә. Пауыскаларының* күсәре еректән эшләнгән, ти. Батшаның вәзирҙәре барғанда, егет атын тарап, этен ҡарап тора икән. Вәзирҙәр килеп еткәндәр ҙә:
— Һалдат, һине батша саҡырта, әйҙә ултыр, исмаһам, бер туйғансы ашап ҡалырһың,— тип ҡысҡыралар икән.
— Була ул,— ти икән егет.— Яҡшы аш алдан ҡалғансы, яман ҡорһаҡ ярылһын!
Егет вәзирҙәр эргәһенә килә лә пауыскаларының драгаһына* баҫып ҡарай.
— Был мине күтәрмәҫ,— ти.
— Ко,— тиҙәр вәзирҙәр,— һине түгел, батшаның үҙен күтәрә ул! һинең шайы уға бер ни тормай,— тиҙәр.
Егет ултырғайны, ерек күсәрҙәр һына ла төшә. Вәзирҙәр аптырайҙар, ҡайтып китәләр, батшаға әйтәләр. Батша көйә:
— Эшкинмәгәндәр, һеҙҙе ебәрһәң, шул булыр инде. Ярай, мин үҙем һыбай барып ҡайтырмын,— ти.
Егеткә барыу өсөн батша урамға асфальт түшәтә. Килә, егетте алып китә. Егеттең аты асфальтты айыра баҫып бара икән. Батша быны күреп ҡала ла эстән генә: «Эх, юлды боҙоп килә бит был, ҡәһәрең. Ятҡас, өйөндә ятһын ине»,— тип, ниңә саҡырған көнгә төшә. Таҙ кейәү менән батша ҡыҙы сарҙаҡта баҫып ҡарап торалар икән. Шул ваҡытта егеттең аты көмөш ҡойроғо менән юлды тигеҙләп килә башлай. Батша менән егет сарҙаҡ тапҡырына килеп еткәс тә, ҡыҙ атаһына:
— Атай, һинең кейәүең бына ошо егет булыр,— тип егеткә күрһәтә.
— Юҡ,— ти таҙ,— ҡыҙҙы мин ҡотҡарҙым, ҡыҙ минеке,— ти. Таҙҙың ағалары ла килеп етеп:
— Ҡыҙҙы беҙ ҡотҡарҙыҡ, ҡыҙ беҙҙеке,— тип тырышыналар. Ҡыҙ үҙе биргән әйберҙәрҙе әйтергә ҡуша. Ҡарттың ҡырҡ бер улы әйтә алмай. Егет ҡыҙҙың әйберҙәрен ҡуйынынан сығарып күрһәтә. Ҡарттың ҡырҡ бер улы һаман тырышына:
— Ҡыҙ беҙҙеке, хәҙер үк ҡыҙҙы беҙгә биреп ебәрегеҙ,— тиҙәр.
— Әйҙәгеҙ, улайһа,— ти егет,— барайыҡ аждаһа ятҡан ергә. Кемдең хәленән килә, шул аждаһаларҙың кәүҙәһен икенсе ергә өйһөн,— ти. Был тәҡдимгә риза булалар. Баралар.
— Былай бик батыр булғас, аждаһаның иттәрен алып икенсе ергә өйөгөҙ,— ти егет.
Ҡарттың кесе улы барып тотоноп ҡарай — күтәрә алмай. Өсәүләп күтәреп ҡарайҙар — булдыра алмайҙар. Көллөһө бергә йәбешеп күтәреп ҡарайҙар — барыбер булдыра алмайҙар.
— Берегеҙҙең түгел, күмәгегеҙҙең хәленән кне,— ти егет.— Хәҙер аждаһаның башын табып килтерегеҙ,— ти. Тегеләр эҙләп-эҙләп ҡарайҙар — башты таба алмайҙар. Таба алмағас, егеткә:
— Беҙ башты ошонда ғына һалғайныҡ, моғайын, һин урлағанһыңдыр әле,— тиҙәр. Былар шулай тигәс, егет бара ла бер ҡарағайҙы күрһәтә:
— Аждаһа башы ошо ҡарағай аҫтында ята, ҡарағайҙы ауҙарығыҙ ҙа башты алығыҙ,— ти.
Тегеләр ҡарағайҙы этеп ҡарайҙар — йыға алмайҙар. Шунан егет ҡарағайҙы һыңар ҡулы менән ғенә этәреп ауҙара ла башты алып бирә.
— йә, хәҙер башты күтәреп ҡарағыҙ,— ти.
Тегеләр башты ла күтәрә алмайынса, ҡулдарынан
төшөрөп ебәрәләр. Хәҙер бөтә халыҡ аждаһаны егет үлтереүенә ышана. Майҙанға баралар, ҡарттың ҡырҡ бер улына хөкөм сығаралар:
— Ҡырҡ беренә ҡырҡ бер бағана ултыртып, һәр береһен бер бағанаға бәйләп ҡуйырға. Һәр бағанаға берәр беҙ ҡаҙарға, үткән бер кеше беҙ менән ҡырҡ берен дә сәнсергә тейеш. Кем дә кем сәнсеп үтмәй, шул кешенең үҙен сәнскеләп үлтерергә.
Егет, батша кейәүе булып, тыныс ҡына йәшәп ята. Бер көндө йоҡлап ятҡан ваҡытта егеттең эргәһенә бер алтын ҡош осоп килә. Ҡош сәйгә ултыра ла йоҡларға ирек бирмәй, бик маҙаһыҙлай егетте. Егет, ятҡан еренән тороп, тоторға итә, ҡош тышҡа осоп сыға. Егет атын менеп, этен эйәртеп, ҡош артынан төшә. Осҡанда ҡоштан яҡтылыҡ ергә төшөп, юлды яҡтыртып бара икән. Таң алдынан ғына яҡтылыҡ юҡ була ла ҡуя. Егет кире әйләнеп ҡайта. Кис булғас, егеттең йоҡларға ятыуы була, әлеге ҡош тағы ла килә, тағы ла маҙаһыҙлай башлай, егет тағы ла ҡошто ҡыуа төшә. Был юлы таң атырға өлгөрмәй, егет ҡоштоң торған еренә барып етә. Өйгә барып инһә, шәм яғып бер ҡатын ултыра Егет ҡатынға:
— Төнәп сығырға рөхсәт итмәҫһегеҙме? — тип өндәшә. Был юлбаҫарҙар өйө икән.
— Рөхсәт,— ти ҡатын. Егет, тышҡа сығып, атын тәрбиәләй, этенә ашарға бирә. Яңынан өйгә инһә, ҡатын өҫтәл артында ултыра, өҫтәлдә кәрт ята.
— Әйҙә, кәрт уйнайыҡ,— ти ҡатын.
— Әйҙә,— ти егет.
— Дуракмы әллә отошмо? — тип һорай ҡатын.
— Отошо ни ҙә, дурагы ни? — тип һорай егет.
— Бер отолғанда, бер аҙым, ике отолғанда, ике аҙым, өс отолғанда, өс аҙым артҡа баҫырға,— ти ҡатын.
— Улайһа, әйҙә, отоштан булһын,— ти ҙә егет ҡатын менән кәрт уйнарға тотона.
Егет бер тапҡыр отола, бер аҙым артҡа баҫа, ике тапҡыр отола, ике аҙым артҡа баҫа. Өсөнсө тапҡыр отолғанда, өсөнсө аҙымды артҡа баҫҡайны, боҙға осто ла төштө был. Егеттең атын да, этен дә шунда килтереп ташлайҙар.
Таң ҡыйыла. Егеттең өйҙә ҡалған ҡустыһы таң алдынан тышҡа сығып ҡараһа, бәкенән ҡан тама. Быны күреп, ул ағаһын эҙләп сығып китә. Батшаға бара. Барһа, быны батша үҙенең кейәүе тип уйлай. Ағаһы менән ҡустыһы араһында бер ниндәй ҙә айырма юҡ икән. Бының да башы алтын, арт һаны көмөш, аты ла, эте лә бер иш. Батшаға барып еткәс, ат ҡараусылар егеттең атын алырға итәләр, был бирмәй, атын бер һарайға бикләй ҙә асҡысын үҙе һалып ала, этен дә үҙе ҡарай. Батшаның бөтә кешеһе аптырай. Егет ҡатын менән дә һөйләшмәй. Ҡатын, егетте үҙенең ире тип уйлап:
— Был бик баҙанып* ҡайтҡан икән,— ти.
Кис була. Ҡатын урын әҙерләй, хәҙер бергә йоҡларға кәрәк бит инде. Егет еңгәһе менән үҙенең араһына ҡылысын һалып ята. Ҡатынға:
— Ошо ҡылысты аша сығып, ҡул һалыусы булма,— ти. Ҡатын: «Был шаярталыр»,— тип егеткә ҡулын һалайым ғына тигәндә, бүлмәгә әлеге ҡош осоп килеп инә. Ҡатын егеткә:
— Һин киткәс, был ҡоштоң килеп йөрөүе баҫылғайны. Һин ҡайтҡас, тағы ла килгән,— ти. Егет, әһә, тип уйлап ала ла ҡош артынан китмәк була. Ҡатын ебәрмәй:
— Ул ҡошта эшең булмаһын! — ти. Егет китә, ҡатын илап тороп ҡала.
Ҡош оса, уның яҡтыһын күреп, аты, эте менән егет саба. Әлеге өйгә килеп етәләр. Егет өйгә инһә, өҫтәл артында бер ҡатын ултыра, үҙе бик матур, бите нурҙар бөркөп тора. Егет:
— Төнәп сығырға рөхсәт итмәҫһегеҙме? — тип һо-рай.
— Рөхсәт,— ти ҡатын.
Егет атын, этен бер һарайға бикләп инә, һарайҙың асҡысын ҡатынға бирмәй, үҙенең кеҫәһенә һала. Аға-һына ҡарағанда ҡустыһы зирәгерәк булған шул.
— Әйҙә, кәрт уйнайыҡ,— ти ҡатын.
— Әйҙә,— ти егет.
— Дуракмы әллә отошмо?
— Отош.
Шарттар әүәлгесә була. Кем отола, шул бер аҙым артҡа сигә. Егет ҡатындан бер отола, ике отола. Өсөнсөһөндә лә отолғайны, ҡатынды сәсенән урап тороп ала ла ҡамсыһы менән яра башлай.
— Минең ағайҙы ҡайҙа иттең, хәҙер үк тап! — ти.
— Белгәнем дә, күргәнем дә юҡ,— ти ҡатын. Егет ҡатынды һыуындырып-һыуындырып тетергә тотона. Ҡатын түҙә алмай.
— Ағайың баҙҙа,— ти.
— Үлеме әллә тереме?
— Үле,— ти ҡатын.
— Үлтерә белгәс, терелтә лә белерһең. Әйт, уны нисек терелтергә?
— Ана, мөйөштә ике мискә ултыра. Береһендә үле һыу, икенсеһендә тере һыу,— ти ҡатын. Егет ышамай. Ҡамсыһының көмөш һабын тәүҙә үле һыуға тыға. Көмөш һап ҡап-ҡараға әйләнә. Егет ҡамсы һабын тере һыуға тыға, көмөш алтынға әүерелә.
— Был һыуҙарҙы нисек файҙаланырға? — тип һорай егет ҡатындан.
— Баҙға төш тә һәр бер сүпкә тәүҙә үле һыу¬ҙы, шунан тере һыуҙы һибеп сыҡ,— ти ҡатын.
Егет бер мөйөшкә сыңға ҡаға ла ҡатынды шунда сынйырлап ҡуя. Баҙ ҡапҡасын аса ла баҙҙағы сүпкә тәүҙә үле һыуҙы һөртөп сыға, шунан тере һыуҙы һибә башлай. Егет һибә тора, баҙҙан кешеләр сыға тора. Өй эсе тулып китә, һәндерә, көпкә* баштарына ла кешеләр менеп ултыралар. Был ҡатындың кәсебе шул булған: алтын ҡошҡа әүерелгән дә, батырҙарҙы эйәртеп алып килеп, гел шулай кеше ите ашап ятыр булған. Иң аҙаҡтан егеттең ағаһы үҙенең аты, эте менән баҙҙан килеп сыҡҡан.
Егет ҡатынды сынйырҙан ысҡындырған.
— Хәҙер үк бөтә батырҙарҙың да тамағын туйҙыр,— тигән.
Ҡатын батырҙарҙы икенсе бер бүлмәгә саҡыра. Инһәләр, унда оҙон өҫтәл, өҫтәл өҫтө төрлө ашамлыҡ-эсемлек менән шығырым тулы. өҫтәл тирәләп ҡыҙҙар теҙелгән, ти. Былар батша ҡыҙҙары икән, ҡатын уларҙы хеҙмәтсе итеп тотҡан.
Батырҙар ашап-эсеп, һәр береһе берәр ҡыҙҙы алып, егеткә күп рәхмәттәр әйтеп, ҡайтып китәләр. Егет ҡатынды баҙға төшөрә лә үле һыу һөртә, ҡатын көл- күмергә әүерелә. Үле һыу менән тере һыуҙы алып сыға ла егет ҡатындың донъяһын үртәй.
Ағалы-энеле ике һыбай, эттәрен эйәртеп, ҡайтып китәләр. Килә торгас, ҡустыһы агаһына:
— Ағай, миңә еңгә менән йоҡларға тура килде бит әле,— ти. Ағаһы: «Был икебеҙгә лә ҡатын булыр?» — тип уйлай ҙа ҡустыһының муйынын өҙә сабып китә. Ҡустыһының атын да етәкләп ала, эте бармай. Эт тәүҙә үле, аҙаҡтан тере һыу алып килеп, эйәһенең муйынына һөртә. Шунан һуң киҫелгән башты килтереп муйынға йәбештерә, тик егеттең йөҙөн артҡа ҡаратып йәбештерә лә ҡуя.
Егеттең ағаһы, ҡайта торғас: «Этте лә алып ҡайтырға кәрәк, ни эшләп һуң әле мин уны ҡалдырып киттем»,— тип кире әйләнеп килһә, ҡустыһы яңылыш ҡарап тора. Ағаһы ҡустыһын йәлләй.
— Ил өҫтөндә ҡатын табылыр әле,— ти ҙә ҡустыһының башын, яңынан өҙә сабып, төҙәтеп ялғай. Ҡайтып килә торғас, ҡустыһы ағаһына үпкәләй:
— Эх, ағай, шулай эшләргә яраймы ни?! Әғәр еңгәм ҡосаҡлаһа, мин уның ҡулын өҙә сабыр инем. Еңгә менән йоҡлағанда, мин уртаға ҡылыс һалып яттым бит,— ти.
Ағай-энеле ике егет шәһәргә килеп етәләр. Батша:
— Кейәүем берәү ине, хәҙер икәү булған,— тип аптырай. Бөтә халыҡтың иҫе-аҡылы китә. Ҡыҙ ҙа ҡайһыһын ирем тип әйтергә лә белмәй.
— Бына, ҡоҙа, кейәүегеҙҙе алып килдем,— ти ҙә ҡустыһы батшаға барып күрешә. Батша ҡоҙаһын бик ныҡ һыйлай, бик оҙаҡ ҡунаҡ итә. Ашап-эсеп, уйнап- көлөп туйғас, ҡустыһы ҡайтып китә, ағаһы батша булып тороп ҡала.
Драга — шулай яҙып алынып, «арба» тип аңлатылған. Дөрөҫо «ҡанат* (каретаға ултырғанда, б* Баҙаныу (диал.) — арыу, йонсоу аҫып инеү урыны) булырға тейеш.лар әле лә донъя көтөп, йөн тетеп яталар, ти.
Көпкә (диал.) — мейес артына быҙау йәки бәрәс ябыу өсөн яһалган урын.
БАШҠОРТ ХАЛЫҠ ӘКИӘТТӘРЕ Баҫмаға НУР ЗАРИПОВ әҙерләне ӨФӨ
БАШҠОРТОСТАН КИТАП НӘШРИӘТЕ 1990