Архив метки: патриот

Мосолман патриотизмы

                                                            Мосолман патриотизмы

     Патриот һүҙҙе гректәрҙән килә. Үҙ ҡалаһын яратҡан грек – гражданин тип аталған һәм «патриот» тип, сит, ят кешене атағандар. «Патриот» һүҙе Рәсәйгә, башҡа күп кенә сит ил төшөнсәләре кеүек үк, Петр I үҙ дәүерендә «алып килә». Тәүге тапҡыр ул монархтың көрәштәше, барон Һәм ҡаҙна урлаусы П. П. Шафировтың 1717 йылда яҙылған хеҙмәтендә барлыҡҡа килә. Патриот, тигән һүҙҙенең эргәһенә «Ватан улы», тигән һылтанма бирелә. Ә бына «патриотизм» һүҙе урыҫ телендә Екатерина II дәүерендә генә барлыҡҡа килә (тәүге тапҡыр 1770-се йылдарҙа осрай) һәм XIX быуатҡа тиклем һирәк осрай. Башта граждандарҙы патриотизм рухында тәрбиәләү монарх власын нығытыу өсөн эшләй кеүек тойола, сөнки «патер» (лат.) — ул барыбер ата, ә халыҡ атаһы – ул, әлбиттә, монарх. Әммә Екатерина II дәүерендә үк патриотизмдың монархиялы ғына түгел, республика (тиранлыҡҡа ҡаршы) булыуы мөмкинлеге асыҡлана. Миҫалға: Батшаның империяһын киңәйтеү маҡсатында сит илдәргә һөжүм иткән һалдаттар — тирандың патриоттары һәм ошо батшаны алып ташлап, монархияны бөтөрәбеҙ, республика урынлаштырабыҙ тигәндәрҙә — патриоттар. Ул ваҡыттағы Фонвизин Д. И һәм Радищев А. Н., тигән әҙәмдәр, икеһе лә крепостной правоны бөтөрөү өсөн, крәҫтиәндәрҙең ирекле хоҡуҡтары өсөн сығыш яһай, ә уларҙы айырып торған нәмә — улар быға төрлө юлдар менән килергә теләй. Фонвизин реформалар юлы менән крепостнойлыҡты сикләргә ынтыла, ә Радищев крепостной хоҡуҡты бөтөрөү тураһында хыяллана, хатта бының өсөн революция ойошторорға тура килһә лә, йәғни ҡоролошто радикаль үҙгәртергә теләй.
     Иблистең ҡотҡо уйыны – патриотизм – халыҡты аҙҙырырға, үҙ ара һуғыштырырға, шул ваҡытта байҙарға хисапһыҙ килем алырға ойошторолған сара түгелме? Әйҙә ары тикшерәйек, урыҫ тарихын ҡарайыҡ. Читать далее