Исламмы әллә Иванмы?
Беҙ Ислам динең һайлайыҡмы әллә Иван динең, насараларҙың (христиандарҙың) диненә инанайыҡмы? Аллаһ Әҙәм затын барлыҡҡа килтереп, уға бер генә дин – Ислам динен биргән. Беренсе мосолмандар — атабыҙ Әҙәм, әсәбеҙ Һауа һәм уларҙың балалары, улар Әҙәмде (уның донъяһын) Ислам диненең беренсе кешеһе һәм беренсе пәйғәмбәре итеп ҡабул итә. Әҙәмдән (уның донъяһынан) бөгөнгө көнгә тиклем дауам иткән диндең исеме Ислам һәм Ислам дине был донъяның һәм бөтә донъяларҙың (тормоштоң башҡа донъялары) берҙән — бер ысын дине.
Аллаһы Тәғәлә был донъяға йәки башҡа донъяларға айырым диндәр ебәрмәгән. Донъялағы бөтә 124 мең пәйғәмбәр ҙә Ислам пәйғәмбәрҙәре булған. Әммә ошо һуңғы быуатыбыҙҙа конфессия-ара мөнәсәбәттәр (Межконфессиональные отношения) тигән термин барлыҡҡа килде. Конфессия (лат. confessio дин тотоу) йәки иманлы булыу — билдәле бер дини тәғлимәт сиктәрендә дин тотоу үҙенсәлеге, шулай уҡ был дингә тоғро булған диндарҙар берләшмәһе. Һүҙҙең дөйөм мәғәнәһендә конфессия термины диндең билдәле бер формаһының синонимы булып тора. Конфессия — йәмғиәт ара бәйләнеше — төрлө ҡиммәтле нигеҙҙәргә, төрлө дини тәжрибәгә, донъяға төрлө ҡарашҡа нигеҙләнгән ижтимағи мөнәсәбәттәр. Беҙҙенсә әйткәндә, Ислам диненән башҡа диндәр: насаралар, иудаизм (йәһүди дине), буддизм бөгөнгө көндә лә ғәмәлдә һәм улар менән беҙ ярашып, татыулашып, уларҙың булған аллаһларын һәм булмағандарҙыҡынан да ҡәнәғәт булып, уларҙы танырға тигән йүнәлеш!
Бына шулай Иблис һәм уның шайтандары йоҡламай, Ислам динебеҙҙең эсенә үтеп инеп, беҙҙе – мосолмандарҙы аҙаштыра. Был бит юғары кимәлдә, өҫтә ултырғандар тарафынан раҫланған бит, уларға бойһоноу кәрәк тип, кемдер яр һалыр. Хәҙистәргә ярашлы ахырзаман аҙағына түрәләр булып кемдәр килә һәм аҡты ҡара итеп, ҡараны аҡ итеп кемдәр күрһәтә? Ярар быны хәҙер динебеҙ, Аллаһ Тәғәләнең Ҡөръәндә әйткәненән сығып эш итәйек.
Кеше Аллаһтың рәсүлдәренә иңдерелгән бөтә Изге Яҙмаларына (Китаптарына) ышанырға бурыслы. Был дөйөм алғанда имандың мөһим бағанаһы булып тора, шулай уҡ диндең иң бөйөк принциптарының береһе булып тора, шунһыҙ кешенең иманы ғәмәлдә була алмай. Быны Ҡөрьән дә, сөннәт тә асыҡ һәм бер һүҙһеҙ раҫлай.
Илаһи Китаптарға ышаныуҙың мотлаҡ булыуын Аллаһы Тәғәләнең һүҙҙәре дәлилләй: «Эй һеҙ, иман килтергән кешеләр! Аллаһҡа, Уның рәсүленә, рәсүлгә күндерелән китабына, элек күндергән китабына инанығыҙ. Кем Аллаһҡа, Уның фәрештәләренә, китаптарына, рәсүлдәренә һәм әхирәт көнөнә иман килтермәй – ул бик ныҡ аҙашҡан була». (Нисә сүрәрһе, 136 аят).
Аллаһы Тәғәлә был аятта иман килтергән ҡолдарына бөтә ҡанундарҙы, нигеҙҙәрҙе һәм имандың бер өлөшөн танырға ҡуша. Ул Аллаһға, уның илсеһе Мөхәммәдкә, (уға Аллаһ фатиха бирһен һәм сәләм бирһен), уға иңдерелгән Китапҡа — Ҡөрьәнгә, Ҡөрьәнгә тиклемге бөтә Илаһи Китаптарға — Тәүрат, Инжил, Зәбурға ышанырға ҡуша. Аят аҙағында Аллаһ, быларҙың береһенә ышанмау — тәрән яңылышлыҡ һәм тура юлдан тайпылыу булыр, тип иҫкәртә. Быларҙың барыһы ла Аллаһтың Китаптарына ышаныуҙың иман нигеҙҙәренең береһе булыуын аңлата.
Ысынында беҙ ер йөҙөнә килеп киткән бар пәйғәмбәрҙәргә һәм илселәргә, шулай уҡ ошо Изге Яҙмаларға, Аллаһ Тәғәләнең бар Китаптарына ышанабыҙ, тик тәүге тапҡыр пәйғәмбәрҙәр аша саф рәүештә, йөкмәткеһен боҙмай таратҡан мәлдәренә инанып. Икенсе төрлө әйткәндә, христиандарҙың һәм йәһүдтәрҙең бөгөнгө көндәрҙә боҙоп күрһәткән китаптарына ышанмайбыҙ, тик һуңғы Пәйғәмбәребеҙгә һәм Аллаһтың китабы Ҡөръән Кәримгә генә таянып иман килтерәбеҙ.
Ни эшләп йәһүдтәрҙең бөгөнгө көнгә Муса ғәләйһиссәләм аша килеп еткән Тәүрәт (Тора) китабын үҙ итмәйбеҙ? Йәһүд ғалимдары Изге Яҙманы боҙоп күрһәтеүҙән һаҡлай алмай һәм Аллаһ рөхсәт иткән нәмәләрҙең бер өлөшөн тыйған һәм тыйылған нәмәләрҙең бер өлөшөн рөхсәт иткән. Аллаһы Тәғәлә әйтте: «Аллаһ кешегә бер нәмә лә күндермәне», — тигәндә, улар Аллаһыны тейешенсә баһаламаны. Әйт: «Кешегә нур һәм ҡулланма итеп Мусаға килгән китапты кем күндерҙе? Һеҙ күп нәмәһен асып йә йәшереп, уны ҡиртасҡа (ҡағыҙға) күсерҙегеҙ. Һеҙ үҙегеҙ ҙә, ата-бабағыҙ ҙа белмәгән нәмәләргә өйрәтелдегеҙ», — тиең. «Аллаһ»! – тиең дә, буш һүҙ менән булышҡан ерҙәрендә уларҙы ташлап кит. (Әл-Әнғәм сүрәһе, 91 аят). «Аллаһының һүҙен ишетеп, аңлап, белә-күрә боҙған төркөмдәр бар сағында, әллә шулар һеҙгә ышаныр тип өмөт итәһегеҙме?». (Әл-Баҡара сүрәһе, 75 аят).
Билдәле куфий комментаторы Исмәғил ибн Ғабд-ар-Рахман әс-Судди (ум. 128/745) былай ти: «Аллаһ һүҙе — Улар боҙоп күрһәткән Тәүрәт». Ғәбдрәхман ибн Зәйд Ибн Әсләм (ум. 182/798) былай ти: «Был — уларға индерелгән Тәүрәт. Улар уны боҙоп күрһәтәләр, рөхсәт ителгәнде тыйылған тип иғлан итәләр, ә тыйылғанды рөхсәт ителгән тип иғлан итәләр, һәм унда хәҡиҡәт тип аталғанды ялған тип атайҙар, ә унда ялған тип аталғанды хәҡиҡәт тип атайҙар... ».
Мәрйәм улы Ғайса пәйғәмбәр аша Тәүрәт китабында боҙолғанды төҙәтеп яңы Изге Китап Инжил бар халыҡҡа ебәрелә. Инжил (Евангелие) хәҡиҡәткә яҡтылыҡ һибә һәм Израиль улдары (йәһүдтәр) араһындағы бәхәстәрҙе хәл итә, әммә уның яҡтылығы тура юлды оҙаҡ яҡтыртмай. Иманһыҙ руханиҙар Инжилдең йөкмәткеһен һәм мәғәнәһен боҙоп күрһәтәләр һәм ете күктән иңдерелгән бер Китап урынына төрлө авторҙарға таянған бик күп инжилдәр уйлап табалар. Аллаһы Тәғәлә әйтте: «Беҙ – насрани! – тигән кешеләрҙән дә Беҙ килешеү алдыҡ. Улар ҙа килешеүҙең иҫтә тоторға тейеш өлөшөн онотто, шуның өсөн Беҙ улар араһында Ҡиәмәт көнөнә ҡәҙәр дошманлыҡ, нәфрәт уяттыҡ. Ә һуңынан Аллаһ уларға ни ҡылғандарын әйтер. Эй һеҙ, китап әһелдәре! Китаптағы һеҙ йәшергән йәки ситләтеп үткән күп нәмәне аңлатыр өсөн Беҙҙән һеҙгә рәсүл барҙы. Аллаһынан һеҙгә нур һәм асыҡ китап барҙы». (Әл-Мәидә сүрәһе, 14-15 аят).
Абруйлы комментатор Исмәғил ибн Ғүмәр ибн Ҡасир (ум. 774/1373) былай тип яҙа: «Аллаһы Тәғәлә Үҙенең Илсеһе Мөхәммәдте, ﷺ Ерҙәге бөтә халыҡҡа: ғәрәптәргә һәм ғәрәп булмағандарға, уҡый-яҙа белмәгәндәргә һәм Изге яҙма кешеләренә ебәргәнен хәбәр итә. Ул уны асыҡ билдәләр һәм хәҡиҡәт менән ялған араһындағы айырма менән ебәрҙе. Аллаһы Тәғәлә әйтте: «Эй, Изге Яҙма кешеләре! (люди Писания) һеҙгә Беҙҙең Илсебеҙ килде, Ул һеҙгә Изге яҙманан йәшереп ҡалдырған күп нәмәләрегеҙҙе аңлата». Йәғни ул уларҙың алмаштырғандарын, боҙоп күрһәткәндәрен һәм дөрөҫ аңлатмағандарын аңлата һәм улар нисек Аллаһҡа яла яғалар, һәм улар боҙған күп нәмәләр тураһында өндәшмәй, быны аңлатыуҙа файҙа булмаҫ».
Изге Ҡөрьән Мөхәммәд пәйғәмбәргә ﷺ иңдерелгән һәм Күктәге Яҙмаларҙың һуңғыһы булып тора. Ҡөрьән элекке Яҙмаларҙың дөрөҫлөгөн раҫлай һәм уларҙы ялғандан һаҡлай. Ҡөрьән буйынса, Исламдың мөрәжәғәтнамәһе бөтә кешеләргә лә, йәһүдтәргә, христиандарға, мөшриктәргә йәки атеистарға ла ҡағыла.
Бына шулай итеп Изге Ҡөрьән бөтә кешеләргә һәм ендәргә мөрәжәғәт итә, һәм бер кемдең дә Ҡөрьәнде кире ҡағырға йәки Ҡөрьән ҡағиҙәләрен танымайынса Аллаһҡа табынырға хоҡуғы юҡ.
«Иң яҡшы шаһитлыҡ ниндәй шаһитлыҡ? – тип һора һәм былай тип яуап бир: Минең менән һеҙҙең арағыҙҙа Аллаһ шаһит, — тип. – Был Ҡөръән һеҙҙе һәм бәлиғлеккә ирешкәндәрҙе киҫәтер һәм нәсихәтләү өсөн миңә индерелде. Аллаһ менән бергә башҡа Илаһтарҙың да булғанлығынамы һеҙ шаһитлыҡ итәһегеҙ? – тип. – Мин (ул эшкә) шаһитлыҡ итмәйем, — тип, тағы әйт: — Ул – берҙән-бер Аллаһ. Мин Аллаһҡа тиңләштерелгән нәмәләрҙән йыраҡ торам, — тип». [Әнғәм сүрәһе,19 аят].
Ҡөрьән элекке Китаптарҙы юҡҡа сығара, шуға күрә уның иңдерелеүенән һуң бер кемгә лә, элекке ҡануниәткә таянып, Аллаһҡа табынырға рөхсәт ителмәй.
«Исламдан башҡа икенсе динде эҙләгән кешенең ҡылғандары ҡабул булмаҫ, ул әхирәттә лә хәтәр зыянға-язаға дусар буласаҡ». (Әлү Ғимран сүрәһе, 85 аят).
«Тура юлды (Исламды) табып та, Пәйғәмбәргә ﷺ ҡаршы сығып, тура юлдан яҙып, яман юлға керһә, уны ярҙамдан ташларбыҙ, йәһәннәмгә кертербеҙ. Аһ, бик тә хәтәр ер ул йәһәннәм». (Нисә сүрәһе, 115 аят).
Әбү Хөрәйрә хәҙисендә (Аллаһ уның менән ҡәнәғәт булһын) Пәйғәмбәр ﷺ: «Йәнемде усына тотҡан Аллаһ менән ант итәм, әгәр миңә эйәргәндәрҙең, йәки йәһүдтәрҙең, йәки христиандарҙың береһе минең хаҡта ишетһә, ә һуңынан миңә ышанмаһа, ул утта йәшәүселәр араһында булыр».
«Хаҡ дин, Аллаһ дине – Исламдыр». (Ғимран сүрәһе,19 аят).
«Бөгөн һеҙҙең динегеҙҙе мөкәммәл иттем, һеҙгә тигән ниғмәтемде тамам иттем һәм һеҙҙең өсөн әҙерләнгән Ислам динен хуп күрҙем». (Әл-Мәидә сүрәһе, 3 аят).
Был аяттарға ярашлы хәҙистәрҙә бар:
«Аллаһ менән ант итәм, Мәрйәм улы Ғайса, ғәҙел хөкөм итеүсе булараҡ, һеҙгә килә, тәрене һындыра [христианлыҡты юҡҡа сығара], сусҡаны үлтерә [сусҡа итен тыйған], Исламдан башҡа бөтә нәмәне юҡ итә, ул тыйыла». [Бохари]
«Ғайса килгәс, ул Ислам менән идара итәсәк. Шул саҡта Аллаһ Тәғәлә мосолмандарҙан башҡа бөтәһен дә юҡ итергә тейеш». [Әбү Дауыт].
Әлеге ваҡытта беҙҙең донъяла һәм башҡа бөтә донъяларҙа ҡотолоуҙың берҙән – бер юлы-Ислам, Изге Ҡөрьән һәм Мөхәммәт пәйғәмбәр. Был пәйғәмбәргә буйһоноуҙы, уға эйәреүҙе аңлата.
Аллаһ тарафынан иңдерелгән бөтә китаптарҙан тик Изге Ҡөрьән генә һаҡланып ҡалған һәм беҙгә үҙгәрешһеҙ һәм боҙоп күрһәтелмәйенсә, иңдерелгән рәүешендә килеп еткән. Ҡалған Китаптар иһә төп нөсхәһендә һаҡланмаған, беҙҙең көндәргә уларҙың боҙолған, үҙгәртелгән варианттары килеп еткән. Әлеге булған варианттарҙа яҙылғанға тиклем, улар күп быуындар буйына ауыҙ-телдән тапшырыла. Кешегә нимәнелер онотоу, нимәнелер боҙоп күрһәтеү, нимәнелер өҫтәү хас, үҙ инаныуҙарынан сығып, йәғни күп быуындарҙың аң аша үтеп, был китаптар тәүге варианттарҙан ныҡ айырыла. Улар һаҡланһа ла, Беҙ Ҡөрьән ҡанундары буйынса йәшәргә тейешбеҙ, сөнки ул — һуңғы Изге Яҙма. Алдағы яҙмалар билдәле бер ваҡытҡа һәм билдәле бер халыҡҡа иҫәпләнгән. Ҡөрьән иңдерелгәндән һуң улар закон көсөн юғалта. Был турала Ҡөрьәндә лә әйтелә, унда кешелектең элекке Китаптарҙы боҙоп күрһәтеүе һәм Аллаһы Тәғәләнең Ҡөрьәндең һуңғы Китабын үҙ яҡлауы аҫтына алыуы һәм уны Ҡиәмәт көнөнә тиклем һаҡлауы тураһында әйтелә.
«Кеше араһын Аллаһ күрһәткән буйынса хөкөм итер өсөн Беҙ һиңә китап күндерҙек. Улар араһында хөкөм итеүсе бул, һәм хыянатсыларҙы яҡлаусы булма». (Ән –Нисә сүрәһе, 105 аят).
Мусаның иудаизм тип аталған дине булмаған. Ул шулай уҡ Ислам пәйғәмбәре була. Ғайса мәсихтең христианлыҡ тип аталған дине булмай. Ул шулай уҡ Ислам пәйғәмбәре була.
Әгәр йәһүд йәки христиан Ислам, Ҡөрьән һәм Пәйғәмбәр ﷺ тураһында ишетһә, әммә уға ышанмаһа һәм эйәрмәһә, ул мәңгелек тамуҡҡа эләгәсәк, һәм был бәхәсһеҙ һәм асыҡ мәғлүмәт. Киреһенсә инаныу шулай уҡ мосолманды диндән ҡыуыуҙы аңлата.
Әйҙәгеҙ, христианлыҡ боҙолмаған һәм христианлыҡ шул көйө тәүге мәлдәге төшөрөлгән һымаҡ ҡалған тип фаразлайыҡ. Улар барыбер мосолман тип иҫәпләнә алмай, сөнки Ғайса пәйғәмбәр алып килгән Изге яҙма (Библия) ҡағиҙәһе юҡҡа сығарылған. Һәр кем Ҡөрьәнгә һәм беҙҙең Мөхәммәд пәйғәмбәргә, ﷺ буйһонорға тейеш. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ үҙенең сәхәбәләренә: «Ант итәм, әгәр һеҙҙең арағыҙға Муса күктән төшһә лә, һеҙ мине ҡалдырып, уның артынан эйәрһәгеҙ ҙә, һеҙ юлдан тайпылыр инегеҙ», — тип киҫәткән.
Ғайса Мәсих яңынан донъяға ебәреләсәк, ул Ислам менән идара итәсәк һәм Ҡөрьән һәм шәриғәт ҡанундарына ярашлы эш итәсәк, һәм ул насараларҙы, йәғни үҙенә буйһонған христиандарҙы Ислам диненә күндерәсәк, Ҡөрьәнде һәм беҙҙең Пәйғәмбәрҙе ﷺ үҙ итәсәктәр. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһиссәләм беҙҙе уның артынан барырға саҡыра... Ниһайәт, ул донъяла беренсе намаҙҙы үтәй һәм христиандарға: «Йә иман, йә үлем» тип әйтә. Был осорҙан һуң апокалипсис башлана... Был шулай... Бөтә сөнни ғалимдар быны үҙҙәренең китаптарында дәлилдәр менән яҙғандар.
Ғайса пәйғәмбәр Мөхәммәд ғәләйһиссәләм өмәтенен лидеры буласаҡ, мосолмандарҙың лидеры буласаҡ, Ҡөрьән китабына таянып эш итәсәк, беҙҙең Пәйғәмбәргә ﷺ һәм Исламға буйһонасаҡ...
Ә насаралар һәм иудаизм яҡлылар әле һаман Мөхәммәд ғәләйһиссәләмде танымайҙар бит! Буддизм тураһында әйтеп тормайым, улар үҙҙәренең «рухи» үҫешенә ҡарап «Будда» (Аллаһ) була алалар. Был шайтани әҙәмдәр мосолман дине таралмаһын өсөн әлеге конфессия-ара диалог ҡорғандар, Ислам динен түбәнәйтеп, үҙ әлеге ғәмәлдән сыҡҡан инаныуҙарын һаҡлап ҡалыр өсөн.
Әүлиә Шәйех Мехмет хәҙрәт был нәмә — конфессия-ара диалог – Ислам динендә юҡ тине. Төркиәләге бөгөнгө конфессия-ара диалог тоҙағына нигеҙҙе Сәид Нурси һалған. Мөхәммәт Абдо ла шундай уҡ нәмәләр тураһында һөйләгән, уны Сәид Нурси үҙенең остазы тип атай. Нурси: «Ул ожмахҡа инәсәк, тәрбиәле христиандарҙа ожмахҡа барасаҡ». Сәид Нурси «христиан-мосолман» тигән концепция уйлап сығарған.
Әммә, христиан әҙәме, әгәр ул үҙен христиан-мосолман тип әйтһә, мосолман булмаясаҡ, йәки, әгәр ул мосолманмын, әммә христианлыҡты ташламағанмын тиһә, барыбер мосолман булмаясаҡ. Ул үҙенең диненә йәки боттарына зыян килтермәй һәм үҙ диненән баш тартмай. Икенсе төрлө әйткәндә, мосолман булмаған кеше үҙен мосолман тип әйтһә лә, ул мосолман булып китмәй. Әммә фикһ буйынса китаптарҙа, әгәр мосолман үҙен христиан тип атаһа, хатта шаяртып булһа ла, ул иманһыҙ булып китәсәк, тип яҙылған. Үҙен мосолман-йәһүд динле тип әйткән кеше иманһыҙ булып китә.
Ни эшләп конфессия-ара диалог тигән нәмә, элек бөйөк ғалимдар ваҡытында булмағанда, хәҙер ахырзаман ваҡытынды уны уйлап сығарҙылар? Ни эшләп беҙ мосолмандар: «Бог –Троица», «Иисус Христос» (Ғайса) — сын Бога, Мөхәммәд пәйғәмбәрҙе танымаған күп аллаһылы «динлеләр» (насаралар, иудаистәр, буддистәр) менән тиңләшергә тейеш? Исламды христианлыҡҡа яҡынайтыу нимә аңлата, Аллаһ Тәғәлә ысын дин Ислам ғына, ул Исламды ярата һәм ул Исламдан башҡа бер ниндәй ҙә дин ҡабул итмәйәсәк, тип асыҡтан – асыҡ әлеге өҫтә килтерелгән аяттарҙан белдерә түгелме?
Иман шарты 6 өлөштән тора. Шуларҙың береһенә лә ышанмаған кешенең мосолман тип иҫәпләнә алмауын, шулай уҡ ожмахҡа инә алмауын беләбеҙ. Бына ул шарттар: Аллаһы Тәғәләгә инаныу, Аллаһтын фәрештәләренә инаныу, Аллаһтың китаптарына инаныу, Аллаһтың пәйғәмбәрҙәренә инаныу, Ахирәт көнөнә инаныу, тәҡдиргә, йәғни яҡшылыҡ һәм яманлыҡ Аллаһы Тәғәләнән булыуына, үлгәндән һуң терелеү ҙә хаҡ икәнлегенә инаныу.
Был «динлеләр» Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһиссәләмде һәм уға ингән Изге китабты –Ҡөръән Кәримде эшкә һанамай. Боҙолған диндәрен Аллаһ Тәғәлә тарафынан алмаштырып, яңыртып килгән тәғлимәткә ҡаршы сығалар! Уларҙы беҙ иманлылар тип әйтә алмайбыҙ!
Был Иблискә хеҙмәт иткән масон командаһының маҡсаты — бөтә Ислам географияһында мосолмандарҙың ышаныуҙарын юҡҡа сығарыу һәм мосолмандарҙы христианлыҡты һәм иудаизмды үҙ хоҡуҡтары итеп ҡабул итергә мәжбүр итеү. Шунан Исламды ялғанға әйләндерергә, ә башҡаларын — хаҡ. Ниһайәт, маҡсат — бөтә донъя кешеләрен йәһүдтәргә хеҙмәт итеүсе ҡолдарға әйләндереү...
Ҡәҙерле мосолман ҡәрҙәштәр, элекке вәғәҙҙәремдә хәҙерге христиан яҡлылар тураһында бер-нисә урында яңылышлыҡтар китеүе бар. Әлеге өҫтә яҙылғандарҙан сығып уларҙың аҙашыуҙа икәндәрен белдек инде. Һеҙ мине ғәфү итегеҙ, яңылышҡаным өсөн һәм Аллаһ алдында тәүбә итәм. Йә Аллаһ беҙҙе тура юлдан яҙҙырма, аҙашыуыбыҙҙан һаҡла, кәмселек-хаталарыбыҙҙы кисектер. Аллаһ Бер, Аллаһ Бөйөк, Аллаһынан башҡа Илләәһи юҡ, Мөхәммәд пәйғәмбәр ﷺ Уның илсеһе. Һуңғы дин — Ислам дине, Һуңғы Пәйғәмбәр ﷺ – Мөхәммәд ғәләйһиссәләм!