Архив метки: рамаҙан

Рамаҙан айында ураҙа

                                                              Рамаҙан айында ураҙа
     Аллаһтың тәҡүәле ҡолдары нәсихәте китабынан.
     Шәйех Мәүләнә әйтә:
     «Изге Рамаҙан айы етте. Күктән рухи аҙыҡ төшһөн өсөн, матди ризыҡтан баш тарт. Был айҙа рухиәтең өсөн табын ҡорола. Был — йөрәктәребеҙҙе тәнебеҙ гонаһтарынан арындырыу һәм уны Илаһи һөйөү һәм иман менән һуғарыу айы».
     [Барса маҡтауҙарыбыҙ беҙҙе изге Рамаҙан айына ҡәҙәр йәшәткән Аллаһу Сүбхәнәһү үә Тәғәләгә. Изге Рамаҙан — шәфҡәткә һәм бәрәкәттәргә күмелгән ай. Рухи ҡиммәттәр тиреү өсөн иң уңдырышлы ай был. Был ай — Аллаһу Тәғәләнең Мөхәммәт Мостафа (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) өммәтенә махсус бүләге. Был ай — ихлас мөьминдәр өсөн Илаһи бүләктәр хазинаһы. Аллаһ илсеһе (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) әйтә:
     «Әгәр Аллаһ ҡолдары Рамаҙан айының хәкиҡи ҡиммәтен белһә, өммәтем уның йыл буйы дауам итеүен теләр ине». (Хәйсәми, т. III, стр. 141) Читать далее

Рамаҙан байрамы хөтбәһе

                                                Рамаҙан байрамы хөтбәһе
     Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим!
     Әлхәмдулилләһи Раббил-ғәләмин! Вәс-сәләтү үәс-сәләмү ғәлә сайидинә Мөхәммәдин үә ғәлә әлиһи үә әсхабиһи әждмәғин!
     Алыҫ-яҡындарҙан Иман өндәүен ҡабул итеп, Рамаҙан байрамы шатлығын мөьмин ҡәрҙәштәрем менән уртаҡлашайым, Аллаһ Раббыма бойһоноу һәм зекерҙә, ҡиблаға юнәлгәндәрҙең сафында теҙелеүҙә күңел тыныслығы табайым тип, иң гүзәл, нурлы йорт-Мәсеттәрҙә йыйылышҡан мөхтәрәм, ғәзиз ҡәрҙәштәрем!
     Әс-сәләмү ғәләйкүм үә рәхмәтуллаһи үә бәрәкәтүһ!
     Аллаһы Раббыбыҙҙың бөтмәҫ рәхмәт, бәрәкәттәре, һәр ике донъя сәләме барыбыҙға булып, был ҡәҙерле йортона килеүселәребеҙҙе мөбәрәк ҡылһа ине.
     Бөтә әһле Ислам ҡәрҙәштәребеҙҙе, хөрмәтле ғаиләләрегеҙҙе 1444 -сы йылыбыҙҙың (2023) Ғәйед-Фитр, Рамаҙан ғәйете байрамы менән ысын күңелдән тәбрик итәм һәм дә был сәғәҙәтле мөнәсәбәт менән ихлас сәләм һәм иң изге теләктәремде юллап ҡалам!
    Ысынлыҡта был бик ҡәҙерле мөнәсәбәт. Сөнки ер йөҙөнең мәшрик – мәғрибендә, иманлы ир һәм ҡатындар, йәш һәм ололарыбыҙ Аллаһы Тәғәлә Раббыбыҙҙың тәүфиҡ һәм ғиниәтенә шатланып, әл-хәмдү лилләһ, дин мөхитебеҙҙең биш терәгенән береһе, иманыбыҙ ысынлығына дәлилдәренең олоһо – ураҙа ғибәҙәтен үтәп, ғәйет шәриф шатлығына ирештек!
Читать далее

Рамаҙан ғәйете вәғәҙе

                                                        Рамаҙан ғәйете вәғәҙе

     Джәберҙән (р.) риүәйәт ителгәненән, Аллаһы Тәғәләнең пәйғәмбәре Мөхәммәд салаллааһу ғәләйһиссәләм әйтте: «Әгәр Рамаҙан ғәйете көнө алдындағы кисә етһә, Аллаһы Тәғәлә ер йөҙөндәге бөтә ил-ҡалаларға фәрештәләр ебәреп, уларға: «Эй Мөхәммәд ﷺ өммәте! Аллаһы Тәғәлә хозурына (ғәйеткә йыйылыр өсөн) сығығыҙ! Ул һеҙгә сикһеҙ әжер-сауабтар бирер һәм булған оло гонаһларығыҙҙы ярлыҡар!» — тийеп ауаз һалып, хәбәр таратырға ҡушар. Был әйткәнде Әҙәм балалары менән ендәрҙән башҡа бөтә мәхлүкәт ишетер һәм аңлар. Һәм, халыҡ мәсеттә йыйылғас, Аллаһы Тәғәлә әйтер: «Мин уларға Рамаҙан ураҙаһын фарыз ҡылдым, шулай булғас, улар был фарызды үтәнеләр, Минең йорттарымды (мәсеттәрҙе) китабымды — Ҡөръәнде уҡып йәнләндерҙеләр; малдарынан зәкәт сығарҙылар; ә хәҙер иһә Миңә тағы ла яҡыныраҡ булыр өсөн намаҙ уҡырға йыйындылар. Эй фәрештәләрем! Йөкләнгән (ҡушылған) эшен үтәүсегә ул эште йөкләүсе ниндәй хаҡ түләргә тейеш?» — тине. Фәрештәләр: «Һис кәметмәйенсә муафиҡ камил түләү-әжер бирергә тейештер»,— тинеләр. Шунан һуң Аллаһы Тәғәлә әйтте: «Мин фарыз ҡылған ураҙаны ололаған һәм Минең ризалығымды ҡаҙаныр өсөн намаҙ торғоҙоусының бөтә гонаһтарын ғәфү итеп, уға йәннәткә инеүҙе насип итермен»,— тине. Һуңынан Субхәнәһү үә Тәғәлә, әйтте: «Эй бәндәләрем! Һорағыҙ Минән, һорағыҙ Минән теләгән нәмәләрегеҙҙе! Ҡөҙрәтем һәм бөйөклеге менән ант итәмен тим, донъя-әхирәт маҡсаттарығыҙҙы белдергән һәр бер үтенесегеҙгә лә яуап бирәсәкмен! Һеҙ Минән риза булдығыҙ, шулай булғас, Мин дә һеҙҙән ризамын!» Шулай булғас, йәшерен ауаз әйтер: «Өйҙәрегеҙгә ҡайтығыҙ, әй Мөхәммәд өммәтенең тоғро бәндәләре, һәм белегеҙ: яҙыҡ эштәрегеҙ Аллаһу Сүбехәнә үә Тәғәлә тарафынан изге ғәмәлдәргә әйләндерелде! Читать далее

Ураҙа ғәйете

                                                                  Мосолмандың оло байрамдары.
                                           (Ғәйет көндәрендә әҙерләнгән тапшырыуҙарҙан бер нисә сәхифә.)
                                                                                Ураҙа ғәйете

      Бисмилләһир-рамәнир-рахим!
     Әл-хәмдү лил-лаһ!
     Әл-хәмдү лил-лаһи раббүл-ғаләмин! Әс-саләтү үәс- сәләмү ғәлә рәсулүһи мүхәммәдин үә ғәлә әлиһи үә әсхәбиһи әжмәғин!
     Илдә бөгөн оло байрам — динебеҙҙең төп терәктәренән береһе булған ураҙа ғибәҙәтен тамамлап, мосолман байрам итә.
     ”Мин, — тигән пәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм, — Түҙемлеккә һәм сабырлыҡҡа саҡырған, шул уҡ ваҡытта бәндәнән тормошта тырышлыҡ та талап иткән дингә дәғүәт алып барыу өсөн һайлап алындым”.
     ”Эй, Минең Берлегемде һәм барлығымды таныған иманлы бәндәләр! — ти Аллаһ, —

     Йәә әййүһәл — ләҙиинә әәмәнүү күтибә ғәләйкүмүс — сийәәмү кәмәә күтибә ғәләл — ләҙиинә миң ҡабликүм ләғәлләкүм тәттәҡуун.
     Һеҙҙән алда булған өммәттәргә фарыз ителгән кеүек һеҙгә лә ураҙа ғибәҙәте фарыз ителде, бәлки, һеҙ ҙә, дингә кәмселек килтереүҙән һаҡланып, тәҡүә кешеләрҙән булырһығыҙ”.
                                                                                                                   ”Бәҡара”,”һыйыр” сүрәһе, 183 — өнсө аят. Читать далее

Нисек ураҙа тоторға?

                                                         Нисек ураҙа тоторға?

     Рамаҙан айында ураҙа тотоу ваҡыты. Таблица Өфөләге Ләлә-Тюльпан мәсетенең намаҙ уҡыу ваҡыты менән бирелгән. Әбйәлилдәр ошо күрһәтелгән ваҡыттан 10 минут алда башлаһа, бик хуп, сөнки иртәнге аҙандар урындағы ваҡыт менән әйтелә. Аҫта Өфөләге ДУМ РБ-ның Рамаҙан айының намаҙ уҡыу ваҡыты, был таблицаларҙа бер-нисә минутҡа айырма бар.

Месяц Рамадан 2024

Рамаҙан айы

     Рамаҙан айы ураҙаһың тотор өсөн иң башта ихлас күңел менән: «Ләә иләәһә илләл-лааһ, Мөхәммәдүр рәсүлүллааһи» тип, телебеҙҙә һәм күңелебеҙҙә һәр саҡ булырға тейешле зекерҙе: «Аллаһ Бөйөк, Аллаһ Бер, Аллаһтан башҡа иләһ юҡ, Мөхәммәд пәйғәмбәр Уның рәсүле» тип, үҙебеҙҙең мосолман булыуыбыҙҙы әйтеп раҫлайыҡ. Кемдәрҙер ай башында өс көн, уртаһында өс һәм аҙағына өс көн ураҙа тотоп маташалар. Былай итеү дөрөҫ түгел, Аллаһының тәҡдире менән был Рамаҙан айында тулыһынса тоторға ҡушылған. Тотолмаған көндәрегеҙ өсөн ҙур гонаһ алаһығыҙ һәм ҡаза ҡылырға тейеш булаһығыҙ. (ҡайһы бер әйтеүҙәр буйынса бер көн тотолмаған ураҙа көнө өсөн 30 көн! Икенселәре, бер көн ураҙа ҡалдырыусы бик күп бәрәҡәттәң ҡала, динебеҙҙә ауырлыҡтар юҡ, шуға аҙаҡ был бер көн өсөн бер көн ҡаза ҡылып, ураҙа тоторға тейешле булаң тейҙәр).
     Хәҙер инде иң ябай күрһәтмәләр. ИншаАллаһ, Рамаҙан айы башланғас (11 марта таң атыр ваҡытында, 2024 йыл) беренсе төндә сәхәр ашайбыҙ. Ваҡытын ошо сайтта һәм ВК (контакта, однокласниктә) ҡарап белә алаһығыҙ. Мәҫәлән: (һул яҡта таблица — сәхәр ваҡыты тамамланыуы) 11 марттың таңғы ваҡытында сәхәрҙең ахыры (ашау-эсеүҙең тамамланыуы) ваҡыты 05,40 минут, намаҙ башланыу ваҡыты 6.00 минут. Намаҙ башланыу менән сәхәрҙең ашап бөтөү араһында 40 минут ваҡыт бар. Был ваҡыт намаҙ уҡыусылар өсөн, намаҙға әҙерләнеү ваҡыты. Ураҙа тоторға ниәтләнеүселәр ошо намаҙ ваҡытына тиклем сәхәрҙәрен дауам итә ала. (6.00). Был Өфө ваҡыты менән бирелгән – беҙҙә, мәҫәлән: Әбйәлилдә бынан ун минут алдараҡ йәшәйбеҙ. Намаҙ ваҡыттары минуттар менән айырылырға мөмкин, (ҡояш сыҡҡан ваҡытҡа тиклем сәғәт ярым йә иһә ике сәғәт). Сәхәрҙе төнгө 02 сәғәт 00 минутта башларға мөмкин, ләкин иң сауаплыһы, намаҙ алдынан таң алдынан тороу. Ураҙа тотор өсөн намаҙлы булыуҙа, тәһәрәт алыуҙа кәрәкмәй. Аллаһ ризалығы өсөн ниәтегеҙ булһын. 

время намаза Уфа, ДУМ РБ

Намаҙ ваҡыты ДУМ РБ

     Сәхәрҙе намаҙға тиклем ярты сәғәт алдан ашап бөтөү мәслихәт (маҡтаулы). Әгәр һуңлап ҡалһағыҙ: 11 март көнө сәғәт 06. 00 минутҡа (намаҙ ваҡытына) тиклем сәхәрҙе тамамлап ҡуйығыҙ. Көн һайын сәхәр ваҡыты шылып бара. Сәхәрҙе намаҙ ваҡытынан алданыраҡ тамамлағыҙ. Аҙан әйтеүҙән һуң иртәнге намаҙ башлана. Шуға ла әлеге сәхәрҙен ахыры ваҡытына тиклем, йәки ошо аҙанға тиклем әлеге намаҙ ваҡыты етеүгә сәхәрҙе тамамлар кәрәк.

     Әгәр ҡулығыҙҙа намаҙ ваҡыты булмаһа календарҙан ҡарап ҡояш сығыуы ваҡытынан ике сәғәт алда сәхәрҙе тамамлау яҡшы. Иртәнге намаҙ ваҡытынан ярты сәғәт алданыраҡ сәхәрҙе тамамлау хәйерлерәк. Кемдәр белмәй — иртәнге намаҙ ҡояш сығыр алдынан сәғәт ярым алда уҡыла. Ҡалған ваҡытты тәһәрәт алыу, доға, зекерҙә, Ҡөрьән уҡыуҙа, йә салауаттар әйтеүҙә булһаң бик хуп, йәки мәсеткә юл тотоу ваҡытылыр. Ә инде ауыҙығыҙҙа ризыҡ булһа, иртәнге намаҙ ваҡыты етеү – аҙан тауышы ишетеү менән сәйнәп ҡуйығыҙ, тип әйтелә. Төкөрөп ташламайбыҙ, ә сәйнәп йотоп ҡуябыҙ. Сәхәрҙе йоҡлап, ашамай-эсмәй ҡалдырһағыҙ — ураҙаны дауам итегеҙ, уның өҙөлөү ҡурҡынысы юҡ. Сәхәрҙә, әгәр ашаһығыҙ килмәһә — һыу ғына булһа ла эсеп алығыҙ, сауабы күп.

     Ураҙа ваҡытында сәхәр ашаусыға Аллаһ Тәғәлә бәрәҡәт бирә, тигән пәйғәмбәребеҙ ﷺ: кем ашамай, шул сауаптан мәрхүм була, сөннәтте үтәмәгәс, — тигән.

     Аҙағынан ниәтләнәбеҙ инде ураҙаға. Доғаһың уҡыйбыҙ: Ғәрәбсә ошоларҙы әйтеп, тел менән ниәт ҡылыу мөстәхәб: «Нәүәйтү ән әсуумә саумә шәһри Рамәдданә минәл-фәжри иләл-мәғриби хаалисан лилләәһи тәғәәләә». Мәғәнәһе: Аллаһы Тәғәлә ризалығын алыр өсөн, ихлас күңелдән менән ниәт ҡылдым, Рамаҙан ураҙаһын тоторға, таң ваҡытынан алып ҡояш батҡансы.

     Йоҡлапмы, йә башҡа сәбәп менән бер-бер артлы ике көндән артыҡ сәхәрһеҙ ураҙаға кереү хупланмай. Ниәтегеҙҙе — рамаҙан ураҙаһын тоторға, тип әйтергә, онотһағыҙ – ҡурҡмағыҙ, төш мәленә тиклем ниәтләргә була (был хаҡта сайтта уҡығыҙ). Ниәтте лә, ҡайһы бер ғалимдар, айҙын башында бер әйтһәгеҙ, шул ай буйына етә тейҙәр. Шуға ниәт әйтергә онотһағыҙ, ҡурҡынысы юҡ. Ураҙаға тәһәрәтле булыу кәрәкмәй (тәһәрәтле йөрөү бик күп сауаптарға алып бара). Намаҙ уҡымаһағыҙҙа ураҙа тотоу Аллаһ Тәғәләнең бер әмерен үтәү була.

     Кискеһен ауыҙ асыу, йә ифтар, ҡояш байығас, (ҡояш байып, горизонта бер аҙ ҡыҙылыҡ юғалғас) киске ахшам намаҙы ваҡыты еткәс: 11 март айына ифтар ваҡыты 19.16 сәғәт. Ошо ваҡыт еткәс ауыҙ асабыҙ, йә иһә аҙан тауышын ишеткәндән һуң. Ауыҙҙы берәй емеш үә һыу, тоҙ йәки башҡа нәмә менән асабыҙ /бешмәгән ризыҡ менән бик хуп/. Доғаһын ҡылабыҙ: Ифтар ашағандан һуң ошо доға уҡыла: «Аллааһүммә ләкә сумту үә бикә әәмәнтү үә ғәләйкә тәүәккәлтү үә ғәләә ризҡыйкә әфтәртү фәғфирлии йәә ғаффәәрү мәә ҡаддәмтү үә мәә әххәртү». Мәғәнәһе: Әй, Аллаһы, ошо ураҙамды мин Һинең өсөн генә тоттом һәм мин Һиңә генә иман килтерҙем, Һиңә тәүәккәл ҡылдым, Һинең ризығың менән ауыҙымды асам. Әй, гонаһтарҙы ғәфү итеүсе Аллаһы, инде минең элекке гонаһтарымды ла, хәҙерге гонаһтарымды ла ярлыҡа. 

     Кемдәр намаҙ уҡый, ауыҙ асҡандан һуң шул ғибәҙәткә керешәләр. Намаҙ уҡып бөткәс, ризыҡланалар.

     Шуныһы ғәжәп: ниңәлер ашағы һәм эске килмәй. Үҙенде туҡ итеп тояһың. Көсләп тигәндәй ары-бире ҡапҡылап, бер-ике сынаяҡ сәй эсәһең, өсөнсөһөң көсләп тигәндәй һемерәһең. Ҡайһы бер әҙәмдәрҙең: һеҙ төнө буйы ашанып сығаһығыҙҙыр, тип әйтеүҙәре лә буш һүҙ. Аллаһ Тәғәлә уларҙы ғәфү итһен. Сәхәрҙә лә шул бер аҙ ризыҡланаң инде.

     Дауам итеп, тағыла шуны иҫкәртәм: Ураҙа байрамы көнө алдынан сәхәр ашалмай һәм ураҙаға ниәт ҡылынмай. Иртәнсәк байрамға сәй эсеп, йәки емеш ашап барырға була. Кем ниәтләһә, ул киске ахшамға тиклем ашарға тейеш түгел, ураҙаһы боҙола һәм был ураҙа нәфел ураҙаһы һымаҡ була. Боҙһа, ҡаза ҡыла инде. Байрам көндәре ураҙа тотмағыҙ тигән хәбәрҙәр бар. Былар насар эшкә һанала.

     Ары ошо биттәрҙә уҡығыҙ:

     Ураҙа: https://nazir1965.com/din/ura%D2%99a.html

     Ураҙа байрамы һәм фитыр саҙаҡаһы: https://nazir1965.com/v%D3%99%D2%93%D3%99zd%D3%99r/6081.html

     Ураҙаға ниәт һәм уның боҙолоу сәбәптәре: https://nazir1965.com/din/ura%D2%99a%D2%93a-ni%D3%99t.html

     Ураҙа айының фазиләттәре: https://nazir1965.com/v%D3%99%D2%93%D3%99zd%D3%99r/ura%D2%99a-ajyny%D2%A3-fazil%D3%99tt%D3%99re.html

     Ураҙа — Ҡөрьән айы: https://nazir1965.com/din/ura%D2%99a-%D2%A1%D3%A9r%D3%99n-ajy.html

     Ураҙа ниәте: https://nazir1965.com/din/ura%D2%99a-ni%D3%99te.html

     Ураҙалар: https://nazir1965.com/din/ura%D2%99alar.html

     Ураҙа ғәйете: https://nazir1965.com/v%D3%99%D2%93%D3%99zd%D3%99r/ura%D2%99a-%D2%93%D3%99jete.html

    Ураҙа һәм һаулыҡ: https://nazir1965.com/s%D3%99l%D3%99m%D3%99t-buly%D2%93y%D2%99/ura%D2%99a-%D2%BB%D3%99m-%D2%BBauly%D2%A1.html

     Рамаҙан айының фазиләттәре: https://nazir1965.com/din/rama%D2%99an-ajyny%D2%A3-fazil%D3%99tt%D3%99re.html

     Ураҙа һәм Ҡорбан байрамы намаҙҙары: https://nazir1965.com/din/bajram-%D2%93%D3%99jet-nama%D2%99%D2%99ary.html

     Сәхәр ашау: https://nazir1965.com/v%D3%99%D2%93%D3%99zd%D3%99r/s%D3%99x%D3%99r-ashau.html

     Рамаҙан айы: https://nazir1965.com/din/rama%D2%99an-ajy.html

     Ифтар – ауыҙ астырыу: https://nazir1965.com/v%D3%99%D2%93%D3%99zd%D3%99r/iftar-auy%D2%99-astyryu.html

     Ҡатын-ҡыҙҙарҙын намаҙы һәм ураҙаһы: https://nazir1965.com/din/%D2%A1atyn-%D2%A1y%D2%99%D2%99ar%D2%99yn-nama%D2%99y-%D2%BB%D3%99m-ura%D2%99a%D2%BBy.html

     Ураҙаға хөрмәт күрһәтеү: https://nazir1965.com/v%D3%99%D2%93%D3%99zd%D3%99r/ura%D2%99a%D2%93a-x%D3%A9rm%D3%99t-k%D2%AFr%D2%BB%D3%99te%D2%AF.html

     Ауыҙ асыу доғаһы: https://nazir1965.com/do%D2%93alar/auy%D2%99-asyu-do%D2%93alary.html

     Рамаҙан байрамы хөтбәһе һәм доғалары: https://nazir1965.com/v%D3%99%D2%93%D3%99zd%D3%99r/rama%D2%99an-bajramy-x%D3%A9tb%D3%99%D2%BBe-%D2%BB%D3%99m-do%D2%93alary.html

     Фитыр саҙаҡаһы: https://nazir1965.com/din/fityr-sa%D2%99a%D2%A1a%D2%BBy.html

     Рамаҙан ғәйете вәғәҙе: https://nazir1965.com/v%D3%99%D2%93%D3%99zd%D3%99r/rama%D2%99an-%D2%93%D3%99jete-v%D3%99%D2%93%D3%99%D2%99e.html

     Иғтикәф: https://nazir1965.com/din/i%D2%93tik%D3%99f.html

     Ифтар: https://nazir1965.com/din/iftar.html

     Рамаҙан аҙағы һәм Ҡәҙер кисе:https://nazir1965.com/din/rama%D2%99an-a%D2%99a%D2%93y-%D2%BB%D3%99m-%D2%A1%D3%99%D2%99er-kise.html

     Ҡәҙер кисе: https://nazir1965.com/din/%D2%A1%D3%99%D2%99er-kise.html