Иғтикәф

                                                                             Иғтикәф

     Иғтикәф – мәсеттән сыҡмайынса ғибәҙәт ҡылыу

     Иғтикәфтең фәзыйләте тураһындағы хәҙистәр һәм бөйөктәрҙең һүҙҙәре.
     Ибн Ғаббас (радыйаллаһу ғәнһү) тапшырғанса, иғтикәф (берәр изге урындан, мәсеттән сыҡмайынса, бер ни тиклем ваҡыт доға ҡылып йәшәү) ҡылыусы кеше тураһында Рәсүлүллаһ (салаллаһу ғәләйһи үәссәләм) былай тигән:
     «Иғтикәф гонаһтарҙы тотҡарҙар (эйәһен барлыҡ гонаһтарҙан һаҡтар) һәм барлыҡ яҡшылыҡтарҙы ҙа ҡылған кеүек уға (иғтикәф ҡылыусыға) сауаптар яҙылыр» (Ибн Мәджә, «Сыйам», 67). Имам Синди (рәхмәтуллаһи ғәләйһи) әйткән: «Хәҙистең башында килтерелгән һүҙ иғтикәф ҡылыусыны аңлатырға мөмкин. Был осраҡта әйтелгәндең мәғәнәһе: «иғтикәф ҡылыусы кеше гонаһтарға батмаҫ, нәфесен уларҙан тыйып ҡалыр» тигәнде белдерә. Был һүҙ иғтикәф тураһында әйтелгән осраҡта иһә һөйләмдең мәғәнәһе: «иғтикәф гонаһтарға ҡамасау булыр, иғтикәф дауамында гонаһтар ҡылынмаҫ» тигәнде белдерә. Хәҙистең маҡсаты бары тик иғтикәф дауамын ғына түгел, ғөмүмән, унан һуң да гонаһ ҡылмаҫҡа кәртә булыуында. Сөнки рөхсәт ителгән иғтикәф дауамында Аллаһы Тәғәләнең иғтикәф ҡылыусыны гонаһтарҙан һаҡлауы мөмкин. Хәҙистең икенсе яртыһында иғтикәф ҡылып, был ваҡытта гонаһ ҡылыуҙан үҙен тыйған бер мосолман барлыҡ яҡшылыҡтарҙы эшләгән кеүек сауап ҡаҙаныр, был хәҙистең маҡсаты — иғтикәфкә өндәү».

     Бер тапҡыр Ибн Ғаббас (радыйаллаһу ғәнһү) Пәйғәмбәребеҙҙең (саллаллаһу ғәләйһи үәссәләм) мәсетендә иғтикәфтә булған. Бер кеше уның эргәһенә килеп үҙенең йомошон аңлатҡан. Ул, уның эшең башҡарыу өсөн, уның менән бергә китеп барғанда, Пәйғәмбәребеҙҙең (салаллаһу ғәләйһи үәссәләм) ҡәберенә күрһәтеп: «Был ҡәберҙә ятҡан кешенең (салаллаһу ғәләйһи үәссәләм) шулай тип әйткәнен ишеттем: «Берәй кешенең ихтыяжын үтәгән һәр кеше үҙе өсөн ун йыллыҡ иғтикәф ҡылыуҙан да хәйерлерәк ғәмәл ҡылыр. Аллаһ ризалығы өсөн бер генә көндә иғтикәф ҡылған кешегә үҙе менән йәһәннәм араһын Аллаһы Тәғәлә өс соҡор менән айырып ҡуйыр. Һәр ике соҡорҙың араһы көнсығыш менән көнбайыш араһынан да оҙонораҡ булыр», — тигән (Хәйсәми, «Мәджмәғүҙ Зәваид», 8/195; Суйути, «Әд-Дүррүл Мәнсур 1/485).
     Ғәлинең улы Хөсәйен (радыйаллаһу ғәнһүмә) тапшырғанса, Пәйғәмбәребеҙ (саллаллаһу ғәләйһи үәссәләм) әйткән: «Рамаҙан айында ун көн иғтикәф ҡылған һәр кеше ике хаж һәм ике ғөмра хаж ҡылған кеүек булыр» (Суйути, «Әд-Дүррүл Мансур», 1/486).
     Амр Ибн Шоғайбтың атаһынан, уның үҙ атаһынан (радыйаллаһу ғәнһүмә) тапшырылғанса, Пәйғәмбәребеҙ (саллаллаһу ғәләйһи үәссәләм): «Бер кешенең (мөьмин) ҡәрҙәшенә (һөйөп) ҡарауы минең ошо мәсетемдә бер йыл иғтикәф ҡылыуҙан да хәйерлерәк», — тигән (Суйути, «Әд-Дүррүл Мансур», 1/488). Имам Бәйхаҡы Хәсәндән (радыйаллаһу ғәнһү) тапшырғансы: «Иғтикәф иткән кешегә һәр көнө өсөн хаж бер сауабы бирелә» (Суйути, «Әд-Дүррүл Мансур», 1/486).

     Иғтикәфтең асылы
     «Иғтикәф» һүҙенең мәғәнәһе «көтөү, нимәнелер дауам итеү»ҙе аңлата. Шәриғәтсә иғтикәф бер ир кешенең йәмәғәт мәсетендә (иғтикәф ниәте менән) тороуы. Йә иһә ҡатын-ҡыҙҙың өй мәсетендә (өйөндә намаҙ ҡыла торған урында иғтикәф ниәте менән) тороуы. Йәмәғәт мәсете эсендә биш ваҡыт намаҙ ҡылыныу-ҡылынмауға ҡарамаҫтан, имамы һәм мөәзине булған мәсет («Дүррүл Мохтар» һәм «Рәддүл Мохтар», 2 том, 440 б.).

    Иғтикәфтең шәриғәт тарафынан ҡанунлаштырылыуының дәлилдәре
     Ҡөръән-Кәримдән дәлил: «Мәсеттәрҙә иғтикәф булған көндәрегеҙҙә ҡатындарығыҙға яҡынлыҡ ҡылмағыҙ» («Бәҡара» сүрәһе, 187-се аят).
     Сөннәттән дәлил: Ибн Ғүмәр менән һәм Әнәс Ғәйшә (радыйаллаһу ғәнһүмә) ошо риүәйәтте тапшырған «Пәйғәмбәр (салаллаһу ғәләйһи үәссәләм) Мәҙинәгә килгәндән һуң, вафатына тиклем рамаҙандың һуңғы ун көнөндә иғтикәф итә торған булған» (Бохари, «Иғтикәф», 1, 2/255) Әбү Һүрайра (радыйаллаһу ғәнһү) әйткән: «Рәсүлулла (салаллаһу ғәләйһи үәссәләм) һәр рамаҙанда ун көн иғтикәф итә ине. Вафат булаһы йылда иғтикәфе егерме көн дауам итте» (Бохари, «Иғтикәф», 17). Зүһри (рәхмәтуллаһи ғәләйһи) былай тигән: «Кешеләрҙең иғтикәфте кире ҡағыуҙарына шаҡҡатам. Рәсүлуллаһ (салаллаһу ғәләйһи үәссәләм) ҡайһы бер нәмәләрҙе ҡайһы ваҡыт башҡарған, ә ҡайһы ваҡыт башҡармай ҡалдырған. Ләкин иғтикәфте вафат булғанына тиклем кире ҡаҡмаған» (Ибн Нүджәйм, «Әл-Бахрур Раик», 2 том, 322 б.) Ижмағ тураһында. Ғалимдар иғтикәфтең шәриғәт тарафынан ҡабул ителгәнлеге мәсьәләһендә ижмағ ҡылғандар (берҙәм фекер белдергәндәр).

     Иғтикәфтең өс төрө
     1. Важиб: был — нәҙер ителгән иғтикәф. Мәҫәлән, «үҙ өҫтөмә Аллаһ өсөн бер көн йәки унан оҙағыраҡ ваҡыт иғтикәф үтәү бурысын алам» тип әйтеү.
     2. Сөннәти Мөәҡҡәдә, йәғни кифая. Сөнки сәхәбәләрҙән береһе лә иғтикәф ҡылмайынса ҡалмаған. Был төр иғтикәфте рамаҙан айының һуңғы ун көнөндә ҡылғандар.
     3. Мөстәхәб: был төр иғтикәф рамаҙандың һуңғы ун көнөнән башҡа теләһә ҡайһы ваҡытта ҡылынырға мөмкин һәм нәҙер әйтелмәй. Бер иғтикәф кәмендә, Имам Әғзам фекеренсә, бер көн; Әбү Йософ фекеренсә, бер көндән артығыраҡ; Имам Мөхәммәд фекеренсә, мәсет эсендә йөрөгән һәр миҙгелдә булырға мөмкин.

     Иғтикәфтең шарттары
     1. Ниәт әйтеү. Кеше ниәт әйтмәйенсә иғтикәф ҡылһа, дөрөҫ булмаҫ.
     2. Йәмәғәт мәсете. Иғтикәфте аҙаны һәм иҡәмәте әйтелә торған һәр мәсеттә ҡылыу дөрөҫ булыр. «Хуләса» исемле әҫәрҙә лә шулай тиелгән. Иң фазыйләтле иғтикәф — Хәрәм мәсетендә ҡылынғаны. Унан һуң Нәби мәсетендәге, унан һуң Аҡса мәсетендә, унан һуң йәмиғ мәсеттә, унан һуң йәмәғәте күп булған мәсеттә ҡылынғаны. Ҡатын-ҡыҙ өйөндәге мәсеттә иғтикәф ҡыла.
     Ир-ат өсөн йәмәғәт мәсетенең хөкөмө нисек булһа, ҡатындар өсөн өй мәсетенең (өйөндә даими намаҙ уҡый торған урындың)хөкөмө лә шулай. Ҡатын-ҡыҙ өйөндә иғтикәфте үтәгән бүлмәһенән бары тик үҙенең тәбиғи ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереү өсөн генә сыға ала. Ҡатын-ҡыҙҙың йәмәғәт мәсетендә иғтикәф ҡылыуы рөхсәт ителә. Ләкин мәкруһ була. Әгәр ҡатын — ҡыҙҙың өйөндә мәсет булырлыҡ өсөн бер урыны юҡ икән, үҙенә бер урын айырып алып, шунда иғтикәф ҡылыр.
     З. Ураҙа. Ураҙа – фарыз булған иғтикәфтең бер шарты. Сөнк Ғәйшә (радыйаллаһу ғәнһә): «Ураҙаһыҙ иғтикәф булмаҫ», — тип әйт әйткән (Әбү Дауд, №2473, 2\334). Нәфел иғтикәфендә булғанда иһә ураҙа тотоу шарт түгел. Бер кеше бер ай буйы ураҙа тотмайынса ғына иғтикәф ҡылыуҙы үҙ өҫтөнә алһа (маҡсат итһә), был кешенең бер ай буйы ураҙа тотоп иғтикәф ҡылыуы кәрәк булыр. Сөнки важиб иғтикәф ураҙаһыҙ ҡабул булмаҫ. Важиб иғтикәфтә ураҙаның тотолоуы шарт. Иғтикәф йәһәтенән ураҙа тотоу шарт түгел. Был уңайҙан бер кеше рамаҙан айында иғтикәф ҡылырға маҡсат итһә, рамаҙан ураҙаһы иғтикәф ураҙаһы урынына етәрлек булыр. Бындай теләкте биргән кеше рамаҙан айында ураҙа тотоп иғтикәф ҡылмаһа, башҡа ваҡытта бер ай дауамында ураҙа тотоп иғтикәф ҡылыуы кәрәк була. «Бер ай буйы Аллаһ өсөн иғтикәф ҡылырға нәҙер әйтәм» тигән кеше рамаҙан айында иғтикәф ҡыла торған булһа, нәҙерен үтәй алмаҫ. Сөнки был иғтикәф өсөн бер ай буйы ураҙа ла тоторға кәрәк була. Бер кеше нәфел ураҙаһын тотарға ниәтләп таң аттырһа һәм артабан «Аллаһ өсөн бөгөн иғтикәф ҡылырға нәҙер әйтәм» тиһә, Әбү Хәнифәнең сағыштырыуы буйынса был кеше ошо көндө иғтикәф ҡыла алмай.
     Сөнки важиб иғтикәф важиб ураҙа менән бергә генә дөрөҫ була. Был көндөң ураҙаһы көндөң башында нәфел булараҡ ниәтләнеп тотола башлаһа, бынан һуң уны важиб итеү мөмкин түгел.
     4. Ислам. Кәфер ғибәҙәт әһеле була алмай.
     5. Сәләмәт аҡыллы булыу. Дыуамал ниәт әйтә алмай.
     6. Жөнөб (енсе мөнәсәбәттән һуң), күрем һәм нифастан (бала тапҡандан һуң килә торған ҡандан) таҙараныу. Сөнки жөнөб булған кешегә, күремле йәки нифас ҡатын-ҡыҙға мәсеткә инеү тыйыла. Балиғ булыу шарт түгел. Ир кеше йәки ирекле булыу ҙа шарт түгел. Ҡатын-ҡыҙ, әгәр кейәүгә сыҡҡан булһа, иғтикәфте иренең ризалығы менән генә ҡылыр. Ире рөхсәт итеп, ҡатыны ошо рөхсәт менән иғтикәф ҡылһа, ире уны иғтикәфтән тыя алмаҫ. Әгәр тыя икән, был тыйыу дөрөҫ булмаҫ.

     Иғтикәф әҙәптәре
     1. Иғтикәф ҡылыусы кеше был ваҡытта бары тик хәйерле нәмәләр тураһында ғына һөйләшер. Дөрөҫөн әйткәндә, мосолман һәрваҡытта ла хәйерле нәмәләр тураһында ғына һөйләшер. Мосолман насарлыҡ ҡылмаҫ. Был хәлдә хәйерле нәмәләр тураһында һөйләшеүҙең маҡсаты мөмкин тиклем күберәк тырышлыҡ күрһәтеү.
     2. Рамаҙандың һуңғы ун көнөндә иғтикәф ҡылырға кәрәк бының өсөн мәсеттәрҙең иң фазыйләтлеһе — Хәрам мәсете.
     3. Ҡөръән һәм хәҙистәр уҡыуҙы, ғилем туплауҙы, пәйғәмбәрҙәр тарихын һәм Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәдтең (салаллаһу ғәләйһи үәссәләм) тормошо тураһында уҡыуҙы һәм изгеләрҙең хәбәрҙәрен өйрәнеүҙе дауам итәр.
     4. Иғтикәф ҡылыусының гонаһ булмаған нәмәләр тураһында һөйләшеүендә бер ниндәй зыян юҡ.
     5. Иғтикәф ҡылыусы таҙа кейемдәр кейрегә, хушбуйҙар һөртөргә тейеш. Башына майҙар ҙа һөртөргә мөмкин.
     6. Иғтикәф ҡылырға нәҙер әйтеп үҙенә важиб ҡылған кеше быны бары тик күңеленән генә ант итеп ҡылырға тейеш түгел, теле менән дә әйтергә тейеш.

     Иғтикәф күркәмлеге
     Иғтикәф кешенең үҙен бары тик Аллаһы Тәғәләгә генә ғибәҙәт ҡылыу өсөн донъянан айырылыуы тигән һүҙ. Шулай итеп, ҡол үҙен донъя эштәренән өҙөлөп, Аллаһы Тәғәләгә генә ғибиҙәт итә. Исламдың бөйөк заттарынан береһе Ата (рәхмәтулла ғәләйһи) әйткән: «Иғтикәф ҡылыусының хәле бик әһәмийәтле ихтыяжы менән бер ҙур кешенең ишеге төбөндә тороп: «Ихтыяжымды үтәмәйсә, был ишек төбөнән китмәм», — тигән кешенең хәленә охшай.
     Иғтикәф ҡылыусы кеше иһә иң ҙур кешенең ишеге төбөндә ултырған, унан ярҙам һорап килгән. Был — ғәмәлдәрҙең иң хөрмәтлеһе». Иғтикәф ҡылыусы кеше бар ваҡытын намаҙ уҡыуға бағышлай. Башҡа ваҡыттарҙа иһә мәсет эсендә намаҙҙы көтөп ултырғаны өсөн хөкөмө намаҙ уҡыған кеүек булыр. Иғтикәф булыусы кеше үҙен донъя керҙәренән арындыра. Рухи доньяһын байытыу менән шөғөлләнә. Йөрәге нурлана. Йөҙөндә ҡоллоҡ ишаралары балҡый башлай.

     Иғтикәфте боҙған һәм боҙмаған нәмәләр
     Мәсеттән сығыу иғтикәф боҙа. Иғтикәф ҡылыусы кеше көндөҙҙөн дә, төнөн дә иғтикәф итә торған урынынан сыҡмаҫ. Ләкин берәр ғәфү ителерлек сәбәп менән сыға ала. Бер ниндәй сәбәпһеҙ бер миҙгелгә генә сыҡһа, Әбү Һүрайра фекеренсә, иғтикәф боҙола. Сығыуы махсус йәки онотолоп булһа, иғтикәф боҙолоу мәсьәләһенә оҡшаш. Ҡадихандың «Фәтава» һында ла шулай тиелгән. Ҡатын-ҡыҙ өйөндә иғтикәф итә торған бүлмәһенән өйгә сыға алмай. Ҡатын иғтикәфте мәсеттә ҡыла торған булып, ире уны ҡайтырға саҡырһа, өйөнә ҡайтып, иғтикәфте шунда дауам итергә тейеш. Ҙур тәһәрәт менән кесе тәһәрәт алырға һәм йома намаҙына сығыу ҙа сәбәп була. Иғтикәф ҡылыусы кеше ҙур һәм кесе тәһәрәт алыу өсөн мәсеттән сыға ала. Ләкин был ихтыяждарын үтәү менән кире мәсеткә инергә тейеш. Мәсеттең ишелеүе ҡурҡынысы янағанда йәки шуға оҡшаш башҡа сәбәптәр булғанда ғына мәсеттән сығыу зыян итмәҫ.
     Бәләкәй йәки оло тәһәрәт алыу алыу өсөн мәсеттән тышҡа сыҡҡан иғтикәф ҡылыусы кешене, кире мәсеткә инеп киткәнсе — бурыс аласағы булған берәү күреп алып өндәшһә, Имам Әғзам фекеренсә, иғтикәф боҙола. Башҡа ике имам фекеренсә боҙолмай. Имам Сәрахси был ике имамдың фекерен мосолмандар өсөн ҡулайыраҡ булыуын әйтеп ҡалдырған. Иғтикәф ҡылыусы кеше ауырыуҙың хәлен белергә йәки йынаҙа намаҙына ҡатнашыу өсөн мәсеттән сыға торған булһа, иғтикәф боҙола. Ауырыуы сәбәпле мәсеттән тышҡа сығыуы ла иғтикәфте боҙа. Ләкин иғтикәф ҡылырға нәҙер әйтеп, ауырыуҙың хәлен белеү, йынаҙа намаҙына ҡатнашыу йәки ғилем мәжлесенә әҙерләнеү өсөн мәсеттән сығыу шартын да ҡушһа, иғтикәф боҙолмай. Иғтикәф ҡылыусы кеше бер нисә көнгә һушынан яҙһа йәки ул тилерһә, иғтикәфе боҙола. Һауыҡҡас иғтикәфен яңынан дауам итә башлар. Хатта был хәле бер нисә йыл буйы дауам итһә лә, һауыҡҡас, иғтикәфен ҡаза ҡылырға кәрәк була. Ошо урынға тиклем һөйләгән мәсьәләләр важиб булған иғтикәфкә бәйле. Нәфел иғтикәфтәренә килгәндә, бер сәбәп менән йәки сәбәпһеҙ генә тышҡа сыҡҡанда йәки ауырыуҙың хәлен белергә йә иһә йынаҙаға ҡатнашырға барғанда иғтикәф боҙолмай. Иғтикәф ҡылған кешенең енси яҡынлыҡ ҡылыуы йәки енси яҡынлыҡҡа этәреүсе үбеү, һыйпау кеүек хәрәкәттәр яһауы көндөҙ ҙә, төндә лә харам була.
     Енси яҡынлыҡты махсус рәүештә йәки онотолоп китеп ҡылыуы, мәненең сығыу-сыҡмауына ҡарамаҫтан, иғтикәф боҙола. Енси яҡынлыҡ ҡылмайса ғына үбешеү йә иһә һыйпашыу кеүек хәрәкәттәр арҡаһында мәни сыға торған булһа, иғтикәф боҙола. Сыҡмаһа — боҙолмай. Иғтикәф ҡылған кешенең төшө арҡаһында йәки уйланыуҙан мәниһе сыҡһа, иғтикәф боҙолмай. Иғтикәф ҡылған кеше төшө арҡаһында шундай хәлгә ҡалһа, шуға иғтибар итәргә кәрәк: мөмкин булһа, мәсетте бысратмау шарты менән мәсеттә йыуыныуында бер ниндәй ҙә зыян юҡ. Бындай мөмкинлек булмаһа, мәсеттән сығып, йыуынырға һәм мәсеткә кире ҡайтырға кәрәк.
     Иғтикәф ҡылған кеше мәсет өсөн кәрәк булған нәмәләрен алдан әҙерләмәгән булһа, һатып алыуы рөхсәт ителә. Кәрәкле әйберҙәрҙең мәсеттә әҙерләнеп һатылыуы йәки һатып алыу мәкруһ була. Сөнки был күренеш урамға хас нәмә. Иғтикәф ҡылмаған кешенең мәсет эсендә берәр нәмә һатыуы йәки һатып алыуы мәкруһ.
     Иғтикәф ҡылған кешенең ашауы, эсеүе һәм йоҡлауы мәсет эсендә була. Былар өсөн мәсеттән тышҡа сыға торған булһа, иғтикәфе дөрөҫ булмаҫ. Сөнки мәсеттә рөхсәт ителгән берәр нәмә өсөн мәсеттән тышҡа сығыу кәрәкмәй. Иғтикәф ҡылған кешенең, һөйләшмәүҙе бер ғибәҙәт тип белеп, һөйләшмәүе мәкруһ була. Быға ышанмайынса һөйләшмәй торған булһа, мәкруһ булмаҫ.
     Хәйерле нәмәләрҙән башҡа нәмәләр тураһында һөйләшеү мәкруһ була. Иғтикәф ҡылған кеше манараға менеп аҙан әйтә ала. Манараның ишеге мәсеттән тышҡы яҡтан урынлашҡан булһа ла ярай («Фетава-и Һиндиййә», 1 том, 311-313 бб.; «Рәддүл Мохтар ғәлә Дүррүл Мохтар», 2 том, 440 б., 449 б.; «Әл-Бахрур Раик», 2 том, 322-323 бб.; «Мәджмәғул Әнхүр» (Дамат), 1 том, 256 б.; «Тахтауи ғәлә Мәрәкил Фәлаһ», 578-584 бб.). Былар «Әл-Ғәраиб» китабында ла әйтелә.
                   Камил хәҙрәт Сәмиғуллин, Татарстан республикаһы мосолмандарының Диниә назараты рәйесе, мөфтий