Зекер (Аллаһты зекер итеү)

                                                  Зекер (Аллаһты зекер итеү)


     Изге Ҡөръән Кәрим китабының «Әл-Әхзаб»сүрәһенең 41-42 аяттарында Аллаһ Тәғәлә: «Һеҙ Аллаһыны һәр бер эшегеҙҙә зекер итегеҙ. Һеҙ Аллаһыны күп зекер итеү менән бойоролғанһығыҙ, кис һәм төндәрҙә зекерҙә булығыҙ», – тигән. Әбйәлил ауылдары мәсеттәрендә башҡалар коронавирус ауырыуы һылтауы менән бикләнеп ятҡанда был зекерҙәр туҡтаманы. Хатта муллалар араһында был ауырыу булманы тиерлек, Аллаһыға шөкөр. Үткән аҙнала Аллаһ Тәғәләнең ризалығына, бәрәҡәтенә үә ниғмәтенә өмөт итеп, илебеҙгә именлек, тыныслыҡ һәм киләһе һынауҙарға сабырлыҡ күрһәтергә насип итһен тип, мосолмандар кесе йома зекеренәТаштимер ауылы мәсетенә йыйылдылар.      Наҙанлыҡ, түбәнлектәргә төшөүҙән, һауалылыҡ, минминлек, ҡомһоҙлоҡ, көнсөллөк, исраф һәм уҫаллыҡ – ғәфләттең емергес кәүҙәләнеше булған кешегә хас боҙоҡлоҡтарҙан булған нәфсе теләктәренән ҡотолоу сараһы бер – ул Раббына ҡарата зекерҙә булыу. Аллаһ Тәғәләне онотмай һәр саҡ иҫтә тотоп, гонаһҡа батмаҫ өсөн Уны даими телгә алыу кәрәктер.
     «Әл-Хәйй» (Мәңге Тере) атлы Раббыбыҙ Үҙе бар иткән бөтә йән эйәләренә ғүмер биргән. Йыһанда «йәнһеҙ» тип аталған бер нәмә лә юҡ. Беҙ кешеләрҙе, хайуандарҙы, үҫемлектәрҙе генә йәнле тип иҫәпләйбеҙ, әммә материяның молекуляр төҙөлөшөн өйрәнеп, һәр бер матдә эсендә туҡтауһыҙ хәрәкәт барыуын аңлағас, бында ла тәртип һәм тормош барлығын төшөнәбеҙ. Тәртип бөтә йыһанға хас. Аллаһу Тәғәлә, барса барлыҡҡа Үҙенең асылын белдереп, зекер итеү мөмкинлеген биргән. Таштарҙың, үҫемлектәрҙең, хайуан, ҡоштарҙың үҙ телендә Аллаһ Тәғәләне маҡтап, зекер әйткәнен беләбеҙ.
Аллаһ, үҙенең Ҡолдарын вайымһыҙлыҡтан уятып, улар ишетмәһә лә, Үҙе бар иткән һәр мәхлуҡтың үҙ телендә Уны зекер итеүе хаҡында әйтә. Үҙ балаһын баҫып сығармаған кәкүктә төндәр буйы «һу-һу» тип зекер һәм тәсбих уҡып тора.


     Бер сәхәбә Пәйғәмбәребеҙгә, салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм, мөрәжәғәт итә:
     - Эй, Рәсүлуллаһ! Дин талаптары күбәйеп китте. Өйрәт әле, Аллаһтың ризалығын алып, киләһе тормошта бәхетле булыр өсөн, миңә нимә эшләргә?
     Рәсүлуллаһ, салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм, уға былай тип яуап бирә:
     - Аллаһты зекер итеүҙән телең һәр саҡ дымлы булһын! (Тирмиҙи. Дауыт, 4; Ибн Маджә, Әҙәп, 53).
     Нуриман Мусиндың «Мөхәббәт серҙәре» китабында: Фәйез (рухи һәм матди бәрәкәт) мөхәббәт сәбәбендә һаҡлана. Ә мөхәббәт йөрәгең һәм зиһенең даимән Аллаһты зекер итеп торғанда барлыҡҡа килә. Мөхәббәт объекты ҡәлбеңдә һәм аңыңда нығынһын өсөн, уның хаҡында гел иҫтә тотоу лазым. Ни ҡәҙәр йышыраҡ зекер итһәң, мөхәббәт тә шул ҡәҙәр көслө була.
     Раббыбыҙҙың «Аллаһ» исеме, бәрәкәт сығанағы булараҡ, Уның башҡа Гүзәл Исемдәре араһында иң мөһиме булып тора. Шуға күрә тасаууыф юлына баҫҡандарға, тәүбәләр ҡылыу этабын үткәндән һуң, Раббыбыҙҙың «Аллаһ» исемен зекер итергә ҡушыла.
     Аллаһты зекер итеү, ни ҡәҙәр күберәк һәм сифатлыраҡ үтәлеүенә ҡарап, Хаҡ Тәғәләбеҙгә ҡарата һөйөү барлыҡҡа килеүгә һәм уның ҡәлбеңдә тамыр йәйеүенә сәбәп була. Зекер ни ҡәҙәр күберәк, ихласыраҡ булһа һәм ҡәлбеңдә сағылыш тапһа, нәтижәһе һәм бәрәкәте лә шул ҡәҙәр күберәк.
     Зекер мөьминдең ҡәлбендә нығынһа, ул уны камиллыҡ үрҙәренә, Аллаһҡа тулыһынса буйһоноуға алып килә. Аллаһу Тәғәлә бойора: «Мәғлүмдер, Аллаһ тураһында уйлағанда, күңелдәр рәхәт тыныслыҡҡа ирешә…» (Рәғд (Күкрәү), 28).
     Әгәр Аллаһты зекер итеү ҡәлбеңдә урын тапмаһа, ул урынды материал бәрәкәттәр көҫәү һәм нәфесең теләктәрен ҡәнәғәтләндереү ниәте биләйәсәк. Ҡөрьән аятында әйтелә: «Үҙенең нәфесен тәңре итеп табынғандарҙы күрҙеңме һин?..» (Фурҡан (Яҡшыны ямандан айырыусы Китап), 43).
     Рухиәт менән нурланған йөрәктәр – күркәм холоҡ, тәҡүәле ғәмәлдәр һәм саф тойғолар сығанағы. Шундай йөрәккә эйә кеше Аллаһтың иң гүзәл яратылмышы тип аталыуға лайыҡлы. Ә йөрәктәренә тәкәбберлек һәм мин-минлек оялағандар менән тәрән тамыр ебәргән иманһыҙлыҡ, насар холоҡ, шәһүәттәр һәм шайтани вәсүәсәләр идара итә. Яратылмыш маҡсатын онотҡандарҙың күңел күҙе һуҡырая. Ундайҙар йыш ҡына хайуандар кимәленән дә түбән тәгәрәй. Шағир Низами нәфес хакимлығы аҫтындағыларҙың хәле тураһында былай тип яҙа: «Ер ләззәттәренән рәхәтлек табыу ҡорсаңғы ҡысынмаһына тарыған урыныңды тырнау менән бер. Тәүҙә – рәхәт, әммә аҙаҡ ҡысынма ҡулыңды яндыра башлай…»
     Кешенең рухи үҫеше өсөн бик тә кәрәкле булған «Үлгәнгә ҡәҙәр үлегеҙ!» принцибын аңлатып, Джунайд Багдади әйткән: «Аллаһ һиндәге «мин»де үлтерә һәм Үҙендә һине ҡабаттан тергеҙә».
     Ғәмәлдәребеҙҙең баһаһы һәм ҡиммәте ҡәлбебеҙ сәләмәтлегенә бәйләнгән, сөнки йөрәк Илаһи ҡараш төбәлгән урын. Пәйғәмбәребеҙ (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) ул турала әйткән: «Һис шикһеҙ, Аллаһу Тәгәлә тышҡы ҡиәфәтегеҙгә ҡарамай, йөрәктәрегеҙгә ҡарай». (Мөслим, Бирр, 33).


     Шуға ла бер аҙға булһа ошо бик мәғәнәле нәсихәттәрҙән сығып, был буш, алдаҡ булған донъяны ситкә ҡуйып, ни өсөн ошо фәни тормошҡа яратылғандың асылына төшөп, тик Бер Аллаһҡа кире ҡайтып яуап бирәсәгебеҙҙҙе иҫкә төшөрөп Уға һәм Уның пәйғәмбәре Мөхәммәд ғәләйһиссәләмгә маҡтауҙар, сәләмдәр, салауаттар үә доғалар ҡылып алайыҡ.
     «Аллаһтың тәҡүәле ҡолдары нәсихәте, Мәүләнә Йәләлетдин Руми», Нуриман Мусин: Шәйех Мәүләнә әйтә: «Бер әҙәм даими Аллаһты зекер иткән: «Аллаһ, Аллаһ, Аллаһ...» һәм шул зекерҙән һәр ваҡыт ауыҙында бал татын тойған. Көндәрҙән-бер көндө Иблис күңеленә вәсүәсә һалған:
     - Нимә тип гел «Аллаһ, Аллаһ, Аллаһ...» тип ҡабатлайһың? Аллаһ һиңә бер тапҡыр булһа ла былай тип әйттеме: «Ләббәйк / Мин һинең алдыңда, ҡолом, нимә теләйһең?» Телең талманымы ни? «Аллаһ» тип күпме ҡабатларға уйлайһың?
     Ошоғаса гел Аллаһты зекер иткән әҙәм өмөтөн өҙгән һәм зекер итеүҙән туҡтаған. Изге Хызыр уның төшөнә ингән һәм былай тип һораған:
     - Ни өсөн һин гүзәл ғәҙәтеңде ҡалдырҙың, Аллаһты зекер итеүҙән туҡтаның?
     Әҙәм яуап биргән:
     - Мин Аллаһты шул ҡәҙәр күп зекер иттем, ә Ул бер тапҡыр ҙа миңә яуап бирмәне. Ул мине үҙ ҡапҡаһынан ҡыуып ебәргәндер, тип ҡурҡам.
     Яуап итеп Хызыр уның күҙен асҡан:
     - Эй Аллаһ ҡоло! Аллаһҡа төбәлгән һәр бер һүҙең үҙе үк һиңә яуап: «Ләббәйк/Ни теләйһең, ҡолом минең?» Аллаһ бит Үҙ исемдәрен бөтә кешегә лә әйтергә мөмкинлек бирмәй. Аллаһты зекер итә алыуың үҙе үк Аллаһу Тәғәләнең һиңә һөйөүе сағылышы.
     Хатаһын аңлап, әҙәм йәнә Аллаһты зекер итә башлаған».
    Әнәс (раҙыйаллаһу ғәнһү) тапшырған хәҙис буйынса, Аллаһу Тәғәләнең сохбәт һәм зекер яңғыраған урындарҙы эҙләгән фәрештәләре бар. Барып тапҡас, улар сохбәт һәм зекер мәжлесенә йыйылғандарҙы урап алалар һәм Аллаһҡа мөрәжәғәт итәләр:
    – Эй Хаҡ Тәғәләбеҙ! Был ҡолдарың Һинең Китабыңды уҡыйҙар, Пәйғәмбәреңә салауаттар әйтәләр һәм Һинән үҙҙәренә ике донъяла кәрәк нәмәләрҙе һорайҙар.
     Уларға Йәнәбе Хаҡ яуап бирә:
     – Шаһит булығыҙ, улар ҡотолғандарҙан.
     Әгәр фәрештәләр шулай тип өҫтәһә:
     – Эй Аллаһ! Унда осраҡлы ғына килеп ингәндәр ҙә бар!..
     Аллаһ әмер бирә:
     – Ул тәҡүәләр йыйыны, улар янында булғандар гонаһкәр түгел… (Тәрғиб, II, 109).
     Был яҡшы хәбәр — әүлиәләр, тәҡүәләр менән бергә булыуға гүзәл этәргес. Йөрәгеңде ерҙәге гонаһлылар шауҡымынан әрсәләү һәм даимән игелек нурына йүнәлтеү өсөн, салихтар, тәҡүәле рухи остаздар менән дуҫлашыу, уларҙың рухиәте фәйезе (рухи энергияһы) аҫтында булыу лазым.
     Әгәр мөьмин рәхәт һәм тыныс көндәрендә Раббыһын иҫкә алһа, Аллаһ уны ауыр, михнәтле көндәрендә лә хәтеренә төшөрәсәк, иғтибарһыҙ ҡалдырмаясаҡ, киң рәхмәтен күүрһәтәсәк, иншаАллаһ. Телебеҙҙән зекер, тәсбих-доға төшмәһен, Аллаһтың йәннәттәренә инергә барыбыҙғала насип итһен.