Архив метки: Л. Н. Толстой

Л.Н.Толстой: Урыҫ хөкүмәтенең ялғаны

                                     Лев Николаевич Толстой: Урыҫ хөкүмәтенең ялғаныL.N.Tolstoi

     Батша, төп яуаплы кеше, ғәскәрҙәргә парадтар яһауын дауам итә, рәхмәт әйтә, бүләкләй, дәртләндерә, запастағыларҙы мобилизациялау тураһында указ сығара. Тоғро ялағайҙары ҡабат һәм ҡабат үҙҙәренең яратҡан монархы өсөн үҙҙәренең мөлкәтен һәм ғүмерен бирергә әҙер, әммә тик һүҙҙә генә. Үҙҙәре иһә, бер-береһе алдында һүҙҙә түгел, ә ғәмәлдә айырылып торорға теләп, ғәиләләрҙән аталарын айыралар, уларҙы етем ҡалдырып туҡландырыусыларҙы һуйыуға ебәрергә әҙерләйҙәр. Гәзитселәр, урыҫтарҙың хәле насарыраҡ булған һайын, хурлыҡлы еңелеүҙәрҙе еңеүҙәргә әйләндереп, намыҫһыҙыраҡ алдашалар, бер кемдең дә уларҙың ялғанын кире ҡаҡмаясағын белеп, яҙылыу һәм һатыу өсөн аҡсаны тыныс ҡына йыялар.
     Һуғышҡа халыҡтың аҡсаһы һәм хеҙмәте күберәк барған һайын, төрлө начальниктар һәм мутлашыусылар күберәк талай, бер кемдең дә уларҙы ғәйепләмәүен белеп, сөнки барыһы ла талай. Хәрбиҙәр, үлтереү өсөн тәрбиәләнеүселәр, тиҫтәләгән йылдар буйы кешелекһеҙлектә, тупаҫлыҡ һәм ғәмһеҙлек мәктәбендә үткәргәндәр шатлана, уларға аҡса бик күп өҫтәлә һәм үлтерелгәндәр улар өсөн өҫкә үрләргә вакансия аса. Читать далее