Ураҙа ниәте

   Ураҙа — ғибәҙәт, шуға уны ниәтләмәһәң, ябай ас тороу ғына була. Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм: ғәмәл ниәткә бағланған (ниәтенә күрә була)", — тигән. Ниәттең урыны күңелдә, шуға кеше ураҙа тоторон уйлап ҡына ҡуйһа, ураҙаһы дөрөҫ булыр. Телдән әйтһә, яҡшыраҡ булыр. Сәхәргә уянып ашаһа, хатта һыу ғына эсһә лә — ниәт һымаҡ булыр. Сөнки ябай ваҡытта ул сәхәр ашамай. Был уяныуы ла ураҙа тотоу өсөн икәне билгеле. Ниәт иртәнге намаҙ алдынан ҡылынырға тейеш. Иң яҡшыһы, төндән үк ниәтләү.
   Мәлики мәҙһәбе буйынса, рамаҙан айына ураҙа тоторға бер ниәт ҡылыу ярай. Быға дәлил итеп, был ураҙаларҙың өҙлөкһеҙ булыуын килтерә. Бындай ниәт ҡылып, бер сәбәп арҡылы (хәйез, сәфәр, ауырыу) ураҙа боҙолһа, тағы ла ниәт ҡылырға кәрәк. Был фәтүәне әл-Кәсәни, ибн Рушд, ибн Ҡудамәһ, әл-Мугни, аш-Ширбины хуплаған. Шулай ҙа һәр көн ниәтләү — мәндүб.
   Хәнифи мәҙһәбендә ( беҙ ошо Хәнәфи мәҙһәбенән) һәр көн өсөн ниәт ҡылыу ҡаралған. Хәнәфиҙәр, быға дәлил итеп, бер көндөң ураҙаһы боҙолһа, башҡа көндәргә ҡағылмағанын килтерә.

   Рамаҙан ураҙаһына, ваҡыты билгеле булған нәҙер ураҙаһына, шулай уҡ ваҡыты мәғлүм булған нәфел ураҙаларына (мәҫәлән, дүшәмбе, кесаҙна ураҙалары һ.б.) ниәтте әүәлге көндөң ҡояш батыуынан алып, икенсе көндөң (ураҙа тотҡан) өйлә намаҙына ҡәҙәр алырға ярай. Ҡояш байыр алдынан йәки нәҡ байыған ваҡытта ниәт ҡылырға ярамай. Ләкин ниәтләр алдынан ураҙа боҙған ғәмәлдәрҙе ҡылмауы шарт. Мәҫәлән, әгәр өйләгә тиклем ашаған булһа, ураҙаға ниәтләп тота алмай. Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм, уянғас, ҡатыны Ғәйшәнән һораған: «Ашарға берәй нәмә бармы?» Ҡатыны: «Юҡ», — тип яуаплаған. Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм: Улайһа мин ураҙа", — тигән үә ураҙа тотҡан. Был фәтүә билгеле ураҙалар хаҡында.
   Әгәр ураҙаның ваҡыты билгеле булмаһа, ниәт иртәнге намаҙға ҡәҙәр алына. Төндән алыу хәйерлерәк. Мәҫәлән, рамаҙан ураҙаһының ҡазаһы, нәфел ураҙаһын башлап, боҙғандың ҡайтарыу, кәффәрәт ураҙалары үә ваҡытын билгеләмәгән нәҙер ураҙалары. Был төр ураҙаларҙы алдан ниәтләмәһәң, ураҙа дөрөҫ булмай. Алдан уҡ ниәтләргә үә ниәтләгәндә ниндәй ураҙаға кергәнеңде билгеләү мотлаҡ кәрәк. Был ураҙаларҙың тәғәйенләнгән ваҡыты юҡ, шуға ла ниәттә ниндәй ураҙа икәнен билгеләү кәрәк.
   Ҡаза ураҙаһын тотоу өсөн, иртәнге намаҙға ҡәҙәр ниәт алынмаһа, нәфел ураҙаһына әйләнә. Әгәр уны боҙһаң, бының өсөн яңынан ураҙа тоторға кәрәк буласаҡ. Ҡаза ураҙаһын барыбер тоторға кәрәк буласаҡ. Әгәр кеше кистән нәфел ураҙаһын тоторға ниәтләп ятһа үә уянғас кире уйлаһа — гонаһ юҡ. Шулай ҙа ашамай-эсмәй йөрөһә — ураҙанан китмәй.
   Ниәт — ныҡ булырға тейеш. Икеләнеү ярамай. Мәҫәлән: «Иртәгә ҡунаҡҡа саҡырһалар, ураҙа тотмайым, саҡырмаһалар мин ураҙа», тип ниәтләү дөрөҫ булмай.
   Рамаҙан айы икәнен белеп, ниәтендә икеләнеп торһа (тоторғамы, юҡмы тип), ас йөрөһә лә ураҙаһы булмай.
   Кеше рамаҙанда аңын юғалтып, көндөҙ, өйләгә ҡәҙәр аңына килһә, ниәтләп ураҙа тота ала.
Рамаҙан айы булып та, кеше башҡа ураҙа тоторға ниәтләгән булһа, барыбер рамаҙан ураҙаһы тотҡан һымаҡ була. Әбү Йософ үә Мөхәммәд быны муҡим йәки мосафир булыуына ҡарамаҫтан, барыбер рамаҙан ураҙаһы була тигән. Был фәтүә ауырыу кешегә лә шулай уҡ. Ниндәй ураҙаға ниәт ҡылыуына ҡарамаҫтан, рамаҙан айында фарыз булған рамаҙан ураҙаһынан булыр.
   Рамаҙан ураҙаһының ҡазаһын ҡылғанда, көнөн билгеләмәйенсә тотоу ярай. Бында: «Иләһи ниәт ҡылдым ҡалған рамаҙан ураҙаһының сираттағы ҡазаһын тотмаҡҡа» тип ниәтләнә. Ниндәй йылдың, ҡайһы ураҙаһы икәне билгеләнмәй.
   Әгәр хәйезле ҡатын, иртәгәһен иртәнге намаҙға ҡәҙәр күременең бөтәсәген белеп, кистән ураҙа тоторға ниәтләһә, ураҙаһы дөрөҫ була.
   Әгәр кистән ураҙа тоторға ниәт ҡылһаң, төнөн ашарға, эсергә үә үҙ хәләл ефетең менән яҡынлыҡ ҡылырға ярай, сөнки был ураҙа ғибәҙәтенең ваҡыты иртәнге намаҙ менән башлана. Нәфел ураҙаһы ниәтен, ваҡыты кергәнсе боҙоп, ураҙа тотмаһа, гонаһ юҡ.
   Ураҙаға ниәтләгәндә кәффәрәт тип тә, нәфел тип тә ниәтләһәң, кәффәрәт ураҙаһынан һанала.
   

   Сайт авторынан аңлатма: Рамаҙан ураҙаһы бер ай буйы тотола – башында өс көн, уртаһында өс көн, аҙағында өс көн тотоу тыйыла, был наҙанлыҡтан, белемһеҙлектән ҡайһы бер кешеләр яңылыша.
Нәфел ураҙаһы – Рамаҙан айынан башҡа айҙарҙа тотолған ураҙа (үҙ иркең, үҙ теләгең менән тотған ураҙа).
Ҡаза ураҙаһы –  ураҙаны (айын, йә көндәрен үҙ ваҡытында тотмай) берәй сәбәп (ауырыу арҡаһында, күрем ваҡыты, онотоп...) арҡаһында ҡалдырыу. Шуға ҡаза ҡылаһың.
Кәффәрәт ураҙаһы – рамаҙан ураҙаһын үҙ теләгең, иғтиярың менән боҙоу. Боҙған көн өсөн ҡаза ҡылаһың һәм 60 көн ураҙа тоторға тейеш булаһың.
                                                                    Башҡорт мосолман календары 2017