Ифтар – ауыҙ астырыу

     Беҙҙең диндә ауыҙ астырыу йәки ифтар ҡылдырыу яҡшы ғәмәлдәрҙән һанала. Хәҙистәрҙә түбәндәгеләрҙе эшләргә ҡушыла:
     «Рамаҙан айында ураҙа тотоусынан ауыҙ астырыусыға Аллаһы Тәғәлә сират күперен үтеүҙе еңеләйтер».
     «Әгәр ҙә кем дә булһа ураҙа тотоусынан ауыҙ астырһа, фәрештәләр рамаҙан айы буйынса был кешене данларҙар, ә Ябраил, ғәләйһис-сәләм, Ҡәҙер кисендә уны сәләмләп ҡаршы алыр».
     Сәхәбәләр пәйғәмбәребеҙҙән һорағандар: «Әй, Аллаһы Тәғәлә илсеһе! Әгәр ҙә берәүҙең ураҙа тотоусыны ашатырға ризығы булмаһа, нимә эшләргә?»
     Пәйғәмбәребеҙ, ғәләйһис-сәләм, яуап биргән: «Әҙ генә ризыҡ бирһен! Уныһы ла булмаһа бер йотом һөт, ә инде уныһы ла булмаһа, бер уртлам һыу бирһен!»
     Сәхәбәләр һорағандар: «Һыу булмағанлыҡтан ул шулай ҡиммәтме?»
     Пәйғәмбәребеҙ, ғәләйһис-сәләм, әйткән: «Барыбер, хатта йылға буйында булһа ла».

     Бер көндө Муса ғәләйһиссәләм Аллаһы Тәғәләнән: «Йә, Раббым, Һиңә минән дә яҡыныраҡ бәндәләрең бармы? » — тип һораған. Аллаһы Тәғәлә әйткән: «Әйе, улар хәбибем Мөхәммәд ғәләйһиссәләм өмәттәренәндер», — тигән. Шунда Муса ғәләйһиссәләм: «Мин Һинең менән Тур тауында һөйләштем, ә улар нисек һиңә яҡын булды һуң?». Аллаһы Тәғәлә әйткән: «Әй, Муса, һин Минең менән Тур тауында һөйләшкәндә арабыҙҙа пәрҙә (ҡорған) бар ине. Мөхәммәд ғәләйһиссәләмдең өммәттәре ураҙа тотоп, ирендәре кибеп, ифтар ваҡытында ҡулдарын күтәргәндә күк менән ер араһындағы пәрҙә (шаршау) күтәрелә. Доғаларын ҡабул итәм, сөнки улар был миҙгелдә Минең менән пәрҙәһеҙ һөйләшәләр» — тигән. Шунда Муса ғәләйһиссәләм: «Йә, Раббым, шул Рамаҙан шәриф ураҙаһын минең өммәтемә лә бирсе», — тип һорауына Аллаһ Тәғәлә: «Был ураҙа – хәбибем Мөхәммәд ғәләйһиссәләм өммәтенә генә хастыр», — тип әйткән.
     Тимәк, беҙ ауыҙ асып ифтар доғаһын уҡыһаҡ, был доға ҡабул була:
     Аллааһүммә ләкә сумтү үә бикә әәмәнтү үә ғәләйкә тәүәккәлтү үә ғәләә ризҡиҡә әфтартү үә лисауми ғадин мин шәһри рамаҙаанә нәүәйтү фәғ-фирли йәә ғаффәәру мәә ҡаддәмтү үә мәә әххартү.
     Мәғәнәһе:
     Эй, Раббым! Һинең ризалығың өсөн генә тип ураҙа тоттом, һиңә генә иман килтерҙем. Эштәремде тик Үҙеңә генә тәүәккәлләп башҡарам. Һин биргән ризыҡ менән ауыҙ астым, иртән тағы ла ураҙаға инергә ниәт иттем. Эй, гонаһтарҙы ярлыҡап ҡына тороусы Аллаһ, үткәндә эшләнгән гонаһтарымды ла, эшләү ихтималым булһа, киләсәктәгеләрен дә ғәфү ит!

     Ҡунаҡта ауыҙ асҡанда

                                          اَفطَرَ عِنْدَكُمُ الصَّاءِموُنَ وَاَكَلَ طعَامَكوُمُ الاَبْرَارُ وَصَلَّت عَلَيْكُمُ الْمَلاءِكَةُ
     Әфтара ғиңдәкүмүс-сааа-имүүмә үә әкәлә тағәәмәкүмүл-әбраару үә салләт ғәләйкүмүл-мәләә-икәтү.
     Мәғәнәһе: Һеҙҙә ураҙа тотоусылар ауыҙ асты, һеҙҙең ашамлыҡтарығыҙҙы изгеләр ашаны һәм һеҙгә фәрештәләр салауат уҡыны.
                                                                   اَللَّهُمَّ بَارِكْ لَهُمْ فِيمَا رَزَقتَهُمْ وَاغْفِرْ لَهُمْ وَارْحَمْهُمْ
     Аллааһүммә бәәрик ләһүм фиимәә разәҡтәһүм үәғфир ләһүм үәръхәмһүм.
     Аллаһым, ризыҡландырған нәмәләреңдә уларға бәрәҡәт бир, уларҙы мәғфирәтең менән ғәфү ит һәм уларға ҡарата рәхимле бул.

     Ауыҙ асыу доғалары ошо биттә: https://nazir1965.com/do%D2%93alar/auy%D2%99-asyu-do%D2%93alary.html
     

     Йәлил хәҙрәт Фазлыев «Йөҙ ҙә бер вәғәҙ»-ендә бына нимә яҙа: «Был айҙа Аллаһтың кешеләргә тағы бер рәхмәте бар: кем дә кем ураҙа тотҡан кешеләрҙе саҡырып, ауыҙ астырһа, ифтар мәжлесе ойошторһа, ураҙа тотҡан кешеләрҙең сауабы ул кешегә лә яҙылыр, ти. Кемдең малы, ваҡыты бар икән, шулай уҡ Аллаһ Тәғәлә ҡаршыһында иң күркәм, иң сауаплы булған ошо табынды ла әҙерләргә кәрәк. Өс кешене генә саҡырып булһа ла ауыҙ асыу табыны үткәреү зарури. Бында Ҡөръән уҡыла. Аллаһтың фарызын үтәүсе кешеләр йыйыла. Аллаһ Тәғәлә ҡаршыһында ошо табындың сауабы никах менән табыны ғына тиңләшә ала. Ә башҡа ваҡытта Ҡөръән уҡытып, беҙ бының хәтле сауапты ала алмайбыҙ, сөнки 20-30-40 кеше йыйырға мөмкин беҙ, шулар араһында бер-ике генә намаҙ уҡыусы кеше булырға мөмкин. Был төркөм Ҡөръән тыңлай, тамағын туйҙыра, аҡсаһын алыштыра ла ҡайтып китә. Рамаҙан айында иһә табынға ураҙа тотҡан кешеләр саҡырыла. Ураҙа тотҡан кешенең үҙенең сауабы ла кәмемәй, хужаның иһә, нисә кешене саҡырһа, шул тиклем кешенең ураҙаһының сауабы ғаилә кешеләренә яҙыла».
     Ауыҙҙы тоҙ һәм һыу менән асырға мөмкин, һыу менән асыу яҡшыраҡ һанала. Емеш менән асыу ҙа һәйбәт, бигерәк тә хөрмә менән.
     Ҡояш тамам байығас, аҙан әйтелгәс, ифтар ваҡыты инә, йәғни, ауыҙ асырға мөмкин. Ауыҙ асыу өсөн ике-өс йотом һыу, һөт, сәй эсергә, икмәк ҡабырға мөмкин. Йөҙөм, хөрмә, алма, әфлисун киҫәге кеүек емеш менән (кипкән йәки туңдырып иретелгән сейә, еләк менән дә) ауыҙ асырға ярай. Емеш менән ауыҙ асыу һиммәтле һанала. Тоҙ ҡабып (татып) ауыҙ асырға ла мөмкин. Ҡыҫҡаһы хәләл ризыҡтың, эсемлектең ниндәйен ҡабып асһаң да дөрөҫ һанала. Ифтар (ауыҙ асыу) доғаһы уҡыла.
     Иҫкәрмә: доғаларҙың ғәрәпсәһен ятлап ала алмағандар өсөн үҙебеҙсә, башҡорт — башҡортса, татар — татарса, ҡаҙаҡ — ҡаҙаҡса, рус русса әйтһә лә дөрөҫ була. Бында яҙылғанса һүҙмә-һүҙ әйтеүе мотлаҡ түгел. Үҙ һүҙҙәрең менән мәғәнәһен әйтеп биреү ҙә етә. Ә инде ғәрәпсәһен ятлап алыу — ихласлыҡ, ғилемлелек, һәләт билдәһе. Ихласлығы булған һәр кем ғәрәпсәне ятлай ала, әлхәмдү лиллаһи!
     Ауыҙ асҡас, аҡшам (киске) намаҙын уҡыйбыҙ. Намаҙҙан һуң ризыҡланыу дауам итә.
     Ифтар мәжлесенә саҡырғанда, бер мәсьәлә килеп тыуа. Байтаҡ кешенең фатиры тар. Намаҙ уҡыр урын булмай. Бындай саҡта, күршеләр менән алдан һөйләшеп, күршеләргә сығып, намаҙ уҡырға мөмкин. Йәиһә ифтар мәжлесе барған өйҙә (фатирҙа) ике-өс кеше намаҙ уҡырлыҡ ҡына урын бар икән, аҡшам намаҙын ҡунаҡтар сиратлап уҡый ала. Йәстү (йәстиғи) намаҙына тиклем сәғәт ярым ваҡыт бар. Шуға күрә хафаланырға, йәки ифтарға саҡырған кешеләрҙе ғәйепләргә һис кенә лә кәрәкмәй.
     Ҡөрьән аяттарын (сүрәләрен) ауыҙ асҡанға тиклемге ваҡытта ла уҡырға мөмкин. Ауыҙ асып, аҡшам намаҙын уҡып, бер аҙ ризыҡланғас уҡыу ҙа дөрөҫ була, ин шәәъ Аллаһ!

                                                    Ифтар мәжлесендә хәйер таратырғамы?
     Әлхәмдү лиллаһи! Бөгөнгө көндә ифтар мәжлестәрен үткәреү күркәм бер ғәҙәткә әүерелде. Ауылдарҙа кем ҡасан ифтар (ауыҙ асыу) мәжлесен үткәрәсәген, алдан һөйләшеп, килешеп ҡуялар. Шунда хатта үҙ-ара исемлек тә төҙөйҙәр. Кем ҡайһы көндә (рамаҙан айының ҡайһы көнөндә) ауыҙ асыу мәжлесенә саҡыра икәнлеген ҡағыҙға теркәйҙәр.
     Ифтар мәжлесендә, матур йола булараҡ, Ҡөрьән сүрәләре (аяттары) уҡыла. Ҡөрьән уҡығандан һуң, саҙаҡа бирәләр. Был мотлаҡмы? Юҡ! Хәйер биреү — кешенең (һәр кемдең) ихтыярында. Әгәр ҙә күңел талабы буйынса саҙаҡа бирә икән, бында һис ғәйеп юҡ. Күпменән таратыуы ла мөһим түгел. Фәҡәт ихлас күңелдән булһын. Хәйер (саҙаҡа) таратмаһалар ҙа һис ғәйебе юҡ.
     Тағы бер мәсьәлә кешеләрҙе борсой: ифтар мәжлесендә, рамаҙандан башҡа айҙарҙа Ҡөрьән уҡыу мәжлестәрендә, килгән ҡунаҡтарҙан кем дә булһа берәү саҙаҡа таратырға (бирергә) теләһә, рәхим итһен. Өй хужаһы, Ҡөрьән уҡыу мәжлесен үткәреүсе генә, хәйер таратырға тейеш, тигән талап юҡ. Сөнки, ҡабатлап әйтәбеҙ: хәйер (саҙаҡа) биреү — кешенең ихтыярындағы нәфел (добровольный) ғәмәл. Хәйер биреү — мотлаҡ, тигән талап булмаған кеүек, бындай мәжлестәрҙә хәйер таратыу – теге йәки был айырым кешеләрҙең бурысы, тип әйтеү ҙә дөрөҫ түгел. Кем теләй, шул бирә. Аллаһ риза булһын ине! Сөнки һәр изге ғәмәлебеҙҙе Аллаһтың ризалығы өсөн үтәйбеҙ, әлхәмдү лиллаһи!
     «Хәйерҙе кемдән башлап таратырға?» — тигән һорау ҙа килеп тыуа*. Әлбиттә, хәйер таратҡан кешенең күңеле кемдән башларға теләһә, шул кешенән башлап биреү дөрөҫ иҫәпләнә. Ә инде айырым тәғәйенләп күңел, тартҡан берәй кеше юҡ икән, иң оло кешенән, иң абруйлы һаналған кешенән башларға мөмкин. Ир-аттанмы, ҡатын-ҡыҙҙанмы? Уныһы тағы ла — хәйер (саҙаҡа) биргән кешенең ихтыярында. Кемдән башларға теләй, шул кешенән башлаһын. Бында иң әһәмиәтлеһе — саҙаҡаны ихлас күңелдән биреү. Ҡулы биреп, күңеле рәнйеп торғанда, саҙаҡа таратыуҙан сауап юҡ.
    *Бында, өҫтә яҙылған был авторҙың фекере. Йола буйынса һәм ихтирам хөрмәтенән саҙаҡаны иң башта Ҡөръән уҡыусыға (муллаға) бирәләр. Унаң һуң мулланың уң яҡта ултырған ирҙәргә һәм һул яҡта ултырған ир-атҡа, һуңынан ҡатын-ҡыҙҙарға һәм балаларға тараталар. (сайт авторы)
                                                        Ифтарҙы тиҙерәк башлау
     Сәһел бине Сәғед раҙыяллаһу ғәнһү һүҙҙәренән риүәйәт ителә: Аллаһының Илсеһе ғаләйһиссәләм әйтте: «Кешеләр ифтар ҡылырға ашыҡҡанда именлектән туҡтамаҫтар». (Бохари, Мөслим).
     Риүәйәт ителә: Әбү Ғәттыйә раҙыяллаһу ғәнһү әйтте: «(Берваҡыт) беҙ Мәсрүк менән Ғәйшә раҙыяллаһу ғәнһә янына килдек һәм Мәсрүк уға: „Мөхәммәт ғаләйһиссәләмдең сәхәбәләренән ике кеше бар. Икеһе лә изге ғәмәлдәр ҡылалар, бер ниндәй ҙә етешһеҙлектәре юҡ, ләкин уларҙың береһе ахшам намаҙын үтәргә һәм тиҙерәк ифтар ҡылырға (тырыша), ә икенсе намаҙҙы ла, ифтарҙа ла кисектерә“, — тип әйтте. Ғәйшә раҙыяллаһу ғәнһә: „Кем намаҙҙы һәм ифтарҙы тиҙерәк ҡылырға (тырыша)?“ — тип һораны. (Мәсрүк) Ибен Мәсғүдте күҙҙә тотоп: „Ғабдулла“, — тип яуап бирҙе, һәм шунда ул: „Аллаһының Илсеһе ғәләйһиссәләм дә шулай итә ине“, — тине». (Мөслим).
     Әбү Һөрәйрә раҙыяллаһу ғәнһү һүҙҙәренән риүәйәт ителә: Ҡөҙрәтле һәм Бөйөк Аллаһ әйтте: «Минең өсөн иң яратҡан ҡолдарым булып, барыһынан ла элек ифтар башлаусылар торалар».
     Ғүмәр бине Хәттаб раҙыяллаһу ғәнһү һүҙҙәренән риүәйәт ителә: Аллаһының Илсеһе ғәләйһиссәләм әйтте: «Төн бынан килгәндә, көн тегенән киткәндә, ә ҡояш батҡас, ураҙа тотоусыға ифтар ҡылырға (кәрәк)». (Бохари, Мөслим).
     Риүәйәт ителә: Ибраһим Әбү Ғабдулла бине Әбү Ғауф раҙыяллаһу ғәнһү әйтте: «(Берваҡыт) беҙ ураҙа тотоусы Аллаһының Илсеһе ғәләйһиссәләм менән бергә юлда инек. Ҡояш байығас, ул (бер кешегә) әйтте: „ Әй, фәлән, төш һәм беҙгә (ризыҡты) болғат“. Ул кеше әйтте: „Әй Аллаһының Илсеһе, (һиңә) кискә табан тиклем (көтмәҫкәме)?“ (Пәйғәмбәр ғәләйһиссәләм яңынан) әйтте: „Төш һәм беҙҙең өсөн (ризыҡты) болғат“. (Был кеше) әйтте: „Әй Аллаһының Илсеһе, һин бит көн (буйынса ураҙа тоторға) тейеш!“. (Пәйғәмбәр ғәләйһиссәләм өсөнсө мәртәбә) әйтте: „ Төш һәм беҙҙең өсөн (ризыҡты) болғат“, — шунда ул төштө һәм улар өсөн ризыҡты болғатты, Аллаһының Илсеһе ғәләйһиссәләм ашаны, унан һуң: „Бынан төн килгәнде күрһәгеҙ, ураҙа тотоусыға ифтар ҡылырға кәрәк“, — тип көнсығышҡа күрһәтте». (Бохари, Мөслим).
     Сәхабә Сәлмән бине Ғамир әд-Дабби раҙыяллаһу ғәнһү һүҙҙәренән риүәйәт ителә: «Ҡайһығыҙ булһа ла ифтар ҡылһа, хөрмә менән ифтар ҡылһын, ә әгәр хөрмә тапмаһа, һыу менән ифтар ҡылһын, сөнки, дөрөҫөн әйткәндә, ул пакландыра».
     Риүәйәт ителә: Әнәс раҙыяллаһу ғәнһү әйтте: «Аллаһының Илсеһе ғәләйһиссәләм берваҡыт намаҙ алдынан ифтар ҡыла ине: хөрмә ашай ине, әгәр хөрмә булмаһа, киптерелгән хөрмә, ә әгәр киптерелгән хөрмә булмаһа ла, бер нисә йотом һыу эсә ине». (Әбү Дауыт һәм Тирмизи).
     Ифтар ваҡытында хәжәттәрҙең күберәге менән доға ҡыл һәм тәү башлап ризыҡ ҡапҡанда әйт: «Йә үәсиғәл мәғфирәти ғфирли». Мәғәнәһе: «Әй ярлыҡауы киң булыусы Зат, ярлыҡа Һин мине». Һәм әйт:
     "Әлхәмдүлилләһи-ләҙи әғәәнәни фасүмтү үә рәзәҡани фәфтыйртү". Мәғәнәһе: «Һәр бер маҡтау Аллаһы Тәғәлә өсөн генәлер, шундай Аллаһы Тәғәлә, ярҙам бирҙе миңә, ураҙа тоттом мин һәм ризыҡландырҙы мине һәм ифтар ҡылдым мин».
     Был риүәйәттәрҙән шуныһы асыҡ: ҡояш байыу менән ауыҙ асыу хәйерле. Аллаһының илсеһенең: Ауыҙ асырға ашығыусы кешеләр — бәхетле кешеләр, — тигән хәбәре лә бар, тиҙәр.

     Һорау: Изге Рамаҙан айҙарында ауылдарҙа ифтар мәжлестәре бара. Мәжлескә саҡырылып та берниндәй сәбәпһеҙ йәки юҡ-бар сәбәптәр табып бармау гонаһ һаналамы?
     Яуап:Пәйғәмбәр ғәләйһиссәләм: «Кем саҡырған ергә сәбәпһеҙ бармаһа, ул миңә ҡаршы килгән була», ти. Саҡырылған ергә барыу-бармау – ул мосолманлыҡ хаҡы. Сәбәпһеҙ бармаһа, гонаһ була.
     Һорау: Ураҙа тотмайынса, намаҙ уҡымайынса, хәмер менән ҡайнашҡан кешене ифтар мәжлесенә саҡырырға яраймы?
     Яуап: Ифтар мәжлесенең төп маҡсаты – ауыҙ астырыу. Был осраҡта әлеге кеше ифтар мәжлесенән үтмәй, йәғни уға ауыҙ асыу сауабы ирешмәй. Әммә уны ғибрәтләнһең, вәғәҙләнһең өсөн мәжлескә саҡырырға була.

                                                                                              Башҡортса һәм татарса дини календарҙан.