Ахырзаман системаһы
Әғүҙү билләһи минәш шайтанир-раджим.
БисмиЛәәһир-Рахмәнир-Рахим.
Аллаһ илсеһе (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) былай ти:
إِنَّ اللَّهَ لَا يُغَيِّرُ مَا بِقَوْمٍ حَتَّى يُغَيِّرُوا مَا بِأَنفُسِهِمْ
Иннә Аллааһа ләә йүғәййирү мәә биҡаумиң хаттәә йүғәййирүү мәә биәңфүсиһим
Ысынлап та, Аллаһ кешеләрҙең хәлен, улар үҙҙәрен үҙгәрткәнсе, үҙгәртмәй. (Ҡөрьән 13:11)
Пәйғәмбәребеҙ (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) әйтеүенсә, кешеләр үҙҙәре үҙгәрмәйенсә, уларҙың хәле үҙгәрмәйәсәк. Хәҙерге заманда кешеләр үҙҙәренә оҡшағанса йәшәй. Улар дин һәм иманды бөтөнләй танымай. Улар үҙ эголары теләгәнде генә эшләй. Шул уҡ ваҡытта улар хәлде яҡшыраҡ итергә һәм нимәнелер үҙгәртергә теләгән өмөттә. Үҙегеҙ үҙгәрмәйенсә, хәл үҙгәрмәйәсәк. Сөнки хәҙер кешеләрҙе яҡшылыҡҡа өйрәтмәйҙәр, уларҙы яуызлыҡҡа өйрәтәләр. Яманлыҡҡа өйрәтеп, яҡшылыҡ таба алаһығыҙмы? Читать далее
Архив метки: Аллаһ
Әүлиә, «Мәһди ахырзаман имамы»
Әүлиә, «Мәһди ахырзаман имамы»
Һеҙҙең иғтибарға Әүлиә Шәйех Мехмет Әдил ән-Наҡшбәндинең «Берҙәм донъя тәртибе» тигән вәғәзенең тәржемәһен ентекләп уҡырға тәҡдим итәм.
Әссәләмү ғәләйкүм уа рәхмәтуллаһи үә бәрәкәтүһү,
Әғүҙү билләһи минәш-шайтанир раджим, Бисмил-лләһи-ррәхмани-ррәхим!
Үәссәләтү үәссәләмү ғәләә Рәсүлинә Мөхәммәдин, сәйҙул әүәлинә үәл әхирин
Мәдәд йә Рәсүлуллаһ, Мәдәд йә әсхәбиһи Рәсүлуллаһ, Мәдәд йә Мәшәйихинә,
Шәйех Ғабдулла Дағстани, шәйех Назим Әл-Хаҡҡани. Дәстур.
Тәрикәтунәс сөхбә, үәл хәйрү фил джәмиһә.
Аллаһ Тәғәлә Ҡөрьәндә Исраиль (Израиль) улдарына мөрәжәғәт итә һәм улар тураһында миҫалдар килтерә. Улар менән нимә булғанын һәм нисек йәшәүе тураһында күп аяттар бар. Ни өсөн? Сөнки Аллаһ улар хаҡында хәстәрлек күрҙе, уларҙы башҡаларҙан өҫтөн ҡуйҙы һәм уларға күп пәйғәмбәрҙәр ебәрҙе. Исраиль балаларының ғилеме башҡа милләттәрҙең белеме менән сағыштырғанда күпкә юғарыраҡ. Аллаһ уларҙы сәнғәттәге кешеләр араһында, бөтә нәмәлә лә хөрмәт итте, юғары күтәрҙе. Читать далее
Протест (бола һәм фетнә)
Протест (бола һәм фетнә)
Протест — илдә билдәле бер хәлгә йәки шартҡа (ситуацияға) кире реакция. Тимәк, ниндәйҙер ваҡиға менән бәйле һәм уға һеҙҙең риза булмауығыҙ арҡаһында, һеҙҙе ниндәйҙер ғәмәлдәргә этәрә. Бында төрлө вариантлы протест белдереү формалары, хатта өндәшмәү, протестлы тауыш биреү йәки аслыҡ иғлан итеүҙә инә. Шулайтып, протест берәй ҡарар менән килешмәгәнлектән уға яуап итеп, рәсми белдереү, ризаһыҙлыҡ, киҫкен ҡаршылыҡ күрһәтеү. Пикет, митинг, демонстрация, забастовка, бойкот, автопробег – протестәрҙең тыныс төрө.
Протест — йәмәғәт сығыштарында, митингыларҙа һәм демонстрацияларҙа сағылған ризаһыҙлыҡ йәки ҡәнәғәтһеҙлектең тыныс йәмәғәт сағылышы, ул кешенең законлы хоҡуғы булып тора. Конституцияға ярашлы был айырылғыһыҙ хоҡуҡ булып тора, һәм протест күрһәтеүселәргә ҡарата бер ниндәй ҙә ҡулға алыуҙар үткәрелергә тейеш түгел. Читать далее
Исламмы әллә Иванмы?
Исламмы әллә Иванмы?
Беҙ Ислам динең һайлайыҡмы әллә Иван динең, насараларҙың (христиандарҙың) диненә инанайыҡмы? Аллаһ Әҙәм затын барлыҡҡа килтереп, уға бер генә дин – Ислам динен биргән. Беренсе мосолмандар — атабыҙ Әҙәм, әсәбеҙ Һауа һәм уларҙың балалары, улар Әҙәмде (уның донъяһын) Ислам диненең беренсе кешеһе һәм беренсе пәйғәмбәре итеп ҡабул итә. Әҙәмдән (уның донъяһынан) бөгөнгө көнгә тиклем дауам иткән диндең исеме Ислам һәм Ислам дине был донъяның һәм бөтә донъяларҙың (тормоштоң башҡа донъялары) берҙән — бер ысын дине. Читать далее
2024-2025 йылдарҙы күҙаллау
2024—2025 йылдарҙы күҙаллау
2024—2025 йылдарҙы күҙаллап (прогнозирование) һәм ошонан киләһе йылдарҙа нимә булырын сәйәси хәлдәрҙән һәм әүлиәләр әйткәненән сығып, һөҙөмтәләр эшләп, ҡараштырып үтәйек. Ахыр заман аҙағына кешеләрҙең төштәре лә раҫ буласаҡ, эҙләгән һорауҙарына ла яуаптар киләсәк тиелә бит. Киләсәк хәлде тик Аллаһ ғына белә тип ҡарышҡандарға, был хаҡта улай булас ни эшләп пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһиссәләмдең Раббыбыҙ аша тапшырылған хәҙистәре бар һуң? «Ендәр» сүрәһенең 26-сы аятында «Аллаһ ғына йәшеренде белә» тип әйтелә, әммә киләһе аятта ул Үҙенең хеҙмәтселәренә киләсәк һәм үткән тураһында мәғлүмәт бирәсәк, тип әйтелә. Был, әгәр Аллаһ теләһә, Аллаһының яратҡан пәйғәмбәрҙәренә лә, йәғни изгеләргә лә, күҙгә күренмәгән нәмә тураһында мәғлүмәт бирә ала, тигәнде аңлата. Шунан, Аллаһ Тәғәлә барыһында тик Аллаһ ғына белә, һәм ул Уның ризалығын алғандарға уның бер өлөшөн аса. (Ен сүрәһе 72/28). Был — Аллаһ үҙендә һаҡлаған Серле белемдең асҡысы. Һәм бер кемдә был турала белмәй, ваҡыты еткәс Аллаһ был турала хәбәр итә. (Лоҡман сүрәһе, 34/34). Һәм тик Ул ғына үҙенең ижадына үҙенең серле белеменең бер өлөшөн аса ала. (Мәмерйә 26/110). Аллаһ ҡолдарына күп нәмәне белергә рөхсәт итә, тиелә, әммә Ҡиәмәт көнөн ҡасан килерен, был бала бәхетлеме йә бәхетһеҙ булыуын, ҡасан ямғыр яуырын, күктәге серҙәренә беҙҙең баш етмәҫ. Әммә хәҙистәргә ярашлы яҡын киләһе ваҡытта донъябыҙҙа ни хәлдәр булыуын беҙ белә алабыҙ һәм халыҡты был турала иҫкәртергә, ҡурҡытырға, хаҡ мосолман булырға өгөтләргә бурыслыбыҙ, сөнки миллион-миллион кешенең һәләкәткә сумасаҡ заманы, Мәһди хәҙрәт һәм Дәджәлдең килер ҡурҡыныс ваҡыты еткән. Читать далее
Мәсет төҙөүҙә ҡатнашыу
Мәсет төҙөүҙә ҡатнашыу
Мәсеттәр – Аллаһ Тәғәләнең ер өҫтөндә булған йорттары. Кем Аллаһты һөйә, ул Уның мәсеттәрен дә һөйә. Мәсет бит уның Һөйөклөһөнең йорто. Шуға күрә, ул нисек тә булһа күберәк ваҡытын яратҡан Раббыһының йортонда үткәрергә тырыша, Ер өҫтөндә ҡоролған һәр мәсет Аллаһ Тәғәләгә ҡәҙерле. Шуға күрә лә Аллаһ Тәғәләнең йорттарын емереү, мәсеттәрҙең эшмәкәрлегенә аяҡ салыу, мәсетте торғоҙоусыларға ҡаршы көрәшеү иң ҡурҡыныс гонаһтарҙан һанала. Ундайҙарға Аллаһтың вәғәҙәһе бик ҡаты. Аллаһ йортон һалырға ярҙам итеү – ул үҙеңә йәннәттә өй һалыу. Шуға ла был мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырмайынса, һәр кем күпме булһа ла өлөш индерергә тырышһын ине. Читать далее
Зекер (Аллаһты зекер итеү)
Зекер (Аллаһты зекер итеү)
Изге Ҡөръән Кәрим китабының «Әл-Әхзаб»сүрәһенең 41-42 аяттарында Аллаһ Тәғәлә: «Һеҙ Аллаһыны һәр бер эшегеҙҙә зекер итегеҙ. Һеҙ Аллаһыны күп зекер итеү менән бойоролғанһығыҙ, кис һәм төндәрҙә зекерҙә булығыҙ», – тигән. Әбйәлил ауылдары мәсеттәрендә башҡалар коронавирус ауырыуы һылтауы менән бикләнеп ятҡанда был зекерҙәр туҡтаманы. Хатта муллалар араһында был ауырыу булманы тиерлек, Аллаһыға шөкөр. Үткән аҙнала Аллаһ Тәғәләнең ризалығына, бәрәҡәтенә үә ниғмәтенә өмөт итеп, илебеҙгә именлек, тыныслыҡ һәм киләһе һынауҙарға сабырлыҡ күрһәтергә насип итһен тип, мосолмандар кесе йома зекеренәТаштимер ауылы мәсетенә йыйылдылар. Читать далее
Рөхсәт ителгән ғәйбәт
Рөхсәт ителгән ғәйбәт
Динебеҙҙә ғәйбәт рөхсәт ителгәнме тигәнгә күптәр юҡ, ғәйбәт ҡәрҙәшеңдең мәйетен ашауға тиң, тип әйтеүселәр булыр. Рәсүлебеҙ сәхәбәләре менән ултырған ваҡытта, уларҙан: «Ғәйбәттең нимә икәнен һеҙ беләһегеҙме?» – тип һорап ҡуя. Сәхәбәләр: «Аллаһ һәм уның рәсүле яҡшыраҡ белә», – тиҙәр. Шунан Пәйғәмбәребеҙ: «Бер кеше тураһында һөйләп, ул уны үҙе ишетмәһә, ғәйбәт һанала», – тип әйтә. Бер сәхәбә: «Ә ул һүҙ хаҡ булһа?» – тип һорағас, «Дөрөҫ булһа ла, ғәйбәт», – ти. Ғәйбәт – ике кеше араһында, ҡатнашмаған өсөнсөһө менән булышыу, уның холҡон, ҡылыҡтарын, хәбәрен, эшен, ғәиләһен һәм башҡаһын тикшереү...
Әммә Ислам динебеҙ ғәҙеллеккә ҡоролған, динебеҙҙә берәүҙең дә хаҡтарын ҡыҫырға, уны рәнйетеүгә юл ҡуйылырға тейеш түгел. Әгәр ҙә мосолман кешеһенең хаҡтарын боҙһалар, уның намыҫына тап төшөрәләр йәки рәнйетәләр икән, ул мосолман булғаны өсөн өндәшмәй генә ҡалырға тейеш түгел, кире самаһы булған яуабы ла булырға тейеш, был тыйылмаған. Читать далее
Намаҙҙы ваҡытында уҡы!
Намаҙҙы ваҡытында уҡы!
Намаҙ – динебеҙҙең терәге һәм иң әһәмиәтле ғибәҙәттәрҙең береһе, Ислам дине шарттарының береһе булып тора. Ҡиәмәт көнөндә лә иң беренселәрҙән булып намаҙ өсөн хисап алынасаҡ һәр кемдән. Аллаһ Тәғәлә Ҡөрьәндең бик күп аяттарында беҙҙе намаҙ уҡырға саҡыра, бына шуларҙың береһе:
وَأَقِيمُوا الصَّلَاةَ وَآتُوا الزَّكَاةَ وَارْكَعُوا مَعَ الرَّاكِعِينَ
Үә әҡиимүс-саләәтә үә әәтүз-зәкәәтә уаркәғүү мәғәр-раакиғиин
"Намаҙҙарҙы үтәгеҙ, зәкәт саҙаҡаһы бирегеҙ һәм намаҙ уҡыусылар менән бергә намаҙ уҡығыҙ" («Бәҡара» сүрәһе, 43-се аят).
Намаҙ уҡыу бер ҡасан да өҫтөбөҙҙән төшмәй. Бәлиғлыҡ йәшенә еткән, үҙ аҡылында булған һәр мосолманға намаҙ уҡыу фарыз. Уҡымаһа, ундай кеше ҙур гонаһлы буласаҡ. Намаҙҙы үҙ ваҡытында уҡырға тейешлелеге тураһында бик күп сахих хәҙистәрҙә лә әйтелә. Ғабдулла ибн Мәсгут килтергән хәҙис Имам Бохари йыйынтығында урын алған: «Мин Аллаһ илсеһенән һораным: «Аллаһы Тәғәлә иң яратҡан ғәмәл ниндәй?» – «Ваҡытында уҡылған намаҙ». «Ә унан һуң нимә?» – «Атай-әсәйеңде яратыу һәм уларға иң күркәм мөнәсәбәт». Читать далее
Йәшәү мәғәнәһе
Йәшәү мәғәнәһе
Бисмилләһир рахмәәнир рахиим
Беҙ бер Аллаһҡа ғына бөтә маҡтауҙы бағышлайбыҙ, иман, ислам, Ҡөръән һәм сәләмәтлек ниғмәте өсөн. Уға — Аллаһҡа күҙ йәштәребеҙ — тәүбәбеҙ аша ҫәнә үә хәмед. Бөтә ғаләмдәрҙең Раббыһы Аллаһҡа беҙҙең.маҡтауҙарыбыҙ булһын, Уға бөйөклөк һәр урында, һәр нәмәлә, күктәрҙә һәм ерҙә. Ул хикмәт һәм тәрән аҡыл эйәһе. Мин шаһәҙәт килтерәм: «Әшһәдү әллә иләһә илләллаһу үә әшһәдү әннә Мүхәммәдән ғәбүдүһү үә расүлүһү». Аллаһтан башҡа ғибәҙәткә лайыҡлы зат юҡ, Мөхәммәд (ғәләйһиссәләм) Уның ҡоло һәм илсеһе. Ул үҙенең рәсүл вазифаһын үтәне һәм ул Аллаһтың юлында үлгәнсе хеҙмәт итте. Ул Аллаһҡа яҡынайта торған бөтә юлдарҙы асыҡ итеп күрһәтте һәм бөтә насар эштәрҙән киҫәтте. Уға һәм уға эйәргән кирам сәхәбәләргә Аллаһтың салауаттары һәм сәләмдәре ирешһен ине. Читать далее