Ямғыр үә зекер (вәғәҙ)
Әлхәмдүлилләәһ, Аллаһ насип иткәс ҡышта етеп килә, тышта ҡар бөртөктәре төшә. Әммә һуңғы йылдарҙа төбәгебеҙҙә бик һирәк кенә ҡарҙар яуа, әҙ генә ямғырҙар һибәләй, шул арҡала йәшеллек кибә, һыуҙар ҡорой, урман-далалар яна, ел-дауылдар көсәйә. Сәбәбе нимәлә һуң? Әйҙәгеҙ ҡараштырып үтәйек.
Нимә ул ямғыр? Ямғыр ул Аллаһы Тәғәләнең беҙгә оло бер бәрәҡәте һәм ҙур бер рәхмәте. Беҙҙең был донъялағы төп йәшәү сығанағы – һыуҙарыбыҙҙы тулыландырып торған бөтмәҫ ниғмәт үә мөғжизә ул. Хатта яңы тыуған баланың тәне 90- 97 процент һыуҙан тора һәм кеше ҡартая килә 60-80 йәштә уның кәүҙәһендә һыуҙың кимәле 50 процентҡа ҡала. Ғалимдар әле һаман һыуҙың нимә икәнен аңлата алмайҙар. Ул Аллаһ Тәғәләнең бөйөк мөғжизәһе ул. Читать далее