Бала төшөрөү (аборт).
Әсә ҡарынында ятҡан баланы төшөрөү, икенсе төрлө әйткәндә абортты хәҙерге заманда бер ауырыу органды, миҫалға: шешкән һуҡыр эсәкте ҡырҡып алыу ташлау һымаҡ күрә күрә башланылар. Ҡайһы бер ҡатын-ҡыҙҙар уның сәләмәтлеккә ниндәй ҙур зыян килтереүе тураһында ла, йәмғиәттебеҙҙә, бигерәктә динебеҙҙә хупланмаған ғәмәл булыуы тураһында уйламайҙар ҙа. Ә бит бала төшөрөүҙе диндәр ҙә тыя. Исламда был оло гонаһ һанала. Сөнки бала төшөрөү – был донъяға тыуып, йәшәргә теләгән балаға, ҡаршы енәйәт ул, нисек инде йөрәген аҫтында йәнәшә типкән кескенә йөрәкте үлтерәһең?
Әгәр ҡатын-ҡыҙ ауырға ҡалһа, тыуасаҡ сабыйы өсөн доға ҡылып, уны көтөргә кәрәк. Кемдер буласаҡ баланан ҡотолорға теләй, ә шул уҡ ваҡытта күпме ҡатын-ҡыҙ бала табыу һәләтенән мәхрүм? Донъябыҙҙа күпме ҡатын-ҡыҙ бала таба алмай илай. Улар барыһын да бирер ине, ә бала юҡ. Ошо шатлыҡ өсөн был бәхетһеҙҙәр бөтә донъяһын бирергә әҙерҙәр, әсә булырға теләйҙәр. Улар әсә булыу тураһында хыяллана, бәпестәрен күкрәктәренә ҡыҫып, яратып, үбәһеләре килә. Ошо абортҡа барған ҡатын-ҡыҙҙарҙың бәләкәй генә бәпесте ҡулына алып, иркәләһе, кескенә генә ҡулдарынан үбеп, үҙ балаһының еҫен тояһы килмәне микән? Донъяға ауаз да һалмаған баланы нисек инде юҡ итеп була? Тормош булғас, төрлө осраҡтар була, төрлә һынауҙар, ҡаршылыҡтар килә, һүҙ ҙә юҡ. Ләкин, яуаплыҡтан ҡурҡып ҡына кеше ғүмерен өҙөү дөрөҫ түгел һәм был хаҡта бер аҙ уҡып китәйек.
Аллаһ Тәғәлә: «Мин баланы һеҙгә бүләк итеп бирәм. Һеҙ ни тиклем генә тырышһағыҙ ҙа, әгәр минең рәхмәтем төшмәһә, бала булмай», – тип әйтә. Шуға балаларыбыҙ бар икән, был Аллаһының рәхмәте һәм ниғмәте.
Был хаҡта Ҡөръәндә бик күп йылдар буйы балалары булмаған Ибраһим ғәләйһиссәләмде миҫалға килтерергә мөмкин. Ул йылдар буйы ғибәҙәттә булып Аллаһыға доға ҡылып бала һорай. Шунан Раббыбыҙ: «Ибраһим ғәләйһиссәләмгә Исмәғил менән Исхаҡты бүләк иттем», – тип әйтә. Зәкәриә пәйғәмбәребеҙҙә: «Мин бит ҡартайҙым, ҡатыным да бала тапмаҫ йәшкә етте. Әй, рәхмәт ҡылыусы Аллаһ! Минең нәҫелемде дауам иттермәҫме?!» – тип һорай. Аллаһтан бойороҡ килә: «Яхья исемле, Аллаһыға тоғро һүҙле, тиңдәре булмаған бала менән шатландырам», – тип әйтә. Һәм быларҙың балалары була. Беҙҙең боронғо әкиәттәребеҙҙә лә ҡартайып бөткән әбей-бабайға Хоҙай бала биреп, шул әкиәт геройҙары образы тәрбиәһе беҙҙе үҫтерҙе түгелме?
Хәҡиҡәттә, Аллаһ Тәғәлә кемгә теләй, шуға бала ғына бирә. Уның бик ҙур бүләк икәнен балаға уҙа алмай интеккән ҡатындарҙан һорағыҙ. Күпме ғәиләләр нәҫелен дауам итә алмай, шул бала булмау арҡаһында, күпме парҙар тарҡала, тормоштың, был донъяға килеүҙең мәғәнәһе юғала. Шуға ла балалар Раббыбыҙҙың бер ғибрәте, мөғжизәһе, шулар өсөн ынтылып йәшәйбеҙ түгелме ни?
Сабыйыңдан баш тартыу – Аллаһының илаһи бәрәкәттәренә рәхмәтһеҙлек күрһәтеү, никахтың төп маҡсатынан баш тартыу, рухи, дөйөм кешелек, әхлаҡи ҡиммәттәрҙең, шатлыҡтарҙың тәмен тоя белмәү ул. Аллаһ Тәғәлә һәр бер йән эйәһен һәм уның ағзаһын билдәле маҡсат өсөн бар ҡылған; һәр бер йән эйәһенең, был донъяла үҙ тәғәйенләнешен үтәр өсөн, анатомик, физиологик һәм психик үҙенсәлектәре бар. Ислам, кешенең яратылыу һәм фани донъяла булыу маҡсатына нигеҙләнеп, ир һәм ҡатын араһындағы мөнәсәбәттәрҙең аныҡ принциптарын билдәләгән. Үҙенең үҫешенең теләһә ҡайһы осоронда булған кешенең яралғының, баланың, оло кешенең, ҡарт кешенең, дауалап булмаҫлыҡ ауырыу йәки үлем ғазабы кисереүсенең һәр береһенә; сәләмәттең дә, ауырыуҙың да, байҙың ла, ярлының да — йәшәргә хаҡы бар, ул ҡағылғыһыҙ! Шуға күрә йөклөлөктө өҙөү, уның ниндәй осорҙа булыуына ҡарамаҫтан, кешелеккә ҡарата булған енәйәт!
«Әгәр ҙә улар Аллаһ һәм ҡиәмәт көнөнә ышанһалар, уларға Аллаһ Тәғәлә ҡарындарында яратҡанды йәшереү тыйыла», — тип әйтә Аллаһ Тәғәлә. «Әл-Бәҡара» сүрәһе, 228-се аят.
Хаҡ Тәғәлә: «Мин һеҙгә баланы бүләк итәм, әммә һеҙ уны ашата, тәрбиәләй алмам, тип ҡурҡаһығыҙ», – ти. Шулай уҡ Ҡөрьәндең бер аятында «Балағыҙҙы аслыҡтан ҡурҡып үлтерә күрмәгеҙ, мин уларҙы һәм һеҙҙе ризыҡландырыусы», – тип әйтелә. Әсә ҡарынындағы яралғыға 4 ай булғанда, Аллаһ уның яҙмышын яҙа, йән иңдерә һәм ризығын билдәләй. Бала атай-әсәй өлөшөнә лә, дәүләт өлөшөнә лә инмәй. Шуға күрә хәйерселәр арттыраһығыҙ, тийеүсегә «Аллаһ үҙе ризыҡландыра!» – тип яуап бирегеҙ.
Аллаһ Тәғәлә: «Кешенең йәне үҙенән алда тыуа, ул 4 айлыҡ бала булғас ҡына түгел, бәлки, унан алдараҡ ғүмер итә башлай», – тип әйтә. Тимәк, ошо ваҡытта уға ғына йән керә, шунан һуң ғына уны үлтереү үлтереүгә һанала тип аҡланыусыларға: «Һеҙ күрмәйһегеҙме – бер тамсынан ҡан бөртөгөнә, ҡан бөртөгөнән сәйнәлгән иткә, унан һөйәккә әүерелеп, кешегә әйләнә, йәғни йән менән тән тоташа», – тип әйтә. Бала нисә айлыҡ булыуға ҡарамаҫтан, әсә ҡарынында ғүмер итә башланымы, унан ҡотолоу үлтереүгә инә.
Ҡайһы берәүҙәр Аллаһы Тәғәләнең «тамсы»һына, 120 көндән, йәғни дүрт ай самаһы ваҡыт уҙғас, ошо ит киҫәгенә фәрештәләр ярҙамы менән йән инә һәм бала формалаша башлай, уның һиҙгерлеге арта, тиҙәр. Ләкин «тәүге тамсы»ны ла беҙ йән эйәһе түгел тип әйтә алмайбыҙ.
«Күңелеңә хуш килмәгән» бәпәйҙән аборт яһап ҡотолоу – Исламға ҡәҙәр Ғәрәбстанда киң таралыу алған балаларҙы һәләк итеүҙең бер формаһы. Ул замандарҙа ҡыҙ балаларҙы тереләй ергә күмгәндәр. Беҙҙең бөгөнгө заманда ҡатын-ҡыҙҙар баш булыр өсөн ир-ат менән ярыша. Ҡатын-ҡыҙҙың тәбиғәтенә ҡаршы килгән ул ярышыу гүзәл заттың үҙенә һәм әсәй булыу бәхетенә зыян һала. Был кешелеккә ҡаршы килгән «атеистик ҡараш» һөҙөмтәһе, Аллаһ Тәғәләне онотоу һәм «материалистик тәрбиә» биреү нәтижәһе. Барыбыҙҙа бит донъяның матди яғына, байлыҡҡа, аҡсаға ынтылабыҙ. Үткән замандарға күҙ һалһаҡ, бәләкәй генә өй тулы балалар булған, ә хәҙерге ғәиләләр йәшәгән йылы, иркен ике этажлы һарайҙарҙа бер бала бармы?
Беҙ Исламға ҡәҙәр осорҙо «йәһилиәт осоро» тибеҙ һәм хаҡлы рәүештә был осор кешеләренең ғәмәлдәренә асыуыбыҙ килә, сөнки улар, фәҡирлектән ҡурҡып һәм башҡа сәбәптәр арҡаһында, үҙ балаларын үлтергән, ә бөгөн нимәнән ҡурҡабыҙ? Йәһилиәт заманында ҡыҙ балаларҙы тереләй ергә күмгәндәр. Бөгөн миллиондарса бала әсә ҡарынында уҡ үлтерелә. Улар яҡты донъяны ла күреп өлгөрмәй. Әсәһенең күҙ алдында ҡул-аяҡтары, башы өҙөп алына. Һәм әсә фани донъяла тыныс йәшәү өсөн, уны ҡорбан итә. Кем белә, бөгөн ҡорбан булған шул бала иртәгә уның тормошонда таянысы булыр ине, ҡартлыҡ көндәрендә был әсә ҡыуанып ултырыр ине.
Бөгөнгө медицина өлкәһендәге тикшеренеүҙәр әсәнең күңел хистәре ҡарынында ятҡан балаға тәьҫир итә тигәндәр. Шуға әсәнең бөтә ҡайғырыу-шатлыҡтары ошо бәпескә барып еттә. Шуға ла ошо хистәр баланың (яралғының) үҫешенә ыңғай һәм тиҫкәре һөҙөмтә бирәләр. Әсә кеше баланы ихластан табырға теләй икән, ул сабый сәләмәт булып тыуыр һәм киләсәк тормошонда ла уңыштарға ирешер. Әгәр инде был бала кәрәкмәй, абортҡа барам тигән ҡатын-ҡыҙҙың сабыйы ауырыу, көсһөҙ булып тыуыр һәм киләсәктә бәхетһеҙлектәргә дусар булыр тигәндәр.
Хәҙерге мәлдә аборттар УЗИ экраны ярҙамында эшләнә һәм врачтар шундай ҡурҡыныс һөҙөмтәне асыҡлағандар. Аборт ваҡытында әсә ҡарынындағы сабый гинекологтарҙың ҡулындағы инструментан ҡасырға, йәшенерергә маташа, ҡулдары менән ҡапланырға, һаҡланып ҡалырға тырыша тиҙәр, уның йөрәк тибеше көсәйә, ҡысҡырырға теләгәндәй ауыҙын аса… Ул сабыйҙар йәшәргә һәм был матур донъяға тыуырға теләгәндәрҙер инде. Улар хистәр аша күп нәмәне аңлайҙар, йылмаялар, көләләр, шатланалар һәм әсәһе менән ҡуша ҡайғыралар.
Аллаһ балаларға ҡарата енәйәт эшләүҙе тыя һәм бойора: «Фәҡир ҡалыуҙан ҡурҡып, балаларығыҙҙы үлтермәгеҙ. Беҙ уларға ла, һеҙҙең үҙегеҙгә лә ризыҡ бирәсәкбеҙ. Уларҙы үлтереү, хаҡтыр, ҙур гонаһ» (Исра (Төнгө йөрөү, 17/31).
Аллаһ нисә бала бирә, шуны табырға кәрәк. Сөнки балалар – Аллаһтың кешегә биргән бүләге, бәрәкәте. Күптәргә бирмәй уны. Аллаһ Үҙенең һәр йән эйәһенә ризыҡ Биреүсе. Күпме генә бала булмаһын, ризыҡһыҙ ҡалдырмай. Ә бәлки күп балалы ғәиләләргә башҡаларға ҡарағанда күберәк тә бирер, иншаАллаһ. Аҫырарға хәлебеҙҙән килмәй, тип баланан бушанырға ярамай. Бала тыуыу бәрәкәтенә сабыйға ризығы килеп торор, өҙөлмәҫ. Ә инде Аллаһ тарафынан ярлы йәшәргә тәҡдир ҡылынған икән, бер генә бала булһа ла, аслы-туҡлы йәшәр.
Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләмдән бер сәхәбә: “Ниндәй гонаһ иң ҙуры?"- һораған. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ: «Аллаһҡа ширек ҡылыу», тигән. “Әйе, был ҙур гонаһ, һуңынан нимә?- тип һорауын дауам итә теге кеше. “Ризығыңды ашар, туйҙыра алмаҫһың тип үҙ балаңды үлтереү", — тип яуаплаған Мөхәммәд ғәләйһис-сәләм. “Ә һуңынан нимә?”- тигән сәхәбә. “Күршеңдең-ҡатыны менән зина ҡылыу", — тигән расулуллаһ ғәләйһис-сәләм.
Баланан бушаныуҙы, аборт эшләтеүҙе расулуллаһ ғәләйһис-сәләм ширек менән бер рәттән ҡуйҙы. Был гонаһ йәһәннәмгә илтә торған икәненә шик юҡ. Бик һирәк осраҡта, әсәнең йәки баланың тере ҡалыу-ҡалмауына шик булғанда ғына рөхсәт ителгән. Башҡа осраҡта ҡәтғи тыйылған.
Бынан тыш Аллаһ Тәғәлә «…тереләй ергә күмелгән сабый ҡыҙ баланан: ни сәбәпле һине шулай ҡылдылар, тип һорар ваҡыт еткәс …» (Тәкүир (Төрөп ҡуйыу), 81/8-9), йәғни балаларға ҡарата ҡылынған енәйәттәр өсөн Әхирәттә яуап тоторға кәрәк буласағын да иҫкәртә. Аллаһ Тәғәлә «Атай — әсәй тарафынан үлтерелгән сабый ҡиәмәт көнөндә, улар ҡаршына килеп баҫып: «Ниндәй гонаһтарым һәм хаталарым өсөн һеҙ мине үлтерҙегеҙ?», — тип һорар», — тип әйтә. Аборт яһатыу, йәғни бала төшөрөү ҙә, яңы тыуған сабыйҙы күмеп ҡуйыу икеһе лә бер енәйәт — кеше үлтереүгә тиң. Әгәр әсәй үҙ ҡарындағы балаһын үлтерһә, ул бөтә донъялағы кешеләрҙе үлтергән кеүек һанала. Аллаһ Тәғәлә Ҡөръән Кәримдә: «Әгәр берәү икенсе бер кешене үлтерһә, бөтә ғаләмдә йәшәүселәрҙе үлтергән кеүек булыр», – тип әйтә. Шул рәүешле Ул гонаһтың хәтәрлеген күрһәтә. Быға ошондай дәлилдәр килтерелә: Бер ваҡыт пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһис-сәләм сәхәбәләре менән ултырғанда, улар эргәһенә яңы ғына дингә баҫҡан бер ир килә. «Йә, рәсүлуллаһ, мин мосолман динен ҡабул итмәҫ элек тормошомда булған бер ваҡиғаны һиңә еткерергә теләйем әле, — тип һөйләй башлай был ғәрәп. – Ғәиләбеҙҙә ҡыҙ балабыҙ бар ине. Бер мәле өйгә ҡайттым да, ҡатыныма: «Ҡыҙыбыҙҙы яҡшылап ашат, йыуындыр һәм кейендер. Мин уны һинең туғандарыңа илтеп ҡуям, тинем. Ҡатыным ялған һөйләүемде аңланы, әммә минең һүҙгә ҡаршы килә алманы. Илай-илай ҡыҙыбыҙҙы йыуындырҙы, матур итеп кейендерҙе. Шунан һуң мин ҡыҙымды етәкләп өйөбөҙҙән алып сығып киттем. Ҡатыным ишек алдына йығылып, үкһеп-үкһеп илап, беҙҙе оҙатып ҡалды. Мәккә ҡалаһынан сыҡҡас, бер тирәлә күп итеп ҡаҙылған соҡорҙарҙың береһе янына килдем дә, баламды үҙ ҡулым менән шунда этеп төшөрә башланым. Ул минең сапанымдың итәгенә йәбешеп: «Атайым, туҡта, сапаңына туҙан ҡунған, шуны ҡағайымсы», — тип ялбарҙы. Мин уның һүҙен ишетмәмешкә һалышып, тибеп ебәрҙем һәм уны тере килеш тиҙ генә күмеп ҡуйҙым. Бер ни ҙә булмағандай өйгә ҡайтып киттем». Әлеге хәлде ишеткәс, сәхәбәләр ултырған урындарынан һикереп тороп, ирҙең ауыҙын ябырға тырышалар: «Етте, һөйләмә! Пәйғәмбәребеҙҙең кәйефен боҙҙоң, уны илаттың», — тиҙәр. Рәсүлебеҙ бармағын күтәреп, сәхәбәләренә өндәшмәҫкә ҡуша һәм теге кешегә һөйләгәндәрен ҡабатларға бойора. Шул рәүешле ул: «Әй, бәндәләр, күрҙегеҙме, ислам дине һеҙҙе ниндәй вәхшилектән, ҡәбәхәтлектән тыя», — тип әйтергә теләй ине. Исламда бала үлтереү — ҙур гонаһ. Бында бер ниндәй бәхәс юҡ. Тарихҡа күҙ һалһаҡ, ул шуны күрербеҙ: ғәрәп халҡында, исламды ҡабул иткәнсе, яңы тыуған балаларын тереләй күмеү киң таралған була. Улар балаларын ашарға ризыҡ етмәүҙән ҡурҡып харап иткән.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙ йәнә йәһилиәт осорона тәгәрәп төштөк. Хәҙерге көндәрҙә бәндәләр хайуанға ҡарағанда ла түбәнгә тәгәрәне. Бер генә хайуан да, балаһы тыуғас, уны ташламай, сүп һауытына һалып ҡалдырмай, мендәр менән ҡаплап түлтермәй, башын ҡайҙалыр ҡуша һуҡмай йә иһә һыуға батырып үлтермәй. Кешеләр араһында иһә бындай вәхшилек ҡолас йәйгән, йәғни ислам динен ҡабул иткәнсе ғәрәп илендә балаларҙы үлтереү нисек күп булһа, хәҙер шул заманға оҡшаш хәлде күрәбеҙ. Ни өсөн шул тиклем иманһыҙлыҡҡа еттек һуң тигәндә, беҙҙең күңелебеҙ, йөрәгебеҙ ҡата башланы тип әйтергә кәрәк. Был көндәге тормош ауыр тип йәки башҡа төрлө һылтау-сәбәптәр табып, әсәләр йөрәк аҫтында йөрөткән сабыйҙарын төшөрә йә иһә тапҡас, уларҙы сүп һауытына ташлай, һалҡында туңдырып үлтерә.
Исламда йөклөлөктө өҙөү ҙур гонаһ булып һанала. Был гонаһ ҡатын -ҡыҙға ғына түгел, уны был аҙымға этәреүсе барлыҡ кешеләргә лә ҡағыла. Аллаһ Тәғәлә әйтә: «Әй, Пәйғәмбәр! Әгәр һиңә мөьмин ҡатындар килеп Аллаһыға беркемде лә ширеҡ килтермәҫкә, урлашмаҫҡа, зина ҡылмаҫҡа, балаларын үлтермәҫкә, башҡаларҙан булған балаларын ирҙәренә таҡмаҫҡа, бөтөн кешегә билдәләнгән нәмәләрҙә һиңә итәғәтһеҙлек күрһәтмәҫкә ант итергә теләһәләр, уларҙың анттарын ҡабул ит һәм Аллаһынан уларҙы ғәфү итеүҙе һора. Сөнки Аллаһ — ғәфү итеүсе һәм мәрхәмәтле». «Мүмтәхәнә» сүрәһе, 60/12 се аят.
Аборт динебеҙҙә бер генә осраҡта рөхсәт ителә ала. Әгәр ҙә баланы алдырмаһаң, әсәй кешегә үлем хәүефе янаған осраҡта ғына. Башҡа осраҡтарҙа баланы Хоҙай биргән бүләк итеп ҡабул итергә кәрәк. Тыуа торған бала ауырыу булыу осрағы булһа ла, Аллаһынан ярҙам һорап доға ҡылырға кәрәк. Табибтар ауырыу бала тыуасаҡ тип, теүәл дөрөҫләй алмайҙар бит. Табибтар баланың ауырыу, зәғиф тыуаһын билдәләһәләр ҙә, аборт яһау рөхсәт ителмәй. Аллаһ Тәғәлә уны Үҙе теләгәнсә ярата һәм Унан башҡа бер кем дә тере йәндең яҙмышын хәл итә алмай. Сөнки баланың ризығын да Аллаһы Тәғәлә алдан уҡ билдәләп ҡуйған.
Шәйех Мөхәммәд ибн Ибраһим фәтүәләр китабында былай тип яҙа: «Баланың әсә ҡарынында үлгәне раҫланғансы, аборт яһау тыйыла. Әгәр раҫланһа, рөхсәт ителә».
Шул абортҡа һәм башҡа күңелһеҙ хәлдәргә илтә торған башҡа хәлдәр булмаһын өсөн, былар хаҡында уйланып, үҙ хәлебеҙҙе бизмәнгә һалып, үлсәп ҡарарға тейешбеҙ: Аллаһтың күркәм ҡоломо беҙ, әллә юҡмы? Беҙҙең ниндәй хаталарыбыҙ өсөн әлеге мәлдә донъяларыбыҙ ошондайыраҡ фәжиғәләргә тарый? Йәмғиәттәге тыныслыҡ һәм именлек өсөн ғибәҙәттәребеҙ ниндәй булырға тейеш? Үҙебеҙгә хисап ҡылайыҡ та, бөтә Ислам донъяһы өсөн ғибәҙәттә булайыҡ.
Үҙебеҙҙең һәм балаларыбыҙҙың тәрбиә мәсьәләһен нығытайыҡ. Атай-әсәйҙәрҙең күбеһе хәҙер тәрбиә һүҙенең мәғәнәһен баланы ашатыу-эсереү, өҫ-башты бөтәйтеү, дуҫтар, таныштар ярҙамы менән уҡырға индереү, эшкә урынлаштырыуҙа күрә, баланың эске донъяһы тураһында онота. Күңелһеҙ хәлдәр булғанда, ғәйепте балалар баҡсаһы, мәктәп, юғары уҡыу йортынан эҙләмәйек. Улар балаларыбыҙҙың үҫеш-аңына кәрәкле дәрес бирәләр, яҙырға, уҡырға, һанарға, компьютерҙа эшләргә, сит телдәрҙе, һөнәр һәм башҡа нәмә өйрәтәләр.
Балаларға тәрбиә һәм әхләҡ биреү ата-әсәнең бурысы. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһис-сәләмдең тәрбиә мәсьәләһендә әйткән бик матур һүҙҙәре бар. Бер мәле уға бер ҡатын: «Йә, Рәсүлуллаһ, балама өс йәш тулды. Уны ҡасан тәрбиәләй башлайым?», — тигәс, пәйғәмбәребеҙ: «Эй, әсә, өс йыл да туғыҙ айға һуңға ҡалғанһың инде», — тип яуап ҡайтара, йәғни ҡатын-ҡыҙҙың ҡарынында ит киҫәге барлыҡҡа килгәс үк тәрбиә башланырға тейеш. Әсә кеше «бисмилла»һын уҡып, Аллаһ Тәғәләгә зекер әйтеп, Уға ялбарып, иманлы, шәфҡәтле, мәрхәмәтле бала булһа ине тип доға ҡылырға бурыслы. Аллаһ Тәғәләгә ышанырға, динебеҙҙе ҡәҙер-хөрмәт итергә, атай-әсәй хаҡын үтәргә, туғанлыҡ мөнәсәбәтен нығытырға өндәү, тыуған телебеҙгә мөхәббәт уятыу — ата-әсә вазифаһы. Шуға ла йәшләй балаға уҙған ҡыҙҙарҙың абортҡа барыуына уларҙың ваҡытында тәрбиә бирмәгән ата-әсәләре ғәйеплелер. Рәсүлебеҙ үҙенең хәҙисендә: «Хәрәм ризыҡ һәм эсемлек менән тәнегеҙҙе бысратмағыҙ», — тип. Әсәнең ашаған ризығы балаға ла бара. Әсә кеше динебеҙ тыйған нәмә менән туҡланып, ярамаған эсемлек эсһә, улар сабыйҙың үҫешенә кире йоғонто яһай. Шуға күрә лә атай-әсәйҙәр иғтибарлы булһын, балаларының киләсәгенә ҡул һелтәмәһен ине. Аллаһтың барлығын, берлеген онотмайынса, сабыйҙарҙың күңелендә күркәм сифаттар тәрбиәләп кенә итәғәтле быуын үҫтерә алабыҙ.
Кеше ысын бәхеткә ирешергә теләһә, былар күңел тыныслығынан һәм сәләмәтлектән ғибәрәт, Аллаһ Тәғәлә ҡушҡандарҙы үтеп, Ул тыйғандарҙан тыйылып йәшәргә тейеш. Шул ваҡытта әҙәм балаһы фани донъяла ла, ахирәттә лә бәхетле була. Шуны ла онотмайыҡ: бөтә эш-ғәмәлдәребеҙ яҙмышҡа тәьҫир итә. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд: «Ҡылған гонаһтарығыҙ өсөн башығыҙға бәлә килер. Тәүбәгеҙ менән гонаһтарығыҙ китәр, шуның менән бәләләрҙән дә ҡотолорһығыҙ», — тигән. Тәүбә итәйек, Аллаһы беҙҙең ҡылған гонаһларыбыҙҙы ғәфү итһен, Үҙ юлынан аҙаштырмаһын, Иблис ҡотҡоһонан йыраҡ ҡылһын. Әмин.
Балаға уҙыр өсөн доғалар: https://nazir1965.com/do%D2%93alar/bala%D2%93a-u%D2%99yu-%D3%A9s%D3%A9n-do%D2%93alar.html
Әсәләр доғаһы: https://nazir1965.com/do%D2%93alar/%D3%99s%D3%99l%D3%99r-do%D2%93a%D2%BBy.html