Бала төшөрөү (аборт).
Әсә ҡарынында ятҡан баланы төшөрөү, икенсе төрлө әйткәндә абортты хәҙерге заманда бер ауырыу органды, миҫалға: шешкән һуҡыр эсәкте ҡырҡып алыу ташлау һымаҡ күрә күрә башланылар. Ҡайһы бер ҡатын-ҡыҙҙар уның сәләмәтлеккә ниндәй ҙур зыян килтереүе тураһында ла, йәмғиәттебеҙҙә, бигерәктә динебеҙҙә хупланмаған ғәмәл булыуы тураһында уйламайҙар ҙа. Ә бит бала төшөрөүҙе диндәр ҙә тыя. Исламда был оло гонаһ һанала. Сөнки бала төшөрөү – был донъяға тыуып, йәшәргә теләгән балаға, ҡаршы енәйәт ул, нисек инде йөрәген аҫтында йәнәшә типкән кескенә йөрәкте үлтерәһең?
Әгәр ҡатын-ҡыҙ ауырға ҡалһа, тыуасаҡ сабыйы өсөн доға ҡылып, уны көтөргә кәрәк. Кемдер буласаҡ баланан ҡотолорға теләй, ә шул уҡ ваҡытта күпме ҡатын-ҡыҙ бала табыу һәләтенән мәхрүм? Донъябыҙҙа күпме ҡатын-ҡыҙ бала таба алмай илай. Улар барыһын да бирер ине, ә бала юҡ. Ошо шатлыҡ өсөн был бәхетһеҙҙәр бөтә донъяһын бирергә әҙерҙәр, әсә булырға теләйҙәр. Улар әсә булыу тураһында хыяллана, бәпестәрен күкрәктәренә ҡыҫып, яратып, үбәһеләре килә. Ошо абортҡа барған ҡатын-ҡыҙҙарҙың бәләкәй генә бәпесте ҡулына алып, иркәләһе, кескенә генә ҡулдарынан үбеп, үҙ балаһының еҫен тояһы килмәне микән? Донъяға ауаз да һалмаған баланы нисек инде юҡ итеп була? Тормош булғас, төрлө осраҡтар була, төрлә һынауҙар, ҡаршылыҡтар килә, һүҙ ҙә юҡ. Ләкин, яуаплыҡтан ҡурҡып ҡына кеше ғүмерен өҙөү дөрөҫ түгел һәм был хаҡта бер аҙ уҡып китәйек. Читать далее