Суфыйҙар хаҡында
Суфыйҙар хаҡында мәғлүмәтте филология фәндәре докторы Мирас Иҙелбаевтың “Боронғо һәм урта быуаттар көнсығыш суфыйсылығы һәм башҡорт ерлеге” тип аталған ошо эшенән уҡып танышығыҙ.
Боронғо һәм урта быуаттар көнсығыш суфыйсылығы һәм башҡорт ерлеге
Боронғо, урта быуаттар дөйөм төрки әҙәбиәтенең бер йүнәлеше суфыйсылыҡ донъяһы һәм тәғлимәте менән тығыҙ бәйле. Суфыйсылыҡ (тасаууыф) — боронғо күренеш, ул ислам дине менән бер үк дәүерҙә тиерлек барлыҡҡа килгән, шуға күрәлер ҙә мосолман донъяһына Яҡын Көнсығыштан тарала башлаған. Суфыйсылыҡтың әҙәбиәткә мөнәсәбәтен аныҡ күҙ алдына баҫтырыу өсөн уның асылына төшөнөргә кәрәк.
“Суфый” һүҙенең мәғәнәһен төрлөсә аңлаталар. Айырыуса киң таралған аңлатмаһы ғәрәптәрҙең “суф” (йөн) һүҙенә ҡайтып ҡала. Йәнәһе, донъя рәхәтенән үҙ теләктәре менән ваз кисеп, ил гиҙгән берәҙәк дәрүиштәр дөйәнең шырт тиреһенән тегелгән кейеме менән айырылып торған. “Сафлыҡ”, “сифат” тигән төшөнсәләргә бәйле аңлатмалар ҙа йыш осрай. “Эскәмйә кешеләре” (ғәрәпсә “әхл әс-суффа” — хәҙерге “софа” һүҙенә яҡын) тигәне шулай уҡ иғтибарға лайыҡ. Мөхәммәт пәйғәмбәр заманында бер төркөм ярлы ҡатлам бәндәләр, аскетлыҡҡа бирелеп, Мәҙинә мәсетендә эскәмйәлә, япма аҫтында көн иткән. Көнбайыш Европа ғалимдары иһә ХХ быуат башына тиклем “суфый”ҙы грек телендәге “софия” (тәрән аҡыллылыҡ) һүҙенән килеп сыҡҡан, тип һанаған.
Күренеүенсә, атамаларына һалынған мәғәнәләренә ҡарағанда, уларҙың барыһы ла донъялағы ыңғай күренештәргә, кешелеклелеккә, сафлыҡҡа ишара яһай. “Суфый”, “тасаууыф” тигән һүҙҙәр Ҡөрьәндә телгә алынмай. Күрәһең, был тәғлимәт, килеп сығышы буйынса ислам менән бер үк дәүергә ҡараһа ла, унан саҡ ҡына һуңғараҡ ҡалып тыуғандыр. Шулай ҙа уның нигеҙен тәшкил итерҙәй ҡайһы бер мөһим ҡағиҙәләре Мөхәммәт пәйғәмбәр хәҙистәрендә үк сағылыш тапҡан.
Суфыйсылыҡтың барлыҡҡа килеү сәбәптәре лә, яңы дин иғлан ителеп, уның таралыуы төрлө ҡыйынлыҡтар, рухи эҙләнеүҙәр кисергән, башҡа диндәр фәлсәфәһе йоғонтоһонан арынырға тырышҡан ҡатмарлы дәүергә тап килә. Суфыйҙар исламды үҙ иткән ябай ҡатламды Ҡөрьәндең асылына төшөндөрөү, көндәлек тормошта уның ығы-зығыларына бирелмәү, яҙмышҡа ризалашыу, ауырлыҡтарға түҙеү кеүек талаптарын тайпылышһыҙ үтәргә саҡырған. Улар үҙҙәре лә фанилыҡтың барлыҡ рәхәтлектәренән, донъяуи һәм хәрби хакимлыҡ менән хеҙмәттәшлек итеүҙән баш тартып, яҙмыштарын Алла ихтыярына тапшырыуҙы хуп күргән.
Белгестәр суфыйсылыҡ тарихын өс дәүергә бүлеп ҡарай: зухд — аскетлыҡ, ҡәнәғәтлектән тыйылыу, фани донъянан ваз кисеү, захидтар (аскеттар) дәүере (VII—VIII быуаттар); тасаууыф — суфыйсылыҡтың сәскә атыуы, уның мәктәптәре барлыҡҡа килеүе, суфыйсылыҡ теорияһын һәм практикаһын әүҙем булдырыу, традицияларын нығытыу (IХ—ХI быуаттар); диндә һәм мосолмандар йәмғиәтендә суфыйсылыҡтың мөһим элементҡа әйләнеүе, суфый туғанлыҡтары, суфыйсылыҡ фәлсәфәһе сәскә атыу, тәғлимәте барлыҡҡа килеү. Билдәле булыуынса, суфыйсылыҡ практикаһының дүрт баҫҡысы бар: шәриғәт, тәриҡәт, хәҡиҡәт, мәғрифәт.
1. Шәриғәт — ислам дине ҡанундарын тайпылышһыҙ үтәү. Ул артабанғы өс баҫҡыстың нигеҙен тәшкил итә, әхлаҡҡа һәм этикаға өйрәтә, суфыйсылыҡ юлын һайлағас, был донъяла нисек лайыҡлы йәшәргә кәрәклеген аңларға ярҙам итә. Ул билдәле бер тәртипкә һалынған тормоштан, әхлаҡи-этик принциптарҙан тыш мистицизмдың булыуы мөмкин түгеллеген иҫбатлай. Ғәрәп телендә шәриғәт “юл” тигән мәғәнәне аңлата.
2. Тәриҡәт — мөрит сифатында ғилемле, абруйлы суфыйҙарҙан өйрәнеү, үҙеңдең ихтыярыңды, нәфсеңде сикләү. Был баҫҡыс суфыйсылыҡтың рухи асылын сағылдыра, суфый күңеленең асыҡ һәм таҙа булыуына ярҙам итә. Суфыйсылыҡ тарихын һәм тәғлимәтен өйрәнеүсе ғалимдар тәриҡәтте сүллектән йәнле тәбиғәт мөйөшөнә (оазисҡа) илтеүсе һуҡмаҡ менән сағыштыра. 3. Хәҡиҡәт — шәриғәттә һәм тәриҡәттә тәҡдим ителгән, көндәлек тормошта ҡулланылырға тейешле кәңәштәрҙең рухи мәғәнәһен һәр кемдең шәхсән аңлауы, тормошҡа ашырыуы ошо баҫҡысҡа ҡайтып ҡала. Аңға ныҡлап һеңдермәй, белгән кешеләр артынан ғына ҡабатлау ҡараңғыла юлһыҙ аҙашып йөрөүгә бәрәбәр.
4. Мәғрифәт — рухи белемдең хәҡиҡәттән дә артып киткән иң юғары кимәле, бары тик пәйғәмбәрҙәр, күрәҙәселәр, бөйөк аҡыл эйәләре һәм изгеләр генә үҙләштерә һәм барып етә алыр реаллек. Суфыйсылыҡҡа ҡағылышлы хеҙмәттәрҙең күпселегендә уңың өсөнсө һәм дүртенсе баҫҡыстарының, йәғни мәғрифәт менән хәҡиҡәттең урындары алмаштырылып бирелә. Нисек кенә булмаһын, суфыйҙарҙың иң юғары баҫҡысҡа ирешеү тәртибе, ҡабатлап һәм ябайлаштырып әйткәндә, түбәндәгесә: ислам дине ҡанундарын тайпылышһыҙ үтәү; өйрәтеүсенең (мөршид, шәйех, ишан һ.б.) тыңлаусан уҡыусыһы сифатында үҙеңде камил суфыйлыҡҡа әҙерләү, донъя рәхәтлектәренән баш тартыу; донъя һәм Алла берлеген аҡыл менән генә түгел, барлыҡ эске булмышың менән танып белеү, Аллаға яҡынлашыр дәрәжәлә экстаз хәленә килеү, йәш быуынды өйрәтә алыу хоҡуғына эйә булыу; хәҡиҡәттең иң камил дәрәжәһенә етеп, үҙеңде Алла менән ҡушылыу хәлендә тойоу. Әйткәнебеҙсә, суфыйсылыҡ урта быуаттарҙа бөтә Яҡын һәм Урта Көнсығыш мосолман донъяһына таралып өлгөрә, уларҙың әҙәбиәтенә көслө йоғонто яһай.
Суфыйсылыҡтың боронғо һәм урта быуаттарҙағы төрки әҙәбиәтендәге урыны ике төрлө йүнәлештә сағыла. Берҙән, ошо тәғлимәтте донъяға сығарыуҙың башында торған атаҡлы идеологтары Мансур әл-Хәлләж, Баязит Бистами, Ибраһим Әҙһәм, Хәсән Басари, Рабиға Ғадәфия, Әбү-Насир әс-Сәрраж, Ғаззалиҙарҙың тормош юлы, фиҙакәр эшмәкәрлеге тураһында халыҡ телендә легенда-риүәйәттәр, хикәйәттәр ижад ителә; уларҙың ҡайһылары яҙмаға күсерелеп, әҙәбиәттә ныҡлы урын алып, төп геройҙары тасаууыф һағында торған реаль тарихи шәхестәрҙе тәшкил иткән нәфис әҫәрҙәр фондын байыта.
Мәҫәлән, тәхеттә ултырған Ибраһим ибн Әҙһәм, дәрүишлек файҙаһына хакимлыҡтан баш тартып, фани донъяның рәхәтлектәренән ваз кискән ярлы суфый юлын һайлаған. Мәккәгә барып, шул тирәлә утын әҙерләп һатып, үҙе йолҡош хәлендә йәшәүенә ҡарамаҫтан, аҡсаһын ярлыларға таратып бирер булған. VIII быуаттың икенсе яртыһында бер яуҙа һәләк булып ҡалған. Ғәрәп, фарсы, төрки телдәрендә уның хаҡында романдар, ҡиссалар ижад ителгән; XIII быуат Иран суфый шағиры Фәритетдин Ғаттар уға арнап поэма яҙған; Ибраһим Әҙһәмдең исеме XIII быуат төрки-ҡыпсаҡ шағиры Х.Кәтибтең “Жөмжөмә Солтан” дастанында данлап иҫкә алына (4, 37). Рухы менән Аллаға тиңләшергә ынтылған Баязит Бистами мосолман фанатиктары тарафынан 874 йылда, шул уҡ сәбәп менән Хөсәйен ибн Мансур әл-Хәлләж 922 йылда язалап үлтерелә, һуңғыһы тураһында Әхмәт Йәсәүи, Сөләймән Баҡырғани хикмәттәрендә телгә алына. Икенсе йүнәлеш — суфыйсылыҡ тәғлимәтенең төп идеяларын нәфис әҙәбиәт аша таратыу. Конкрет тарихи шәхестәрҙең тормош юлын һәм эшмәкәрлеген сағылдырыу ғына түгел, ә улар тыуҙырған идеологияны әҙәби әҫәрҙәрҙең идея-тематикаһына төрөп биреү сараһы файҙаланыла. Суфыйсылыҡ әҙәбиәтенең мәдхиә, мөнәжәт, тәүхид, нәғыт, доға, зекер кеүек жанрҙары барлыҡҡа килә (8, 14). Был ағым тиҙ арала мосолман донъяһының төрлө төбәктәренә үтеп инә. Әҙәбиәткә “һыйыныу” суфыйсылыҡты фанатик дин әһелдәренең һөжүменән һаҡлаған. “Суфыйҙар үҙҙәренең ирекле ҡараштарын ҡайҙа ғына еткерһәләр ҙә, улар мотлаҡ хакимлыҡ итеүсе религияның ҡыҫырыҡлауынан интеккән.
Ни бары шиғриәт менән музыка ғына берҙән-бер йыуаныс булып ҡалған”, — тип яҙа исеме бөтә донъяға таралған XX быуат башы суфыйы Хәҙрәт Инаят хан (10, 10). Ибне Ғарәби, Ғаззали, Ибне Фәрит, Яусиғи, Наблуси, Ғатаулла Искәндәрҙәрҙең ғәрәп телендә ижад иткән сәсмә һәм шиғри әҫәрҙәренә, Рудаки, Фәритетдин Ғаттар, Хафиз, Сәкаи, Сәғди, Әнүәри, Камалетдин, Румиҙарҙың классик ижад өлгөләренә эйәреп, суфыйсылыҡ йөкмәткеһе менән һуғарылған төрки телле әҙәби үрнәктәр тыуа.
Һүҙ сәнғәтендәге төрки суфыйсылығының башында Хужа Әхмәт Йәсәүи (1105—1166), Сөләймән Баҡырғани (1186 йылда үлгән) кеүек әҙиптәр тора, уларҙың традицияларын артабан Мәхмүт бине Ғәли, Юныс Әмре, агиографик әҙәбиәттең күренекле вәкилдәре Насретдин Рабғузи, Мөхәмәт Чәләби, Өмми Камалдар дауам итә.
Суфыйсылыҡ әҙәбиәтенең ике йүнәлеше лә урта быуаттарҙа уҡ Башҡортостанға үтеп инә. Был, әлбиттә, Урал-Иҙел буйында ислам динен таратыу, Көнсығыш тибындағы уҡыу йорттарын киңәйтеү менән тығыҙ бәйлелектә барған. М.Өмөтбаев билдәләүенсә, Әхмәт Йәсәүиҙең исеме Ағиҙел буйҙарында XIII—XIV быуаттарҙа уҡ билдәле булған, үҙе тураһында риүәйәттәр таралған (7, 198). С.Баҡырғаниҙың “Баҡырған китабы”, “Ахыры заман китабы”, “Хәҙрәте Мәрйәм китабы” кеүек әҫәрҙәре, XIX быуатта баҫмала донъя күргәнгә тиклем, электән үк башҡорттар һәм татарҙар араһында ҡулъяҙма рәүешендә йөрөгән (1, 231). Ә инде суфыйсылыҡ тәғлимәтенең юғарыла һанап кителгән тәүге фиҙакәр эшмәкәрҙәре хаҡындағы ҙур булмаған фәһемле йә ғибрәтле яҙма сюжеттар айырыуса күпләп осрай. Уларҙың ҡайһы берҙәренең беҙҙең яҡ төбәктәрҙә ижад ителеүе лә бик ихтимал. Сөнки уларҙың изге ниәттәре һәм ғәмәлдәре беҙҙең яҡтарҙа ислам дине тарала башлаған ваҡыттағы шарттарға тап килеп тора, улар ҡатнашлығында һүҙ барған хәл- ваҡиғаларҙан, тасуирланған ер-һыу, тәбиғәт күренештәренән, һынландырылған образдарҙан Урал-Иҙел төрки ерлеген дә шәйләргә мөмкин. Парсаға тартым ҡыҫҡа күләмле, хикмәтле сюжеттарҙа тасаууыфтың арҙаҡлы зыялылары кеше тормошондағы ыңғай күренештәрҙе яҡлаусылар булып кәүҙәләнә. Хәсән Басрый ас шәкерткә үҙенең күмәсен биргән бер ирҙең бәләнән ҡотолоп ҡалыуына булышлыҡ итә (“Шәкерткә яҡшылыҡ итеүҙең файҙаһы” — 2, 27—28); үҙенең хуш ғәмәле менән кафырҙы иманға килтерә (“Күрше хаҡы” — 2, 88). Ибраһим Әҙһәм ҡиссаһының береһенән-береһе фәһемлерәк бер нисә варианты йөрөй (2, 33—37, 249—251). Рабиға Ғадәфия исеменә бәйле бер парсала ҡатын-ҡыҙҙың туғыҙ өлөш нәфсене еңер бер өлөш аҡылына дан йырлана (“Аҡыл вә нәфсе кимәле” — 2, 40—41). Баязит Бистами шайтандарҙы, иблистәрҙе үҙ ихтыярына буйһондора; улар ошондай шәхесте хурлыҡҡа ҡалдырырға тейеш түгел, юғиһә, һинең менән беҙ нишләрбеҙ, тигән һорау ҡуйыла; был суфыйға бәйле тағы рух юғарылығы, алла ризалығы өсөн изге эштәр ҡылыу мәсьәләләре ҡуҙғатыла (“Ахирәт ғәмәлдәре һәм донъя эштәре”, “Баязит Бистами менән шайтан”, “Аҡыл менән нәфсе айырмаһы”, “Алла ризығы өсөн” — 2, 44, 45, 86, 87, 90). Мансур әл-Хәлләж намыҫҡа, Аллаһы Тәғәләгә тоғролоҡтоң өҫтөнлөгөн раҫлай (“Биш шаһит” — 2, 110, 111).
Дөйөм төрки суфыйсылығының быуаттар буйы яһала килгән йоғонтоһонда Башҡортостандың үҙ ерлегендә — башҡорт әҙәбиәтендә суфыйсылыҡ ағымы барлыҡҡа килә. Дөрөҫ, юғарыла телгә алынған ике йүнәлештең был төбәктә береһе, аҙаҡҡыһы ғына — йәғни, әҙәби әҫәрҙәр аша суфыйсылыҡ идеяларын таратыу — өҫтөнлөк итә. Уның иң тәүге билгеләре XVII быуат шағиры Мәүлә Ҡолой хикмәттәрендә асыҡ күренә, һуңыраҡ Тажетдин Ялсығолов, Һибәтулла Салихов, Әбделмәних Ҡарғалы, Ғәли Соҡорой, Шәмсетдин Зәкиҙәр ижадында аныҡ сағылыш таба. Башҡорт әҙәбиәте ғилемендә суфыйсылыҡ ағымын тәү башлап тиерлек өйрәнеүселәрҙең береһе Ә.Харисов XX быуаттың 60-сы йылдарында уҡ “Элекке Урта Азия суфыйсылыҡтың классик иле булған. Волга менән Урал араһында суфыйсылыҡ ундай киңлектә һәм тәрәнлектә тарала алмаған”, — тип яҙғайны (11, 280). Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, совет осоронда суфыйсылыҡ тәғлимәте, суфыйсылыҡ рухы менән һуғарылған әҙәбиәт, уның вәкилдәре тулыһынса тиерлек инҡар ителде; массаларҙы донъянан ваз кисеп, теге донъяға әҙерләнергә өндәүсе, төшөнкөлөккә саҡырыусы реакцион күренеш, тип баһаланды; суфый әҙиптәр ижадының ыңғай яҡтарына күҙ йомоп ҡаралды. Ә бит уларҙың саф донъяуи йөкмәткеле әҫәрҙәрен иҫәпкә алмайынса, суфый булараҡ ҡарағанда ла, ыңғай асылдарының береһе — кешенең эске донъяһына, күңеленә, рухи байлығына мөрәжәғәт итеү. “Суфыйсылыҡ — күңел, йөрәк, хис-тойғо ғилеме; ...суфыйҙар — ғишыҡ менән таҙартылған заттар; шәриғәт ҡағиҙәләрен үтәгәндә лә, ...ғибәҙәтте автоматик рәүештә генә башҡарырға теләмәгән суфыйҙар ислам диненә рух, матурлыҡ, нәфислек өҫтәгәндәр”, — тип яҙа татар ғалимәһе Ә.Сөнәғәтуллина (8, 14). Был һыҙаттар тулыһынса башҡорт суфый-әҙиптәренә лә хас; өҫтәүенә, тап Ә.Харисов билдәләгәнсә, уларҙың ижады фани ысынбарлыҡтың, тормош-көнкүрештең төрлө мәсьәләләренә сағыштырмаса күберәк мөрәжәғәт итеүҙәре менән айырылып тора. Артабан боронғо һәм урта быуаттар төрки телле суфыйсылыҡ әҙәбиәтенең ҡайһы бер әҫәрҙәрен һәм авторҙарын телгә алайыҡ. Әйткәнебеҙсә, беренсе йүнәлеш — суфыйсылыҡ тәғлимәтенең шишмә башында торған шәхестәргә арналған яҙма легенда-риүәйәттәр, парсалар, хикәйәләр.
Ошондай шәхестәрҙең иң тәүгеләренең береһе — Ибраһим Әҙһәм (Әбү Исхаҡ Ибраһим ибн Әҙһәм әл-Иджле). Ул 718 йылда хәҙерге Афғанстан ерендәге Бәлх ҡалаһы башлығы ғаиләһендә тыуған. Тәхеттән баш тартып, суфыйсылыҡ юлын һайлай. Утыҙ йәштәр тирәһенән һуң ярым күсмә тормош шарттарында йәшәй. Хәйерселекте яратмаған, шуға күрә арыу-талыу белмәй эшләп тамаҡ туйҙырған. 781 йылда Византия сигендә барған һуғыштарҙың береһендә һәләк була. Ибраһим Әҙһәмгә ҡағылышлы боронғо парсаларҙың береһендә әйтелгәнсә, бер ваҡыт ул урман аҡланында ял итеп ултырғанда, янына ике дәрүиш килеп сыға. Өсәүләп рухи ҡиммәттәр хаҡында эңер төшкәнсе гәпләшәләр. Ибраһим теге икәүгә киске ризыҡ менән уртаҡлашырға тәҡдим итә. Дәрүиштәр уның бай, зиннәтле ашъяулығына хайран ҡала.
— Нисә йыл дәрүишлек юлындаһың? — тип һорай берәүһе.
— Ике, — тип яуаплай Ибраһим.
— Мин суфыйсылыҡ юлында утыҙ йылға яҡын йөрөйөм, әммә һинең һәләткә ирешә алғаным юҡ әле, — ти дәрүиш.
Киске тәғәм аҙағынараҡ аҡланда йәшел кейемле таныш булмаған кеше күренә. Ул да ризыҡтан ауыҙ итә. Дәрүиштәр уның бөтә суфыйҙарға баш булған үлемһеҙ Хидр (Хызыр. — М.И.) икәнен һиҙенеп, ниндәйҙер аҡыллы һүҙ әйтеп һалырын көтәләр.
Ҡуҙғалыр саҡта Хидр былай ти:
— Һеҙ, ике дәрүиш, Ибраһимға аптырайһығыҙ. Ә үҙегеҙ дәрүишлек юлына баҫыр өсөн нимә ҡорбан иттегеҙ? Ни бары — хәүефһеҙлеккә өмөттән, йәнә ғәҙәти тормоштан баш тарттығыҙ. Ибраһим Әҙһәм ҡеүәтле падишаһ ине. Суфый булыр өсөн ул Бәлх солтанаты биләмәләренән баш тартты. Бына шуға күрә ул һеҙҙән байтаҡҡа алдараҡ. Һеҙ баш тартыу иҫәбенә утыҙ йыл ҡәнәғәтлек кисерҙегеҙ. Был һеҙҙең бүләгегеҙ. Ә ул үҙенең баш тартҡаны өсөн бер ҡасан да һис ниндәй талапҡа өмөт итмәне.
Шул мәлдә Хидр ҡапыл ғына күҙҙән юғала.
Ибраһим Әҙһәмдән дүрт быуат самаһы һуңыраҡ йәшәгән, суфыйсылыҡ тәғлимәтенә ҙур өлөш индергән, әҙәбиәт менән дә уңышлы шөғөлләнгән атаҡлы Фәритетдин Ғаттар уның шәхесенә битараф ҡала алмаған. Ул үҙенең изгеләр тураһындағы әҫәрҙәр циклында Әҙһәмгә арыу ғына урын бирә, суфыйҙың образын төрлө яҡлап аса. Түбәндә ошо әҫәрҙән ҡайһы бер өлгөләрен килтерәбеҙ.
…Бәлхтең батшаһы булғанға тиклем Ибраһим бер заман үҙенең һарайында йоҡлап ятҡанда, уны төн уртаһында ҡыйыҡтағы ниндәйҙер шау-шыу уята.
“Кемдәр ҡыйыҡ башында йөрөй?” — тип һорай ул.
“Һин беҙҙе беләһең. Юғалған дөйәне эҙләйбеҙ”, — тип яуап бирә тегеләр.
“Дөйә нишләп ҡыйыҡ башында йөрөһөн?” — тип асыулана батша. “Һин дә бит, батшаларса йәшәгән, кейенгән килеш, Алланы табырға өмөтләнәһең”, — тигән яуапты ишеткәс, батшаны шунда уҡ Алланан ҡурҡыу тойғоһо солғап ала.
…Бер нисә йылдан һуң Ибраһимға, ул үҙенең һарайының ҡабул итеү залында ултырғанда, тағы бер Хоҙай илсеһе килә. Илсенең һоҡланғыс булмышы, үҙ-үҙен тотошо барыһын да хайран ҡалдыра, уның кем икәнлеген, бында ни өсөн килеп сыҡҡанлығын берәү ҙә һорарға ҡыймай. Ул туп-тура батша тәхете янына килеп баҫып, тирә-яғына ҡарана башлай. Ибраһим уның нимә эҙләүе менән ҡыҙыҡһына.
“Мин был карауанһарайҙа туҡтар өсөн уңайлы урын эҙләйем”, — тип яуаплай тегеһе. “Әммә был — карауанһарай түгел, минең һарайым”, — ти Ибраһим. “Ә элек кемдеке ине?” — тип һорай юлсы. “Минең атайымдыҡы”. “Ә унан алда?” — тип төпсөнә илсе. “Минең ҡартатайымдыҡы ине”. “Хужалары ваҡытлыса ғына йәшәп киткән, уларҙы яңы кешеләр алмаштырған урынды бүтәнсә нисек атарға мөмкин?” — тип һорай ҙа таныш булмаған кеше, ҡапыл ғына күҙҙән юғала. Батша Хоҙайға ғибәҙәт ҡылып, был кешенең кем икәнлеген белергә теләй. Хидр икәнлеген белгәс, Хоҙай ҡаршыһында уны хөрмәтле, түбәнселекле тулҡынланыу солғап ала.
…Бер заман ниндәйҙер әҙәм Ибраһимға мең динар тәҡдим итә. “Мин ярлыларҙан бүләк алмайым”, — ти ҙә Ибраһим, аҡсанан баш тарта. Теге әҙәм үҙенең һис тә ярлы түгел, ә бай икәнлеге хаҡында әйтә. “Тағы ла байыраҡ булырға теләйһеңме, әллә хәҙергеһе менән ҡәнәғәтһеңме?” — тип һорай Ибраһим.
Әҙәм яуаплай:
— Әлбиттә, теләйем.
— Ул сағында һин минән ярлыраҡһың, сөнки мин үҙемдең ярлылығымдан
ҡәнәғәтмен, миңә бер ни ҙә кәрәкмәй.
…Ибраһим кәмәлә йылға аша сығып бара икән. Ҡапыл дауыл күтәрелә. Кәмәләге кешеләрҙең ҡото оса. Ибраһим кеҫәһенән Ҡөрьән ала ла әйтә:
“Әгәр кәмә түңкәрелһә, Ҡөрьән дә юҡҡа сыға, ләкин бының булыуы мөмкин түгел”. Шул мәлдә Хоҙайҙың тауышы ишетелә: “Кәмәнең түңкәрелеүенә Беҙ юл ҡуймаясаҡбыҙ!”
Ибраһим Әҙһәм образы төрлө дәүерҙәрҙәге төрки телле әҙәби әҫәрҙәргә үтеп ингән. ХIV быуат шағиры Хөсәм Кәтиб уның исемен үҙенең “Жөмжөмә солтан” дастанының инеш өлөшөндә быға тиклем фани донъяға килеп киткән иң арҙаҡлы шәхестәр иҫәбендә телгә ала:
Ҡани Ибраһим Әдһәм — ул кәбир,
Кем үзен — солтан икән — ҡылды фәҡир [4, 37].
ХVIII быуат татар шағиры Ғ.Ғ.Ҡандалыйҙың “Ҡисса-и Ибраһим Әҙһәм” исемле ҙур ғына поэмаһының бер өлөшө һаҡланып ҡалған. Шулай уҡ Урта Азиянан Урал-Иҙел буйынаса халыҡ телендә уға арналған ҡиссалар, хикәйәләр йөрөгән. Шуларҙың бөтәһе араһында Ибраһим Әҙһәм солтан тәхетен ҡалдырып, ата суфый булып киткәс, улы менән осрашыуына бәйле парсалар айырыуса иғтибарға лайыҡ. Аллаға мөхәббәт хаҡына донъяуи ҡиммәттәрҙән ваз кисеүҙең сиге ҡайҙа, тигән һорауҙы ҡуя улар. Бер нисәһен сағыштырып ҡарайыҡ.
Башҡоростанда таралып, хәҙерге ваҡытта Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының Ғ.Б.Хөсәйенов исемендәге ҡулъяҙмалар фондында һаҡланған текста Әҙһәмдең Мөхәммәт исемле улы, үҫеп етеп, атаһын эҙләп сығып, Мәккәгә килеп тапҡас, уны илгә ҡайтып, кире тәхеткә ултырырға саҡыра. Атаһы риза булмай, дәрүишлектән баш тартырға теләмәй. Быны ишеткән Мөхәммәт ғазаптарға түҙә алмай, йөрәге ярылып үлә [1, 250]. Фәритетдин Ғаттар әҫәрендә Мөхәммәт Мәккәгә атаһын эҙләп, әсәһе һәм дүрт йөҙләп яҡыны оҙатыуында килә. Был ваҡытҡа йәне-тәне менән суфыйлыҡҡа бирелгән Әҙһәм үҙенең шәкерттәрен матур малайҙарға ҡарамаҫҡа, улар янында сыуалмаҫҡа өйрәтә. Мөхәммәт Әҙһәмде урмандан сытыр-сатыр йыйып алып ҡайтып, баҙарҙа һатып, шәкерттәрен ризыҡ менән һыйлаған мәлдәрендә күрә, үҙе уның артынан йәшерен генә эйәреп йөрөй. Ибраһим уны Ҡәғбә янында көтмәгәндә осрата ла ҡарап тора. Ҡайтҡас, шәкерттәр унан: “Беҙҙе тыяһың, ә нишләп үҙең матур малайға ҡараның?” — тип һорай.
“Мин тәхетемде ҡалдырып, ярлылыҡ юлынан киткәндә, бәләкәй генә улым ҡалғайны. Хәҙер ул ошо малай йәшендә. Уны күргәс, минең улымдыр, тигән тойғо уянды”, — тип яуаплай Әҙһәм [3].
Урал-Иҙел буйында ХVIII быуатта шулай уҡ “Ҡисса-и Ибраһим Әҙһәм” тигән исем менән таралып, халыҡ повесы тип йөрөтөлгән икенсе бер әҫәрҙә атайһыҙ үҫкән Мөхәммәт, әсәһе Биби Зөлфиәнән Ибраһим Әҙһәмдең ҡайҙа икәнлеген һорашып, уны юллап сығып китә. Күп йылдар илдәр гиҙеп йөрөгәндән һуң эҙләп таба. Әммә атаның улына иғтибарлы мөнәсәбәте Аллаға булған мөхәббәтенә, йәне менән уға ҡушылыуына ҡамасаулай. Йәнәһе, Алла уға: “Йә — мин, йә — улың!” — тип һайларға ҡуша. Аңына килеп, Ибраһим үҙенең берҙән бер улын Алла хаҡына ҡорбан итә [13, 147—150].
Күренеүенсә, ҡайһы дәүерҙә ижад ителһәләр ҙә, йәне-тәне менән суфыйсылыҡҡа бирелгән әһелдәр Алла хаҡы өсөн иң яҡын кешеләрен дә аяп тормаған, хатта үҙ ҡулдары менән ҡорбан итергә әҙер булған. “Ҡисса-и Ибраһим Әҙһәм” — агиографик цикл; икенсе төрлө әйткәндә, ул Ҡөрьән сюжеттары мотивтарына таянып ижад ителгән әҫәрҙәр рәтенә инә. Әгәр шулай икән, Ҡөрьәндең үҙе бәндәләрҙе Алла хаҡы өсөн ғәзиз балаларына ҡарата шундай дәрәжәлә ҡанһыҙлыҡҡа саҡыра булып сығамы?
Ҡөрьәндең “Әс-саффат” сүрәһенә мөрәжәғәт итеп ҡарайыҡ. Бында Ибраһим пәйғәмбәр һәм уның улы Исмәғилгә бәйле хәлдәрҙең иң тетрәндергесе телгә алына. Суфый Ибраһим Әҙһәм ҡиссаларының ата менән улға ҡағылышлы урындары ошо сүрә мотивтарына бик яҡын. Ибраһим пәйғәмбәр төш күрә лә
Исмәғилгә әйтә: “Эй, улыҡайым! Мин төшөмдә һине ҡорбанға салғанымды күрәм, ҡара инде, һин ни уйлайһың?” Улы: “Атаҡайым, һиңә нимә ҡушылған булһа, шуны эшлә, һин мине, иншалла, түҙемлеләрҙән итеп табырһың”, — тип яуаплай. Атаһы ҡорбанға килтерер өсөн улын йөҙтүбән һалғас, Алланың ауазы
ишетелә: “Эй, Ибраһим, һин төшөңдә күргәнеңде раҫланың” [5, 245].
ХIV быуат башында Ҡөрьән сүрәләренә төрки телендә шәрех яһап, “Ҡиссасыл әнбиә” (“Пәйғәмбәрҙәр тарихы”) әҫәрен яҙған Насретдин Рабғузи ябай ҡатлам бәндәләренә был урынды киңерәк итеп аңлатып бирә. Ибраһим ғалиәссәләмгә төшөндә Аллаһы Тәғәлә: “Эй, Ибраһим, тор, ҡорбан сал”, — тип бойора. Ибраһим йоҡоһонан тороп, йөҙ һарыҡ ҡорбан сала. Икенсе төндә шул әмер ҡабат бойоролғас, йөҙ үгеҙ (Рабғузи әйтеүенсә: икенсе риүәйәттә — йөҙ дөйә) ҡорбан ҡыла. Әмер өсөнсө төндә лә ҡабатлана. “Нимәне ҡорбан итәйем?” — тип һорай Ибраһим. Алланан: “Һөйгәнеңде” (икенсе риүәйәттә: “улың Исмәғилде”) — тигән хитап килә. Ибраһим, тороп, ҡатынына әйтә: “Бар, Исмәғилде саҡыр, ғәзиз дуҫым уны күрергә теләй”. Улы менән бергә юлға сығып, Бәсир тауына еткәс, Ибраһим илай башлай. Эштең ниҙә икәнен белгәс, Исмәғил ризалаша, хатта Аллаһ әмерен һуңға ҡалдырып, гонаһлы булмаҫ өсөн атаһын ашыҡтыра башлай. Ибраһим бысаҡты улының муйынына ҡуйып, беренсе тапҡыр тартҡанда, Ябрайыл муйын менән бысаҡ араһына ҡанатын ҡыҫтырып өлгөрә. Икенсе тапҡырында ла киҫә алмай. Өсөнсөһөндә бысаҡ икегә бүленә. Ул, телгә килеп, Ибраһимға әйтә: “Аллаһы Тәғәлә миңә, етмеш мәртәбә киҫмә, тип бойорҙо”. Йәғни, Ибраһим Исмәғилдең муйынын киҫергә етмеш тапҡыр тәүәккәлләп ҡараһа ла, булдыра алмаҫ ине. Пәйғәмбәр был һүҙгә хайран ҡалып торғанда, Алланың хитабын ишетә: “Эй, Ибраһим, һин төшөңдө раҫланың, беҙ изгеләргә шулай итеп яза бирербеҙ. Минең шәфҡәт һәм рәхмәтемде күр, тауға ҡара”. Ибраһим тауға ҡараһа, унан бер һарыҡ (икенсе риүәйәттә — мең ҡуй) төшөп килә икән. Ата менән ул ошо һарыҡты ҡорбанға сала [6, 105—108].
Тимәк, изге китап сүрәһенән шундай фәһем алырға мөмкин. Берҙән, Алла хаҡына бәндә (был осраҡта — ата) үҙенең иң яҡын кешеһен, йәки үҙен (улын) ҡорбан ҡылырға әҙер икән — Алла уларға мәрхәмәтлек ҡыла, ғазаплы ҡорбандан ҡурсалай. Өҫтәүенә, әгәр шундай ҡорбан килтереүҙәргә юл ҡуйылһа, бәндәләр араһында иң ҡәҙерле кешеләрен дә аямаҫ ҡаты бәғерлелек, ауыр фәжиғәле ҡан ҡойоштар таралып китер ине. Суфыйсылыҡтың иң юғары баҫҡысына өлгәшкән дәрүиштәр ҙә бының менән иҫәпләшергә тейеш.
Баязит Бистами (Абу Язид Тайфур ибн Иса Бистами) 804 йылда хәҙерге Ирандың төньяҡ-көнбайышындағы Бистам ҡалаһында тыуған, 70 йыл ғүмер кисергән. Юғары ҡатламдан сыҡҡан, ике ағаһы аскетлыҡ юлын һайлаған, үҙе бар ғүмерен тиерлек тыуған ҡалаһында үткәргән. Уның тәғлимәтенең төп үҙенсәлектәре Ҡөрьән һәм Сөннә талаптарын тотоуҙы, һәр саҡ бары тик дөрөҫтө генә һөйләүҙе, нәфрәттән азат булыуҙы, тыйылған ризыҡҡа ҡағылмауҙы, яңылыҡтарҙан ситтәрәк тороуҙы үҙ эсенә алған. Замандаштары уның көтөлмәгәнсә, ҡапма-ҡаршылыҡлы фекерләү һәләтен билдәләр булған.
Мәҫәлән, уның раҫлауынса: Хоҙай Кемде ярата, ғазаптарын шуға ебәрә. Йәки: һин Хоҙайҙы эҙләгән саҡта, Хоҙайҙы һин эҙләмәйһең, ә ул — һине.
Баязит Бистами тураһында халыҡ араһында телдән һәм яҙма рәүештә йөрөгән төрлө жанрҙарҙағы әҫәрҙәр ҙә йыш ҡына шулай ҡапма-ҡаршылыҡтарға ҡоролған була. Бына шуларҙың бер нисәһе.
…Баязитҡа бер әҙәм: 30 көн буйы ураҙа тоттом, ғибәҙәт ҡылдым, ә һин вәғәҙә иткән шатлыҡты кисермәнем, тип зарланған.
— 300 йылдан һуң да кисермәйәсәкһең, — тип яуап биргән Баязит.
— Нишләп? — тип һораған ҡәнәғәтлек эҙләүсе.
— Быға һинең шөһрәткә ынтылыусанлығың ҡамасаулай.
— Ә унан нисек ҡотолорға һуң?
— Бер әмәле бар, тик ул һиңә ярамай.
— Шулай ҙа әйтеп ҡара әле.
Баязит әйтеп биргән:
— Тәүҙә ҡәҙерле һаҡалыңды ҡырып ташла, шунан кейемеңде сисеп, билбауға уран, муйыныңа Әстерхан сәтләүеге һалынған мөшкә аҫ та баҙар майҙанына сығып: “Кем дә кем муйыныма һуға, шуға сәтләүек бирәм”, — тип бар көсөңә ҡысҡыр. Аҙаҡ хөкөм бинаһы алдынан үт, ҡала әһелдәре һине ошо килеш күрһен.
— Улай булдыра алмайым, — тип ялбарған теге әҙәм. — Зинһар, икенсе берәй сара тәҡдим ит.
— Был — маҡсатыңа ирешеү өсөн тәүге һәм берҙән-бер аҙым, — тигән
Баязит. — Алдан иҫкәрттем бит, был сара һиңә бармай, сөнки һине төҙәтерлек түгел.
…Бер заман кемдер Баязиттың битенә таяҡ менән һуға, таяҡ һына.
Хөрмәтле шәйех уға икенсе таяҡ менән бер туҫтаҡ бал тоттора ла: “Минең битем арҡаһында һин зыян күрҙең. Мә, шуның өсөн яңы таяҡ, ә бал менән һаулығыңды нығытырһың”, — тип әйтә.
“…Мин үҙемдең “баязитлығымдан” йылан тунын һалған һымаҡ ҡотолдом. Шунан тирә-яғыма ҡарандым. Ғашиҡ булған кешенең, Яратылыусының һәм мөхәббәттең бер нәмә икәнен күрҙем, сөнки берлек хәлендә бөтә нәмә лә берәү була”, — тигән Баязит.
…Баязиттан йәшен һорағандар. “Дүрт йәш”, — тигән ул. Халыҡ ғәжәпләнгән: “Нисек инде улай?” Ул яуап биргән: “Был донъя мине етмеш йыл Алланан айырып торҙо. Ошо айырылған ваҡыт йәшәү иҫәбенә инмәй”.
Мансур әл-Хәлләж (Әбү Абдуллаһ әл-Хөсәйен ибн Мансур әл-Хәлләж) 858 йылда хәҙерге Ирандың көньяғында, Эрдекан ҡалаһында донъяға килә. Ул, суфыйсылыҡта йән-тән менән Аллаға яҡынайыуҙы берҙән бер дөрөҫ юл, тип һанаған. Мансурҙы дин әһелдәре дини йолаларҙы һаҡламауҙа, үҙ-үҙен илаһилаштырыуҙа, асыҡтан-асыҡ сихырсылыҡта ғәйепләһә, бер төркөм суфыйҙар илаһи серҙәрҙе таратыуҙа, шарлатанлыҡта фаш итергә тырышҡан.
Идара итеүсе ҡала вәкилдәре уны көфөрлөктә (Алланы хурлауҙа) ғәйепләп, ҡулға ала. Хәлләж төрмәлә 9 йылдан ашыу ултыра, шул ваҡыт эсендә “Китаб ат-Тасавин” исемле иң күренекле хеҙмәтен яҙа. 922 йылда Багдадта язалап үлтерелә.
Мансур әл-Хәлләждең исеме халыҡ алдында асыҡтан-асыҡ “Әнә-л-хаҡҡ” тип әйткән һүҙе арҡаһында киң билдәлелек ала. Бәндәнең Аллаға ҡушылыуын ҡабул итмәгән дин әһелдәре уны мөртәтлектә ғәйепләй, ә суфыйҙар илаһи серҙәрҙе һаҡлай алмауын, үҙенең күңел торошон башҡаларға әйтеп биреүен оҡшатмай.
Фарсы сығышлы булараҡ, Мансур үҫмер сағынан уҡ ғәрәп телен өйрәнә, Ҡөрьәнде һәм уның шәрехнамәләрен ятлай. Өс тапҡыр хажға бара. Тәүгеһендә ғәҙәти хажды түгел, ә бер йыл буйы ураҙа тотоп ғибәҙәт ҡыла торғанын һайлай.
Мәккәнән төрлө өр-яңы уй-ниәттәр менән ҡайта. Шуларҙың береһе — тылсымлы көстәр ярҙамында йәмғиәтте яҡшы яҡҡа үҙгәртеү эшмәкәрлегенә тотоноу. Изге урынға икенсе хажына ул дүрт йөҙләп мөрите менән сыға. Шул сәфәрҙән һуң Мансурҙың ғәҙәттән тыш тылсымлы көскә эйә булғанлығы хаҡында риүәйәттәр таралып китә. Йәнәһе, Мәккәгә барышлай, улар сүллек аша үтәләр. Ял иткәндә юлсыларҙың инжир ашағыһы килә. Мансур бер кәрзин инжирҙы һауанан алып, алдарына ҡуя. Тегеләре хәлүә һорағас, бер батмус шәкәрле хәлүә килтереп ултырта. Ашап бөткәндән һуң, юлдаштары тап ошондай тәм-том Багдадтың ҡайһылыр урамында һатылыуын иҫкә төшөрәләр ҙә Мансурҙан уларҙы нисек табыуын һорайҙар. “Минең өсөн Багдад та, сүллек тә — бер үк”, — тип кенә яуап бирә суфый. Хаждан ҡайтҡас, Багдадта төпләнеп, суфыйҙар араһынан яңы дуҫтар таба, алты йыл буйы илдәр гиҙеп, төрөктәрҙе исламға ылыҡтырыуҙа ҡатнаша. Был сәфәр һөҙөмтәһендә ул аяҡ баҫҡан бөтә ерҙә лә дан-шөһрәт ҡаҙана, уның юлын һайлаусылар күбәйә.
Өсөнсө хажында Мәккәлә ике йыл самаһы була. Һөҙөмтәлә, ул суфыйсылыҡтың иң юғары баҫҡысына еткәнен тоя. Артабанғы ғүмерен Аллаға мөхәббәтен раҫлауға арнай. Быны тормошҡа ашырыу маҡсатында, ул һәр бер мосолмандың ғына түгел, ә бөтә кешеләрҙең ҡылған гонаһтары өсөн ғүмер буйы ғазаптар кисереү юлына баҫа.
Риүәйәттәр буйынса, “Әнә-л-хаҡҡ”тың тәү тапҡыр әйтелеүе ошо ваҡыттарға тап килә. Уның асылы беҙҙеңсә “Мин — абсолют хәҡиҡәт” тигәнде аңлата. Яңғырашы буйынса “Хаҡ” һүҙе Алланың исемдәренең береһенә тулыһынса ауаздаш булғанға (“Хаҡҡ тәғәлә”), “Әнә-л-хаҡҡ”ты “Мин — Алла” йәки “Мин — Алла менән ҡушылғанмын” мәғәнәһендә лә ҡабул итеп булған. Хәлләждең дошмандары тап шул мәғәнәлә аңларға теләгән. Мансур үҙе лә уларға ҡаршы килмәгән, күрәһең. Сөнки, суфыйсылыҡ тәғлимәтенең иң юғары баҫҡысына ярашлы, кеше Аллаға ҡарата сикһеҙ мөхәббәте аша үҙен Уға ҡушылғанмын, тип тоя. Йәғни, “Мин — Алла” тип әйтә икән, уныңса: “Мин юҡ, бары тик Алла ғына бар”, — тигән һүҙ. Бер риүәйәт буйынса, Мансур әл-Хәлләж һуңғы өсөнсө хажынан Багдадҡа ҡайтып, остазы Джунайдтың ишеген шаҡый. Өй хужаһы: “Кем бар унда?” — тип һорағас, Мансур: “Әнә-л-хаҡҡ!” — тип яуап бирә. Ошонан башлап суфыйҙар араһында был һүҙ киң билдәле хикмәтле әйтеүгә әйләнеп китә.
Риүәйәттәрҙең әл-Хәлләжде язалауға ҡағылышлыларында ул айырыуса йыш осрай.
…Хәлләж иркенән мәхрүм ителгәс, тәүге төндә үк һаҡсылар уны ҡарарға килә, әммә тотҡон зинданында булмай сыға. Икенсе төн зинданы ла юҡҡа сыға. Ә өсөнсө төн бөтәһе лә үҙ урынына ҡайта. Аптырашта ҡалған һаҡсылар һорашалар: “Беренсе төндә ҡайҙа юғалдың? Ә икенсеһендә зинданға ни булды?” Ул аңлатып бирә: “Беренсе төндө мин Алла янында үткәрҙем, шуға күрә бында булманым. Икенсеһендә Алла бында булды, ә зиндан менән мин юҡ булдыҡ. Ә өсөнсө төндә Алла мине бында ҡайтарып ебәрҙе”.
…Хәлләжде тармаҡлы ҡамсы менән өс йөҙ тапҡыр һуҡтырып язалайҙар. Һуҡҡан һайын ҡайҙандыр: “Ҡурҡма, Мансур улы!” — тигән тауыш ишетелә.
Язалауҙы күрергә йөҙ мең кеше йыйылған. Уларға ҡарап, Мансур: “Хаҡҡ, хаҡҡ, хаҡҡ, әнә-л-хаҡҡ”, — тип ҡысҡырған икән. Уның имгәтелгән, әммә йәне сыҡмаған кәүҙәһен, башҡаларға ғибрәт булһын тип, язалау урынында ҡалдырғандар. Бары тик икенсе көндә генә язалаусы килеп башын өҙә. Хәлләж йылмая ла йән бирә. Кешеләр һөйләнә-үкерә илаша, әммә уның һыны бәхетле, Алла ихтыярынан ҡәнәғәт күренә, тәненең һәр ағзаһы: “Әнә-л-хаҡҡ!” — тип ҡысҡыра. Ергә тамған ҡанының һәр тамсыһы “Аллаһ” һүҙе рәүешен ала.
ХХ быуат баштарына тиклем башҡорттар араһында йөрөп, 1904 йылда Ҡазанда донъя күргән “Ҡисса-и Мансур әл-Хәлләж” тигән ҡулъяҙмала әйтелеүенсә, Мансурҙың Әнәл исемле һеңлеһе була. Уны нахаҡҡа ғәйепләүселәрҙән ҡурсалап, ағаһы “Әнәл хаҡ!” (хаҡлы, ғәйепһеҙ) тип әйткән. Быны “Әнә-л Хаҡҡ” тип аңлаусылар Мансурҙы утта яндырып үлтереүгә дусар итәләр [1, 246—247].
Абдулла әл-Ансари хәҙерге Афғанстан ерендәге Герат ҡалаһында тыуған. Заманында исеме тирә-яҡҡа киң таралған суфый, фарсы телендә ижад иткән шағир булараҡ билдәлелек алған. Атаһы Мөхәммәт әл-Ансари суфый кеше була, улын да ошо тәғлимәтте өйрәнеүгә кесе йәшенән үк ылыҡтыра. Абдулла хәдистәрҙе һәм Ҡөрьәнгә аңлатма биреү серҙәрен диҡҡәт менән өйрәнә. Белемен артабан камиллаштырыу өсөн егерме йәшендә тыуған төбәген ҡалдырып сығып китә, Нишапур, Тус, Бистам, Багдад ҡалаларына барып сыға. Шул дәүерҙең атаҡлы суфыйы Баязит Бистами менән осраша. Ғүмеренең күп өлөшөн тыуған ҡалаһында үткәрә, суфыйсылыҡ эшмәкәрлеге менән исеме тирә-яҡҡа тарала, дан-шөһрәткә эйә була. 1089 йылда донъя ҡуя.
Ислам һәм суфыйсылыҡ тарихында Абдулла Ансариҙың үҙ урыны бар. Дәүеренең күпселек суфыйҙары шәриғәт менән илаһи хәҡиҡәтте (Хаҡҡ) бергә бәйләп ҡарай алмаған шарттарҙа, Ансари быларҙың икеһен органик берлектә күреү тәғлимәтен яҡлай һәм суфыйсылыҡ Ҡөрьәнде тәрәндән аңлауға ярҙам итә, ә Сөннә — уларҙың дауамы тип ҡарай. Замандаштары һәм исламды артабанғы өйрәнеүселәр Ансариҙың дини фәндәрҙең төрлө өлкәһен яҡшы белеүен билдәләй.
Абдулла Ансари үҙенең суфыйсылыҡ тәғлимәтенә ҡағылышлы хеҙмәттәрен һәм әҙәби әҫәрҙәрен ғәрәп һәм фарсы телдәрендә ижад итә. Уның суфыйсылыҡ буйынса ҡабатланмаҫ ҡулланма булған “Маназил әс-сәғирин” исемле хеҙмәте киң танылыу таба, аҙаҡ уға күп кенә аңлатмалар яҙыла. Ә “Зәмм әл-ҡәләм вә әхлихи” әҫәре исламдың рационалистик йүнәлешенә ҡаршы көрәш тарихында төп сығанаҡтарҙың береһе хеҙмәтен үтәй.
Әҙәби ижадына килгәндә, ул Йософ сюжетына сәсмә телмәр менән нәфис эшкәртмә яһай, шиғри формала һәм рифмалы прозала мөнәжәттәр, сентенциялар яҙа. Былар барыһы ла фарсы әҙәбиәтенең иң матур өлгөләре рәтендә урын алған. Абдулла Ансариҙың күпселек хеҙмәттәре Европа телдәренә тәржемә
ителеп донъяға сығарылған.
Суфыйсылыҡ тәғлимәтен донъяға әҙәби әҫәрҙәр аша таратыу өлкәһендә иң уңдырышлы эшләгән, ҙур ғилемле шәхестәрҙең береһе — Фәритетдин Ғаттар. Ул ХII быуатта Ирандың төньяҡ-көнсығышында урынлашҡан Нишапур ҡалаһында донъяға килгән. Тыуған йылы теүәл генә билдәле түгел, яҡынса
1145/46, 1150 йәки 1159/60 йылдар тип фаразлайҙар. 1119 йылда тыуып, 1230 йылда донъя ҡуйған тигән мәғлүмәттәр ҙә бар. Донъя һүҙ сәнғәте тарихына Фәрит, Ғаттар, Мөхәммәт исемдәре менән ингән. Ул тәүге суфыйҙарҙың тормош юлын һәм ижадын иң шәп белеүселәрҙән һаналған. Мәккәгә хажға бара, Сирия, Египет, Һиндостан, Урта Азия ерҙәрендә булып, үҙенә байтаҡ остаздар табып аралаша. Донъя гиҙгәндән һуң тыуған төбәгенә ҡайтып, Нишапурҙа төпләнә.
Буласаҡ суфый шағирҙың атаһы дарыухана тотҡан (“Ғаттар” аптекарь мәғәнәһен аңлата). Ул донъя ҡуйғас, мөлкәте Фәритетдинға ҡала. Атаһының эшен дауам итеп, Ғаттар дарыу һатып алыусыларҙы ҡабул итә, уларға медицина буйынса кәңәштәр бирә, хеҙмәттәренең күпселек өлөшөн үҙенең дарыуханаһында яҙа. Шуғалыр ҙа, шиғри әҫәрҙәрендә дауаларға һәм медик терминдарға бәйле фәлсәфәүи фекерҙәр осрай. Уның әҙәби мираҫы ифрат бай. Фарсы классик суфыйсылыҡ әҙәбиәтен байытҡан хеҙмәттәре һәм шиғри әҫәрҙәре исемлеген белгестәр Ҡөрьәндәге сүрәләр һаны менән сағыштыра.
Билдәле булған мәснәүиҙәренең, ҡасыдаларының һәм ғәзәлдәренең һаны 50 мең бәйет самаһы; улар — әҙиптең ижад даръяһының ни бары бер тамсыһы ғына, тип һанай ғалимдар. Фәритетдин Ғаттарҙың әҙәби әҫәрҙәре күбеһенсә көнсығыш халыҡтары фольклорына нигеҙләнгән. Уның иң күренекле ҡаҙаныштарының береһе — “Ҡоштар тауышы” китабы. Был әҫәр суфыйсылыҡ традицияларында ижад ителгән һәм үҙ дәүерендә ҙур уңыш ҡаҙанған. “Былбыл-намә” әҫәрендә иһә шағир ситләтелгән рәүештә үҙенең хәлен асып һала. Һандуғас рауза сәскәһенә ғашиҡ була, уның торошо бүтән ҡоштарға күсә. Һандуғас образында авторҙың үҙенең күңел донъяһы сағыла. Ул һарай шағирҙарының ике йөҙлөлөгөн фашлай. “Изгеләрҙең тормош юлы” китабында Ғаттар “Был әҫәрҙе яҙғанда мин, бөйөк изгеләр тураһында һөйләп, уларҙың фатихаһын алырға тырыштым”, — ти. Уның тағы суфыйсылыҡ идеялары менән һуғарылған “Шәйехтәр тормошо”, “Алты шиғыр”, “Жөмжөмә-намә” тигән әҫәрҙәре билдәле.
Фәритетдин Ғаттар тормош юлында һәм ижадында үрнәк алған атаҡлы остаздарының береһе Әбүғәлисинә була, ә үҙе Ялалетдин Румиҙың остазы һаналған. Руми 12 йәшлек сағында уны атаһы менән бергә осратып, Ғаттар уға үҙенең “Асмтра-намә” китабын бүләк итә. Ғалимдар был ике шәхестең ижадында байтаҡ уртаҡлыҡтар таба.
Шулай итеп, Урал-Иҙел буйында, тарихи Башҡортостандың оло территорияһында көн итеп, ислам дине тотҡан беҙҙең ата-бабаларыбыҙ Урта һәм Яҡын Көнсығыш тарафтарынан быуаттар буйы иҫеп торған ошондай суфыйсылыҡ тәғлимәте йоғонтоларын ҡабул итеп, әҙәби әҫәрҙәрен уҡып, уларҙың күңелгә ятышлы өлгөләрен үҙ ерлегендә үҙләштереп йәшәгән.
Файҙаланылған әҙәбиәт
1. Башҡорт әҙәбиәте тарихы: 6 томда. 1-се том. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте,
1990. — 608 б.
2. Борынгы татар прозасы. — Казан: Тат. китап нәшрияте, 2004. — 175 б.
3. Ғаттар Фәридеддин /Х.Ю.Миннегулов //Казан утлары, 2007, №10.
4. Жөмжөмә Солтан. — Казан: КДУ, 1970. — 58 с.
5. Ҡөрьән Кәрим. — Өфө, 1992. — 960 б.
6. Кыйсасел әнбия. Пәйгамбәрләр тарихы. — Казан, 2003. — 480 б.
7. Өмөтбаев М. Йәдкәр: Шиғырҙар, публицистик яҙмалар, тәржемәләр, халыҡ ижады
өлгөләре, тарихи-этнографик яҙмалар / Төҙөүсеһе, баш һүҙ һәм аңлатмалар авторы
Ғ.С.Ҡунафин. — Өфө: Башҡ. кит. нәшр., 1984. — 288 б.
8. Сөнәгатуллина Ә. Суфыйчылык серләре. — Казан: Матбугат йорты нәшр., 1998.
— 368 б.
9. Фахретдинов Р.С. Болгар вә Казан төрекләре. — Казан: Тат. кит. нәшр., 1983.
— 287 б.
10. Хазрат Инаят Хан. Учение суфиев. — М.: Сфера, 1998. — 352 с.
11. Харисов Ә.И. Башҡорт халҡының әҙәби мираҫы. — Өфө: Башҡ. кит.нәшр., 1965.
— 416 б.
12. Хөсәйенов Ғ.Б. Ил азаматтары. — Өфө: Китап, 1995. — 576 б.
13. Юлдашева С.А. Художественные особенности повести «Киссаи Адам» //Вестник
Челябинского государственного университета. Выпуск №11, 2011.