Рамаҙан айында ураҙа

                                                              Рамаҙан айында ураҙа
     Аллаһтың тәҡүәле ҡолдары нәсихәте китабынан.
     Шәйех Мәүләнә әйтә:
     «Изге Рамаҙан айы етте. Күктән рухи аҙыҡ төшһөн өсөн, матди ризыҡтан баш тарт. Был айҙа рухиәтең өсөн табын ҡорола. Был — йөрәктәребеҙҙе тәнебеҙ гонаһтарынан арындырыу һәм уны Илаһи һөйөү һәм иман менән һуғарыу айы».
     [Барса маҡтауҙарыбыҙ беҙҙе изге Рамаҙан айына ҡәҙәр йәшәткән Аллаһу Сүбхәнәһү үә Тәғәләгә. Изге Рамаҙан - шәфҡәткә һәм бәрәкәттәргә күмелгән ай. Рухи ҡиммәттәр тиреү өсөн иң уңдырышлы ай был. Был ай - Аллаһу Тәғәләнең Мөхәммәт Мостафа (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) өммәтенә махсус бүләге. Был ай - ихлас мөьминдәр өсөн Илаһи бүләктәр хазинаһы. Аллаһ илсеһе (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) әйтә:
     «Әгәр Аллаһ ҡолдары Рамаҙан айының хәкиҡи ҡиммәтен белһә, өммәтем уның йыл буйы дауам итеүен теләр ине». (Хәйсәми, т. III, стр. 141)

     Һис шикһеҙ, беҙ Аллаһу Тәғәләгә ҡарата ниндәйҙер ваҡыт арауығында ғына түгел, ғүмеребеҙҙең һәр мәлендә күндәм һәм рәхмәтле булырға тейешбеҙ. Әммә шуны ла иҫтән сығармау лазым: Аллаһтың рәхмәте төшкән махсус сәғәттәр, көндәр, айҙар бар. Был — тәүлектәге таң мәле, аҙнаның йома көнө һәм йылдың Рамаҙан айы.
     Изге Рамаҙан айы - Раббыбыҙға яҡынайыу өсөн иң ҡулай ай. Рамаҙан саҡырыуына яуап биргәндәр рухи бәрәкәттәр менән бүләкләнә. Спортсылар, мөһим ярыштар алдынан көндәлек мәшәҡәттәрҙән ситләшеп, еңеү өсөн кәрәкле ныҡлы әҙерлек өсөн күнекмә лагерҙарына киткән кеүек, мөьминдәр өсөн Рамаҙан айы ла, донъя мәшәҡәттәрен ситкәрәк ҡуйып, күберәк ғибәҙәттәр ҡылып, Раббыбыҙға яҡынайыу айы.
     Йәнә бер нимәне иҫтә тотоу кәрәк: көндәлек мәшәҡәттәр менән үҙебеҙҙе артыҡ йонсотмайбыҙмы? Үтә торған юҡ-бар пландар һәм теләктәрҙе тормошҡа ашырыу өсөн күпме ваҡыт, көс һәм энергия түгәбеҙ? Рамаҙан айына бит беҙ әхүәле рухиәбеҙҙе үҫтереү, Аллаһтың камил ҡолдары булыу һәм мәңгелек тормош өсөн күберәк капитал туплау ниәте менән инергә тейешбеҙ. Бының өсөн Рамаҙан айының хәҡиҡи ҡиммәтен төшөнөү, аңлау кәрәк. Был айҙа изге ғәмәлдәр өсөн сауаптар башҡа айҙарға ҡарағанда күпкә арттырып бирелә. Тап ошо Рамаҙан айында иҫәпһеҙ-хисапһыҙ Илаһи бүләктәр йәшеренгән бәрәкәтле Ҡәҙер төнө бар.
     Аллаһ Илсеһе (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм), Рамаҙан айындағы Илаһи ҡиммәттәрҙе аңламайынса, унан мәхрүм ҡалыусыларҙың ҙур юғалтыуҙарға дусар булыуы хаҡында белдерә: «Миңә Ябраил фәрештә (ғәләйһис-сәләм) килде һәм әйтте: «Рамаҙан айына инеп, ярлыҡау алмағанға - ҡаты». Мин әйттем: «Әмин!» (Хәким, IV, 170/7256; Тирмиҙи, Даават, 100/3545)
     Рамаҙан бәрәкәттәренән мәхрүмдәрҙең хәле, аяҡ аҫтарында ергә күмелгән хазина барлығын белмәйенсә, астан үлгән хәйерселәрҙең хәленә бәрәбәр. Бәрәкәтле яҙғы ямғыр менән туйына алмаған ҡая таштар менән дә сағыштырып була уларҙы.
     Шәйех Мәүләнә образлы рәүештә йәмәғәткә ураҙа исеменән мөрәжәғәт итә:
     «Ураҙа әйтә: «Әй Аллаһ! Был ҡолоң, сарсауҙан йонсоһа ла, әмереңә буйһоноп, хәләл ризығыңдан һәм һыуыңдан да баш тартты. Тик ниңә ул һаман харамға ынтыла?»
     [Ураҙа айы булған Рамаҙан айында иманлылар тәүлектең яҡты ваҡытында ашау-эсеүҙән тыйыла, йәғни хәләлдән баш тартып, харамдан йыраҡ торорға өйрәнә. Ураҙа мөьминдең ихтыяр көсөн нығыта һәм көндәлек тормошонда гонаһтарҙан әрсәләй. Башҡа ғибәҙәттәр кеүек үк, ураҙа әҙәмде харамдан ҡурсалай, ҡәлбен бөтә шаҡшылыҡтарҙан таҙарта.
     Тейешенсә тотолған ураҙа - Ҡиәмәт көнөндәге йәһәннәм утынан ҡалҡан, фани донъяла тамырҙары тамуҡ соҡорона һуҙылған харамға кәртә. Ураҙа - әхүәле рухиәңде гонаһтарҙан, бигерәк тә ғәйбәттәрҙән таҙартыу мәктәбе.
     Ураҙа ваҡытында, бер яҡтан, ауыҙыңа ингәнгә иғтибарлы булыу мөһим булһа, икенсе яҡтан, ауыҙыңдан сыҡҡанға - лайыҡлы булмаған һүҙҙәргә, тиргәшеү, әрләшеү һүҙҙәренә лә кәртә ҡуйыу мөһим.
Үбәйд (раҙыйаллаһу ғәнһү) былай тип һөйләй:
     «Ике ҡатын ураҙа тотҡан. Төшкө яҡҡа табан берәү килгән дә былай тип һөйләгән:
     - Эй Рәсүлуллаһ! Бөгөн ике ҡатын ураҙа тота. Улар сарсауҙан үлем хәлендә (Бәлки, ураҙаларын өҙөргә рөхсәт бирерһегеҙ?).
     Аллаһ Илсеһе (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) икенсе яҡҡа боролған, бер һүҙ ҙә өндәшмәгән. Әҙәм йәнә йомошон ҡабатлаған:
     - Эй Рәсүлуллаһ! Улар, ысынлап та, үлем хәлендә.
     Аллаһ Илсеһе (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) бойороҡ биргән:
     - Саҡырығыҙ уларҙы бында!
     Улар килгәс, Аллаһ Илсеһе (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) һауыт килтерергә ҡушҡан, һауытты ҡатындарҙың береһенә биргән дә әйткән:
     - Ашҡаҙаныңды бушат!
     Ҡатын ит киҫәге һәм ҡан ҡоҫҡан. Үҙ сиратында икенсе ҡатын да ит киҫәге һәм ҡан ҡоҫҡан.
     Был хәлде күргәндәр шаҡ ҡатҡан. Шул саҡ Аллаһ Илсеһе (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) аңлатып биргән:
     - Улар, ураҙала булып, Аллаһу Тәғәләнең хәләл ризығынан баш тартҡан, әммә, ураҙаны боҙоп, харам  ейгән. Улар икәүләп ултырып кеше итен ашаған (ғәйбәт һатҡан)». (Әхмәт, V, 431; Хәйсәми, Ш, 171)
     Аллаһу Тәғәлә ғәйбәт һатыуҙың ни ҡәҙәр ауыр гонаһ булыуы хаҡында белдерә:
     «...Кешенең серен һатмағыҙ, шымсылыҡ ҡылып, бер-берегеҙҙең ғәйебен (тырнаҡ аҫтынан кер) эҙләмәгеҙ. Берегеҙ икенсеһе артынан (яман) һөйләп ҡалмаһын. Үлгән туғанының итен ашап, кеше тәм табырмы? Был нәжес бер ғәмәл булыр ине. Шулай булғас, (был харамдарҙы ҡылып, гонаһҡа батыуҙан) Аллаһтан ҡурҡығыҙ. Шик юҡтыр, Аллаһ тәүбәләрҙе ҡабул итә Һәм ярлыҡай». (Хужүрәт, 12)
     Ураҙа файҙалы булһын өсөн, ураҙа тотоусы Аллаһу Тәғәлә тәнҡитләгән бөтә нимәнән алыҫ булырға тейеш.
      Оло йөрәкле Ғәли (раҙыйаллаһу ғәнһү) шулай кәңәш биргән:
     «Изге ғәмәлдәр ҡылғанда, күберәк бер нимәгә иғтибар итегеҙ: Раббыбыҙҙың уны ниндәй шартта ҡабул итәсәгенә һәм гәмәлдәребеҙҙең файҙаһыҙ булмауына».
     Йәғни, игелек ҡылыу мөһим булған кеүек, уның кәмселекһеҙ булыуы һәм еренә еткереп атҡарылыуы ла мөһим.
     Бер заман, Шәйех Абдуллаһ Дехлеви ураҙа тотҡан мәлдә, эргәһендәгеләр солтан хаҡында ғәйбәт һата башлаған. Шәйех былай тип әйткән:
     - Ҡыҙғаныс, ураҙам боҙолдо!
     Шәкерттәренең береһе аптырап һораған:
     - Остаз, һеҙ бит ғәйбәт һатманығыҙ!
     - Эйе, мин ғәйбәт һатманым, ләкин мин тыңланым. Ә ғәйбәтсе һәм уны тыңлаусы бер-береһенә тиң».23
23. Абдульғәни бин Абу Саид, Хувелшани Рисалеси, 152 бит.
     Аллаһу Тәғәлә ғәйбәт һатыуҙы ла, уны тыңлауҙы ла тыя. Шуға күрә ғәйбәтселәр араһында өндәшмәй генә торғандар ҙа Аллаһ әмерен боҙған булып һанала.
     Ғәйбәт - кеше хоҡуҡтарын боҙоусы ауыр гонаһ. Ғәйбәт таратыусы, яман хәбәр таратып кемдең хоҡуғын боҙған, шунан ғәфү үтенергә тейеш. Ул үҙенең гонаһы, ғәйбәте хаҡында шул рәүешле һөйләргә тейеш:    «Мин шундай-шундай кешеләр алдында шундай-шундай һүҙҙәр әйттем...» Ә әгәр ғәйбәтең иманлылар араһында ыҙғыш сығарһа, Аллаһ алдында оҙаҡ һәм ихлас итеп тәүбә ҡылырға һәм мохтаждарға саҙаҡа таратырға тейешһең.
     Ғәйбәт - ауыр эҙемтәләргә килтереүсе гонаһ. Бәс, шулай булғас, эҙемтәләрен юйып йөрөүгә ҡарағанда, телеңде тыйыу еңелерәк.
     Ураҙа кешене һәр бер ағзаһы менән (ҡулдары, теле, күҙҙәре, ҡолаҡтары...) Аллаһу Тәғәлә шелтәләгән ғәмәлдәрҙән, тәүге нәүбәттә ғәйбәттән тайшанырға өйрәтә. Әҙәмдең ашҡаҙаны ғына түгел, бөтә ағзалары ла ураҙала булырға тейеш. Юғиһә Аллаһ Илсеһе (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) киҫәткәндәрҙең яҙмышына дусар булыуың бар:
     «Аслыҡ һәм һыуһауға ғына ирешкән күпме ураҙа тотоусы бар». (Ибн Мәджә, Сыйам, 21)
     «Алдашыуҙан, ялғандан баш тартмаған (белһен), Аллаһ уның ашау-эсеүҙән баш тартыуына мохтаж түгел». (Бохари, Саум, 8)
     Абдуллаһ бин Ғүмәр (раҙыйаллаһу ғәнһү) әйткән:
     «Оҙайлы намаҙҙарҙан кипкән һуған ҡыяғы кеүек булһағыҙ ҙа, ураҙа ваҡытында йонсоп, ҡаҙаҡҡа оҡшап ҡалһағыҙ ҙа, харамдан, шикле нимәләрҙән ҡасмаһағыҙ, Аллаһ ураҙағыҙҙы ҡабул итмәйәсәк».]
     Шәйех Мәүләнә әйтә:
     «Тәнеңде нәзәкәтле ризыҡтар менән ҡәҙерләргә тырышма! Ул ер ҡуйынына инеп ятасаҡ ҡорбан ғына. Әхүәле рухиәңде рухиәт сығанаҡтарынан һуғар. Йәнең генә күккә олғашырга һәм абруй ҡаҙанырға һәләтле.
     Тәнеңде тәмле-татлы менән күп ризыҡландырма. Тәненә ярарға тырышҡандар нәфсеһен туйындыра һәм һөҙөмтәлә үҙен хурлыҡҡа дусар итә.
     Әхүәле рухиәңә рухи аҙыҡ бир. Мәңгелек донъяға көслө һәм ныҡ булып ҡайтһын өсөн, һәр нимәгә хикмәт күҙе менән бағырға, нескә тойомларға, рухи аҙыҡ менән ризыҡланырға өйрәт».
     [Бирәнлек, күп йоҡлау, ялҡаулыҡ, тапҡан-таянғаныңды тәләфләү әҙәмдең рухи кимәлен түбәнәйтә, рухи төшөнкөлөккә, иманлы әҙәм үтәргә тейешле ғибәҙәттәргә һүлпән ҡарауға, һөҙөмтәлә рухиәтһеҙлеккә, мәғәнәһеҙ ғүмер һөрөүгә алып килә.
     Аллаһ Илсеһе (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм), ашау-эсеүҙә тотанаҡлы булырға саҡырып, былай ти:
     «Кеше тултырган иң насар һауыт — ашҡаҙан, ә аяҡта баҫып тороу өсөн, бер-ике ҡабым ризыҡ та етә. Әгәр ашҡаҙанды бик тә тултырғы килә икән, уның бер өлөшө - ризыҡ, бер өлөшө - һыу һәм өстән бер өлөшө һауа булһын». (Тирмиҙи, Зөһд, 47)
     Ураҙа кешене дөрөҫ туҡланырға өйрәтә, күп ашауҙан ҡотолоу, тән һәм йәнеңде сәләмәтләндереүҙең төп сараһы булып тора.
     Иманлы әҙәмгә тәнен туҡландырыуҙан бигерәк йәнен туҡландырыру хаҡында уйлау зарур. Тән - йәндең ер матдәләренән торған һәм ғүмер һуңында ергә китәсәк материаль ҡабығыһы. Камиллыҡҡа ирешә-ирешә, йән юғарыға үрләй. Иманлы әҙәмгә тәненең һаулығын ҡайғыртыу ҙа лазым, әммә төп иғтибар үҙәгендә әхүәле рухиәбеҙ именлеге булырға тейеш.
     Тәҡүәле әҙәмдәр, айырым алғанда, Мөхәммәд бин Ҡәғб әл- Ҡурази былай тип яҙа:
     «Ғүмәр бин Абдулғәзиз (рәхматуллаһи ғәләйһи) менән мин Мәҙинәлә осрашҡайным. Ул ваҡытта ул бай, сибәр, көслө, дәртле егет ине. Байтаҡ ваҡыт үткәс, инде ул хәлиф булғас, мин уны йәнә күрҙем. Рөхсәт һорап индем һәм, йөҙөнә ҡарап, аптырауҙан ҡатып ҡалдым. Ахырҙа ул ҡысҡырып ебәрҙе:
     - Эй, Мөхаммәд! Ниңә миңә шул ҡәҙәр аптырап ҡарайһың?
     Мин былай тинем:
     - О хаҡ динлеләр хәлифе! һеҙ шул ҡәҙәр үҙгәргәнһегеҙ, ҡартайғанһығыҙ, сәстәрегеҙ ағарған! Мин, шул ҡәҙәр ҡырҡа үҙгәреште күреп, аптырап ҡалдым!
     Мосолман өммәте өсөн ауыр яуаплылыҡ баҫрауын йөкмәп йөрөгән Ғүмәр бин Абдулғәзиз (рәхмәтуллаһи ғәләйһи) былай тип яуап бирә:
     - Эй Мөхәммәд! Мин өс көн ҡәберҙә булғандан һуң ҡараһаң, һин мине таный алмай аптыраясаҡһың. Ул саҡта ҡырмыҫҡалар тарафынан күҙҙәрем ашалып бөтөр һәм улар битемә буялыр, танауымдан һәм ауыҙымдан боҙолған ҡан, эрен ағып сығыр. Ул саҡта инде һин мине бөтөнләй таный алмаясаҡһың һәм тағы ла нығыраҡ аптыраясаҡһың.
     Һин быға иғтибар итмә. Аллаһ Илсеһенән Ибн Ғаббас ишетеп һөйләгән хәҙисте яңынан һөйлә миңә...» (Хәким, IV, 300/7706)
     Был миҫалдан күреүебеҙсә, тәҡүәле әҙәмдәр тәне өсөн уңайлыҡ, һаулыҡты түгел, рухи тыныслыҡты маҡсат итеп ҡуйған. Мәңгелек тормошҡа табан юлда көслө, матур тән түгел, Аллаһу Тәғәләгә яҡыная алған йән файҙа бирәсәк.
     Сәләмәт ҡәлб дәрәжәһенә күтәрелеп һәм изге ғәмәлдәр ҡылып ҡына Аллаһу Тәғәләнең ризалығына ирешә аласаҡбыҙ. Хәҙистә әйтелә:
     «Аллаһ һеҙҙең тышҡы ҡиәфәтегеҙгә һәм байлығығыҙға ҡарамай, ә һеҙҙең ҡәлбегеҙгә һәм ғәмәлдәрегеҙгә ҡарай». (Мөслим, Бирр, 34)
     Хаҡ Тәғәләбеҙ беҙҙе был донъяға ниндәй таҙа йөрәк менән килтергән, шундай йөрәк менән Уға ҡайтыуҙы маҡсат итеп ҡуйырға тейешбеҙ. Уның менән осрашыуға аласаҡ иң ҡиммәт нәмәбеҙ Раббыбыҙҙың Гүзәл Исемдәре сағылышы менән биҙәлгән саф йөрәгебеҙ.]
     Шәйех Мәүләнә әйтә:
     «Яҡшы төшөн: әгәр тәнең ҡаза күрһә йәки милкең һәм байлығың кәмеһә — йәнең, гонаһтарҙан ҡурсаланып, файҙа күрә. Хәйер-саҙаҡалар тәү ҡарамаҡҡа милкеңде кәметә, ә асылда шулар аша әхүәле рухиәң йәнләнә!»
    [Исламдағы мөһим ғибәҙәттәрҙең береһе булған ураҙа, ваҡытлыса ашау-эсеүҙән тыйып, Раббыбыҙ биргән бәрәкәттәрҙең хәҡиҡи ҡиммәтен аңларға, астарҙың, фәҡирҙәрҙең хәлен, ыҙаларын тәрәнерәк төшөнөргә ярҙам итә. Ураҙалының йөрәгенән шәфҡәт, миһырбанлыҡ, йомартлыҡ шишмәләре урғыла башлай.
     Ураҙа биргән тәүге дәрес - миһырбанлыҡ дәресе. Ураҙа тирә-йүндәгеләргә ҡарата ҡатылыҡ һәм тупаҫлыҡ булып ҡатҡан йөрәктәге ҡан тамырҙарын таҙарта. Астың хәлен аслыҡты татыған ғына аңлай ала.
Мысырҙа ҡаты аслыҡ булғанда, Йософ пәйғәмбәрҙән (ғәләйһис-сәләм) былай тип һорайҙар:
     - Һиңә дәүләттәге бөтә һаҡлағыстар ышанып тапшырылған. Ни өсөн һин асығаһың?
     - Туҡ булһам, астарҙың хәлен аңлай алмам тип ҡурҡам, - тип яуап бирә пәйғәмбәр.
     Изге Рамаҙан айында, ураҙа рухиәтен үҙебеҙгә һеңдереп, мохтаждарға, ярлыларға шәфҡәт ҡосағыбыҙҙы нығыраҡ асырға тейешбеҙ, сөнки беҙгә иҫәпһеҙ күп бәрәкәттәрен биргән Аллаһ ни кимәлдә Үҙенең ризалығын алырға тырышыуыбыҙҙы өҙлөкһөҙ һынай. Аллаһ юлында милкебеҙҙе сарыф итеүҙең үҙенең сере бар: артыҡ ботаҡтарҙан ҡотолған емеш ағасы уңышын арттырған кеүек, саҙаҡалар ҙа уны таратыусының байлығын арттыра.]
     Шәйех Мәүләнә әйтә:
     «Саҙаҡалар таратыуҙан милек кәмемәй. Киреһенсә, саҙаҡалар милекте юғалтыуҙарҙан һәм ерле юҡҡа сарыф итеүҙән һаҡлай.
     Алтының зәкәттән кәмемәй, арта ғына. Янсығыңды зәкәт һаҡлаясаҡ.
     Иген сәскәндә, келәттәр бушап ҡала. Уның байы йыйып алынған яңы уңыш сәселгән игендән ни ҡәҙәр күберәк! Бушап ҡалған бер келәт урынына күпме келәт иген менән тула!..
     Келәттә сәселмәй ҡалған игенде иһә бөжәктәр һәм сысҡандар әләф-тәләф итеп бөтә».
     [Аллаһ ризалығы өсөн бирелгән иғәнә, хәйер-саҙаҡа, зәкәттәр, ихласлығына ҡарап, мөьминдең милкен һаҡлай. Аллаһу Тәғәлә йомартлығы өсөн уға бәрәкәттәрҙе сарыф иткәненә ҡарағанда 10-дан 700-гә ҡәҙәр арттырып бирә.
      Аллаһ Илсеһе (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм), әйткән:
      «Һәр таң ергә ике фәрештә төшә, уларҙың береһе Раббыбыҙҙан былай тип һорай:
     «Эй Аллаһ! Һин биргәндәрҙе Һинең юлыңда сарыф итеүселәргә (яңы бәрәкәттәрҙе) арттырып бир!»;
Ә икенсеһе, ғәйепләп, былай тип үтенә:
    «Эй Аллаһ! Һарандарҙың байлығын юҡҡа сығар!» (Мөслим, Зәкәт, 57)
     Әҙәмгә йоғонто яһаған ике нимә бар: беренсеһе - иманлы йәки иманһыҙ дуҫтар, икенсеһе - ризығыңды ниндәй юлдар менән табыуың һәм тапҡан-таянғаныңды нимәгә сарыф итеүең.
     Күпселектең фекеренсә, аҡсаны ҡайҙа һәм нисек тотоноуҙы улар үҙҙәре хәл итә. Ә асылда тап аҡсалар кешене теге йәки был ғәмәлде ҡылыуға этәрә, йәғни, аҡсаларҙың энергетикаһы кешенең тәртибенә йоғонто яһай. Аҡсалар йылан шикелле, ҡайҙан шыуышып сыҡҡан, шунда шыуышып инеп тә китә. Кешенең килем сығанағын асыҡлау өсөн, уларҙың нимәгә сарыф ителеүен күреү ҙә етә. Хәләл юл менән табылған килем хәләл хәжәттәргә тотонола, харам аҡсалар харамға сарыф ителә, елгә оса.
     Милкенде Аллаһ ризалығы өсөн биреү - бөйөк мәртәбә, иман юлындағыларҙың һәммәһе лә уға ирешә алмай. Ундай мәртәбәнән мәхрүм ҡалған һыҡмырҙар хаҡында оло йөрәкле Ғәли (раҙыйаллаһу ғәнһү) былай ти:
     «Ҡарундарҙың хәле хәтәр: был донъяла улар фәкирҙәр һымаҡ йәшәй, ә Ҡиәмәттә уларҙан байҙарҙан һоралған һымаҡ һораласаҡ».
     Фатихалы Рамаҙан айында, мосолмандар араһында дуҫлыҡты нығытыу өсөн, милкебеҙҙе ҡорбан итеүгә әүәҫлекте арттырырға тейешбеҙ. Кешеләрҙең иң йомарты - Аллаһ Илсеһе (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) - был айҙа айырыуса киң күңелле була. Уға шундай һорау бирәләр:
     - Аллаһу Тәгәлә иң күп сауапты ниндәй саҙаҡаға бирә? - Ул шулай тип яуап бирә:
     - Изге Рамаҙан айында биргән саҙаҡаға... (Тирмиҙи, Зәкэт, 28/663)]
     Аллаһу Сүбхәнәһү үә Тәғәлә изге Рамаҙан айында беҙгә бәрәкәттәрен тултырып бирһен, һәр төндө Ҡәҙер төнө итеп, был донъяла осраған һәр кешене изге Хызыр итеп күреү һәләтен бирһен! Рамаҙан рухиәте менән йөрәктәребеҙҙе йәнләндерһен һәм барса хата һәм гонаһтарыбыҙҙы ярлыҡаһын! Изге Рамаҙан айында йөрәктәребеҙ ҡаҙанған рухиәтте икенсе Рамаҙанға ҡәҙәр һаҡлау ниәтен, ынтылышын нығытһын һәм ҡалған бөтә ғүмеребеҙ буйына һаҡларға насип итһен!
     Әмин!..