Мосолмандың оло байрамдары.
(Ғәйет көндәрендә әҙерләнгән тапшырыуҙарҙан бер нисә сәхифә.)
Ураҙа ғәйете
Бисмилләһир-рамәнир-рахим!
Әл-хәмдү лил-лаһ!
Әл-хәмдү лил-лаһи раббүл-ғаләмин! Әс-саләтү үәс- сәләмү ғәлә рәсулүһи мүхәммәдин үә ғәлә әлиһи үә әсхәбиһи әжмәғин!
Илдә бөгөн оло байрам — динебеҙҙең төп терәктәренән береһе булған ураҙа ғибәҙәтен тамамлап, мосолман байрам итә.
”Мин, — тигән пәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм, — Түҙемлеккә һәм сабырлыҡҡа саҡырған, шул уҡ ваҡытта бәндәнән тормошта тырышлыҡ та талап иткән дингә дәғүәт алып барыу өсөн һайлап алындым”.
”Эй, Минең Берлегемде һәм барлығымды таныған иманлы бәндәләр! — ти Аллаһ, —
Йәә әййүһәл — ләҙиинә әәмәнүү күтибә ғәләйкүмүс — сийәәмү кәмәә күтибә ғәләл — ләҙиинә миң ҡабликүм ләғәлләкүм тәттәҡуун.
Һеҙҙән алда булған өммәттәргә фарыз ителгән кеүек һеҙгә лә ураҙа ғибәҙәте фарыз ителде, бәлки, һеҙ ҙә, дингә кәмселек килтереүҙән һаҡланып, тәҡүә кешеләрҙән булырһығыҙ”.
”Бәҡара”,”һыйыр” сүрәһе, 183 — өнсө аят.
Атабыҙ Әҙәмдән, ғәләйһис-сәләм, башлап бөтә пәйғәмбәрҙәргә Аллаһы раббүл-ғаләмин хәҙрәттәре ураҙа ғибәҙәтен фарыҙ итеп биргән. Илселәрен ебәргән һайын был хөкөмдәрен дә бер-бер артлы ҡабатлап, ураҙа ғибәҙәтендә булған тәрбиә, тән һәм йән сәләмәтлеге, рухи сәләмәтлек өсөн әҙәм балаларына әле булһа аңлашылып бөтмәгән хикмәттәр булыуына әллә күпме дәлилдәр биреп торған.
"Аллаһтың әжер-сауаптарына өмөт бағлап, Рамаҙан айында ураҙа тотҡан кешенең элек эшләп килгән бөтә гонаһтары ярлыҡаныр”, — тигән пәйғәмбәр, ғәләйһис- сәләм.
Ураҙа — кешене тәрбиә ҡыҫаларында тота, әҙәпкә өйрәтә.
”Бөтә нәмәгә Көсө һәм Ҡеүәте еткән Бөйөк Аллаһ әйтә, — тиелә хәҙисе-ҡотдусиҙа, — ”Әҙәм балаһының ураҙанан башҡа булған бөтә ғәмәлдәре үҙе өсөн, ураҙа ғына Минең хаҡыма тотола. Уның өсөн әжер-сауаптарын да Үҙем бирермен”.
"Рамаҙан айы килеп етеү менән Йәннәт ҡапҡалары асыла, Йәһәннәм ҡапҡалары ябып ҡуйыла һәм шайтандарға ла бығау һалына”.
Яңы ай ҡалҡҡанын күргәндә пәйғәмбәребеҙ:
”Эй, Аллаһ! Был айҙы беҙҙең баш осонда именлек, иман, Исламға тоғролоҡ, бәрәкәт һәм сәләмәтлек менән күтәр. Эй, һин — юлдарҙың хаҡ булғанына төшөрөп, бәрәкәт алып килеүсе мөҡәддәс ай, минең Раббым да, һинең Раббың да — Аллаһ!” — тип доға ҡыла торған була.
Беҙҙең ата-бабаларыбыҙ ҙа шул ваҡыттарҙа:”Ай күрҙем аман менән, ауыҙым тулы иман менән. Ошо айҙарҙа вафат булһам, үткәр, Хоҙай, иман менән”, — ти торған булалар.
Беҙҙең заманда бындай ғәҙәттәр бик аҙғыналар тормошонда һаҡланып ҡалған.
Бөгөн күптәр, ҡарт бабайҙар әйтмешләй, хоҙай бирмеш ғүмерҙең — йылдарҙың, айҙарҙың, көндәрҙең ниндәй һәм ҡайһы ваҡыты булыуына ҡарамаҫтан эсә, тарта, теләһә нимә ашай, алдаша, алдашыу юлы менән аҙым һайын мал табырға тырыша, хәҙер килеп әфйун менән мауығыусылар ҙа артҡанда-арта бара башланы.
Ул — шайтан ҡоло.
Хәҙистәрҙең береһендә пәйғәмбәребеҙ әйткән: ”Ҡояш сығып, ер өҫтөнән күтәрелер һәр көндә кеше үҙ тәнендәге һәр быуын өсөн зәкәтен биреп барырға тейеш. Әгәр ҙә ул ике кешенең араларын төҙәтеп, уларҙы татыулаштыра ала икән, был — зәкәт, әгәр ҙә ул кешегә атҡа, дөйәгә атланырға йәки йөгөн төйәшергә ярҙам итә икән, был — зәкәт, яҡшы һүҙең, намаҙ уҡыу өсөн тип мәсеткә барғандағы һәр аҙымың — зәкәт, кешеләргә юлда ҡамасаулап ятҡан бер ташты йәки сыбыҡты алып ташлауың да зәкәт хөкөмөндә”, — тигән.
Тәндең зәкәте — ураҙа.
Ураҙа ғибәҙәте, Рамаҙан айы — тәҡүәлеккә, сабырлыҡҡа өйрәнеү, ваҡыттың, ғүмерҙең, имандың ҡәҙерен белергә өйрәнеү мәҙрәсәһе.
Ошо мөбәрәк Рамаҙан шәриф айында Аллаһы раббүл-ғаләмин хәҙрәттәре үҙенең рәхмәте менән дәүерҙәр дауамында бөтә кешелек донъяһына бәхеткә юл күрһәтә торған изге Китабын — Ҡөрьәни-Кәримде индерә башлай.
Уның тормошта юл һайлай белеү өсөн Әҙәм балаларына игелекле бер ҡулланма, игелекле бер дәреслек булыуын аңлауы ауыр түгел.
Ҡөрьән өйрәтә: бәндәнең үҙен дә Аллаһ ” ислам дине өсөн һайлап алды, ислам динендә һеҙгә ауырлыҡ теләмәй”, — ти. Ҡөрьәндең Аллаһы Тәғәлә тарафынан индерелеүенә, Китапта булған хөкөмдәрҙең хаҡлығына һис бер шик- шөбһәһе булмаған кешеләр һаны арта бара, төрлө тарафтарҙа, төрлө-төрлө юлдар менән уны өйрәнеү, аңларға тырышыу бөгөнгө көндә лә дауам итә.
Әлбиттә, Ҡөрьәндә ниндәйҙер кәмселек табырға тырышыусылар ҙа бар. Ләкин, әлхәмдү лил-ләһ, Аллаһы Тәғәләнең Ҡәләме шәрифендә һис бер кәмселек юҡ. Аллаһ илсеһе Мөхәммәд, ғәләйһис-сәлэм, әйткән рәүештә Ҡөрьәни-Кәримдән ғалимдар бер ваҡытта ла туймаҫ. Замандар үтеү, ғилем алға китеү, кешелек донъяһының яңынан-яңы бейеклектәргә күтәрелеүе менән Ҡөрьәни-Кәримдә булған хикмәттең дәрәжәһе һәр ваҡыт юғары буласаҡ. ”Һүдәл-лил мүттәҡин” — тәҡүә кешеләр өсөн ул тура юл. Алллаһы раббил-ғаләмин хәҙрәттәре әйтә: ”Әгәр ҙә Минең берлегемде һәм барлығымды танырға теләһәгеҙ, үҙегеҙгә ҡарағыҙ: әҙәм балаһының донъяға килеүе, йәшәйеше үҙе бер мөғжизә”, — ти.
Ҡөрьәни-Кәримдең ниндәй генә аятына күҙ һалһаҡ та, беҙ унда бәндәне ғәҙеллеккә саҡырған хөкөмдәрҙе табырбыҙ.”Эй, иманлы бәндәләр! Аллаһы Тәғәлә юлында һеҙ ғәҙеллектән тайпылмағыҙ. Ниндәйҙер бер ҡаүемдең йәшәү рәүеше, уның көс-ҡеүәте һеҙҙе ғәҙеллектән айыра күрмәһен, ғәҙеллек ул — тәҡүәлек. Был хөкөмдәрҙә лә хикмәт тулып ята: тормошта, үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙә, ғаиләләребеҙҙә ғәҙеллек бар икән, тормошобоҙҙа ла, илдәр араһында ла бәрәкәт була.
Мосолман кеше иман нурын үҙенә генә алмай, уны ул тирә-йүненә лә сәсеп йәшәй белә.
Әлхәмдү лил-лә, изге Китабыбыҙ Ҡөрьәни-Кәримдә милләт-ара татыулыҡ та иң юғары урынға ҡуйылған. ”Эй, әҙәм балалары! — тиелә унда, — Хаҡикәттә Мин һеҙҙе бер ата менән бер әсәнән — Әҙәм, ғәләйһис-сәләм, менән Хаууанан яралттым, бер-берегеҙҙе таныу, бер- берегеҙ менән хеҙмәттәшлек итеү, бер-берегеҙ менән аңлашып йәшәй белеү, үҙ-ара аралашып, телдәрегеҙҙе өйрәнеү, рухи байлыҡтар менән уртаҡлаша белеү өсөн төрлө-төрлө милләт, төрлө-төрлө ҡаүем-ҡабилә итеп Ер йөҙөнә тараттым”, — ти.
Пәйғәмбәрәбәҙ ҙә әйткән: ”Бөтә кешеләр — Әҙәм балалары, ә Әҙәм, ғәләйһис-сәләм, — тупраҡтан яралтылған”, — тигән.
Ахырзаман пәйғәмбәре ғәрәп булһа ла, Ҡөрьәни- Кәрим ғәрәп телендә индерелһә лә, Рәсүл Әкрам саллал-лаһу ғәләйһи үә сәлләм беҙгә йәнә: "Ғәрәптең башҡа милләткә ҡарағанда, башҡа милләт вәкилдәренең ғәрәпкә ҡарағанда өҫтөнлөгө юҡ. Тәҡүәлек менән генә кеше башҡаларҙан юғарыраҡ була ала”, — тигән. Кем Аллаһы Тәғәлә ҡанунын ҡабул итә, Аллаһы Тәғәлә күрһәткән юл менән бара, өҫтөнлөк ана шунда ғына.
Кешенең төҫөндә, телендә һәм тән төҙөлөшөндә һис бер өҫтөнлөк юҡ.
Аллаһы раббил-ғаләмин хәҙрәттәре беҙгә быны бик матур итеп аңлата.
Ғәҙеллектәрҙән баш тартып, кеше хаҡына инеп йәшәй күрмәгеҙ, донъяғыҙҙы тырышлыҡ менән алып барығыҙ, ти.
”Тик ятмағыҙ, — тип өйрәтә Аллаһы Тәғәлә, — Хеҙмәт итегеҙ, һәр кемдең үҙенә хас бер ғәмәле булһын. Күп ваҡытта ғәмәлде беҙ намаҙ уҡыу, ураҙа тотоу кеүек ғибәҙәткә генә ҡайтарып ҡалдырабыҙ. Юҡ, ғәмәлдең былар бик бәләкәй генә бер өлөшө. Пәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм, эшләп ғүмер итә: малдар тәрбтиәләй, көтөү көтә, сауҙа менән шөғөлләнә. Мосолмандарҙы ла эшләргә өйрәтә: "һеҙҙең ғәмәлдәрегеҙҙе Аллаһы Тәғәлә күрә, ҡылған ғәмәлдәрегеҙгә ҡарап бәрәкәтен бирә, һеҙҙең нимә эшләп йөрөгәнде пәйғәмбәр ҙә, уның менән бергә мөьминдәр ҙә белә. "Хәрәкәттә — бәрәкәт”, — тигән пәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм, — «Ҡулыңды һелкет, ҡулыңды хәрәкәтләндер. Шул ваҡытта Аллаһ һиңә ризығын да бирер. Иманлы бәндәһен, һәнәрле бәндәһен ярата Ул”.
Бәндәләрҙе Аллаһ һәнәргә һәм ғилемгә саҡыра. Ҡөрьәни-Кәримдең беренсе аяты-ҡәримәһендә үк Ул:
»Бисмилләһир-рахмәнир-рахим! һине юҡтан бар итеп яралтҡан Аллаһы Тәғәлә исеме менән "Уҡы! ти. Был нәсихәтте бәндәләр күңеленә еткереп, пәйғәмбәребеҙ: «Бишектән алып гүргә ингәнсе, ләхеткә тиклем ғилемгә өйрән», — тип бойора.
Ислам ул — тәрбиә. Ошо әҙ ғүмерҙең эҫтәрендә әҙәм балаһы тәрбиәле булһын, тәрбиәле йәшәһен, бәхетле булһын өсөн индерелгән дин.
Дин өйрәтә: "Үҙ ҡолдарының гонаһтарын ярлыҡап ҡына тороу өсөн Аллаһ игелекле миҙгелдәр, кисәләр, көндәр, айҙар бар иткән дә: "Был ваҡыттарҙың ҡәҙерен белеп, ололоғон аңлап гонаһтарығыҙҙы ярлыҡауымды һорағыҙ — Мин һеҙҙе ғафү итермен”, — тигән.
Бындай ваҡыттарҙа мосолман ғибәҙәттәрҙә күберәк булырға, игелектәрҙе күберәк эшләп ҡалырға тырыша. ”Әҙәм балаларынан иманы булғандар, игелектәр эшләп бер-береһен хаҡикәткә, сыҙам булырға, түҙемлеккә саҡырып торғандарҙан башҡа бөтәһе лә хәсрәттә, зарланыуҙа, кәмселектә”, — ти Ҡөрьән.
Ураҙаның төп маҡсаты кешеләрҙең күңелендә — игелек, тәнендә — сәләмәтлек, йәнендә — рухи камиллыҡ тәрбиәләү, — тип аңлата дин.
Шул уҡ дини ҡанундарҙан сығып ҡарағанда ураҙа тыйғандарҙан тыйылырға өйрәтеп бәндәлә иман ныҡлығын арттырыу юлы.
Элек-электән изгә, хәрәм йәки гонаһ эштәр тыйылып торған айҙарҙа ла ут менән уйнауҙан туҡтала белмәгән ғәрәптәр үҙҙәре лә хатта Рамаҙан айында яуҙар сабыуҙан ситтәрәк тора белгән.
Шул замандағы ғәрәптәрҙән бөгөн дә фәһем алаһы бар шикелле.
Ураҙа — тыныслыҡҡа, татыулыҡҡа, үҙ-ара игелекле булырға әйҙәп кенә тороусы оло бер ғибәҙәт. Исламдың оло бер терәге. Ураҙа тотҡанда — Рамаҙан айындағы кисә һәм көндәрҙе ғибәҙәт менән үткәргәндә генә түгел, йыл буйы, ғүмер буйы тыныс тәбиғәтле, киң күңелле булып йәшәргә өйрәтә дин.
” Ҡәрҙәштәрегеҙ менән араларҙы нығытығыҙ, — тип өйрәтә торған була пәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм, — те- легеҙҙе гонаһлы һүҙҙәрҙән һаҡлағыҙ, Аллаһ тарафынан ҡарарға ярамай тип бойоролған нәмәгә күҙ һалып йөрөмәгеҙ, ҡолаҡтарығыҙ ишетмәҫкә тейешле нәмәне тыңлап тормағыҙ. Үҙегеҙҙең етемдәрегеҙ хәстәрлектән мәхрүм ҡалмаһын тиһәгеҙ, бащҡа кешеләрҙең етем балаларына ҡарата мәрхәмәтле булығыҙ!”
” Ураҙа, намаҙ, һәм саҙаҡанан да яҡшыраҡ бер нәмә тураһында хәбәр бирәйемме? Ул — халыҡтар араһында татыулыҡты һаҡлап тота белеү. Бер милләт эсендә дуҫлыҡ һәм татыулыҡ булмаһа, һөҙөмтәһе — һәләкәт”, — тигән пәйғәмбәр. Ураҙала алған тәрбиә мәҙрәсәһенең һабаҡтары оло.
Берәүҙәр бөтә булмышыбыҙ, бөтә маҡсатыбыҙ ашау- эсеү, ризыҡ артынан сабыуҙа ғына, тип хәрәмдән дә тыйыла алмаған бер ваҡытта, хәләл икмәк һәм һыуҙан да тыйылыуҙарыбыҙ, ризыҡтың, икмәктең дә тәмен һәм ҡәҙерен белеп, ризыҡты биреүсе лә Раббыбыҙ үҙе генә булыуын таныуға сәбәп булды.
Һәм ул — Аллаһтың үҙе биргән был донъяла ғүмер итеүебеҙ, донъя көтөүебеҙ өсөн шөкөр итеүгә лә сәбәп булһа ине. Пәйғәмбәребеҙ, саллал-лаһу ғәләйһи үә сәлләм, өйрәткән: "Берәү ураҙа тотоп та ялған һүҙҙәрҙән, гонаһ эштәрҙән, кешеләрҙең араларын боҙоп йөрөүҙәрҙән туҡтала белмәһә, был бәнләнең асығып-һыуһап йөрөүендә Аллаһтың хәжәте юҡ”, — тигән.
Бөйөк Раббыбыҙ — Аллаһтың тәҡдире менән оло бер дәүләттә бик күп халыҡтар араһында ватандаш һәм күршеләр булып йәшәйбеҙ. Беҙҙең ата-бабаларыбыҙ ғүмер буйы: «Күрше хаҡы — тәңре хаҡы», — тип өйрәтеп килгән. Рәсүл-Әкрам саллал-лаһу ғәләйһи үә сәлләм дә шулай бойорған. Аллаһы Раббыбыҙ ҙа: "Бер- берегеҙгә изгелектә һәм тәҡүәлектә ярҙамлаша белегеҙ, Гонаһ эштәрҙә һәм дошманлыҡта ярҙамлашып йөрөмәгеҙ. Аллаһтан һаҡлана күрегеҙ”, — тип өйрәткән. Дөрөҫөн генә әйткәндә, Аллаһтың шелтәһе ҡаты, тип тә бойорған”.
Тик изгелектә, күркәм холоҡта ғына уҙышып, тыуған ғәзиз Ватаныбыҙҙа дуҫлыҡ һәм ҡәрҙәшлектә, тыныҫлыҡта именлектә йәшәргә Раббыбыҙ насиб итһә ине.
Ҡайҙа етем, ҡайҙа фәҡир бар икән, ярҙамлашырға тырышырға, бер-беребеҙҙең хәлен аңлай белергә тейешбеҙ. Шулай итеп иман әһле етем-фәҡирҙәрҙең, меҫкендәрҙең хәлдәрен белеп йәшәгән ваҡытта Аллаһы раббыбыҙ һис шикһеҙ риза буласаҡ һәм шуның менән бергә ер йөҙөндә тыныслыҡ, именлек тә була. Ҡөрьәни- Кәримдә Аллаһы Раббыбыҙ: "Мосолман булмаған хәлдә үлә күрмәгеҙ, мосолман булмай Минең хозурыма ҡайта күрмәгеҙ”, — тип нәсихәт бирә...
Был — беҙҙең ихтыярыбыҙҙамы? Тырышыу ғына — беҙҙең ихтыярыбыҙҙа, әммә насип итеүсе — Аллаһ.
Шуның өсөн дә Рамаҙан айында алған тәрбиәбеҙ менән йәшәүҙәребеҙҙе Аллаһ насиб итһен.
Ошондай ғәйет көндәренең береһендә хәҙрәте Ғәли раҙийәл-лаһү ғәнһү өйөнә берәү килеп инә лә, мөьминдәр әмире алдында ҡаты икмәк булыуына аптырап ҡала: ”Эй, әмирел-мөьминин! Байрам көнө бәлештәрең, һый- хөрмәттәрең ҡайҙа? Икмәк ҡатыһы ашап ултыраһың бит”, — ти. ”Эйе, бөгөн — байрам, — тип яуап бирә хәҙрәте Ғәли, — Ураҙалары, намаҙҙары, изгелектәре ҡабул булған, гонаһтары ғафү ителгән кешеләрҙең байрамы.
Аллаһҡа ҡарышмаһаҡ, гонаһ эшләмәһәк, һәр көн — бөгөн дә, иртәгә лә, ғүмеребеҙ буйына беҙгә байрам буласаҡ”.
Аллаһы Тәбәрәкә үә Тәғәлә беҙҙең дә күңелдәребеҙгә һәм ғаиләләребеҙгә, мәхәллә-мәсеттәребеҙгә, ауыл һәм ҡалаларыбыҙға, ғәзиз Ватаныбыҙ һәм бөтә ғаләмгә ысын мәғәнәһендәге тыныслыҡ, муллыҡ һәм бәрәкәттәр насип итһен, һәммәбеҙгә хәйерле ғүмер, балаларыбыҙға Аллаһы Раббыбыҙ тәүфиҡ-истиҡәмәттәр, дин һәм милләтебеҙгә хәйерле хеҙмәттәр насиб итеп, һәммәбеҙҙең күңелдәрен пак, имандарыбыҙҙы сәләмәт ҡылһын.
Әстәғфирул — лааһәл — ғаффәәра лии үә ләкүм үә ли сәә’ири жәәмәғәтил — мүслимиинәл — хәәҙириинә әжмәғиин. Иннәһүү һүәл — ғафүүрур — рахиим. Әл — жәүәәдүл — кәриим. Әс — сәмииғүд — дүғәәь.
*Дин ул — нәсихәт*. Сәләх Суҡбаев, Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтулла