Архив метки: рамаҙан ғәйете

Рамаҙан ғәйете вәғәҙе

                                                        Рамаҙан ғәйете вәғәҙе

     Джәберҙән (р.) риүәйәт ителгәненән, Аллаһы Тәғәләнең пәйғәмбәре Мөхәммәд салаллааһу ғәләйһиссәләм әйтте: «Әгәр Рамаҙан ғәйете көнө алдындағы кисә етһә, Аллаһы Тәғәлә ер йөҙөндәге бөтә ил-ҡалаларға фәрештәләр ебәреп, уларға: «Эй Мөхәммәд ﷺ өммәте! Аллаһы Тәғәлә хозурына (ғәйеткә йыйылыр өсөн) сығығыҙ! Ул һеҙгә сикһеҙ әжер-сауабтар бирер һәм булған оло гонаһларығыҙҙы ярлыҡар!» — тийеп ауаз һалып, хәбәр таратырға ҡушар. Был әйткәнде Әҙәм балалары менән ендәрҙән башҡа бөтә мәхлүкәт ишетер һәм аңлар. Һәм, халыҡ мәсеттә йыйылғас, Аллаһы Тәғәлә әйтер: «Мин уларға Рамаҙан ураҙаһын фарыз ҡылдым, шулай булғас, улар был фарызды үтәнеләр, Минең йорттарымды (мәсеттәрҙе) китабымды — Ҡөръәнде уҡып йәнләндерҙеләр; малдарынан зәкәт сығарҙылар; ә хәҙер иһә Миңә тағы ла яҡыныраҡ булыр өсөн намаҙ уҡырға йыйындылар. Эй фәрештәләрем! Йөкләнгән (ҡушылған) эшен үтәүсегә ул эште йөкләүсе ниндәй хаҡ түләргә тейеш?» — тине. Фәрештәләр: «Һис кәметмәйенсә муафиҡ камил түләү-әжер бирергә тейештер»,— тинеләр. Шунан һуң Аллаһы Тәғәлә әйтте: «Мин фарыз ҡылған ураҙаны ололаған һәм Минең ризалығымды ҡаҙаныр өсөн намаҙ торғоҙоусының бөтә гонаһтарын ғәфү итеп, уға йәннәткә инеүҙе насип итермен»,— тине. Һуңынан Субхәнәһү үә Тәғәлә, әйтте: «Эй бәндәләрем! Һорағыҙ Минән, һорағыҙ Минән теләгән нәмәләрегеҙҙе! Ҡөҙрәтем һәм бөйөклеге менән ант итәмен тим, донъя-әхирәт маҡсаттарығыҙҙы белдергән һәр бер үтенесегеҙгә лә яуап бирәсәкмен! Һеҙ Минән риза булдығыҙ, шулай булғас, Мин дә һеҙҙән ризамын!» Шулай булғас, йәшерен ауаз әйтер: «Өйҙәрегеҙгә ҡайтығыҙ, әй Мөхәммәд өммәтенең тоғро бәндәләре, һәм белегеҙ: яҙыҡ эштәрегеҙ Аллаһу Сүбехәнә үә Тәғәлә тарафынан изге ғәмәлдәргә әйләндерелде! Читать далее