Ҡайҙа хаҡлыҡ, ҡайҙа ялған?

                                                Ҡайҙа хаҡлыҡ, ҡайҙа ялған?
     Нәҡшбәндийә тәриҡәтенең әүлиә Шәйех Мөхәммәт Нәзим әл-Хаҡҡани әр–Раббани тарафынан һөйләнгән вәғәҙ һеҙҙең иғтибарығыҙға. Уның улы әүлиә Шәйех Мехмет хәҙрәт Кипр утрауында йәшәй. Ул беҙҙең тарафҡа ике тапҡыр килеп ҡайты. Был вәғәҙҙең эстәлеге бөгөн илдә барған болғанышты аңламаған иманлы, үҙҙәрен мосолман тигән әҙәмдәргә бик ҡағыла. Мөфтийҙәргә тиклем һаҙлыҡҡа батып, ялғанды хаҡ итеп, дөрөҫлөктө алдашыу тиеп, ысынбарлыҡта үҙ вазифаларын һаҡлап ҡалыу өсөн тырышҡан һәм был ҡырылышта һәләк булған аңһыҙҙарға йәннәт булырмы? Нисек улар бер туҡтауһыҙ ил башы ауыҙынан сыҡҡан тиҫтәләрсә ялғанды, алдаҡсы һүҙҙәрҙе Ҡөръәнгә, Аллаһыға һылтанып аңлатыр? Йә мөьмин мосолман ҡәрҙәш, 20 йылдан ашыу алдаҡсы ауыҙынан сыҡҡан һәм бөтә донъя ишеткән йөҙ тиҫтәләрсә ялғанды аҡлай алаңмы? Йәшәгән донъябыҙ яҡшырып ҡалды тиеңме? Шулай итеп  хаҡлыҡты  фани донъя рәхәтлегенә һатыңмы, Аллаһ Тәғәләгә ҡаршы сығып?

     Шәйех Мөхәммәт Нәзим әл-Хаҡҡани: "Ун туғыҙынсы һәм егерменсе быуат дауамында бөтә кешеләр ысын бриллиант артынан түгел, ә ялған бриллиант артынан йүгерәләр.
Алдау һәм ялған. Кем генә кешелек лидерҙары булып килмәһен, улар барыһы ла кешеләрҙе алдап, ялған һөйләй. Был хаҡлыҡ ысынында беҙҙең быуаттың тәбиғәтен һүрәтләй. Күпселек кешеләр бер ҡасан да дөрөҫөн һөйләмәй, күпселек кеше бер ҡасан да хаҡлыҡты ҡабул итмәй.
Бөгөнгө көндә, әгәр һеҙ кешеләрҙе һеҙгә эйәртергә мәжбүр итергә тырышһағыҙ, һеҙ уларҙы алдарға тейешһегеҙ, һәм һеҙ хәҡиҡәттең киреһен әйтергә тейешһегеҙ. Әгәр дөрөҫөн һөйләһәгеҙ, күпселек кеше һеҙҙән ҡаса, сөнки улар алданырға ярата. Был лидерҙар кешеләрҙе алдап күңел аса. Һәм барыһы ла тиерлек алдаша. Был иң ҡурҡыныс, иң насар, эгоистик ауырыу.
     Иманлы мөьмингә кешеләрҙе алдау тыйыла, ул алдай алмай. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) әйтте: «Кешеләрҙе алдау тыйыла!». Беҙгә лә алданмаҫҡа ҡуштылар.
     Бөйөк Аллаһ һеҙгә нур, иман яҡтылығы бирә, әгәр һеҙҙә иман уттары булһа, ниңә һеҙ уларҙы ҡулланмайһығыҙ? Әгәр һеҙҙе донъяла алдағандар икән, был әллә ни түгелдер, әммә һеҙҙең динегеҙ, һеҙҙең ислам, һеҙҙең иман, һеҙҙең ихсан аша алдарға ярамай. Һеҙ күҙҙәрегеҙҙе асҡан кеше булырға тейешһегеҙ. Ислам беҙҙән ахмаҡлыҡты ҡабул итмәй. Башҡалар: «Мосолмандар — ахмаҡтар йәки идиоттар! " — тип әйтә алмаҫҡа тейеш!»
Юҡ, мосолмандарҙы идиотизмда йәки наҙанлыҡта ғәйепләргә, йә аҡылһыҙлыҡта ғәйепләнергә, йә квадрат башлы булыуҙа, йә ахмаҡлыҡта ғәйепләргә ярамай. Улар: "беҙ мосолмандарҙы алдайбыҙ, һәм улар беҙҙең ялғанды белмәй! Юҡ, һеҙ әйтергә тейешһегеҙ! Һеҙ бөтә донъяла алданмаҫҡа тейешһегеҙ». Мәүләнә шәйех Нәзим. «Күк аҡылы» («Небесная мудрость») китабынан.
     Сайт авторынан: Ысынында беҙҙең быуын һәм беҙҙең балалар, беҙҙең ата-әсәләр алдаҡҡа ҡоролған, ялғанға көйләнгән донъяла көн күрә. Беҙгә бәләкәй саҡтан уҡ башҡа туҡый-туҡый СССР-ҙың бөйөклөгөн, хәҙер инде Урыҫәйҙең, бар халыҡтың туғанлығын, илебеҙҙе туҙырырға әҙер торған тышҡы һәм эске дошмандар тураһында аңға һәм ҡанға ялған итеп һеңдерҙеләр.
     Сикһеҙ ялған тарихтар яҙып, күпме инде быуындарҙы алдап, үҙ боҙоҡ сәйәсәттәрен аҡлар өсөн үрҙә ултырғандар халыҡты аҙҙырып, бер-береһенә дошман иттеләр, ҡан ҡойҙорҙолар. Был яманлыҡтарҙың бөтәһе лә Иблис ҡотҡоһына бирелгән сәйәсмәндәр эше. Ә наҙан халыҡ шул тиклем ялғанға батып, уларҙы хаҡ итеп шайтани әҙәмдәрҙән булған түрәләрҙе данлап, шулар өсөн үләләр.
     Инде шуға тиклем барып етте: меңләгән башҡортто ҡырған «тәфтиләүҙә» изгеләрҙән булып китә яҙып, башҡорт ерендә урынлашҡан Силәбе ҡалаһында урыҫтар уны мәңгеләштерегә теләп памятник асырға тырыштылар! Әйтегеҙ әле, борон башҡорттар үҙ «ирке» менән туған, төрки мосолман ҡаҙаҡтарҙан, ҡырғыҙҙарҙың һөжүменән һаҡланып имеш, көсләп мосолман татарҙы суҡындырған урыҫ батшаһы Иванға баш эйҙеме? Аҙаҡ ике йөҙ йыл дауамында бола күтәреп, һуғышып, ҡырылып, шул урыҫ империяһына ҡаршы үҙ иркенлеген, азатлығын яҡлар өсөнмө? Әйтегеҙ әле: башҡорттарға ҡаршы ҡаҙаҡтарҙың, ҡырғыҙҙарҙың, татарҙарҙың тарихта ҡалған яуҙары булдымы? Ҡәһәр урыҫ заттарынан булған батшалар ғына халыҡтарҙы язалап аяуһыҙ ҡырҙы! Урыҫ халҡы  — улар сиған заттынан, үҙ туған илдәре юҡ! Ҡайҙа яҡшы ерҙәр, матур йәшәү шарттары бар — шулар тарафынан баҫып алына.
     Имеш Петр беренсе Ҡырым ханлығын төрөктәрҙән азат итте. Йә әйтегеҙ Ҡырым кемдеке? Кемдәр шул замандан бирле шундағы ерле күпме халыҡты ҡырҙылар, депортация эшләп ситкә ҡыуҙылар, халҡын ҡырып бөттөләр? Беҙҙең Башҡортостандан башҡортто ҡыуһалар нимә тип әйтер инегеҙ? «Бөйөк» полководец Суворов Альп тауҙары аша сығып монархияға ҡаршы йүнәтелгән француз революцияһын баҫтырырға ашыҡманымы? Аҙаҡ Башҡортостанға килеп башҡортто ҡырманымы? Бына әле урыҫ поптары уны «изгеләр» рәтенә ҡуйҙылар.
     19 быуат башында булған пролетариат революцияһынан һуң коммунистар хурлаған монархты бөгөнгө көндәрҙә «изге» «святой» булып киткән батша Николай II ни эшләп Германия иленә һөжүм итеп тиҫтәләрсә миллионлаған кешеләрҙе үлемгә алып барҙы?
     Граждандар һуғышы: ата улына ҡаршы, күрше туғанына ҡаршы, бер халыҡ икенсеһенә ҡаршы булып миллионлаған ҡорбанға килтергән ҡыҙылдар менән аҡтар һуғышы сәйәсәте әлеге аҡты ҡаранан айырмаған наҙандар арҡаһында барҙы. Бөгөн дә шул уҡ хәл – журналистар алып барған ялған матбуғат, теле-радио тапшырыуҙарынан алданып, геройҙарса үлергә, үҙ иленә, үҙ еренә бер хаҡҡы ла булмаған бәндәләрҙең һуғыштың ҡырылышына ашығыуҙары аптырата. Эй әҙәм аҡтыҡтары ерегеҙгә һеҙ хужамы әллә байҙармы. Кем яғында закон? Әле һаман был бысраҡ сәйәсәт ойошторған илдең хоҡуҡһыҙ ҡолдары икәнегеҙҙе аңламайһығыҙмы?
     Тарихты дауам итеп Сталин заманын алайыҡ. Ҡәбәхәт Гитлерҙең союздашы булған Сталин ғәскәре 1939 йылда Польша иленең яртыһын баҫып ала, ә Германия икенсе яртыһын. Шул уҡ йылда Сталин Финләндия иленә һөжүм иттә. Был бәләкәй генә илдәр СССР-ҙы баҫып алырға теләнеме ни? Үҙ ирке менән союздаш илдәр РСФСР-ға ҡушылдымы? Был илдәрҙең ҡайһы бер ерҙәре әле һаман Урыҫийә иле аҫтында. Былар оккупация — икенсе илдәрҙең ерен баҫып алыу тип атала. Был һуғыштарҙа йөҙҙәрсә меңләгән, миллиондаған кешеләр һәләк булды. Беҙҙе бит бәләкәй саҡтан илебеҙ бөйөк, беҙ бер илдәргә лә һөжүм итмәнек, тик үҙебеҙҙе яҡлайбыҙ, беҙҙе ысын патриоттар булығыҙ, тип ялғанда тәрбиәнеләр. НАТО һәм Көнбайыш илдәре менән бер туҡтауһыҙ ҡурҡыталар, имеш улар беҙҙе, Иван алйоттарын баҫып алалар. Йә улай булғас ни эшләп улар Урыҫийәне 90 -сы йылдарҙа баҫманылар? Аслыҡ замандарында, һуғыш ваҡытында бик ярҙам иттеләр? Ни эшләп Африканы, Төнъяҡ һәм Көнъяҡ Американы, Австралияны, Азияны баҫып алмайҙар? Имеш уларға айыуҙар араһында, һыуыҡта һәм эскелектә йәшәгән Иван алйоттары кәрәк икән. Бөтә донъя байлығы әле һаман кеше аяғы баҫмаған һәм тиҫтә меңдәрсә ташландыҡ ауыл-ҡала ерҙәрендә икән. Шул ваҡытта был кешеләрҙе алдап, уларҙан барыһында тартып алып, сереп байыған Кремль чиновниктәренең байлығы, өйҙәре сит дошман илдәрҙә һәм был әлеге һуғыш көндәрендә улар шунда типтереп ял итә, йәшәй һәм һуғыштан файҙа алып бик байыға!!! Һеҙҙең бар әйберҙәрегеҙ, ризығығыҙ дошман сит илдәренеке бит, шулар менән рәхәтлек күрәгеҙ һәм төҙөк бар нәмәне туҙырған, һатып, тартып алып бөтөп бурҙарға әйләнгән әҙәм аҡтыҡтарын яҡлайһығыҙ!
     СССР һәм Урыҫийәнең тиҫтәләрсә сит илдәрҙәге боҙоҡ сәйәсәтте һәм һуғышы тураһында яҙып тормайым, алайыҡ һуңғы агрессияларын. Мосолман Әфганистән илен баҫып алыуын һәм Чечнә иленә ике тапҡыр алып барған һуғышын. Шунан Америка баҫып алмаһын тигән Әфгәнистәндәге һуғыштан ни файҙа булды һуң? Америка штаттары СССР еңә алмаған илгә хужа булып маташтылар, әммә уларҙа унан табан ялтыраттылар. Шунан Урыҫийә бәләкәй генә чечен илен еңә алмай хәҙер шуларға тиҫтәләрсә миллиардлаған аҡса түләп, уларҙы «еңеп» тора ваҡытлыса.
     Ысын тарихтарҙан күрәбеҙ Урыҫийә һәр саҡ агрессор булғанын, был хаҡта Зәки Вәлиденең томдарын, эштәрен уҡығыҙ. Имандарығыҙҙы юғалтып Иблис ҡолдарына хеҙмәт итмәгеҙ.
Бөгөнгө көндә бер туҡтауһыҙ ялған, алдаҡ хәбәр һөйләгән бөйөк ил башыбыҙҙың Украина иленә ҡаршы алып барған махсус операцияһын ( башҡортса операция — тәнгә табибтар тарафынан башҡарылған ҡырҡыу-тегеү һәм башҡа эштәр) нисек аңлатырға? Беренсенән: мосолман кеше алдаҡсыға ышанырға тейешме, әй бетриот әҙәмдәр? Күҙҙәрен дә йоммай йоҙроҡтарын төйөп төкөрөк сәсеп, кеше аңына ағыу таратып, ялған телле батшаны кем үҙ иттә? Һуғыш тип әйтһәң – ете йөҙ мең эш хаҡҡы алып, ҡалған бар нәмәне бушлай ҡулланған, был һүҙҙе әйткән теләһә бер әҙәмде 6-20 йылға ултыртырға закон принимать иткән депутаттар үсләшер. Әммә беҙҙә бит башҡорттарҙа, мәҫәлән ике егет һуғышты тип әйтәләр. Махсус бәхәстә булды тип аңлатып булмай уларҙы. Бәхәс ул тел менән эш итеү. Өҫтә ултырған әҙәм аҡтыҡтары ғына был һуғыш һүҙҙең ҡуллана, уларға закон тигән нәмә юҡ, ә беҙгә ябай халыҡҡа быны әйтергә тыйылған.
     Википедияны, башҡортса аңлатҡанын ҡараһаҡ: Һуғыш — дәүләттәр, ҡәбиләләр, сәйәси төркөмдәр һәм башҡа төрлө дини һәм сәйәси берләшмәләр араһында ҡораллы ҡаршы тороу, ҡораллы көстәрҙең хәрби хәрәкәттәре рәүешендә барған бәрелештәр.

     Һуғыш маҡсаттарының береһе — һаҡланыу йә дошманды юҡ итеү. Ҡағиҙә булараҡ, һуғыш бер яҡтың икенсе яҡҡа үҙ ихтыярын көсләп тағыу сараһы булып тора. Сәйәсәттең бер субъекты икенсеһен үҙгәрергә, иректән, идеологиянан, милеккә хоҡуҡтан баш тартырға, территория, акватория һәм башҡа төрлө ресурстарын бирергә мәжбүр итергә тырыша.
     Клаузевиц билдәләмәһенә ярашлы, «һуғыш сәйәсәтте көс ҡулланыу ише башҡа төр саралар менән дауам итеү булып тора». Ҡораллы алыш һуғыштың маҡсаттарына өлгәштерә торған төп сара булып хеҙмәт итә, көрәштең йәнә иҡтисади, дипломатик, идеологик, мәғлүмәт һәм башҡа саралары ла ҡулланыла. Йәғни һуғыш ул — сәйәси маҡсаттарға өлгәшеү маҡсатында ойошторолған ҡораллы көс ҡулланыу. Тоталь һуғыш ҙур биләмәлә, ҙур күләмдә, бөтә ысулдарҙы ҡулланып алып барыла. Ҡораллы көстәр (армия, авиация һәм флот) һуғыш алып барыуҙың төп сараһы була.
     Хәрби йәһәттән көслө илдәрҙең көсһөҙ илдәр менән ҡораллы бәрелештәре тыныслыҡҡа мәжбүр итеү, хәрби экспедиция йәки яңы территориялар үҙләштереү булараҡ ҡарала; ҙур булмаған дәүләттәр менән бәрелештәр — интервенция йәки репрессалия; эске төркөмдәр менән бәрелештәр ихтилал (восстание), фетнә йә эске бәрелештәр (граждандар һуғышы) тип йөрөтөлә. Көслө ҡаршылыҡ күрһәтелгән йә оҙаҡҡа һуҙылған бәрелеш «һуғыш» тип баһалана. Һуғышһыҙ ваҡыт тыныслыҡ тип атала. Ссылка: https://ba.wikipedia.org/wiki/%D2%BA%D1%83%D2%93%D1%8B%D1%88
     Һәм теленә хужа булмаған алдаҡсы, ата ялғансы Урыҫийә илбашы тарафынан беренсе булып сит ил булған Украина ерҙәрен баҫып алыуҙы нимә тип аңлатағыҙ ә? Йөҙҙәрсә тиҫтә мең халыҡты ҡырып, ҡала-ауылдарын ер менән тигеҙләп, бөйөк урыҫ теле кешеләрҙе ҡотҡарыу эшеме? Алдаҡсы иң башта украиндарҙы ҡоралһыҙландырыу, уларҙы нация булараҡ ҡырыу эше башлаһа, хәҙер инде еңә алмағас пландарын ҡырҡҡа үҙгәреп, беҙҙе улар алданылар, юрамал беҙҙе беренсе һөжүм иттереп һуғыш башларға ыңғайлатып донъяларбыҙҙы туҙыралар, тип илай. Был әҙәм аҡтығы арҡаһында бар донъя Урыҫийәгә ҡаршы, көсһөҙ Украина халҡы көслө ғәскәрле илгә әйләнде, «дошман илдәре» менән граница оҙонлоғо 2 мең км тиклем артты. Илен күтәрер урынына, 50 миллиондаған ярлы халҡын ҡарамай, был һуғышта көнөнә 300 миллион аҡса елгә оса һәм был бәдбәхет арҡаһында бар халыҡ алдында хурлыҡҡа ҡалдыҡ. Бына нимәгә алып килеп еткерҙеләр беҙҙе берҙәм урыҫ партияһына һатылған православный коммунистәр. Үҙ партияларына хыянат итеп, ел ҡайҙа өрә шунда ояларға әҙер торған партийстәр сәйәсәте. Береһе лә халыҡ өсөн тырышманы, тик кеҫә ҡалынайтып, халыҡтан тартып алып, байығып, шәхси теләктәрен ҡәнәғәтләндерер өсөн тырыштылар.
     Аллаһ Тәғәлә ялғанды хаҡлыҡтан айырып күрһәтермен тигән. Был һынауҙың осона бик яҡынайҙыҡ. Әлегә үҙ эргәһенә тик ике аҙналыҡ карантин үткән кешеләрҙе генә һайлап индереп улар менән һөйләшкән, ҡаты ауырыуҙа булған шайтан аҡтығының көндәре бик самалы ғына ҡалды. Уның рейтингын күтәрергә маташып, тағы ла ябай әҙәмдәрҙе – халҡын алдап шуның яһалма игеҙәген ил менән идара итергә сығарҙылар. Уныһы кәзә тәкәһе һымаҡ үрле-ҡырлы һикереп, һәр кем менән ҡосаҡлашып, күрешеп ысынлыҡтағы батшаның ауырыуҙарын юҡҡа сығарып, изгеләрҙән булып йөрөй, ауыҙы тулы ялған. Бында бик ҙур ейәнәтселек яһала өҫтә ултырғандар тарафынан. Тағын да халыҡты кәмһетеп, ялғанды хаҡ итеп, үлем хәлендәге булғандың аңы-иҫең теүәл итеп, уны мәңге тере итер өсөн алдашыу бара. Әммә Аллаһының асыуы бик яман, иншаАллаһ, уларға һәм улар яҡлыларға күрер көндәре бик яҡынлашты...

Был кешеләр шайтан: https://nazir1965.com/v%d3%99%d2%93%d3%99zd%d3%99r/byl-keshel%d3%99r-shajtan.html

Әүлиә Мәхмәт хәҙрәт һәм ахырзаман: https://nazir1965.com/v%d3%99%d2%93%d3%99zd%d3%99r/%d3%99%d2%afli%d3%99-m%d3%99xm%d3%99t-x%d3%99%d2%99r%d3%99t-%d2%bb%d3%99m-axyrzaman.html#more-11710