Ҡатын-ҡыҙҙарҙын намаҙы һәм ураҙаһы
   

   Ҡатын-ҡыҙҙарҙын намаҙы һәм ураҙа тотоуҙары ирҙәрҙен ғибәҙҙәтенән бер аҙ айырыла.Ҡатын-ҡыҙҙар намаҙҙы һәм ураҙаны нисек үтәргә икәнлеген әллә ни аңлап етмәй. Ҡайһы берҙәре намаҙҙы ҡартайғас (климакс) башланғас уҡыр кәрәк тип яңылыша һәм башҡа төрлө уйҙырма фекерҙәргә килә. Бәлиғ булған кешеләргә намаҙ һәм ураҙа тотоу фарыз (үтәлергә тейеш). Шәриғәт буйынса ир кешеләрҙен ун ике йәштәрендә ир-егетлек ғәләмәттәре беленһә, бәлиғ булалар, ҡыҙҙар әгәр ҡатын-ҡыҙлыҡ ғәләмәттәре беленһә, туғыҙ йәштәрендә бәлиғ булалар. Әммә ирлек, ҡыҙлыҡ ғәләмәттәре беленмәһә, ир балаларҙа, ҡыҙ балаларҙа ун биш йәшкә етмәйенсә бәлиғ тип иҫәпләнмәйҙәр. Ҡатын-ҡыҙҙарҙын физиологик үҙенсәлектәренә ҡарап Ислам дине был хаҡта ни әйтә, шул турала бер аҙ хәбәрҙән булығыҙ.

    Хәиз (күрем) ваҡытында ҡатын-ҡыҙ намаҙ уҡыймы һәм ураҙа тотамы?

   Сөннәт әһеле ғәлимдәренең әйтеүенсә, ҡатын-ҡыҙға хәиз ваҡытында намаҙ уҡыу һәм ураҙа тотоу харам. Күрем ваҡыты уҙғас намаҙҙы ҡаза ҡылмай, әммә ураҙаны ҡаза ҡылыу фарыз. Ҡаза тигән һүҙ, үтәлмәгән намаҙҙарҙы уҡыу (йәш саҡта белмәй, наҙанлыҡ арҡаһында уҡылмаған намаҙҙар, йә йоҡлап, йә онотоп, йә берәй сәбәп арҡаһында ҡалдырғандар). Ҡазала тик фарыз намаҙҙар уҡыла, сөннәт уҡылмай, иртәнге намаҙҙын сөннәтенән башҡа. Ҡатын-ҡыҙ күрем ваҡытында намаҙҙа уҡымай, ураҙа ла тотмай.

   Бәйғәмбәребез салләллаһү ғәләйһи үәссәлләм әйтте: «Әгәр ҙә ҡатын- ҡыҙҙың күрем ваҡыты булһа, ул намаҙҙа уҡымай үә ураҙала тотмай түгелме?! Бына шул уның диненең кәмселеге».

   Күрем ваҡытында ҡалған намаҙын ҡаза ҡылмау хаҡында ошо хәҙис: Бер ҡатын Ғәйшә радыяллаһүнән һораны: «Әгәр ҙә берәйбеҙ (күрем ваҡыты бөтөп) паҡланһа, ҡалған намаҙҙарын ҡаза ҡылырға тейешме?». Ғәйшә радыяллаһү әйтте: «Һин әллә Хәрурийәме? (Хәрура — Ираҡтағы Күфә ҡалаһынан 4-5 км йыраҡлыҡтағы ауыл. Халҡы Ҡөрйәнде генә ҡабул итеп, хәҙистәрҙе инкар итеүсе булдылар. Шулай уҡ улар ҡатын-ҡыҙға күрем ваҡытында ҡалдырған намаҙҙарын ҡаза ҡылыу фарыз тип әйттеләр). Бәйғәмбәребеҙ салләллаһү ғәләйһи үәссәлләм ваҡытында беҙгә ҡатындарға ҡаза ҡылырға ҡушмай торған ине, йәғни ҡаза ҡылмай инек», — тине.

   Ә инде ураҙаны ҡаза ҡылыу хаҡында ошо дәлилде килтерергә мөмкин: Мүғәзә әйтте: «Мин Ғәйшә радыяллаһүнән һораным: «Ни өсөн ҡатын-ҡыҙ хәиз ваҡытында ҡалдырған ураҙаһын ҡаза ҡыла, ә намаҙын ҡаза ҡылмай?-»: Ғәйшә радыяллаһү әйтте «Һин әллә Хәрурийәме?». Мин әйттем: «Юҡ, мин Хәрурийә түгелмен, ләкин беләһем килеп һораймын». Ул әйтте: «Беҙгә күрем ирешә ине, һәм ураҙаны ҡаза ҡылырға тип бойоролдоҡ, ә намаҙҙы ҡаза ҡылырға тип бойоролманы».

            Истихаданың мәғәнәһе:
    Ибен Манзур «Лисәнә-Ғарҙ»тә истихаданың мәғәнәһен аңлатып былай тине: «Истихада— хатын-ҡыҙҙың ғәҙәти билгеле булған күрем ваҡыты уҙғандан һуң ағып тора торған ҡаны». Хәнәфиләр аңлатты: «Ҡатын-ҡыҙҙа өс көндән аҙыраҡ һәм ун көндән күбрәк күренгән ҡан». Мәликиләр «Хәиз һәм нифас ҡаны ваҡытынан артып киткән, сир ҡаны». Шәфиғыйҙәр «Истихада, ул—сир ҡаны, һәм ул күремдең һунынан йәки башҡа ваҡыттамы аналыҡтың иң төбөнән, тамырҙан сыға. Хәнбәлиләр: «Ғәҙҙәтә билгеле булмаған ваҡытында, сир менән бәйле булған аналыҡтың иң төбөнән, тамырҙан ағып сығыусы ҡан».

   Ғәйшә радыяллаһү әйтте: «Фатыйма бинт Әбий Хубәйш бәйғәмбәребеҙ салләллаһү ғәләйһи үәссәлләм янына килде һәм әйтте: Әй Расүлаллаһ! Мин ҡаны туктамай торған ҡатын-ҡыҙ (истихада), һәм бернисек тә паҡлана, алмайым. Әллә миңә намаҙ уҡыуҙы ҡалдырырғамы? Бәйғәмбәребеҙ , салләллаһү ғәләйһи үәссәлләм әйтте: «Юҡ, сөнки ул күрем түгел, ә ҡан тамырыннан килә торған ҡан. Әгәр ҙә (ғәҙҙәтә билгеле булған) күрем ваҡыты етһә намаҙҙы ҡалдыр. Ә инде күрем ваҡыты уҙһа, ғөсөл ҡойон һәм намаҙ уҡы». Тағы ла «Шунаң һуң (икенсе) күрем ваҡыты еткәнсегә ҡәҙҙәр, һәрбер намаҙға тәһәрәтлән».

   Был инде, әгәр дә истихада булған ҡатын-ҡыз үҙенең күрем ваҡытын белә торған булһа, гөсөл ҡойона һәм намаҙ уҡый. Ә инде, әгәр ҙә ҡатын-ҡыз үҙенең күрем ваҡытын белмәһә, ләкин күрем ҡанын истихада ҡаныннан төҫө үә иҫе һәм башҡа сыйфаттарын айыра ала торған булһа, ул ваҡытта күремде истихаданан шулай айырып ғәмәл итә. Былар барыһы ла элек күрем күреп, ваҡытын белгән йәки күрем ҡанының сыйфаттарын белгән ҡатын-ҡыҙ хаҡында. Әммә инде, әгәр ҙә ҡатын-ҡыҙҙың иң беренсе күрем ҡаны килгән саҡта -истихада ҡаны менән дауам итһә, ул ваҡытта, әгәр ул күремдең сифатын белә торған булһа, шуның буйынса ғәмәл итә, йәки хәиз ҡанының төҫө йәки иҫе үҙгәреп истихада башланғанын белә икән, ғөсөл ҡойоноп намаҙ уҡый башлай. Ә иңде беренсе күреме башланып, шулай уҡ истихада менән дауам итһә. Һәм ул ҡатын-ҡыҙ күремден сифатын белмәй торған булһа, ул ваҡытта инде, ул башҡа ҡатындар күременең ғәҙәттә булған көндәрен иҫәпкә алып эш итә. Мәҫәлән, аның Фирә янында булған ҡатындарының ғәҙәттә булған күрем көндәре алты йәки ете көн икән, ул да шул алты йәки ете көнде күҙҙә тотоп эш итә.

   Әйткәнебеҙсә, Әбү Хәнифә мәҙһәбендә күрем өс көндән алып ун көнгә ҡәҙәр. Унан уҙып китһә, истихада була, һәм ҡатын-ҡыҙ 10 көндән һуң ғөсөл ҡойоноп, һәр намаҙға тәһәрәт алып намаҙҙарын дауам итә.

   Шулай уҡ, истихадала булған ҡатын-ҡыҙға ире менән яҡынлыҡ ҡылырға, ураҙа тотарға, Ҡөрйәнде ҡулына алып уҡырға һәм башҡа барса ғибәҙҙәтәрҙе ҡылырға рөхсәт ителә. Сөнки ул истихада хәлендә таҙа үә пакь ҡатын-ҡыҙҙар хөкөмөндә.

            Нифастең мәғәнәһе:
   Хәнәфиләр: «Бала тапҡандан һуң енес әғзаһынан килә торған ҡан, һәм иң күбе ҡырҡ көн», — тип аңлаттылар. Нифас булған ҡатын-ҡыҙҙың хөкөмдәре хәләлдә лә харамда ла, мәкруҡта ла мәндубтә лә, күремле ҡатын- ҡыҙҙыҡы кеүек үк һәм аның иң күп ваҡыты ҡырҡ көн булғанлығына күпселек ғилем әһелдәре килеште. Ибен Габбас әйтте: «Нифас булған ҡатын-ҡыҙ ҡырҡ көн, йәки шул сама көтә», — тине. Ә инде иң аҙ ваҡытын билгеләүҙә бер дәлил дә билгеле түгел, шуға ла ҡасан аның нифас ҡаны ҡырҡ көнгә ҡәҙәрле туҡтаһа, шул ваҡытта ғөсөл ҡойона һәм таҙа үә паҡ ҡатын-ҡыҙ хөкөменә керә.

   Хәиз һәм нифас ваҡытында намаҙ уҡырға ярамай һәм был хәлдә ҡалған намаҙҙарҙы һуңынан ҡаза ҡылып уҡырға кәрәкмәй. Шулай уҡ тиләүәт һәм шөкөр сәждәләре лә ҡылынмай. Әммә теләгән ҡатын-ҡыҙ, намаҙ ваҡытында тәһәрәтләнеп, ҡулына тәсбих алып “Әстәғфируллаһ”, “Сүбхәнәллаһ”, “Әлхәмдүлилләһи” кеүек һүҙҙәр әйтеп зекер итә ала.

   Ураҙаға килгәндә хәиз һәм нифас ваҡыттарында ураҙа тотолмай, ләкин Рамаҙан айының фарыз ураҙаһын һунынан ҡаза ҡылып, бер юлы, йәки өлөшләтә тотор кәрәк. Шулай уҡ хәҙистәргә таянһаҡ, нифас хәлендәге ҡатын-ҡыҙ бала имеҙеү арҡаһында ураҙа тота алмай, шуға ла уға бер ярлыны 30 көн ашатып ураҙа ғәмәлен үтәй ала.