Тәһәрәтһеҙ кеше
Һорау: мәйет йыуыусы тәһәрәтле булырға тейешме?
Яуап: мәйет йыуыусы кешенең тәһәрәтле булыуы яҡшы, ләкин был шарт түгел, тәһәрәтһеҙҙә ярай.
Тәһәрәтһеҙ кешенең намаҙ уҡыуы бер ваҡытта ла дөрөҫ түгел, әгәр бер кеше тәһәрәтһеҙ намаҙ ҡылһа, Аллаһы Тәғәләнең ғибәҙәтен мыҫҡыл иткәнгә хисапланалыр. Бындай эштәр боҙоҡ ғәмәлдәрҙән булғанға күрә уны ҡылыуҙан һаҡланырға кәрәк. Тәһәрәтһеҙ кешегә Ҡөръән тотоу ҙа ярамай, бер генә аят яҙылған булһа ла һаҡланырға тейеш. (Ҡайһы бер ғалимдар Ҡөръәнде танышыу маҡсатынан, мәҫәлән: һатып алыу тарафынан тәһәрәтһеҙ тоторға була тиҙәр һәм айырым ҡағыҙҙарҙағы ғәрәп телендәге аяттар Ҡөръән булып һаналмай тигән фекерҙә). Бар мәғәнә Аллаһ китабы булған Ҡөръән Кәримде хөрмәт итеү. Тәһәрәтһеҙ көйөнсә йыназа намаҙы уҡыу һәм сәждә-и тиләүәт яһау ҙа ярамайҙыр. Әммә Ҡөръәнде сумкаға (портфель, папка, берәй туҡымаға төрөлгән килеш) һалған көйөнсә тотоу, күңелдән ятлаған Ҡөръәнде уҡыу, мәсеткә инеү, ҡәберлеккә барыу тәһәрәтһеҙ кешегә лә дөрөҫ була. Әгәр берәр кеше быларҙы ла тәһәрәтле килеш ҡылһа, бигерәк тә яҡшы булыр.
Ниндәй генә намаҙ булһа ла, уны өйрәнеү өсөн тәһәрәт алыу фарыздыр. Ҡөръән тотоу, һәм уны ҡарап уҡыу өсөн һәм сәждә-и тиләүәт өсөн тәһәрәт алыу алырға фарыздыр. Бындай эшләргә тәһәрәтһеҙ көйөнсә керешеүҙән Аллаһы Тәғәлә тыялыр. Ҡөръәндә Аллаһы Тәғәлә әйтә:
лә йәмәссуһу илләлмутаһһәрун
Мәғәнәһе: Ҡөръәнде тәһәрәтле кешеләр генә тотһондар. Әммә тәһәрәтле килеш йоҡлау, йоҡонан торғас тәһәрәт алыу, тәһәрәтең бар саҡта яңыртып тәһәрәт алыу, мәйет йыуыр өсөн тәһәрәт алыу, тәһәрәтте һаҡларға көсөң етә тороп биш ваҡыт намаҙ өсөн ваҡыттары кергәс һәр ҡайһыһы өсөн яңынан тәһәрәт алыу, һәр ваҡытта тәһәрәтле килеш йөрөргә тырышыу — ул мөстәхәб ғәмәлдәрҙән һанала. Бындай эштәр өсөн тәһәрәт алыу мөстәхәбтер. Үлгән кешене маҡтау һөйләүҙә мөстәхәб ғәмәлдер.
Мөстәхәб ғәмәлдәр, улар пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһис-сәләм күп ваҡыт ҡылған, эшләгән эштер. Ул ғәмәлде ҡылған кешегә сауап, бәрәкәт буласағын аңлатҡан ғәмәлдер. Был ғәмәлде ҡылған бәндә әжер-сауаплы булыр. Ҡылмаған кеше гонаһ ла булмаҫ, Ҡиәмәт көнөндә шелтә лә тейешле булмаҫ.
Аҫта Мәрүән Ибраһим Әл-Ҡайси китабынан «Ислам әхләге һәм ғәҙәттәре»-нең 17 бүлеге. Имам –мөхтәсиб Исмәғил хәҙрәт әҙерләгән.
Мәйет күмеү
17.1. Кемдер үлгән осраҡта кәрәкле нәмәләр.
1. Дуҫтарына һәм йәмғиәткә белгертер өсөн кемдеңдер үлеүе хаҡында ерле матбуғатта иғлан баҫтырырға мөмкин. Әммә унда мәрхүмгә маҡтау һәм данлау яҙырылмаҫҡа тейеш. Иң яҡшыһы — башҡаларҙың мәрхүм хөрмәтенә доға уҡыуҙарын һорау.
2. Мәйетте күмергә әҙерләргә, уны йыуып, кәфенгә төрөргә кәрәк. Был артыҡ байлыҡ күрһәтмәйенсә эшләнергә тейеш.
3. Үлгән ир-атты — ир-ат, ҡатын-ҡыҙҙы — ҡатын-ҡыҙ йыуа. Ир менән ҡатын иҫкәрмә булыуы ихтимал. Иҫән ир йәки ҡатын үлгән ҡатынын йәки ирен йыуа ала.
4. Үлгән кешене һыу менән, мөмкин булһа, томбойоҡ япраҡтары менән таҡ һанда — өс, биш йәки күберәк тапҡыр, уң яҡтан башлап йыуалар. Һуңғы тапҡыр йыуғанда һыуға камфора өҫтәлергә тейеш. Ҡатын-ҡыҙ үлгән осраҡта унын сәсе өс толомға үрелеп, арҡа яғына урынлаштырылырға тейеш.
5. Үлгән кеше ябай туҡымаға төрөлә. Иҫән кешеләрғә зыян килтереүе ихтимал булған осраҡтарҙа мәйетте табутҡа һалалар.
6. Ислам юлында шәһит киткәндәрҙен ҡиммәтле әйберҙәрен алып, ҡандарын йыумайынса, үҙ кейемдәрендә ерләргә кәрәк.
7. Хажға йәки Ғөмрәгә барғас үлгән мосолманды һыу менән томбойоҡ япраҡтары менән йыуалар, мөмкин булһа, ул Хажға йәки Ғөмрәгә барғанда кейгән ике киҫәк туҡымаға төрәләр.
8. Мәйетте йыуған кешеләргә аҙаҡтан тулыһынса ҡойонорға, ә мәйетте алып барған кешеләргә тәһәрәт алырға тәҡдим ителә.
1 9. Мәйетте йыуыуҙа ҡатнашыусылар үҙҙәре күргән физик кәмселектәр тураһында һөйләмәҫкә тейештәр. Яҡшы нәмәләр тураһында һөйләү рөхсәт ителә.
10. Мәйетте йыуғандан һун; шунда уҡ кәфенлеккә урарға һәм оҙаҡҡа һуҙмайынса намаҙ уҡырға һәм ерләргә кәрәк.
17.2. Мәйетте оҙатыуҙа, ерләүҙә ҡатнашыу.
1. Мосолманды ерләүҙә башҡа мосолмандар ҡатнашырға тейеш. Шунлыҡтан мосолман, мәрхүмде белеүенә йәки белмәүенә ҡарамаҫтан, ерләүҙә ҡатнашыу мәсьәләһендә икеләнеп тормаҫҡа тейеш.
2. Ерләүҙә ҡатнашыу ике этаптан тора. Беренсеһе намаҙ уҡыу тамамланғанға ҡәҙәр, икенсеһе мәйетте ҡуйғанға ҡәҙәр дауам итә. Беренсеһендә ҡатнашыусыларҙың икенсеһендә лә ҡатнашыуҙары мәғҡүл һанала.
3. Йыназа намаҙы үлгән барлыҡ мосолмандарға, шул иҫәптән сабый балаларға ла уҡылырға тейеш. Үлгән кешене мәсеттә тоторға кәнәш ителмәй. Намаҙ мәсеттән тышта, мәҫәлән, ишек алдында, уҡыла ала.
4. Башҡа кешеләрҙең ҡатнашыуын көтөп, ерләр алдынан намаҙ уҡыуҙа ҡайһы берәүҙәрҙең, бигерәк тә туғандарының ҡатнашмауы дөрөҫ түгел.
5. Мәйетте зыяратҡа алып барғанда һалмаҡ ҡына барырға, ашыҡмаҫҡа ла, бик әкрен дә бармаҫҡа кәрәк.
6. Мәйетте, оҙатыуҙа ҡатнашыусы йәйәүлеләр мәйет алдынан, артынан, ун йәки һул яғынан, ә яйҙаҡтар артта ҡалырға тейеш.
7. Мәйетте оҙата барғанда шәм тоторға, фимиам тартырға, ҡысҡырып Аллаһты иҫкә алырға, ҡысҡырып иларға һәм ҡысҡырып Ҡөрьән уҡырға рөхсәт ителмәй.
8. Нотоҡтар ҡыҫҡа һәм әҙ һүҙле булырға тейеш.
9. Мәйет алып барғанды күргән мосолман аяғүрә баҫырға тейеш.
10. Зыярат алыҫ булмаған осраҡтарҙа мәйетте машинала йәки башҡа транспортта алып барырға кәңәш ителмәй.
11. Мәйетте алып барған кешеләргә һуңынан тәһәрәтләнергә кәңәш ителә. Был сафланырға һәм эмоциональ кисерештәрҙәң ҡотолорға ярҙам итәсәк.
12. Мәйет күмеүҙә ҡатнашҡанда йәйәү барыу мәғкүлерәк (зыярат алыҫ булмаһа), ә инде ҡайтканда йәйәү ҙә, ултырып та ҡайтырға була.
17.3. Ерләү.
1. Мосолмандарҙың үҙ зыяраттары булыуы бик мөһим. Мосолмандар мосолман булмағандар зыяратына һәм киреһенсә ерләнергә тейеш түгел.
2. Үлгән кеше иҫән ваҡытта үҙе теләк белдергән осраҡта ла бер кемде лә яндырырға ярамай. Ундай теләк үтәлмәҫкә тейеш.
3. Үлгән кешеләр зыяратта ерләнергә тейеш. Тик шәһиттәр генә үҙҙәре шәһит киткән урында күмелә.
4. Үлгән кеше үҙе үлгән урынға яҡын зыяратта ерләнергә тейеш. Уның кәүҙәһен тыуған еренә йәки башҡа урынға алып барыу кәңәш ителмәй.
5. Түбәндәге осраҡтарҙан тыш, мәйетте тиҙерәк ерләргә тырышырға кәрәк:
а) төндә;
б) ҡояш сығын, ул офоҡтан 4-5 градус күтәрелмәй тороп;
в) ҡояш иң юғары нөктәһендә (өйлә) ваҡытында;
г) ҡояш байыр алдынан, ҡараңғы төшә башлағас.
6. Дәүләт эшмәкәрҙәре йәки байҙар өсон айырым зыярат булдырыу тыйыла. Ислам синфи системаны тормошта ла, үлгәс тә инҡар итә.
7. Әгәр ҡәбергә бер кешенән артығыраҡты ерләйҙәр икән (мәҫәлән, һуғыш йәки эпидемия ваҡытында) башта Ҡөрьәнде күберәк укыған кешене дәфен итәләр.
8. Мәйетте ҡәбергә ир-ат ҡына һала. Үлгән ир-атты һәм ҡатын-ҡыҙҙы ҡәбергә туған тейешле кешеләре һалыу мәғкүлерәк.
9. Үлгән кешеләрҙе йыуыу, төрөү һәм ерләү өсөн башҡаларҙы ялларға ярамай. Быны мәрхүмдең туғандары һәм ғаиләһе үҙҙәре эшләр тип уйланыла. Ислам тормошта һәм үлгәндән һуң ғаилә ағзалары араһындағы ныҡлы элемтәгә ҙур иғтибар бирә.
10. Мәйет ҡәбергә уң яғына йөҙө менән Ҡәғбәгә ҡаратып һалына.
11. Мәйет ҡәбергә салҡан килеш төшөрөлә.
12. Мәйетте ҡәбергә урынлаштырыусыларҙан тыш, башҡаларҙың зыяратта мәйетте ҡәбергә индереүҙәрен көтөп баҫып тороуҙары мәжбүри түгел, ҡалғандар ултыра ала.
13. Ҡәбер тирәһендә тороусыларға мәйет төшөрөлгәс һәм уны күмә башлау алдынан ҡәбергә өс ус тупраҡ ташларға кәңәш ителә.
14. Мәрхүм хөрмәтенә доға уҡырға кәңәш ителә.
15. Мәйеттең күкрәгенә яуапнамә һәм уға өгөт-нәсихәт биреү бидғәт булып һанала.
17.4. Ерләүҙән һуң.
1. Кемдер берәү бурыслы булып үлһә, хәлдәренән килгән осраҡта уның туғандары был бурысты мөмкин булғанса тиҙ арала түләрғә тейештәр.
2. Мәрхүмдең үлер алдынан әйткән васыяттары үтәлергә тейеш. Ләкин быға Исламға ҡаршы килә торғандары инмәй. Мәҫәлән, уның үҙ вариҫтарының береһенә күп аҡса биреү тураһындағы теләге үтәлә алмай, сөнки, мираҫты бүлеү мәсьәләһен Ислам хәл итә.
17.5. Ҡайғы уртаҡлашыу.
1. Ауыр хәсрәт кисереүселәрҙең ҡайғыһын уртаҡлашыу һәм уларҙы йыуатыу мосолмандарҙың бурысы булып тора. Был Ислам йәмғиәтендәге элемтәләрҙе нығыта. Ауыр юғалтыу кисергән ғаилә менән аралашыу Исламда ғына ғәҙәт ҡағиҙәләренә керә, әлеге ғаиләне мөмкин ҡәҙәр тиҙерәк ғәҙәти тормошҡа керетергә ярҙам итә.
2. Ҡайғыны уртаҡлашҡанда айырыуса һаҡ булырға кәрәк. Дөрөҫ һүҙҙәр туғандарға Аллаһ ихтыярын ҡабул итергә ярҙам итеү өсөн файҙаланырға тейеш.
3. Ауыр ҡайғы кисереүселәрҙе улар быға мохтаж ваҡыг бөткәнгә ҡәҙәр йыуатырға, хәлдәрен белешеп торорға кәрәк.
4. Хәлдәрен белергә килеүселәр өсөн вафат булған кешенең ғаиләһе ашарға әҙерләү күҙҙә тотолмай. Киреһенсә, дуҫтарына, күршеләренә һәм туғандарына улар өсөн аҙыҡ әҙерләргә кәңәш ителә.
5. Ҡашыны уртаҡлашыу һәйбәт сифат, әммә арттырып та ебәрергә ярамай, һүҙ ҡыҫҡа һәм мәғәнәле булырға тейеш, үпкәләтерлек шаярыуҙарҙан һәм көлөүҙәрҙән ҡасырға кәрәк.
17.6. Ҡайғырып илау.
1. Ислам үлгән кеше өсөн ҡайғырып илауҙы рөхсәт итһә лә, был мәсьәләлә мосолмандарҙа төрлө ҡараш бар.
2. Ҡатын-ҡыҙ үлгән туғандары өсөн ҡайғырып иларға хаҡлы, ләкин был өс көндән артмаҫҡа тейеш. Тол ҡалған ҡатындар түрт ай һәм ун көн (ай калеңцаре менән) илай алалар.
3. Ҡайғы нисек кенә ауыр булмаһын, яҡын кешеңде юғалтҡандан һуң холҡоңдо үҙгәртергә, тиҙ ҡабынып китеүсәнгә әүерелмәҫкә кәрәк. Ҡайғы кисергән мосолмандар түҙемле булырға тейештәр.
4. Дуҫтары һәм туғандары үлгәс, кешенең ҡайғырыуы тәбиғи хәл, шулай уҡ илауҙарында ла тәбиғи булмаған нәмә юҡ, быны Ислам да рөхсәт итә. Әммә ҡайғыңды белдереп үкереп, артыҡ ҡысҡырып илау, биттәрҙе тырнау, кейемде һәм сәсте йолҡолау киҫкен кире ҡағыла.
5. Үлгән кеше осон ҡайғырып илағанда Ислам принциптарына ҡаршы килә торған һүҙҙәр әйтергә ярамай. Мәҫәлән, “Хәҙер нисек йәшәрмен инде”, “Бөтөнләй ҡараусыһыҙ ҡалдыҡ бит!” — тип әйтеү тыйыла. Былай әйтеү Аллаһыға ҡарағанда кешеләргә күберәк өмөт бағлауҙы аңлата.
6. Мосолмандар, тугандары ҡайғыһынан үкереп илаусыларға быны эшләмәҫкә кәңәш итергә тейештәр.
7. Ислам тол ҡалған ҡатындарға ҡайғы көндәре бөтмәйенсә кейәүгә сығырға ҡушмай, һәм был ваҡыт эсендә (ай календаре менән дүрт ай ҙа ун көн) ҡатын-ҡыҙға тәҡдим яһау әҙәпһеҙлек һанала.
8. Тол ҡатын ҡайғы көндәре бөткәнсе зәғәфран (һары) төҫтәге кейем кейә, биҙәнеү әйберҙәре йөрөтә, сәсен хнаға буяй һәм күҙенә һөрмә тарта алмай.
9. Беҙ был бүлеклә ерләү ваҡытында үҙ-үҙеңде тотоуҙың иң дөйөм һәм кәрәкле ҡағиҙәләре менән генә сикләндек. Күберәк мәғлүмәт алырға теләүселәр мосолман хоҡуғы буйынса төрлө сығанаҡтарға мөрәжәғәт итә алалар.