Ҡорбан доғаһы бармы?

                                          Ҡорбан боғаҙлағанда уҡый торған доға бармы?

     Мал салғанда Аллаһының исеме менән, уны ҙурлап, ҡорбан ниәте менән: «Бисмилләһи, Аллаһу Әкбәр!» – тип ҡорбан салырға ҡушылған. Ҡорбан салған ваҡыттағы доғаларға килгәндә улар төрлө ерҙә төрлөсә. Хәҙистәрҙә был доғалар тураһында хәбәр юҡ тиерлек. Шуға ла «Бисмилләһи, Аллаһу Әкбәр! » — тип салып ебәргәндән һуң ниәтләгән кешегә: Йә Аллам ошо ҡорбанымды ҡабул ит тип, үҙ телебеҙҙә әйтһәктә дөрөҫ булыр. Салғандан һуң уҡылған ике рәҡәғәт намаҙ тураһында ла фекерҙәр төрлөсә. Был намаҙҙы ҡорбан ниәтләгән кеше уҡырға тейеш булып сыға, ә салған кеше түгел. Сөнки намаҙҙы һәр кем үҙе өсөн уҡый. Шулай уҡ был хаҡта хәҙистәрҙән мәғлүмәт юҡ. Әлбиттә, нәфел намаҙҙарҙың һауабы бар.
     Аллаһ ризалығы өсөн тип ниәтләп ҡорбан салһаҡ беҙҙең өҫтөбөҙҙән бурыс төшә. Бар эш ниәттә. Ә салған һәм салғандан һуң уҡыла торған доғаларға, намаҙға, кем сала, кем салмай, сөннәтле ме?, ҡорбанды һыйпарғамы йәки эргәһендә булыу кәрәкме, итен ни эшләргә, эсәк-ҡарының ҡайҙа итергә, нисек итте өләшергә, мәжлес үткәреү – былар һәр кемдең шәхси эше һәм урындағы йолалар. Аңралыҡтан ҡорбанды мулла салырға тейеш тип, хатта райондың икенсе осона алып барырға маташалар. Мулла мәсеттә алып барған ғәйет байрамын ташлап, был бәндәгә ҡорбан салайым әле тип, китһенме? Бындайҙар берәү генә түгел бит әле — йөҙләгән. Имеш, мулла доға ҡылып, мал салып, намаҙ уҡыһа, ҡорбан ҡабул була. Хатта эргәмә килеп: Малайым намаҙ уҡый, ҡаҙҙарҙы  миңә салырға ярамай, һин сөннәтһеҙ, мулла килеп салһын, тип әйтә, — тип, йөрөгәндәрҙә бар. Ҡош-ҡорт ҡорбан була алмай, ә хәләл булһын өсөн ир кеше юҡ икән салырға, салһын ҡатын кеше. Урыҫтарҙын поптары һымаҡ мулла посредникме әллә? Аңлатып ҡат-ҡат әйтәбеҙ: һәр кем Аллаһ ризалығы өсөн ихлас күңелдән ниәтләнеп берәй кешенән, хатта ул намаҙ уҡымаһа ла, йә үҙе салһала ҡорбанды — беренсе тамсы ҡаны ергә етмәҫ борон ҡорбаның ҡабул! Бының өсөн мосолман булыуың етә.

                                                Түбәндә төрлө урындарҙан алынған доғалар:
     Ҡорбан боғаҙлағанда ошо доға уҡыла: «Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим. Әллаһүммә һәәҙә миңкә үә иләйкә иннә саләәти үә нүсүки үә мәхьйәә-ә үә мәмәти лилләәһи раббил-ғәәләмиин. Ләә шәриикә ләһү үә биҙәәликә үмиртү үә әнә әүәлүл мүслимиин. Әллаһүммә тәҡәббәл миннә һәәҙиһил-әдъхый-йә», —тигәс, кем исеменнән ҡорбан салыуыңды әйтеп, «Бисмилләәһи Аллааһү әкбәр», — дип боғаҙлайһың. Салғандан һуң, ике рәҡәғәт намаҙ уҡыла, һәр рәҡәғәттә бер мәртәбә «әл-Фатиха», унар мәртәбә «әл-Ихлас» сүрәһен уҡып, сәҗдәлә: «Сүбхәналлааһи халиҡыйн нүүри сүбхәәнә мин һүә ҡаимән, ғәләә күлли нәфсин бимәә кәсәбәт», — тип әйтеп ҡуйыу бик тә күркәм ғәмәл.

     Икенсе бер доға: «Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим. Аллаһүммә иннә саләәти үә мәхъйәә-ә үә мәмәти лилләәһи раббил-ғәәләмиин. Ләә шәриикә ләһү үә биҙәәликә үмиртү үә әнә әүәлүл мүслимиин. Әллаһүммә тәҡәббәл миннә һәәҙиһил-әдъхый-йә».
     Мәғәнәһе: Әй, Аллаһ, ысынлап та минем намаҙым һәм ғибәҙәттәрем, йәшәүем һәм үләсәгем бар ғәләмдең хужаһы һәм тәрбиә итеүсе Аллаһ Тәғәлә өсөндөр. Уның тиндәше юҡ. Ошо ҡорбан салыу менән һәм ҡорбан хаҡында ысын ышаныусы һәм бойһоноусоларҙанмын.

 

                                   Ҡөръән Кәримдән ошо аяттарҙы ла ҡорбан салғанда уҡыйҙар:

قُلْ اِنَّ صَلَات۪ي وَنُسُك۪ي وَمَحْيَايَ وَمَمَات۪ي لِلّٰهِ رَبِّ الْعَالَم۪ينَۙ لَا شَر۪يكَ لَهُۚ وَبِذٰلِكَ اُمِرْتُ وَاَنَا۬ اَوَّلُ الْمُسْلِم۪ينَ

     Ҡуль иннә саләәти үә нүсүкии үә мәхйәәйә үә мәмәәти лилләәһи раббил-ғәәләмиин.

     Әйт һин:- Шик юҡ, минең намаҙым, ҡорбаным, тормошом һәм үлемем — барыһы ла ғәләмдәрҙең Раббыһы Аллаһ өсөндөр, — тип.

                                                                             لَا شَرِيكَ لَهُ وَبِذَلِكَ أُمِرْتُ وَأَنَا أَوَّلُ الْمُسْلِمِينَ
     Ләә шәриикә ләһү үә биҙәәликә үмиртү үә әнә әүүәлүл мүслимиин

     - Аллаһтың тиңе юҡтыр. Миңә бары тик шул ғына әмер ителде һәм мин беренсе мосолмандарҙың береһе булдым, — тип әйт. Әңғәм (Мал)сүрәһе 162-163 аяттар.

 

                                            Һәм ошо доғаныла айырым ҡулланалар:

                                                             بِسْمِ اللهِ واللهُ أَكْبَرُ اللَّهُمَّ مِنْكَ ولَكَ اللَّهُمَّ تَقَبَّلْ مِنِّي
     Бисмилләһи, үәллаһу Әкбәр, Аллаһуммә, минкә үә ләкә, Аллаһүммә, тәҡәббәл минни

     Аллаһ исеме менән, Аллаһ бөйөк, йә Аллаһ, Һинең ризалығың өсөн һәм Һиңә генә тәүәҡҡәл ҡылдым, йә Аллаһ, ҡабул ит!