Мосолман патриотизмы

                                                            Мосолман патриотизмы

     Патриот һүҙҙе гректәрҙән килә. Үҙ ҡалаһын яратҡан грек – гражданин тип аталған һәм «патриот» тип, сит, ят кешене атағандар. «Патриот» һүҙе Рәсәйгә, башҡа күп кенә сит ил төшөнсәләре кеүек үк, Петр I үҙ дәүерендә «алып килә». Тәүге тапҡыр ул монархтың көрәштәше, барон Һәм ҡаҙна урлаусы П. П. Шафировтың 1717 йылда яҙылған хеҙмәтендә барлыҡҡа килә. Патриот, тигән һүҙҙенең эргәһенә «Ватан улы», тигән һылтанма бирелә. Ә бына «патриотизм» һүҙе урыҫ телендә Екатерина II дәүерендә генә барлыҡҡа килә (тәүге тапҡыр 1770-се йылдарҙа осрай) һәм XIX быуатҡа тиклем һирәк осрай. Башта граждандарҙы патриотизм рухында тәрбиәләү монарх власын нығытыу өсөн эшләй кеүек тойола, сөнки «патер» (лат.) — ул барыбер ата, ә халыҡ атаһы – ул, әлбиттә, монарх. Әммә Екатерина II дәүерендә үк патриотизмдың монархиялы ғына түгел, республика (тиранлыҡҡа ҡаршы) булыуы мөмкинлеге асыҡлана. Миҫалға: Батшаның империяһын киңәйтеү маҡсатында сит илдәргә һөжүм иткән һалдаттар — тирандың патриоттары һәм ошо батшаны алып ташлап, монархияны бөтөрәбеҙ, республика урынлаштырабыҙ тигәндәрҙә — патриоттар. Ул ваҡыттағы Фонвизин Д. И һәм Радищев А. Н., тигән әҙәмдәр, икеһе лә крепостной правоны бөтөрөү өсөн, крәҫтиәндәрҙең ирекле хоҡуҡтары өсөн сығыш яһай, ә уларҙы айырып торған нәмә — улар быға төрлө юлдар менән килергә теләй. Фонвизин реформалар юлы менән крепостнойлыҡты сикләргә ынтыла, ә Радищев крепостной хоҡуҡты бөтөрөү тураһында хыяллана, хатта бының өсөн революция ойошторорға тура килһә лә, йәғни ҡоролошто радикаль үҙгәртергә теләй.
     Иблистең ҡотҡо уйыны – патриотизм – халыҡты аҙҙырырға, үҙ ара һуғыштырырға, шул ваҡытта байҙарға хисапһыҙ килем алырға ойошторолған сара түгелме? Әйҙә ары тикшерәйек, урыҫ тарихын ҡарайыҡ.

     «Һуғыш һәм солоҡ» романын яҙған яҙыусыны Лев Николаевич Толстойҙы һәр кем беләлер.
Толстойҙың фекере буйынса, патриотизм — ул тыуған илгә тәбиғи һөйөү түгел, ә халыҡҡа хөкүмәт һәм милләттең интеллектуаль элитаһы — журналистар, яҙыусылар һәм сиркәүҙәр һәм берләшмәләр лидерҙары (партиялар) тарафынан тәҡдим ителгән йәмәғәтселек фекере менән көсләп һалынған идеология. Батшалар һуғышты башлай, шағирҙар уны данлай, халыҡты, уның өсөн үлергә ҡоторта һәм поптар (муллалар) изге яуға саҡыра, һуғыш ҡорамалдарының кеше үлтерер өсөн яңы төрҙәре уйланып сығарыла һәм күпләп эшләнеп, хужаларын байыҡтыра.    Толстой фекеренсә, ябай кешеләр үҙҙәре башҡа ил халҡына нәфрәт тоймай, хатта уларҙың йәшәгән урынынан алыҫ булған ваҡиғалар менән етди ҡыҙыҡһына алмай. Әммә улар төрлө милләт кешеләре араһында яһалма (милләт-ара, конфессия-ара һәм ҡатлам-ара) ҡаршылыҡтар сығарған йәки нимәнелер аҡлаған пропагандаға бирелеүсән. Бындай идеологияның цинизмы бигерәк тә ватанға һөйөү хаҡына граждандарҙы һуғышта ҡатнашырға, йәғни мәғәнәһеҙ һәләк булырға саҡырыуҙа сағыла тигән.
     Толстой – патриотизм, это религия рабов (ҡолдарҙың дине). Патриотизм идеологияһы аша халыҡта үлтереш, һуғыш алып барыла. Ысынын да наҙандар шуға эйәрә.
     Рәсәй империяһы барлыҡҡа килеү менән дәүләт идеологияһының нигеҙе булып патриотизм төшөнсәһе тора, ул ғәмәлдә милләтселек (национализм) синонимына әйләнә һәм юғары әхлаҡи изгелек булараҡ аңлатыла. Үткән заман Рәсәйҙең патриоттары булғанмы? Булғаны әлеге империяны киңәйтеү өсөн алып барылған һуғыштар һәм кемдәр вәхшиҙәрсә үлтерелә һәм талана? Әлбиттә, Рәсәй империяһына баш эйгән халыҡтар, шул иҫәптән беҙ – башҡорттар. Ә был батшалар – урыҫ тарихының иң ҙур патриоттары! Улар беҙҙең халыҡты үлтермәһә һәм таламаһа, беҙ Евроазияла иң юнһеҙ, иң наҙан һәм ярлы халҡы булыр инек, уларса!
     Урыҫ иленең патриоттары булып сит илдең йөҙҙәрсә, меңдәрсә офицерҙәре, генералдары була. Хатта, бер мәле Наполеон Бонапарт йәш сағында урыҫ империяһына офицер булып урынлашырға маташа. Ә уның ҡустыһы, Вестфалия короле Жером Бонапартың ейәне 1889 йылдан алып Луи Бонапарт Николай батшаға яҡынайып, урыҫтарҙың офицеры була. 1902 йылда генерал-майор Луи Бонапартҡа Кавказ кавалерия дивизияһы менән командалыҡ итеү йөкмәтелә. Был сифатында ул үҙенең иң ҙур хәрби уңышына өлгәшә, 1906 йылда Кутаисиҙағы революцион сығыштарҙы баҫтыра, бының өсөн генерал — лейтенант дәрәжәһенә күтәрелә. Революция сығыштарын баҫтырған сит ил генералы әлбиттә урыҫ патриотты. Башҡа сит ил генералдырын исемләп яҙып тормайым, интернеттә табырһығыҙ, улар күп.
     Ғөмүмән, Петр I дошман сит илдәренең хәрби традицияларын ҡулланып, һалдаттарының өҫтәренә венгр күлмәктәре, тар штандар, беҙҙе уҡытҡан тарих уҡытыусыһы, көлөп – ҡатындарҙың колготкаларын, аяҡтарына аҡ носкиләр кейеп, баштарына бисәләр париктәре кейгеҙеп, шуларҙы пудра менән ағартҡандар. Европаға тәҙрә асҡан кеше Петр I һәм бөгөн Путин уны япҡан әҙәм. Петр I урыҫ империяһың киңәйтер өсөн, Ҡара дингеҙҙә яҡынайыр өсөн Азов һуғышын аса. Азов крепосын баҫып алып, шул тирәләрҙәге мәсеттәрҙе сиркәүҙәргә әйләндерә.
     Петр I заманында, Азов һәм Ҡырым өсөн һуғыштарында башҡорттарҙа ҡатнаша, ике яҡтанда. Бында Алдар батыр тип әйтәбеҙ, Рәсәй патриоты, әммә бит ҡаршы яҡтан да был урыҫ империяһына ҡушылмаған башҡорттар, ошонда мосолман динен яҡлап, төрөктәр менән бергә империяға ҡаршы һуғышҡан! Кем хаҡлы бында, әлбиттә Ислам динең яҡлап һуғышҡандар, урыҫ империяһы – кафырҙар өсөн һуғышҡандарҙың урыны ҡайҙа икәнен беләһегеҙ.
     Башҡортҡа һүҙ тейгеҙмә, тип әйтеүселәр булыр, әммә хаҡлыҡты Аллаһ йәшер тигәнме? Алайыҡ комбриг Муса Мортазинды, башҡорт халҡының бөйөк «патриоты». Хәҙерге заман байҙары өсөн ул «красный террорист» һәм «националист». Ҡайһы романда әле ул, бер ҡунған йорттағы хужанын ҡоралһыҙ улын атып үлтерә? Шунан, уның ғәскәре Польшаға, ундағы большевиктәргә ҡаршы боланы баҫтырырға китеп барғанда, урыҫ ауылының береһендә, (Белорет районында) алда барған бер-нисәле атлы дозорға, сиркәү башынан аталар. Улар былар артынан ғәскәр килә, тип уйламайҙар һәм Мортазиндың ғәскәре ауылды туҙырып, ҡатын-ҡыҙҙарын көсләп китә. Бынан һуң бында күпләп ҡара башҡорт балаларына оҡшаған бәпәйҙәр тыуа. Быны ҡылған башҡорттарҙың мосолманлы булыуына шик тыуа. Бөгөнгө маҡтанған полковой муллалар ахыры был «ҡыҙыл» ғәскәрҙә булмаған.
     Патриотизм тарихын ары дауам итәйек: Мәскәүҙе Наполеон осоронда кем яндыра? Мәскәүҙәге янғындың төп ойоштороусыһы Ростопчин тигән әҙәм була, ул ҡәлғәне таратырға ҡуша һәм француздар ингәндән һуң 24 сәғәт эсендә ҡаланы яндырыу өсөн 800-гә яҡын енәйәтсе азат ителә. Бына шунда бөтә Мәскәүҙе яндырып, был ейәнәтселәр ҡаланы талап, ҡатын-ҡыҙҙарын мәсхәрә итмәгәнме? Бына ниндәй бөйөк патриотизм йөрәктәрендә!?
     Тарих өйрәтә: «ватанға һөйөү» хоҡуғы ниндәйҙер төркөм тарафынан монополиялаштырылғандан һуң (беҙ ватанды нисек яратырға кәрәклеген беләбеҙ, ә һеҙ белмәйһегеҙ), сәйәси көрәш киҫкенләшә һәм йәмғиәт тарҡала, болалар башлана. Миҫалға: 1917—1922 йылдағы граждандар һуғышы. Аҡтар, монархияны, байҙарҙы һаҡлайбыҙ, Николай икенсенең тиранияһын ҡайтарабыҙ, тип патриоттар булһа, ҡыҙылдар совет хакимлеген, ерҙе крәҫтиәндәргә, заводтарҙы эшселәргә бирәбеҙ, байҙарға, эксплуататорҙарға ҡаршы көрәше була! Әммә бөгөн тарих биттәрен алдап, Николай II «изге» һәм дин өсөн «мученик», Ғайса пәйғәмбәр менән бер тигеҙ кеше булған икән, уның өсөн революционнан алда буштан бушҡа һәләк булған 15 миллион һалдаттар, патриоттар икән! Быға нимәгә аптырарға: Патриотизмды күтәрер өсөн яңы төҙөлгән хәрби храм-сиркәүҙә, Сталиндың һәм Путиндың иконаларын ҡуйып, шуларға табынырға йыйындылар бер мәле, әммә был тормошҡа ашмаһа ла икенсе донъя Ватан һуғышында, совет власы өсөн һуғышҡан (считайте меня коммунистом, если я погибну, тигән) атеист хәрбиҙәрҙең мозаикаларын ҡуйып, уларҙың үҙҙәрен һәм идеяларын мәсхәрәләнеләр. Улар, әлеге үҙҙәрен экплуатировать иткән класска ҡаршы сығып һәм граждандар һуғышында аҡтарҙан ҡырылып, ошо илде хәҙерге заманда талаған байҙар һәм поптар өсөн һәләк булғандар икән!
     Бында беҙ, бөгөнгө олигархтар һәм байҙар, үҙҙәренең киләсәген хәстәрләп, ялғанды нисек таратҡандарын күрәбеҙ, улар, ысынын да был һуғышта ҡатнашҡан аҡ генералдар һәм уларҙың һалдаттары — батырҙар һәм ысын патриоттар, тиҙәр. Уларҙы аҡлап тарихтар яҙыла, кинолар төшөрөлә. Миҫалға: «Адмирал Колчак» тигән нәфис фильме. Ә ҡыҙылдар – террористәр, тиелә, сөнки улар, халыҡ — байҙарҙа һәм ярлыларҙа бер хоҡуҡта булып, байлыҡтарын бер тигеҙлектә тотоп, ғәҙелеккә ынтылғаны өсөн.
     Коммунистәр башлығы В.И. Ленин: Һәр илдең буржуазияһы патриотизм тураһында ялған фразалар менән «үҙ һуғышының» әһәмиәтен арттырырға һәм дошманды талау һәм ерҙәрҙе баҫып алыу өсөн түгел, ә үҙенекенән башҡа бөтә халыҡтарҙы «азат итеү» өсөн еңергә ынтылыуын раҫларға тырыша. (ПСС.том 26 В. И. Ленин).
     Беҙҙең Рәсәйҙең ошо феодал-буржуаз ҡоролошо менән капиталистик төҙөлөшкә, был өҫтә ултырған бурҙары менән барып етеүе икеле.
     Англия илендә, Оксфордский ҡалаһы университете профессоры Николас Старгардтың «Мобилизованная нация. Германия 1939–1945» тигән китабы урыҫ тәржемәһенә 2021 йылда сыға. Әле был СВО башланмаҫ элек. Был китапта автор ябай (фанатик йә иһә радикал түгел) немецтарҙың ваҡиғаларға ҡарашын реконструкциялап, автор граждандар һәм вермахт һалдаттарының һуғышты нисек ҡабул итеүен, уны нисек аҡлауын һәм хатта еңелеүҙәрен аңлаған саҡта ла ни өсөн көрәшеүен аңларға тырыша. Әйе беҙгә лә ҡыҙыҡ бит, ни эшләп был һуғыш аҙағында немец балалары фашистәрҙең кителен кейеп, фаус патрондар, автоматтар тотоп һуңғы кешегә тиклем совет һалдаттарына ҡаршылаша. Был уларҙың патриотизмы түгелме?
     Маҡсатына өлгәшеү өсөн профессор Старгардт йәмғиәттең төрлө ҡатламдарынан сыҡҡан кешеләрҙең шәхси документтарына, хаттарына һәм көндәлектәренә мөрәжәғәт итә, һуғыш барған һайын уларҙың өмөттәре һәм пландары үҙгәреүен һәм уның менән алған тәжрибәһен күҙәтә.
     Икенсе донъя һуғышы бөтә этаптарында ла немецтар тарафынан ватанды һаҡлауға йүнәлтелгән, уларға ҡаршы берләшкән илдәргә ҡаршы оборона һуғышы итеп күрһәтелә. Был дошман коалицияһына немецтәр беренсе донъя һуғышында осраған, уларға ҡаршы Антанта (Бөйөк Британия, Франция, Россия, Италия) илдәре тора. Немецтар, 1918 йылдағы еңелеүҙе шәхсән кисергәнме, юҡмы, күңелдәренә был үткәндән йәрәхәт һалынғанмы, юҡмы, әммә бер ниндәй шарттарҙа ла уның ҡабатланыуын теләмәйҙәр. Тап патриотизм, Старгардт фекеренсә, немецтарҙы 1939 йылда һуғышты башларға, һуңынан уның ауырлыҡтарын кисерергә, илдең яҙмышы алдан хәл ителгән булһа ла һуңғы патронына тиклем көрәшергә, һәм, өҫтәүенә, 1945 йылдағы еңелеүҙән һуң да ил өсөн «вермахттың яҡшы һалдаттарының фиҙакәрлеге» идеяһын яҡларға мәжбүр итә.
     Россия тарихсыһы Станислав Аристов был китапты тикшереп сығып, Старгардт бер фактҡа иғтибарын бирмәгән ти: оборона һуғышы идеяһы немецтарҙың коллектив аңына үҙенән-үҙе килеп инмәй. Ул «халыҡ берләшмәһенең» выжданын тынысландырыу маҡсатында төҙөлгән нацист идеологтары эше була.
     Ул ваҡытта улар үҙҙәрен раса критерийҙары нигеҙендә (беҙ бөйөк халыҡ, богоизбранный), синыф айырмаһыһыҙ, кластарға бүленмәй, берҙәм милли маҡсатҡа ынтылыусы һәм «милләт дошмандарына» ҡаршы торған немец йәмғиәте тейҙәр. Нацистская пропагандаһы халҡын, беҙҙә беҙ, тегендә-бында дошмандар, беҙҙе ҡыҫалар, кәмһетәләр, еребеҙҙе талайҙар, тартып алырға йыйыналар тиеп, яйлап үҙ кешеләрен ағыулай. Немецтар реваншҡа ынтыла, әммә шул уҡ ваҡытта һуғыш башларға ҡурҡа. Уларға хәрби хәрәкәттәрҙе аҡлауҙы тәҡдим итергә, тимәк, енәйәттәр өсөн ғәйепте үҙенән төшөрөргә йәки улар тураһында өндәшмәҫкә мөмкинлек бирергә кәрәк була. Гитлер бындай аҡланыуҙы уңышлы тәҡдим итә, илде һаҡлау өсөн һуғыш тураһында идеологияны әйтә (война ради защиты страны).
     Геббельс пропагандаһы, «большевистик йыртҡыстар» һәм «көнсығыштан ордалар» образдарын ҡулланып, яҡынлашып килгән Ҡыҙыл армия ғәскәрҙәре менән ҡотон алыуҙы оҫта ҡуллана. Неммерсдорф тигән ерҙе йыш ишеттереп, унда Пруссиялағы совет һалдаттары урындағы халыҡты күпләп язалап үлтергән, тип бер туҡтауһыҙ оран һалалар.
     Бына шулай, беҙҙең осорҙа киноларҙа беренсе донъя һуғышынан ялҡан бер-береһенә дошман булған Рәсәй империяһының һәм Германия немецтәренең һалдаттары, ҡунаҡлашып, окоптар буйлап йөрөп, бер-береһен винолар менән һыйлап, тәмкеләр тартышып, ҡосаҡлашып, һуғышмайыҡ тип, йөрөнөләр, аҙаҡ революциянан һуң 1939 йылда СССР Польшаның яртыһын баҫып алып, Германия икенсе яртыһын баҫып алып бүлешәләр. СССР-ға көнбайыш Украина, көнбайыш Белорусиян һәм Литваның бер крайы эләгә. Был нимә тип атала? Агрессия һәм оккупация килешеү буйынса. Нацистәрҙең ул ваҡыттағы патриотизм идеологияһы бөгөнгө Донбасҡа, Украинаға ҡарата алып барылған идеологиянан нимәһе менән айырыла? СВО башланғанға тиклем, был ҡалала хохолдар тарафынан шартлатылған йорт булдымы? Шундағы йәшәгән халыҡ әйтер юҡ, тип. Уларҙың, хатта был хәрби махсус операцияға тиклем, бомбардировканан ҡасып ятырға тигән подвалдарының йоҙаҡтары тутығып, ишектәре емерелеп, теләһә ниндәй ҡый-һай менән тулы була, сөнки бер ниндәйҙә снарядтар шартлауы булмаған. Ә быны аҡларға тырышһағыҙ, әйҙәгеҙ уҡыйыҡ: Совет НКВД-һы немец формаһын кейеп, украин, белорус кешеләрен үлтереп, йорттарын яндырып йөрөмәнеме икенсе Ватан донъяһы һуғышында? Ә бындай террор ҡайһы төпкөлдән килә? Зәки Вәлидине уҡыйыҡ: «Рустар, был ыҙғыш-талаштарҙы көсәйтеү өсөн, бөтә сараларҙы ла ҡулландылар, үҙҙәре лә теге йәки был ырыуҙың кейемдәрен кейеп төнөн һөжүм итерҙәр ине ». Төркөстан тарихы, 14 бит.
     Һәм беренсе карательдәр кемдәр була? Кемдәр борон башҡорт ауылдарын, әҙәмдәрен аяуһыҙ ҡырып, язалап, бала-сағаһы менән ҡуша яндырып йөрөнө? Урыҫия үҙ патриоттары менән ғорурлана, миҫалға Суворов. Суворов ордены командирҙарға, йәки хәрби частарға бирелә. Ә кем һуң ысынында Суворов? Александр Суворовта бер ҡасанда Ватанды яҡлап һуғышмаған, тик Емельян Пугачевка һәм Салауат Юлаевтың восстанияларын баҫтырыуҙа каратель булған. 1794 йылда Александр Суворов поляктарҙың восстанияларын баҫтырған өсөн иң юғары чингә генераль-фельдмаршал биргәндәр. Былар Рәсәйҙең сигенән сығып, икенсе ергә ҡыҫылып (миллитаризм) һуғышҡаны, донъялар бүлешкәне өсөн. Шулай уҡ Франция революционерҙәренең монархияға ҡаршы һуғышҡандарына ҡаршы сыға. (поход через Альпы)
     Адмирал Федор Ушаков бер ҡасанда Ватанды яҡлап һуғышмаған, ул ҡатнашҡан һуғыштар ҡайҙалыр сит илдәргә ҡаршы булған агрессиялар булған. Шулай булһа ла Ушаков тигән медаль бар, урыҫтың был Ватанға бер ҡыҫылышы булмаған әҙәмдәрҙе герой итеүҙәренә ни эшләп аптырарға, улар бит электән ҡол, телдәре «язык холопов», дворяндар инглиз, йә иһә француз, итальян телендә һөйләшкәндәр, крәҫтиәндәр крепостной ҡол булғандар – уларҙың ни ватаны һәм патриотизмы булған?
     Ярай СССР өсөн патриотизмыбыҙ булды тинек, СССР өсөн ғорурландыҡ, беҙ бөйөк, көслө бер туған халыҡтар тинек үҙебеҙҙе, тик кемдең тәҡдире буйынса социаль- коммунизмға бәйләнгән патриотизм бер көндә юғалып союздаш республикалар айырылып үҙ аллы илдәр булып киттеләр? Национализмға, үҙ киҫәк ерҙәренә бәйләнгәндәре өсөн һәм беҙ шул илдең патриоттары тип, Россияға ҡаршы сыҡтылар түгелме?
     Әле генә күмәкләшеп, улар менән бергәләшеп, шуларҙың да ерҙәрен ата-бабаларыбыҙ һаҡланы, шул заман ыңғайы ялған, уйлап сығарылған геройҙар, батырҙар күккә күтәрелде, меңдәрсә дуҫлыҡ, берҙәмлек тураһында китаптар, шиғырҙар, йырҙар яҙылды. Ҡайҙа булды һуң был патриотизм?
     Миндә шул ялған патриотизм тойғоһонда тәрбиә алдым һәм Ҡытай сигенә барып ҡытайҙарҙы үҙ күҙем менән күргәс, аптыраным: Улар яғынан нығытылған граница юҡ ине. Әҙәмдәре йылға буйында, ҡояшта ҡыҙынып, бала-сағалары менән һыу төшә, ауылдары үтә күренмәле, халҡы бик эшсән. Ике хәрби һалдат көнөнә бер тапҡыр граница буйлап катерҙа үтә ине. Беҙҙең моряк-пограничниктәр, бер йылы беҙҙең яҡтан ҡытайға ҡасҡан әҙәмде, уларҙың территорияһына 15 км тиклем эскә инеп, атып үлтереп ҡуялар. Ә бит, беҙҙең башты, матбуғат, телевизор аша ҡалай ныҡ туҡынылар – ҡытайҙар бөгөн, йә иһә иртәгә СССР баҫып инәсәк, тип. Ҡорал булмаһа ла, беҙ йоҙроҡ менән ҡытайҙарҙы туҡмап, үлергә әҙер инек. Ә унда, беҙҙең яҡтан метр һайын һалдат һәм матрос, ергә күмелгән танкылар, дот һәм дзоттар, траншеялар, Амур йылғаһында хәрби корабель бригадалары, Тымыҡ океан дивизиондары, артараҡ СССР-ҙың бөтә төр хәрби техникаһы, күктә хәрби самолеттар һәм вертолеттар гөрләшеп, бал ҡорттары һымаҡ осалар ине. Кем кемгә һөжүм итеүе бында асыҡ ине, хатта беҙгә пограничниктәргә 7 минут ҡына ҡаршылашырға, аръяғына армия ҡуҙғала ине.
     Патриотик күтәрелеш менән СВО башланғас, Рәсәйҙең ЦДУМ мөфтийе Татджетдин хәҙрәт был ҡырылышҡа фатихаһын биреп, вәғәҙендә: Украинанан Рәсәйебеҙгә ЛГБТ культура инмәҫ борон уларҙы тараҡандарға ағыу һипкән һымаҡ ҡырыр кәрәк тине. Шулай уҡ Башҡортостан Ҡоролтайының депутаттары, ир-егеттәребеҙҙе Украинаға, СВО-ға ебәреүҙе хуплап, унда ЛГБТ культураһы, ул беҙҙең Рәсәйҙең культураһына боҙоҡлоғо менән тәьҫир итәсәк, тинеләр, шуға хохолдарҙы ҡырырға, бөтөрөргә тинеләр. Мәскәүҙәр һәм Россияның иң тоғро патриоттары тураһында инде, уларҙың лозунгыларын әйтеп тормайым, әммә башҡорт халыҡ мәҡәлдәре һәм әйтемдәре буйынса: башта үҙеңде, унан кешене тикшер, сит яҡты хурлағансы, үҙ илең менән булыш тигәндәй, Мәскәүҙең үҙәгендә Рәсәйҙең иң юғары культура эйәләре һәм элитаһы – иң танылған йырсылар: Лолита, Киркоров, Билан, Собчак һәм башҡалар... яланғас вечеринка үткәрҙеләр.(беренсегә түгел, ундай урындар унда күп). Унда инеү билете хаҡы 10 мең доллар – 1 доллар — 100 тора, 1 миллион һум тора килеп сыға! Беҙ бахырҙар йылына 100 мең эшләй алмайбыҙ! Бында яланғас арт яҡ тишеген ҡаплап, унда 23 миллиондыҡ кулон аҫып, сусҡа һымаҡ дүрт аяҡланып, һалбыраған нәмәләренә носкиләр эләктереп, йөрөгән ошо хәшәрәттәр үҙҙәрен интернеткә һалған! Ир-егеттәребеҙ украиндарҙы аҡылға ултыртып, ошо элита ҡәбәхәттәре өсөн, бөйөк Рәсәй культураһы өсөн, патриотик рәүештә һәләк булалар. Был кисәне ойошторған блогерша Ивлеева, каналдарын туалет кабинаһына әйләндереп, шунда хәжәтен үтәп, тик матом һөйләшә, 12 миллион подписчиге бар. Был нимә «урыҫкий мирме»? Россияның «традицион ҡимәттәреме»? Иҫәрҙәр, саманан тыш байыҡҡан, өҫтәге түрәләрҙең ниндәй аҙғынлыҡҡа төшкәнен белмәйһегеҙ, сөнки ҡайҙа итергә белмәгән аҡсалар кешене, иблис ярҙамында аҙҙыра, Лут эйәрсендәренә әйләндерә. Һуңынан ишетерһегеҙ әле, традицион ценностәрҙе яҡлап көрәшкән аҙғындар тураһында. Әйтелә бит, кем ниндәй ҡылыҡ менән ауырый, шул шуны йәшерер өсөн һылтанмалар уйлап сығара. ЛГБТ имеш, ябай халыҡҡа тарала, беҙҙең халыҡтың ашарына аҡса етмәгәндә, ошо аҙғынлыҡ беҙҙә таралыр тиҙәр. Таралмаһын тиһәләр, әйҙә мосолман диненә күсһендәр. Был яланғас кисәлә ҡатнашҡан элекке депутат, Собчак бисә, үҙҙәрен аҡлап: электән һәр саҡ шулай булды, кемдәрҙер икмәй тапмай астан үлһә лә, байҙарҙың былай ҡыланыуҙары донъяла һәр саҡ булды, тине. Урыҫса әйтһәк: идите вы, сдохните там, где положено рабам, а мы будем жировать!
     Бына шулай, ваҡытына, заманына тура килтереп, ил башында торған берәй алйоты, тегеләр беҙҙе ҡырмаҫ элек тип, һуғыш башлаһа, үлтерешкән ике яҡта ла, бер-береһенән уҙышып патриотизм, ил өсөн үлер кәрәк тип, шаулай башлайҙар. Бер яҡ, батшалар болғағына ышанып, беҙҙең батша ниндәй аҡыллы, тегеләрҙең пландарын белеп ҡалып, алдан һөжүм итте тип, үлергә ризалар һәм шунда китәләр. Бында бөгөн ҡырылышҡа киткәндәрҙең күбеһенең йөрәктәрендә патриотизм тойғоһо түгел, ә кеше үлтереп, ҡулға алынасаҡ эш хаҡы – аҡса, сөнки был әҙәмдәр бурысҡа, кредиткә, ипотекаға батҡан, ауылдарында эш юҡ, улар йәшәгән ерҙәрендә эске һәм өмөтһөҙлөк. Ахмаҡ патриоттарға шуны әйтәм: Был ҡырылышты башлаған илдең 6 мең ядро бомбаһынан бер бәләкәй генә атом бомбаһын шуларҙың башҡалаһына ташлап, хәлде бер-нисә минутта решать итеп, еңеү менән тамамларға була, тик быны эшләмәйәсәктәр, сөнки байҙарҙың йәшәй торған ерҙәре һәм өмөттәре алға киткән сит илдәрҙә. Ә илен һаҡлаған икенсе яҡ, ядро ҡоралы булмау сәбәпле, бөтә ресурсын шунда ебәреп, күршеләренән ярҙам һорап, һаҡланырға мәжбүр. Бер яҡтыҡылар агрессор, окуппант — патриоттар, икенсе яҡтыҡылар илен һаҡлаған патриоттар. Шулаймы?
     Беҙҙең бар донъяның интектуаль үҫеше ваҡытында, был заманалар бар яҡтан алға киткән мәлендә, күрше илдәр менән ҡапма-ҡаршылыҡ килеп сыҡҡан мөнәсәбәттәрҙе ике яҡтың халыҡтарын ҡырып, һуғыш менән хәл итәләрме? Боронғоса ҡырағай ҡәбиләләрҙең табышын тартыу алымы менәнме?
     Ислам динендә патриотизм тигән төшөнсә бармы һуң? Беҙҙең илде һөйөү имандан тигән ялған хәҙистәре бар һәм быларҙың иманы барлығын киләһе мәҡәлә лә ҡарарбыҙ.
     Ислам күҙлегенән патриотизм нимә аңлата? Ҡайһы берәүҙәр уны ялған, мәжүси инаныуҙарҙың бер өлөшө тип иҫәпләй, улар ғәмәлдә «тупраҡты» (шулай уҡ этнонационализм «ҡан»ды) илаһилаштыра. Уларҙың әйтеүенсә, патриотизм, тыуған ил хаҡына бер нәмәгә ҡарамаҫтан, тоғролоҡ, һоҡланыу (гордыня) һәм ҡорбанлыҡҡа әҙерлек тәрбиәләй, ә бит был тойғоларҙың барыһына ла тик Аллаһы Тәғәлә генә лайыҡ. Шулайтып, Ислам бөгөнгө көндә башҡалар өсөн патриотизм итеп пропагандаланған тупраҡҡа һуҡыр тоғролоҡто ҡәтғи кире ҡаға. Бындай инаныуҙар ялған мотивтарға нигеҙләнгән. Һин унда тыуғанға ғына шул ерҙең хакимлегенә тоғролоҡ күрһәтеп тулыһынса бирелергә ярамай. Шулай уҡ ниндәйҙер халыҡ араһынан булып, уларҙың теле менән һөйләшеп, бер илдә йәшәп фанатик тоғролоҡ та булыу яраҡһыҙ ғәмәл. Ҡөрьәндә был турала аяттар күп, уларҙа Аллаһ кешеләрҙе үҙҙәренең халыҡтары, ҡәбиләләре, ата-бабалары һәм аталары раҫлаған яңылышлыҡтарға һуҡыр рәүештә эйәреүҙән киҫәтә.
     Әгәр һин ер йөҙөндәге кешеләрҙең күбеһенә буйһонһаң, улар һине Аллаһ юлынан яҙҙырасаҡ. Улар бары тик фараздарға ғына эйәрә һәм шуларҙы уйлап сығара ғына» (Ҡөрьән, 6:116). Был тап шул һуҡыр рәүештә үҙ халҡына эйәреү упҡынға алып бара, шуға күп халыҡтар тарих дауамында яңылыш юлдан яҙған.
     Һуҡыр патриотизмды һәм милләтселекте бөтә ислам ғалимдары һәм лидерҙары хөкөм итә. «Беҙ һуҡыр милләтселеккә саҡырыусыларға ҡаршы ҡулға — ҡул тотоношоп торорға тейешбеҙ», — ти уларҙың береһе. Әммә, шуға ҡарамаҫтан, һуҡыр патриотизм, милләтселек һәм милли-патриотизм вирусы менән бөгөн мосолман йәмғиәттәре лә зарарланған. Татар-башҡорт һәм кавказ милләтселеге тураһында әйтеп тораһы ла түгел, был бөйөк халыҡтарҙы ашап бөткән ғәрәп һәм төрөк милли-патриотизмының заразын да телгә алырға кәрәк.
     Бер Аллаһлыҡ динендә, һәм бер Аллаһлыҡ ялҡыны булған бөтә нәмә – мосолмандың ысын рухи тыуған иле. Ул Ислам патриоты, өммәт патриоты булырға тейеш, ә ергә бәйләнгән селәүсен кеүек түгел.
     Аллаһ һәм пәйғәмбәребеҙ аманаты буйынса мосолман динен, беҙ бөтә донъя буйлап таратырға тейешбеҙ, ә бер конкретный урынға, ватан тигән ергә йәбешеп, тик уның халҡы иманлы булһын, башҡаларҙан өҫтөн булһын тип түгел. Иблис патриотизмы кемделер, берәүҙәрҙең мәнфәғәтен яҡлап кеше үлтерергә йүнәтелгән булһа, мосолманға әҙәмде үлтереү тыйылған. Был мосомандарҙың «изге һуғышы» түгел! Кемдәрҙер Пәйғәмбәребеҙ, ғәләйһиссәләмдең күсер алдынан, Өхөд тауына ҡарап әйткәненән сығып, быны патриотизм менән бәйләп маташа, әммә бит Рәсүлебеҙҙең киләсәкте күҙ аллап ошо тауҙа буласаҡ ваҡиғаларҙы башынан үткәреүе мөмкин, шулай уҡ был тау тирәләй башҡа пәйғәмбәрҙәрҙә үткәнен иҫенә төшөргәндер. (Тауҙың оҙонлоғо 4,4-7 км, киңлеге 1,2 — 3 км, әйләнәһе 19 км. ерҙән максималь бейеклеге 300 м, диңгеҙ кимәленән 1000 м. иң бейек түбәһенең бейеклеге 1126 м тәшкил итә).
     Әбей батша заманынан, ғалимыбыҙ Әхмәтзәки Вәлиди әйтмешләй: баҫып алынысаҡ ерҙәрҙә ислам исеменән урыҫ хакимлығын яҡлап пропаганда алып барыусы «муллалар» кадрҙары булдырҙылар. Быға миҫал итеп ДУМ РБ-ны һәм ЦДУМ алырға була. Әле барған мәхшәрҙе улар яҡлап сыҡтылар, былар артынан мөхтәсибтәр һәм имамдар эйәрҙеләр. Ни эшләп? Улар был ислам тигән имеш, чиновлектең вертикал хакимлегенең ҡолдары. Ысыны да мосолмандарҙа христиан РПЦ-дағы һымаҡ буйһоноу юҡ, поптар һымаҡ грехи не отпускают, һәр кем Аллаһ алдында үҙе яуаплы, ә өҫтә ултырған түрә-муллаларға түгел, бында партийный собрание юҡ, мөхтәсибтәргә, йәки мөфтийгә отчет бирергә. Һәм беҙҙең мөфтийҙәрҙең эше үҙҙәренең бизнесенә бәйләнгән, берәүһе ишәктәр көтһә, икенсеһенеке менән әле ҡыҙыҡһынманым, улар шуға ла бигерәк тә ошо бизнестәре өсөн ҡурҡалар. Тик тоғро хакимдәргә генә буйһонорға саҡыралар: бер йылы коммунистәрҙе яҡлап, уларға һайлауҙа тауыш биргән мәсет имамын Тадтжетдин хәҙрәт мыҫҡылағаны матбуғатта булды түгелме? Ғәжәп бит, совет мөфтийҙәре социализм ғәҙеллеге яғында, феодал-буржуаз мөфтийҙәре халыҡты кластарға бүлеп, уларҙы талаусыларҙы хуплайҙар. Кемгә эйәрергә!?
     Һәр ерҙә тиерлек, һуңғы беҙҙең тирәләге тарихта, христиан, йәһүд һәм мосолмандарҙы етәкләгән башлыҡтар, тирандар алып барған һуғыштарҙы яҡлап сыҡтылар. Сөнки уларҙа Аллаһ һәм халҡы алдында выждан (намыҫ) юҡҡа сыҡты, улар был хакимдәргә буйһондолар, ҡурҡаҡлыҡ күрһәтеп һәм нисек аҡланасаҡтар: беҙ динебеҙҙе һаҡлап ҡалыр өсөн шулай эшләнек, тиерҙәр. Ислам динен улар, поптар һәм мөфтийҙәр һаҡлап тота икән, ә һынау ебәргән Аллаһ түгел.
     Һирәктәр генә быға ҡаршылашты. Христиандарҙала «не убий» тигән Аллаһынан килгән әмер бар. Борон сиркәүҙәрҙә, храмдарҙа, ҡалаларҙа Аллаһҡа табыныуҙы чудотворец Сергей Радонежский князь Дмитрий Донскойҙың указы буйынса тыйып йөрөгән, әгәр улар ополчениегә кешеләр бирмәһә. Әммә христиан сиркәүҙәре күп осраҡта, уның башлыҡтары ошо илдең берәй батшаһы тарафынан сит илдәргә ҡарата алып барған һуғыштарын һәр саҡ яҡлаған.
     Епископтар, поптар, мөфтийҙәр иртәме йә һуңмы, улар һәр саҡ урындағы элитаның фекерен, йәки шул үҙҙәренең политик сәйәсәттең позицияһың яҡланылар, хатта был сиркәү һәм ислам дине ҡараштарына ҡаршы килһә лә. Быны менән бөтә христиан дин әһелдәре риза булманылар, ҡаршы сыҡҡандары бөгөндә бар.
     «Свидетели Иеговы» (Йәһүә шаһиттары) Изге Троицаға (Бог Троица, өс Аллаһ) ышанмай, Ғайса пәйғәмбәр, ғәләйһиссәләм, Аллаһ түгел һәм Изге Рухтың (Святой отец) илаһилығын танымай. «Йәһүә шаһиттары» үҙҙәрен христиан тип атай, әммә Мәсих (Ғайса) Аллаһ түгел, ә бары тик Аллаһының ижады ғына, дөрөҫөрәге, Архангел (фәрештә) Михаил, тип раҫлай. Россия ла тыйылған религия (әлбиттә, Троицаға ҡаршы сыҡҡас), Ҡаҙахстанда рөхсәт ителгән. Улар Гитлерҙе фюрер тип танымаған, фашистик немец армиһына хеҙмәт итергә бармағандар. Шуның өсөн уларҙы еврейҙәр, сиғандар һәм коммунистәр менән бергә концлагерҙәргә ябылғандар.
     Бөгөнгө дин эшмәкәрҙәрен ролен ошолайтып аңлатырға була — улар ошо йүнәлештә: Реал-политик (реаль сәйәсмән), сәйәси, идеологик һәм әхлаҡи фекерҙәргә зыян килтереп, практик маҡсаттарға өлгәшеүгә өҫтөнлөк биргән сәйәси курста улар. Беҙҙенсә әйткәндә: ел ҡайһы яҡҡа иҫә, шул яҡҡа ауғандар. Әхләк төшөнсәләрен юғалтып, дингә ҡаршы сығып, үҙ баштарын ҡайғыртҡан бәндәләр.
     Билдәле христианин һәм философ Кураев әйтмешләй, бөгөнгө (патриарх Кирилл) һәм башҡалар – «отличники боевой и политической учебы». Совет иленең КГБ-һы һәм Россия ФСБ-ның актив «агент динлеләре». Беҙҙә, муллалар ошо органдар аша үткән һәм тикшерелеп торған әҙәмдәре.
     Ошо беҙҙең үткән быуатта Серб патриархы Павел Сербияның (1989—1997) һәм аҙаҡ Югославияның президенты булған Милошевичкә, ошо ил эсендә булған автономиялы областарҙа йәшәгән мосолмандарҙы ҡыҫырыҡлауға барған һуғышҡа ҡаршы сыға, халыҡты «изге яуға» саҡырмай.
     Бында был патриарх Павелдың мосолмандарҙы ҡыҫырыҡлауға, уларҙы үлтереүгә ҡаршы сыҡҡанда, ни эшләп беҙҙең, исмаһам Ислам мөфтийҙәре Ҡытайҙа, Синьцзян-Уйгур автономия районында йәшәгән төрки 2 миллион мосолман уйғурҙарҙы (ҡаҙаҡтар, ҡырғыҙҙар, хатта башҡорттарҙа һәм башҡа төркиләр) яҡлап ләм-лим әйтмәне һәм Украиналағы 2 миллион мосолманды ҡырырға фатиха бирҙе? Чечня башлығы Рамзан Ҡадыров, Россияның ил башы Путин әллә Ҡытай коммунистәренән ҡурҡамы? Англия, Канада, Америка, бында мосолмандарға ҡаршы булған геноцид, реприсиялар өсөн Ҡытайға санкциялар индерәләр, элекке президент Трамп, хәҙерге Байден, Блинкин уйғурҙарҙы яҡлайҙар.
     Патриарх Сербский Павел (Стойчевич) йәш сағынан инсафлы, юғары әхләҡле булып, хәрәкәтсән булып йәшәй, тыйнаҡ ашай һәм аҙ йоҡлай, әммә күп доға ҡыла. Бәләкәй һәм көсһөҙ булһа ла ғүмеренең аҙағына тиклем ураҙаларын ҡалдырмай, сафлыҡта һәм доға ҡылыуҙа үткәрә ул ғүмеренең аҙағына тиклем, һәр ваҡыт ашау-кейемдә тыйылып, китаптарҙан башҡа бер ниндәй ҙә мөлкәте булмаған килеш башҡара. Ул Белград ҡалаһы буйлап йәйәү  йәки ғәҙәти транспортта йөрөй, кешеләрҙең ҡыҫылышы араһында, ашауға ла һәм кейенеүгә талапсан түгел.
     Уның йәшәү рәүешен тикшерһәң, уның әүлиә икәненә шик ҡалмай, хәҙерге алтын-көмөшкә батып, ҡорһаҡтарын ерҙә һөрәтә алмай, үҙҙәре төкөрөп сәсеп, ҡарғаған НАТО илдәренең иң ҡыйбатлы машиналарына көндәре ҡалған поптар рәтенән түгел икәнлеген аңғарабыҙ. Христиандарҙыңда ҡайһы берҙәре хаҡ юлда, бер Аллаһҡа табыналар тигәйнек бит әле.
     Бер мәле Патриарх Павелға бер ҡатын ниндәйҙер эш буйынса ҡабул итеүгә эләгә. Уның йомошон тикшергәндә, ул осраҡлы рәүештә патриархтың аяҡтарына ҡарай һәм уның аяҡ кейемен күргәс, аптырауҙан иҫе китә — был иҫке, ҡасандыр йыртылған, һуңынан йүнәтелгән аяҡ кейеме була. Ҡатын: "Беҙҙең өсөн, сербтар өсөн, патриархыбыҙға бындай йыртыҡ аяҡ кейеме менән йөрөргә тура килеүе ниндәй хурлыҡ, әллә уға яңы аяҡ кейеме бүләк итәрлек кеше юҡмы икән? — тип ҡарай. Патриарх шунда уҡ шатланып: «Минең ниндәй яҡшы аяҡ кейемем барлығын күрәһегеҙме? Мин уларҙы патриархияға барған саҡта сүп һауыты янында таптым. Кемдер ташлаған, ә был ысын тире бит. Мин уларҙы бер аҙ тегеп ҡуйҙым һәм бына, улар оҙаҡ хеҙмәт итә аласаҡ.
     Ошо уҡ аяҡ кейеме менән тағы бер тарих бәйле. Патриархияға бер ҡатын килеп, патриарх менән ашығыс эш буйынса һөйләшергә талап итә, ул был хаҡта уға үҙе генә әйтә ала. Бындай үтенес ғәҙәти булмаған һәм уны шунда уҡ индермәйҙәр, әммә килеүсенең ныҡышмалылығы һөҙөмтә бирә, һәм аудиенция үтә. Патриархты күргәс, ҡатын ҙур тулҡынланыу менән был төндә уға Богородица төшөнә ингәнен әйтә, Ул патриархҡа яңы аяҡ кейеме һатып алыу өсөн аҡса килтерергә ҡуша. Һәм ошо һүҙҙәр менән ҡунаҡ аҡса һалынған конверт бирә. Патриарх Павел, конвертты алмайынса, яғымлы итеп һорай: «Ә һеҙ сәғәт нисәлә йоҡларға ятаһығыҙ? Ҡатын, аптырап, яуап бирә: «Шул, ун берҙәр тирәһендә». Павел патриарх: «Беләһегеҙме, мин һуңыраҡ, иртәнге сәғәт дүртәр тирәһендә яттым, — тип яуаплай патриарх, — миңә лә Богородица төшөмө керҙе һәм һеҙгә был аҡсаны алып, мохтаждарға биреүҙәрен һораны». Һәм ул аҡса алманы...
     Бер ваҡыт, патриархия бинаһына яҡынлашып килгәндә, изге Павел ишек алдында торған күп кенә сит ил машиналарын күреп ҡала һәм был кемдең машиналары икәнлеге менән ҡыҙыҡһына. Уға был машиналар архиерейҙар (ярҙамсылар) машиналары тип әйтәләр. Патриарх йылмайып: «Әгәр улар, Ҡотҡарыусының талапсанлыҡ тураһында әмерен белеп, шундай машиналары бар икән, әгәр был әмер булмаһа, ниндәй машиналар булыр ине?»
     Бер ваҡыт патриарх самолетта ҡайҙалыр осоп барған. Улар диңгеҙ өҫтөнән осоп барғанда, самолет турбулент зонаһына эләгә һәм һелкенә башлай. Патриарх янында ултырған йәш архиерей, самолет хәҙер ҡолаһа, нимә уйлайһығыҙ, тип һорай. Изге Павел тыныс ҡына яуап бирә: «Үҙемә ҡарата мин быны ғәҙеллек акты тип ҡабул итермен: сөнки тормошта мин шул тиклем күп балыҡ ашаным, хәҙер улар мине ашаһа, ғәжәп түгел».
     Ялған патриотизм, был, тупаҫ рәүештә әйткәндә, үҙеңдең халҡынды бөтә яҡтан шулай-былай тип аҡлай, яҡлай башлайһың. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһиссәләм әйткән: «Аллаһ Тәғәлә берәй халыҡҡа яҡшылыҡ теләһә, Ул был халыҡҡа уның кәмселектәрен күрһәтер,» — тигән. Һинең патриотизмың шуға бәйләнергә тейеш, йәғни һин үҙ халҡын өсөн беренсе урынға хәҡиҡҡәте ҡуйып хеҙмәт итергә тейешһең, йәғни кешеләрең ҡиммәт, ә әллә ниндәй уйлап сығарылған мифик ватанды, уның хөкүмәт хакимлеген яҡлап һәм шуның өсөн кемгәлер эйәреп, берәй эштәр эшләү түгел ул. Бөгөн ялған патриотизм менән кемдәрҙер был ҡырылышта үлә, шул ваҡытта Рәсәй һәм уға ҡаршы яҡтар, алыш-биреш алып бара, газ, нефть торбалар аша ҡыуылып шуларға китә «дошман» ере аша. Илде талап, сит яҡтарға бар байлыҡ оса, миллиард долларҙа байлыҡ килә байҙарға, улар майҙарына сыҙамай яланғас һикерешәләр, һинең юләр булыуыңа ҡыуанып, сөнки һәр атылған пуля, шартлаған снаряд, башығыҙға ырғытылған бомба уларға табыш килтерә,  олигархтарҙың заводтары гөрләй, үҙҙәре балалары менән стадион ҙурлығындағы яхталарҙа йөҙәләр, генералдарҙың бисәләре Франция курорттарында коньяк эсә, оборона министрының ҡыҙы менән кейәүе Дубайҙа, Ғәрәпстанда ял итә.
     Әгәр кешелә халҡына, ҡәбиләһенә, ырыуына һөйөү булһа ла, ул уны Аллаһының мизанына һалып үлсәргә тейеш. Аллаһ Тәғәләнең шәриғәтенә, Уның аяттарына һәм пәйғәмбәрҙең сөннәһенә ярашлы. Әгәр улай булмаһа, һеҙҙең иң изге мөхәббәтегеҙҙе, тойғоғоҙҙо, дөрөҫ яҡҡа ыңғайлатмаһаң, ул һине һәләк итәсәк хаҡиҡәт менән. Көтөүҙәге бер баҡырған һарыҡҡа ҡалған бар һарыҡтарҙа яуап биреп ҡаршы баҡыра, шулай һымағыраҡ итеп, беҙ патриоттар тип, ошо көтөүҙәге һарыҡтар булмағыҙ!
     Мосолмандарҙың донъяға ҡарашына, Ислам диненең рухына ят булған доктриналарҙы һәм төшөнсәләрҙе индергән туҡтауһыҙ идеологик һөжүм билдәле һөҙөмтәләргә килтерә: күп кенә мосолмандар көсһөҙ һәм пассив була, яңылышлыҡтарға баталар һәм барлыҡҡа килтерелгәндәрҙән ҡурҡыуға төштөләр, наҙанлыҡ һәм мөртәтлек тарала. Ә барыһы ла Ислам нигеҙҙәре тураһында адекват ҡараштарҙы юғалтыуҙан (усул әд-дин), хәҡиҡәт менән ялған араһында, ислам менән куфр араһында, таухид менән ширк араһында, мосолмандар менән кәферҙәр араһындағы танырға мөмкинлек биргән айырыу критерийҙары ҡабул итмәүҙәре арҡаһында.
     Иң башта, гректәр әйтмешләй: патриот – ул «чужой», сит кеше, уның фекер эшмәкәрлеге кемдеңдер, сит булған кешенең мәнфәғәтең, байлығын яҡлап сығыу, шуның өсөн ҡорбан булыу ул. Элекке беҙҙең 18-19 быуаттағы күренекле Ислам дин ғалимдарының, эшмәкәрҙәренең патриотизм тураһында әйтеп ҡалдырған һүҙҙәре, вәғәҙҙәре ҡайҙа, бөгөн уларҙан өҫтөн булып, мәсеткә имам булып китәләр ҙә, башлайҙар шулай-былай тип, үҙҙәре уйлап сығарған йәки кемдәндер ишеткән ғәйбәте, юҡ-барҙы һөйләп. Имеш улар патриоттар. Беҙ Аллаһының ҡолдары булырға тейешбеҙ, изгелектәр эшләп, сауаптар алып, Уның йәнәттәренә инергә ризалыҡ алыр өсөн йәшәйбеҙ, ә боҙоҡ хакимдарҙы хуплап, уларҙың тоғро көсөктәре булып түгел.
     Элекке ЦДУМ мөфтийҙәре коммунистәр яҡлы булып, социал-коммунизмдең сит илдәргә, ғәрәптәрғә таралыуынан ҡәнәғәт булып, ошо социалистик идеялогияны яҡлаған. Шуға арналған вәғәҙдәрен ошо сайтта уҡый алаһығыҙ. Мөфтий Ғәбделбари хәҙрәт, был ике донъя һуғышында ла ҡатнашҡас, үҙе шул мәхшәрҙең шаһиты булғас, яҙмаларында һаҡ ҡына итеп ватанпәрвәрлек сағылышы түгелме икән тигән. Ул ваҡыттағы һуғышты кисергән мосолмандар ошолай яҙғандар: «во время финской компании, а в последствии Великой отечественной войны верующие мусульмане, как и все народы Советского Союза, по зову Коммунистической партии и Советского Правительства, ушли на фронт защищать свою Социалистическую Родину».
     Әгәр, шул замандағы тыуған ил өсөн үлгән кешеләр, хәҙер уларҙың исемдәрен мәсхәрәләп, улар социал тигеҙлектәге ил өсөн үлгәнен хурлап, бөгөнгө феодал-буржуазия байҙарына табыш килтерер өсөн герой исемдәрен ҡулланып, шул батальондарҙы күрше туған халыҡҡа агрессия өсөн ҡулланыуҙы белһәләр, ғәрлектәренән ерҙең ҡайһы тишегенә инергә белмәҫтәр ине. Улар бит яуҙа үлгәндә: считайте меня коммунистом тип, шул заман идеологияһы өсөн йән бирҙеләр, атеистәрелә күп булғандыр һәм әгәр, улар ҡапыл бөгөн терелһәләр, ошо бар депутаттарҙы, кремль хужаларын, генералдарҙы без суда и следствия атып бөтөрҙөр ине. 
     Бөгөн кемгәлер Украина экономик яҡтан Россияға ҙур конкурент булғас, уның иге-сиге күренмәгән иген баҫыуҙары, самолет эшләү һәм вертолет моторҙары етештереү заводтары, ҙур-ҙур корабль төҙөү ангарҙары, һеҙҙең өйөгөҙҙә һөт айырыу сепараттары (патриот булһағыҙ шуларҙы сығарып ташлағыҙ) Донбасс өлкәһенең таш күмер өҫтөндә ултырыуы һәм башҡаһына ҡыҙыҡһынып һәм көнләшеп торған, нәфсеһе туймаған ҡәбәхәттәр өсөн ҙур проблема, уларҙы тартып алырға, йәки туҙырып ташларға кәрәк була. Шуға ла уйҙырма нацистар һәм башҡа әкиәттәр тураһында әлеге пропагандистәр һөйләй һәм йәшерен именлек хеҙмәткәрҙәре ярҙамында провокациялар эшләнә. Бына шуға күрә 2014 йылдың халыҡтың переписы буйынса 85 миллион украин халҡы һаналған, шуларҙың 40 миллионы Рәсәйҙә йәшәгәне, үҙ милләтен Украинала, ошо ҡырылышта үлтереп патриот буламы? Әле Украин ауыл-ҡалаларын бомбаға тотҡан летчиктәр, ракета кнопкаһына баҫҡан хәрбиләрҙең күптәре шул ерҙә тыуып үҫкәндәр! Ҡайһы бер госдума депуттарыла шул ерҙә тыуғандар. Әйтәйек, һинең ҡыҙың шул тарафҡа кейәүгә сығып, йә иһә улын кәләш алып, шунда йәшәп, балалар үҫтереп, ул балаларҙың балалары булып, бөгөн һин мосолман булараҡ ошо буш, ялған, алдаҡ донъяға, мин үҙ илемдең патриоты тип, шунда йәшәгән үҙ балаларыңды, ейәндәреңде үлтерергә бараһыңмы? Был саҡта һин кем? – Аллаһының ҡарғалған ҡәбәхәте! Ғөмүмән, кеше үлтереү Раббың тарафынан ҡарғала. Рәсәйҙә ҡасан йүнле батшалар булғаны бар? Иван Грозный урыҫияның патриоты булараҡ үҙ улын бысаҡ менән сәсеп үлтермәнеме?, йәки Петр I бөйөк урыҫия патриоты булараҡ, үҙ улын сыбыртҡа менән туҡмап үлтертмәнеме? Бөгөнгө көнгә тиклем самозванец батшалар ошо ил менән идара итеп, һин шуларҙың аңра ҡоло булып, Аллаһ Тәғәлә ҡанундарына ҡаршы сығып көфөрлөктә йәшәһәң, урының тамуҡта буласаҡ!
     Аллаһ беҙҙең менән тигән нәмә юҡ ул, Аллаһ һәр кем менән, хатта әле һеҙ дошман тигән кешеләр менән дә бергә. Яуызлыҡ ҡылған кеше янында ла булып, ул әҙәм аҡтығы тәүбә ҡылмаҫмы тип тора, уларҙы фажиғәләрҙән ҡотҡара. Миҫалға: Йозеф Алоиз Ратцингер – Папа Римский Бенедикт XVI, 14 йәшендә гитлерюгендҡа инә, вермахта хеҙмәт итә, 1944 йылдан Австрия легионында ПВО ярҙамсы частарында хеҙмәт итә, үҙен патриот итеп, совет самолеттарын атыу төшөрөүҙә ҡатнаша. 2005 йылдан — 2013 йылға тиклем Папа Римский булып йөрөй.
     Шуға ҡаршы яҡтың дошманы һиңә көбәген төҙәп ата икән, быны ул Аллаһ тәҡдире менән эшләй, һинең уға ҡаршы тороуыңда шул иҫәптән һәм бында Аллаһыҡа иң яҡыны — тәүбә иткәне һәм хаҡиҡҡәтте аңлап, был донъяның бер тин тормауы икәнен аңлап, ҡайтыр ерен йәннәт, ҡайтыр ватанын йәннәт, мәңге йәшәйәсәк урының йәннәт икәнен төшөнөп, хаҡ мосолман булыуҙа, ә иманлы иманһыҙҙар артынан эйәреү түгел.
     Әгәр шул халыҡты алдаусыларға: «Ни өсөн һуң һеҙ ер йөҙөндә боҙоҡлоҡ ҡылаһығыҙ, үҙегеҙҙе беҙ мөьмин тиһегеҙ?» — тип әйтелһә, улар яуап бирерҙәр: «Юҡ, беҙ боҙоҡлоҡ ҡылмайбыҙ, беҙ тыныслыҡ, татыулыҡ теләйбеҙ». Бына был аят-күренешкә хәҙерге тормошта миҫалдар бик күп, сөнки дингә ышаныусыларҙың һәр береһе ниндәй генә дин тотмаһын: «Беҙ динле», — тип, халыҡты ышандырып, халыҡ араһында дошманлыҡ, бәхетһеҙлек тыуҙырырға тырышалар, әҙәм балаларын бер енес, бер диндә булған халыҡтарға ҡаршы ҡотортоп, бер-береһен үлтерәләр, быға тарихтар шаһиттыр. Аллаһ быларға яуап итеп, уларның кем икәнлеген асыҡ белдерәлер: Хәтерегеҙҙә ныҡ тотоғоҙ, әй әҙәм балалары, беҙ динле тип, халыҡты һәләкәт юлына, һуғыш юлына ҡотортоусылар, динде ҡорал яһап ҡулланыусылар. Улар боҙоҡлоҡ ҡылыусылар, ҡот осҡос халыҡ, ләкин улар быны аңламайҙар йәки аңларға теләмәйҙәр», — тип белдерәлер.

Борһан тәүхид: https://nazir1965.com/pdf-pdf-kitaptar/bor%d2%bban-t%d3%99%d2%afxid.html#more-8305

Габделбари Исаев. Дини әсәрләр: https://nazir1965.com/din/9530.html#more-9530

СССР-ҙа Ислам дине: https://nazir1965.com/tarix/9533.html#more-9533