Тәһәрәт алыу тәртибе

                                                     Тәһәрәт алыу тәртибе
   

     Тәһәрәт ике төргә бүленә: беренсеһе — фарыз Аллаһы Тәғәлә ҡушҡаны, бойорғаны, русса әйтһәк приказ тип аңлағыҙ. Фарызды үтәмәһән имандан сығаһын.Ә имандан сығыу тамуҡҡа илтә. Намаҙҙа ла фарыздарға иғтибар итегеҙ. Фарызға шул намаҙ, Рамаҙан айында бер айлыҡ ураҙа, зәкәт кеүек ғәмәлдәр инә.

     Тәһәрәттен икенсе төрө — сөннәт, быны айырым яҙып үтәрмен (ошонда баҫ). Беҙҙең оло кешеләр сөннәт тәһәрәткә өйрәнгәндәр, фарыз тәһәрәтте һөйләй башлаһаң айҙан төшкән кешегә һымаҡ ҡарайҙар. Ни эшләйһен инде совет осоро наҙандарын. Күп нәмәләрҙе ишеткәндәренән, күргәндәренән алып һөйләйҙәр, ә ысынлап белем алғандары юҡ, етмәһә олатаһы мулла булған тип шапырынырға торалар. Аллаһы Тәғәлә олатаһына ғилем биргән, ә бындағы намаҙ уҡымаған балаһына түгелдәһә.

     Тәһәрәт алғас ҡурҡмайынса Ҡөръән мәжлестәренә, намаҙ уҡырға, мәсеткә инергә һәм Ҡөръән китабы уҡырға була. Тәһәрәтле кеше тура ожмаҡҡа инер тип тә әйтәләр хатта. Шуға ла йоҡлар алдынан тәһәрәт алып яталар, кинәт үлеп китһән, был донъянан тәһәрәтле булып китәһен.

     Тәһәрәтте ҡомған тотоп бәҙрәфкә барыу менән бутамағыҙ. Ул икенсе ғәмәл истинжә тип атала. Беҙҙең халыҡтын ҡурҡаны шул, ҡото осоп кеше күрмәһен — тип ҡыланыуы. Яуап көндө нимә өсөн йәшәнең һораһалар, күршеләремә оҡшар өсөн ҡыландым  тип әйтәһеңме? әллә мәңге йәшәрмен тип уйлайһыңмы? Аллаһы Тәғәләнен ризалығын алып ҡалығыҙ был донъяла, бына – бына ғүмеребеҙ китер.

       «Тамуҡ хаҡта, ожмаҡ хаҡ» — тигәнде онотмағыҙ.

     Фарыз тәһәрәтте үҙегеҙ мөмкинлектәрегеҙгә ҡарап үтәгеҙ. Әгәр ҡабалан булһағыҙ, һыу ныҡ һыуыҡ булһа, намаҙ ваҡыты үтеп барһа, һыу әҙ булһа һәм башҡа ваҡыттарҙа. Беҙ күберәк сөннәт тәһәрәт алабыҙ, бәйғәмбәребеҙҙен сөннәтен үтәйбеҙ.

    Аллаһы Тәғәлә әйкән: «Мин һеҙгә динде ҡыйын ҡылманым» — тип, үҙегеҙгә ауырлыҡ эҙләмәгеҙ.

     Тәһәрәт алдынан иң башта ниәт (намерение) ҡылыу. «Ниәт иттем тәһәрәт алырға. Әғүҙү билләһи минәш-шайтанир-ражим. Бисмилләһир-рахмәнир-рахим» — тип, үҙегеҙгә ишетерлек итеп әйтергә. Шунан мөмкинселегеҙ булһа Ҡәғбәтулла яғына боролоп йыуынырға.

     Иң ябай фарыз тәһәрәт:

     1. бер тапҡыр бите һәйбәтләп, бар урынына һыу тигеҙеп, күҙ сите соҡорон онотмайынса йыуыу.

     2. Бер ҡулды бер тапҡыр, шунан икенсе ҡулды ла терһәккә тиклем бар ерен һыулап сығыр кәрәк, ҡоро ер ҡалмаһын. Бармаҡ араларына иғтибар бирегеҙ.

     3. Еүеш ҡул менән баштын, маңлайҙан алып дүртән бер өлөшөн һыулау (мәсех ҡылыу). Ҡаштын өҫ яғынан алып баш түбәгә ҡарай.

      4. Бер тапҡыр бер аяҡты, шунан икенсеһен; шайтан ашыҡтан алып, һәр бармаҡ араһына һыу тейгеҙеп йыуырға.

     Тәһәрәтте алып бөткәс: «Әшһәдү әлләә иләәһә илләллаһу үә әшһәдү әннә Мүхәммәдәр расүлуллаһ» — тип доға ҡылаһың.

     Иғтибар: фарыз тәһәрәттә ҡайҙан башлап, йыуыу тәртибе юҡ, теләһәгеҙ аяҡтан башлағыҙ. Таҙа һыу ҡуланығыҙ. Ҡул бармаҡтарындағы балдаҡ аҫтынала һыу тейҙерергә онотмағыҙ.

     Тәһәрәт алыу тәртибен ошо видеола ҡарағыҙ, бында иң кәрәге һыу. Тәһәрәтте ҡомған йәки икенсе нәмә менән алыу шарт түгел: https://nazir1965.com/din/t%d3%99%d2%bb%d3%99r%d3%99t.html

     Тәһәрәттең фаҙыйләттәре: https://nazir1965.com/din/t%d3%99%d2%bb%d3%99r%d3%99tte%d2%a3-fa%d2%99yjl%d3%99tt%d3%99re.html

     ТәйәмМүм: https://nazir1965.com/din/t%d3%99j%d3%99mm%d2%afm.html