Архив рубрики: Ғибрәтле ҡиссалар, хикәйәттәр, вәғәздәр

Мәрткә китеү

                                                   Мәрткә китеү
     Мәрткә китеү медицина телендә летаргик йоҡо, тип атала ул. Летаргик грек һүҙе, иҫһеҙ-һушһыҙ булыу тигәнде аңлата. Табиптар мәрткә китеү ул кешенең үҙенсәнлекле ауырыуы тиҙәр, ләкин аныҡ аңлата алмайҙар. Уның йоҡлаймы, үлгәнме икәнен асыҡлау ауыр. Ул ҡыбырҙамай. Тирә-яҡ йоғонтоларға реакция белдермәй. Семтеһәң дә, һелкетһәң дә, хәрәкәтһеҙ, йөрәге туҡтаған, тын алыу алыуы беленмәй. Летаргик йоҡо ваҡытында кеше үлмәй, ә йоҡлай ғына. Мәрткә киткән кеше күҙҙәрен аса алмай, көслө хроник арығанлыҡ тоя, тирә-йүн менән һис бер төрлө лә аралаша алмай, бер нәмә лә ишетмәй. Әлеге халәт йоҡоға оҡшаған. Кеше ҡулын, аяғын ҡыбырҙата алмай. Мәрткә киткән кеше, ике, өс көн, айҙар, йылдар буйы был халәттә булырға мөмкин.
     Мәрткә китеү (летаргик сон) тураһында боронғо заман әкиәттәрендә лә һөйләнелә. 100 йыл йоҡлағандан һуң, принц үпкәнгә терелгән принцесса тураһында әкиәтте күбебеҙ хәтерләйҙер. Мәрткә китеү астраль кәүҙәнең (кешенең йәне) физик торошонан айырылыу. Ул бик көслө психик үҙгәрештәр, кәүҙәнең көслө физик ауыртыуҙары арҡаһында булырға мөмкин. Тик астраль кәүҙә физик тороштан айырылғанда, улар араһында бәйләнеш өҙөлмәй. Теләһә ҡайһы ваҡытта кешенең тәненә йәне кире ҡайтырға мөмкин. Читать далее

Өсөһөн, етеһен, ... үткәреү ғәҙәте

                                        Өсөһөн, етеһен, ... үткәреү ғәҙәте
     Әссәләмүғәләйкүм мосолман ҡәрҙәш! Үткәндә мин мәрхүмдең өсө, етеһе, ҡырҡы һәм йылы тураһында мәҡәләлә ҡаршы яҡтың яҙғандарына яуап итеп уларҙың үҙҙәренең примерена ҡаршы яуап яҙғайным. Ләкин ҡайһы берәүҙәр әллә наҙанлыҡтан, әллә башҡорт телең аңламау сәбәпле яҙғанды аңлап етмәгәндәр, хатта мине коммунист тип ебәргәндәр. Коммунистәрҙеңдә төрлөһө бар бит һәм аҙашыу юлдары ла, бюрократияһыла һәм башҡаһы, динһеҙлектәре арҡаһында ғына илде тота алманылар. Хәҙерге көндөң дә сәйәсәте хаҡында мәрхүм Гейдар Джемал — Рәсәй ислам әһеле, философы, йәмәғәт эшмәкәре әйкән бит: илдең бер партиялы Единая Россия етәкләгән сәйәсәте уны һәләкәткә килтерәсәк тип. Әле беҙ шул һәләкәттең ҡырына килеп еттек. ИншаАллаһ, Аллаһ насип итһә, был иҫке ҡалдыҡтарҙан арынған яңы дәүергә күсәсәкбеҙ. Читать далее

Байҙарға (Шәйехзада Бабич) (Ураҙа айы мөнәсәбәте менән)

                                            Байҙарға (Шәйехзада Бабич)
                                           (Ураҙа айы мөнәсәбәте менән)

Эй ҡалын ҡорһаҡлы бай, ҡорһаҡлы һәм «инсафлы» бай,
Ай буйына ас тороп, астар хәлен һиҙҙеңме, эй!
Туҡ тороп, рәхәткә күнгән эҫтәрең ҡыйналдымы?
Ас-яланғастарга шәфҡәт хистәрең уяндымы?

Уйланыңмы, социалдар тартышыуҙа хаҡлы, тип?
Социалдар ярлы, тапалған халыҡтар яҡлы, тип?
Уйланыңмы: ысын золом, ысын талау бит байлығың,
Байлығың күпме фәҡирҙең юймағандыр һаулығын!

Һеҙгә нәмә — көн дә байрам, һеҙгә көн дә тик тороу,
Ярлылар көн-төн егелгән, һеҙгә — көн-төн типтереү.
Ник былай был, ярлылар ҙа, бай кеүек, инсандыр бит?
Ярлылар ҙа, бай кеүек, рәхәт теләүсе йәндер бит?

Бер тигеҙ бай ярлы менән, юҡ уның артыҡлығы,
Булһа тик артыҡлығы — онҡотлого һәм мутлығы.
Бөтһөн инде: буржуаздар донъяға баш булмаһын!
Бөтһөн инде: ярлылар мохтаж-яланғас йөрөмәһен!

Бөтһөн инде киң йыһанда тар ҡәберҙәр тарлығы!
Бөтһөн инде бикләнеп ятҡан ҡарундар һандығы.
Йөрөмәһен инде фәҡирҙәр әлһерәп, хәлдән тайып!
Бер тигеҙ тотһон ураҙа һәм бер тигеҙ итһен ғәйет! Читать далее

Вәхит Хызыров

                                                                 Вәхит Хызыров

     Был бүлектә минең ауылдаш, класташ-дуҫым Вахит Хызыров тураһында «Шонҡар» һәм «Бельские просторы» (№ 01 (206) Январь, 2016) журналдарынан алынған хикәйәләр.

                                                       

Вахит ХызыровЙырлап йәшәүҙәре бер ғүмер...

ВӘХИТ ХЫЗЫРОВТЫҢ ижадын күркәм сәскәгә лә, мәғрур ағасҡа ла тиңләргә булыр ине. Тик ул үҙенән-үҙе донъяға пәйҙә булған күренеш түгел, сәхнә оҫтаһының йырҙары — уның тыуған яҡтарында, бай тарихлы, халыҡ йолаларын, боронғо йыр-моңдарын, рухи ҡаҙаныштарын ҡәҙерләп һаҡлаған таланттарға йомарт Әбйәлил тарафтарында. Ә шулай ҙа... Бәрәкәтле тупраҡта шытым алған үҫентеләрҙәй йыр-моң яратыусы үҫмерҙәр күп бит ул, үҙешмәкәр сәхнәләрҙә сығыш яһап йөрөүселәр ҙә байтаҡ. Ә ил алдында исемдәре халыҡ теленән төшмәгән, донъя сәхнәләрендә республикабыҙ намыҫын яҡлай алырлыҡ, йырҙары сәнғәтебеҙҙең алтын фондына инеп ҡалырлыҡтары күп түгел.
Читать далее

Өшкөрөүсе хәҙрәт

                                            Өшкөрөүсе Фәрит хәҙрәт (дауамы)
     «Фәрит хәҙрәт Кадиров: өшкөргәндә кемдер илай, кемдер көлә...»
     Ҡаҙандың «Хәҙисә» мәсетенең имам-хатибы Фәрит хәҙрәт Кадиров 20 йыл өшкөрөү менән шөғөлләнә икән.
     - Фәрит хәҙрәт, өшкөрөүҙең ниндәй төрҙәре була?
     - Өшкөрөү ул төрлө осраҡтарҙа ҡулланыла. Күҙ тейеүҙән, сихырҙан, хәлем юҡ тип зарланып киләләр. Күҙ тейгән осраҡта кеше ҡулына урын тапмай, насар төштәр күрә. Сихыр булғанда төшөндә йығылып төшкәнен, эттәр ҡыуғанын күрә. Йоҡонан арып, тирләп уяна. Өшкөргәс, Аллаһтың рәхмәте менән еңеллек табалар. Читать далее

Ҡәберҙән хат

                                                          Ҡәберҙән хат
     Хөрмәтле дин ҡәрҙәштәрем! Әлбиттә, ҡәберҙән хат яҙыу бер нисек тә мөмкин түгел. Әгәр ҙә ҡәберҙәге хәлде аңлатып унан хат яҙып булһа, ул хат тап бына һеҙгә тәҡдим ителгән хәлдә яҙылған булыр ине. Сөнки был хатта яҙылған хәбәрҙәр уйлап сығарылған һүҙҙәр түгел, ә Аллаһы Тәғәләнең китабы булған Ҡөръән Кәримдән һәм пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис сәләмдең мөбәрәк хәҙистәренән алынған һүҙҙәр.
     Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим. Бөтә йәнле һәм йәнһеҙҙәрҙе бар итеүсе, беҙҙе тупраҡтан барлыҡҡа килтереүсе, тәнебеҙгә йән иңдереүсе һәм «Әй, бәндәләрем, ҡыҫҡа ғүмерегеҙҙең һанаулы көн һәм төндәрен изгелектә уҙҙырығыҙ», — тип әйтеүсе Аллаһы Тәғәләгә рәхмәттәребеҙ яуһын. Читать далее

Өшкөрөүсе Фәрит хәҙрәт

                                                 Өшкөрөүсе Фәрит хәҙрәт
     Өшкөрөүсе Фәрит хәҙрәт: «Боҙом, сығарғас, уны яһаған кешегә ҡайта»
     Ендәр кешегә ни өсөн керә? Ен алыштырған тигән һүҙ ҡайҙан килеп сыҡҡан? Сихырсыларға кем хеҙмәт итә? Ҡазандың «Хәҙисә» мәсете имам хатибы, өшкөрөүсе Фәрит хәҙрәт Ҡадиров менән шулар тураһында һөйләштек.
     Күҙ тейһә, кешенең хәле бөтә – Фәрит хәҙрәт, күҙ тейеү тигән нәмә ысынлап та бармы?
     – Бар һәм ул бик хәүефле нәмә. Күҙ тейеүҙән кеше үлергә лә мөмкин. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһиссәләмдең ейәндәре Хәсән менән Хөсәйенде күҙ тейеүҙән һаҡлау өсөн: « Уғииҙү күмәә бикәлимәәти лләәһи-ттәәммәәти — мин күлли шайтаани үә һәәммәти үә мин күлли ғәйнин ләммәһ » (тәржемәһе: «Һеҙҙе теләһә ниндәй шайтандан үә зарарлы нәмәләрҙән һәм яман күҙҙәрҙән һаҡлаһын өсөн, Аллаһтың һүҙҙәре менән Аллаһтың үҙенә генә һыйындырамын») тигән доғаны уҡый торған булған. Беҙҙең ауылда булған бер хәлде һөйләйҙәр ине. Элек шишмәгә ат менән баралар ине бит. Бер ир, ике балаһын атҡа ултыртып, һыуға бара. Бер әҙәм, уларҙы күреп, ай-һай, балаларың үҫеп еткән икән, тип һоҡланып әйткән. Уның күҙе бик ҡаты булып, балалар өйгә ҡайтҡас тәгәрәп үлгәндәр. Бер туғаныбыҙҙың да күҙе ҡаты ине. Уның беҙгә киләһен белһәк, әсәй һыйырҙы, һарыҡтарҙы тиҙерәк һарайға яба ине. Ул киткәс, болдор, ишек тупһаларын йыуып сығара ине. Ҡайһы бер кешенең күҙе шул тиклем ҡаты була. Читать далее

Ғибрәттәр

                                                   Ғибрәттәр

     Зекериә менән Яхъя пәйғәмбәрҙәр заманынан ҡалған ғибрәттәр.
     Боронғолар әйткән; ”Бер пәйғәмбәр үлтерелһә, халыҡ араһында фетнә ҡубар ҙа, етмеш мең кеше һәләк булмай тороп был фетнә туҡталмаҫ”, — тигән. Ул замандағы етмеш менде күҙ алдына килтереү ҙә мөмкин түгел.
     Зекериә менән Яхъя үлтерелгәс, 140 мең кеше һәләк була.
     Гоҫман, раҙийәл-лаһү ғәнһү, үлтерелгәс тә етмеш мең кеше юҡҡа сыға, тигән риүәйәттәр бар. Читать далее

Ҡабил менән Һабил

                                                         Ҡабил менән Һабил

     (Беренсе үлтерелгән кеше)
     Әҙәм менән Һауа йәннәттә ҡотло бер ғүмер йәшәйҙәр, арыу һәм ҡурҡыу тигән нәмәне белмәйҙәр ине. Ләкин Алланың әмеренә ҡаршы килгәндәре өсөн Тәңре уларҙы ер йөҙөнә төшөрҙө. Ер йөҙө бейек ағастар һәм үләндәр менән ҡапланған, текә ҡаялар һәм ҡурҡыныс тауҙар менән тулы. Бөтә ерҙә йыртҡыс хайуандарҙың, арыҫландарҙың, филдәрҙең һәм башҡа бик күп йыртҡыс ҡоштарҙың йәшәгәндәрен күрҙеләр. Был вәхши хайуандар үҙҙәрен тотоп ашамаһындар өсөн бейек бер мәмерйәгә һыйындылар. Асыҡҡан ваҡытта йәннәттәге һымаҡ аҙыҡты яҡын-тирәлә таба алманылар, ризыҡты урман, ағастар араһында йөрөп эҙләргә тура килә ине.
     Хәҙер инде ашарға табыр өсөн арығансы эшләргә һәм тир түгергә кәрәк. Һауа ла уға ярҙам итешә һәм ауыр эштәрен уртаҡлаша башланы, Һауа ауырға ҡалып бер ул тыуҙырҙы. Уға Ҡабил тигән исем бирҙеләр. Хәҙрәт Әҙәм балаһы тыуыуына бик ныҡ шатланды. Ләкин һауа хәҙер уға эштә ярҙам итә алмай ине. Уның хәҙер башҡа хәстәре бар — бала ҡарай.
     Әҙәм бер үҙе сығып көнө буйы ашарға йүнләй, кис булыу менән мәмерйәгә кире ҡайта, улы менән уйнай, үҙе шат һәм мотло. Читать далее

Хызыр — Ильяс

                                                            Хызыр — Ильяс
     Халыҡ хәтерендә Хызыр-Ильяс
     Атеистик совет заманы осоронда фольклорсыларға дини тематикаға ҡағылышлы материалдар йыйыу тыйылғанлыҡтан, Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге архивында был темаға бәйле сығанаҡтар юҡ кимәлендә. Һуңғы ун йылда дингә ҡараш үҙгәреүе һәм Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты тарафынан фольклор экспедициялары тергеҙелеү сәбәпле, халыҡ ижадын, шул рәттән Исламға бәйле төрлө жанрҙар: легенда риүәйәттәр, мөнәжәттәр күпләп туплана башланды. Уларҙа дин, пәйғәмбәрҙәр тарихы, фәрештәләр, әүлиәләр, мөғжизәләр, изге шишмәләр һ.б. хаҡында бәйән ителә. Был мәҡәләбеҙ башҡорттар араһында йыш иҫкә алынған Хызыр-Ильясҡа бағышлана. 1998 – 2011 йылдар ара лығында Башҡортостандың күп райондарында һәм күрше өлкәләрҙә Хызыр-Ильяс тураһында бер-береһенә сюжеттары менән оҡшаш байтаҡ риүәйәттәр яҙып алырға тура килде.
     Хызыр-Ильяс образы – Ислам донъяһында киң билдәле. Уның хаҡында төрки ғалимдар байтаҡ ғилми хеҙмәттәр яҙған, Интернет селтәрендә лә материалдар бихисап. Беҙҙең башҡорт фольклористикаһында иһә был тема ғалимдарыбыҙ иғтибарынан ситтә ҡала килә. Читать далее