Архив метки: ғөрөф-ғәҙәт

Өсө-етеһе-ҡырҡы, Нурмөхәмәт хәҙрәт

                                         Өсө-етеһе-ҡырҡы, Нурмөхәмәт хәҙрәт
     Мәрхүм-мәрхүмәләр рухына өсөн-етеһен-ҡырҡын уҡытыу тураһында ҡәҙерле, хәҙер инде мәрхүм Нурмөхәмәт хәҙрәтебеҙ нимә әйткән ул. Әйҙәгеҙ тағын хөрмәтле мөфтиебеҙ Нурмөхәммәт хәҙрәт Ниғмәтуллиндең «Иман – күңел көҙгөһө» китабын ҡарайыҡ. Ул яҙа:
     Әл-хәмдү лил-ләһ, динебеҙҙә баҡыйлыҡҡа күскәндәргә хәйер биреү ҙә бар. «Мәрхүмдәрҙең рухы килә, көтөп тора», — тип беҙ бәләкәй саҡта ла әсәйҙәр, өләсәйҙәр хәленән килгән миҡдарҙа хәйер бирә торғайны.
     Исламда мәрхүмдәрҙе ҡәҙерләп һуңғы юлға оҙатыу, өсөнсө, етенсе, ҡырҡынсы көнөн, йыллығын үткәреү, унан һуң да иҫкә алып тороу йолаһы бар. Был, беренсенән, ҡайғы уртаҡлашыу булһа, икенсе яҡтан мәрхүмдең рухына хәйер бирелә, доға ҡылына. Был үҙебеҙгә бәрәкәт, күңел тыныслығы булып әйләнеп ҡайта.
     Шулай ҙа, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, хәйерҙе аҡса биреү тип кенә аңларға ярамай. Бер-береңә аҡыл, фекер, ҡул көсө менән ярҙам итеү, йылмайып күрешеү, хәлде һорашыу, иман йорттары төҙөшөү — барыһы ла хәйер ул. Уларҙың барыһынан да бәрәкәт килә. Читать далее