Байрам (ғәйет) намаҙҙары

                                                                    Байрам (ғәйет) намаҙҙары

     Йома намаҙы фарыз булған кешеләргә байрам намаҙҙары вәжиб. Ике байрам намаҙы бар: Ураҙа байрамы намаҙы менән Ҡорбан байрамы намаҙы. Уларҙың ваҡыты ҡояш ҡалҡып 45 минут үткәндән алып өйләгә хәтлем дауам итә. Мөхәммәд ғәләйһис-сәләм Ҡорбан байрамы көнө һәм Ураҙа бөткән көндө барыбыҙға ла байрам намаҙына барырға ҡушҡан. Был байрам көн иң беренсе намаҙҙан башлана. Әгәр Ҡорбан ғәйете булһа, байрам намаҙынан һуң ҡорбанлығы булғандар ҡорбан сала башлай.
     Байрам намаҙҙары йәмәғәт менән ике рәҡәғәт уҡыла. Тап иртәнге намаҙҙың фарызы шикелле башҡарыла, тик айырмаһы шунда — һәр рәҡәғәттә өс тапҡыр тәкбир әйтелә. Өсөһө әүәлге рәҡәғәттең «Ҫәнә»һенән һуң һәм ҡыраәттән элек, өсөһө икенсе рәҡәғәттең ҡыраәтенән һуң әйтелә. Был алты тәкбирҙе әйтеү — вәжиб. Рөҡуғ тәкбирҙәре лә был вәжиб тәкбирҙәргә яҡын булған өсөн — вәжиб. Һәр намаҙҙағыса, ифтитах тәкбире байрам намаҙҙарында ла — фарыз. Ҡалған тәкбирҙәр сөннәт булып һанала.

 

     Ғәйет намаҙҙары халыҡ менән бергә уҡыла. Аҙан һәм ҡаммәт әйтелмәй. Бары тик ғәйет уҡыр алдынан мөәзин әс-саләһ әс-саләһ тип бер нисә мәртәбә ҡысҡырып ғәйет намаҙы уҡырға ваҡыт еткәнен халыҡҡа белгертәлер. Халыҡ йыйылып бөткәс, мөәзин булған кеше тороп ғәйет намаҙының нисек икәнлеген, уны нисек уҡырға кәрәклеген һөйләп, ҡысҡырып ниәт уҡыйҙыр. Мөәзин ниәт уҡығанда уның артынан ҡабатлап уҡып, «Аллаһу Әкбәр», тип имам артынан ҡолаҡ ҡаҡһаңда ярай, йәки яңынан үҙен ниәтләһәндә була. Мөәзин һүҙҙен бөтөргәс, һәр кем аяҡ өҫтө тороп намаҙға торор.
     Ғәйет фытырҙы ниәтләгәндә: Әғүҙү билләһи минәш-шайтанир-раджим. Бисмилләәһир-рәхмәәнир-рәхиим. Иләһи ниәт ҡылдым ике рәҡәғәт ғәйет фытыр намаҙы уҡымаҡҡа, бар тәҡбирҙәре менән, йөҙөмдө йүнәлтем ҡибла тарафына, ойоном ошо имамға. Хәлисән лилләһи Тәғәлә, Аллааһу Әкбәр, тип ниәтләнер.
     Ғәйет ҡорбан намаҙы ниәтләгәндә: Әғүҙү билләһи минәш-шайтанир-раджим. Бисмилләәһир-рәхмәәнир-рәхиим. Иләһи ниәт ҡылдым ике рәҡәғәт ғәйет ҡорбан намаҙы уҡымаҡҡа, бар тәҡбирҙәре менән, йөҙөмдө йүнәлтем ҡибла тарафына, ойоном ошо имамға. Хәлисән лилләһи Тәғәлә, Аллааһу Әкбәр, тип ниәтләнер.
     Тәртибе ошолай: беренсе рәҡәғәт башында намаҙға керешеү тәкбиренән һуң «Сүбхәәнәкә» доғаһын уҡығас, өсәр мәртәбә «Аллааһү Әкбәр» тип ҡысҡырып тәкбир әйтелә. Имам ҡысҡырып Аллаһу Әкбәр тип ҡолаҡ ҡағар ( бармаҡтары асыҡ хәлдә ике ҡулды ҡолаҡ йомшағына тейҙерерлек итеп күтәреп, ифтитах тәҡбире, йәғни Аллаһу Әкбәр тип әйтеү). Имам артынан башҡа ойоған кешеләр ҙә шулай тәҡбир менән ҡолаҡ ҡағалар. Былай ҡолаҡ ҡаҡҡас, ҡулдар бағланмайынса һалынып торорға тейеш. Унан һуң тағын Аллаһу Әкбәр тип, ҡолаҡ ҡағылыр. Ҡулдар әүәлгесә һалынып торор. Тағын өсөнсө мәртәбә ҡулдар күтәрелеп тәҡбир әйтелгәс ҡулдар бағланыр. «Әғүҙү... », «Бисмилләһ... » тип әйткәс «Әл-Фатихә» сүрәһе һәм берәй сүрә уҡыла, һәм ҡулдарҙы төшөрөп «Аллааһу Әкбәр» тип рөҡүғҡа барыла. Рөҡүғта өс тапҡыр «Сүбехәнә раббийәл ғаҙыйм» тиелә, артабан «Сәмиғаллаһу лимән хәмидәһ» тип, турайып баҫып, Раббәнә ләкәл хәмд» тиелә. Унаң һуң, «Аллаһу Әкбәр» тип сәждәгә кителә. Сәждәлә өс тапҡыр «Сүбехәнә раббийәл әғләә» тиелә, һуңынан, Аллаһу Әкбәр» тип, сәждәнән ҡалҡып, тубыҡланып ултыралар. Бер аҙ ваҡыт ултырып тороп, «Аллаһу Әкбәр» тип, икенсегә сәждәгә кителә. Был сәждәлә йәнә өс тапҡыр «Сүбехәнә раббийәл әғләә» тиелә. Артабан, «Аллаһу әкбәр» тип, икенсе рәҡәғәтҡә торалар.
     Икенсе рәҡәғәттә «Бисмилләһ... » менән «Әл-Фәтиха» сүрәһе һәм бер сүрә уҡығас, өс мәртәбә рөкүғкә китер алдында ҡулдарҙы тағы тәҡбир һайын күтәреп «Аллааһү әкбәр" тип тәкбир әйтеп рөҡуғкә барыла (тәҡбирҙе нисек әйтергә өҫтә яҙылған). Аръяғына өҫтә яҙылғанса сәждә ҡылып, артабан «Әттәхийәт... », «Аллаһүммә салли... », «Аллаһүмә бәрик... », һуңынан «Раббәнәәә әтинә... » кеүек доғалар ҡылып , сәләм биреп намаҙҙы тамамлайбыҙ.
     Йәмәғәт ғәйет намаҙҙы имамға ойоп (эйәреп) тауышһыҙ башҡара. Ниәт иткәндә: « Әғүҙү билләһи минәш-шайтанир-раджим. Бисмилләәһир-рәхмәәнир-рәхиим. Иләһи ниәт иттем Аллаһ Тәғәләнең ризалығы өсөн Ураҙа (Ҡорбан) байрамы намаҙҙын үтәргә ойоном ошо имамға. Намаҙ тамам булғас имам менбәргә менеп хөтбә уҡый.
     Байрам намаҙының хөтбәһе йома хөтбәһенә айырмаһы тәкбир әйтеүҙән ғибәрәт. Имам мөнбәргә сығыуға, хәмде-ҫәнәнән башламаҫ, тәҡбир әйтер. Хөтбәнең барышында ла был эште дауам итер. Хөтбәләрен уҡып бөтөргәс, халыҡҡа вәғәҙ һөйләр. Имам вәғәҙҙәрен уҡып бөткәс, әүәлге урынына төшөп ултырыр ҙа башҡа намаҙҙарҙағы кеүек намаҙ артынан уҡыла торған тәсбихтәр уҡыр. Ләкин ғәйеттәрҙә мөәзин йәки башҡа бер кеше тәсбих алдынан уҡыла торған доғаларҙы ҡысҡырып уҡыр. Башҡалар уны тыңлап ҡына торорҙар ҙа тәсбихтәрен генә уҡырҙар. Тәсбих тамам булғас, һәр намаҙан һуң уҡыла торған доға уҡылып, доға ҡылыныр. Шуның менән бергә ғәйет намаҙы тамам булыр.
     Ҡорбан байрамында Ғәрәфә көнөнән һун, иртәнге намаҙҙан башлап, дүртенсе көндөң икенде намаҙына тиклем биш намаҙҙа фарыздан һуң: «Аллаһу Әкбәр! Аллаһу Әкбәр! Ләә иләһә илләллаһу үә Аллаһу Әкбәр, Аллаһу Әкбәр үә лилләһил хәмд!» — тип тәшрик тәкбирҙәрен әйтеү вәжиб.
     Ҡатын-ҡыҙмы, ир-атмы, бер яңғыҙы йәки йәмәғәт менән булһа ла, мосафир йәки мөҡим булһа ла, һәр фарыз намаҙҙан һуң тәшрик тәкбирҙәрен әйтеү вәжиб.

     Ғәйет намаҙҙары (Фикһүл Ислам)
     1. Ҡатындар, сабыйҙар, ауырыуҙарҙан тыш, Йома намаҙы фарыҙ булған кешеләргә ғәйет намаҙын уҡыу ҙа үәжиб.
     2. Ғәйет намаҙҙарын уҡыу өсөн 5 шарт булыу мотлаҡ: Мисыр, изнүғәм, имам, йәмәғәт, ваҡыт.
     3. Ғәйет намаҙҙарының ваҡыттары: ҡояш сығып, өс аршин күтәрелгәндән башлап, өйлә ваҡыты кергәнсе.
     4. Берәй сәбәп менән ғәйдел-фытыр намаҙы беренсе Шәүүәлдә уҡылмай ҡалһа, икенсе Шәүүәлдә уҡылыр, өсөнсөһөнә ҡалһа, дөрөҫ булмаҫ.
     5. Ғәйет намаҙы Ҡорбан унынсы Зөлхизәлә уҡылмай ҡалһа, уникеһенә ҡәҙәр кисектереп уҡыу дөрөҫ була.
     6. Ғәйет намаҙҙарының һәр икеһе икешәр рәҡәғәт. Аҙан менән ҡамәттән башҡа ҡалғаны йәмәғәт менән уҡылыр. Намаҙ ваҡыты еткәнен мөәзин мәсет манараһынан «әс- салат» тейеп ҡысҡырып белгертә.
     7. Ғәйәт намаҙҙарының уҡылыу тәртибе: ниәт ҡылып, тәкбир әйтелгәндән һуң имам да, мөктәдиҙәр ҙә сәнә уҡырҙар, унан һуң һәр береһе ҡулдарын өс мәртәбә ҡолаҡ йомшаҡтарына тейҙереп, өс мәртәбә тәкбир әйтерҙәр. Унан һуң имам ҡысҡырып сүрәләр уҡыр, икенсе рәҡәғәттең ҡыямында йәнә ҡысҡырып сүрәләр уҡыр. Сүрәләрҙән һуң рөҡүғкә китер алдынан тағы алдағы тәртип менән өс мәртәбә тәкбир әйтелер ҙә дүртенсе тәкбир менән рөҡүғкә кителер. Ҡалғаны — башҡа намаҙҙар кеүек.
     8. Ғәйет намаҙына һуңлаған кеше имам сәләм биргәнгә тиклем ойоп өлгөрһә мәсбуҡҡа һаналып, ҡалған рәҡәғәттәрҙе имамдан һуң ҡаҙа ҡылыр. Әгәр имамдың сәләменә өлгөрмәһә, шул көйөнсә ҡалыр-ғәйет намаҙҙары ҡаҙа ҡылынмай.
     9. Ғәйет намаҙҙарынан һуң имам ике тапҡыр Хөтбә уҡып, халыҡҡа вәғәз һөйләр, фытыр һәм Ҡорбан хөкөмнәрен өйрәтер, ғәйет көндәрҙә сөннәт һаналған эштәрҙе аңлатыр.