Архив метки: Толстой

Л.Н.Толстой: Урыҫ хөкүмәтенең ялғаны

                                     Лев Николаевич Толстой: Урыҫ хөкүмәтенең ялғаныL.N.Tolstoi

     Батша, төп яуаплы кеше, ғәскәрҙәргә парадтар яһауын дауам итә, рәхмәт әйтә, бүләкләй, дәртләндерә, запастағыларҙы мобилизациялау тураһында указ сығара. Тоғро ялағайҙары ҡабат һәм ҡабат үҙҙәренең яратҡан монархы өсөн үҙҙәренең мөлкәтен һәм ғүмерен бирергә әҙер, әммә тик һүҙҙә генә. Үҙҙәре иһә, бер-береһе алдында һүҙҙә түгел, ә ғәмәлдә айырылып торорға теләп, ғәиләләрҙән аталарын айыралар, уларҙы етем ҡалдырып туҡландырыусыларҙы һуйыуға ебәрергә әҙерләйҙәр. Гәзитселәр, урыҫтарҙың хәле насарыраҡ булған һайын, хурлыҡлы еңелеүҙәрҙе еңеүҙәргә әйләндереп, намыҫһыҙыраҡ алдашалар, бер кемдең дә уларҙың ялғанын кире ҡаҡмаясағын белеп, яҙылыу һәм һатыу өсөн аҡсаны тыныс ҡына йыялар.
     Һуғышҡа халыҡтың аҡсаһы һәм хеҙмәте күберәк барған һайын, төрлө начальниктар һәм мутлашыусылар күберәк талай, бер кемдең дә уларҙы ғәйепләмәүен белеп, сөнки барыһы ла талай. Хәрбиҙәр, үлтереү өсөн тәрбиәләнеүселәр, тиҫтәләгән йылдар буйы кешелекһеҙлектә, тупаҫлыҡ һәм ғәмһеҙлек мәктәбендә үткәргәндәр шатлана, уларға аҡса бик күп өҫтәлә һәм үлтерелгәндәр улар өсөн өҫкә үрләргә вакансия аса. Читать далее

Л. Н. Толстой: Ялған патриотизм хаҡында

                                Л. Н. Толстой: Ялған патриотизм хаҡында
     Беҙ Лев Николаевич Толстойҙы «Война и мир» китабынан, башҡортса «Һуғыш һәм солоҡ» тигән әҫәренән яҡшы беләбеҙ. Бик күренекле һәм билдәле яҙыусы башҡорттар араһында бер нисә тапҡыр була.Үткән быуаттарҙағы Ҡырым һәм Кавказ һуғышы ветераны Лев Толстойҙың тағы ни әҫәрҙәре бар һуң? Шул замандағы ялған патриотизм тураһындағы һәм 125 йылдан күберәк ваҡыт үтеп, бөгөнгө көндәргә тиклем үҙ актуаллығын юғалтмаған яҙмалары менән бик һирәктәргә таныштыр. «Христианство и патриотизм»(1893—1894 гг.), «Одумайтесь!» (1904 г.), «Патриотизм и правительство» (1900) яҙмалары менә кем таныш? «Письмо к либералам», «Письмо к фельдфебелю», «Не убий» тигән мәҡәлдәре менән?
     «Беҙ упҡынға табан тиҙлекте артырҙыҡ һәм туҡтай алмайбыҙ һәм шунда осабыҙ... Беҙ бер нисә тиҫтә иң әхлаҡһыҙ, хәйләкәр, үҙ мәнфәғәтен генә ҡайғыртҡан кешеләр менән идара ителәбеҙ. Был кешеләргә буйһоноу мыҫҡыллы һәм кәмһетеүле, улар беҙҙең күҙ алдында төрлө әшәкелектәр һәм яманлыҡтар менән юғары урындарға сығып, власты баҫып алған», – тип яҙа Толстой.
     Лев Толстой: «Халыҡҡа ҡурҡыныс янай тип ышандырғас, хөкүмәт уларҙы үҙенә буйһондора». Ҡол итә, тип яҙа ул. Аҫтағы мәҡәллә өҙөктәре Лев Толстойҙың «Христианство и патриотизм» китабынан алынған. Уны ул 1893 йылда яҙа һәм цензура арҡаһында тыйылып тик 1906 йылда китапҡа баҫтырыла һәм уны баҫтырған редакторға суд эше ҡуҙғатыла.

     Ил һөйөү имандан, үҙ илендең тоғро патриоты бул тип, юҡ — бар нәмәләр уйлап яҙыу иманлы мосолман кешеләре эше түгел. Аллаһ бар донъяны һәм халыҡты бер тигеҙ итеп яратты һәм бер-беребеҙгә, бер милләткә лә, бер дәүләткә лә өҫтөнлөк бирмәне. Был тигеҙлекте боҙорға тырышыусыларҙы Аллаһ Тәғәлә асыуы менән ергә күтәреп бәрер, шулай һәр саҡ булды һәм тиҙҙән шул хәл йәнә ҡабатланасаҡ. Читать далее