Мөнәжәттәр (Көйлө мөнәжәттәр)
Ата-инәңә хөрмәт ҡыл
(көйләп уҡылған мөнәжәт)
Эй, мөьмине мосолман
Ата-инәңә ҡыл хөрмәт.
Хаҡ тәғәлә — Алланан
Алырҫың һин рәхмәт.
Тәрбиә ҡылған бәндәгә,
Бирер күркәм ҡөҙөрәт.
Хаҡ тәғәлә — Алланан
Бер хаж һауабы булыр.
Ата-инәңә ҡыл яҡшылыҡ,
Ҡайтыр изгелек менән.
Хоҙай тәғәлә ҫаҡлар
Йәһәннәм гүрҙәренән,
Урындарың булыр ҫинең
Йәнәттең түрҙәренән.
Ата-инәң, әруахларҙың
Зыяратын тәрбиә ҡыл.
Хаҡ тәғәлә — Аллаҡай
Бер хаж һауабын бирер.
Ата-инәң ҡәберенә
Нардуғандар ҡороп ҡуй.
Хаҡ тәғәлә рөхсәте менән
Ташына исемен ҡуй.
Ата-инәнең васыятына ҡолаҡ ҫалмағандарға
Хаҡ тәғәлә уға уҡыр бөтмәҫ ләғнәттәрҙе.
Ата-инәнең рухына тап төшөргән бәндәгә
Хаҡ тәғәлә уға бирер ризыҡларҙың тарлығын,
Тамуҡларҙың уттарын.
Мөнәжәт
Ахры заман бүсәнәләр булған,
Донъяға төрлө-төрлө бәлә тулған.
Ғалимнар золом булып зина ҡылған,
Аңдин артыҡ тәки ғазап динаруан.
Әй, донъя, туйҙым һиндән,
Һин дә туйҙыңмы миндән?
Анамнан тыуғаннан бирле
Ни рәхәт күрҙем һиннән?
Һандуғастың балалары
Әллеү ҙә лә бәллеү ҙә.
Ананмнан тыуғаны бирле
Йөрәккәйем әрнеүҙә.
Ҡәҙер кисәһе
(көйлө мөнәжәт)
Килде ҡәҙер кисәһе –
Был мөбәрәк олуғ көн.
Хаҡ тәғәлә күкләрҙән,
Хәҙрәти Мөхәммәткә
Пәйғәмбәрлек вазифаһын,
Башҡарырға ҡушҡандыр.
Изге китап Ҡөръәнгә
Тәүге аят сүрәләре
Яҙылып ҡуйылғандыр.
Был кисләрҙә йоҡламағыҙ:
Ғибәҙәт ҡылыу кәрәк.
Доға фатихалар уҡып,
Тәүбәләр итеү кәрәк.
Хаҡ тәғәлә һине күреп,
Сауаплы әмер бирер.
Тиҫбеләрен тартҡан саҡта
Гонаһларың юҡ булыр.
Теләк әйткән мосолмандар
Мораҙына ирешер.
Доға ҡылған ваҡытында
Фәрештәләр күрешер.
Ғәриф иман* бәндә бул!
Тәхрир итәм ҡыяғаҙға
Хаҡ тәғәләмде ҙурлап.
Фани донъя ниғмәтенә
Әлхәмдиллә, тип нурлап.
Әҙәп-тәғлимнәрҙе** өйрән,
Был донъяға һиҙийәт ҡыл.
Фарыз ғәмәлдәрҙе үтәп,
Ғариф иман бәндә бул.
* Ғариф иман — белемле, иманлы.
** әҙәп-тәғлим — тормош, йәшәү ҡағиҙәһе.
Уҡыу йылдарына хәтирә
(көйләп уҡыла)
Илаһи имтихан көндәр
Буш үтмәне был ҡыш көндәр.
Өйрәндек бик күп ғилемдәр,
Шуға шат беҙҙең күңелдәр.
Тәртип иманы
— Бер тип, ниҙе беләһең?
— Бер Алламды беләмен.
— Ике тип, ниҙе беләһең?
— Ике иңем фәрештәмде беләмен.
— Өс тип, ниҙе беләһең?
— Өс фитыр вәжиб беләмен.
— Дүрт тип, ниҙе беләһең?
— Дүрт шәһәрнәрен беләмен.
— Биш тип, ниҙе беләһең?
— Биш ваҡыт намаҙ беләмен.
— Алты тип, ниҙе беләһең?
— Ата-инәй хаҡын беләмен.
— Ете тип, ниҙе беләһең?
— Ете тамуҡты беләмен.
— Һигеҙ тип, ниҙе беләһең?
— Һигеҙ ожмахты беләмен.
— Туғыҙ тип, ниҙе беләһең?
— Туҡһан туғыҙ мең мәшәйәхне беләмен.
— Ун тип, ниҙе беләһең?
— Ун мең яратҡан ғәлим ғәләмне беләм.
Көйлө мөнәжәт
Йәш ваҡыт, Сулпанай, ғөмөрөгөҙ аҙый
Бер килер, тиҙ китәр, беҙ ҙә үҫәрбеҙ.
Һәр наҙан хур булыр, шунда нишләрбеҙ?
Уҡыйыҡ, шәкерттәр, алға һәм алға.
Һин минән, мин һинән һис артҡа ҡалмайыҡ.
Уҡымаған намаҙ, белмәй кирәғәткә,
Теш күнмәй ул кешенән хур булыу.
Йәш ваҡыт, Сулпанай, туҙый туҙғандар,
Шуны уйлап күңелдәр тулды, миһманнар.
Доға ҡыл саф күңелдән
(көйләп уҡыла)
Бисмиллаһир-рәхманир-рәхим!
Ата-бабаларҙан ҡалған
Был матур изге йола.
Хаҡ тәғәлә ризалығынан
Ҡул күтәреп ҡыл доға.
Өй йортонда фәрештәләр
Ҡыуанып: «Амин!» — тийәр,
Дәүләт йортоң имен булыр,
Иман менән тулып торор.
Ғәйләң сәләмәт, шатлыҡта,
Дәүмәлең артып торор.
Киткән яҡын әруахтарҙың
Ҡәберҙәре нурланыр.
Хаҡ тәғәлә быны күреп,
Һауапларын ҡайтарыр.
Теләк
Бисмиллаһи рахман рахим –
Беҙгә Хоҙай шулай ҡушҡан.
Был донъяға сабый тыуғас
Бисмилла, тип, ҡабул итеп,
Собханналла һыу алла, тип,
Ғосол ҡойорға кәрәк.
Изге теләк уға әйтеп,
Аҡ биләмгә төрөү кәрәк –
Аҡ бәхеттәр был сабыйға
Юлдаш булыр.
Ғүмерҙәре булыр һәр саҡ
Таҙа-пөхтә.
Был донъяла яҡшы итеп
Тормош ҡороп.
Йәшәр һәр саҡ сәскә атып,
Милләт өсөн, халҡы өсөн.
Һинән килгән быуындарың
Яҡшы итеп дауам итһен.
Атай йортон, нигеҙҙәрен ташламаһын.
Һуңғы килгән сәғәтеңдә
Уң фәрештәләр һәр саҡ
Юлдаш булһын.
Фани донъянан киткәндә,
Ҡанат менән сылатырлыҡ
Булһын һинең яҡындарың.
Ясин сүрәләрен әйтеүселәр
Булһын һинең яндарыңда.
Ғосол ҡойоп, әхирәтлек күлдәктәрен
Өҫтәреңә кейҙереп оҙатһындар.
Яҡындарың һәр саҡ килеп,
Ҡәберҙәрең онотмайса,
Тәрбиәләп нардуғандар ҡорор булһын.
Баш осона исем-шәриф яҙып
Таш ҡуйһалар, яҡшы булыр.
Ҡөръән уҡып, һине ҙурлап
Хәйер бирһә туғандарың,
Шул сағында Хоҙайыбыҙ ҡабул итер.
Урындарың һинең булыр
Вә ожмахта вә йәннәттә.
Һөйәктәрең һинең һәр саҡ
Тыныс ятыр.
Рухтарың һинең күктә
Көләс булыр.
«Бисмиллаһ» мөнәжәте
Изге һүҙҙәрҙән башла
Һәр бер ҡылған эшеңде,
Аллаҡай ҡабул итәр.
Килгән бәлә-ҡазаларҙан
Ҡайғы-хәсрәттән һаҡлар.
«Бисмиллаһ» — тип әйтһә бәндә,
Ашлары тәмле булыр.
Хоҙай тәғәлә ҡушыуынса,
Ризыҡлары киң булыр.
Йоҡлар алдынан әйтерһең –
Төшләрең тәмле булыр.
Имен булыр, дәүләт ғаиләң
Бәлә-ҡаза, үлемдән.
Башында «бисмиллаһ» әйткән
Доға кире ҡағылмаҫ.
Аллаҡай тарафынан
Һис шикһеҙ ҡабул булыр.
«Бисмиллаһ» — тигән бәндәгә
Донъя әхирәтен, бар булған ниғмәттәре
Ҡулына килеп торор.
«Бисмиллаһ шәрифне» уҡыған
Дошман күңеле ут булыр.
Әйткән кеше именлектә
Һау-сәләмәт булыр.
Мәктәп
(көйләп уҡыла)
Аҡ мәхәллә, аҡ мәктәптә,
Иман нуры биргән йорт.
Ғилемдәрҙе үҙләштергән
Һин бит беҙҙең изге йорт.
Аҡ ойоҡта, түбәтәйҙә
Теҙелешкән шәкерттәр.
Ғилем фәндәрен өйрәнеү
Был донъяла кәрәктер.
Мәктәп — милләттең йөҙө,
Булыр емештең көҙө.
Ғилемдәрҙе үҙләштергән
Булыр һөнәрле кеше.
Башҡортомдоң йөҙөк ҡашы –
Тиеп ҡарарҙар һиңә.
Һәнәрҙәргә эйә булһаң,
Булмаҫ һиңәргә тиңе.
Именлек мөнәжәте
(көйләп уҡыла)
Әссәләмәғәләйкүм!
Ике ҡулың биреп күреш.
Вәғәләйкүмәссәләм!
Башҡорт күңеле даръя.
Хужа ҡунаҡсыл булыр,
Өйҙәренә үтеп ингәс,
Ҡул күтәреп доға ҡыл.
Иҫән булһын ғаиләһе,
Балҡып торһон йөҙҙәре.
Имен булһын йорттары,
Артып торһон малдары.
Хоҙай тәғәлә рәхмәтендә
Иман нурҙары балҡыһын.
Сәфәр сыҡҡан юлдарында,
Уң фәрештәләр булһын.
Доғалар ҡабул булып,
Ете быуын әруахтарҙың
Рухтары шатланһын.
Көйлө мөнәжәт
Ай күрҙем аман менән,
Күңелем тулы иман менән.
Ҡөръән китаптарын алып,
Намаҙлыҡтарға баҫам.
Нурлы йөҙҙәремде асып,
Ҡиблалрға мин бағам.
Хаҡ тәғәлә — Аллаҡай,
Яман, ялғыш ғәҙәттәрҙе,
Гонаһтарҙы ҡыуып тор.
Бәлә-ҡаза килмәһен,
Йорт-илем имен торһон.
Һау-сәләмәтлектә булып,
Ауырыуҙарҙан арбап тор.
Ике ҡулдарымды ҡуйып,
Фатиха доға ҡылам.
Теләгемде ҡабул ит,
Хаҡ тәғәлә — Аллаҡай.
Аллаҡайҙы ҙурлау мөнәжәте
(көйләп уҡыла)
Ғәләмәти, ғәләмәти,
Был беҙҙең фани донъя.
Хаҡ тәғәлә һине маҡтап,
Саф күңелдән ҙурлайым.
Биргән ризыҡ-ниғмәтеңә
«Әлхәм» тип шөкөр ҡылам.
Һинән иман нуры алып,
Фатиха доға ҡылам.
Мәүлит байрамы мөнәжәте
(көйләп уҡыла)
Бисмиллаһир-рәхманир-рәхим.
Тыуҙы изге Мәүлит айы,
Мөҡәтдәс ғиҙҙәтле ай.
Тыуҙы айҙың 12-һе
Мөхәммәти Мостафа.
Был көннө барса мосолман
Ҙурлап иҫкә аларҙыр.
Пәйғәмбәргә бағышлап,
Салауаттар әйтәҙер.
Мәүлит вәғәзен тыңларға
Мәсеттәргә бараҙыр.
Мәүлит аштарын бешереп,
Дуҫ-иштәрен йыяҙыр.
Пәйғәмбәргә бағышлап,
Ҡөръән Кәрим уҡыйҙыр.
«Амин!» — тип, барса мосолман
Доғаларын ҡылаҙыр.
Фәрештәләр ҡыуанышып,
Хаҡ тәғәләгә әйтер.
Иҫкә алған кешеләргә
Салауаттары булыр.
Рамаҙан Шәриф
Мөбәрәк ай килде беҙгә –
Рамаҙан Шәриф.
Ураҙа тотҡан һәр бер бәндә
Бик күп һауаплы булыр.
Ҡылған гонаһтарҙан
Аллаҡай ғәфү итәр.
Ураҙаның көндәрендә
Ҡулдан төшмәһен Ҡөръән.
Ғибәҙәтләреңде ҡылырға
Мәсет йортларына кил.
Зикер саҙаҡаһы биреп,
Ярлыларҙың күңелен күр.
Фани донъяларҙан китеп,
Әхирәтлектә булған,
Ҡан-ҡәрҙәш туғандарға
Саф күңелдән доға ҡыл!
Сабырлыҡ мөнәжәте
(көйләп уҡыла)
Бер ҡәрҙәштең яҡыны
Гүр эйәһе булғандыр.
Бир, Хоҙайым, сабырлыҡтар,
Булһын ярҙам табырлыҡ.
Ҡайғы сүлмәктәре ташып,
Артаҙыр күҙ йәшкәйе.
Эй, Хоҙайым, бир түҙемлек,
Был бәндәгә күркәмлек.
Ҡөръән сүрәләрен уҡып,
Керһен ине тыныслыҡ.
Ҡулға тиҫбеләр алып,
Әйтәйек илаһи һүҙ.
Әруахларҙы иҫкә алып
Хәйер доға ҡылайыҡ.
Мөнәжәт
(Юнысов Миңйән Имаметдин улы атаһы Имаметдин олатайҙан яҙып алған)
Мин үлгәс тә уҡығыҙ Ҡөръән –
Васыятым һеҙгә шул булыр.
Һеҙ, балалар, Ҡөръән уҡырһыҙ,
Ҡәбер эстәренә нур тулыр.
Бағышлағыҙ доға рухыма,
Ятҡырмағыҙ мине оятта.
Әруахтарҙы иҫкә алырһығыҙ,
Ярап ҡалыр хатта аят та.
Үтенеп ихлас әйтәм, балам,
Уҡытығыҙ ҡырҡым, етемде,
Бәндәләргә хәйер таратығыҙ
Йылытығыҙ һалҡын гүремде.
Тар ҡәберҙә ялғыҙ ятырмын,
Балаларҙан доға көтәрмен.
Иҫкә алып доға ҡылһалар,
Ҡара гүрҙә тыныс ятырмын.
Мөнәжәт
Атайығыҙға 1 йыл булды,
Барҙым хәлен белергә.
Йүгереп сығып алыр ине,
Тәҙрәһе юҡ күрергә.
Байтаҡ ҡына һөйәлеп торҙом
Яныңдағы ҡайынға.
«Ташлап киттем, яңғыҙ ҡалдың»,
Тиеп, зинһар, ҡайғырма.
Ҡәберең янына килгәс,
Хәсрәттәрем яңырҙы.
Көнөн яңғыҙ, төнөн яңғыҙ,
Сәскәйҙәрем ағарҙы.
Тау битендә емерелеп,
Үҫкән ҡара бөрлөгән.
Айырылғанға күп тә түгел,
Һағындым бит, бергенәм.
Балаларыма рәхмәт,
Аталарын ҙурлайҙар.
Ваҡыттарын, көстәрен дә
Бер ҙә йәлләп тормайҙар.
Теләк теләйе теләйем балаларға
Аталарын ҙурлағанға.
Таҙалыҡ һәм оло бәхет
Бирһен Аллам уларға!
Ата-ана, әбей-бабай,
Барса әруахтар шат булһын,
Аш әҙерләгән бәндәләргә
Бик күп сауаптар булһын.
Ҡарайым ихлас йөҙөгөҙгә,
Ни теләктәр теләйем һеҙҙәргә.
Ҡабул булһын теләгәнегеҙ,
Шатлыҡ тулһын күңелегеҙгә.
Аш-һыуығыҙ бигерәк тәмле,
Ҡунаҡтарығыҙ икән мәрхәмәтле.
Доғаларыбыҙ ҡабул булһын,
Ишетелһен Аллаһ рәсүлебеҙгә.
Беҙҙе ҡәҙер-хөрмәт итеп,
Үҙең дәүләт эсендә, эй, ҡалдың,
Йәннәттәрҙән өлөш алдың.
Мәжлесегеҙ күңелле булды,
Доғаларыбыҙ ҡабул булһын! –
Беҙҙән фатиха шул һеҙгә.
Йәндәрегеҙ тыныс булһын,
Ғүмерегеҙ оҙон булһын! –
Беҙҙән фатиха шул һеҙгә.
Яҡшы теләктәр теләйек,
Теләктәребеҙ ҡабул булһын.
Хаҡ тәғәлә барыбыҙҙы
Йәннәттәрҙә күрештерһен.
Был мәжлестә ултырғандар,
Һигеҙ ожмах насип булһын.
Ултырабыҙ бөгөн бергә,
Рәхмәт ҡылһын Хоҙай һеҙгә.
Ҡиәмәт шәһәренә,
Бергә барһаҡ ине бергә.
Амин!
Теләк
(Хузиев Мөлкәмән ишеткән һәм яҙып алған сығанаҡтарҙан)
Хаҡ тәғәлә Аллабыҙ,
Теләгемде ҡабул ит.
Төйәк иткән еремә
Дәүләт менән дәүмәл бир.
Беҙҙән килгән бәндәләргә
Тәүфиҡ менән тәүбә бир.
Ҡан-ҡәрҙәшле туғандарға
Илһам нурлы иман бир.
Ризығыбыҙ киң булып,
Ашыбыҙға бәрәкәт бир.
Хәйерле эштә булған һәр бәндәгә
Тәндәренә сихәт бир.
Ҡул күтәреп доға ҡылған һәр бәндәгә
Шатлыҡ менән бәхет бир.
Тиҫбе алып, тәсбих әйткән һәр бәндәгә
Фәҡирлектән сара биреп,
Сырхауларҙан дауа бир.
Изге Ҡөръән ҡулға алған һәр бәндәгә
Йәннәт менән ожмахтарҙан урын бир.
Эй, Хоҙайым — Хаҡ тәғәләм, Аллаҡайым,
Шөкөр ҡылам барлыҡҡа,
Төшөрмә беҙләрҙе тарлыҡҡа. Амин!
Йөрәгемдең ҡағышы
Йөрәкте бәләкәй, тиҙәр –
Был һүҙ һис дөрөҫ түгел.
Бүлеп ҡара өлөштәргә,
Хайран ҡалмаҫлыҡ түгел.
Мөхәббәттең бер өлөшө,
Иң бөйөгө — Раббыма.
Мөхәббәттең бер өлөшө –
Пәйғәмбәрем хаҡына.
Мөхәббәттең бер өлөшө –
Атам, әсәм, ауылыма.
Мөхәббәттең бер өлөшө –
Ғорур башҡорт халҡыма.
Мөхәббәттең бер өлөшө –
Ҡан-ҡәрҙәштәр, дуҫтыма.
Тамырым булып һуҙылған
Бөтә йәше, ҡартына.
Йә, әйт инде, шулай булғас,
Бәләкәйме ул йөрәк.
Бәләкәй йөрәкле кеше
Кемдәргә һуң ул кәрәк?!
Мөнәжәт (көйләп әйтелә)
Уйлап торҙом юл сатында
Кереп китеп урманға.
Урмандар ҙа тып-тын икән,
Кешеләр ҙә бик моңһоу.
Барам-барам һуҡмаҡ буйлап,
Кемнәр ҙә бит өндәшмәй.
Ниңә улар һөйләшмәйҙәр,
Эшләре бик күп микән?
Фани донъя бөтөп китәр,
Эштәр ҙә кәрәк булмаҫ.
Имандарға ҡайтайыҡ, дуҫтар,
Был яҡты донъяларҙа.
Ҡыҫыр елдәр баҫыр кемдәр,
Өндәшмәҫ хәлдәр булмаҫ.
Фәрештәләр ярҙам ҡылыр
Алла һыуҙың бәҙеуан.
Көйлө мөнәжәт
Үтте ғүмерем, үтте инде,
Үтте ғүмерем әҙ ҡалған.
Әҙ ҡалған ғүмерҙәремде
Ҡайғылар сорнап алған.
Өйөңдәге сәғәтеңдең
Күтәреп ҡуй герҙәрен.
Үлһәм дә һеҙҙе эҙләрем,
Тар булмаһа гүрҙәрем.
Мин үләрмен, юғалырмын,
Ҡәберемә үлән үҫәр.
Ҡәберем туфрағын туҙҙырып,
Анан ҡыу елләр иҫәр.
Сөйөнән көҙгөм төштө –
Ватығын йыялманым.
Эй, дуҫтарым, әйтер һүҙҙе
Һеҙгә бит әйталманым.
Ишек алдым аҡ ҡына,
Аҡ түгел, ҡыҙыл ғына.
Бәхилләшергә килегеҙ,
Һандуғас булып ҡына.
Йырлап мөнәжәт әйтәм,
Әйтһәм, илай башлайым.
Был бәхетһеҙ башҡайымды,
Ҡайҙа илтеп ташлайым?
Ишан ҡарт мөнәжәте
(Бик белемле булған, 1906 йылда мәҙрәсәлә балалар уҡытҡан. Мөнәжәт көйләп уҡыла).
Аҡ ҡәғәҙғә алып сор ғәләм,
Бисмиллаңды әйтеп һин эш ҡыл.
Иманлы бул, мөьмин мосолман,
Тәүфиҡлы бул, ерҙә йәшәгәс.
Динебеҙҙе һис бер ташлама,
Кешеләрҙән үҙең көлдөрмә.
Ата-бабай ғөрөф-ғәҙәтен
Дауам итһен балаҡайҙарың.
Бишектәрҙә йырлап үҫтергән,
Әсә телкәйҙәрең саф булһын.
Бәхет керер һиңә шул саҡта,
Ер ҡәҙерен белеп ерекһәң.
Нигеҙ ҡорһаң тыуған ереңдә,
Башҡорт булып бергә тупланһаң.
Ике күҙҙәй ерен һаҡлаһаң,
Шул сағында булыр илкәйең.
Мөьмин мулланың зыяратта әйткәне
(Фазлиәхмәтов Миңлегәрәй мулланан яҙып алынды)
Аҡрын иҫкән ел һелкетә
Тау башының ҡылғанын.
Инде Хоҙай ни күрһәтер
Яппарларҙың ҡалғанын.
Көйлө иман
(Тимербикә абыстайҙың иҫендә ҡалғандарҙан өҙөк)
Килер бер көн,
Эй, туғандар,
Ҡәрҙәштәрем, дуҫтарым.
Донъяларҙан китәрбеҙ,
Ҡәберләрҙә ятырбыҙ.
Хаҡ тәғәлә алдында
Яуаптарың бирербеҙ.
Тыуған ил иҫемдән китмәҫ
(көйлө мөнәжәт)
Тыуған ил иҫемдән китмәҫ,
Мөнәжәтем минең бөтмәҫ.
Ҡағыҙ менән ҡәләм етмәҫ,
Тыуған ил иҫемдән китмәҫ.
Сабыр бирһен ғәзиз Алла,
Мөнәжәтем яҙа-яҙа
Ҡәләм тотҡан ҡулым тала.
Күҙемдән ҡанлы йәштәр аға.
Йыраҡ булғанға аралар,
Ағастар япраҡ ярғанда,
Йәш ағас башы бөгөлә.
Күңелкәйем тулып еткәс,
Күңелдән йәштәр түгелә.
Туғандарым йыраҡ ҡалды.
Күршеләргә йыраҡ булдым,
Һеҙҙе күреп һөйләшергә
Аҡылдарҙан яҙа ҡалдым.
Тыуған яҡҡа күҙем төшһә,
Башымдан уйҙарым китә.
Йөрәк бәғрем яна башлап,
Түҙергә дарманым бөтә.
Эй, аҡҡошҡай, китәр булһаң,
Минең илгә етәр булһаң,
Туғандарҙы күреп ҡалһаң
Сәләм әйтсе һин беҙҙәрҙән.
Ятып та йоҡом килмәйҙер,
Ашаһам, ашым үтмәйҙер.
Һеҙ, туғандар, күҙ алдымда
Һис бер уйҙан китмәйҙер.
Ошо биттәрҙә мөнәжәттәр уҡығыҙ:
https://nazir1965.com/category/m%D3%A9n%D3%99zh%D3%99tt%D3%99r
Дәүләкән ынйылары китабынан ссылка //kitaptar.bashkort.org/book/daulakan_ynjylary