Доға. Аманат итеп ҡалдырам.
Хәҙрәт Ғүмәр бер мәле улын яурынына ултырҡан бер ирҙе күрә. Ир менән улы йөҙҙәре менән бер-береһенә шул тиклем ныҡ оҡшағандар, хатта хәҙрәт Ғүмәр «Сүбеханаллааһа» — тип түҙмәй көлөп ебәрә: «Улын үҙеңә шул тиклем оҡшаған, бына ҡап-ҡара ҡарға балаһы ҡап-ҡара ҡарға инәһенә оҡшаған кеүек. Малайың шул тиклем үҙенә оҡшаған, тас бер бәләкәй һуйып ҡаплаған атаһы»
- Әй, мөьминдәр әмире! Һеҙгә бер тарих һөйләйем әле. Әгәр тыңларға теләһәгеҙ бынан да иҫ киткесен һөйләйем, ни эшләп миңә оҡшағанын.
- Һөйлә әйҙә – тине хәҙрәт Ғүмәр.
— Был бала әсәһенең ҡорһағында булғанда миңә сәфәргә сығырға тура килде. Өйҙән юлға сыҡҡан мәлдә мин доға ҡылдым: «Йә Аллаһ, Һиңә аманат итеп ошо әсәһе ҡорһағында ятҡан, әле тыумаған баланы ҡалдырам, һаҡла үҙен, Һиңә тапшырҙым» – тип, әйтеп сығып киттем. Бер-нисә айҙан ҡайтһам, туғандарым әйтәләр: «Ҡыҙғанысҡа ҡаршы һин киткәс йөклө ҡатының ауырып китеп, үлеп ҡалды». Ағайым менән ҡәберлеккә, ҡатыным ятҡан ергә барҙыҡ. Ҡәбер эргәһендә ултырабыҙ... сеү, бер мәле ҡолағыбыҙға бәләкәй баланың илаған тауышы ишетелә. Сүбеханаллааһ! Ҡәбер эсенән ишетелә! Ҡабаланып ҡәберҙе ҡаҙып, астыҡ... Ни ғәжәп. Был тере баланы күрҙек һәм үлгән ҡатыным ятҡанын. Үле ҡатынымдың кәүҙәһе берҙә ҡараймаған һәм серемәгән. Тере саҡта нисек — шул көйө, ә бала ҡатынымдың имсәген имә. Был бала ҡәбер эсендә тыуған һәм әсә һөтөн имеп ятҡан! Баланы йәшәгән ергә алып ҡайтып ғалимдарға күрһәттем. Улар: «Һин сәфәргә сыҡҡанда берәй доға уҡыныңмы? Нисек уҡының?». Мин: «Әйе, ошо тыумаған баланы Һиңә (Аллаһҡа) тапшырҙым» – тип, доға ҡылдым. Ғалимдар шулай тип яуап ҡайтарҙылар: «Ал Аллаһҡа ҡалдырған аманатыңды — улыңды, әгәр ҡатыныңды ла Аллаһҡа өмөтләнеп ҡалдырған булһаң, улда тере булыр ине...».
Йә халыҡ! Бар булмышығыҙҙы, бар эшегеҙҙе, һәр нәмәгеҙҙе Аллаһҡа тапшырығыҙ. Беҙ бөтәбеҙҙә Аллаһ бәндәләре. Мин-минлегеҙҙе бөтөрөгөҙ! Бөтәһендә: тыуыуын да, йәшәүен дә, ризығын да, малын да, бәрәкәтен дә Аллаһ бирә. Шөкөр итегеҙ!
Был көслө доға. Донъяғыҙҙы, балаларығыҙҙы, ир-ҡатынығыҙҙы, малығыҙҙы, хатта берәй әйберегеҙҙе юғалтмайым тиһәгеҙ — ошо доғаны уҡығыҙ.
أَسْتَوْدِعِكُمُ اللَّهَ الَّذِي لَا تَضِيعُ وَدَائِعُهُ
«Әстәүди ғүкүмү ллааһа әлләҙи ләә тәдииғү үә дәәиғүһү».
«Аманат итеп Аллаһҡа бирәм, Уға һаҡланыуға бирелгән юғалмай».
عن أبي هريرة رضي اللّه عنه،عن رسول اللّه صلى اللّه عليه وسلم قال: «مَنْ أَرَادَ أنْ يُسافِرَ فَلْيَقُلْ لِمَنْ يُخَلِّفُ: أسْتَوْدِعُكُمُ اللَّهَ الَّذي لا تَضِيعُ وَدَائِعُهُ».
Аль-Азкар имама ан-Навави. Хадис №550 — Передают со слов Абу Хурайры, да будет доволен им Аллах, что посланник Аллаха, да благословит его Аллах и приветствует, сказал:
− Пусть тот, кто захочет отправиться в путь, скажет тем, кого он оставляет (дома): «Вверяю вас Аллаху, у Которого не пропадает отданное Ему на хранение.
Этот хадис приводят имам Ахмад 2/403, Ибн Маджах 2825, ан-Насаи в «‘Амаль аль-йаум ва-л-лейля» 508 и Ибн ас-Сунни в «‘Амаль аль-йаум ва-л-лейля» 507. Хафиз аль-‘Иракъи и имам ас-Суюти назвали хадис хорошим. См. «Тахридж аль-Ихйаъ» 2/315, «Джами’ ас-сагъир» 1008