Лев Николаевич Толстой: Урыҫ хөкүмәтенең ялғаны
Батша, төп яуаплы кеше, ғәскәрҙәргә парадтар яһауын дауам итә, рәхмәт әйтә, бүләкләй, дәртләндерә, запастағыларҙы мобилизациялау тураһында указ сығара. Тоғро ялағайҙары ҡабат һәм ҡабат үҙҙәренең яратҡан монархы өсөн үҙҙәренең мөлкәтен һәм ғүмерен бирергә әҙер, әммә тик һүҙҙә генә. Үҙҙәре иһә, бер-береһе алдында һүҙҙә түгел, ә ғәмәлдә айырылып торорға теләп, ғәиләләрҙән аталарын айыралар, уларҙы етем ҡалдырып туҡландырыусыларҙы һуйыуға ебәрергә әҙерләйҙәр. Гәзитселәр, урыҫтарҙың хәле насарыраҡ булған һайын, хурлыҡлы еңелеүҙәрҙе еңеүҙәргә әйләндереп, намыҫһыҙыраҡ алдашалар, бер кемдең дә уларҙың ялғанын кире ҡаҡмаясағын белеп, яҙылыу һәм һатыу өсөн аҡсаны тыныс ҡына йыялар.
Һуғышҡа халыҡтың аҡсаһы һәм хеҙмәте күберәк барған һайын, төрлө начальниктар һәм мутлашыусылар күберәк талай, бер кемдең дә уларҙы ғәйепләмәүен белеп, сөнки барыһы ла талай. Хәрбиҙәр, үлтереү өсөн тәрбиәләнеүселәр, тиҫтәләгән йылдар буйы кешелекһеҙлектә, тупаҫлыҡ һәм ғәмһеҙлек мәктәбендә үткәргәндәр шатлана, уларға аҡса бик күп өҫтәлә һәм үлтерелгәндәр улар өсөн өҫкә үрләргә вакансия аса.
Христиан пасторҙары кешеләрҙе иң ҙур енәйәт ҡылырға саҡырыуын дауам итә, Аллаһынан һуғыш эшенә ярҙам һорап көфөр һөйләүен дауам итәләр, һәм был боҙоҡлоҡто хөкөм итәһе урынға, енәйәт урынында кешеләрҙе үлтереүгә тәре менән дәртләндергән шундай поптарҙың һәр береһен аҡлайҙар һәм маҡтайҙар.
Л. Н. Толстой: Ялған патриотизм хаҡында: https://nazir1965.com/%d2%93ibr%d3%99tle-%d2%a1issalar-xik%d3%99j%d3%99tt%d3%99r-v%d3%99%d2%93%d3%99zd%d3%99r/11945.html#more-11945
Ҡалғанын аҫта ПДФ файлда уҡығыҙ: