Архив метки: исем

Балаға ниндәй исем ҡушырға?

                                             Балаға ниндәй исем ҡушырға?
     Ҡыҫҡаса балаға исем ҡушыу йолаһын ҡарап үтәйек. Интернет киңлектәрен ҡарап сыҡһаҡ, балаға исем ҡушыу ҡағышлы төрлө йолалар, ырым-шырымдар яҙғандарын күрәбеҙ. Шуға ла борондан килгән исемгә ҡағышлы ышаныуҙар арҡаһында төрлө буталсыҡтар һәм аңлайышһыҙлыҡтар килеп сыға, Ислам дине тарафтарынан хупланмаған мәсьәләләр килеп тыуа. Шул ҡайһы бер бәндәләрҙең наҙанлығы арҡаһында миңә лә, мулла булараҡ кешегә, йәшерен исем ҡушығыҙ тип, өндәшеүселәр бар.

     Әйҙәгеҙ бына берәүҙең, дингә ҡағылышы булмаған бәндәнең «Презентация», доклад на тему «Балаға исем ҡушыу йолаһы»н ҡарап үтәйек. Был кеше үҙ маҡсатын: «Фәнни-тикшеренеү эшемдең актуаллеген» асыҡлай инде. Диндән йыраҡ булған берәй студенттыр инде, ярай инде, Аллаһ ғәфү итһен яңылышлығын.
     Артабан уҡыйбыҙ: хәҙерге ваҡытта йолалар юғалып бара, элеккесә теүәл үтәлмәй. Йолаларға рус, татар йолаларының ҡайһы бер элементтары ла ҡушылған. Был йолаларҙы хәҙерге заманда яраҡлы итеп ҡулланыу. Читать далее

Башҡорт исемдәре

                                             Башҡорт исемдәре
     Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. Башҡортостан китап нәшриәте, 1991 йыл.
     "Исемдәр донъяһында" тигән китабын Таңһылыу Кусимова мосолман дини күҙлегенән сығып төҙөмәгән, әммә балаға ниндәй исем ҡушырға тип, башҡорт исемдәрен һайлағанда, йәш ата-әсәләргә кәрәк булыр.
     Китаптың төп маҡсаты — балаға исем һайлауҙа ата-әсәләргә ярҙам итеү. Шуның менән бергә, был хеҙмәт киң ҡатлам уҡыусыларҙы хәҙерге һәм боронғо башҡорт исемдәре, уларҙың тарихы, исем ҡушыу йолалары менән таныштыра.
     Исемдәрҙең яҙылышы, аңлатмалар һәм белешмә материалдар ике телдә — башҡорт һәм рус телдәрендә бирелә.

     Мышка ярҙамында өрөлтөп аҫтағы китапты тулыһынса уҡығыҙ. Уң яҡта, өҫтәге ҡара стрелкаға баҫып китапты ҙурайтығыҙ. Читать далее

Исем ҡушыу

                                                      Исем ҡушыу
     Нисек исем ҡушырға? Ниндәй исем? Исемеңдең мәғәнәһе ниндәй? Нимә аңлата? Исемең есемеңә тура киләме? кеүек һорауҙар йыш исемгә бәйле мәсьәләләрҙә барлыҡҡа килә.
     “Исем кешенең яҙмышына тәҫьир итә, яҙмышын билдәләй”, тигән ҡарашта бар. Ҡайһы бер халыҡ вәкилдәренең беҙ исеменә ҡарап милләтен билдәләй алабыҙ. Исем кешенең визит карточкаһы, шәхес таныҡлығы һымаҡ ул шәхестең ниндәй илдән, ниндәй милләт икәнен, хатта шулай уҡ беҙгә мосолманлығын да күрһәтеп тора. Әгәр әхләкле тәрбиәләнгән бала бәләкәйҙән үҙ исеменең мәғәнәһен белеп, яратып үҫһә, ул балала үҙенең милләтенә ҡарата ғорурлыҡ хисе уяна.
     Аллаһ Тәғәлә рәхмәте менән нәҫелдәребеҙҙе дауам итер өсөн сабый тыуа. Әлхәмдүлилләһи, ата-әсәне ҡыуандырып Аллаһ уларға бүләген — бәпесте бирә. Аллаһ Тәғәлә һәр кем был донъяға үҙ ризығы менән, үҙ өлөшө һәм үҙ яҙмышы менән килә тигән. Бала тыуыу – яңы кешенең донъяға килеүе ғәиләлә, йәмғиәттә ҙур ваҡиға итеп ҡабул ителә, Бала нәҫел-нәсәптең ебен өҙмәй йәшәүҙе дауам итеүсе, ата-бабаларҙың рухын киләһе быуындарға тапшырыусы, ғәиләгә йән һәм йәм биреүсе һәм беҙҙең был донъяла йәшәүҙең төп мәғәнәһе икәнен халыҡтың күбеһе аңлай. Читать далее