Өсө-етеһе-ҡырҡы, Нурмөхәмәт хәҙрәт

                                         Өсө-етеһе-ҡырҡы, Нурмөхәмәт хәҙрәт
     Мәрхүм-мәрхүмәләр рухына өсөн-етеһен-ҡырҡын уҡытыу тураһында ҡәҙерле, хәҙер инде мәрхүм Нурмөхәмәт хәҙрәтебеҙ нимә әйткән ул. Әйҙәгеҙ тағын хөрмәтле мөфтиебеҙ Нурмөхәммәт хәҙрәт Ниғмәтуллиндең «Иман – күңел көҙгөһө» китабын ҡарайыҡ. Ул яҙа:
     Әл-хәмдү лил-ләһ, динебеҙҙә баҡыйлыҡҡа күскәндәргә хәйер биреү ҙә бар. «Мәрхүмдәрҙең рухы килә, көтөп тора», — тип беҙ бәләкәй саҡта ла әсәйҙәр, өләсәйҙәр хәленән килгән миҡдарҙа хәйер бирә торғайны.
     Исламда мәрхүмдәрҙе ҡәҙерләп һуңғы юлға оҙатыу, өсөнсө, етенсе, ҡырҡынсы көнөн, йыллығын үткәреү, унан һуң да иҫкә алып тороу йолаһы бар. Был, беренсенән, ҡайғы уртаҡлашыу булһа, икенсе яҡтан мәрхүмдең рухына хәйер бирелә, доға ҡылына. Был үҙебеҙгә бәрәкәт, күңел тыныслығы булып әйләнеп ҡайта.
     Шулай ҙа, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, хәйерҙе аҡса биреү тип кенә аңларға ярамай. Бер-береңә аҡыл, фекер, ҡул көсө менән ярҙам итеү, йылмайып күрешеү, хәлде һорашыу, иман йорттары төҙөшөү — барыһы ла хәйер ул. Уларҙың барыһынан да бәрәкәт килә.

     Хөрмәтле ҡәрҙәштәр, Аллаһ Тәғәлә һәммәбеҙгә лә хәйер бирергә насип итһен. Борон-борондан шул иҫәпкә мәсеттәр төҙөлгән, етемдәр, ярлылар хәстәрләнгән, шәкерттәр уҡытылған һәм башҡа изге эштәр башҡарылған. Бөгөн дә ошо күркәм юлды дауам итергә тейешбеҙ. Шулай уҡ бер-беребеҙгә ярҙам итеп, ҡыуаныс-шатлыҡ өләшеп, һөйөнөстәрҙе уртаҡ итеп йәшәргә яҙһын. Ошо саҡта, иншаллаһ, донъябыҙға именлек, бәрәкәт насип булыр. Әссәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин
                     Һәм элегерәк бер кеше Нурмөхәмәт хәҙрәткә ошондай һорау биргән:
     Мин, инде бер нисә йыл тирәһе шәһәҙәт ҡылып, етди рәүештә ислам диненә бирелеп, уның һәр талабын − намаҙ, ураҙаларҙы үтәй башлаған кеше булараҡ, һеҙҙең гәзиттәге дини мәҡәләләрҙе һәр саҡ уҡып барырға тырышам. Үҙем өсөн күп кенә файҙалы мәғлүмәт алам. Әммә динде өйрәнгән һайын төрлө һорауҙарым да күбәйә бара.
     Тәүге һорауым − мосолман ҡәрҙәштәребеҙҙе йыйып, әруахтарыбыҙҙың өсөнә, етеһенә, ҡырҡына, йылына Ҡөрьән аяттары бағышлап уҡытыу хаҡында. Өйҙә «Ислам дине йолалары», «Йыназа тәртиптәре», «Ғибәҙәти исламия» кеүек төрлө китаптарым байтаҡ ҡына булыуға ҡарамаҫтан, был хаҡта бер генә лә мәғлүмәт таба алмайым. Тик боронғо ата-бабаларыбыҙҙан, әбей-бабайҙарҙан ишетеп кенә беләм. Атай-әсәйҙәребеҙгә йыл да аят бағышлатып торабыҙ. Әммә ҡайһы бер уҡығаныраҡ кешеләр: «Ислам динендә ундай нәмә бөтөнләйгә юҡ», − ти. Ул ғына ла түгел, шундай-бындай нәмәләр − бидәғәт (кешеләр тарафынан дингә индерелгән яңы ғөрөф-ғәҙәттәр), йәнәһе, уны Ҡөрьән дә, бәйғәмбәребеҙ ҙә ҡушмаған, хатта был дин тарафынан тыйылған ғәмәлдәр, тип әйтә. Үлгән кешегә аят уҡылмай, ә тик уларға әхирәттә яҡшы булһын тип, улар өсөн Аллаһы Тәғәләгә фәҡәт доға ғына ҡылырға тейешлебеҙ, тиҙәр. Ә Ҡөрьән аяттары тик тере кешеләр өсөн, тип раҫлайҙар. Урындағы имамдар ҙа был һорауға өҙөп кенә яуап бирмәй. Шуға күрә мөфтөй хәҙрәт кимәлендәге белемле кешенең дөрөҫ кенә итеп ошо һорауыма яуап биреүен үтенәм.
     Һеҙҙең һорауға Башҡортостан мосолмандары диниә назараты мөфтөйө Нурмөхәмәт Ниғмәтуллин яуап бирә:

     – Заманында беҙҙең республикаға Сәғүд Ғәрәбстанынан байтаҡ студент белем алырға килде. Диндәштәр булараҡ, беҙҙең халыҡта уларға мөхәббәт уянып, ислам дине буйынса дәрестәр ҙә ала башланылар. Үкенескә күрә, был яҡшылыҡҡа килтермәне, ошо студенттарҙың ҡайһы берҙәре хаҡ динебеҙҙе инҡар иткән яңы ағымдарға ла өйрәтте. Халҡыбыҙ ике уртала тороп ҡалды. Меңәр йылдар дауамында килгән исламда төрлө дини ағымдарҙың ниндәй һөҙөмтәләргә килтереүен Кавказда, Тажикстанда, Татарстанда барған ваҡиғаларҙа күреп торабыҙ. Исламда дошманлыҡ юҡ, ул − тыныслыҡ дине. Беҙҙең мосолман дине имам Ағзам Әбү Хәнифә хәҙрәт мәзһәбе буйынса барған. Ул – Исламды беренсе булып айырым ҡанун-ҡағиҙәләргә, бүлектәргә бүлгән ғалим. Был мәзһәбтең үҙенең сығанаҡтары бар. Беренсе сығанаҡтарға ҡарағанда, беренсеһе − ғөрөф-ғәҙәт тип аталған ҡағиҙәләр. Мәрхүмдең өсөн, етеһен, ҡырҡын уҡытыу ул динебеҙҙең айырылғыһыҙ бер өлөшө булып килә, хатта атеизм көслө булған ваҡыттарҙа ла был мотлаҡ башҡарылған бит. Исламда мәрхүмдең туғанының ҡайғыһын уртаҡлашыу ҙа бар. Ауырығанда хәлен белеү, мәрхүм булғанда ҡәбер ҡаҙыу, ерләшеү ҙә мотлаҡ фарыз. Сөнки вафат булыусыны ерләгәндә туғандар күрешә, вафат булыусының өсөн, ҡырҡын уҡытҡанда йортҡа ла Ҡөрьән инә, әҙ генә булһа ла йыйылған кеше ислам тәғлимәттәрен иҫкә төшөрә, ауыҙына аят ашында хәләл ризыҡ ҡаба. Мәрхүмде иҫкә алыу мәжлестәре үткәреүҙе бидәғәт тип әйтергә хаҡыбыҙ юҡ. Был һүҙҙәрҙе әйтеүсене дингә ҡаршы эш алып барыусы, халҡыбыҙҙы хаҡ диндә аҙаштырыусы тип әйтеү урынлы булыр. Ислам дине йолаларына яңылыҡ индерергә тырышмайыҡ. Үлгәндәрҙең хәтерен белеү, уларҙы Ҡөрьән аяттары уҡып иҫкә алыу мотлаҡ.
     Нурмөхәмәт хәҙрәт үҙебеҙҙең Ислам дине йолаларына яңылыҡ (бидғәт, биҙәғәт) индермәйек тип яҙған. Бөгөн күреп-ишетеп торабыҙ, әҙер мәсеттәргә сәләфит-ваһһабтар килеп, йәмәғәттең оло имамдарын ҡыуып, Мәүлид уҡыуҙар, Пәйғәмбәргә салауаттар әйтеүҙәр, өсөн-етеһен-ҡырҡын-йылын үткәреү дөрөҫ түгел тип, ғибәҙәттәрҙә яңы төр ғәмәлдәр – биҙғәттәр индереп, ата-бабалырыбыҙҙан быуындан-быуынға бирелеп йөҙҙәр йыл килгән йолаларыбыҙҙы, традицияларыбыҙҙы бөтөрөргә тырышалар.
     Үҙҙәрен динле тигән йәш әҙәмдәребеҙҙең бысраҡ алымдарын күреп шаҡ ҡаттыҡ инде. Был турала Аллаһ Тәғәлә ахырзаман билдәләрендә лә беҙҙе аңғартҡан.
     "Мәсеттәрҙә тауыштар, бәхәс, ғауға күтәрелер", «Өммәттең ахыр кешеләре (сәләфит-ваһһабтар)) әүәлгеләрен ләғнәт ҡылыр»... Элек йәшәгәндәре «улар — иҫкелек ҡалдығы», улар наҙан булған, — тиерҙәр. «Ғилемде дин өсөн алмаҫтар»... Бында һүҙ дини ғилем биреү тураһында бара. Динде өйрәнеүселәр Аллаһҡа яҡынлашыу, үҙен төҙәтеү өсөн түгел, үҙ-ара маҡтанышыу, үҙенең белдекле булыуын күрһәтеү өсөн ғилем алырҙар. Уларҙың был ғәмәлдәре Ҡөръән уҡый белеүҙә генә. Әммә уның менән ғәмәл ҡыла белмәүҙәрен Аллаһ аңлата. Халҡыбыҙҙа «Наҙан кеше һуҡырға тиң», -тигән мәҡәлә бар. Шәйех Мәүләнә әйткән бит: «Наҙан янында китап кеүек өнһөҙ бул».
     Наҙандар менән бәхәскә инмә, улар һинең нәсихәттәр аша ғилемеңдән, гүзәл холҡондан, әхлағыңдан һәм ғәмәлдәреңдән файҙа алмаһын. Бәхәс, талаш, баш булырға ынтылыу күпселек осраҡта тупаҫ йөрәктәрҙең мин-минлегенә тейә һәм шул сәбәпле аңдары тағы ла нығыраҡ томаналана. Ә был уларҙың хәҡиҡәтте ҡабул итеүенә тағы нығыраҡ ҡамасаулай. Тәҡҡәбер кешеләр наҙан була, тиҙәр.
     Шул наҙандар таянған дин ғалиме Ибн Тәймиәгә ҡабаттан киләйек. Сәләфит-ваһһабтарҙың ғалиме Ибн Тәймиә йола һәм традициялар тураһында ошолай әйткән: “Йола һәм ғөрөф-ғәҙәттәргә килгәндә, улар рөхсәт ителгән. Аллаһ Тәғәлә генә тыйғандары тыйылған”. (Маджму аль-фатауа) китабынан.
     Аллаһ нимәнән тыйылырға ҡушҡан һуң: әлеге сусҡа ите ашауҙан, хәмер эсеүҙән һәм башҡаһы... Был ғалим традицияларға ҡаршы түгел, ә уның хәҙерге эйәрсендәре йолаларыбыҙға ҡаршы.
     Ислам дине беҙгә урындағы халыҡтың ғөрөф-ғәҙәтенә, йолаларына таянырға ҡуша. Диндә көсләү юҡ!
     Ана шул үҙ ғалимдарының китабын уҡымаған әҙәмдәрҙе наҙан тип әйтәбеҙ инде. Һәм дә ни эшләп беҙҙең халыҡҡа биҙғәт (яңылыҡ) булған ғәрәп йәшәү рәүештәрен — йолаларын һәм ғөрөф-ғәҙәттәре беҙгә индерелергә тейеш? Уларҙың йолаларына эйәрә башлаһаҡ, мәҫәлән: үлгән кешене ҡәбергә ерләгәс, эҫе һауа шарттарында, ҡомлоҡта мәйет өс-дүрт аҙна эсендә сереп, ҡорттарҙан ашалып бөтә. Һәм уны ҡаҙып алып, һөйәктәрен ҡайҙалыр икенсе ергә алып китәләр, шул урынға икенсе-өсөнсө-дүртенсе... һәм башҡа күп кешене ерләйҙәр. Шуға ла унда мәрхүмдең ташы ла, исеме лә, ҡәбер урыны ла юҡ! Ҡәҙере лә юҡ! Былар әллә нисә миллион йәшәгән ҡала ере шарттарында. Ҡом бархандары сүлектә гел шыла килгәс, ҡәберҙәр асыла. Тирә-яҡ баш, скелет һөйәктәре менән тулыуы ихтимал, шуға ла бер ергә ерләйҙәр, уныһын ҡаҙып алып икенсеһен күмәләр, һәм ары өсөнсөһөн... Ә сүлектә йәшәгәндәрҙең мәрхүмдәргә ҡарашы нисек икәнен үткәндә аңлаттым бит, хатта киноларҙа ла сүлек араһын да скелеттәр ятҡанын күрәбеҙ.
     Йолалар тураһында дауам итеп шейхул-ислам ибн Тәймиә йолаларға һәм ғөрөф-ғәҙәттәргә түбәндәге аңлатманы биргән: “Йола – былар барыһы ла шулар, ул халыҡтың көндәлек тормошонда үҙҙәре эшләргә күнеккәндәре, һәм улар уға мохтаж булғандары”. – тигән. (Маджму аль-фатауа).
     Уҡығыҙ шуны сәләфийҙәр, белем алығыҙ ғалимығыҙҙан! Беҙҙең башҡорттың ғөрөф-ғәҙәтең, йолаларын икенсе халыҡтың традициялары менән бутамағыҙ!
     Һәм дә шәриғәттә, исламдың юриспруденциенең иң мөһим биш ҡәғиҙәләре араһына традицияны индереп, әйтелә: урындағы халыҡтың йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре юридик көскә эйә тип. Ғәрәпсә: (العادة محكمة) аль-ғаада мухаккима тип атала.
     Әбү Хәнифәнең усүлүл фикһында ғөрөф-ғәҙәт тип аталған бер ҡәғиҙә бар. Унда күпселек кеше тарафынан ғәмәлгә ашырылған шәриғәткә тура килгән фиғылдар һәм һүҙҙәр шәриғәттең бер өлөшө булып ҡабул ителә.
     Мәрхүмдәргә бағышлап уҙҙырыла торған мәжлестәргә ҡаршы көрәш алып барыусылар үҙҙәренең кирелеге һәм наҙанлығы менән әйтелгән һүҙҙәрен дәлилдәр өсөн «олаталарыбыҙҙан һәм хөрмәтле мөфтиебеҙҙән булған Ризаитдин хәҙрәттә өсөн, етеһен, ҡырҡҡын үткәреүҙәр артыҡлыҡтыр», тигәнгә таянған булалар. Был һүҙ буш һүҙ. Сөнки Ризаитдин хәҙрәттең һүҙе иғтибарға лайыҡ булһа, уның дәүерендә булған меңләгән имамдар, хафиздар, фәкиһләр, ғалимдар бер һүҙгә килеп ул мәжлестәрҙең бөгөн еҫе лә ҡалмаған булыр ине.
     Шуға ла ошо мәжлестәрҙе тыйыусылар үҙ диндәре менән булышһындар, миҫалға: ни эшләп уларҙың ғалимдары Ибн Тәймиәнең ҡәберлеге онталмаған? Бына фотоһүрәт. Улар шәптәр бит райондар буйлап йөрөп, ҡәберлек таштарын онтарға. Ахыры изге ҡәбер тип, шунда барып табыныр өсөн ҡалдырғандарҙыр. Ни эшләп Абдул –Ваһһабтың ҡәберлегенән мрамор таштары менән мавзолей эшләгәндәр? Сәләфит-ваһһабтар шунда барып, ҡулдарын таштарға ҡуйып ошо ҡәберҙән бәрәкәт һорайҙар бит, изгеләрҙән иткәндәр бит уны. Быны беҙҙең аҙашҡандар нисек аңлата ала? Әлбиттә, улар беҙ, һеҙҙең кеүек традицион диндә, Әбү Хәнифә мәҙһәбендә тейеп ыҫылдарҙар, ләкин йылан тиреһен алмаштырыу менән йылан булып ҡала, уларға ышаныс юҡ. Аҫта Абдул –Ваһһаб мавзолейе.

     Мәрхүмдең өсө, етеһе, ҡырҡы һәм йылы: https://nazir1965.com/din/m%D3%99rx%D2%AFmde%D2%A3-%D3%A9s%D3%A9-ete%D2%BBe-%D2%A1yr%D2%A1y-%D2%BB%D3%99m-jyly.html

Абдул-Ваххаб мавзолейе

Абдул-Ваххаб ҡәбере


Ибн Тәймиә ҡәбере

Ибн Тәймиә зыяраты