Архив рубрики: Ғибрәтле ҡиссалар, хикәйәттәр, вәғәздәр

Әүлиә, «Мәһди ахырзаман имамы»

                                      Әүлиә, «Мәһди ахырзаман имамы»

Катерина Вторая

Әбей батша

     Һеҙҙең иғтибарға Әүлиә Шәйех Мехмет Әдил ән-Наҡшбәндинең «Берҙәм донъя тәртибе» тигән вәғәзенең тәржемәһен ентекләп уҡырға тәҡдим итәм.
     Әссәләмү ғәләйкүм уа рәхмәтуллаһи үә бәрәкәтүһү,
     Әғүҙү билләһи минәш-шайтанир раджим, Бисмил-лләһи-ррәхмани-ррәхим!
     Үәссәләтү үәссәләмү ғәләә Рәсүлинә Мөхәммәдин, сәйҙул әүәлинә үәл әхирин
     Мәдәд йә Рәсүлуллаһ, Мәдәд йә әсхәбиһи Рәсүлуллаһ, Мәдәд йә Мәшәйихинә,
     Шәйех Ғабдулла Дағстани, шәйех Назим Әл-Хаҡҡани. Дәстур.
     Тәрикәтунәс сөхбә, үәл хәйрү фил джәмиһә.
     Аллаһ Тәғәлә Ҡөрьәндә Исраиль (Израиль) улдарына мөрәжәғәт итә һәм улар тураһында миҫалдар килтерә. Улар менән нимә булғанын һәм нисек йәшәүе тураһында күп аяттар бар. Ни өсөн? Сөнки Аллаһ улар хаҡында хәстәрлек күрҙе, уларҙы башҡаларҙан өҫтөн ҡуйҙы һәм уларға күп пәйғәмбәрҙәр ебәрҙе. Исраиль балаларының ғилеме башҡа милләттәрҙең белеме менән сағыштырғанда күпкә юғарыраҡ. Аллаһ уларҙы сәнғәттәге кешеләр араһында, бөтә нәмәлә лә хөрмәт итте, юғары күтәрҙе. Читать далее →

Төштә мәйет күреү

                                                    Төштә мәйет күреү
     Йоҡо хәлендә кеше ғүмеренең байтаҡ өлөшө үтә. Йоҡо — ул бәләкәй үлем, ял һәм аҡылыбыҙға буйһонмаған нәмәләр менән бәйләнеш каналы. Бер ваҡыт, бик ныҡ арығанлыҡтан йоҡлап китеп, иртән иртәнге намаҙға һуңлап уянып, Мөхәммәд пәйғәмбәр сәхәбәләргә мөрәжәғәт итә: «Ысынлап та, Аллаһ һеҙҙең йәндәрегеҙҙе теләгән ваҡытта алды һәм теләгән ваҡытта кире ҡайтарҙы. Билал, тор, кешеләрҙе намаҙ ҡылырға саҡыр [аҙанды ҡысҡырып уҡы, бөтәһе лә уянһын]». Изге Ҡөрьәндә йоҡо тураһында туғыҙ урында әйтелә. Хәҙистәр йыйынтығында был тема буйынса тотош бүлектәр бар. Пәйғәмбәр үҙе ҡайһы берҙә иртәнге намаҙҙан һуң, уның артынан ғибәҙәт ҡылыусыларға йөҙө менән боролоп, һорай: «Бөгөн төндә һеҙҙең арағыҙҙан берәйһе төш күрҙеме?». Ҡайһы бер ғалимдар әйтеүенсә, иҫкәртеүсе, ысын төш — ул Раббының кеше аңындағы ижады. Читать далее →

Мәһди 2023 йылда уҡ килгән?

                                    Мәһди 2023 йылда уҡ килгән?
     Кем ул Мәһди? Мөхәммәд пәйғәмбәрҙең, ﷺ күп хәҙистәренә ярашлы бөтә донъя ғәҙелһеҙлек һәм яуызлыҡ менән тулғанда Мәһди тигән ахырзаман әҙәме киләсәк тигән. Мәһди һүҙ булараҡ; «хидийәт» (араб. هداية), был дөрөҫ юл күрһәтеүсе, етәксе, остаз, юл күрһәтеү һәм юлды һүрәтләү тигәнде аңлата.
     Икенсе төрлө әйткәндә, Мәһди тура юлға баҫҡан һәм дөрөҫ юл тапҡан кешене аңлата.
«Мәһди» һүҙенең тура мәғәнәһе «тура юлдан барыусы» тигәнде аңлатһа ла, етәкселек Аллаһтан килә, ул анығыраҡ мәғәнәгә эйә була һәм «Аллаһтың туранан-тура етәкселегенә өлгәшкән һәм уның тура юлынан барыусы» тигәнде билдәләү өсөн ҡулланыла башлай.
     Ислам фәндәре терминологияһында Мәһди — ул Әхль әл-Бәйт (Мөхәммәд, ﷺ яҡын кешеләр) кешеһе, ул донъя бөтөүгә табан тиклем килеп, уға тиклем иҙеү менән тулы булған донъяны ғәҙеллек менән тултыра. Кешеләр инде ошо өҫтәренә ябырылған әфәт, бәлә-ҡаза, һуғыштар арҡаһында иманға килмәһәләр, уларҙың был донъяла урыны булмаясаҡ. Динебеҙҙә көсләү юҡ, ҡоро мосолманмын тип, аҙашып, йәки был этник группаға ҡарауығыҙҙан файҙа булмаясаҡ. Ошо сыуалыштарҙа миллион-миллиард кешеләр һәләк буласаҡтар һәм ҡалғандары мосолман диненең ихластары булып, Аллаһ Тәғәләгә ысын инаныусылар буласаҡ. Читать далее →

Л.Н.Толстой: Урыҫ хөкүмәтенең ялғаны

                                     Лев Николаевич Толстой: Урыҫ хөкүмәтенең ялғаныL.N.Tolstoi

     Батша, төп яуаплы кеше, ғәскәрҙәргә парадтар яһауын дауам итә, рәхмәт әйтә, бүләкләй, дәртләндерә, запастағыларҙы мобилизациялау тураһында указ сығара. Тоғро ялағайҙары ҡабат һәм ҡабат үҙҙәренең яратҡан монархы өсөн үҙҙәренең мөлкәтен һәм ғүмерен бирергә әҙер, әммә тик һүҙҙә генә. Үҙҙәре иһә, бер-береһе алдында һүҙҙә түгел, ә ғәмәлдә айырылып торорға теләп, ғәиләләрҙән аталарын айыралар, уларҙы етем ҡалдырып туҡландырыусыларҙы һуйыуға ебәрергә әҙерләйҙәр. Гәзитселәр, урыҫтарҙың хәле насарыраҡ булған һайын, хурлыҡлы еңелеүҙәрҙе еңеүҙәргә әйләндереп, намыҫһыҙыраҡ алдашалар, бер кемдең дә уларҙың ялғанын кире ҡаҡмаясағын белеп, яҙылыу һәм һатыу өсөн аҡсаны тыныс ҡына йыялар.
     Һуғышҡа халыҡтың аҡсаһы һәм хеҙмәте күберәк барған һайын, төрлө начальниктар һәм мутлашыусылар күберәк талай, бер кемдең дә уларҙы ғәйепләмәүен белеп, сөнки барыһы ла талай. Хәрбиҙәр, үлтереү өсөн тәрбиәләнеүселәр, тиҫтәләгән йылдар буйы кешелекһеҙлектә, тупаҫлыҡ һәм ғәмһеҙлек мәктәбендә үткәргәндәр шатлана, уларға аҡса бик күп өҫтәлә һәм үлтерелгәндәр улар өсөн өҫкә үрләргә вакансия аса. Читать далее →

Л. Н. Толстой: Ялған патриотизм хаҡында

                                Л. Н. Толстой: Ялған патриотизм хаҡында
     Беҙ Лев Николаевич Толстойҙы «Война и мир» китабынан, башҡортса «Һуғыш һәм солоҡ» тигән әҫәренән яҡшы беләбеҙ. Бик күренекле һәм билдәле яҙыусы башҡорттар араһында бер нисә тапҡыр була.Үткән быуаттарҙағы Ҡырым һәм Кавказ һуғышы ветераны Лев Толстойҙың тағы ни әҫәрҙәре бар һуң? Шул замандағы ялған патриотизм тураһындағы һәм 125 йылдан күберәк ваҡыт үтеп, бөгөнгө көндәргә тиклем үҙ актуаллығын юғалтмаған яҙмалары менән бик һирәктәргә таныштыр. «Христианство и патриотизм»(1893—1894 гг.), «Одумайтесь!» (1904 г.), «Патриотизм и правительство» (1900) яҙмалары менә кем таныш? «Письмо к либералам», «Письмо к фельдфебелю», «Не убий» тигән мәҡәлдәре менән?
     «Беҙ упҡынға табан тиҙлекте артырҙыҡ һәм туҡтай алмайбыҙ һәм шунда осабыҙ... Беҙ бер нисә тиҫтә иң әхлаҡһыҙ, хәйләкәр, үҙ мәнфәғәтен генә ҡайғыртҡан кешеләр менән идара ителәбеҙ. Был кешеләргә буйһоноу мыҫҡыллы һәм кәмһетеүле, улар беҙҙең күҙ алдында төрлө әшәкелектәр һәм яманлыҡтар менән юғары урындарға сығып, власты баҫып алған», – тип яҙа Толстой.
     Лев Толстой: «Халыҡҡа ҡурҡыныс янай тип ышандырғас, хөкүмәт уларҙы үҙенә буйһондора». Ҡол итә, тип яҙа ул. Аҫтағы мәҡәллә өҙөктәре Лев Толстойҙың «Христианство и патриотизм» китабынан алынған. Уны ул 1893 йылда яҙа һәм цензура арҡаһында тыйылып тик 1906 йылда китапҡа баҫтырыла һәм уны баҫтырған редакторға суд эше ҡуҙғатыла.

     Ил һөйөү имандан, үҙ илендең тоғро патриоты бул тип, юҡ — бар нәмәләр уйлап яҙыу иманлы мосолман кешеләре эше түгел. Аллаһ бар донъяны һәм халыҡты бер тигеҙ итеп яратты һәм бер-беребеҙгә, бер милләткә лә, бер дәүләткә лә өҫтөнлөк бирмәне. Был тигеҙлекте боҙорға тырышыусыларҙы Аллаһ Тәғәлә асыуы менән ергә күтәреп бәрер, шулай һәр саҡ булды һәм тиҙҙән шул хәл йәнә ҡабатланасаҡ. Читать далее →

Ләғнәт

                                                             Ләғнәт
     Ләғнәт, рәнйетеү, мыҫҡыл итеү, һүгеү, әрләү һәм ҡәһәрләү элек-электән кешеләр араһында нәфрәттең һәм күрә алмаусанлыҡтың иң киҫкен сағылышы тип һанала, һәм ҡайһы берәүҙәр уларҙы кешеләргә йәки ваҡиғаларға ҡарата кире мөнәсәбәтен күрһәтеү өсөн ҡуллана. 
     Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк: ләғнәт менән мыҫҡыл итеү араһында айырма бар. Ислам динендә мыҫҡыл итеү тыйыла. Лексика һүҙлеге йәһәттенән ул әрләү, һүгенеү, хурлау һәм яманлау (хула) тигәнде аңлата (3). Зөбәйҙә былай тип яҙа:" Мыҫҡыл итеү — һүгенеү, әрләү һәм хурлау " («Таджәль-арус», 2 т. 63 бит). Ибн Манзур шулай уҡ былай тип яҙа: «Мыҫҡыл итеү — оятһыҙ һүҙҙәр, улар яла яғыу кеүек түгел („Лисан әль-араб“, 12 т., 318 бит). Тарихи былай тип яҙа:» Кәмһетеү — берәй нәмәне минустар һәм етешһеҙлектәр аша һүрәтләү " («Маджма' аль-бахрейн», т. 6, 70 бит). Читать далее →

Рамаҙан айында ураҙа

                                                              Рамаҙан айында ураҙа
     Аллаһтың тәҡүәле ҡолдары нәсихәте китабынан.
     Шәйех Мәүләнә әйтә:
     «Изге Рамаҙан айы етте. Күктән рухи аҙыҡ төшһөн өсөн, матди ризыҡтан баш тарт. Был айҙа рухиәтең өсөн табын ҡорола. Был — йөрәктәребеҙҙе тәнебеҙ гонаһтарынан арындырыу һәм уны Илаһи һөйөү һәм иман менән һуғарыу айы».
     [Барса маҡтауҙарыбыҙ беҙҙе изге Рамаҙан айына ҡәҙәр йәшәткән Аллаһу Сүбхәнәһү үә Тәғәләгә. Изге Рамаҙан — шәфҡәткә һәм бәрәкәттәргә күмелгән ай. Рухи ҡиммәттәр тиреү өсөн иң уңдырышлы ай был. Был ай — Аллаһу Тәғәләнең Мөхәммәт Мостафа (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) өммәтенә махсус бүләге. Был ай — ихлас мөьминдәр өсөн Илаһи бүләктәр хазинаһы. Аллаһ илсеһе (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) әйтә:
     «Әгәр Аллаһ ҡолдары Рамаҙан айының хәкиҡи ҡиммәтен белһә, өммәтем уның йыл буйы дауам итеүен теләр ине». (Хәйсәми, т. III, стр. 141) Читать далее →

Зекер (Аллаһты зекер итеү)

                                                  Зекер (Аллаһты зекер итеү)


     Изге Ҡөръән Кәрим китабының «Әл-Әхзаб»сүрәһенең 41-42 аяттарында Аллаһ Тәғәлә: «Һеҙ Аллаһыны һәр бер эшегеҙҙә зекер итегеҙ. Һеҙ Аллаһыны күп зекер итеү менән бойоролғанһығыҙ, кис һәм төндәрҙә зекерҙә булығыҙ», – тигән. Әбйәлил ауылдары мәсеттәрендә башҡалар коронавирус ауырыуы һылтауы менән бикләнеп ятҡанда был зекерҙәр туҡтаманы. Хатта муллалар араһында был ауырыу булманы тиерлек, Аллаһыға шөкөр. Үткән аҙнала Аллаһ Тәғәләнең ризалығына, бәрәҡәтенә үә ниғмәтенә өмөт итеп, илебеҙгә именлек, тыныслыҡ һәм киләһе һынауҙарға сабырлыҡ күрһәтергә насип итһен тип, мосолмандар кесе йома зекеренәТаштимер ауылы мәсетенә йыйылдылар. Читать далее →

Белем һәм ғилем

                                                            Белем һәм ғилем
     Хөрмәтле мосолман ҡәрҙәштәр! Илдең, милләттең алға барыуы алған ғилемгә, уны тейешле файҙаланыуға, тормошҡа ашырыуға бәйле. Шул уҡ ваҡытта алған белем кешене һәр яҡлап тәрбиәләргә, бигерәктә Ислам дини әхләге яғынан, пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд сөннәте яғынан рухландырырға тейеш.
     «Мотлаҡи дини белем» тигән төшөнсә бар, үҙен мосолман тип һанаған кеше, һис шикһеҙ, хәйерле ғилемгә эйә булырға тейеш. «Ҡаш төҙәтәм тип, күҙ сығармаҫ» өсөн, теоретик һәм рухи ғилемеңде тулыландырыу, иманыңдан яҙмаҫ өсөн алған ғилемеңде тормошта дөрөҫ файҙаланыу мөһим. Хәҡиҡәткә, игелеккә саҡырыуыбыҙҙың һөҙөмтәһе әхүәле рухиәбеҙ офоҡтарына туранан-тура бәйле, тимәк ғилемебеҙҙе, офоҡтарыбыҙҙы киңәйтергә кәрәк. Читать далее →

Бала төшөрөү (аборт)

                                                 Бала төшөрөү (аборт).
     Әсә ҡарынында ятҡан баланы төшөрөү, икенсе төрлө әйткәндә абортты хәҙерге заманда бер ауырыу органды, миҫалға: шешкән һуҡыр эсәкте ҡырҡып алыу ташлау һымаҡ күрә күрә башланылар. Ҡайһы бер ҡатын-ҡыҙҙар уның сәләмәтлеккә ниндәй ҙур зыян килтереүе тураһында ла, йәмғиәттебеҙҙә, бигерәктә динебеҙҙә хупланмаған ғәмәл булыуы тураһында уйламайҙар ҙа. Ә бит бала төшөрөүҙе диндәр ҙә тыя. Исламда был оло гонаһ һанала. Сөнки бала төшөрөү – был донъяға тыуып, йәшәргә теләгән балаға, ҡаршы енәйәт ул, нисек инде йөрәген аҫтында йәнәшә типкән кескенә йөрәкте үлтерәһең?
     Әгәр ҡатын-ҡыҙ ауырға ҡалһа, тыуасаҡ сабыйы өсөн доға ҡылып, уны көтөргә кәрәк. Кемдер буласаҡ баланан ҡотолорға теләй, ә шул уҡ ваҡытта күпме ҡатын-ҡыҙ бала табыу һәләтенән мәхрүм? Донъябыҙҙа күпме ҡатын-ҡыҙ бала таба алмай илай. Улар барыһын да бирер ине, ә бала юҡ. Ошо шатлыҡ өсөн был бәхетһеҙҙәр бөтә донъяһын бирергә әҙерҙәр, әсә булырға теләйҙәр. Улар әсә булыу тураһында хыяллана, бәпестәрен күкрәктәренә ҡыҫып, яратып, үбәһеләре килә. Ошо абортҡа барған ҡатын-ҡыҙҙарҙың бәләкәй генә бәпесте ҡулына алып, иркәләһе, кескенә генә ҡулдарынан үбеп, үҙ балаһының еҫен тояһы килмәне микән? Донъяға ауаз да һалмаған баланы нисек инде юҡ итеп була? Тормош булғас, төрлө осраҡтар була, төрлә һынауҙар, ҡаршылыҡтар килә, һүҙ ҙә юҡ. Ләкин, яуаплыҡтан ҡурҡып ҡына кеше ғүмерен өҙөү дөрөҫ түгел һәм был хаҡта бер аҙ уҡып китәйек. Читать далее →